Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
3 Сентябрь 2022, 10:25

Апайлы булһаң ине йәки көндәш балаһы Повесть (етенсе өлөш) Хөриә АБЫҘГИЛДИНА

Ике аҙнанан һуң  Мәрйәм бер ҡурҡыныс төш күрҙе. 

Апайлы булһаң ине йәки көндәш балаһы Повесть (етенсе өлөш) Хөриә АБЫҘГИЛДИНААпайлы булһаң ине йәки көндәш балаһы Повесть (етенсе өлөш) Хөриә АБЫҘГИЛДИНА
Апайлы булһаң ине йәки көндәш балаһы Повесть (етенсе өлөш) Хөриә АБЫҘГИЛДИНА

Атаһы һүҙендә торҙо.  Һамарға өсәүләшеп юлландылар.  Тимер юл вокзалында уларҙы Мәрйәмдең ире ҡаршы алды. Хәрби “УАЗ”икта елдереп кенә  йорттарына барып та еттеләр.  Шәфҡәт тә һүҙендә торған – фатирҙарының стеналарына йәмле обойҙар йәбештереп, тәҙрәләрен, ишектәрҙе, иҙәнде матур итеп буяп ҡуйған. Быларҙың барыһын да әллә үҙе эшләгән, әллә  ҡул аҫтындағы һалдаттарҙы “еккән”...   Нисек кенә булмаһын, ҡатыны менән ҡыҙы килеүгә  бик һәйбәт шарттар булдырған. Үҙе,  ғаиләһе, ҡайныһы менән сәй генә эсте лә:

- Миңә бөгөн дежурствоға, - тип сығып та сапты.

          Мәрйәмдең атаһы  ҡаушап ҡалғандай булды. Ҡыҙынан:

- Кейәү әллә минең килгәнемде оҡшатманымы? – тип һораны.

- Атай, уларҙың  хеҙмәте шулай  бит, ял ваҡыттары һирәк була,

быға һис аптырама, мин өйрәнеп бөткәнмен инде, - тип яуап бирҙе.  – Шәфҡәттең бөгөн беҙҙе ҡаршы алырға  форсат табыуына ла бик  рәхмәтлемен.

           Иртәгеһен Мәрйәм атаһы һәм ҡыҙы менән яңы ҡаланы ҡарарға сыҡтылар. Бик матур ине уларҙың йәшәгән урыны! Урамдар йәшеллеккә сумған. Ихаталарҙа сәскәләр  күҙ яуын алып ултыралар.  Өсөһөнә лә бик оҡшаны бында. Юл ыңғайы офицерҙарҙың ғаиләләрен хеҙмәтләндерә торған махсус кибеткә лә керҙеләр. Уның бер яғында – кейем-һалым һәм хужалыҡта кәрәкле әйбер-ҡара,  икенсеһендә – аҙыҡ түлек һатыла. Булмаған нәмә үҙе юҡ!

- Бында коммунизм икән дә! – тип хайран ҡалды Мәрйәмдең 

атаһы. -  Беҙ ҡасандыр тотош илебеҙҙә шундай уҡ мул тормош булыр тип хыялланабыҙ бит, ҡыҙым.

         Ысын коммунист ине  шул ул.  Яҡты киләсәккә ышанып йәшәне.   Шул киләсәкте яҡынайтыу өсөн  үҫмер сағынан алып, ал-ял белмәйенсә,  яуаплы вазифала эшләне.  Бәғзелә Мәрйәм: “Ярай әле  атайым  СССР-ҙың тарҡалыуын, үҙҙәренең изге маҡсаттарының юҡҡа сығыуын күрмәне, - тип фекер йөрөтә. – Үҙе етәкләгән хужалыҡтың  тар-мар ителеүен белһә, йөрәге шартлар ине, моғайын...”

          Аҙна аҙағында   Мәрйәмдең атаһы  ҡайтырға йыйынды. 

- Тағы бер нисә көн торһаңсы беҙҙә! – тип үтенде ҡыҙы.

-Үҙең беләһең - донъябыҙ ҙур бит, мал-тыуар, ҡош-ҡорт та  аҙбар

тулы, баҡсабыҙ ҙа яландай,  инәйеңдең яңғыҙына ҡыйын бит, - тип яуап бирҙе атаһы. – Ҡайтайым. Нисек йәшәгәнегеҙҙе күрҙем, күңелем булды.

         Шул кистә уны күмәкләшеп тимер юл вокзалына оҙатып ҡуйҙылар.

ххххх

         Ике аҙнанан һуң  Мәрйәм бер ҡурҡыныс төш күрҙе. 

...Ауылдағы йорттарының аш бүлмәһендә  күмәкләшеп сәй эсергә  ултырғайнылар ғына,  бик ашығып Зөбәйҙә   ҡәртнәһе килеп керҙе.  Бик борсоулы ине  үҙе.

- Үрге яҡтан   ҡап-ҡара  оҙон  плащ кейгән   бер әҙәм, ҡулындағы

ҙур  таяғын болғай-болғай,  ҡысҡырына-ҡысҡырына был яҡҡа килә,  - тине ул, ҡото осоп. –  Хоҙай: “Һаҡланғанды һаҡлармын” тигән ти. Ҡапҡаны эстән бикләп керҙем әле.

- Күҙеңә күренгәндер, инәй, - тип уны тынысландыра башланы

атаһы. – Уттай эш мәле  бит – бөтә кеше бәрәңге сығара, юҡты бушҡа ауҙарып кем йөрөй  тип уйлайһың!

           Шул саҡта кемдер ҡапҡаны даңғырлата башланы.

- Асығыҙ, ниңә көпә-көндөҙ  бикләнеп ултыраһығыҙ! – тип оран

һалды тупаҫ  тауышлы  ир кеше.

          Мәрйәмдең атаһы, ултырғысынан  тороп, тәҙрәгә ҡараны ла:

- Нәсих кейәү ҙә   һуң, ҡапҡаны асайым әле, - тип  ишеккә

йүнәлде.

- Зинһар, сығып йөрөмә, улым,  - тип ялбарҙы ҡәртнәһе.  -  

Ялыҡҡансы һөрәнләп торор ҙа, үҙ юлы менән китер әле. Ул  бик алама, бик йүнһеҙ кеше бит, йә үҙеңә  таяғы менән һуғып ебәрер, берәй ереңде имгәтеп ҡуйыр... 

          Шул тәңгәлдә Мәрйәм уянып китте.  “Ярты йыл элек гүр эйәһе булған  Нәсих   еҙнә ниңә төшөмә керҙе икән?” тип уйланып ятты ул.

        ...Яңғыҙы ғына бына тигән итеп,  ҡайһы бер ирле ҡатындарҙан да шәберәк донъя көткән   атаһының  Хәтирә исемле  ике туған һеңлеһе   өс йыл элек, барса халыҡты аптыратып,    Нәсихте өйөнә индереп алғайны.  Аҡыллы ла, һөйкөмлө  лә, ифрат уңған да  Хәтирә апай. Уның хаҡында: “Бәғзе ирҙәргә алмаштырғыһыҙ” тиҙәр.  Ҡулынан килмәгән эше юк.  Бик оҫта тегенсе лә үҙе.  Ә  күрше ауылда тыуып үҫкән Нәсихтең башы төрмәнән сыҡмаған. Тейешле ваҡытын ултырып ҡайта ла, ниндәйҙер енәйәт ҡылып, тағы “эләгә”   икән.  Тирә-яҡҡа  уның  “ҡараҡ”, “бур”,  “уғры”  тигән даны  таралған. Шуға ла Хәтирә апайҙың ҡылығын күптәр аңламаны. Төрлө хәбәрҙәр йөрөнө. “Саҡ  төрмәнән сыҡҡан, йәшәр урыны ла юҡтыр, Хәтирәне ҡурҡытып  кергәндер йортона” тинеләр.    Мәрйәмдең атаһы ғына:

 - Һәр кем үҙ яҙмышын үҙе һайлай, - тип  телдәре “оҙон”

ауылдаштарының  “ауыҙын япты”. –  Бер кемдең дә бүтәндәрҙең шәхси тормошона ҡыҫылырға хоҡуғы юҡ!

- Бала сағы һуғыш йылдарына тура килгән,  “нужа”  һурпаһын да

байтаҡ һемергән Хәтирә, яңғыҙы ғына көн итеүе  һис тә еңел түгелдер  уға, - тип атаһының фекерен хупланы инәһе. -  Йәш кеше түгел дә инде хәҙер Нәсих, бәлки   аҡылға ултырғандыр, уның да    әҙәмсә донъя көтәһе киләлер.

          Ысынлап та, бергә йәшәй башлағандарының  тәүге йылдарында Нәсих  үҙен бик ипле тотҡан.  Һәп-һәйбәт  көн иткәндәр.  Тик ул, ниндәйҙер һылтау табып, йыш ҡына юғалып торорға әүәҫләнгән. Ҡатыны уны көнләшә лә башлаған хатта. Үҙенә һиҙҙермәгән, әлбиттә. Эстән генә: “Ҡайҙалыр   һөйәркәһе барҙыр” тип шикләнгән.  Әммә  Нәсих  һәр юғалып торғанынан   кеҫә тулы аҡса алып ҡайтыр булған. Хәтирә апайҙы был да бик аптыратҡан, шикләндергән.   Бер көн ул, тәүәккәлләп, иренән ошо хаҡта ҡыҙыҡһынған.

- Аҡсаны ҡайҙан алғаным һиңә барыбер түгелме ни! Бар

тапҡанымды өйгә алып ҡайтам бит!  -  тигән яуапты ишеткәс, бер килке ҡаушап та ҡалған. 

          Башына:  “Элекке кәсебенә тотонғандыр, моғайын - ҡалаға барып урлашып ҡына  йөрөйҙөр инде   был” тигән уй  килгән.  Үҙен белә башлағандан алып дөйөм хужалыҡ эшенән башы сыҡмаған, һәр тинен хәләл көсөн түгеп табырға өйрәнгән  ҡатын түҙмәгән:

- Совхозда эш бөтмәгән,  былай булып    йөрөгәнсә шунда

урынлашыр инең исмаһам,  - тип тәҡдим иткән иренә.

         Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Нәсихтең  “ене ҡупҡан” – йәмһеҙ итеп һүгенергә, аҡырынырға тотонған, ҡатынына ҡул күтәрергә маташҡан. Хәтирә апай, өйөнән ҡасып сығып китеп,  Мәрйәмдәргә  килеп, ярһып, илап,   ошо ваҡиға тураһында  һөйләп бирҙе.  Мәрйәмдең атаһы   уны:

- Һине уға бер кем дә көсләп бирмәне бит,  үҙең тапҡан ишең,

артабан нисек йәшәреңде лә үҙеңә генә хәл   итергә тура килер, - тип тынысландырырға маташты.  – “Үҙе йығылған бала иламай” тигәндәй, сабырлыҡ кәрәк инде һиңә.

          Ул көндә Хәтирә апай  өйөнә ҡайтырға ашыҡманы. Мәрйәмдең инәһе менән икеһе бик оҙаҡ   һөйләшеп ултырҙылар.

- Нәсих йоҡларға ятҡас ҡайтырмын, - тине Хәтирә. –  Был тиклем

дә  ныҡ  ҡоторонғаны юҡ ине  бит әле. Нимәгәлер асыуланһа, күҙен аҡырайтып ҡарап ҡына ҡуя торғайны. Бөгөн йоҙроғон төйнәп миңә киҙәнде.

- Үҙ йортоңда бер килмешәктән ҡотоң осоп йәшәмәҫһең инде, -

тип һүҙгә ҡушылды Мәрйәмдең инәһе. – Ҡыуып сығар ҙа ебәр!

          Әммә Нәсих  ҡатынынан  ҡыуылып сығыуҙы  көтөп ултырманы. Үҙе китте.  Мәңгелеккә.  ...Ҡараңғы төшкәс, ауыл урамында шау-шыу ҡупты. “Янғын сыҡҡан!” тип ҡысҡырып, арлы-бирле йүгереште халыҡ. Баҡтиһәң, Нәсих еҙнә  Хәтирә апайҙың йортона “ут төрткән” икән.  Быны ла, Нәсихтең   ҡулына  арҡан  тотоп, йылға ашаһындағы шарлыҡҡа табан йүгергәнен дә күршеләре күреп ҡалған.  Иртәгәһен уның   кәүҙәһен   муйыл ағасының ботағына аҫылынып торған килеш тапҡандар. Шулай итеп, Хәтирә апай ирһеҙ ҙә, йортһоҙ ҙа тороп  ҡалды.  Ата-инәһенән ҡалған  бәләкәй генә  өйөнә ҡайтып төпләнде.      

ххххх

           Бәғзелә Мәрйәм аныҡ йөкмәткеле төштәр күрә. Унынсы класта уҡығанында  үҙенең  ифрат матур ап-аҡ  күлдәктә  өр-яңы  аҡ “Волга”ла, үҙе руль артында ултырып,   шып-шыма  асфальт юлдан   ҡайҙалыр “елдергәнен” күргәйне.   Уянғас: “Шундай шәп машинаны йөрөтөү түгел, эсенә ултырып ҡарағаным да юҡ” тип  аптырағайны.   Ҡәртнәһенә    һөйләгәйне. Ул:

- Был төшөң һинең киләсәгеңдең  -  матур, тормош юлыңдың –

һикәлтәһеҙ буласағына ишара, - тигәйне.  -  Әммә төштәрҙең төрлөһө була. Тик уларҙың һәр ҡайһыһын  фәҡәт   яҡшыға ғына  юрарға кәрәк.

