

***
Был хәл 1924 йылда булды. Эйе, нәҡ шул йылда... Әле беҙҙең колхоз ултырған урында ул саҡта ярлы-ятаҡсылар бәләкәйерәк кенә бер ауыл булып йәшәйҙәр ине. Мин ун дүрт йәштәрҙә инем. Атайым мәрхүмгә ике туған тейеш кешеләрҙә торам. Әсәйем дә үлгән ине инде.
Көҙ көнө, байыраҡтар тауҙарға ҡышларға киткәс, күп тә үтмәй, беҙҙең ауылға һалдат шинеле кейгән бер ят егет килде. Уның шинеле хәтеремдә ҡалған, сөнки ул ниңәлер ҡара буҫтауҙан тегелгәйне. Ҡаҙна шинеле кейгән кешенең килеүе ҡайҙалыр юлдарҙан алыҫ, тауҙар яғында ултырған беҙҙең ауыл өсөн ҙур ваҡиға булды.
Тәүҙә, ул армияла командир булған, шуға күрә ауылда ла баш кеше була икән, тип һөйләнеләр. Һуңынан уның бер ниндәй ҙә командр булмағанлығы асыҡланды. Ул бынан күп йылдар элек, аслыҡ ваҡытында ауылдан тимер юлға китеп, хәбәрһеҙ юғалған Таштанбек тигән берәүҙең улы булып сыҡты. Баҡһаң, ул, Дүйшөн, бында мәктәп асып, балалар уҡытыу өсөн ебәрелгән икән.
Ул заманда “мәктәп”, “уҡыу” тигән һүҙҙәр яңы булғас, кешеләр уларҙың мәғәнәһенә төшөнөп тә етмәйҙәр ине әле. Ҡайһы берәүҙәр имеш-мимешкә лә ышана, ә ҡайһылары быларҙың бөтәҺенә лә бисәләр хәбәре тип кенә ҡарайш. Әгәр оҙаҡламай халыҡты сходҡа йыймағанда, бәлки, мәктәпте бөтөнләй оноторҙар ҙа ине. Ағайым: “Был ниндәй йыйын тағы, ваҡ-төйәктәре менән эште бүлә лә йөрөйҙәр”, – тип бик оҙаҡ һуҡранды. Ләкин, үҙен үҙе хөрмәт итер ир кешегә тейеш булғансы, барыбер атын эйәрләп менде лә йыйылышҡа китте. Уның артынан күрше балалары менән бергә мин дә эйәрҙем.
Беҙ йүгереүҙән әлһерәп сход була торған ҡалҡыуға килеп еткәндә, бер төркөм йәйәүле, шулай уҡ һыбай кешеләр алдында теге ҡара шинелле, ҡаҡса йөҙлө егет һөйләп тора ине. Беҙ уның һүҙҙәрен ишетә алмағас, алғараҡ үттек. Шул саҡ туҙып бөткән, алама тун кейгән бер ҡарт, яңы аңына килгәндәй, ҡапыл уның һүҙҙәрен бүлде.
– Ҡара әле, улым, – тине ул, ҡабаланып, тотлоға-тотлоға, – элек балаларҙы муллалар уҡыта торғайны. Ә беҙ һинең атайыңды беләбеҙ: ул да, беҙҙең кеүек, бер йолҡош ине. Хәйер өсөн булһа ла әйт әле, ҡасан һин мулла булырға өлгөрҙөң?
– Мин мулла түгел, аҡһаҡал, мин – комсомолец, – тип йылдам яуап бирҙе Дүйшөн. – Ә хәҙер балаларҙы муллалар түгел, мөғәллимдәр уҡытасаҡ. Мин уҡырға-яҙырға армияла өйрәндем, уға тиклем дә аҙыраҡ уҡыным. Бына мин ниндәй мулла.
– Эйе, был яраған эш...
– Молодец! – тигән хуплау һүҙҙәре ишетелде.
– Бына шулай, комсомол мине һеҙҙең балаларығыҙҙы уҡытырға ебәрҙе. Ә бының өсөн беҙгә ниндәй ҙә булһа берәй торлаҡ кәрәк. Мин анауы түң башындағы ат һарайын мәктәп итергә уйлайым. Әлбиттә, һеҙҙең ярҙамығыҙ менән. Нисек ҡарайһығыҙ быға, ауылдаштар?
Кешеләр, был килмешәк ҡайҙа тарта икән тигәндәй, аптырап ҡалдылар. Тырабизлығы өсөн бәхәссе ҡушаматы алған Сатымғол тынлыҡты боҙҙо. Ул күптән инде, эйәренең ҡашына терһәкләнеп, кешеләрҙең һүҙен һағайып тыңлай, үҙе йыш ҡына, теш араһынан сертләтә төкөрөп ҡуя ине.
– Туҡта әле һин, егет кеше, – тине Сатымғол, ҡыҫҡан күҙҙәрен уға төбәп. – Һин шуны әйт әле, нимәгә кәрәк ул беҙгә мәктәп?
– Нисек – нимәгә? – тине Дүйшөн, аптырай төшөп.
– Һуң, дөрөҫ әйтә бит! – тине аранан кемдер, хуплап. Күмәкләп ығы-зығы килә, шаулаша башланылар.
– Беҙ борон-борондан бирле ер эшкәртеп йәшәп киләбеҙ, беҙҙе кәтмән туйындыра. Балаларыбыҙ ҙа шулай йәшәрҙәр, нимәгә уларға уҡыу. Белем түрәләргә генә кәрәк, ә беҙ ябай халыҡ. Башыбыҙҙы ҡаңғыртып йөрөмә!
– Ысынлап та һеҙ балаларығыҙҙы уҡытыуға ҡаршы киләһегеҙме? – Тауыш бер аҙ баҫыла төшкәс, асыуы ҡабарған Дүйшөн, үҙен уратып алған кешеләргә үткер ҡараш ташлап, бына шулай тине.
– Әгәр ҡаршы булһаҡ, ни эшләтәһең, көсләп ҡушырға теләйһеңме? Ундай ваҡыт үтте инде. Беҙ хәҙер ирекле кешеләр, нисек теләһәк, шулай йәшәрбеҙ!
Дүйшөндөң йөҙөнә ҡан бәреп сыҡты. Асыуҙан ҡалтыраған ҡулдары менән шинель иҙеүен ысҡындырҙы ла гимнастерка кеҫәһенән дүрткә бөкләнгән ҡағыҙ сығарып, уны тиҙ генә яҙып ебәрҙе, юғарыға күтәрҙе.
– Тимәк, һеҙ балаларҙы уҡытыу тураһында әйтелгән, совет власының мисәте баҫылған ошо ҡағыҙға ҡаршыһығыҙ? Ә һеҙгә ерҙе, һыуҙы, иректе кем алып бирҙе? Йә, кем совет власының закондарына ҡаршы, йә, кем? Яуап бирегеҙ!
Ул “яуап бирегеҙ” тигән һүҙҙәрҙе шундай көслө итеп, нәфрәт менән әйтте, хатта улар, пуля һымаҡ, көҙгө тынлыҡты боҙоп, ҡая таштарға бәрелгән атыу тауышы кеүек яңғыраны.
Кешеләр, баштарын эйеп, тын ҡалдылар.
– Беҙ – ярлылар, – тине Дүйшөн, тауышын баҫа төшөп. – Беҙҙе ғүмер буйы иҙеп, кәмһетеп килделәр. Ҡараңғылыҡта, тома наҙанлыҡта йәшәнек. Ә хәҙер совет власы беҙҙең күҙебеҙ асылһын, беҙҙең һәр беребеҙ уҡый-яҙа белһен тип тырыша. Ә бының өсөн балаларҙы уҡытырға кәрәк...
Дүйшөн, яуап көтөп, тын ҡалды. Шул саҡ теге алама тун кейгән, һин нисек мулла булын алдың әле, тип Һораған кеше, килешеүен белдергәндәй, былай мығырланды:
– Ярай инде, теләһәң уҡыт. Беҙгә ни нәмә. Беҙ законға ҡаршы түгел.
– Ләкин мин һеҙҙән ярҙам итеүегеҙҙе һорайым. Беҙгә анауы түңдәге бай кәртәһен йүнәтеп алырға кәрәк. Йылға аша күпер һалырға кәрәк, утын да кәрәк...
– Туҡтәле, егет, бигерәк өтөк икәнһең! – тине үҙ һүҙле Сатымғол, Дүйшөндө бүлдереп. Ул теш араһынан төкөрҙө лә, нимәгәлер тоҫмаллап ынтылғандай, тағы күҙен ҡыҫа төштө.
– Бына Һин: “Мәктәп асам!” – тип бөтә ауылға яр һалаһың. Ә үҙеңә ҡарап торабыҙ ҙа кейәм тиһәң, туның юҡ, менәм тиһәң, атың юҡ, һөрәм тиһәң, ус аяһындай ҙа ерең юҡ, ҡураң да, малың да юҡ. Нисек йәшәргә уйлайһың һуң, туғанҡай? Кеше малын урларға иҫәп тотмайһыңдыр бит инде... Беҙҙә ундай эйәһеҙ мал юҡ. Ә малы булған кешеләр – тауҙар араһында.
Дүйшөн ниндәйҙер ҡаты һүҙ әйтергә теләгәйне лә, тик үҙен тыйып ҡалды, ипле генә былай тине:
– Нисек булһа ла йәшәрмен... Жалованье аласаҡмын.
– Ә-ә, күптән шулай тиҙәр уны! – Сатымғол, үҙенән үҙе бик ҡәнәғәт ҡиәфәттә, еңеүсе кешеләй, эйәренә ҡайҡайып ултырҙы. – Хәҙер бөтәһе лә аңлашыла. Һин, егет, үҙ эшеңде үҙең башҡар, балаларҙы үҙ жалованьеңа уҡыт. Ҡаҙнаның аҡсаһы күп була ул. Ә беҙгә ҡамасаулама, Аллаға шөкөр, беҙҙең үҙ эшебеҙ ҙә муйындан…
Шулай тине лә Сатымғол атын бороп ҡайтып китте. Уңың артынан башҡалар ҙа ҡуҙғалды. Ә Дүйшөн, ҡағыҙын тотҡан килеш, баҫып тороп ҡалды. Ул, бахыр, ни эшләргә лә белмәй ине.
Миңә Дүйшөн йәл булып китте. Мин уға күҙемде алмай текләп тик торғанмын. Ағайым эргәмдән үткәндә миңә:
– Эй һин, албаҫты, бында ни эшләйһең, нимәгә ауыҙыңды асып, ҡатып ҡалғанһың, бар ҡайт, йүгер! – тип ҡысҡырғас ҡына, мин балаларҙы ҡыуып етергә ашыҡтым. – Ҡара, ҡара, быларына тиклем сходҡа килгәндәр, – тип ҡысҡырҙы ағайым арттан.
Икенсе көнө беҙ, ҡыҙҙар, һыуға барғанда йылға буйында Дүйшөндө осраттыҡ. Ул йылғаны кисеп аръяҡҡа сығып бара ине. Ҡулына көрәк, кәтмән, балта, бер иҫке күнәк тотҡан.
Шул көндән башлап ҡара шинель кейгән Дүйшөн һәр иртә һайын һуҡмаҡ буйлап түң башына, ташландыҡ кәртәгә табан менеп бара торған булды. Ул ауылға кис булғас, һуң ғына төшә. Беҙ йыш ҡына уның, ҙур-ҙур итеп йөкмәп, ҡурай йәки һалам ташығанын күрә инек. Уны алыҫтан уҡ таныған кешеләр өҙәңгеләренә баҫып, маңлайҙарына ҡул ҡуйып ҡарайҙар ҙа, ғәжәпкә ҡалып, һүҙ башлайҙар:
– Атаҡ-атаҡ, әллә был теге мөғәллим Дүйшөнмө, бәйләм күтәреп бара түгелме?
– Эйе, ул үҙе.
– Эй, меҫкен. Күрәһең, мөғәллим эше лә еңел түгелдер.
– Еңелдер тип уйлағайныңмы әллә? Ҡара, күпме күтәреп килә, бай ялсыһынан кәм түгел.
– Ә һөйләгәнен тыңлаһаң, ҡайҙа ул!
– Ну, уныһы уның ҡағыҙы мисәтле булғанға ғына. Бөтә көсө шунда ла инде.
Бер ваҡыт шулай ауыл аръяғындағы тау итәгенән тиҙәк йыйып, берәр тоҡ итеп йөкмәп ҡайтып килгәндә мәктәпкә боролдоҡ. Уҡытыусы унда нимә ишләй икән, шуны ҡарағы килде. Был иҫке балсыҡ һарай элек байҙыҡы булған. Ҡыш бында йәш ҡолонло бейәләрҙе тотҡандар. Совет власы килгәс, бай ҡайҙалыр күсеп киткән, ә ат һарайы шул көйөнсә тороп ҡалған. Бында берәү ҙә килеп йөрөмәгән, шунлыҡтан уның тирә-яғын дегәнәк, сәнскәк үлән баҫҡан. Хәҙер тамырынан йолҡоп алынған был үләндәр бер яҡ ситкә өйөп һалынған, һарай алды тап-таҙа. Ямғырҙан ебеп, бүҫерелеп төшкән стеналар балсыҡ менән һыланған, ә кибеп, ярыҡтары киңәйгән, тик бер күгәнендә генә эләгеп торған ишек, төҙәтелеп, үҙ урынына ҡуйылған.
Беҙ аҙыраҡ ял итеп алыу өсөн тоҡтарыбыҙҙы ергә һалыуға, ишектән башы-аяғына тиклем балсыҡҡа буялған Дүйшөн килеп сыҡты. Беҙҙе күргәс, ул тәүҙә ғәжәпләнде, ә аҙаҡ битендәге тирен һөртөп, алсаҡ йылмайҙы.
– Ҡайҙан һеҙ, ҡыҙыҡайҙар!
Беҙ тоҡтарыбыҙ янына ултырғанбыҙ ҙа, оялышып, бер-беребеҙгә ҡарашабыҙ. Дүйшөн беҙҙең оялып өндәшмәүебеҙҙе аңланы булһа кәрәк, уйнатып былай тине:
– Тоҡтарығыҙ үҙегеҙҙән дә ҙурыраҡтар, буғай. Бында боролоп, ҡыҙҙар, бик шәп иткәнһегеҙ әле. Һеҙ бит ошонда уҡырға тейешһегеҙ. Мәктәбегеҙ әҙер тип әйтергә лә ярай. Бына әле генә мейес һымаҡ бер нәмә һалып бөттөм. Хатта мөрйә лә сығарҙым. Күрәһегеҙме, ана ниндәй! Инде ҡышҡылыҡҡа яғыулыҡ әҙерләргә генә ҡалды. Быныһы өсөн әллә ни ҡайғыраһы юҡ, тирә-йүндә ҡурай күп бит әле. Иҙәнгә ҡалын итеп һалам йәйербеҙ ҙә уҡый башларбыҙ. Йә нисек, уҡырға теләйһегеҙме, мәктәпкә йөрөрһөгөҙмө?
Мин, әхирәттәрем араһында өлкәнерәк булғас, яуап бирергә булдым.
– Еңгәм ебәрһә, йөрөрмөн, – тинем. мин,.
– Ни эшләп ебәрмәһен ти, әлбиттә, ебәрер. Ә һинең исемең нисек?
– Алтынай, – тинем мин, күлдәк итәгемдәге йыртыҡ үтә күренеп торған тубығымды усым менән ҡаплап.
– Алтынай – матур исем. – Ул бик яғымлы итеп йылмайҙы, хатта йөрәк йылынып киткәндәй булды.
– Кем ҡыҙы булаһың һуң?
Мин өндәшмәнем. Мин үҙемде йәлләгәнде яратмай торғайным.
– Етем ул, ағайҙарында тора, – тинеләр әхирәттәрем.
– Бына нәмә, Алтынай, – тине Дүйшөн һәм миңә ҡарап йәнә йылмайҙы. – Һин бүтән балаларҙы ла мәктәпкә алып килерһең. Яраймы? Һеҙ ҙә, ҡыҙҙар, килерһегеҙ.
– Ярар, ағай.
– Миңә мөғәллим ағай тип өндәшерһегеҙ. Ә мәктәпте инеп күрергә теләйһегеҙме? Тартынмағыҙ, керегеҙ әйҙә.
– Юҡ, кермәйбеҙ, беҙгә ҡайтырға ваҡыт, – тинек беҙ, оялышып.
– Улайһа, ярай, ҡайтығыҙ. Уҡырға килгәс, күрерһегеҙ. Эңер төшкәнсе, мин тағы бер тапҡыр ҡурай йыйып алып ҡайтайым әле.
Еп менән урағын алды ла Дүйшөн китеп тә барҙы. Беҙ ҙә урыныбыҙҙан тороп, тоҡтарҙы йөкмәп, ауылға табан атланыҡ. Шул саҡ ҡапыл башыма бер уй килде.
– Туҡтағыҙ әле, ҡыҙҙар, – тип ҡысҡырҙым мин әхирәттәремә. – Әйҙәгеҙ, тиҙәктәрҙе мәктәпкә бушатайыҡ, ҡышҡылыҡҡа яғыулыҡ күберәк булыр.
– Ә өйгә буш көйө ҡайтырбыҙмы? Ҡалай аҡыллыһың!
– Яңынан йыйып алып ҡайтырбыҙ.
– Юҡ инде, һуңларбыҙ, өйҙә әрләрҙәр. – Ҡыҙҙар, мине көтмәйенсә, өйгә ашыҡтылар.
Һаман да әле аңлай алмайым, ул көндә мине улай эшләргә нимә мәжбүр иткәндер. Әллә мин тыңламағандары өсөн әхирәттәремә үпкәләнемме, шуға күрә лә үҙ һүҙемдә торорға булдыммы; әллә минең ихтыярым, теләктәрем бәләкәйҙән үк гел тупаҫ кешеләрҙең уҫал ҡысҡырыуҙары аҫтына ҡалып, баҫылып килгәнгәме? Йөрәккә йылы бирерлек йылмайыуы, ышаныс күрһәтеүе, бер нисә йылы һүҙе өсөн был ят кешегә минең яҡшылык эшләгем килде. Бик яҡшы аңлайым: минең ысын яҙмышым, үҙ шатлыҡтары, кисерештәре менән тулы ошо тормошом тап бына шул көндә, шул бер тоҡ тиҙәктән башланды, сөнки нәҡ шул көндә мин, һис бер ниндәй икеләнеүһеҙ, бер ниндәй ҙә язанан ҡурҡмайынса, үҙем теләгәнде эшләргә ҡарар иттем. Ҡарар ҙа иттем, һүҙемдә лә торҙом. Иптәштәрем мине ташлап киткәс, кире Дүйшөн мәктәбенә йүгереп килдем дә ишек төбөнә тоғомдо бушатып, яңынан тиҙәк йыйырға тау итәгенә табан ашыҡтым.
