Хәлиттең көнө көн түгел, төнө төн түгел ине. Ул ысынлап ғашиҡ булды. Әлиәне ярата ине ул. Тик ул яратыу икенсерәк булғанын аңланы. Нәфисәгә булған ынтылыу, бер таралмаған һағыныу уны меҫкен итте. Туйҙа кисергән хистәрен ҡабат-ҡабат иҫләтте, йоҡоһон алды. Осрашыу өмөт итеп, татлы хыялдарға бирелде. Әлиәһе һиҙер тип шикләнһә лә, үҙен бер нисек тә ҡулға ала алманы. Ә Әлиә бәхетле ине. Иртән тороп яратҡан эшенә китә, кисен йүгереп өйөнә ҡайта. Һөйгәнен тәмле ашата, ҡарай.Нәфисә юғалды. Әлиәнең ҡунаҡҡа саҡырыуҙарын ҡабул итмәне, эше күплеккә һылтанды. Ҡорбанын тағы нығыраҡ зарыҡтырыу өсөн эшләнгән аҙым икәнен ул үҙе генә белә ине. һәм, ниһәйәт, ул көн килде. Әлиәнең тыуған көнөнә ҡунаҡ йыйҙылар. Ҡуй, үҙебеҙ генә ултырайыҡ та ҡуяйыҡ, тигән һүҙенә ҡолаҡ һалмай, Хәлит йәштәрҙән ҡунаҡ йыйҙы. Нәфисәне лә саҡыр, инде лә килмәһә, үпкәләйбеҙ тип әйт тигән кәңәшен тотоп иренең, Әлиә тыуған ауылына ҡайтҡанда, үҙен күреп һөйләште.- Йыраҡ бит әле һеҙгә, Әлиә. Берәй машина тапһам, барырмын – тигән әхирәтенә,- Аһ-аһ! Машина эҙләп ни! Хәлит үҙе килеп алыр. Әҙерләнеп тор – тигән яуап алырына шикләнмәй ине.
Оло юлдан яй ғына барған еңел машина ҡапыл юл ситендәге һуҡмаҡҡа боролдо. Руль артындағы Хәлит тә, эргәһендә ултырған Нәфисә лә бер һүҙ әйтмәне. Икеһе лә шулай булырын белә ине.Күңел күҙе күрмәһә, маңлай күҙе күрмәй тиҙәр бит. Ҡыҙарынып, бераҙ уңайһыҙланып килеп кергән ире менән әхирәтен, оҙаҡланығыҙ тип еңелсә шелтәләп ҡаршы алған Әлиә, йыйылып бөткән ҡунаҡтар эргәһенә саҡырҙы. Ҡыҙыу ҡунаҡ табынында бер-береһенә күҙ һалмаған икәү, сәбәп табып, тышта осрашты, һүҙ ҡуйышты. Иртәгеһенә Нәфисәне ауылына Хәлит алып барып ҡуйҙы.Тиҙ һыуынды Нәфисә. Танһығы ҡанды. Үс алынды. Иң яҡын әхирәтенә ҡарата хыянатының ни кимәлдә аяуһыҙ икәнлеген аңлар хәлгә еткәс, үкенес кимерә башланы. Һуңынан ғәйеп тойғоһо биләп алды. Йоҡонан ҡалды. Артабанғы тормошон нисек ҡорорға икәнен бер нисек тә күҙ алдына килтерә алманы. Һиҙә ине Нәфисә, Хәлит тә ситләште унан. Саҡырыуҙар, осрашыуҙар һирәгәйҙе. Икеһе ҡалған мәлдәрен уйынан үткәргәндә бер нәмә аңланылар: улар һөйләшмәй тиерлек. Был икәү араһында уртаҡ бер ни ҙә юҡ. Хәлит “яратам “ һүҙен әйтмәй башланы. Нәфисә иһә уға был һүҙҙе бер тапҡыр ҙә әйтмәгән ине. Осрашыу, ярһып ҡушылыу һәм шымтанлап айырылыу күпмелер шулай дауам итеп, был мөхәббәт түгеллеген аңлағанда, Нәфисә ауырға ҡалған ине.- Миңә бала кәрәк түгел, Хәлит.- Миңә кәрәк тип уйлайһыңмы?- Нишләйбеҙ һуң?!- Үҙең ҡара. Тик Әлиәгә өндәшәһе булма! Мин уны яратам. Һәм беҙҙең балабыҙ буласаҡ. Ишет – беҙҙең теләп алған балабыҙ.
***
Ҡулына шыптыр төйөнсөк тотҡан йәш ҡатын ҡараңғы урмандан атлай. Аяҡтарын саҡ һөйрәгән Нәфисә битенә килеп бәрелгән ағас ботаҡтарынан да янтаймай, яланғас ботон яндырып алған кесерткәндәргә лә иғтибар итмәй. Бара ла бара. Башында бер генә уй, ошо шыптыр тоҡсай эсенә үлтереп һалынған бала һымаҡ, уны ла берәйһе үлтереп кенә тыҡһын ине. Биш айлыҡ, инде йән ингән сабыйының ғүмерен ҡыйған әбейҙән ниңә үҙен дә үлтереүен һораманы икән? Ул саҡта йәшәгеһе, матур итеп йәшәгеһе килде шул. Алдағы тормошона пландары ла бар ине. Ә хәҙер...Инде бер ваҡытта ла ихлас итеп көлә алмаҫын, шатлана алмаҫын , һәм иң мөһиме, бер ваҡытта ла үҙ сабыйын күкрәгенә ҡыҫа алмаясағын аңлап йөрәгенән үткәргән мәлендә яңғыҙ балан эргәһенә барып туҡтағайны. Бер уйһыҙ яланғас ҡулдары менән ерҙе соҡой башланы. Ауыртыуҙы һиҙмәгән бармаҡтарының тырнаҡтары һынып бөттө. Соҡор төбөнә ҡанлы төргәк төшөп ятҡанда, таң һыҙыла башлаған ине. Кеҫәһенән Әлиәгә тип яҙған хатын алып ваҡ киҫәктәргә йыртып шунда уҡ һалды. Кисә генә үс алыуының иң һуңғы, иң мәрхәмәтһеҙ нөктәһе итеп яҙылған хат, тыуып та өлгөрмәй яҡты донъяларҙан киткән сабыйы менән бер ҡәбергә күмелде.Йыл һайын киләсәк ул яңғыҙ балан төбөнә. Ап-аҡ сәскәгә күмелгән мәлендә бер тапҡыр ҙа кейергә насип булмаған туй күлдәген күҙ алдына килтерәсәк, ҽмҽштәрҽ тулышып бешкән мәлендә хыянатлы, мәкерле йәшлеге иҫенә төшәсәк.