          Нисек кенә тырышмаһын, бөгөнгө шомло төшөн бер нисек тә  яҡшыға юрай алманы Мәрйәм.  Бер килке шаңҡып карауатында ятты ла, тороп,   былай ҙа тап-таҙа иҙәнде йыуырға тотондо. Күңеле иләҫ-миләҫ килгәндә гел шулай  фатир  йыйыштыра башлай ул.  Ишек ҡыңғырауының  ҡапыл зыңғырлауынан тертләне, хатта  йығылып китә яҙҙы.  Үҙен ҡулға алып,  абынып-һөрөнөп барып, ишекте асһа, ҡулында  телеграмма тотоп, почтальон  ҡатын тора.

- Ошонда ҡул ҡуйығыҙ, - тип Мәрйәмгә ҡағыҙ киҫәге тотторҙо ул.

   “Тиҙ генә ҡайтып ет!”  тип яҙылған  телеграмманы Мираҫ  ағаһы

“һуҡҡан”.

          Ата-инәһенең уны тиктәҫкә генә борсомаҫтарын яҡшы белә Мәрйәм.   Амурҙағы Благовещен ҡалаһында йәшәгәндәрендә инәһенең  оҙаҡ ҡына Өфөлә дауаханала ятҡанлығын, күҙенә операция яһағандарын ҡыҙҙарына белдермәнеләр ҙә бит. Үҙе ялға ҡайтҡас ҡына һөйләнеләр. Мәрйәм: “Әле нимә генә булды икән?” тип аптырап торғанында  Шәфҡәте  төшкө ашҡа ҡайтып керҙе. Телеграмманы уҡығас, командирына шылтыратып рөхсәт алды ла, тиҙ генә йыйынып,  аҙна-ун көн самаһы элек  һатып алған машиналарына тейәлеп, юлға сыҡтылар  Тәрән уйға батып, ҡайғырып  ултырған Мәрйәмде ире:

- Шул тиклем көйәләнмә, зинһар, - тип йыуатып маташты.

          Төнө буйы юлда булдылар. Иртәгеһенә төшкә табан ҡайтып еттеләр.   Ауыл урамындағы халыҡтың да, машиналарҙың  да ифрат  күплеген күреп,йөрәгенең тиктәҫкә ярһымағанлығын,  хәҙер ғәзиз  атаҡайын һуңғы юлға оҙатасаҡтарын, үҙен генә көткәндәрен  аңланы ул.    Өҙөлөп  яратҡан,  әйтеп бөткөһөҙ  ҡәҙерле  кешеһен  юғалтыу    Мәрйәм өсөн  бигерәк ныҡ  ауыр булды. Гөлсинә апаһының ялға ҡайтҡан ваҡыты булған икән, ул ихлас күңелдән Мәрйәмде йыуатты:

- Үҙ ғүмереңдә тәүге тапҡыр оло ҡайғы кисерәһәң, ныҡ бул,

туғанҡайым, - тине ул.  –  Үҙең дә яҡшы беләһең - атайыбыҙ  һинең өсөн йәнен фиҙа ҡылырға ла  әҙер ине бит.  Һин ауырыған саҡтарҙа  бөтөрөнөп китә торғайны, һинең уңыштарыңа үҙеңдән дә нығыраҡ ҡыуанды. Шуны иҫеңдә тот: ул  “юғары”нан   беҙҙе, бигерәк тә һине, гел  күҙәтәсәк. Тере ваҡытындағы кеүек үк, хәсрәттәрең өсөн хафаланыр, шатлыҡтарыңа  ҡанатланыр.  Беҙгә ул һине гел маҡтап һөйләне, һинең менән бик ғорурланды,  киләсәгеңде “болотһоҙ” булыр тип өмөтләнде.  

        ... Фәрзәнә апаһы иһә  Мәрйәмдең эргәһенә килеп иҫәнләшеп кенә китте, һеңлеһе  менән һөйләшеп тороуҙы кәрәк тип тапманы...

Дауамы бар. 

Автор:
Читайте нас