Ҡайҙа табан йүгергәнемде лә белмәйем, көсөм ташып бара кеүек, йөрәгем шундай шатлыҡ менән тибә, әйтерһең, мин бер батырлыҡ эшләгәнмен. Минең шулай шат, бәхетле булыуымды ҡояш та белә һымаҡ. Эйе, мин быға ышанам, минең ни өсөн еңел, иркен йүгергәнемде ҡояш белгәндер. Бәләкәй генә булһа ла, бер яҡшылыҡ эшләгәйнем бит мин.
Ҡояш ҡалҡыулыҡтар артына ауышты, ләкин ул байырға ашыҡманы, миңә туйғансы ҡарап ҡалырға теләгән һымаҡ тойолдо. Ул минең атлар юлымды биҙәп торҙо: кибеп бөткән көҙгө ер аяҡ аҫтымда ҡуйы ҡыҙыл, алһыу, аҡһыл шәфәҡ төҫөнә кереп йәйелеп ята. Ҡоро ҡылған һабаҡтары ике яғымдан ялҡын кеүек йымылдашып ҡалалар. Ҡояш нурҙары минең ҡырҡ ямаулы бишмәтемдең көмөш төймәләрендә ут булып яна. Ә мин һаман алға йүгерәм, уйымдан ергә, күккә, елгә өндәшәм: “Ҡарағыҙ миңә! Ҡарағыҙ, мин ниндәй ғорур! Мин уҡыясаҡмын, мин мәктәпкә барасаҡмын, үҙем менән башҡаларҙы ла алып барасаҡмын!..”
Белмәйем, шулай оҙаҡ йүгергәнмендерме, ләкин бер саҡ ҡапыл аңыма килдем: тиҙәк йыйырға кәрәк бит! Кәрәк тә ул, тик бына ғәжәп хәл: йәй буйына күпме мал йөрөгән, һәр ваҡыт аҙым һайын тиҙәк тулып ятҡан ерҙән хәҙер тиҙәк таба алмайым, әйтерһең, уны ер йотҡан. Ә бәлки, мин уға бөтөнләй иғтибар ҙа итмәгәнмендер. Мин бер урындан икенсе урынға ашыҡтым, алыҫ киткән һайын, тиҙәк һирәк табылды. Шул саҡ, эңер төшкәнсе, тоғомдо тултыра алмаясаҡмын тип ҡурҡып, ҡабалана башланым. Көскә-көскә ярты тоҡ йыйҙым. Был ваҡытта киске шәфәҡ һүнеп, уйһыулыҡта ҡараңғылыҡ бик тиҙ ҡуйыра бара ине.
Быға тиклем бер ҡасан да яланда яңғыҙ һуңға ҡалғаным юҡ ине. Буш, тын, ятҡан тауҙарға төн үҙенең ҡара ҡанатын йәйҙе. Ҡурҡыуҙан ни эшләгәнемде лә белмәй, тоғомдо йөкмәп, ауылға ҡарай йүгерҙем. Ҡурҡыныс ине. Бәлки, ҡысҡырып илар ҙа инем, ләкин мине, нисек кенә ғәжәп булмаһын, бер фекер: әгәр уҡытыусы Дүйшөн ошондай хәлдә күрһә, нимә тиер ине тигән уй тыйҙы. Был миңә ҡыйыулыҡ өҫтәне, үҙемде үҙем ҡабат, артҡа әйләнеп ҡарауҙан тыя алдым. Уҡытыусы мине ситтән күҙәтеп торған кеүек тойолдо.
Өйгә хәлем бөтөп, тирләп-бешеп ҡайтып индем. Йыш-йыш һулап, тупһа аша үттем. Усаҡ янында ултырған еңгәм асыулы ҡиәфәт менән урынынан торҙо. Ул бик уҫал, тупаҫ ҡатын ине.
– Ҡайҙа юҡ булып йөрөнөң? – тине ул, алдыма килеп. Бер һүҙ ҙә әйтеп өлгөрмәнем, тоғомдо ҡулымдан тартып алды ла ситкә быраҡтырҙы.
– Оҙон көн буйы йыйған нәмәң шулмы?
Баҡһаң, иптәш ҡыҙҙарым уға ошаҡларға ла өлгөргәндәр икән.
– Ах, Һин, ҡара бәрей! Енеңде ҡарап барҙыңмы мәктәпкә? Ни эшләп шунда, шул мәктәптә генә сәсрәп ҡалмағанһың. – Еңгәм ҡолағымдан бороп тотоп алды ла башымды төйә башланы. – Үләт ҡырғыры. Бүре балаһын бүреккә һалһаң да, урманға ҡасыр, ти. Кеше балалары өйгә алып ҡайта, ә ул өйҙән ташый. Мин һиңә күрһәтермен әле мәктәпте, икенсе яҡын бараһы булма, аяғыңды һындыра һуғырмын.
Мин өндәшмәнем, тауыш сығармаҫҡа тырыштым. Ә аҙаҡтан, усаҡтағы утты ҡарап яндырғанда, үҙебеҙҙең һоро бесәйебеҙҙең арҡаһынан һыйпай-һыйпай, эстән генә үкһеп-үкһеп иланым. Ә бесәй һәр ваҡыт, минең илағанымды белеп, алдыма һикереп менеп ултыра торғайны. Мин еңгәм туҡмаған өсөн түгел, ә уның мине бер нисек тә мәктәпкә ебәрмәйәсәген аңлап иланым...
Был хәлдән һуң ике көн үткәс, иртән ауылда эттәр өргән, кешеләр ҡысҡырышҡан тауыштар ишетелде. Баҡһаң, Дүйшөн өй һайын йөрөп, мәктәпкә балалар йыя икән. Ул саҡта урамдар юҡ ине, һоро балсыҡ өйҙәр теләһә ҡайҙа ултыра, һәр кем үҙенә оҡшаған ергә нигеҙ ҡора ине. Дүйшөн, шулай уҡ бер өйөр бала-саға шаулашып өйҙән өйгә киләләр.
Беҙҙең өй иң ситтә ине. Беҙ еңгәм менән ағас килелә тары төйәбеҙ, ә ағайым һарай эргәһендә соҡорға күмелгән бойҙайҙы асып маташа. Ул ашлыҡты баҙарға алып барырға йыйына. Ауыр төйгөстәр менән сиратлап төйһәк тә, мин белдермәй генә уҡытыусының яҡынлашып килеүенә күҙ һалырға ла өлгөрәм, Үҙем, ул беҙгә килеп етмәй китмәһә генә ярар ине, тип ҡурҡам. Еңгәмдең мәктәпкә ебәрмәҫен белһәм дә, мин Дүйшөндөң бында килеүен, исмаһам, минең ҡайҙа йәшәүемде күреүен булһа ла теләйем. Уҡытыусының беҙгә етмәйенсә боролоп китмәүен Хоҙайҙан үтенеп-үтенеп һораным мин.
– Сәләм бирҙек, апай! Алла ярҙам итһен үҙегеҙгә! Әгәр Алла ярҙам итмәһә, күмәкләп үҙебеҙ ярҙамлашырбыҙ. Ҡарағыҙ, беҙ ҡалай күмәк! – тип шаяртып өндәште буласаҡ уҡыусыларын эйәрткән Дүйшөн еңгәмә.
Еңгәм яуаплап ниҙер мығырлаған булды, ә соҡорҙағы ағайым хатта ҡалҡып та ҡараманы.
Был хәл Дүйшөндө аптырашта ҡалдырманы. Ул эшлекле төҫ менән ишек алды уртаһында ятҡан түмәргә ултырҙы ла кеҫәһенән ҡағыҙ, ҡәләм сығарҙы.
– Бөгөн беҙ уҡыу башлайбыҙ. Ҡыҙығыҙға нисә йәш?
Еңгәм бер нәмә тип тә өндәшмәне, ҡулындағы төйгөсөн асыулы рәүештә килегә шап иттереп ултыртып ҡуйҙы. Уның һөйләшергә теләмәүе күренеп тора ине. Мин, ни эшләргә лә белмәйенсә, эстән янам, нимә булыр икән, тип уйлайым. Дүйшөн миңә ҡараны ла йылмайып ҡуйҙы. Теге ваҡыттағыса, йөрәгемә йылы булып китте.
– Алтынай, һиңә нисә йәш? – тип һораны ул.
Мин яуап бирергә батырсылыҡ итмәнем.
– Һиңә нимәгә ул, һин ниндәй тикшереүсе тағы! – тип асыулы рәүештә ҡысҡырҙы еңгәм. – Ҡайҙа уға уҡыу ҡайғыһы. Уның кеүек етемдәр түгел, ата-әсәлеләр ҙә уҡымайҙар әле. Үҙеңә, ана, бер өйөр йыйып алғанһың, шуларыңды әйҙәлә мәктәбеңә, ә бында аяҡ баҫаһы булма.
Дүйшөн урынынан ырғып торҙо.
– Һеҙ нимә һөйләгәнегеҙҙе беләһегеҙме? Етем булғаны өсөн ул ғәйеплеме ни? Әллә етем балалар уҡымаҫҡа тейеш тигән закон бармы.
– Минең ундай законда эшем юҡ. Минең үҙ закондарым бар, һин миңә бойорма!
– Беҙҙә бөтәбеҙ өсөн дә бер закон. Әгәр был ҡыҙыҡай һеҙгә кәрәкмәһә, ул беҙгә кәрәк, совет власына кәрәк. Беҙгә ҡаршы тораһығыҙ икән, бойорорбоҙ ҙа!
– Һай, ҡайҙан килгән түрә был! – тине лә еңгәм, талашырға теләүен белдергәндәй, бөйөрөнә таянды. – Һинеңсә, уны кем йомошарға тейеш? Уны мин аҫрайыммы әллә һинме, елғыуар улы, хәйерсе!
Әгәр шул саҡ соҡорҙан биленә тиклем сисенгән ағайым күренмәһә, белмәйем, эш ни менән барып бөтөр ине. Ул, әгәр бисәһе өйҙә ир кеше, хужа барын онотоп, тейешһеҙ эшкә ҡыҫыла башлаһа, һис тә түҙеп тора алмай ине. Ул уны бының өсөн аяуһыҙ туҡмай торғайны. Ағайым был юлы ла бик ныҡ асыуланды, ахрыһы.
– Эй, бисә, – тип аҡырҙы ул, соҡорҙан сығып килешләй. – Ҡасандан бирле өйҙә баш булып киләһең, ҡасандан бирле бойора башланың әле? Әҙерәк һөйлән, күберәк эшлә. Ә һин, Таштанбек малайы, ал ҡыҙыҡайҙы, теләһәң – уҡыт, теләһәң – ҡурып аша. Әйҙә, үксәңде ялтырат.
– Һай-һай, ул мәктәпкә йөрөп ғүмер үткәрһен. Ә өйҙә эштәрҙе кем башҡара? Бөтәһен дә минме? – тип ҡыҙа башлағайны еңгәм, ағайым уға:
– Әйттем – бөттө! – тип екерҙе.
Донъя гел насарлыҡтан ғына тормай бит ул. Миңә беренсе тапҡыр мәктәпкә бына нисек барырға тура килде.
Шул көндән башлап Дүйшөн беҙҙе өй һайын йөрөп йыйып ала торғайны.
Тәүге тапҡыр мәктәпкә килгәс, уҡытыусы беҙҙе иҙәнгә түшәлгән һаламға ултыртты ла һәр ҡайһыбыҙға берәр дәфтәр, ҡәләм, таҡта киҫәге бирҙе.
– Яҙырға уңайлы булһын өсөн, таҡталарығыҙҙы алдығыҙға ҡуйығыҙ, – тип аңлатты ул.
Шунан стеналағы бер портретҡа күрһәтеп:
– Был – Ленин! – тине.
Ғүмергә хәтеремдә ҡалды был портрет. Һуңынан, ниңәлер, миңә ундай портретты күрергә тура килмәне. Мин уны “Дүйшөн портреты”. тип йөрөтәм. Унда Ленин үҙенә бер аҙ мулыраҡ хәрби френч кейгән, ябыҡ, һаҡал-мыйығы етек. Яралы ҡулы яурынына аҫып бәйләнгән, артҡараҡ шыуҙырып кейгән кепкаһы аҫтынан шундай тыныс, иғтибарлы күҙҙәр ҡарай. Был йомшаҡ, йылы биреүсе ҡараш, гүйә, беҙгә: “Һеҙҙе ниндәй гүзәл киләсәк көткәнен белһәгеҙ икән, балалар!” – тигән төҫлө ине.
Ошо тын минуттарҙа ул, ысынлап та, минең киләсәгем хаҡында уйлаған кеүек тойолдо.
Ябай плакат ҡағыҙына баҫылған был портретты Дүйшөн күптән бирле һаҡлап йөрөткән булһа кәрәк, сөнки уның бөкләнгән урындары ҡырылып, ашалып бөткән, ситтәре таушалған. Бына ошо портреттан башҡа мәктәптең дүрт стенаһында бер ни ҙә юҡ ине.
– Мин һеҙҙе, балалар, уҡырға, һанарға өйрәтермен, хәрефтәрҙең, һандарҙың нисек яҙылыуын күрһәтермен, – тип һөйләне Дүйшөн. Һеҙҙе үҙем белгәндең бөтәһенә лә өйрәтермен.
Ысынлап та, ул беҙҙе үҙе белгәндең бөтәһенә лә өйрәтте. Был йәһәттән ул ғәжәп сабырлы, түҙемле булып сьгкты. Һәр уҡыусы янына эйелеп, ул ҡәләмде нисегерәк тоторға күрһәтә, ә унан һуң бик ҙур әүәҫлек менән таныш булмаған һүҙҙәрҙе аңлата торғайны.
Хәҙер шул турала уйлайым да хайран ҡалам: үҙе лә ижекләп саҡ уҡыған, аҙ-маҙ ғына белемле булған был егет ошондай ысын мәғәнәһендәге оло эшкә тотонорға нисек батырсылыҡ итте икән? Файҙаланырға уның бер ниндәй дәреслеге лә, хатта иң ябай әлифбаһы ла юҡ ине бит. Ата-бабалары хан заманынан бирле наҙанлыҡта көн күреп килгән кешеләрҙең балаларын уҡытыу еңел эш булған тиһеңме ни? Әлбиттә, Дүйшөн уҡытыу программаһы, методика тураһында бер ни ҙә белмәгәндер. Дөрөҫөрәге, ул уларҙың барлығы тураһында уйлап та ҡарамағандыр.
Дүйшөн беҙҙе оҫталығы еткән, булдыра алған ҡәҙәр, нисек кәрәклеген үҙе төшөнгәненсә ҙур ихласлыҡ менән уҡытты. Мин уның ысын йөрәктән, дәрт менән тотонған эше юҡҡа булманы, тип ныҡ ышанам.
Ул үҙе лә белмәҫтән ҡаһарманлыҡ күрһәтте. Эйе, был – ысынлап та, ҡаһарманлыҡ ине, сөнки ул көндәрҙә беҙгә, үҙебеҙҙең ауылдан башҡа бер ҡайҙа ла булмаған ҡырғыҙ балаларына, ҡарлы тау түбәләре күренеп торған йоҙроҡ-йоҙроҡ хәтлем тишекле балсыҡ мәктәптә ҡапыл быға тиклем ишетмәгән-күрмәгән бөтөнләй яңы донъя асылды.
Ленин йәшәй торған Мәскәү ҡалаһының Әүлиә-атанан, хатта Ташкенттан да ҙурыраҡ икәнлеген, донъяла Талас үҙәне кеүек ҙур-ҙур диңгеҙҙәр барлығын, ул диңгеҙҙәрҙә ҙур-ҙур тауҙар тиклем хәтәр караптар йөҙөп йөрөгәнлеген беҙ тап шул хаҡта ғына башлап белдек. Баҙарҙан алып ҡайтыла торған кәрәсиндең дә ер аҫтынан сығарылыуын ишетеп, аптыраныҡ. Әммә беҙ шул саҡта ук, халыҡ хәллерәк йәшәй башлағас, мәктәбебеҙҙең оло-оло тәҙрәле иркен, йортта буласағына, унда уҡыусыларҙың парталарҙа ғына ултырасағына ныҡ ышана инек.
Саҡ хәреф танып, “әсәй”, “атай” тип тә яҙа белмәгән көйө, беҙ иң тәүҙә “Ленин” тип яҙырға өйрәндек. Беҙҙең политик һүҙлегебеҙ “бай”, “ялсы”, “Советтар” кеүек һүҙҙәрҙән тора ине. Ә бер йылдан һуң Дүйшөн беҙгә “революция” һүҙен яҙырға өйрәтермен, тип вәғәҙә бирҙе.
Дүйшөндөң һөйләгәндәрен тыңлағанда, беҙ үҙебеҙҙе уның менән бергә фронттарҙа аҡтарға ҡаршы һуғышҡан кеүек тоя торғайныҡ. Ә Ленин хаҡында ул, әйтерһең, уны үҙ күҙҙәре менән күргәндәй, тулҡынландырғыс итеп һөйләй ине. Уның беҙгә һөйләгәндәренең күбеһе бөйөк юлбашсы тураһында халыҡ сығарған хикәйәттәр булғанлығын хәҙер мин аңлайым инде. Ләкин ул һөйләгәндәрҙең бөтәһен дә беҙ, Дүйшөн уҡыусылары, аҡ һөт кеүек хаҡ һүҙҙәр күреп ҡабул итә инек.
Бер саҡ беҙ уны-быны уйлап тормайынса:
– Уҡытыусы ағай; ә һеҙҙең Ленин менән ҡул биреп күрешкәнегеҙ бармы? – тип һораныҡ.
Шул саҡ уҡытыусыбыҙ бик ныҡ үкенгән кеүек итеп башын сайҡаны:
– Юҡ, балалар, Лениндьг бер ваҡытта ла күргәнем юҡ минең. – Ул ғәйепле кеше кеүек көрһөндө, үҙен беҙҙең алда уңайһыҙ тойҙо.
Һәр ай аҙағында Дүйшөн үҙ эше менән волосҡа бара торғайны. Ул унда йәйәү китә, ике-өс көн үткәс кенә әйләнеп ҡайта торғайны. Бындай көндәрҙә беҙ уны ныҡ ҡыҙғана инек. Бер туған ағайым булһа ла, мин уны, Дүйшөндөң ҡайтҡанын көткән, кеүек шундай түҙемһеҙлек менән көтмәҫ инем. Еңгәм һиҙмәһей өсөн йәшенеп кенә әленән-әле өй алдына сығам да далалағы юлға оҙаҡ-оҙаҡ ҡарап торам, арҡаһына моҡсай аҫҡан уҡытыусы ҡасан күренер, уның йөрәкте йылыта торған йылмайыуын ҡасан күрермен, ҡасан уның белем биреүсе һүҙҙәрен ишетермен икәнт, тип уйлайым.
Дүйшөндөң уҡыусылары араһында мин йң өлкәне инем. Бәлки, шуғалыр ҙа мин бүтәндәрҙән яҡшыраҡ уҡығанмындыр. Хәйер, уның өсөн генә лә түгелдер. Уҡытыусының һәр һүҙе, ул күрһәткән һәр хәреф – бөтәһе лә миңә изге ине. Минең өсөн донъяла Дүйшөн өйрәткәндәрҙе белеүҙән дә мөһим нәмә булмағандыр. Ул биргән дәфтәрҙе мин бик һаҡлап тота инем, шуға ла хәрефтәрҙе ураҡ осо менән ергә, күмер менәм сыуалға, сыбыҡ менән ҡарға, саңға яҙа торғайным. Минең өсөн донъяла Дүйшөндән дә белемле, унан да аҡыллы кеше юҡ ине.
Ҡыш етеп килгән мәл.
Тәүге ҡар төшкәнсе, беҙ мәктәпкә түң аҫтынан шаулап аҡҡан ташлы йылға аша ялан аяҡ кисеп йөрөнөк. Һуңынан йөрөп булмай башла – һалҡын һыу үҙәккә үткәнсе өшөтә. Бәләкәйерәктәр бигерәк тә ыҙалана, хатта күҙҙәренә йәш килеп, илар хәлгә етә яҙалар ине. Шунан Дүйшөн уларҙы үҙе күтәреп сығара башланы. Ул балаларҙың береһен арҡаһына атландыра, икенсеһен ҡулына ала, шулай сиратлап һәммәһен дә һыу аша сығарып бөтөрә.
Хәҙер шуларҙы иҫләйем дә шулай уҡ булдымы икән ни барыһы ла тип ышанмай ҡуям. Ләкин ул саҡта, әллә наҙанлыҡтары арҡаһындамы, әллә аңлап етмәүҙәренәнме, кешеләр Дүйшөндән көлә торғайнылар. Тауҙарҙа ҡышлаған, бында тик тирмәнгә генә килә торған байҙар бигерәк тә мыҫҡыл итәләр ине. Төлкө малахай, һарыҡ тиреһенән тегелгән яҡшы тун кейгән, ҡырағай һимеҙ аттарға атланған шух байҙарҙың, нисә тапҡыр инде беҙҙе кисеү эргәһендә тап итеп, Дүйшөнгә күҙҙәрен аҡайтып, мыҫҡыллы ҡарап үткәндәре булды. Уларҙың берәйһе пырхылдап көлөп ебәрә лә күршеһен ҡоторта:
– Ҡарәле, ҡара, береһен арҡаһына йөкмәгән, икенсеһен ҡулына күтәргән!
Шул саҡ икенсеһе, бышҡырған атын ҡыуа төшөп, былай тип өҫтәй:
– Эх, шайтан алғыры, элегерәк белмәгәнмен, икенсе бисәлеккә бына кемде алырға кәрәк булған икән!
Улар беҙгә аттарының тояҡтарынан һыу, бысраҡ сәсрәтеп, көлөшә-көлөшә үтеп китә торғайнылар.
Шул саҡта, мин был әҙәпһеҙ, тупаҫ кешеләрҙе ҡыуып етеп, аттарының йүгәненән алып, уларҙың мыҫҡыллы йөҙҙәренә тура бәреп: “Беҙҙең уҡытыусыбыҙ тураһында улай тип әйтергә хаҡығыҙ юҡ! Туң, аңһыҙ кешеләр һеҙ!” – тип әйткем килә ине.
Ләкин минең, бер меҫкендең, тауышына кем ҡолаҡ һалыр ине һуң? Миңә тик ғәрләнеүҙән сыҡҡан ҡайнар күҙ йәштәремде түгергә генә ҡала. Ә Дүйшөн, әйтерһең, был мыҫҡыллауҙарҙы күрмәй, әйтерһең, хәтере ҡалырлыҡ бер һүҙ ҙә ишетмәгән. Ниндәйҙер берәй мәҙәк табып һөйләй ҙә бөтә донъяңды оноттороп көлдөрә торғайны.
Дүйшөн ни тиклем генә тырышмаһын, йылға аша берәй бәләкәй генә күпер һалыу өсөн дә ағас таба алманы. Шулай бер саҡ мәктәптән ҡайтҡанда, бәләкәйерәктәрҙе йылға аша сығарғас, аръяҡ ярҙа Дүйшөн менән икәүбеҙ генә ҡалдыҡ. Башҡаса кисеп йөрөмәҫ өсөн, таш менән кәҫтәрҙән өйөм баҫма яһамаҡсы булдыҡ.
Дөрөҫөн генә әйткәндә, ауыл халҡының бергә йыйылып, йылға аша күмәкләп бер ниә бүрәнәне күтәртеп һалыуҙары ғына кәрәк ине. Һә тигәнсе уҡыусыларға күпер ҙә әҙер булыр ине. Ләкин бөтә бәлә шунда ине: ул саҡта кешеләр, наҙан булыуҙары сәбәпле, уҡыуға әһәмиәт бирмәнеләр, ә Дүйшөндө, һис юғында, ахмаҡҡа иҫәпләнеләр, балалар менән ни эшләргә белмәгәнлектән булашып йөрөй тип ҡаранылар. Йәнәһе, теләйһең икән – уҡыт, теләмәһәң – бөтәһен дә өйҙәренә тарата. Улар үҙҙәре һыбай йөрөгәс ни, баҫма-фәләнгә мохтаж түгелдәр ине. Шулай ҙа беҙҙең кешеләргә, бер кемдән дә бер ере менән дә кәм булмаған был йәш егет ни өсөн һуң, ауырлыҡтарҙан да, ҡыйынлыҡтарҙан да ҡурҡмай, көлөүҙәргә лә, мыҫҡыллауҙарға ла түҙеп, шулай ғәҙәттән тыш тырышлыҡ менән беҙҙең балаларыбыҙҙы уҡытып йөрөй икән, тип уйлап ҡарарға кәрәк ине, әлбиттә.
Беҙ йылға аша сығырлыҡ итеп таш баҫма һалған көндә ерҙе ҡар ҡаплаған ине инде. Һыу шундай һалҡын, хатта елек һөйәктәренә үтеп инә. Дүйшөн ялан аяҡ туҡтауһыҙ эшләне. Белмәйем, ул нисек түҙгәндер. Мин шул тиклем ҡыйынлыҡ менән саҡ баҫып йөрөйөм, әйтерһең, йылға төбөнә утлы күмер йәйелгән тиерһең. Бер саҡ йылға уртаһында ҡапыл бөтә тәнем ҡорошто ла ҡуйҙы. Мин ҡысҡыра ла, ҡуҙғала ла алмайым, һыуға йығыла башланым. Дүйшөн ҡулындағы ташын атып бәрҙе лә яныма ашығып килеп етте, мине күтәреп, йүгерә-атлай ярға алып сыҡты, шинеленә төрөп ултыртты. Ул йә минең өшөп буҙарған аяғымды ыуа, йә хәрәкәтһеҙ ҡалған ҡулымды үҙ усына алып, йәки ҡайнар тыны менән өрөп йылыта.
– Алтынай, һин ошонда ғына ултырып тор, йылын, – тине Дүйшөн яғымлы тауыш менән. – Ҡалғанын мин үҙем дә эшләп бөтөрөрмөн.
Аҙаҡ килеп, баҫма әҙер булды. Дүйшөн итеген кейә-кейә миңә ҡараны ла:
– Йә, нисек, йылындыңмы, аҡыллым. Шинелде күтәреберәк ябын, ана шулай! – тине. Аҙыраҡ тын торғас: – Алтынай, теге ваҡытта мәктәпкә тиҙәкте һин ҡалдырғайныңмы? – тип һораны.
– Эйе, – тинем мин.
Ул, “мин шулайҙыр тип уйлағайным да!” тигәндәй, ирен остары менән беленер-беленмәҫ кенә йылмайып ҡуйҙы.
Хәҙергеләй хәтеремдә, шул мәлдә минең яңаҡтарым ут булып янды. Тимәк, уҡытыусы әллә ни әһәмиәте булмаған был хәлде белә, онотмаған икән. Мин үҙемде сикһеҙ бәхетле, тойҙом, түбәм күккә тейҙе. Дүйшөн дә минең шатлығымды аңланы булһа кәрәк.
– Саф шишмәм минең, – тине ул, миңә иркә ҡарап. – Отҡорлоҡ та етерлек үҙеңдә. Их, берәй ҙур ҡалаға уҡырға ебәрә алһам ине үҙеңде. Ниндәй кеше булып сығыр инең!
Дүйшөн ниндәйҙер бер эске ынтылыш менән кинәт ярға табан бер аҙым яһаны.
Ул, ҡулдарын артҡа ҡуйып, янып торған күҙҙәре менән алыҫ-алыҫтарға, тауҙар өҫтөнән йөҙгән аҡ болоттарға ҡарап торҙо. Мин уны һаман да шул килеш күҙ алдына килтерәм.
Шул саҡта ул ниҙәр уйланы икән? Бәлки, ул, ысынлап та, хыялы аша мине ҙур ҡалаға уҡырға оҙатҡандыр. Ә мин был мәлдә, Дүйшөндөң шинеленә уранып ултырған килеш, былай тип уйланым: “Мөғәллим минең бер туған ағайым булһа ине! Уның муйынына һарылып, ҡыҫып ҡосаҡлап, күҙҙе ныҡ итеп йомоп, ҡолағына донъялағы иң матур һүҙҙәрҙе бышылдайһы ине, Хоҙайым, уны минең ағайым итһәңсе”.
Моғайын, беҙ бөтәбеҙ ҙә үҙебеҙҙең уҡытыусыбыҙҙы кеселекле, изге ниәтле булғаны өсөн, беҙҙең киләсәгебеҙ хаҡында хыялланғаны өсөн яратҡанбыҙҙыр. Бала булһаҡ та, беҙ быны шул саҡта уҡ аңлағанбыҙҙыр, тип уйлайым. Көн һайын шул хәтле алыҫҡа йөрөргә, елгә сәсәй-сәсәй, көрткә бата-бата текә ҡабаҡ башына күтәрелергә беҙҙе кем мәжбүр иткән тиһең? Беҙ мәктәпкә үҙебеҙ теләп йөрөнөк. Беҙҙе унда берәү ҙә көсләп ҡыуманы. Ауыҙҙан сыҡҡан тын биткә, ҡулға, кейемгә аҡ бәҫ булып ҡуныр был һалҡын һарайҙа өшөй-өшөй дәрес тыңларға беҙҙе берәү ҙә мәжбүр итмәне. Беҙ тик сиратлап ҡына мейес алдында йылынып ала инек. Был ваҡытта ҡалғандар, урындарынан ҡуҙғалмайынса, йотлоғоп Дүйшөндөң һөйләгәнен тыңлай торғайнылар.
Ошондай һыуыҡ көндәрҙең береһендә – хәҙергеләй хәтерләйем, ғинуар аҙаҡтары ине – Дүйшөн беҙҙе йөрөп йыйып бөттө лә, ғәҙәттәгесә, мәктәпкә алып китте. Ул өндәшмәйенсә атлай, үҙе бик етди төҫтә, ҡаштарын бөркөт ҡанаттары кеүек йыйырған, ә йөҙө, әйтерһең, ныҡ ҡыҙҙырылған ҡара ҡоростан ҡойолған. Беҙ үҙебеҙҙең укытыусыбыҙҙы бер ваҡытта ла бындай хәлдә күргәнебеҙ юҡ ине. Уның ыңғайына беҙ ҙә шым булдыҡ, күңелебеҙ ниндәйҙер бер шом һиҙҙе.
Тәрән көрт аша үтергә тура килһә, Дүйшөн гел үҙе алдан юл яра, уның артынан мин төшәм, ә минең артымдан башҡалар эйәрә ине. Таң атҡансы ҡалын ҡар өйөлгән түң аҫтына еткәс, Дүйшөн был юлы ла алдан атланы. Ҡайһы саҡта кешенең эске хәлен, күңелендә ниндәй хистәр ҡайнауын артынан да бер ҡарау менән үк белергә була. Эйе, ул саҡта беҙҙең уҡытыусыбыҙҙы ҡайғы баҫҡанлығы күренеп тора ине. Ул, башын түбән эйгән килеш, аяғын көскә-көскә һөйрәп атлай. Күҙ алдымда ҡара һәм аҡ төҫтәрҙең ҡурҡыныс сиратлашыуы әле лә хәтеремдә. Беҙ эркелешеп түң өҫтөнә менеп етеп киләбеҙ. Шул саҡ ҡара шинель кейгән Дүйшөндөң эйелгән арҡаһы, ә юғарыраҡ, уңың баш осонда, дөйә үркәстәре кеүек ҡар ҡыраздары күренә, ел ундағы ҡарҙарҙы туҙҙыра, осороп алып китә, ә тағы ла юғарыраҡ аҡһыл күк йөҙөндә яңғыҙ ҡара болот күренә,
Килгәс, Дүйшөн мейес тә яғып торманы.
– Баҫығыҙ, – тине ул.
Беҙ ул ҡушҡанды үтәнек.
– Баш кейем дәрегеҙҙе һалығыҙ.
Беҙ тыңлаусан ғына баш кейемдәребеҙҙе һалдыҡ, үҙе лә буденовкаһын ҡулына алды. Беҙ әле бының асылына төшөнмәйбеҙ. Шунан уҡытыусыбыҙ һыуыҡ тейеүҙән тоноҡланған тауышы менән өҙөк-өҙөк итеп былай тине:
– Ленин үлгән. Хәҙер ер йөҙөндәге бөтә кешеләр траурҙа торалар. Һеҙ ҙә тын ғына баҫып тороғоҙ. Бына бында, портретҡа ҡарағыҙ. Был көн иҫегеҙҙә ҡалһын.
Мәктәптә шундай тынлыҡ урынлашты, әйтерһең, ҡар өйөмөнә ҡапланып ҡалғанбыҙ. Тишектәр, ярыҡтар үтә ел өрөүе лә, ҡар бөртөктәренең һалам өҫтөнә шыптырлап төшөүе лә асыҡ ишетелә ине.
Шаулы ҡалалар, ер һелкетер заводтар тын ҡалған, юлдағы поездар туҡтаған, бөтә донъя траурға күмелгән был ҡайғылы сәғәттә беҙ ҙә, бер кемгә лә билдәле булмаған, мәктәп тип йөрөтөлгән һалҡын һарайҙа, тың да алмайынса, үҙ уҡытыусыбыҙ менән бергә ғорур рәүештә ҡарауылда торҙоҡ, Ленин менән хушлаштыҡ. Беҙҙең һәр беребеҙ күңеленән үҙен уға иң яҡын итеп, уның тураһында бөтәһенән дә нығыраҡ ҡайғырыусы итеп иҫәпләне. Ә бер аҙ киңерәк хәрби френч кейгән, яралы ҡулы яурынына артып бәйләнгән һөйөклө Ленин стенанан элеккесә беҙгә ҡарай, һаман да үҙенең асыҡ, аңлайышлы ҡарашы менән: “Белһәгеҙ ине, балалар, һеҙҙе ниндәй гүзәл киләсәк көтә!” – тип әйткән кеүек. Шул тын минутта ул ысынлап та беҙҙең киләсәгебеҙ хаҡында уйлаған һымаҡ тойолдо.
Шунан һуң Дүйшөн еңе менән күҙен һөрттө лә:
– Мин бөгөн волосҡа китәм. Партияға инергә барам. Өс көндән әйләнеп ҡайтырмын, – тине.
Был өс көн миңә һәр ваҡыт үҙем кисерергә тура килгән бөтә ҡыш көндәренең иң аяуһыҙҙары булып тойола. Әйтерһең, тәбиғәттең ниндәйҙер ҡеүәтле көсө донъя ҡуйған бөйөк кешенең урынын буш ҡалдырмаҫҡа тырыша; ҡоторонған ел туҡтауһыҙ геүләй, ҡар бураны өйөрөлә, тыш һалҡын тимер кеүек зыңлай. Тәбиғәт һис тә тыныслана алмай, ул үкһеп-үкһеп илай һымаҡ.
Түбәндән генә осҡан болоттар араһынан саҡ-саҡ ҡарайып күренгән тауҙар түбәнендәге беҙҙең ауыл тынып ҡалды. Буран күмгән мөрйәләрҙән үргә нәҙек кенә төтөндәр күтәрелә, кешеләр өйҙәренән сығып йөрөмәйҙәр. Өҫтәүенә, ҡапыл бүреләр ҙә бөтөнләй йыртҡысланып, ҡан эскесләнеп киттеләр. Көпә-көндөҙ юл буйҙарында йөрөйҙәр, ә төндә ауыл тирәһендә темеҫкенәләр, таң атҡансы ас, ҡарлыҡҡан тауыш менән олойҙар.
Ни ишләптер мин уҡытыусыбыҙ өсөн ҡурҡам, ошондай һыуыҡта ул ни хәлдә генә икән, бер ҡат шинель менән генә бит, исмаһам, туны ла юҡ, тип уйлайым. Дүйшөн ҡайтырға тейеш көндә бөтөнләй ҡайғыға баттым, йөрәк ниндәйҙер шомлоҡ һиҙә. Мин йыш ҡына өйҙән сығьш, аҡ ҡар баҫҡан буш далаға ҡарайым, мөғәллим ҡайтып килмәйме икән, тием. Ләкин бер йән эйәһе лә күренмәй.
“Ҡайҙа һин, беҙҙең ҡәҙерле мөғәллимебеҙ? Үтенеп һорайым, һуңға ҡалма, тиҙерәк ҡайт. Беҙ һине ашҡынып көтәбеҙ, ишетәһеңме, мөғәллим! Беҙ һине көтәбеҙ!”
Ләкин дала эстән генә ҡысҡырып әйткән был һүҙҙәремә яуап бирмәй. Мин ниңәлер илай башланым.
Минең былай йөрөүем еңгәмә оҡшаманы, күрәһең.
– Ишек яғын ятҡырыу юҡ бөгөн! Йәле, ултыр үҙ урыныңа, тотон эшеңә. Балаларҙы өшөтөп бөттөң. Тағы урыныңдан ҡуҙғалып ҡына ҡара әле! – тип ул миңә бармаҡ янаны, башҡаса өйҙән сығарманы.
