

Студент тормошона тиҙ күнекте Мәрйәм. Университеттың дөйөм ятағының беренсе ҡатындағы бүлмәләрҙең береһенә урынлашты ул. Ыҡсым ғына бүлмәлә Башҡортостандың төрлө төбәктәренән килгән дүрт ҡыҙ күңелле генә итеп йәшәй башланылар. Бергә лекцияларға йөрөнөләр. Алмаш-тилмәш бүлмәне тәртипкә килтерҙеләр, ашарға бешерҙеләр. Ял көндәрендә күмәкләшеп мунсаға барҙылар. Һирәк-һаяҡ башҡорт йә рус драма театрҙарында ҡыҙыҡлы спектаклдәр ҡаранылар, филармонияға концерттарға йөрөнөләр.
Тыуған ауылын, инәһе менән атаһын, ағаһы менән ҡустыһын бик һағынды Мәрйәм, әммә һыр бирмәҫкә тырышты. Көн һайын уҡ булмаһа ла, йыш ҡына өйгә, былтыр яҙ армияға алынып, Чехословакияла хеҙмәт итеп йөрөгән Мираҫ ағаһына хаттар яҙҙы. Уларҙан яуап килгәнен түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Буш сәғәттәрен дөйөм ятаҡтың китапханаһында уҙғарырға әүәҫләнде. Әллә ни тырышлыҡ һалмаһа ла, бик һәйбәт уҡыны ул. Төркөмдәштәре уға теге йә был фән буйынса ҡайһы бер темаларҙы аңлатыуын һорап мөрәжәғәт иткеләнеләр. Һис ҡасан да баш тартҡаны булманы.
Үҙенең университет тиклем университетта уҡыуына бик тә ҡәнәғәт булып йөрөгәнендә уның балалыҡ хыялы ҡапыл тағы үҙен һиҙҙерҙе. Әлфиә исемле бүлмәләшенең тыуған көнөндә булды был хәл. Көҙҙөң, алтын төҫкә мансылып, халыҡ “әбейҙәр сыуағы” тип йөрөткән иң-иң матур осоро ине. Үҙҙәренсә матур ғына табын әҙерләп, сәй эсергә генә ултырғайнылар, ҡулына күҙҙәрҙең яуын алырлыҡ сағыу гөлләмә тотҡан бер сибәр ҡыҙ килеп керҙе. Йөҙө ҡояштай балҡый үҙенең. Ул килеп кергәс хатта бүлмә яҡтырыбыраҡ киткәндәй тойолдо. Төҫ-башына, кейем-һалымына ҡарағанда үҙҙәренән өлкәнерәк күренә. Мәрйәмдең бүлмәләштәренең береһе, Ләйлә исемлеһе:
- Ғәлиә апай, апаҡайым минең! – тип ҡысҡырып ебәрҙе. – Ниңә
алдан хәбәр итмәйенсә генә килдең? Автовокзалға барып ҡаршы алыр инем үҙеңде!
Урынынан һикереп тороп, көтөлмәгән ҡунаҡты ҡосаҡлап алды. Баҡтиһәң, һеңлеһен тыуған көнө менән ҡотларға Ләйләнең апаһы Ишембайҙан уҡ килеп еткән икән.
- Һиңә сюрприз эшләгем килде, туғанҡайым, - тип яуап бирҙе
ҡунаҡ. – Шул тиклем һағындым бит үҙеңде! Күргем килде.
Апаһы һеңлеһенә бүләккә иҫ китмәле матур күлдәк, ҡиммәтле хушбуй һәм тағы әллә күпме йәш ҡыҙҙарға кәрәге тейерҙәй ваҡ-төйәк алып килгән. Улар икәүләшеп шул бүләктәрҙе ҡаранылар. Эй ҡыуаныштылар апалы-һеңлеле икәү, эй сөкөрҙәштеләр! Мәрйәм уларға һоҡланып та, моңһоуланып та ҡарап ултырҙы. Үҙенең тормошҡа ашмаған хыялы, Фәрзәнә апаһының һуңғы осрашҡандарындағы башҡа һыймаҫлыҡ йәмһеҙ ҡылығы иҫенә төштө. Шуға ул тағы ла нығыраҡ һағышланды. Әммә кәйефе ҡырылыуын бүтәндәргә белдермәҫкә тырышты.
