Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
2 Сентябрь 2022, 14:00

Апайлы булһаң ине йәки көндәш балаһы Повесть (алтынсы өлөш) Хөриә АБЫҘГИЛДИНА

- Яҡты донъя менән хушлашмаҫ борон һине күреүемә бик шатмын, - тине ул  йылмайырға тырышып.

Апайлы булһаң ине йәки көндәш балаһы Повесть (алтынсы  өлөш) Хөриә АБЫҘГИЛДИНААпайлы булһаң ине йәки көндәш балаһы Повесть (алтынсы  өлөш) Хөриә АБЫҘГИЛДИНА
Апайлы булһаң ине йәки көндәш балаһы Повесть (алтынсы өлөш) Хөриә АБЫҘГИЛДИНА

 

  Беренсе курсты тамамлағас, Мәрйәм  тағы ҡаты ғына сирләп китте.  Йәйге сессия тамамланғас,  поездға билет алып,  ауылға ҡайтырға сыҡҡайны.  Вагонға кереп ултырғас та, ҡапыл күңеле болғанды ла, ҡоҫҡоһо килде. Төнө буйы   бәҙрәф юлын тапаны ул. Ул дәүерҙәге студенттарҙың  төп ашы – маргаринда ҡыҙҙырылған макаронды йыш ҡулланғанғалыр  инде, ашҡаҙаны бирешкән  – унда ниндәйҙер яман төйөн барлыҡҡа килгән. Әйткәндәй, шул саҡтан алып Мәрйәм маргарин  да ҡулланмай, макарон да ашамай...

           Был юлы  үҙ ауылдарынан утыҙ саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан   дауаханала  ятты ул.   Дауахананың баш врачы Иван Петрович Зуев,  Бөйөк Ватан һуғышының башынан алып аҙағына тиклем  ялан госпиталдәрендә  йәрәхәтләнгән яугирҙәрҙе дауалап, үлемдән ҡурсалап алып ҡалған   тәжрибәле һәм кешелекле белгес, атаһының   дуҫтарының береһе ине.  Бер-береһен “ҡорҙаш” тип йөрөтә торғайнылар.  Ҡорҙашының ҡыҙына ҡарата    бик иғтибарлы һәм ихлас  булды баш врач. Яңғыҙын   ғына ваннаһы ла, бәҙрәфе лә булған заманына күрә бик шәп палатаға һалып ҡуйҙы. Кәмендә ун көн ауыҙына бер ниндәй ҙә ризыҡ-тәғәм ҡапмаҫҡа ҡушты. Әҙләп кенә, ҡайнатып  һыуытылған һыу эсергә  рөхсәт итте.  Хәлһеҙләнгән организмды нығытыу өсөн  тәүлегенә әллә нисә тапҡыр  төрлө витаминдар менән системалар ҡуйҙылар, әллә күпме  энәләр ҡаҙанылар.  Йәй уртаһына тәки аяҡҡа баҫтырҙы ҡыҙҙы Иван Петрович Зуев.  Тәүге ун көндә ул Мәрйәм янына бер кемде лә керетмәне. Ниндәйҙер анализдар яһап, ауырыуҙа яҡшы үҙгәрештәр башланыуына инанғас ҡына     инәһе менән атаһын күрә алды ҡыҙ. Мәрйәмдең йәйге каникулының яртыһы шул дауаханала  уҙҙы. Рөхсәт булғас, уның зат-зәүере,  синыфташтары,   әхирәттәре килеп йөрөнөләр. Фәрзәнә апаһы   ғына   бер тапҡыр  ҙа күренмәне. Ғөмүмән,  университетты тамамлағандан  һуң  апаһы һеңлеһе барлығын   тағы  “онотто”. 

          Баш ҡалаға тәүге тапҡыр барғанындағы күңелһеҙ хәлде атаһы менән инәһенә белгертмәһә лә,  беренсе кластан алып мәктәпте тамамлағанға тиклем  бер парта артында ултырып уҡыған, буш ваҡыттарында осрашып, серләшеп йөрөгән әхирәте Зәйтүнәгә генә  һөйләгәйне.   Уныһы:

- Иҫең дә китмәһен, кәрәгең тейерҙәй булһа,  ер тишегенән дә

эҙләп табыр,  бына күрерһең әле, - тигәйне.

          Тормош үҙе Зәйтүнәнең шул саҡта әйткән һүҙҙәрен ҡабат-ҡабат раҫланы... 

ххххх

           Университетты тамамлағандан һуң  Мәрйәмгә тиҫтә ярым йыл самаһы Башҡортостандан  ситтә көн итергә тура килде. Тыуған ауылына йылына бер тапҡыр ғына ҡайтып йөрөнө.  Башта   ғаиләһе менән  Алыҫ Көнсығыштағы Благовещен ҡалаһында  йәшәнеләр. Байкал – Амур магистрален төҙөүселәр  сафында Гөлсинә апаһы   менән Тәлғәт еҙнәһе лә     шул тарафтарға  - Тындаға күсеп киткәйнеләр. Уҙған быуаттың  етмешенсе йылдарында Тында  бөгөнгө кеүек ҙур ҡала түгел, ә бәләкәй генә   ҡасаба  ине әле. Гөлсинә  апаһы, Тәлғәт еҙнә һәм балалары менән,  бәләкәй генә вагонда торҙолар.  Бер өлкәлә йәшәгәс, байрам көндәрендә    бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөштөләр. Һеңлеһен күргәндә  Гөлсинә апаһы ифрат ҡыуана торғайны. Шул йылдарҙа Мәрйәм үҙен ысын мәғәнәһендә апайлы итеп тойғайны... 

          Мәрйәмдең ире Шәфҡәт  хәрби хеҙмәткәр ине. Ә улар, билдәле булыуынса,  Ватан ҡайҙа ҡуша - шунда баралар.  Бер нисә йылдан һуң  Мәрйәмдең ғаиләһен Һамар ҡалаһына   ебәрҙеләр.   Гөлсинә апаһына ла  ғаиләһе  менән  кире тыуған яҡҡа ҡайтырға тура килгән.  Яратҡан апаһын сираттағы ялында ауылға  ҡайтҡанында күрҙе Мәрйәм. Ишектән кереп, иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас та, инәһе уға:

- Ҡапҡылап, сәй эсеп  ал да, иң тәүҙә Менәүәрә әбейеңдәргә

барып кил, ҡыҙым, - тине. –  Гөлсинә апайың  ныҡ  ҡаты ауырый, хәле  бик мөшкөл. Кисә барғанымда   һинең хаҡта  һорашып ятҡайны.

          Был  хәбәрҙе ишеткәс тә,  өҫтәл артына ултырып та тормайынса,  Менәүәрә әбейҙең йортона  ашыҡты Мәрйәм.   Сағыу ҡояш нурҙарынан һаҡланыптыр инде, тәҙрә пәрҙәләре ябылып ҡуйылған  бүлмәләге карауатта ныҡ ябыҡҡан,  йөҙө   ҡағыҙ битендәй  ап-аҡ, бөтөнләй көсһөҙләнгән  Гөлсинә апаһы ята ине. Һеңлеһен күргәс әҙме-күпме йәнләнгән төҫлө тойолдо.

- Яҡты донъя менән хушлашмаҫ борон һине күреүемә бик

шатмын, - тине ул  йылмайырға тырышып.

- Апай, зинһар, бирешә күрмә, - тине уға Мәрйәм. -  Минең

үлем  хәлендә район дауаханаһында ятҡанымды хәтерләйһеңме?  Һауығып китеүемә хатта врачтар үҙҙәре лә  ышанмағайнылар.  Ә минең шул тиклем ныҡ  йәшәгем килде!  Эстән генә Аллаһы Тәғәләгә ялбарҙым: “Әле йәшәй ҙә башламағанмын бит, - тинем. –  Ә минең   хыялдарым бик күп – мәктәпте тамамлап, юғары уҡыу йортона уҡырға кергем,  ҡайҙалыр ең һыҙғанып эшләп йөрөгөм,   ғашиҡ булғым, яратҡым –яратылғым, матур ғаилә ҡорғом, балалар үҫтергем килә. Үлтермәй тор  әле мине...”  Хоҙай  мөрәжәғәтемде    ишетте.  Һин дә унан  үҙеңде терелтеүен һора. Һинһеҙ еҙнәгә лә, улың менән ҡыҙыңа ла бик ауыр булыр бит...

- Һин ауылға   бик һирәк – йылына бер тапҡыр ғына ҡайтаһың,

шуға ла күп нәмәне белмәһең, - тине апаһы.  – Мин Алыҫ Көнсығышта уҡ ауырый башлағайным.  Шуға ла беҙ, ундағы аҡсалы эшебеҙҙе ташлап,  үҙебеҙҙең яҡҡа ҡайтҡайныҡ. Бында ҡайҙарҙағы ғына дауаханаларҙа булманым, ниндәй генә табиптарҙа дауаланманым!  Бер ҡайҙа ла, бер кем дә ярҙам итә алманы.  Ололар әйтмешләй, бер кемгә лә тыуым да, үлем дә һорап килмәй. Кемгә ҡасан ғүмер бүләк итеү һәм  кемде ҡасан яҡты донъянан алып китеүҙе  фәҡәт бер Аллаһы Тәғәлә генә  хәл итә.  Үҙемдең яҙмышым менән килештем инде. Тимәк, Хоҙайға мин  “теге донъяла” нығыраҡ кәрәкмен...

- Юҡ,  апай, улай тимә, өмөтөңдө өҙмә! – тип үрһәләнде Мәрйәм.

    Ауылда булғанында  ул  Гөлсинә апаһы эргәһенә  көн һайын

барып йөрөнө.  Һуңғы осрашҡандарында:

- Ауырыуҙан тамам арыным, - тине апаһы. – Мине ҡарап, инәйем

дә,  еҙнәң дә, балаларым да  тамам  йонсонолар  инде.

          Көҙ уртаһында Мәрйәм инәһенән  хат алды. “Гөлсинә апайың китеп барҙы, - тип яҙғайны ул. –  Үпкәләмә, һиңә телеграмма “һуҡманыҡ”.  Яҡын-ара ер түгел бит. “Юл аҙабы – гүр ғазабы” тиҙәр. Һине йәлләнек. Ғаиләңде,  эшеңде ҡалдырып, яфаланып  килеп йөрөмәһен тинек.   Апайыңды,  үлер алдынан үҙе белдергән теләген күҙ уңында тотоп, атайығыҙҙың эргәһенә ерләнек”... 

 ххххх

          Мәрйәмдең атаһы   иһә  бынан ике йыл элек вафат булғайны. Иң ҡәҙерле кешеңде юғалтыуҙың ни тиклем ҡыйын икәнлеген тәүге тапҡыр  шул  саҡта кисергәйне ул.

       ... Алыҫ Көнсығыштан Һамарға күсенеп китеп барыуҙары. Ире  Шәфҡәт,  унда барып урынлашып, фатир алып, уны йәшәрлек рәүешкә килтергәнгә тиклем Мәрйәм менән ҡыҙы Гөлназды ауылда торғоҙоп ҡалдырырға хәл итте. Мәрйәм ҡыҙы менән поездан Мейәс станцияһында төшөп ҡалдылар ҙа, такси яллап,  тыуған  ауылына ҡайттылар.  Өйҙә инәһе  үҙе генә ине.

- Атайың һине борсомаҫҡа ҡушты, шуға уның ауырып китеүен

һиңә яҙмай торҙоҡ, - тине  инәһе Мәрйәмгә. – Район үҙәгендә дауаханала ята, үткән аҙнала уға операция яһанылар. Атайың бер аҙ хәлләнгәнгә тиклем, бер  аҙна самаһы,  эргәһендә ултырҙым, кисә генә ҡайттым. Мал-тыуарҙы күршеләр ҡараштырып торғайны, улар алдында ла уңайһыҙ бит. Аҙна буйы поезда һелкенеп,  арып килгәнһеңдер, ял итеп  ал да, атайың янына бар. Һине күргәс,һаулығы ла шәбәйер. Бөтә балаларына ҡарағанда ла  нығыраҡ  ярата бит ул  үҙеңде!

           Иртәгеһен Мәрйәм, шоссе юлда шалтыр-шолтор йөрөгән автобусҡа ултырып,    район үҙәгенә юлланды. 

Дауаханала көнөнә өс тапҡыр ашаталар-ашатыуын, тик атайың

ундағы ашты бик  мөрхәтһенмәй, Гөлсинә апайыңдарҙа туҡтап, үҙең тәмле итеп берәй нәмә бешереп алып барырһың атайыңа, - тип инәһе Мәрйәмдең  йәшелсә-емеш,  ваҡ бәлеш,  ҡаймаҡ  тултырылған сумкаһына  кисә генә  күрше Шәмсулла ағайҙан һуйҙырып алған тауығын да һалды.

          Автобустан төшкәс тә  тура дауаханаға йүгерҙе Мәрйәм. Уны күргәс   атаһының йөҙө балҡып китте. Яйлап ҡына    карауатынан тороп ултырҙы.  Бер-береһен  өҙөлөп  һағынғанғалыр инде,  һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне уларҙың...   

         Дауахананан һуң Мәрйәм Гөлсинә апаһының фатирына барҙы. Апаһы менән еҙнәһе эштән ҡайтып ҡына торалар ине. Икеһе лә Мәрйәмде ихлас йылмайып, шатланып ҡаршы алдылар.  Хәтирәләргә бирелеп,  бер-береһенең яңылыҡтарын белешеп, кистең үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдылар. Иртәнсәк, апаһы менән еҙнәһен эшкә оҙатҡас, Мәрйәм тәмле итеп тауыҡ һурпаһы, бишбармаҡ  бешерҙе лә, тағы дауаханаға китте.  Был юлы атаһының кәйефе айырыуса күтәренке ине.

 Табип: “Анализдарың һәйбәтләнгән, шулай ғына барһа,  бер

 нисә көн күҙәтеү аҫтында тоторбыҙ ҙа, дауахананан сығарырбыҙ” тип ҡыуандырҙы әле, - тине атаһы ҡыҙына.  – Һин бөгөн киске автобус менән ауылға ҡайт. Инәйеңдең бер үҙенә донъя көтөргә – мал ҡарарға, баҡсаны тәрбиәләргә тура килә,  ныҡ арыйҙыр, һин уға ҡулыңдан килгәнсә ярҙамлашырһың.

          Ысынлап та, аҙна аҙағында атаһы ауылға ҡайтып  етте.  Уны, ап-аҡ “Волга”һына ултыртып,  дауахананың баш врачы   үҙе алып килде.

          Атаһы, инәһе, бәләкәй Гөлназы менән, дүртәүләшеп, бик  матур итеп үткәрҙеләр улар шул йәйҙе.  Атаһының теләген ғәмәлгә ашырып, Мәрйәм өйҙәренең эсен дә, тышын да матур итеп буяны. Был эш бер нисә аҙнаға  һуҙылды.  Ауылдың үрге яғында урынлашҡан кибеттән атаһы банкалап буяуҙар ташыны.  Йәш ярымлыҡ  ейәнсәрен ыҡсым  ғына, еңел генә  йәйге коляскаһына ултыртып ала ла, яйлап ҡына кибеткә йүнәлә. Ситтән ҡарап торғанда бик мәрәкә был күренеш -  ҡурсаҡтай ҡыҙсыҡ  ултырған коляска  аҫтындағы махсус урынға буяу банкаһы ҡуйылған, ҡарттай  сабыйға нимәлер һөйләгән була, уныһы ауыҙын асып тыңлаған була.

           ххххх

           Бесән ваҡыты еткәс, атаһы менән икәүләшеп сабынлыҡҡа  барҙылар.  Был юлы атаһы арбаға “Йондоҙ”ҙо түгел, һоро юрғаны екте.

- “Йондоҙ” олоғайҙы инде, хәҙер “хаҡлы ялда”, - тип шаяртты

атаһы. –   Бөгөн бесән сабып маташмаҫбыҙ, тотонһаҡ та, әллә ни эш ҡыйрата алмаҫбыҙ, салғы-тырмаларҙы алып барып ҡуяйыҡ исмаһам. Ял көндәрендә ағайҙарың күмәкләшеп килеп сабырҙар әле бесәнде.

           Шулай тиһә лә, сабынлыҡҡа барып етеү менән салғыһына тотондо.

- Атай, һиңә  әлегә ауыр эш эшләргә ярамай бит! – тип сәбәләнде

Мәрйәм.

 - Ғүмер буйы йылдан- йыл башҡарылған  эштең ниндәй

ауырлығы булһын,  – тип ҡаршы килде атаһы.

           Мәрйәм дә ҡулына салғы алды. Икәүләшеп яйлап ҡына бер нисә юл саптылар шулай ҙа.   Урман ситендәге бер ҡайын төбөнә ял итергә ултырҙылар.  Атаһының ҡаршылағы ҡыуаҡлыҡтан күҙен алмауына иғтибар итеп, Мәрйәм дә шул яҡҡа ҡараш ташланы һәм аптырауынан “телһеҙ” ҡалды: унда айыуҙар ҡарағат ашап йөрөйҙәр ине!  Айыуҙарҙың береһе бигерәк ҙур – ғаилә башлығылыр, моғайын. Икенсеһе бәләкәйерәк – инә айыуҙыр. Ҡалған өсөһө  бәләкәйҙәр – балаларылыр инде.  Ҡыҙының ҡото осоуын күреп, атаһы  уны тынысландырырға тотондо:

- Үҙҙәренә   хәүеф янамаһа, улар бер ҡасан да, бер кемгә лә һөжүм

итмәйҙәр, - тине. – Ҡайһы бер әҙәм балаларынан күпкә аҡыллыраҡ улар.

         Ә ял еткәс, һәр йылдағыса,  төрлө ҡалаларҙан  Мәрйәмдең бер туған ағаһы менән ҡустыһы,  ике туған ағайҙары килеп еттеләр. Бесән әҙерләү күңелле ваҡиғаға әүерелде. Шул йәйҙә Мәрйәм, нәҡ бала сағындағылай,   инәһенә  ең һыҙғанып баҡсала булышты,  тауҙарға – емешкә, күлдәргә -  һыу инергә  йөрөнө. Күп йылдар күрешмәгән синыфташтары, дуҫтары менән осрашты. Хатта бер тапҡыр  уларға ашыҡ-бошоҡ ҡына   Фәрзәнә апаһы ла  килеп китте.

- Һине  ҡунаҡҡа саҡырып алырға бик теләйем дә, эш күп шул, һис

кенә лә ваҡыт етмәй, - тигән булды.

          Хәйер, Мәрйәм үҙе лә ҡайҙалыр, бигерәк тә Фәрзәнә апаһына,  барырға атлығып торманы. Сөнки уға   тыуған йортонда, атаһы менән инәһе эргәһендә     әйтеп бөткөһөҙ  рәхәт ине. Шуғалыр ҙа,   Һамарға китергә  лә ҡабаланманы ул.   Йәй уртаһында ҡатыны менән ҡыҙын алып китергә тип ире Шәфҡәт тә килгәйне. Мәрйәм:

   Тағы бер-ике аҙнаға ҡалдыр әле беҙҙе бында, - тип ялынғас,

үҙе генә ҡайтып китергә мәжбүр булды.

            “Бер-ике аҙна” ай ярымға һуҙылды. Көҙ яҡынлашты.    Мәрйәмдең күрмәгән-белмәгән  ҡалаға  бөтөнләй күңеле ятмаһа ла, барыбер китергә кәрәк ине. Ҡыҙын балалар баҡсаһына урынлаштыраһы, үҙенә  яңы урында эш табаһы бар.  Бер көн иртәнге сәй эскәндәрендә  ул атаһы менән әсәһенә юлға йыйыныуын белдерҙе.    

 Өфөлә уҡығаныңда ла, Алыҫ Көнсығышта көн иткәнеңдә лә  мин

- һинең  ниндәй шарттарҙа, нисек  йәшәгәнлегеңде күрмәнем, - тине атаһы. –  Башта -  тимер юл  станцияһына, һуңынан -  аэропортҡа алып барып оҙатып ҡына  ҡала торғайным.  Үҙемә:   “Дауахананан  төҙәлеп сыҡһам,    мотлаҡ  ҡыҙымдың тормошон  барып күрермен”  тип     һүҙ биргәйнем.  Был  юлы ейәнсәрем менән икегеҙҙе үҙем алып барып ҡуясаҡмын!

Дауамы бар.

 

Автор:
Читайте нас