Кис булды. Мин, шул рәүешле мөғәллимдең ҡайтыу-ҡайтмауын белә алманым. Шунлыҡтан, тынысланып ултырыр урын тапманым. Йә мин үҙемде Дүйшөн, моғайын, ҡайтҡандыр, сөнки уның әйткән көнөнә ҡайтмай ҡалған ваҡыты юҡ бит, тип тынысландырам, йә ул миңә ауырып киткән лә шунлыҡтан бик яй, саҡ-саҡ атлап ҡайтып килә һымаҡ тойола. Ә тышта буран һаман көсәйә бара. Бындай төндә яланда аҙашыуыңды һиҙмәй ҙә ҡалырһың. Бер ҙә ҡул эшкә бармай, бәйләмем өҙөлә лә китә, өҙөлә лә китә, был еңгәмдең асыуын оторо ҡабарта.
– Бөгөн ни булған һуң һиңә? Ағас ҡул түгелһеңдер бит? – тип ул һаман ҡыҙа барҙы. Бер аҙҙан уның түҙемлеге сигенә етте. Сәсрәмәҫ бала булдың инде. Бар, исмаһам, Сайҡал әбейҙәргә тоҡтарын илтеп бир, – тине ул.
Мин шатлығымдан саҡ бейеп ебәрмәнем. Дүйшөн тап шул Сайҡал әбейҙәрҙә тора бит! Сайҡал әбей менән Ҡартанбай бабай – миңә әсәйем яғынан алыҫ булһа ла туған тейешле кешеләр. Элек мин уларға йыш ҡына бара, ә ҡайһы саҡта хатта йоҡлап та ҡайта торғайным. Еңгәм әллә шуны иҫләнеме, әллә Хоҙайҙың ҡушыуы шул булдымы, ул миңә тоҡто тотторҙо ла былай тип өҫтәне:
– Бөгөн теңкәмә тейеп бөттөң, нәҡ аслыҡ йылындағы талпан кеүекһең. Бар, юлыңда бул, әгәр ҡарттар рөхсәт итһә, ҡунып ҡайт. Күҙемдән юғал тиҙерәк.
Ишек алдына сыҡтым. Буран аяуһыҙ ҡотора, өйрөлтөп-өйрөлтөп килтереп биткә ҡар бәрә. Мин тоҡто ҡултыҡ аҫтыма ҡыҫтырып алдым да яңы ғына үткән ҙур тояҡлы ат эҙе буйлап ауылдың арғы яҡ осона ҡарай йүгерҙем. Ә башымда тик бер генә уй: “Мөғәллим ҡайттымы икән, ҡайттымы икән?”
Килдем. Ә ул күренмәй. Йыш-йыш тын алған хәлдә тупһала туҡтап ҡалыуымды күргәс, Сайҡал әбей ҡурҡып уҡ китте.
– Ни булды һиңә? Нимәгә улай йүгереп килдең, әллә берәй бәлә-ҡаза бармы?
– Юҡ, былай ғына. Бына, тоҡ килтерҙем. Бөгөн һеҙҙә ҡалырға яраймы.
– Ҡал, балаҡайым, ҡал. Уф, бисура ҡыҙыҡай, ҡотомдо алдың бит. Ни эшләптер көҙҙән бирле килгәнең дә юҡ. Ултыр ут янына, йылын.
– Ә һин, ҡарсыҡ, ҡаҙанға ит һал, ҡыҙыҡайҙың тамағын туйҙыр. Дүйшөн дә ҡайтып етер, – тип өндәште тәҙрә эргәһендә иҫке быйма ямап ултырған Ҡартанбай бабай.
– Ул күптән ҡайтып етергә тейеш ине инде. Йә, бирешмәҫ әле, ҡараңғы төшкәнсе килеп инер әле. Беҙҙең ат ҡайтыуға бик салт ул.
Һиҙҙермәй генә тәҙрәләрҙә ҡараңғылыҡ шәүләһе ҡапланы. Минең йөрәгем, әйтерһең дә, һаҡта тора, эт өрһә йәки кеше тауышы ишетелһә, ул көсөргәнешле тынып ҡала. Ә Дүйшөн һаман юҡ та юҡ. Әлдә шуныһы яҡшы, Сайҡал әбей, һүҙ менән әүрәтеп, ваҡыттың үткәнен һиҙҙертмәй.
Беҙ уны шулай сәғәттәр буйына көттөк. Төн урталары етеүгә, Ҡартанбай бабай арыны булһа кәрәк.
– Булмаһа, ҡарсыҡ, урын йәй әле. Ҡайтмаҫ ул бөгөн. Хәҙер һуң инде. Нәсәлниктәрҙең эше аҙмы ни, туҡтатҡандарҙыр, юғиһә күптән өйҙә булыр ине инде.
Ҡарт ятырға йыйынды.
Миңә урынды мейес артына, мөйөшкә һалдылар. Ләкин мин һис тә йоҡлай алмайым. Ҡарт йүткерә лә йүткерә, әйләнә лә тулғана, әллә ниндәй доғалар уҡый. Бер саҡ, тынысһыҙланып, әйтеп ҡуйҙы:
– Атым ни хәлдә генә икән? Бит бер ус бесәнде лә бушлай алып булмай, ә инде һолоно һатып ала алмаҫһың.
Ҡартанбай бабай оҙаҡламай йоҡлап китте. Ләкин, шул саҡ тышта ел ҡотора башланы. Ул өй ҡыйығын да ҡуймай, тәҙрә ярыҡтарынан үтеп инә. Тышта һепертмә бурандың нисек ҡарҙы нигеҙгә килтереп бәргәне лә ишетелә.
Ҡарттың һүҙҙәре мине тынысландыра алманы. Миңә мөғәллим ҡайтып етер төҫлө тойолоп тик тора, мин фәҡәт уны ғына уйлайым, уны юлда, икһеҙ-сикһеҙ ҡар бушлығында итеп күҙ алдына килтерәм. Белмәйем, йоҡоға талыуыма күпме ваҡыт үткәндер, тик мин ҡапыл нимәгәлер уянып киттем. Төрлөсә бүре олоған тауыштар ишетелә. Төрлө яҡтан тауышланып, бүреләр бик тиҙ бер-береһенә яҡынлашалар кеүек ине. Уларҙың олоу тауыштары бөтәһе бергә ҡушылды ла, йә алыҫайып, йә тағы ла яҡынайып, ел менән бергә ялан буйлап осоп йөрөнө. Ҡайһы саҡта улар ҡайҙалыр бөтөнләй яҡында, ауыл янында ғына һымаҡ тойола.
– Буран теләйҙәр! – тип бышылданы әбей. Ҡарт өндәшмәне, тыңлап ята бирҙе лә урынынан ырғып килеп торҙо:
– Юҡ, әбей, юҡҡа ғына түгелдер был! Улар кемделер баҫтыралар. Кешене йә булмаһа атты ҡамайҙар. Ишетәһеңме? Хоҙайым, Дүйшөндө һаҡлай ғына күр инде. Ул бит бер ниҙән дә ҡурҡа белмәй, йәлдәт – Ҡартанбай бабай, ҡараңғыла тунын эҙләп, ығы-зығы килә башланы. – Ут, ут тоҡандыр, әбей! Исмаһам, Хоҙай өсөн булһа ла йәһетерәк ҡуҙғал!
Беҙ, ҡотобоҙ осоп, урыныбыҙҙан торҙоҡ. Сайҡал әбей шәмде табып, ут тоҡандырғансы, бүреләрҙең ярһып олоған тауыштары, ҡапыл ҡул менән һыпырып, ткшлаған кеүек, бөттө лә ҡуйҙы.
– Тоттолар, ҡәһәр һуҡҡырҙар! – тип ҡысҡырып ебәрҙе Ҡартанбай бабай. Ул, кәкре башлы таяғын эләктереп, ишеккә табан ынтылғайны ғына, шул ваҡыт эт өргән тауыштар ишетелде, кемдер ҡарҙы шығырлата баҫып тәҙрә эргәһенән йүгереп үтте. Ул, ашығып, ныҡ итеп ишек шаҡыны.
Өйгә һалҡын боҫ бәреп инде. Боҫ таралыуға, инеүсенең Дүйшөн икәнлеген таныныҡ. Уның ҡобараһы осоп, ап-аҡ булған, тыны бөткән. Ул сайҡала-сайҡала тупһа аша атланы ла ишек төбөнә һөйәлде.
– Мылтыҡ! – тине ул, бер аҙ тын алғас.
Гүйә, беҙ уны аңламай инек әле. Минең күҙ алдарым ҡараңғыланып китте, мин тик әбей менән бабайҙың ярышып әйтеүҙәрен генә ишеттем:
– Ҡара һарыҡты ҡорбанға салырбыҙ! Аҡ һарыҡты ла ҡорбанға салырбыҙ! Изге пәйғәмбәр һаҡлаһын үҙеңде. Һинме был?
– Мылтыҡ, мылтыҡ бирегеҙ! – тин ҡабатланы Дүйшөн.
– Мылтыҡ юҡ бит һуң. Һин нимә, ҡайҙа?
Әбей менән бабай Дүйшөндө тотоп алдылар.
– Бирегеҙ таяҡты!
Әммә улар ялынып-ялбарып былай тинеләр:
– Беҙ иҫән саҡта бер ҡайҙа ла, бер ҡайҙа бармайһың. Ошо урында икебеҙҙе лә үлтерһәң дә ебәрмәйбеҙ.
