Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
31 Август 2022, 15:59

Республикала косметика етештереү буйынса предприятие асылды

Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә хәбәр итте.

Республикала косметика етештереү буйынса предприятие асылдыРеспубликала косметика етештереү буйынса предприятие асылды
Республикала косметика етештереү буйынса предприятие асылды

Башҡортостанда илебеҙ сеймалы нигеҙендә косметика һәм көнкүреш химияһы етештереү буйынса предприятие асылды. Бында продукцияһы Рәсәйҙә лә, башҡа илдәрҙә лә популярлыҡ яулаған «Фабрик Косметик» компанияһы тураһында һүҙ бара.

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә,  Бында 250-нән ашыу төр продукция етештерелә. Ул сит ил брендтары менән уңышлы конкурентлыҡ итә, бөтә Рәсәй буйлап, Белоруссияла, Ҡаҙағстанда, Тажикстанда һатыла. Компания етәкселеге беҙҙең Үзбәкстанға бизнес-миссияла ҡатнашҡандан һуң, был илгә поставкалау тураһында ла һөйләшеүҙәр алып барыла. Башҡортостан был проектты барлыҡ этаптарҙа ла оҙатып барҙы. - Беҙҙең Сәнәғәтте үҫтереү фонды аша яңы ҡорамалдар һатып алыуҙы субсидияланыҡ, һәм был етештереү күләменең үҫешенә этәргес бирҙе, - тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

Фотолар Радий Хәбировтың шәхси сәхифәһенән.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас