Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
28 Август 2022, 13:45

Апайлы булһаң ине йәки көндәш балаһы Повесть (дүртенсе өлөш) Хөриә АБЫҘГИЛДИНА

Өфөлә һин генә етмәгәйнең! Һин инеңме университетҡа керә торған кеше!  Кергән хәлдә лә,   унда уҡый алмаясаҡһың!  Һинең бит ауырыуҙан башың сыҡмай! Хәстрүш!  Хәҙер үк    вокзалға кит тә, кире ауылға ҡайт!

Апайлы булһаң ине йәки көндәш балаһы Повесть (дүртенсе өлөш) Хөриә АБЫҘГИЛДИНААпайлы булһаң ине йәки көндәш балаһы Повесть (дүртенсе өлөш) Хөриә АБЫҘГИЛДИНА
Апайлы булһаң ине йәки көндәш балаһы Повесть (дүртенсе өлөш) Хөриә АБЫҘГИЛДИНА

Өфөгә поезд иртәнге сәғәт һигеҙгә килеп етте. Баш ҡалала һауа торошо ифрат  матур ине – зәп-зәңгәр күктә остоҡтай ғына ла болот әҫәре юҡ, бары тик  ҡояш ҡына,  нимәгәлер шатланған төҫлө, йылмая ла йылмая,  әйтерһең дә, әйләнә-тирәгә үҙенең йылы нурҙарын  мөмкин тиклем күберәк таратырға ашыға...

         Тимер юл вокзалындағы  кешеләрҙең күплеге хайран ҡалдырҙы Мәрйәмде.  Хас  та ҡырмыҫҡа иләүеме ни! Фәрзәнә апаһын   байтаҡ ҡына ваҡыт   перронда көттө. Халыҡ таралып бөткәс тә, ярты сәғәт самаһы  һерәйеп бер үҙе баҫып торҙо әле.   Апаһы күренмәне. Аптырағас, Мәрйәм  вокзалға керҙе, бер милиционерға  атаһы биргән ҡағыҙ киҫәген  күрһәтеп,  ундағы адресты нисек эҙләп табырға мөмкин икәнлеген белеште.  Милиционер ҡыҙға:

 - Юл аша сығып,  Ленин урамындағы  “Балалар донъяһы”

тигән  магазинға тиклем  барған   беренсе һанлы трамвайға ултырырға кәрәк, - тип аңлатып бирҙе.

           Уның ауыл балаһы булыуы икәнлеген күрептер инде:

 - Трамвайҙың нимә икәнлеген беләһеңме һуң? – тип

ҡыҙыҡһынды.  

          Белә Мәрйәм трамвайҙың нимә икәнлеген!  Тимер юлын хәтерләткән рельстар буйлап хәрәкәт иткән автобусҡа оҡшаған транспорт ул. Электр сымдарына тоташҡан “мөгөҙҙәре” лә бар.  Тәүге тапҡыр трамвайҙы  уға  Златоуст ҡалаһындағы туғандарында ҡунаҡ булғанында    Уҫманғәле ағаһы  күрһәткәйне.  Хатта уға ултыртып та  йөрөткәйне.  Билет хаҡы өс тин генә ине. Златоустағы трамвайҙа ла Ленин урамы буйлап йөрөгәйнеләр. “Әллә Ленин урамы бөтә ҡалаларҙа ла бар инде?” тип уйлап ҡуйҙы ҡыҙ.

- “Балалар донъяһы” эргәһендә Ленин скверын табырһың, - тип

һүҙен  дауам итте милиционер. -  Ул сквер Ленин һәм Коммунистик урамдар киҫешкән тәңгәлдә.  Тап шунда һиңә кәрәкле йорт. Аҙашмаҫһың тип уйлайым.

         Ул скверҙы ла белә Мәрйәм. Ике туған Сафия апаһы, Ғаян һәм Ғамир ағайҙарының һеңлеһе, Өфөлә медицина институтында уҡып йөрөгәнендә  баш ҡаланың иҫтәлекле урындары төшөрөлгән матур-матур асылмалар шәлкеме алып ҡайтып   бүләк иткәйне уға.  Шул асылмаларҙа һүрәтләнгән Салауат Юлаев һәйкәленә, Башҡорт дәүләт университеты һәм драма театры биналарына һәм башҡа Өфө күренештәренә нисәмә тапҡыр һоҡланып ҡарап ултырғаны бар уның!  Тап шул асылмалар Мәрйәмдә алыҫ ҡалаға һөйөү уятты ла инде.  Өлгөргәнлек аттестаты алғас  фәҡәт   Өфөгә юлланырға,   Башҡорт дәүләт университетына уҡырға керергә хыялланды ул. 

