Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
4 Сентябрь 2022, 14:00

Апайлы булһаң ине йәки көндәш балаһы Повесть (һигеҙенсе өлөш) Хөриә АБЫҘГИЛДИНА

- Ярҙамлашырмын мин ҡыҙығыҙға. Тик  минең дә бер шартым бар – көҙ, мал һуйғас, миңә бер һан ит алып килегеҙ!

Апайлы булһаң ине йәки көндәш балаһы Повесть (һигеҙенсе өлөш) Хөриә АБЫҘГИЛДИНААпайлы булһаң ине йәки көндәш балаһы Повесть (һигеҙенсе өлөш) Хөриә АБЫҘГИЛДИНА
Апайлы булһаң ине йәки көндәш балаһы Повесть (һигеҙенсе өлөш) Хөриә АБЫҘГИЛДИНА

ххххх

           Илдә   үҙгәртеп ҡороуҙар  башланып ҡына торғанда Мәрйәм ғаиләһе менән Өфөгә   ҡайтып төпләнделәр.  Ире – хәрби комиссариатҡа, үҙе - баш ҡалалағы министрлыҡтарҙың береһенә эшкә урынлаштылар.  Айына кәмендә  ике тапҡыр ауылға ҡайтып, яңғыҙы ғына йәшәгән инәһенә ярҙамлашып  йөрөнөләр.  Бер ҡайтҡандарында,  һис көтмәгәндә ҡояштай балҡып килеп кереп, Фәрзәнә апаһы аптыратты Мәрйәмде. Һис ҡасан булмағанса, хәл-әхүәл һорашты.  Хатта ҡунаҡҡа саҡырҙы.

Баҡсала эш бик күп, ә минең ваҡытым тар, - тип Мәрйәм

ҡунаҡҡа барыуҙан  ҡәтғи рәүештә  баш  тартты. – Көн аяҙ торғанда бәрәңгене күмеп бөтөрөргә кәрәк. Иртәнән һуңға  - эшкә,  шуға иртәгә төштән һуң юлға сығырға йыйынабыҙ. 

          Апаһы сығып киткәс инәһе:

Юҡҡа ғына килмәгәндер инде Фәрзәнә,   быйыл  уның ҡыҙы

Ләйсән мәктәпте тамамлай бит,  Менәүәрә әбейең  уның  Өфөгә уҡырға барырға йыйынғанлығы тураһында  һөйләнеп ултырҙы бер көн, - тип әйтеп ҡуйҙы. -  Һиңә барып баш “төрттөрөргә”  уйлайҙыр балаһын. 

           Шулай булып сыҡты ла.  Йәй уртаһында Фәрзәнә апаһы  ҡыҙы менән икәүләшеп баш ҡалаға  килеп тә  еттеләр.

- Туғаның һинең кеүек юрист булырға хыяллана, документтарын

университетҡа тапшырҙыҡ, - тип һөйләп бирҙе ишектән килеп кергәс тә Фәрзәнә апаһы. – Тик быйыл ул факультетҡа конкурс  айырыуса  ҙур икән – бер урынға ун бишләп абитуриент тиҙәр. Унда берәй танышың ҡалғандыр әле, әллә барып  һөйләшеп ҡарайһыңмы?

           Мәрйәм уйға ҡалды. Атаһының ейәнсәренә нисек тә  булһа ярҙам итергә тырышырға кәрәк инде, әлбиттә. Сәйер шул уның тәбиғәте –  бер ҡасан да  бер кемгә лә “юҡ” тип әйтә белмәй. Өфөлә йәшәй башлағас,  уға күҙ төбәп, ярҙам һорап кемдәр генә  килмәне!  Яңы биҫтәлә көн иткәс,  йорттарына телефон үткәрелмәгәйне әле. Шуға, алдан иҫкәртеп тә тормайынса, киләләр ҙә етәләр. Араларында кем генә юҡ – туғандары, таныштары, таныш булмағандары,  ауылдаштары, күрше-тирә  ауылдарҙың  кешеләре! Йә инәһен адресын таратмаһын тип  иҫкәртмәгән. Күҙ төбәп килеп кергән кешене бороп сығарып ебәреп булмай бит инде! Һәр хәлдә Мәрйәм шулай тип уйлай.  Ауылға бер ҡайтҡанында уны күрергә тип  Менәүәрә әбей килгәйне.

 Үҙеңә  барған һәр кемгә ярҙамлашаһың икән, - тип әйткәйне ул

Мәрйәмгә . –  “Йылыға йылан эйәләй” тигәнде ишеткәнең бармы?  Шул тиклем дә ябай,  ауан булырға кәрәкмәҫ ине, моғайын.  Кәрәгең ҡалмаһа, күптәре һиңә  әйләнеп тә ҡарамаҫтар әле!

           Шул саҡта Мәрйәмдең  Менәүәрә әбейенә:  “Йыландың иң ағыулыһы миңә юл башында осрағайны инде. Һинең ҡыҙың ине ул. Мин уны күптән ғәфү иттем” тип әйткеһе килгәйне.  Телен тыйҙы.

          Менәүәрә әбейҙең киҫәтеүен хәтерләп,  ҡасандыр Фәрзәнә апаһының үҙен ҡыуып сығарыуын күҙ алдынан үткәреп ултыра торғас,  ниһайәт, Мәрйәм бер ҡарарға килде.

 - Диплом етәксем әле унда кафедра мөдире,   - тине ул

апаһына. – Бик  тә булмаһа, уның менән осрашып кәңәшләшәйек.     Шулай иттеләр ҙә. Тәүҙә Фәрзәнә апаһы,  Ләйсән һәм Мәрйәм  тура   университетҡа барҙылар.  Тимерйән  Ғиниәтулла  улы урынында юҡ ине.

Бөгөн уның ижади ялы, өйөндә докторлыҡ диссертацияһы яҙа,

- тине Айгөл исемле  һөйкөмлө  генә  сәркәтип ҡыҙ.  -  Йомошоғоҙ ашығыс булһа,  фатирына барығыҙ.

         Бер ҡағыҙ киҫәгенә кафедра мөдиренең адресын да  яҙып бирҙе. 

 

          Мәрйәм  диплом етәксеһенең ифрат шәп уҡытыусы  икәнлеген бик яҡшы хәтерләй. Ҡағыҙ-фәләнгә күҙ һалып та тормайынса,  ныҡ ҡатмарлы темаларҙы ла  бик аңлайышлы итеп аңлатып бирә торғайны ул. Үҙе гел аяғөҫтө – сәғәт ярым дауам иткән  дәрестә  исмаһам бер тапҡыр ултырып алһасы! Нисек арымайҙыр!  

        Уның университеттан ике квартал аша ғына йәшәгәнлеген белә ине Мәрйәм.  Кешегә буш ҡул менән барып кереү һис кенә лә  килешмәҫ тип, юл ыңғайына  аҙыҡ-түлек кибетенә кереп,  әҙ-мәҙ күстәнәс  тә  һатып алдылар.  Ишек ҡыңғырауының  төймәһенә баҫҡайнылар, эстән:

- Кем бар? – тип һоранылар.

          Мәрйәм уңайһыҙланып ҡына:

- Һеҙҙең студентығыҙ, - тип яуап биргәс,  ишек  шундуҡ асылды.

Ҡасандыр ҡап-ҡара сәстәренә сал ҡунған Тимерйән Ғиниатулла

улы саҡырылмаған ҡунаҡтарҙы ихлас йылмайып ҡаршы алды. “Әйҙүк”ләп,  түргә саҡырҙы. Өтәләнеп йөрөп,  сәй ҡуйып ебәрҙе.

- Үҙ төркөмөгөҙҙә иң яҡшы уҡыған студентым инең бит һин, -

тине ул  Мәрйәмгә. -  Үҙем дә, бүтән уҡытыусылар ҙа, факультет деканы ла   һине  фән юлын һайларһың тип  уйлағайныҡ,  был йәһәттән һин беҙҙең өмөтөбөҙҙө аҡламаның.  Әммә мин һинең тормошта юғалып ҡалмағанлығыңды,  оҙаҡ йылдар сит-ят тарафтарҙа  йәшәгәнлегеңде ишетә беләм. Әлеге урыныңда уңышлы ғына эшләп йөрөүең хаҡында ла  хәбәрҙармын. 

           Сәй эсергә ултырғас, хужа:

- Тиктәҫкә килмәгәнһегеҙҙер, ниндәй йомош менән йөрөйһөгөҙ?  -

тип ҡыҙыҡһынды.

- Университеҡа ҡыҙымдың документтарын тапшырғайныҡ,

конкурс    ифрат ҙур икән, - тип һүҙ башланы Фәрзәнә апаһы  һәм  Ләйсәнен  “күктәргә  сөйөп” маҡтарға тотондо:

       -  Һәләтле лә, аҡыллы ла,  тыйнаҡ та, тырыш  та, булдыҡлы ла минең ҡыҙым.

           Шунан һуң  ғына үҙенең үтенесен белдерҙе:

         - Ярҙамлашып ебәрһәгеҙ,  үҙебеҙҙе  Һеҙҙең алдығыҙҙа мәңгегә бурыслы тип иҫәпләр инек .  Ә Ләйсән бер ваҡытта ла йөҙөгөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәҫ. 

Тимерйән  Ғиниәтулла улы  бер килке уйланып ултырҙы. Шунан  

һуң ҡапыл    “тураһын ярҙы”:

 - Абитуриенттарҙың һәр ҡайһыһы    Ләйсән кеүектәр

тип   әйтеү  һис кенә лә хата булмаҫ – беҙгә иң-иң яҡшылар ғына киләләр!  Ярҙамлашырмын мин ҡыҙығыҙға. Тик  минең дә бер шартым бар – көҙ, мал һуйғас, миңә бер һан ит алып килегеҙ!

          Уҡытыусыһының был һүҙҙәренә Мәрйәм һис аптыраманы –  заманы шулай ине. СССР тарҡалғас, илдә тәртип юҡ кимәлендә. Бюджет ойошмаларында, шул иҫәптән юғары уҡыу йорттарында ла эш хаҡы бик түбән, уныһын да  ныҡ һуңлатып ҡына тараталар. Кибеттәрҙә аҙыҡ-түлек тә  бик наҡыҫ. Сифатлы ризыҡ  һатып алырға теләһәң, сәғәттәр буйы сиратта торорға мәжбүрһең.  Иртәнән кискә тиклем эштә булған кешеләрҙең ундай мөмкинлеге лә юҡ.

- Мотлаҡ алып киләсәкбеҙ, - тип “һайраны” Фәрзәнә апай. –

 Мал-тыуарыбыҙ, шөкөр,  аҙбар тулы беҙҙең!

          Ләйсән һәйбәт кенә уҡып китте.  Дөйөм ятаҡта йәшәне.  Ял көндәрендә    Мәрйәм апаһына килеп йөрөнө.   Практика ваҡыты еткәс, Мәрйәм  һеңлеһен үҙенең янына  урынлаштырҙы. Етәкләп   йөрөтөп  тигәндәй, юрист  һөнәренең нескәлектәренә өйрәтте.   Университетты тамамлағас  та,  апаһының үтенесе буйынса,  Ләйсәнде шунда    эшкә алдылар.  Ә  беренсе тапҡыр кейәүгә сыҡҡанында никахын  теркәүгә  Мәрйәм һеңлеһен, ҡәҙерләп,  үҙенең фатирынан оҙатты.

          Күпмелер ваҡыттан һуң Мәрйәмгә  эш хаҡы күберәк түләнгән ойошмаға етәксе урынбаҫары вазифаһын   тәҡдим иттеләр.  Ризалашты, әлбиттә.  Ул ваҡытҡа Ләйсән эштең айышына төшөнөп, үҙ бурысын теүәл генә  итеп башҡарырға өйрәнеп алғайны инде. 

         Бер  тапҡыр ауылға  ҡайтҡанында  Мәрйәм Хәтирә апайҙы осратты. Уның тура һүҙле икәнлеген белмәгән кеше юҡтыр. Был юлы ул,  Мәрйәмде аптыратып: 

 –  Фәрзәнә апайың кешеләргә: “Уҡырға ла, эшкә  лә Ләйсән үҙе

керҙе, уға бер кемдең дә бер тинлек тә ярҙамы теймәне, ә апаһының  уны хатта  өйөнән   ҡыуып сығарғаны булды” тип һөйләп йөрөй  бит.  Хәйер, уның был һүҙҙәренә мин генә түгел, бүтәндәр ҙә ышанмай, әлбиттә, – тип  “хәбәр һалды” ул.

  - һөйләй инде, уның ауыҙын “ҡаплап” булмай ҙа инде,  

тип  яуап бирҙе   Мәрйәм. –   Фәрештә түгелмен шул. Белеп тә, белмәйенсә лә яһаған хаталарым   да  барҙыр. Әммә, иманым камил,  аңлы рәүештә бер кемгә лә, бер ҡасан да, бер ниндәй ҙә яманлыҡ ҡылмаҫҡа тырыштым.    Ә бына  Фәрзәнә апай, уҡытыусы кеше, аҙым һайын мине хурларға, түбәнһетергә ынтылып,  үҙен ауыл ғәйбәтсеһе  кимәленә  төшөрә түгелме һуң?   

            Фәрзәнә апаһының йылдар буйы  уның тураһында төптө юҡты хәбәрҙәр һөйләп йөрөргә иренмәүенә  лә аптырай Мәрйәм.  Уның  “Ләйсәнде ҡыуып сығарған” тигәне     лә ысынбарлыҡҡа тамсы ла тап килмәй бит!   Эш былай булды: бер тапҡыр  Мәрйәм Мәскәүгә   командировкаға  киткәндә өйҙә өс ҡыҙ – үҙенең Гөлназы, Ләйсән һәм Алина,   атаһы яғынан ике туған Ғәфиә апаһының ҡыҙы, тороп ҡалғайнылар. Бер кис Ләйсән    бөтөнләй таныш булмаған әзмәүерҙәй өс ир-егетте эйәртеп  алып ҡайтҡан.  Үҙе егеттәрҙең береһе менән   бүлмәләрҙең береһенә кереп  бикләнгән. Егеттәрҙең ҡалған икеһе  Гөлназ менән Алинаға  ныҡлап бәйләнә башлағандар, көсләргә маташҡандар. Гөлназ,  ваннаға ҡасып кереп, инәһенә шылтыратты ла әлеге хәлде һөйләп бирҙе. Мәрйәм тиҙ генә  күрше йортта йәшәгән  Мөнир исемле   танышының  телефон номерын йыйҙы ла, үҙҙәренә барып, ҡыҙҙҙарға ярҙам итеүен үтенде. Шөкөр, һүҙен тыңлаған Мөнир,  дуҫтары менән  килеп, ҡыҙҙарҙы  ҡурсалап алып ҡалғандар. Күмәкләшеп, Ләйсәндең “ҡунаҡтарын” эткеләп-төрткөләп  сығарып ебәргәндәр.  Үҙен бер кем дә ҡыумаһа ла,     Ләйсән дә  “дуҫтары” артынан эйәргән.    Тап шул ваҡиғанан һуң Ләйсән апаһына килмәй  башлағайны  ла инде. Бер осратҡанында Мәрйәм унан:    “Минең фатирыма әллә кемдәрҙе алып килеп, Гөлназ менән Алинаны рәнйеттерергә ниндәй хаҡың бар ине?”-  тип    һорағайны.  Ләйсән апаһынан ғәфү ҙә үтенгәйне.  Әммә үҙе,  Мәрйәмдең   был хәл тураһында бер кемгә лә һөйләмәҫен белеп,   инәһенә   бөтөнләй  икенсе – ялған   “мәғлүмәт” еткергән.  “Ит изгелек – көт яуызлыҡ” тигәндәре тап шул булалыр инде.  Фәрзәнә апаһының ҡыҙын үҙенең өйөндә  “йөҙҙөрөп” йөрөтөп, икеләтә зыян күрҙе Мәрйәм: беренсенән, Гөлназы менән Алинаның именлеге  хәүеф алдында ҡалды,   икенсенән, былай ҙа уның тураһында   ғәйбәт таратырға әүәҫ   Фәрзәнә апаһының   “репертуары киңәйеүгә” юл ҡуйылды...

Дауамы бар. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас