

– Саңҡ-саңҡ! Саңҡ-саңҡ! Байсура тауын ҡушаҡлап ятҡан Майлы үҙәк битләүендә сылтырап аҡҡан шишмә йырын тыңлай-тыңлай еләк йыйып йөрөгән Гөлгәүһәр апай, бөркөт саңҡыуын ишетеп һиҫкәнде лә, күккә ҡараны.
– Саңҡ-саңҡ, саңҡ-саңҡ! – тип ҡабатланы башы осонда өйөрөлгән инә бөркөт, әйтерһең, еләккә килгән әхирәтен сәләмләргә теләне.
– Ә-ә-ә, һинме ни был, бөркөтбикә? – Гөлгәүһәр урынынан ҡалҡынды ла бер ҡулын маңлайына терәп, икенсеһе менән төпһөҙ зәңгәрлектә йөҙгән ҡошбикәгә ҡул болғаны.
– Иҫән-һауһыңмы, Байсура хужабикәһе!? – тине. – Яңғыҙһыңмы һаман? Һинең дә хәләлеңде анау мөхәббәтһеҙ Күркә Инсур һәләк итте шул. Минең кеүек һин дә тәүгеңә тоғролоҡ һаҡлайһыңмы? Икһеҙ-сикһеҙ күк дарьяһында яңғыҙ осоу ҡыйын түгелме?
– Саңҡ-саңҡ, саңҡ-саңҡ! Инә бөркөт, Гөлгәүһәрҙең һорауына яуап бирергә теләнгәндәй, өҙөп-өҙөп зарлы саңҡылданы: әллә инде үҙен тол ҡалдырған яуызға ләғнәт яуҙырыуы булды. Уртаҡ яҙмышлы, бер үк яуыздың мылтығынан ҡушағын юғалтҡан ике тол яңғыҙаҡ бер-береһен ана шулай яҡшы аңлай ине шул. Инә бөркөт Гөлгәүһәрҙең баш осонда тағы бер-нисә ҡат өйөрөлдө лә, тау ярығындағы ҡотһоҙланған ояһына туҡталып тормай, ары осто.
“Э-й-й-й, ҡоштарҙа ла кеше яҙмыштары”, – тип көрһөндө Гөлгәүһәр. Күңеле иләҫ-миләҫ - ләнеп, еләк йыйыуын да онотто, ҡараштарын алыҫҡа төбәп, уйҙарын үткәндәргә йүнәлтте.
Эйе, был инә бөркөттө бик күптәнән белә ул. Сәғиҙуллаһы менән яңы ғына өйләнешкән саҡтары, Байсура итәгендә бесән сабып йөрөй инеләр. Арып киттеләрме, әллә Сәғиҙулла һөйгәнен танһыҡланымы, улар бер күбә төбөнә сумды. Ирендәр иренгә ҡушылды. Шул саҡта ла бейектә ҡанаттар шыйылдаған тауыш ишетеп күккә ҡарағайнылар. Баш остарында ғына тиерлек өйөрөлөп-өйөрөлөп пар бөркөттәр оса ине. Кәүҙәгә ҙурырағы, ҡанаттары киңерәге, ата бөркөттөр инде, берсә йәренең арҡаһынан һыйпап ала, берсә муйынын һуҙып, башын башҡа терәй, йә көслө ҡанаттары менән ҡуйынына ҡаушарып иркәләргә итә.
Уларҙың да яңы ҡауышҡан саҡтары ине, ахырыһы, байтаҡ осто улар шулай ҡушарлашып, бер-береһенә иркәләнеп. Ә бер аҙҙан бәхетле бөркөттәр Байсура тауы тәңгәлендәге бейек ҡаяға барып ҡунды, күрәһең, ғаилә ояны ошо ҡая ышығынан һайлағандыр. Ата бөркөт йәнә осто, был юлы һунар итергәлер. Һауала бер ни тиклем шыҡыйып торҙо ла уҡтай ергә атылды. Кире күтәрелгәндә суҡышында табышы – ҙур ғына ҡыр ҡуяны ине. Кәләшбикәһен һыйларғабулғандыр. “Ҡоштар ҙа хас кешеләр кеүек икән”, – тип уйлағайны пар бөркөттәр фиғелен ҡыҙыҡһынып күҙәткән йәш ҡатын. Сәғиҙуллаһы, уның уйын һиҙгәндәй, һөйгәнен ҡосағына нығыраҡ ҡармап:
– Беҙ ҙә ошо бөркөттәр кеүек берберебеҙҙе яратырбыҙ, бәхетле йәшәрбеҙ, йәме, – тине лә наҙға иҙрәгән йәш кәләшен, ҡосағынан ысҡындырмай, хуш еҫле бесән өҫтөнә һалды...
– Эй-й-й, үткән ғүмеркәйҙәр... Их, йәш саҡтарҙы кире ҡайтарып булһасы! – Гөлгәүһәр ауыр көрһөндө. Их, Байсураҡайғынаһы итә - гендә, Сәғиҙуллаһы ҡосағында мөхәб бәттән та ғы бер шул саҡтағы кеүек иҫергеһе килде, унан инде үлһә лә үкенмәҫтәй. Һағыштан тәҡәтһеҙләнгән ҡатын бер мәлгә генә күҙҙәрен йомдо. Шунда уҡ ҡуйы бөҙрә сәсле, дуғаланып тор ған ҡара ҡашлы, сөм-ҡара күҙле Сәғиҙуллаһы, терелеп ҡайтҡандай, ҡаршыһына килеп баҫ ты.
– Бөркөтөм минең, – тип бышылданы һөйөүнаҙға сарсаған ҡатындың ирендәре. Һай, үкенесле, ҡайһылай ҙа аяныслы был тормош! Сәғиҙуллаһы менән мәңге шулай бәхетле йәшәрҙәр кеүек ине лә бит. Бер әшәке әҙәмдең яуызлығы арҡаһында ҡояшы түңкәрелде, бәхете мәңгелеккә селпәрәмә килде. Ҡыҙ сағынан, яратам тип, Гөлгәүһәргә тынғылыҡ бирмәгән Инсурҙың ғына эше булды был. Шул ғына харап итте уның һөйөклөһөн. Тағы бер йән эйәһенә хаслыҡ ҡылғандан һуң үҙе лә дөмөктө дөмөгөүен. Тик унан ни файҙа
Гөлгәүһәргә?
Сәғиҙулланың, алдынғы тракторист тип маҡталып, Ленин ордены менән наградланыуы былай ҙа үсле Инсурҙың асыуын тағы ла нығыраҡ ҡабартты. Ниңә бөтә һәйбәт нәмә бер уға ғына? Йәнендәй күргән һөйгәнен – Гөлгәүһәрҙе үҙенә ҡаратып алды, тип уйланы
ул.
Ҡайҙа барһа ла ҡәнәғәтһеҙлеген белдереп: – Мин дә агроном. Беҙ ҙә баҫыуҙан ҡайтмай көнө-төнө эшләйбеҙ. Эше – беҙгә, почеты – уғамы? – тине. Ә уны яҡындан белгән таныштары:
– Һай, күркәләнергә ярата ла ошо Күркә Инсур. Сәғиҙулла тракторҙан, комбайндан төшмәй иртә таңдан ҡара кискә тиклем эшләгәндә, мылтыҡ тотоп һунар артынан йөрөүен, әйтерһең, беҙ белмәйбеҙ? – тинеләр. Ә хөсөт эйәһе һаман сарбайланыуын белде:
– Тоталар ҙа, Байсура бөркөтө, тигән булып маҡтап гәзиткә төшөрәләр. Бөркөт, имеш! Мөхәббәт ҡарағы! – тип пыр туҙҙы. Аҙағыраҡ та, ҡыҙмасаланып алып: “Гөлгәүһәр барыбер минеке буласаҡ. Биш балаһы менән дә аласаҡмын мин уны, – тип башынан алып кәпәсен ергә һуҡҡан икән, тинеләр. Иҫерек көйө, ҡулына мылтыҡ тотоп, ҡәһәтләнгәнен дә ишетеүселәр булған:
– Шул Байсура бөркөттәрен пыран-заран килтермәһәмме? – тигән. – Ояларын ҡоротам мин уларҙың.
Ҡор, һуйыр атҡылаштырып, ҡуян, төлкө лә алғылап, һунар һылтауы менән мылтыҡ тотоп күп йөрөгән ул Байсура тауы тирәһендә. Көс-ҡөҙрәте ташып торған Сәғиҙулланы ана шул Байсура итәгендәге баҫыуҙа трактор менән пар һөрөп йөрөгән ерендә һунар мылтығынан атып китәләр. Үҙ күҙе менән күрмәһә лә, күңеле һиҙенә Гөлгәүҙәрҙең, шул ҡороғорҙоң ғына яуызлығы булды был. Ғүмер буйы, яратам, тине лә бәйләнде. Үҙенең Гөлгәүһәргә һөйкөмһөҙ һөйәк икәнен күпме әйтһә лә аңламаны. Шул ҡупырышлығы арҡаһындалыр инде, һүҙе һүҙ булырға тейеш тигәндер. Енәйәт өҫтөндә тотолмағас, тәфтишсе берәүҙе лә ғәйепләй ҙә, хөкөмгә тарттыра ла алманы. Үлтереүсе хәйләкәр булып сыҡты, эҙен оҫта йәшерҙе. Енәйәттең осона сыға алмаған прокурор:
– Һиҙенеү генә кешене ғәйепләргә дәлил була алмай, беҙгә конкрет факт кәрәк, – тине.
Гөлгәүһәр ҙә ныҡышырға ҡурҡты: балаларын уйланы. Яуыздың хаслығы тереләргә тейеп ҡуйыуҙан шөрләне.
Әммә Инсур хаслығын был юлы Сәғиҙулланың ғаиләһенә түгел, ә Гөлгәүһәргә бәхетле мәлдәрҙе хәтерләткән бөркөттәргә йүнәлтте. Ошо бөркөттәрҙең ояһын нисек тә ҡороторға ине, тине ул ҡәһәтләнеп. Яуыз ниәте үҙен һәләкәткә илтер тигән уй башына ла инеп сыҡманы.
Сәғиҙулла вафат булғандың икенсе көҙө ине. Ҡыптыр курткаһын кейеп, мылтығын арҡаһына аҫып, ит ҡунмаҫ арыҡ кәүҙәһен алпан-толпан бәүелтеп, Инсурҙың Байсура яғына китеп барғанын күргәндәр уға осраған чабандар:
– Балапанға һунарға китеп барам әле, – тигән ул эре генә. Сырайы кешеләргә сәйер тойолған. Бөгөн юлым уңыр һымаҡ, – тигән. Ниңәлер уға гел генә ошо татыу бөркөттәр ояһын пыран-заран килтерһә, моратына ирешер, Гөлгәүһәрҙе үҙенә ҡарата алыр һымаҡ тойолдо ла торҙо шул.
