Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
25 Август 2022, 14:55

Апайлы булһаң ине Повесть (беренсе өлөш) Хөриә АБЫҘГИЛДИНА

– Һин улар өсөн  ни бары көндәш  балаһы ғынаһың, ғүмергә шулай булып ҡаласаҡһың да...

Апайлы булһаң ине   Повесть (беренсе өлөш)   Хөриә АБЫҘГИЛДИНААпайлы булһаң ине   Повесть (беренсе өлөш)   Хөриә АБЫҘГИЛДИНА
Апайлы булһаң ине Повесть (беренсе өлөш) Хөриә АБЫҘГИЛДИНА

                                                     “Изгелек  эшләргә бөтә кешенең дә 

                                            ҡулынан килмәйҙер ул. Ә бына яуызлыҡ

                                            эшләмәҫкә бөтә кеше лә булдыра ала”.

                                                                                    (Мостай Кәрим)

 

         ...Әҙәм   балаһы өсөн ниндәй генә уңайлыҡтар юҡ бөгөн! Ҡасандыр  Өфөнән  тыуған ауылына ҡайтыу өсөн Мәрйәмгә  иң тәүҙә тимер юл вокзалына барырға, унда оҙайлы сиратта сабыр ғына баҫып  торорға, көнбайыш тарафтарынан көнсығышҡа елдергән тиҙ йөрөшлө  поездарҙың береһенә  билет  һатып алырға кәрәк ине.  Шау-шыулы,  тығыҙ, тынсыу  вагонда биш-алты  сәғәт самаһы барыла торғайны. Поездан төшкәс,  сәғәттәр буйы   автобус  көтөргә мәжбүр  булды.  Уныһы көнөнә ике тапҡыр – иртәле-кисле генә йөрөнө.  Артабан  Мәрйәмгә үҙ  ауылына   өс-дүрт саҡрымды йәйәү  атларға тура килде.

         Хәҙер, сәфәргә сығырға ниәтләһәң,    интернет аша  ғына үҙеңә “юлдаш” табыу мөмкинлеге бар. Төрлө йүнәлештәргә  йыйынған кешеләр унда үҙҙәренең ҡайһы яҡҡа барыуы, машиналарында нисә  буш урын булыуы хаҡында иғлан бирәләр. Үҙҙәре менән бәйләнешкә инеү   өсөн телефондарының номерҙарын да  күрһәтәләр.  Һине  алдан һөйләшелгән урындан, бәғзелә хатта йәшәгән   йортоң эргәһенән  үк,  килеп алалар ҙа,  дүрт-биш  сәғәт эсендә  тыуған  ауылыңа   илтеп тә ҡуялар. Ифрат яйлы!

        Был юлы Мәрйәм “юлдашы” менән үҙәк баҙар  алдындағы  машиналар туҡталышында  осрашырға килеште.  Күстәнәсте лә шунда ғына һатып алыр.  Сәй-кәнфитте алдан уҡ  әҙерләп ҡуйғайны.  Баҙарҙа атаһы яратҡан  грек сәтләүеген, инәһе хуш күргән  киптерелгән емеш-фәләнде һайланы.  Күңелдәрен күрһен әле! Сумкаһын тултырып,  урамға сыҡҡайны ғына,  Фәрзәнә  апаһы осраны.  Күрше ауылда йәшәй ул. 

- Балаларҙы күрергә килгәйнем,    машинабыҙҙа урын  да бар,

әйҙә бергә ҡайтайыҡ, - тип тәҡдим итте  уға апаһы. –   Байтаҡтан осрашҡаныбыҙ ҙа  юҡ, рәхәтләнеп күңелдәребеҙҙе бушатышырбыҙ.    

            Мәрйәм шатланып ризалашты. “Юлдашын”   табып  иҫкәртте лә,  йылдам ғына Фәрзәнә  апаһы янына кереп ултырҙы.  Ҡуҙғалып та киттеләр.  Апаһының кәйефе бик күтәренке -  ғаиләһендәге ҡыуаныслы  хәл-ваҡиғалар, эшендәге уңыштары хаҡында   һөйләп хәбәре бөтмәне. Улы Айҙар менән килене  Нурсилә ипотекаға  баш  ҡаланың үҙәк өлөшөндә  ике бүлмәле  фатир  һатып алғандар,  ҡыҙы  Ләйсән  менән кейәүе  Илдар  Өфөнән   бик алыҫ булмаған ҡасабала ифрат ҙур һәм матур  итеп ике ҡатлы  йорт һалып кергәндәр, ейән-ейәнсәрҙәре тик “бишле” билдәләренә генә уҡыйҙар икән. 

           Мәрйәм уны, ауыҙын  асып тигәндәй,  ихлас тыңлап ултырҙы. Әммә бер мәл, тышҡа күҙ һалып, үҙҙәренең бөтөнләй таныш булмаған  юлдан  китеп барыуҙарын аңғарҙы. Апаһынан:

- Әллә аҙаштыҡ инде? – тип һораны.

          Уныһы һеңлеһен   тынысландыра һалды:

- Былай турараҡ, тиҙерәк ҡайтып етербеҙ, - тине. -  Беҙ һуңғы

ваҡытта гел шул юлдан йөрөйбөҙ.

          Байтаҡ ҡына  араны уҙғас,  быға тиклем бер һүҙ ҙә өндәшмәй  килгән  шофер, артҡа боролоп:

- Әҙерәк ял итеп алайыҡ, - тине лә, машинаһын    бейек  тау

итәгенә табан борҙо.

         Мәрйәм  руль артындағы ир-егеттең    апаһының берҙән-бер  улы икәнлегенә  иғтибар итте.

         Апаһынан:

- Ниңә Айҙар минең менән һаулыҡ һорашманы ул? – тип һорай

һалды.

- Юҡ,   Айҙар түгел  ул,   Өфөгә  ниндәйҙер йомош менән килгән

күршебеҙ- тип яуап бирҙе уныһы.  -  Башҡорттар  бер-береһенә оҡшар инде!

           Апаһына ышанды Мәрйәм.  Машинанан сығып,  икәүләшеп  тау башына менделәр ҙә,  Урал һырттарының хозурлығына иҫтәре китеп  ҡарап  торҙолар.

- Әйҙә,  юғарыраҡ күтәреләйек әле, ундағы  күренеш  тағы ла

матурыраҡ, һоҡланып һушың китерлек, - тине апаһы.

          Апай менән һеңле ҡая таш эргәһенә барып баҫтылар. Ысынлап та, был тәңгәлдән  әйләнә-тирәләге тәбиғәттең  уғата  гүзәл икәнлеге күренә. Ҡаршыла – мәңгелек урман.  Ҡая аҫтында – упҡын.  Аҫта, упҡын төбөндә,  таҫмалай борғоланып,   көмөштәй ялтырап, таш “юл”  ярылып ята.

Ҡасандыр был урында  киң, тәрән, мул һыулы  йылға аҡҡан,

күптән  ҡороған инде,  төбөндәге таштары ғына ятып ҡалған, - тип асыҡлыҡ индерҙе апаһы. – Шуға уны   “таш йылға”  тип йөрөтәләр.

          Фәрзәнә апаһының белмәгән нәмәһе юҡ! Хәйер, шулай булырға тейештер ҙә – ул бит  мөғәллимә!  Нисәмә йыл  инде   мәктәптә тарих дәрестәрен алып бара.   Уныһы, ҡапыл  шымып ҡалды ла, Мәрйәмде арҡаһынан ҡосаҡлап уҡ  алды.

- Мин бөгөн һине тап итеүемә  шул тиклем  ныҡ ҡыуандым, - тип

һөйләй башланы ул. – Был урынды тәүге тапҡыр күргәнемдә үк ҡасан да булһа һине ошонда алып килергә хыялланғайным. Бая, һине баҙарҙа  осратҡас та,  Айҙарға  ошо хаҡта әйттем.   Минең уй-теләгемде ул да хупланы.    Рәсих  еҙнәң кеүек  үк, улым да   мине ныҡ ярата, икеһе лә   бер ҡасан да минең һүҙемдән сыҡмайҙар. 

          Апаһының тауышының ҡапыл үҙгәреүен – тәүҙәрәк ҡалтырыбыраҡ сығыуын, артабан бик уҫал яңғырауын аңғарып,   Мәрйәм шаҡ ҡатты.

- Мин бит    һине  тыуғаныңдан алып күрә алмайым!    Нисәмә

тапҡыр һине тап ошо урындан таш йылғаға бырағытыуымды күҙ алдыма килтереп йөрөнөм!  Ниһайәт, хыялымды ғәмәлгә ашырыр  көн килде! Дөмөк!

          Бер нимә лә аңлап та, ҡурҡып та  өлгөрмәгән һеңлеһен Фәрзәнә  бар көсөнә упҡынға  этеп ебәрҙе. Түбәнгә тәкмәсләгән Мәрйәм ниндәйҙер мөғжизә арҡаһында    шау таш   араһында үҫкән  яңғыҙ  ҡыуаҡҡа сат   йәбешеп өлгөрҙө. Тырышып-тырмашып, өҫкә күтәрелде. Әммә унда машинанан да, апаһынан да  “елдәр иҫкәйне”...

        “Инде нимә генә эшләйем икән инде?” тип аптырап торғанында  уның    ике  ҡулы  ҡапыл   ...пар ҡанатҡа әүерелде!  Мәрйәм, ҡанаттарын талғын ғына елпей-елпей,  күккә, ҡояш сыҡҡан тарафҡа  табан оса башланы. Уның ауылы шул яҡта бит!  Аҫта бейек-бейек тауҙар, бормаланып аҡҡан йылғалар,  мул һыулы күлдәр, төҙөк юлдар   күренә.  Мәрйәм тау итәктәрендәге аҡландарҙа  ҡатын-ҡыҙҙарҙың, бала-сағаларҙың емеш  йыйыуҙарын,    йылға һәм күлдәрҙә эреле-ваҡлы кәмәләрҙең  йөҙөп йөрөүен, юлдар буйлап төрлө машиналарҙың арлы-бирле  елдереүен күҙәтә-күҙәтә,  осоуын дауам итте...

ххххх

         Йоҡоһонан  уянғанында    Мәрйәмдең бар булмышын әйтеп бөткөһөҙ рәхәтлек хисе солғап алғайны.  Шул тойғоһонан иҙерәп,   карауатында ята бирҙе. Байтаҡтан хаҡлы ялда ул, ашығаһы урыны юҡ. Үҙе күргән сәйер төш хаҡында уйланды. Йәше алтмыштан уҙған, был донъяла күпте күргән, күпте кисергән ҡатын   төшөнөң мәғәнәһен аңланы.  Үҙенең бала саҡ хыялы, шуға  бәйле тормошондағы  хәл-ваҡиғалар ағышы, аҡланмаған өмөтө  хаҡында  булды бит уның был төшө!     

       ...Үҙен белә башлаған ваҡыттан уҡ апайлы   йә һеңлеле булырға хыялланды ул.  Күрше-тирәләге әхирәттәренең бөтәһе лә апайлы йә һеңлеле.  Бәғзеләренең апайҙары ла, һеңлеләре лә бар. Ҡайһыларыныҡы хатта икешәр апай, икешәр һеңле!   Булһа була бит бәхетле ҡыҙҙар!   Бер Мәрйәмдең генә апаһы ла, һеңлеһе лә юҡ.  Уның   ҡарауы үҙенән йәш ярымға ғына ҙурыраҡ  Мираҫ ағаһы менән  дүрт йәшкә кесерәк Мират ҡустыһы бар.  Яңғыҙы үҫмәй.  Шуғалыр ҙа,  апайлы-һеңлеле    тиҫтерҙәренән  һис кенә лә көнләшмәне ул, киреһенсә, улар   өсөн ҡыуанды ғына. 

         Күмәкләшеп  ауыл эргәһе буйлап аҡҡан йәмле Ирәмәл йылғаһының  ярына   суйындан эшләнгән  ауыр ғына   көршәк-табаларҙы таҙартырға барғандарында ғына  апаһы булмауға  бер аҙ   көйәләнде. Апайлылар    алып килгән һауыт-һабаларын бергәләшеп  ҡом менән йышалар-йыуалар,  ә ул  бер үҙе тырышып-тырмаша. Апайлыларҙан ҡалышмаҫҡа тип,   үҙе алып килгән  әйберҙәрҙе бар көсөнә ышҡый. Ҡайтҡас инәһенең:

- Бәп-бәләкәс, нәп-нәҙек ҡулдарың  менән ауыр суйындарҙы

ҡайһылай  “ялт” иттереп таҙартҡанһың, – тип  маҡтауынан “түбәһе күккә тейерҙәй булып” шатлана.

         Ауылды уратып алған  береһенән-береһе бейегерәк  тауҙарға еләк-сейә йыйырға барғандарында ла   апайлыларҙан ҡалышмаҫҡа ынтыла  Мәрйәм – улары икәүләшеп-өсәүләшеп  биҙрә тултыралар, ә ул – бер үҙе. Шулай ҙа  уның  йыйғаны башҡаларҙыҡынан  һис тә кәм булмай. Сөнки апайлы-һеңлеләр еләк-сейәне ҡабаланмайынса ғына  йыялар, бер юлы ашап та йөрөйҙәр. Ә ул, башын да ҡалҡытмайынса,  шәп  итеп йыйырға тырыша.  Ике ҡулын да “эшкә егә”.   Емеште ултырып та, ятып та сүпләй. 

         Өлкәндәр эштә саҡта йә сабынлыҡҡа киткәндә  ҡыҙҙар, ғәҙәттә,   өйҙәрен  тәртипкә килтерәләр,  һыу ташыйҙар, шунан ғына уйнарға сығалар.    Мәрйәмдәрҙең ауылында  һауыт-һаба, кер, иҙән йыуыу кеүек көндәлек  эштәрҙе башҡарғанда, йәйҙәрен –йәшелсәгә һибергә ҡуллана торған, көндәр һыуытҡас -  мал-тыуарҙы  эсерергә тәғәйенләнгән  һыуҙы йә йылғанан, йә  яҡындағы ҡоҙоҡтан алалар. Ә бына эсәр һыу өсөн бик йыраҡҡа  - ауылдың үрге осондағы шишмәгә барырға кәрәк. Бәләкәйерәк саҡтарында ҡыҙҙар атайҙары эшләп биргән ыҡсым көйәнтәләргә бишәр литр һыйҙырышлы биҙрәләр элеп йөрөйҙәр. Үҫә төшкәс көйәнтәләре лә, биҙрәләре лә “ҙурая”. Һуңғылары башта  - һигеҙешәр,  аҙағыраҡ, ҡыҙҙар өлкән кластарҙа уҡығанда -  унышар литр һыйҙырышлы була.  

        Күрше ҡыҙҙар,  һәр эште бергәләшеп башҡарғас, тиҙерәк бушайҙар.  Һауыт-һабаны ла, иҙәнде лә яңғыҙы  ғына  йыуғас, һыуға ла үҙе генә йөрөгәс, Мәҙинә йыш ҡына  улар менән бергә уйнарға сығырға өлгөрмәй ҡала. Хәйер, уның быға артыҡ иҫе лә  китмәй – атаһы алдырған бер ҡосаҡ гәзит-журналдарҙы аҡтарырға тотона, һис юғында китап уҡый. Хәреф танырға мәктәпкә бармаҫ элек өйрәнеп алғайны  инде ул.

ххххх

           Беренсе класҡа  йыйынған  йәйҙә  Мәрйәм үҙе лә һиҙмәҫтән инәһенә:

-Ҡыҙҙар мәктәпкә лә апайҙары менән йөрөрҙәр инде, - тип әйтеп

ысҡындырҙы. -  Ниңә минең дә апайым юҡ икән?

- Һинең дә   апайҙарың бар   ул, -  тип ипләп кенә   яуап бирҙе

уға инәһе. – Икәүҙәр.  Өлкәне, Гөлсинә исемлеһе, ҙурайған  инде, район үҙәгендә эшләй, ә икенсеһе  - Фәрзәнә,  быйыл ул  бишенсе класҡа барасаҡ,  мәктәптә  үҙеңде ҡараштырып йөрөр әле,  моғайын.

-Улар  миңә бер туған түгел дә инде, - тип яуапланы  ҡыҙсыҡ. 

          Инәһенең артабанғы хәбәренән  ул бөтөнләй шаҡ ҡатты.

- Һеҙ – бер атай балалары,тик  апайҙарыңдың инәһе башҡа –

Менәүәрә әбейеңдең ҡыҙҙары улар. Һин, балам, быға бер ҙә  аптырама.   Әлегә бәләкәйерәкһең, үҫә төшкәс тормошта төрлө хәлдәр булғанлығын  аңларһың әле.

          Гөлсинә апаһын йүнләп хәтерләмәй Мәрйәм, ә бына үҙенән  бер нисә    йәшкә  өлкәнерәк   Фәрзәнәне яҡшы  белә.  Инәһенә эйәреп,  йыш ҡына  Мәрйәмдәргә  килеп йөрөй ул. Бәғзелә үҙенең  инәһе менән уларға  ла барғылайҙар. Тик  быға тиклем уның  шул ҡыҙ менән бер туған  икәнлеген уға бер кем дә әйтмәгәйне.  Менәүәрә әбейҙе инәһенең  яҡын әхирәте  икән тип кенә  уйлап йөрөнө Мәрйәм. Сөнки улар йыш   аралашалар. Осрашһалар, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. 

ххххх

           Бөгөн ишеткән хәбәргә   ифрат шатланды ҡыҙсыҡ. Бына исмаһам асыш!     Был яңылыҡты тиҙерәк  апайлы әхирәттәренең береһенә еткерергә  кәрәк!  Әлфирәнең  ауыҙында һүҙ тормай -  төшкә тиклем үк ауылдағы бүтән ҡыҙ-ҡырсынға еткерә һалыр. Үәт шәп булыр!   Уның да апаһы барлығын белһендәр! Мәрйәм ҡаршыларында ғына йәшәгән  әхирәтенә йүгерҙе. Ул барып кергәндә  Әлфирә инәһе,  Әлфинә  апаҺы һәм  Әминә  һеңлеһе менән сәй эсеп ултыралар ине.   Ҡыҙҙарҙың инәһе Нәфиғә апай бик тә ҡунаҡсыл ҡатын. Мәрйәмде:

- Маҡтап ҡына йөрөйһөң икән, ҡыҙым, әйҙә,  беҙҙең менән бергә

сәй эс, әле генә мейестән сыҡҡан еләк бәлешен  “ауыҙ ит”,    - тип өҫтәл янына саҡырҙы.

- Беҙ инәйем менән  яңыраҡ ҡына сәй эскәйнек, - тип  баш тартып

маташты Мәрйәм.

           Нәфиғә апай:

- “Аш – ашҡа, урыны – башҡа” тиҙәр,  ашҡаҙаныңда әҙ генә урын

ҡалғандыр әле,   - тип өгөтләгәс,   буш ултырғысҡа  ҡунаҡланы.

Атлап түгел, сабып килгәнһең,  өйөгөҙҙә   бер-бер хәл булып

китмәгәндер  бит? – тип ҡыҙыһынды хужабикә ҡыҙҙарға  сәй яһай-яһай.

         Ҡыуанысынан ауыҙы ҡолағына етерҙәй булып йылмайып ултырған Мәрйәм шундуҡ инәһенән ишеткән хәбәрҙе  теҙеп  һөйләп тә бирҙе. Әлфирәнең,  Әлфинә  менән  Әминәнең дә,  күҙҙәре балҡышып, ауыҙҙары йырылышып китте. Фәҡәт Нәфиғә апай ғына етди килеш ҡалды.  Мәрйәм: “Ниңә ул да минең  өсөн  шатланмай икән?” тип уйлап ҡуйҙы. Хужабикә,  тәрән көрһөнөп, ҡарашын  күрше ҡыҙға йүнәлтте лә:

- Апайлыҡҡа апайҙар инде улар һиңә,  ҡыҙым, әммә бер ҡарында

яралмағанһығыҙ шул, -  тип  һөйләй башланы. – Һин улар өсөн  ни бары көндәш  балаһы ғынаһың, ғүмергә шулай булып ҡаласаҡһың да...

         Нәфиғә апайҙың әйткәндәренән  Мәрйәм хатта бер ни тиклем ҡаушап та ҡалды.    “Бер ҡарында яралыу”, “көндәш балаһы” тигән быға тиклем  ул һис ишетмәгән һүҙҙәр нимәне аңлата икән? Ярай, үҙенең инәһенән һорап белер  әле!  Сәй эсеп бөткәс,  ҡыҙҙар урамға сығып йүгерҙеләр.  Эңер төшкәнгә тиклем тау итәгендә  туп ҡағыш уйнанылар. Арып-талып өйгә ҡайтҡанында Мәрйәм   инәһенә  һорау бирергә йыйынғанлығын  онотҡайны ла инде.  

ххххх

           Бер матур иртәлә Мәрйәм танауын иҫ китмәле тәмле еҫтәр  “ҡытыҡлауына” уянды.   Аш бүлмәһендә инәһе тәмлекәстәр бешерә!  Өйҙә бындай еҫтәр, ғәҙәттә,   байрамдар алдынан йә иһә ҡәҙерле ҡунаҡтар  көткәндә тарала.  Хәйер, ял көндәрендә  уларға  йыш ҡына  ҡайҙандыр кемдер килә. Бигерәк тә  йәмле йәй миҙгелендә.   Инәһенең Златоуст ҡалаһында көн иткән  Уҫманғәле исемле туғаны, өс улын  ҡара-йәшел төҫтәге өс тәгәрмәсле    “Урал” мотоциклына   ултырта ла, йома кис үк елдереп килеп етә. Шәмбе иртәнсәк  ҡапҡа төбөнә   инәһенең Мейәстә йәшәгән Ғаян ҡустыһының    зәңгәрһыу төҫтәге  “Запорожец” машинаһы килеп туҡтай.  Төшкә табан   район үҙәге Учалынан  һап-һары “Москвич”та  Ғамир  ҡустыһы ла килә. Юҡты бушҡа ауҙарып йөрөмәйҙәр улар:  маҡсаттары  - апайҙары менән еҙнәләренә ярҙамлашыу. Үҙҙәре лә ауылда үҫкәндәр бит, бында  эштең тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгеллеген яҡшы аңлайҙар инде.  Мәрйәмдәрҙең “ҡола яландай” ҙур  баҡсаларында   ла, ауылдан байтаҡ ҡына алыҫлыҡтағы сабынлыҡтарында ла  күберәге  инәһенең  шул туғандары булыша.   “Эш бөткәс уйнарға ярай” тигәндәй, кистәрен,  баҡсалағы йә  сабынлыҡтағы мәшәҡәттәрҙән  бушағас, күмәкләшеп  эргәләге күлгә баралар ҙа,   рәхәтләнеп  һыу инәләр, бәғзелә балыҡ  та тоталар. 

          Ауыл ерендә эш ҡыҙған мәлдә ихлас булышҡандары өсөн Мәрйәмдең инәһе менән атаһы  ифрат рәхмәтле уларға.  Үҙҙәре лә туғандарын “буш”  ҡалдырмайҙар  -  ҡыш буйы  уларҙы  ит, һөт кеүек аҙыҡтар менән тәъмин итәләр.  Бер-береһен  хөрмәт итеп, бер-береһенең ҡәҙерен белеп, ифрат татыу һәм бик  күңелле итеп  аралашып йәшәйҙәр улар инәһенең туғандары менән.

          Ағайҙары   алмаш-тилмәш Мәрйәмде лә үҙҙәренә ҡунаҡҡа алып ҡайталар. Әхирәттәренең   әлегә бер ҡасан да ауылдан ситкә сыҡҡандары юҡ, ә ул  Златоуста ла, Мейәстә лә, Учалыла ла булып өлгөрҙө инде! Уҫманғәле ағаһы менән   Фәриҙә еңгәһе  үҙҙәре төҙөгән ыҡсым ғына ағас  йортта йәшәйҙәр.  Ғаян ағаһы менән Зөлфиә еңгәһе, Ғамир ағаһы менән   Зәйнәп  еңгәһе  үҙ ҡалаларында    бишәр ҡатлы йорттарҙағы өсәр бүлмәле  фатирҙарында көн итәләр.  Инәһенең туғандарында ҡунаҡта булыу ифрат оҡшай ҡыҙсыҡҡа!

          “Был арала байрамдар ҙа юҡ,  ҡунаҡ  та көтмәйбеҙ шикелле, инәйем ниңә бауырһаҡ бешерергә тотонған икән?” тип ғәжәпләнеп ятты ул бер аҙ. Ул арала ҡыҙы йоҡлаған бүлмәгә инәһе үҙе  килеп керҙе.

- Тор балаҡайым, бөгөн Менәүәрә әбейеңдәргә ҡунаҡҡа барырға

йыйынабыҙ, -  тине ул, нисектер үтә наҙлы  йылмайып.  – Гөлсинә апайың  буласаҡ еҙнәгеҙҙе алып ҡайтҡан,  уның менән танышырбыҙ!  Ғаян ағайыңдың ҡатыны Зөлфиә еңгәң  бүләк иткән зәңгәр  төҫлө тауарға  алһыу сәскәләр төшөрөлгән  күлдәгеңде, Ғамир ағайыңдың ҡатыны  Зәйнәп  еңгәң алып килгән  ап-аҡ  ебәк  таҫмаңды үтекләйек. 

          Мәрйәм  шундуҡ һикереп торҙо.  Һыуынып та өлгөрмәгән  татлы бауырһаҡ менән  сәй эсте лә, түҙемһеҙләнеп,   кис етеүен көтә башланы. Хатта әхирәттәре менән һыу инергә барыуҙан да баш тартты.  Инәһе менән атаһы  апаһы менән еҙнәһен күрергә  унһыҙ китеп барырҙар тип ҡурҡты.  Шуға ла  гел һис кенә лә бушамаған инәһе эргәһендә өйөрөлдө.

          Ваҡыт бик яй үтте был көндә.   Ниһайәт,яйлап ҡына  көнбайышҡа тәгәрәгән ҡояш  зәңгәр күкте  үҙенең алтын нурҙарына мансыны. Мәрйәм,  инәһе һәм атаһы, өсәүләшеп,     ауылдың урта өлөшөндә  йәшәгән  Менәүәрә әбейҙәргә киттеләр.  Мираҫ ағаһы менән Мират ҡустыһын өйҙә ҡалдырҙылар. Менәүәрә әбейҙең өйө бәләкәйерәк шул, күмәкләшеп барһалар тығыҙ булыр тип уйлағандарҙыр инде.  Тоҡсайға һалып, инәһе  иртәнсәк  бешергән татлы күстәнәсте   лә  тотоп алдылар. Хужалар  ҡунаҡтарҙы   ҡапҡа төбөнә үк  сығып  ҡаршыланылар.

ххххх

         Был кистә  ҡыҙсыҡ  үҙен бик тә бәхетле итеп тойҙо. Шулай булмаймы һуң инде    -  хәҙер  уның  бер генә  түгел, ике апаһы бар бит!  Гөлсинә апаһының ни тиклем сибәр икәнлеген күрһәләр, әхирәттәренең  иҫтәре китер ине!  Һомғол буйлы, көләс йөҙлө,  муйылдай ҡап- ҡара   күҙле  икән ул.   Килешле генә  итеп үрелгән ҡалын сәс толомо  биленә  тиклем үк  төшөп тора.  Өҫтөндәге    ипле, зауыҡлы  кейеме лә һоҡланып ҡарап туймаҫлыҡ.   Ғөмүмән, уның бар булмышынан әйләнә-тирәгә ниндәйҙер  сихри   нур бөркөлгән төҫлө.

- Ҡайһылай ҙурайып киткән минең бәләкәй һеңлем! – тип

Мәрйәмде,  күтәреп, зыр өйөрөлтөп    алды ул.

          Гөлсинә апаһының эргәһендә   ҡараһыу  зәңгәр  төҫлө салбар, шундай уҡ костюм,  асыҡ зәңгәрһыу күлдәк кейгән,  матур ғына   галстук таҡҡан  бер мөләйем йөҙлө  егет баҫып тора ине.    Ҡунаҡтар    менән, ап-аҡ, тип-тигеҙ тештәрен күрһәтеп йылмайып,   ихлас иҫәнләште ул. Үҙен “Тәлғәт” тип таныштырҙы.  

Фәрзәнә балдыҙ менән икегеҙгә бер төрлө бүләк алдым, - тип

Мәрйәмдең ҡулына     хушбуй тотторҙо.

          Шул тиклем ныҡ ҡыуанды ҡыҙсыҡ  был бүләккә!  Хатта бер нисә йыл элек  Ғаян ағаһы  бик-бик алыҫтан -  Владивостоктан   армия хеҙмәтен тамамлап ҡайтҡанында  алып килгән ып-ысын  ҡурсаҡҡа ла шул   тиклем үк шатланмағайны. Үҙҙәре менән йәшәгән Зөбәйҙә  ҡәртнәһе менән икәүләшеп теккән  ҡурсаҡтар ҙа йыраҡтан алып килгәненән һис ҡайтыш түгел төҫлө  күренә  ине уға. Тик бына үҙҙәре сепрәк эсенә мамыҡ тығып эшләгән ҡурсаҡтарҙың  кәүҙәләре, баш-аяҡтары йоп-йомшаҡ, ә бүләктеке – ҡатҡыл  пластмасса. Өҫтәүенә,  Алыҫ Көнсығыш  ҡурсағының күҙҙәре, оҙон  керпектәрен һирпә-һирпә, асылып-ябылып торалар. Аяҡтарында иһә үҙҙәренең ҡурсаҡтарыныҡы  кеүек  һарыҡ йөнөнән бәйләнгән башалтай түгел,  ә  матур туфлиҙар.  Нисек кенә  булһа ла, ҡурсаҡ-ҡурсаҡ инде ул!  Ә бына хушбуй!  Бәләкәй генә  быяла һауыттың ҡапҡасын бороп асһаң, танауға  иҫ китмәле   матур еҫ  килеп бәрелә! Бүләк тиһәң дә бүләк булды был хушбуй! Иртәгә үк әхирәттәренә күрһәтер, әҙ генә уларға ла тотоп ҡарарға рөхсәт итер. Бәлки, хуш еҫле һыуҙы әҙ генә  һөртөнөргә лә бирер...

Дауамы бар. 

Фото: uprostim.com

Автор:
Читайте нас