

- Быйыл абитуриенттар документтарын бер нисә ысул менән тапшырҙы: «Юғары уҡыу йортона онлайн уҡырға инеү» сервисы аша электрон формала; электрон почта аша; вуздың сайтында шәхси кабинет аша, вуздың ҡабул итеү комиссияһында, - тип һөйләне Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов.
Бюджет урындары күп булған биш әҙерлек йүнәлеше: «Мәғариф һәм педагогик фәндәр» (2 356 урын), «Клиник медицина» (1 784 урын), «Ғәмәли геология, тау эше, нефть-газ эше һәм геодезия» (955 урын), «Машиналар эшләү» (895 урын), «Информатика һәм иҫәпләү техникаһы» (849 урын).
20 авгусҡа 148 356 ғариза бирелгән. Уҙған йылдың ҡабул итеү кампанияһы менән сағыштырғанда был 1,8 процентҡа күберәк, 2020 йыл менән сағыштырғанда - 18,2 процентҡа. Иң ҙур конкурс Өфө дәүләт авиация техник университетында - бер урынға 18 кеше, Өфө дәүләт нефть техник университетында һәм Башҡорт дәүләт педагогия университетында - бер урынға 13 кеше.
Ғаризалар һаны буйынса иң популяр йүнәлештәр: дауалау эше, педиатрия, нефть-газ эше, ғәмәли математика һәм информатика, педагогик белем биреү, лингвистика, информатика һәм иҫәп-хисап техникаһы, ландшафт архитектураһы, юриспруденция, хореография сәнғәте.
20 авгусҡа юғары уҡыу йорттарына 12 071 абитуриент ҡабул ителгән, уларҙың 1256-һы - маҡсатлы белем алыуға, 927-һе - сит ил граждандары.
Бюджет урындарына алынған абитуриенттарҙың БДИ-ның уртаса балы 64-75 балл тәшкил итте. Вуздарға ҡабул итеү дауам итә әле. Йәмәғәт ҡабул итеү кампанияһы йомғаҡтары тураһында мәғлүмәттәр ағымдағы йылдың 1 ноябренә билдәле була.