

Рәнис Рәйес улы Алтынбаев 1976 йылдың 18 авгусында Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Белорет районы Инйәр эшселәр ҡасабаһында (2004 йылдың 17 декабренән Инйәр ауылы) тыуған.
1994 −1995 уҡыу йылында ошо уҡ райондың Шығай ауылы мәктәбендә музыка уҡытыусыһы булып эшләй.
1995 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтына[1]уҡырға инә һәм уны «ҡурай класы уҡытыусыһы» һәм «халыҡ музыка ҡоралдары ансамбле етәксеһе» һөнәрҙәре буйынса 2000 йылда тамамлай.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының Республика халыҡ ижады үҙәгендә әйҙәүсе белгес булып дауам итә. Артабан Үҙәктең милләт— һәм төбәк—ара бәйләнештәр бүлеге етәксеһе була.
2007 йылда Нефтекама дәүләт филармонияһы директоры итеп тәғәйенләнә.
2008 йылда ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлай һәм «юрист» һөнәренә эйә була.
2011 йылдың июненән Рәнис Алтынбаев Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә һәм 2022 йылдың 15 февраленә тиклем ошо вазифала эшләй[2]. Артабан Өфөләге «Торатау» конгресс-холының директор урынбаҫары.
2019 йылдың мартында Рәнис Алтынбаевҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде[3].
2013 йылда Ҡазан ҡалаһында ҡатай башҡорттары ижадын өйрәнеүгә арналаған «Фольклор башкир-катайцев (эпическое, лирическое и обрядовое творчество)» тигән темаға диссертация[4] яҡлай һәм «филология фәндәре кандидаты» тигән ғилми дәрәжә ала.