Сәй эсеп бөткәс, Мәрйәм менән Зилә исемле бүлмәләше һауыт-һабаны йыуырға аш бүлмәһенә йүнәлделәр. Әйткәндәй, аш бүлмәһе тотош ҡатҡа берәү генә. Бөтә бүлмәләрҙән дә бешеренергә лә, һауыт-һаба йыуырға ла шунда йөрөйҙәр. Бында көн һайын тип әйтерлек сираттар булып китә.
Ә мин атайым менән әсәйемдең берҙән-бер ҡыҙымын, - тип
әйтеп һалды Зилә аш бүлмәһендә. – Апайым да, һеңлем дә, ағайым да, ҡустым да юҡ минең. Кәрәктәре лә юҡ...
“Шулай ҙа була икән” тип уйлап ҡуйҙы Мәрйәм. Ифрат сибәр ҡыҙ шул Зилә. Килмәгән ере юҡ! Әллә күпме береһенән-береһе матурыраҡ кейеме бар. Үҙ бәҫен белә. Өҫтәүенә, көйәҙ һәм үҙһүҙле лә. Бөтә нимәнең фәҡәт уныңса булғанын ғына ярата. Бер үҙе генә, иркәләнеп кенә үҫкәнгә шулайҙыр инде.
Студенттарҙың тормошо һәүетемсә генә дауам итте. “Мыжыҡ” көҙ ҙә үтеп китте, һалҡын ҡыш та килеп етте. Яңы йылдан һуң Мәрйәмдәрҙең беренсе сессияһы башланды. Имтихандарға ул ятаҡ китапханаһының уҡыу залында әҙерләнде. Күпкә уңайлыраҡ бында – тауыш-тын да, ары-бире сабауыллап йөрөгән кеше лә юҡ. Бер иртәлә, кәрәкле әсбаптарын алып, китапханалағы яратҡан урынына барып ҡына ултырғайны, эргәһенә Зилә йүгереп килеп етте.
- Һиңә кемдер килгән, вахтер апай һине саҡырырға
ҡушты, - тип хәбәрен теҙҙе лә, “осоп” сығып та китте.
“Кем икән? – тип уйланы Мәрйәм. – Береһен дә көтмәгәйнем бит әле”. Ашығып, ятаҡтың фойеһына табан атланы. Барып еткәс, тәүҙә үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы – тәҙрә төбөндә ...Фәрзәнә апаһы баҫып тора ине. Өҫтөнә йомшаҡ яғалы көрәнһыу төҫтәге йылы пәлтә кейгән, башына йорт ҡуяны мамығынан бәйләнгән ап-аҡ шәл ябынған. Урамдан кергәнгәлер инде – бит остары, бешкән алмалай, алһыуланып киткән. Мәрйәм баҫҡан урынында ҡатып ҡалды. Бер ни тиклем ҡаушаны ла хатта. “Сессияға килгәндер, инәйемдәр ниндәйҙер күстәнәс ебәргәндәрҙер,” тип уйлап ҡуйҙы. Бәлки, ысынлап та, шулайҙыр. Юғиһә йәйге осраҡтан һуң, оялмайынса, ниңә һәм нисек йәне һөймәгән һеңлеһен эҙләп йөрөр ине Фәрзәнә апаһы! Хәйер, ул күңелһеҙ хәлде Мәрйәм инәһенә лә, атаһына ла һөйләмәгәйне шул. Кәйефтәрен ҡырғыһы килмәгәйне. Шул саҡтан алып апаһын да күргәне юҡ ине. Әле килеп уныһы, күҙҙәрен мөлдөрәтеп ҡарап, ауыҙын йырып йылмайып торасы!
