

Был бала үлер инде
Был хәл 1983 йылда Литваның бәләкәй генә ауылында була. Ҡото осҡан ир ярҙамға йүгерә. Атай кеше илай ҙа, ҡайғыра ла алмай. Ул фельдшерға барып еткәнсе, Расаны колхоз рәйесе ҡарап тора, хәленән килгәненсә ҡанды туҡтатырға маташа. Оҙаҡламай баҫыуға фельдшер Елена Кривискене килеп етә. Юл буйы ул: “Бала үлер инде”, тигән уйҙан ҡотола алмай. Әммә еткәс, Раса күҙҙәрен аса. Шул мәлдә Елена: “Юҡ, был ҡыҙсыҡ йәшәйәсәк”, — тип ҡуя һәм үҙ бурысын аныҡ аң менән үтәргә тотона. Тиҙ арала ауыртыуҙы баҫҡан укол һала, ҡанды туҡтата. Өҙөлгән аяҡтарҙы ла хәстәрләй: уларҙы һыуыҡҡа һалыу талап ителә. Боҙ тапмағас, туң балыҡтар менән һалып ҡуялар. Расаны иң яҡын дауаханаға алып китәләр. Унда бындай ҡатмарлы хәл өсөн кәрәкле белгестәр ҙә, ҡорамалдар ҙа булмай. Шулай ҙа дауахананың табиптары ҡулдарын төшөрмәй, Мәскәүҙәге йәш хирургҡа шылтыраталар: “Һеҙгә бәләкәй пациент килә, ҡаршы алығыҙ”.
Минуттар ғына түгел, секундтар ҙа иҫәпкә китә. Аптырап, хистәргә бирелеп торорға урын юҡ. Яуаплы кешеләр сәғәт механизмы
кеүек бурыстарын теүәл башҡара. Аҙаҡ был хәлде журналистар “Изгелек эстафетаһы” тип яҙасаҡтар.
Расаны Мәскәүгә алып барыр өсөн, Ту-134 самолеты бирелә. Кескәй пациент осҡан самолет өсөн һауа каридорын таҙарталар. Фажиғә булғандан һуң 12 сәғәт үткәс, Расаны СССР-ҙың баш ҡалаһына еткерәләр.
Операциянан баш тарталар...
Ун ике сәғәтлек дежурствонан һуң 33 йәшлек Мәскәү хирургы Рамаз Датиашвили фатирына ҡайтып, йоҡларға йыйынып йөрөй. Шул ваҡытта шылтыратыу яңғырай: “Һеҙгә бәләкәй пациент килә, ҡаршы алығыҙ”. Әммә барыһы ла былай ябай ғына булып сыҡмай. Бар хикмәт шунда: өҙөлгән аяҡ-ҡулды тегеү быға тиклем бер тапҡыр ҙа эшләнмәгән. Өлкән һәм тәжрибәле коллегалары был операциянан баш тарта. Дауаханалар үҙҙәренә яуаплылыҡ алғылары килмәй, анестезиологтар ҙә кәскәй бала менән ҡатмарлы операция эшләүҙе ҙур ҡурҡыныс тип иҫәпләй. Аҙаҡ йәш хируруг, шул мәлдәрҙе иҫкә алып, төнгө Мәскәүҙә япа-яңығыҙым ҡалған кеүек тойҙом, тип әйтә. Рамаз Датиашвили бер нисә шылтыратыу эшләп, барыбер үҙенекенә ирешә: дауахана ла, ярҙамсылар ҙа, анестезиологты ла таба. Рамазға хатта баш тартыусы коллегаларының береһе ризалыҡ бирһен өсөн: “Андроповтың һуңғы сығышын тыңламанығыҙмы ни?”, — тигән һорау биреп, ҡурҡытырға тура килә.