– Ҡаныҡты лаһа беҙҙең агроном шул бөркөттәргә, – тип үҙ-ара һөйләшеп ҡалды чабандар, – ошо яҡтан ҡайта белмәнесе. Көнө буйына һағаланы Инсур ата бөркөттө. Ояһынан сыҡҡанын ҡарауыллап тороп бернисә рәт мылтығын тоҫҡаны. Табыш менән ауырайып ҡайтҡанын көттө. Ана, суҡышына ниҙер эләктереп ата бөркөт ояһына табан оса. Көслөнән ҡурҡма, үсленән ҡурҡ. Ерле юҡҡа бөркөттәргә үсләшкән хаслыҡлы әҙәм тоҫҡап атып та ебәрҙе, ҡош, йәнасыҡҡа саңҡылдап, күҙ асып күҙ йомғансы ергә ауҙы. Ҡыуанысы йөҙөнә сығып, йоҡа ирендәре салышайҙы Инсурҙың. Бына, ниһайәт, ул моратына ирешәсәк. Хәҙер уға тау башына менергә лә, балапанды тоҡҡа һалып, өйөнә алып ҡайтырға ҡала. Инә бөркөттән генә ҡурҡып тормаҫ бит инде ул анау тиклем ғәййәр ҡоштар батшаһын юҡ итә алғас! Инсур тарбанлап тауға табан үрмәләне. Бына аусы нисек кәрәк ояға менеп етте. Ҡулын һуҙып, инде иң ҙур себеште эләктереп алдым тигәндә, ҡайҙандыр йәшен тиҙлеге менән инә бөркөт килеп сыҡты. Ҡушағын үлтергән мәрхәмәтһеҙҙең күҙҙәренә көслө суҡыштар аяуһыҙ ҡаҙалды. Ҡото осҡан Инсур, баҫҡан еренән шыуып төштө лә дөбөр-шатыр тау аҫтына тәгәрәне. Көтөүселәр йүгереп килеп еткәндә ул йән биргәйне инде.
Бөркөт фажиғәһе Гөлгәүһәрҙең йөрәк яраларын яңыртты. Балаларын яңғыҙ нисек үҫтерер, тип бөркөт әсәне йәлләгән ҡатын ҡай саҡ тау битләүенә ит киҫәктәре һалғылап китте.
Әсәле бала етем булмай, тип йыуатты ул әхирәтен. Ана, мин дә бирешмәнем, үҫтереп еткерҙем бит бәләкәстәремде. Балаларын Инсур яуыздан ҡурҡыта ине, бында ла Хоҙай үҙе араланы, үҙ яуызлығы үҙ башына булды.
– Инә бөркөт балаларын осороп ебәрҙе, – тине ошо тирәлә йөрөгән көтөүселәр. – Тик инә бөркөт йәл, яңғыҙы ҡалғас бөркөтбикә бойоҡто, – тине улар. – Ояһынан һирәк сыға. Саңҡылдап, Байсураны бер-ике урай ҙа, тағы тау ҡыуышына йәшеренә.
Эй, меҫкенкәй, инә бөркөт! Ҡоштарҙа ла кеше яҙмыштары! Яңғыҙлыҡ уларға ла төҫ түгел.
– Китсе-китсе, диуаналанып, хәсрәт көҫәп, бынау ожмахтай ерҙә ниңә бошоноп йөрөйөм әле? Нимә, мин әллә бешмәгән бер мәүеш бисәме? Ана бит, хатта Байсураҡайым үҙе мине ҡыуандырырға иткәндәй: ҡып-ҡыҙыл булып тулышып бешкән еләктәре, мине генә өҙөп алсы, тигәндәй, алдыма түшәлгән.
Күңеле нескәргән ҡатын бер нисә еләкте өҙөп ҡапты, унан ихласланып ҡыҙыл сәкмәндәй ер гә сүгәләне. Әммә хатта йоҡлағанда ла тын ғы лыҡ бирмәҫ уйҙары уны ташлап китергә ашыҡманы.
Эй-й-й, уның күргән-кисергәндәре!.. Утыҙ алты йәшендә биш бала менән тол ҡалған бисә хәлен, аңлаһа, үҙе башынан кисергәндәр генә аңлар. Береһенән-береһе бәләкәс сабыйҙарын йоҡларға һала ла, үҙе төндәр буйы һығылып илап сыға. Бәхетлеләр иренә иркәләнеп рәхәтлектә донъя көтә, ә ул, анау яуыз Күркә Инсур арҡаһында, бер итәк етем ҡосаҡлап ултырып ҡалды. Ҡатын ҡорона тулған ғына сағында һөйөү-һөйөлөүҙән мәхрүм. Етмәһә, ҡайҙа барһа, шунда ир ишараттары бәйләнеп теңкәһенә тейә. Зәңгәр күҙле, ҡара ҡашлы, ап-аҡ йөҙлө сибәр ҡатынға күҙ һалыусылар, ымһыныусылар күп булды заманында.
– Еләк кеүек сағың, ғүмереңде заяға уҙғарма, – тип кәңәш биреүселәр, хатта утынбесән менән һатып алырға теләүселәр булды. Әммә Гөлгәүһәр, нужа күрһә күрҙе, тамағы ашҡа туймаһа туйманы, тәненә сит ир ҡулын тейгеҙмәне. Сәғиҙуллаһына, мәңгелек мөхәббәтенә, хыянат итеүҙән ҡурҡты. Бер шулай, эсе бошоуға сыҙай алмай, тотто ла бер үҙенә бер ярты алып ҡайтты. Яңғыҙы ултырып эсте. Күңел яралары баҫылғандай булды. Иртәгәһен тағы сәбәбе табылды. Эсергә яратҡан әхирәттәр ҙә килә башланы. Шулай итеп, саҡ эскегә һалышып китмәне. Ярай афәттән ҡотолорға үҙендә көс тапты. Дөрөҫөрәге, балалары ҡотҡарҙы. Былай ҙа атайһыҙ үҫәләр, инде әсәнән яҙһындармы, тигән ҡот осҡос уй килде башына. Айнып алды ла, үҙен боҙа яҙған ялған әхирәттәрен өйөнән
выжылдатып сығарып ебәрҙе. Бөтә әсе-мәсе нәмәһен йәлләп тормай бер юлы сығарып түкте. Шунан ҡулына Ҡөрьән алып, эсеүен ташларға үҙ-үҙенә һүҙ бирҙе. Ихтыяр көсө бар ине шул үҙендә. Еңде яуыз дошманды. Бөтә иғтибарын балаларына бирҙе Улар юҡлыҡты белмәй үҫһен тип баҫыу эштәрендә лә бил бөктө, малсы ла булдырға тура килде, еләкемешен дә йыйып һатты. Ни эшләһә эшләне, Аллаға шөкөр, биш баланы кеше итте: белемтәрбиә бирҙе, ике улы, ике ҡыҙы юғары белем алды. Хәҙер, ана, ҡайһыныһы Өфөлә, ҡайһыныһы Себер тарафтарында маҡталып эшләп йөрөй. Бәләкәстән хеҙмәт һөйөргә өйрәтеүе юҡҡа булмаған. Кесе улын, атаһының һуйған да ҡаплаған һүрәте Дәүләтбайын ғына, атай нигеҙен һаҡлаһын
ип, ситкә ебәрмәне. Армияға барып ҡайтты ла өйҙә донъя көтә. Һәм дөрөҫ эшләне. Хәҙер, ана, донъяһы әйләнеп сыҡҡыһыҙ, институт бөткәндәрҙән былайыраҡ.
Ихласлығы булғас, үҙенә йәтеш кәсебе лә табылды: талҡансы булып китте ул. Уның талҡан менән булышыуы былай башланды. Улы армияла саҡта Гөлгәүһәр посылкаға күстәнәс итеп талҡан һалып ебәргәйне. Шуны яратып ҡалған бит Дәүләтбайы. Хеҙмәттән ҡайтыу менән:
– Әсәй, әйҙә, талҡан яһау эшенә тотонайыҡ, – тине. – Хеҙмәттәштәремә шәкәр һалып, майға бол ғап тороп ашатҡайным, эй, оҡшаттылар.
– Ә ниңә тотонмаҫҡа? Ата-бабаларҙан ҡалған нәғез ризыҡ, – тип хупланы әсә улын.