         Трамвайҙан төшкәс тә,  Мәрйәм юғалып ҡалманы. Ленин скверын тиҙ генә тапты ла, юлбашсы  һәйкәле эргәһендәге эскәмйәләрҙең береһенә ултырып, бер аҙ ял итеп алды.  Коммунистик урамы аша  үтеп, тура Фәрзәнә апаһы фатирҙа торған йортҡа барып юлыҡты.  Ауыр сумаҙанын саҡ һөйрәп,  биш ҡатлы йорттоң  өсөнсө подъезының дүртенсе ҡатына  күтәрелде.  Тулҡынлана-тулҡынлана,  үҙенә кәрәкле ишектең ҡыңғырауына баҫты.   Фатир эсендә кемдәрҙеңдер йөрөгәнен, шыбыр-шыбыр һөйләшкәндәрен ишетеп торҙо ул. Тик бер кем дә  уға ишекте асырға ашыҡманы. Аптырағас,  ҡыңғырау төймәһенә тағы баҫты.  Ишек асылып китте һәм фатирҙан Фәрзәнә апаһы килеп сыҡты. Уның турһайған йөҙө шул тиклем асыулы һәм һөмһөҙ  ине.    Бығаса һөйкөмлө генә күренгән апаһы был юлы уғата  ныҡ  йәмһеҙ кеүек тойолдо. Хәйер, асыулы сағында бер кем дә    матур булып күренә  алмайҙыр инде!  Мәрйәмдең башына: “Әллә бер-бер хәл булдымы икән?” тигән борсоулы уй килде.  Ә уның күҙ төбәп килгән апаһы, үҙенең  артынан ишекте “шаҡ”  итеп япты ла,  подъезға уҡ  сығып баҫты. Һеңлеһенә:

- Нимә эшләп йөрөйһөң  һин бында!  - тип ҡысҡырып ебәрҙе. –

Өфөлә һин генә етмәгәйнең! Һин инеңме университетҡа керә торған кеше!  Кергән хәлдә лә,   унда уҡый алмаясаҡһың!  Һинең бит ауырыуҙан башың сыҡмай! Хәстрүш!  Хәҙер үк    вокзалға кит тә, кире ауылға ҡайт! Яҡын-тирәләге ҡалаларҙың береһендәге берәй училищеға кер – һинең өсөн  шул  да баштан ашҡан!

         Мәрйәм апаһының ярһып-ярһып үҙен ҡыуғанын сабыр ғына тыңлап бөттө. Хатта үҙенең ныҡ арығанлығын, асыҡҡанлығын да онотто.  Тамағына тығылған төйөндө лә йотоп ебәрә алды.  “Ул минең мәктәпте бик яҡшы тамамлағанымды белмәйме икән әллә?” тип  уйланы ул.  “Ярҙамлашыу түгел, йәшәгән фатирының тупһаһынан да аша атлатмаҫ булғас, ниңә атайымды алданы икән?” тип әрнене  күңеле. Өндәшмәй генә  сумаҙанын асып, апаһына тәғәйенләнгән күстәнәсте подъезд тәҙрәһенең төбөнә ҡуйҙы ла,  күпкә  еңеләйгән йөгөн һөйрәп, баҫҡыс буйлап сығыу яғына ыңғайланы.    Урамда ғына ҡына  күҙ йәштәренә ирек бирҙе ул.  Шул тиклем ҡыйын ине уға!

         ...Илай-илай Коммунистик   урамы буйлап китеп барыуы. Сабый  бала түгел,  үҙе университетты  ла табыр, документтарын да тапшырыр, дөйөм ятаҡҡа ла урынлашыр. Апаһының шулай мыҫҡыллап ҡыуғанына үкһей. Урамда арлы-бирле үткән-һүткән кеше бихисап. Шуға кемдеңдер ҡапыл үҙенә ифрат яғымлы тауыш менән:

 - Мәрйәмкәй, нимә булды һиңә?  - тип  өндәшеүенә   аптырап

китте.  – Ниңә шулай үкһеп илайһың? 

          Яғымлы тауыштың хужабикәһе  Мәрйәмде ҡосаҡлап ук алды. Ҡараһа, алдында,  ауыҙы ҡолаҡтарына етерҙәй булып,  үтә лә ихлас   йылмайып баҫып торған Миңһылыу исемле ҡыҙҙы абайланы.  Синыфташы Айһылыуҙың бер туған апаһы ул. Мәктәпте өс-дүрт йыл элек тамамлағайны.  Педагогия институтының физика-математика факультеты студенты. Уның һүрәте мәктәптәге “Улар – беҙҙең ғорурлығыбыҙ” тигән стендта ла бар.

           Мәрйәм   Миңһылыуҙы  бәләкәй сағынан уҡ  яҡшы белә. Сөнки  ул һеңлеһе Айһылыу менән  һәр каникулда тип әйтерлек  Мәрйәмдең ауылында йәшәгән Мәғфүрә ҡәртнәйҙәренә ҡунаҡҡа килә торғайнылар.  Ситтән генә һоҡланып та, бер ни тиклем көнләшеп тә күҙәтә ине ине уларҙы Мәрйәм.  Көләс йөҙлө, алтындай һары сәсле, килешле кәүҙәле ҡыҙҙарҙың йәй көндәрендә  сыр-сыу килеп  ауыл эргәһенән аҡҡан Ирәмәл йылғаһы буйлап  тимер ялғашҡа ултырып йөҙөүҙәрен, ҡыштарын иһә йылға аръяғындағы бәләкәй күлдең боҙонда бик шәп  итеп конькиҙа шыуыуҙарын,  мөғжизәле тамашалай күреп, сәғәттәр буйы  күҙәтә ине ул. Атаһы Мәрйәмгә лә  коньки һатып алып ҡайтҡайны. Тик,  нисек кенә тырышмаһын,  ул барыбер ҡунаҡ ҡыҙҙар кеүек  конькиҙа оҫта шыуырға өйрәнә алманы.  Нәҡ гел йә теге, йә был яҡҡа йығылырға ғына торған йоморо ҡурсаҡ кеүек хис итә торғайны ул үҙен конькиҙа.

          Бишенсе  синыфҡа күрше ауыл  мәктәбенә барғас, Мәрйәм апалы-һеңлеле  Миңһылыу   менән Айһылыуҙы тағы  ла осратты.   Улар икеһе лә  тик “бишле”  билдәләренә генә өлгәштеләр. Икеһе лә спорт менән әүҙем  шөғөлләнделәр.  Саңғы ярыштарында уларҙы бер кем дә  уҙа алманы.  Төрлө  темаларға арналған кластан тыш сараларҙы ла тап улар ойошторҙолар.  Айһылыу йыл һайын  класта пионер ойошмаһы  рәйесе  итеп һайланылды.  Миңһылыу мәктәптең комсомол ойошмаһын етәкләне.   Уҡыуҙағы уңыштары һәм йәмғиәт тормошондағы   әүҙемлеге  өсөн Миңһылыу  бер йәйҙә хатта  Ҡара диңгеҙ ярында урынлашҡан  Бөтә Союз   “Артек” пионер  лагерына ял итергә ебәрелде.  Уның алыҫ сәфәрҙән йөрөп ҡайтҡас  тиҫтерҙәренә һәм һеңлеһенең әхирәттәренә үҙенең тәҫъораттарын бик мауыҡтырғыс итеп  һөйләгәнен  Мәрйәм әле булһа яҡшы хәтерләй...

            Әле тап Миңһылыуҙы осратыуына ифрат шатланды Мәрйәм. Уңайһыҙланып ҡына  уға үҙенең хәл-әхүәлен һөйләп бирҙе.

- Тыныслан, мин әле институтҡа  зачет тапшырырға китеп  барам,

ваҡытым бар, әйҙә һине  үҙем йәшәгән  дөйөм ятаҡҡа  оҙатып ҡуяйым,   - ихлас шулай  тине  уға Миңһылыу. – Мин йөрөп килгәнсе сәй эсеп ал,  алыҫ  юлдан  һуң  ял   итергә лә кәрәк һиңә.     Эштәрең менән иртәгә  булышырбыҙ.

           Миңһылыу  менән бергә йәшәгән ҡыҙҙар   студент отряды менән ҡайҙалыр киткәндәр икән, бүлмәлә ул бер үҙе ҡалған.

- Эштәреңде теүәлләп бөткәнсе  бында йәшәрһең, миңә лә

күңеллерәк булыр, - тине ул Мәрйәмгә.

         ...Тап шул көндә Мәрйәм кешеләрҙең төрлө холоҡло  булыуҙары, бәғзелә сит-яттарҙың үҙеңдең туғандарыңдан изгелеклерәк  икәнлеге хаҡында тәүге тапҡыр бик  етди  уйланғайны.  Бына нисек килеп  сыҡты бит  – бер атайҙың ҡыҙҙары булһалар ҙа, Фәрзәнә апаһы  уны һис  кенә лә йәлләмәне,   сит-ят ҡалала тип тә торманы,  әрләп-кәмһетеп  ҡыуҙы ла сығарҙы, ә  бөтөнләй сит  Миңһылыу  апай  уны  үҙенең  бик ҡәҙерле яҡын туғаны кеүек ҡабул итте!    Мәрйәмдең ҡолағында ҡапыл  ҡасандыр әхирәте Әлфирәнең инәһе Нәфиғә апайҙың:  “көндәш балаһы”, “ғүмергә шулай булып ҡаласаҡһығыҙ ҙа” тигән һүҙҙәре яңғырап киткәндәй тойоолдо...

Дауамы бар. 

Автор:
Читайте нас