- Туғаным, мин теге ваҡытта ныҡ яңылыштым, - тип һүҙ башланы
ул. – Шул ҡыланышыма үкенмәгән көнөм юҡ. “Әҙәм балаһы ғына түгел, дүрт тояҡлы ат та абына” тиҙәр. Ғәфү ит инде мине, зинһар...
- Мин ул хәлде күптән оноттом инде, - тип яуап бирҙе уға
Мәрйәм, һыр бирмәҫкә тырышып.
Ә үҙенең тамағына, нәҡ теге ваҡытта Коммунистик урамындағы йорт подъезындағы кеүек, ниндәйҙер ҡаты төйөн килеп “тығылды”. Юҡ, онотмағайны ул апаһының үҙен нисек ҡаршы алғанын, хурлап-битәрләп ҡыуып сығарғанын! Мәңге онотмаясаҡ та! Әммә ул инәһе менән атаһының нисәмә тапҡыр: “Үҙеңә таш менән атҡан кешеләргә лә аш менән атырға кәрәк” тип тылҡығандарын да хәтерендә тота. Тик Мәрйәм был әйтем менән һис кенә килешә алмай. Нисек инде – һине рәнйетһендәр, кәмһетһендәр, ә һин уларға хатта үпкәләмә лә! Киреһенсә, асыҡ йөҙ күрһәт, һыйла - ашат-эсер! Бөтөнләй үҙ-үҙеңде ихтирам итмәү була түгелме һуң был? Фәрзәнә апаһы, ярҙам итеү урынына, уны “ярҙан этте” түгелме һуң?..
Атаһының: “Ҡысҡырып талашып йөрөгән кешеләрҙең үҙҙәрен көслө икән тип уйлауҙары төптө хата. Көслө кешеләргә бүтәндәрҙе аңлау һәм һәр кемгә ҡарата ихлас, эскерһеҙ мөнәсәбәттә булыу хас” тип тә әйткәне бар. Ысынлап та, йәйге күңелһеҙлек булған да үткән. “Үткән эштән төш яҡшы” тигәндәй, Мәрйәмгә был осраҡта киң күңеллелек күрһәтеү зарурҙыр, моғайын. Шундай ҡарарға килде ул. Шулай ҙа үҙе башлап һүҙ ҡуҙғата алманы. Апалы-һеңлеле күпмелер ваҡыт шым ғына ҡапма-ҡаршы баҫып торҙолар. Уңайһыҙ тынлыҡты Фәрзәнә апаһы боҙҙо:
- Юлға сығыр алдынан һеҙгә барғайным, - тине. - Инәйең һиңә
күстәнәскә ит, ҡаймаҡ, еләк ҡайнатмаһы биреп ебәрҙе.
Рәхмәт, - тине Мәрйәм.
“Ниңә, минең кеүек, алып килгән күстәнәстәрен тәҙрә төбөнә теҙеп кенә, сығып китмәй икән?” тип уйлап ҡуйҙы үҙе, иҙәндә торған ҙур сумкаһын асырға ла уйламаған апаһына ҡарап. Шулай ҙа, инәһе менән атаһының һабаҡтарын иҫтә тотоп:
– Әйҙә, бүлмәбеҙгә кереп сәй эсеп сыҡ, төнө буйы юлда
килгәнһең бит, арығанһыңдыр, асыҡҡанһыңдыр, - тине. – Поезда, моғайын, йүнләп ял итә лә алмағанһыңдыр әле...
ххххх
Шуны ғына көтөп торғандай, апаһы сумкаһына йәбеште. Һеңлеһенә уға ярҙам итеүҙән башҡа сара ҡалманы. Икәүләшеп Мәрйәм йәшәгән бүлмәгә ыңғайланылар.
- Ҡыҙҙар, миңә апайым килгән, - тип кенә әйтте ул
бүлмәләштәренә.
Иртәнсәк үҙе бәрәңге ҡыҙҙырғайны, табаһын тотоп, шуны йылытырға аш бүлмәһенә йүнәлде. Уның артынан кухняға Зилә “йылп” итеп килеп керҙе.
- Сәй ҡайнатырға ла кәрәктер бит, мин сәйнүк килтерҙем, - тине
лә, крандан һыу ағыҙып, үҙе сәй ҡуйып ебәрҙе.
Зиләнең холҡо бик сәйер булыуын, уның әйләнә-тирәләге һәр кем менән кәрәктән тыш ныҡ ҡыҙыҡһыныуын аңлағайны инде Мәрйәм. “Сәй ҡуйыр өсөн генә килмәгән бит инде ул бында,” тип уйлап өлгөрҙө. Уның фекерҙәрен үтәнән-түтә күргән төҫлө, Зилә:
- Һинең бер ҡасан да апайың барлығы тураһында өндәшкәнең юҡ
ине бит, - тип әйтә һалды.
- Беҙҙең бөтәбеҙҙең дә туғандарыбыҙ күптер инде ул, - тип кенә
яуапланы Мәрйәм бүлмәләшенә.
Уның быға тиклем Фәрзәнә апаһы барлығы, уның үҙенә ҡарата башҡа һыймаҫлыҡ алама ҡыланышы хаҡында бүлмәләштәренең бер кеменә лә һөйләгәне юҡ ине, артабан да кем менәндер үҙенең йөрәген әрнеткән, күңелен һыҙлатҡан “серен” бүлешергә теләге юҡ. Зилә һиҙгер ҙә икән – Мәрйәмдең кисерештәрен аңлағандай, бүтән төпсөнмәне. Шулай ҙа сәй ҡайнағансы аш бүлмәһендә торҙо. Береһе - ҡыҙыу таба, икенсеһе – ҡайнар сәйнүк тотоп, бүлмәләренә ҡайттылар. Мәрйәм, икмәк телеп, өҫтәлгә булған ризыҡты теҙгән арала Зилә бүтән ҡыҙҙарға:
- Әйҙәгеҙ, китапханаға барайыҡ, имтиханға шунда әҙерләнәйек, -
тип тәҡдим итте. - Мәрйәм апаһы менән күптән күрешмәгәндәр, иркенләп аралашһындар, ҡамасауламайыҡ.
Шуны ғына көтөп торғандай ҡыҙҙар, тиҙ генә йыйындылар ҙа, күмәкләшеп сығып та киттеләр. Бүлмәлә “себен осһа ла ишетелерлек” тынлыҡ урынлашты. Ниндәйҙер уңайһыҙ тынлыҡ ине ул... Башлап уны апаһы “боҙҙо”:
- Туғаным, Өфөлә ҡуртымға алырлыҡ фатирҙар ныҡ
ҡиммәтләнгән, мин бында – һинең яныңда ғына йәшәп торайым әле, - тип үтенес белдерҙе.
-Ярай һуң, - тип яуап бирҙе Мәрйәм.
Шулай ҙа эстән генә: “Уның урынында булһам, баш ҡалаға беренсе тапҡыр килгәнендә битәрләп, кәмһетеп ҡыуып сығарып ебәргән һеңлемә барырға баҙнат итмәҫ инем, - тип уйланы. – Хәйер, мин үҙ туғаныма ғына түгел, бөтөнләй сит-ят кешегә лә шул тиклем ҡаты бәрелмәҫ, ҡулымдан килгәнсе ярҙам итергә тырышыр инем.”
Ғөмүмән, кешеләргә ҡарата мөнәсәбәт йәһәтенән уның холҡо атаһыныҡына оҡшаған шикелле. Атаһының бер ваҡытта ла, бер кемгә лә ҡаты бәрелгәне булманы бит. Ҡул аҫтында эшләгән һәр кемде аңларға тырышты, һәр ҡайһыһының мәнфәғәтен яҡларға ынтылды ул. Хужалыҡта ниндәйҙер низағ килеп тыуа ҡалһа, Мәрйәмдең атаһы, итәғәтле генә итеп һөйләшеп, хеҙмәттәштәрен тынысландыра белә торғайны. Зат-зәүер, ауылдаштар менән дә шулай булды.