Башта бойҙайҙы ҡул тирмәне менән тарттылар. Тауарҙың үтемле икәнен күреп ҡанатланған егет бер аҙҙан апайағайҙары ярҙамы менән ҙур яңы тирмән алып ебәрҙе. Өҫ-башына әрһеҙ кейемдәрен кейеп алып, иртәнән кискә тиклем тирмәндән ҡайтып килмәгән улына ҡарап, эй ҡыуанды әсә. Етмәһә, эш тапмай ҡаңғырып йөрөгән иптәштәрен дә эргәһенә йәлеп итте. Кәсеп ыңғай барғас, кеҫәгә лә бол төшә башланы. Иң башта улы уңған ғына ҡыҙға өйләнеп алды. Йыл тигәндә ейәндәре тыуҙы. Ике-өс йыл
игәндә өйҙәрен дә ҙурайтып ебәрҙеләр, машинаһын да алдылар. Эсмәй-тартмай йөрөгәс, тормош та алға бара. Ауылдаштары хәҙер улын “Бизнесмен Дәүләтбай” тип кенә йөрөтә.
Аллаға шөкөр, уңды әсә балаларынан. Ир бәхете күрмәһә лә, исмаһам, бала бәхете бирҙе Аллаһы Тәғәлә. Өйө, Дәүләтбайы иҫенә төшкәс, Гөлгәүһәрҙең күңеле бермә-бер күтәрелде. Тәтелдәк ейәнсәре дүрт күҙ менән көтәлер әле. Өс йәшлек кенә, ә белмәгәне юҡ. Бер көнө стенала торған портретҡа күрһәтеп һорай:
– Был кем ул? – ти.
– Ҡартатайың, – тигәс,
– Ә ул ҡайҙа, ниңә ҡайтмай, уны күргем килә, – ти башланы зирәк бала. Эй ҡыйын булды Гөлгәүһәргә. Ҡартатайыңды үлтерҙеләр, тип әйтә алмай бит инде сабыйға.
Тамағына – төйөр, күҙенә йәш тығылды.
– Ҡартәсәй, илама, – тигән була ейәнсәре кескәй ҡулдары менән күҙенән йәшен һөртөп. “Их, Инсур, яратам тип аптыраттың. Осрағанда күҙҙәреңде ала алманың. Яратһаң, яратҡанһыңдыр ҙа инде. Яратыу шулай буламы икән ни? Көслөк, үслек менән һөйөүҙе яулап булмағанды ниңә аңламаның? Биш баланың рәнйеше ҡәбереңдә лә тыныс ятҡырмайҙыр һине, моғайын?! Йә, Хоҙай, донъя хозурлығына шатланыр урынға тағы шул хәсисте иҫкә төшөрәм”. Гөлгәүһәр, ауыр хәтирәләрҙән арыныр өсөнмө, урынынан торҙо, башындағы яулығын ҡағып ябынды, итәк-еңен рәтләштерҙе, шунан силәгендә күҙҙең яуын алырҙай булып тамылйып ятҡан
хуш еҫле бешкән эре еләктәргә ҡарап: – Собханалла, – тине. – Хоҙай насип иткәс, Байсураҡайымдың еләккәйҙәрен дә ауыҙ иттем. Ауыҙ итеү генә түгел, силәкләп йыйҙым. Гөлгәүһәр ҡулындағы сәғәтенә ҡарап алды. Бәй-бәй, сәғәт алты тулып килә ләһә. Майлы үҙәктән сығып, асығыраҡ урынға барып ултырырға кәрәк. Улы хәҙер килеп етер. Апай йәнә сәғәтенә күҙ ташланы – бүләк ул. Былтыр
балалары 55 йәшенә алып биргәйне. Табын артында, бөтәһе алдында ошо кесе улы:
– Әсәкәйәм, һин бит инә бөркөт, – тигәйне бүләк сәғәтте ҡулына тағып. – Бер оя себештәреңде, ауырлыҡтарға бирешмәй, кеше иттең, осор ҡанаттар ҡуйып, беҙҙе күккә сөйҙөң. Үҙеңде уйламаның, тик беҙҙе
ҡайғырттың. Бынан ары, әсәй, тик үҙең өсөн йәшә, йәме. Ял ит, теләгән ереңә бар. Һинең
өсөн йәнебеҙ ҙә йәл түгел, – тигәйне. Нигеҙгә ҡот өҫтәп гөрләтеп донъя көткән кесе ҡустыларын апай-ағайҙары ла күтәреп алды. Эй шатланыуы шунда! Сәсеп үҫтергән уңышын йыйғандағы һымағыраҡ хис кисерҙе ул саҡта
Гөлгәүһәр.
– Эй-й-й, был донъя, бер алдын, бер артын күрһәтә әҙәм балаһына... Ана, ҡаршылағы тау һыртынан зөбәржә йәшел төҫтәге “Жигули” ҙа күренде. Дәүләт байы, иң әсә йәнле балаһы, балапанғынаһы, елдерә. Еңел машина йәтеш кәйелеп Гөлгәүһәрҙең алдына уҡ килеп туҡтаны. Улында хәс Сәғиҙуллаһы фиғеле, машинаһынан сыҡты ла башта тәмле ҡыр һауаһын күкрәк тултырып һулап, кирелеп алды. Шунан хәстәрлекле тауыш менән:
– Йә, әсәй, Байсураңды күреп танһығың ҡандымы? – тине. – Теге яратҡан бөркөтөң иҫән-һаумы? Гөлгәүһәр ауыҙ асырға ла өлгөрмәне, зәңгәр киңлектә ҡанаттар шыйылдауы ишетелде. Әсәле-уллы икеһе лә юғарыға ҡараны: күк йөҙөндә ирәүәнләп ике бөркөт йөҙә. Бәй, береһе теге үҙе белгән инә бөркөт тәһә! Шул, шул! Эргәһендә салланған ҡанаттарын талғын елпеп таныш булмаған яңы ҡош бара. Икеһе лә ҡәнәғәт һымаҡ күренә. – Әстәғәфирулла, әхирәт, әллә үҙеңә иш таптыңмы? Бая ғына яңғыҙың инең дәһә?
– Саңҡ-саңҡ! Саңҡ-саңҡ! “Ни әйтергә теләйһең, Байсура хужабикәһе? Һәр йән эйәһе донъяла парлы йәшәргә тейеш. Һин дә яңғыҙ йөрөмә, тиеүеңме әллә? Эргә-тирәмдә тирәктәй улдарым йөрөгәндә, мин, әсә кеше, нисек үҙемде уйлай алайым?”
Шул саҡ улы әсәһен ҡабаландыра башланы:
– Ҡайта һалайыҡ әле, күрше ауыл Хәмитйән
ағай килгәйне. Һине көтә.
– Ни йомош менән йөрөй икән? – тигән булды апай, ҡапыл ҡаушап, хатта тауышы үҙгәрҙе. Яңыраҡ бер танышы аша баяғы кешенең хәбәр ебәреүе иҫенә төштө. “Әбей үлгәне бирле ҡараштырып йөрөйөм дә, шул Гөлгәүһәрҙән дә арыуын күрмәйем. Умарталар тотоп, бейәләр бәйләп, үҙебеҙ өсөн генә гөрләтеп йәшәп алыр инек, – тигән.
– Икебеҙҙең дә балаларыбыҙ эйәле-башлы булып бөттө”.
– Әйҙә, улайһа, – тине Гөлгәүһәр улына мөлдөрәмә тулы силәген һуҙып, үҙе еңел генә ҡуҙғалып машинаға инеп ултырҙы. Ниңәлер, бер ҡасан булмағанса, күңеле йәштәрсә елкенеп ҡуйҙы. Кисә ишеткән моңло бер йыр ҡолағына килеп сағылғандай булды:
”Ҡоштарҙа ла кеше яҙмыштары...”
Лира ЯҠШЫБАЕВА.