Бөтә тәнемдә мин ниндәйҙер бер сәйер хәлһеҙлек тойҙом. Өндәшмәй генә урыныма барып яттым.
– Өлгөрә алманым, өй эргәһендә тип әйтерлек ҡыуып еттеләр. – Дүйшөн тәрән итеп көрһөндө лә ҡамсыһын мөйөшкә быраҡтырҙы. – Ат юлда уҡ арығайны, шунан бүреләр баҫтыра башланы, малҡайың ауылға еткәнсе сабып килде-килде лә киҫелгән көлтә кеүек ауҙы. Шунан бүреләр ҡомһоҙланып уға йәбештеләр.
– Аты ярай әле. Бына үҙеңдең һау ҡалыуың яҡшы. Ат ҡолап ҡалмаған булһа, улар һине лә ыскындырмаған булырҙар ине. Аллаға шөкөр былай бөткәнгә. Йә, сисен, ут янына килеп ултыр. – Ҡана, итегеңде сисәйек, – тип ашыҡтырҙы Ҡартанбай бабай. – Ә һин, ҡарсыҡ, нимәң бар, йылыта һал.
Улар ут янына ултырҙылар. Шул саҡ Ҡартанбай бабай еңел тын алып ҡуйҙы.
– Ярай инде, яҙмыштан уҙмыш юҡ. Ә ниңә һуң әле һин былай һуң сыҡтың?
– Волком ултырышы оҙаҡлап китте. Олатай, мин партияға керҙем.
– Бик һәйбәт булған. Тик бына иртәгеһенә таң менән сыҡһаң ни була, моғайын, һине берәү ҙә сыбыҡлап ҡыумағандыр бит.
– Мин балаларға бөгөн ҡайтырға вәғәҙә биргәйнем, – тип яуапланы Дүйшөн. – Иртәгә иртә менән уҡ уҡый башларбыҙ.
– Эх, ахмаҡ! – тип Ҡартанбай бабай хатта урынынан ырғып уҡ торҙо ла ғәжәпләнеп баш сайҡаны.
– Һин тыңла әле, әбей. Күрәһеңме һин уны, балаларға, анауы маңҡаларға, вәғәҙә биргән! Ә бына тере ҡалмаған булһаң? Нимә һөйләгәнеңде аңлайһыңмы һуң?
– Был минең бурысым, эшем, олатай. Һеҙ бына шуныһын әйтегеҙ әле: ғәҙәттә, йәйәү йөрөй торғайным, ә был юлы, шайтан алғыры, һеҙҙең атығыҙҙы һорап алған булдым. Алдым, ә бүреләр ауыҙына тығып киттем...
– Һүҙ ул тураламы ни? Ҡуй әле шул арыҡ атты, буш юғалһа ла, үкенмәҫ инек. Әйҙә, һинең хаҡыңа булһын! – тип үпкәләне Ҡартанбай бабай. – Ғүмерем буйы атһыҙ булдым, хәҙер ҙә бирешмәм әле. Совет власы ғына һау булһын, йәшәрбеҙ.
– Дөрөҫ әйтәһең, ҡарт, – тине Сайҡал әбей, хуплап. – Йәшәрбеҙ әле. Йәле, улым, аша эҫеләй генә...
Улар тын ҡалдылар. Ә бер аҙҙан һуң янған тиҙәк ҡуҙын тарата-тарата, Ҡартанбай бабай уйсан ғына әйтеп ҡуйҙы.
– Ҡарап-ҡарап торам да һиңә, Дүйшөн, иҫәр ҙә күренмәйһең үҙең, аҡыллы егетһең. Тик шуны һис тә аңламайым: нимә хаҡына һуң шул мәктәп менән, аңра балалар менән интегәһең әле? Әллә бүтән эш тапмаҫмын тиһеңме? Исмаһам, кемгә булһа ла көтөү көтөргә ялланыр инең. Туңып та йөрөмәҫ, туҡ та булыр инең.
– Яҡшылыҡ теләп әйтеүегеҙҙе аңлайым, олатай. Ләкин шул: әгәр ҙә был аңһыҙ балалар ҙа һуңынан бына ошолай, һеҙҙең кеүек, нимәгә ул мәктәп, нимәгә ул беҙгә уҡыу, тип ҡараһалар, ул саҡта совет власының эше алыҫ китә алмаҫ. Ә бит һеҙ совет власы булһын, йәшәһен, тип теләйһегеҙ. Шуға күрә лә мәктәп минең өсөн имгәк түгел, олатай. Әгәр мин балаларҙы яҡшы уҡыта алһам, бүтән бер нәмә тураһында ла хыялланмаҫ инем. Ленин да бит былай тип әйткән...
– Эйе, һүҙ ыңғайында ғына... – тип Ҡартанбай бабай Дүйшөндө бүлдерҙе, бер аҙ тын торғас, әйтеп ҡуйҙы: – Бына һин һәр саҡ шулай өҙәләнәһең. Ә бит күҙ йәше түгеп кенә Ленинды терелтеп булмай. Эх, ер йөҙөндә шундай бер көс булһын ине! Әллә һин башҡалар ҡайғырмайҙар тип уйлайһыңмы?.. Ә һин мңнең бына эсемә ҡара: йөрәк һыҡрай унда. Дөрөҫөн әйткәндә, белмәйем, был һинең ҡарашыңа, политикаңа тура киләме икән? Ләкин мин, Ленин бүтән дин кешеһе булһа ла, уның өсөн көнөнә бишәр тапҡыр доға ҡылам. Ә ҡайһы саҡ мин былай тип уйлап ҡуям: беҙ һинең менән күпме илаһаҡ та, файҙаһы булманы. Мин үҙемсә, ҡарттарса, фекер йөрөтәм. Ленин халыҡ йөрәгендә ҡалды. Ул, Дүйшөн, ҡандан ҡанға, быуындан быуынға күсеп йәшәйәсәк.
– Был һүҙҙәрегеҙ өсөн рәхмәт, олатай. Дөрөҫ уйлайһығыҙ. Ленин беҙҙең аранан китте, тик беҙ тормошта уныңса йәшәйәсәкбеҙ...
Уларҙың һүҙен тыңлап ята торғас, мин, нисектер, әкренләп аңыма килгәндәй булдым. Тәүҙә бөтәһе лә төш һымаҡ тойола ине. Мин Дүйшөндөң һау-сәләмәт ҡайтыуына оҙаҡ ҡына ышанмай торҙом. Ә шунан миңең нескәргән күңелемә яҙғы ташҡын кеүек сикһеҙ шатлыҡ ағымы бәреп инде. Был ҡайнар ташҡынға сәсәп, мин үкһеп илап ебәрҙем. Бәлки, бер кемдең дә, бер ҡасан да шулай минең кеүек шатланғаны булмағандыр. Был мәлдә минең өсөн бер нәмә лә юҡ ине: ошо балсыҡ өй ҙә, тыштағы буранлы төн дә, ауыл осонда Ҡартанбай бабайҙың берҙән-бер атын өҙгәләүсе бүреләр көтөүе лә – бер нәмә лә! Мин үҙемдең аҡылым, бөтә барлығым менән яҡшылыҡ кеүек сикһеҙ, ғәжәйеп бер бәхет тоя инем. Мин бөркәндем дә, илағанымды ишетмәһендәр өсөн, ауыҙымды ҡапланым. Ләкин Дүйшөн:
– Кем ул унда, мейес артында илаған? – тип һораны.
– Ә-ә, Алтынай ул, ҡыҙыҡай ҡурҡҡандыр ҙа шуға илайҙыр, – тине Сайҡал әбей.
– Алтынай? Нисек бында ул? – Дүйшөн урынынан ырғып торҙо, шунан минең, баш осома килеп сүгәләне лә яурыныма ҡағылды: – Ни булды һиңә, Алтынай ? Ниңә илайһың?
Ә мин төп яҡҡа ҡарап әйләнеп яттым да тағы ла көслөрәк илай башланым..
– Ни эшләп һин, аҡыллым, былай ҡурҡтың? Улай яраймы ни, ҙурайғанһың бит инде... Йәле, миңә ҡара...
Мин Дүйшөндө ныҡ итеп ҡосаҡланым да еүеш, ҡайнар битемде уның яурынына терәп, туҡтауһыҙ һулҡылданым, үҙемде бер нисек тә тыя алманым. Мине шатлыҡ шулай биҙгәк тотҡан кеүек ҡалтыратты.
– Әллә йөрәге урынынан ҡуҙғалдымы икән? – тип борсолдо Ҡартанбай бабай. Ул да кейеҙ түшәгенән тороп ултырҙы. – Йәле, әбей, бер аҙ уҡынып, өшкөрөп ебәр, тиҙерәк бул инде...
Бөтәһе лә бер юлы ығы-зығы килә башланылар. Сайҡал әбей әллә ниндәй доғалар уҡый, битемә йә һалҡын, йә йылы һыу һөртә, ҡайнар боҫ бөркә, үҙе лә минең менән ҡуша илай.
Аһ, улар минең йөрәгемдең аңлата алмаҫлыҡ сикһеҙ ҙур шатлыҡтан “урынынан ҡуҙғалғанын” белһәләр ине.
Мин тынысланып йоҡлап киткәнсе, Дүйшөн һалҡын ҡулдары менән янып барған эҫе маңлайымдан һыйпап, эргәмдә ултырҙы.
Дауамы бар.