Атаһының холҡона бәйле бер ваҡиғаны мәңге онотмаҫ Мәрйәм. Бер йәйге иртәлә ихаталағы ығы-зығылы тауышҡа уянып китте ул. Карауаты эргәһендәге тәҙрәнән, ынтылып, тышҡа ҡарағайны , хайран ҡалды: бәләкәй генә буйлы, ҡаҡса ғына кәүҙәле Ғүмәр быуай Мәрйәмдең атаһын “өтөп” кенә алып бара инде – ҡысҡырына, һүгенә, хатта бер-ике тапҡыр, ырғып-һикереп, уның бит яңаҡтарына “сәпәп” тә алды! Ә Мәрйәмдең баһадир кәүҙәле, киң яурынлы атаһы, ҡатып ҡалғандай, баҫҡан урынында тора бирҙе. Исмаһам бер һүҙ өндәшһәсе! Ошо күренешкә иҫе китеп, ҡыҙыҡай, өйҙән “атылып” килеп сыҡты ла, илай-илай, атаһын ҡосаҡлап алды.
- Ниңә шул быуайҙан рәнйетелеп торҙоң һин, атай? - тип
ярһыны. - Һин унан көслөрәкһең бит, үҙенә берҙе һелтәһәң, әллә ҡайҙа осоп китеп, тәгәрәп ятыр ине!
Атаһы, Мәрйәмде күтәреп алды ла, үҙенең ниңә Ғүмәр быуайға яуап бирмәгәнлеген аңлатып бирҙе.
- Беренсенән, ул минең бер туған ағайым бит, - тине ул. – Ә
үҙеңдән өлкәнерәк кешегә ҡаршы өндәшеү, айырыуса ҡул күтәреү һис кенә лә килешмәй. Ғүмәр быуайыңдың шулай ҡыҙыу икәнлеге, юҡҡа-барға ла “тоҡанып” китеүсәнлеге һәр кемгә билдәле. Тиҙ генә “ҡыҙа” ла, тиҙ генә “һүнә” лә ул. Уның ҡарауы, хужалыҡта унан да оҫтараҡ механизатор юҡ. Кешеләр уның хаҡында: “Алтын ҡуллы”, “Тракторын күҙен йомған килеш тә һүтеп йыя ала” тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит инде. Ә икенсенән, әгәр мин уның менән телләшһәм йә уға ҡул күтәрһәм, оло ыҙғыш китәсәк. Ә ғауға кемгә хәжәт? Өсөнсөнән, әле ул бында шулай үҙенең “быу”ын сығармаһа, ҡайтып, өйөндә талаш ҡуптарыр – Рәбиғә әбейеңде, балаларын рәнйетер ине. Ә хәҙер ул тынысланып ҡайтып китте. Күреп торорһоң, күпмелер ваҡыттан үҙе килеп ғәйебен таныясаҡ...
Ысынлап та, бер нисә минуттан ҡапҡа асылып китте лә, ихатаға, башын эйеберәк йылмайып, Ғүмәр быуай килеп керҙе. Ат егеп йөрөгән ҡустыһы янына барҙы ла:
-Иҫәр икәнлегемде беләһең бит, туғанҡайым, зинһар, ғәфү ит
инде мине, - тине.
Мәрйәм шул көндә атаһының ни тиклем сыҙамлы һәм аҡыллы булыуына хайран ҡалғайны.
...Сессиялары тамамланғанға тиклем Мәрйәм менән Фәрзәнә апаһы бер урынлыҡ ҡына тар тимер карауатта икәүләшеп йоҡлап йөрөнөләр. Һаулығы шәптән булмаған Мәрйәм өсөн үҙе бер ҙур һынау булды ул төндәр. Ике аҙна буйы карауаттың ситендә гел бер яҡ ҡабырғаһына ятып йоҡларға мәжбүр булғас, күптәнге операциянан ҡалған тән яралары һулҡылдап һыҙлай башланы. Ғазапланһа ла, түҙҙе. Инәһенең: “Ят ярлыҡамай, үҙеңдеке ташламай” тигән һүҙҙәрен иҫтә тотоп, үҙен-үҙе тынысландырҙы. Нисек кенә булмаһын, сит-ят кеше түгел, апаһы бит!
Дауамы бар.