Таңға ҡарай Расаны дауаханаға килтереп еткерәләр. “Уның йөҙө аҡ простыняла ҡапыл күренмәй ҙә ине — шул тиклем ап-аҡ”, — тип хәтерләй әңгәмәһендә Рамаз Датиашвили . Операция 9 сәғәт дауам итә. Һеңерҙе һеңергә, нерваны нерваға, тарамышты тарамышҡа тегеп ҡуя хирург. Уның ярҙамсылары — студент Елена Антонюк, кардиохирург Яков Бранд 4 сәғәттән һуң арыйҙар. Рамаз уларҙы ял итергә ебәрә һәм операцияны үҙе тамамлай. Хирург, һуңғы яра тегелгәндән һуң бер нисә сәғәт үтеп, Расаның аяҡтарына йылылыҡ йүгергәнен тойғас ҡына, еңел тын алып ҡуя.
Ике аҙнанан Раса тәүге тапҡыр аяҡтарына баҫа. Табиптар “Туйында бейейәсәк, күрерһегеҙ,” — ти, пациент өсөн ҡыуанып.
Ят ғаиләлә үткән бала саҡ
Раса реабилитация үткәс, туған өйөнә ҡайта. Бында уны ата-әсәһе, игеҙәге һәм ағаһы көтә. Әммә журналистарҙың ҡыҙыҡһыныуы бер аҙ кәмегәс, әсәһе элекке ғәҙәтенә тотона — ул эсергә керешә. Быға тиклем дә ғаилә өлгөләр иҫәбендә булмай. Әммә бар донъя алдына фото, репортаждар яһағанда бәхетле итеп күренеү – төп шарт.
Раса өйөндә оҙаҡ йәшәп өлгөрмәй. Литваның журналистары ата-әсәһенең насар ғәҙәтен белеп ҡалғас, был балаға даими дауаланыу һәм айырым иғтибар кәрәклеге тураһында репортаж төшөрәләр, ата-әсәһе был бурыстарын үтәмәй, тип белдерәләр. Һөҙөмтәлә, ошо иғлан аша Расаға яңы ғаилә табыла. Ә уның игеҙәге шул уҡ эскән ата-әсәһендә ҡала, ағаһын интернатҡа эләгә.
Яңы ғаилә табылһа ла, Раса операциянан һуңғы ун йылын дауаханан дауаханаға, шифаханан шифаханаға йөрөп үткәрә. Шулай, Раса аяҡтарына баҫа, медицина алға китә, тик ҡыҙ ата-әсәһенән, игеҙәгенән, ағаһынан, тыуған еренән ҡырҙа, ят ҡулдарҙа үҫергә мәжбүр була...
Ҡайҙа һин, Раса?
Хәҙер Расаның тарихын белмәгән кешеләр ҡасандыр уға аяҡтарын кире тегеп ҡуйғандар тип тә әйтә алмай. Ҡатын барыһы кеүек йөрөй, атлай. Бер кемдән дә айырылмай. Ул үҙен тулыһынса һау-сәләмәт кеше тип иҫәпләй. Тик итәктәр, күлдәктәр кеймәй — операцияның йөйҙәренән бер аҙ уңайһыҙлана.
Раса Прасцевичюте — Септ Юғары ауыл хужалығы академияһын тамамлаған. Һөнәре буйынса эш таба алмағас, әхирәте менән Германияға эшкә китә. Бында ул бер ғаиләлә бала ҡараусы булып урынлаша.
Табиптар әйтеүенсә, Раса туйында ла бейей. Хатта буласаҡ ирен ул дискотекала осрата. Бөгөн был ғаилә Германияла йәшәй. Расаның үҙенә оҡшап торған ҡыҙы бар. Ә ата-әсәһе күптән мәрхүмдәр. Атаһы — онкологияны еңә алмай, әсәһе эскелектән үлеп ҡала. Игеҙәге, ағаһы менән бергә үҫмәһәләр ҙә, аралашып тора. Бындай операцияға беренселәрҙән булып тәүәкәл иткән хирург Рамаз Датиашвили, СССР тарҡалғандан һуң, АҠШ-ға күсә. Аяҡтар ғына түгел, киләсәк тә бүләк иткән был алтын ҡуллы табипҡа Раса сикһеҙ рәхмәтле.
Заһиҙә МУСИНА әҙерләне.