Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
21 Август 2022, 17:35

Ғүмер китабымды,альбом кеүек Әнғәм АТНАБАЕВ

Табалманым,дуҫтар, ғүмеремдең Йәшлектән дә матур ваҡытын!

Ғүмер китабымды,альбом кеүек       Әнғәм АТНАБАЕВҒүмер китабымды,альбом кеүек       Әнғәм АТНАБАЕВ
Ғүмер китабымды,альбом кеүек Әнғәм АТНАБАЕВ

Ғүмер китабымды,альбом кеүек,
Ҡарап сығырға ,тип бирһәләр,
"Йәшлек" тип яҙылған өс-дүрт битен
Урлар инем,
Әгәр күрһәләр,
Ҡасыр инем алыҫ ерҙәргә,
Йәшлегемде һалып эйәргә.

Ул ҡайҙалыр бик яҡында ҡалған:
Ауылымдың айлы төнөндә
Фуражкаһын ҡырын һалған егет
Ҡыҙын көтә тирәк төбөндә.

Эшкә һуңлай, тиеп, борсолмағыҙ,
Йәшлек бит ул!
Йәшлек өлгөрөр!-
Таң атҡансы тирәк төбөн һаҡлар,
Ә таң менән эшкә йүгерер...

Шундай сағым бик яҡында кеүек,
Ҡулды һуҙһам, етер шикелле,
Ҡулды һуҙам тиеп бер үрелһәм,
Өркөтөрмөн, китер шикелле.

Мин яратам ҡояш сыҡҡан сағын,
Ерҙең өҫтөн нурға балҡытып;
Табалманым,дуҫтар, ғүмеремдең
Йәшлектән дә матур ваҡытын!

Тик донъяла бер ни ҡабатланмай,
Һәр нәмәнең була һыҙығы;
Йәшлектең дә,
әгәр ҡабатланһа,
Булмаҫ ине, бәлки, ҡыҙығы.

Ул ҡайҙалыр бик-бик яҡында,
Йыр йырлайҙар уның хаҡында.

Фото: kulturarb.ru

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас