

Шайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улы (15 август 1899 йыл — 23 февраль 1943 йыл) — хәрби хеҙмәткәр, генерал-майор. Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се (һуңынан 16-сы Чернигов гвардия дивизияһы) Башҡорт кавалерия дивизияһын ойоштороусы һәм 1941 йылдың декабренән 1943 йылдың февраленә тиклем уның командиры. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2020, үлгәндән һуң).
Миңлеғәле Минһажетдин (Минһаж) улы Шайморатов 1899 йылдың 15 (яңыса 27) авгусында элекке Өфө губернаһының Өфө өйәҙе Биштәкә ауылында батрак ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килгән. (Был ауыл хәҙер Шайморатов тип атала)
1918 йылда Белореттан сығып Архангелгә килеп еткән В. К. Блюхерҙың Көньяҡ Урал партизандар армияһына барып ҡушыла. Аҙаҡтан Төркөстан фронтының 1-се армияһы составындағы 1-се Айырым башҡорт-татар кавалерия бригадаһы сафында һуғыша, 1920 йылдың июнь баштарында Көньяҡ-Көнбайыш фронттың 12-се армияһында Польшаға ҡаршы, Ростов өлкәһен Врангель армияһынан азат итеүҙә С. М. Буденныйҙың 1-се атлы армияһы составында ҡатнаша, Ҡырым һәм Кавказ фронттарында һуғыша.
1924—1931 йылдарҙа Мәскәүҙә ВЦИК ҡарамағындағы Юғары дөйөм хәрби училищела уҡый, 1934 йылда М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академияны алтын миҙал менән тамамлай.
1934—1935 йылдарҙа Төркиәлә, 1936—1940 йылдарҙа Ҡытайҙа хәрби атташе була.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, фронтта. 1941 йылдың авгусында ул үҙенең полкы менән фронтҡа китә һәм генерал-майор Л. М. Доваторҙың кавалерия төркөмөнә (артабан — кавалерия корпусы) барып ҡушыла.
1941 йылда республика хеҙмәтсәндәре иҫәбенә 112-се Башҡорт атлы дивизияһы ойошторола. Декабрь урталарында фронттан полковник Миңләғәле Шайморатов ҡайтып төшә һәм ойошторолоп ятҡан дивизияны ҡабул итеп ала.
1943 йылдың 23 февралендә, дошман тылындағы оҙайлы рейдтан һуң фронт һыҙығы аша сыҡҡан ваҡыттағы тиңһеҙ һуғыштарҙа Башҡортостан баһадир улы гвардия генерал-майоры М. М. Шайморатов Ворошиловград өлкәһе Ивановка районының Штеровка утары янында батырҙарса һәләк була.
Маҡтаулы исемдәре, башҡа бүләктәре һәм хәрби дәрәжәләре
Башҡорттар китте һуғышҡа,
Оҙатып ҡалды күк Урал;
Ат уйнатып, алда бара
Шайморатов генерал.
Совет иле өсөн яуҙа
Кисте һыуҙы, уттарҙы;
Дошмандарға ябырылғанда
Утлы дауыл ҡуптарҙы.
Шайморатов яу ҡырында
Дошмандарҙы көл иткән;
Утта янмай, һыуҙа батмай,
Һай, батыр ҙа ир икән.
Ватан өсөн йән ҡыҙғанмай
Һинең улдарың, Урал;
Шулар менән дошман ҡырҙы
Шайморатов генерал.
Мәғлүмәттәр башҡорт Википедияһынан алынды.