Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
5 Сентябрь 2022, 15:10

Апайлы булһаң ине йәки көндәш балаһы Повесть (туғыҙынсы өлөш) Хөриә АБЫҘГИЛДИНА

Дәртләнеп, уңышлы ғына эшләп йөрөгәнендә  бер көн  килеп  Мәрйәм  ифрат  ауыр  хәлдә тороп ҡалды .

Апайлы булһаң ине йәки көндәш балаһы Повесть (туғыҙынсы өлөш) Хөриә АБЫҘГИЛДИНААпайлы булһаң ине йәки көндәш балаһы Повесть (туғыҙынсы өлөш) Хөриә АБЫҘГИЛДИНА
Апайлы булһаң ине йәки көндәш балаһы Повесть (туғыҙынсы өлөш) Хөриә АБЫҘГИЛДИНА

Тәүҙәрәк,   Фәрзәнә апаһы тарафынан таратылып , унан-бынан ишетеләгән “туҙға яҙмаған”  хәбәрҙәр  Мәрйәмдең кәйефен ҡырғылай ине. Тора-бара уларға  бөтөнләй  иғтибар итмәҫкә, имеш-мимештәрҙән  өҫтөнөрәк булырға өйрәнде ул.  Апаһының ҡылыҡтарын  үҙенсә  аңлатты.  “Фәрзәнә апай үҙенең атай һөйөүен, атай тәрбиәһен күрмәй  үҫеүендә мине ғәйепле    тип уйлайҙыр, - тигән һығымтаға килде ул. -  Моғайын,  уның да, минең кеүек үк, атай наҙына сумып йәшәгеһе килгәндер.  Шуға ла,  үҙенең  атай яратыуынан мәхрүм  булыуы өсөн минән  үҙенсә үс алалыр...”

          Ә  Ләйсән, университетты тамамлап, эшле лә,  йәшәр урынлы ла,  башлы-күҙле лә  булғас,    телефондан шылтыратып булһа ла хәл белешеүҙе лә кәрәк тапманы. Элекке хеҙмәттәштәре аша Мәрйәм уның, тәүге иренән  айырылып,   икенсе кеше менән ғаилә ҡороуы тураһында белде. Нисек кенә үкенесле булмаһын, Менәүәрә әбейҙең ейәнсәре лә “йылыға эйәләгән йылан”дарҙың береһе булып  сыҡты...

          Бер кәңәшмәлә Тимерйән Ғиниәтулла улы менән йәнәш урындарға тура килделәр. Тәнәфес ваҡытында һөйләшеп торҙолар.  Кафедра мөдире Мәрйәмдән:

- Ләйсән һеңлең менән аралашаһығыҙмы? – тип ҡыҙыҡһынды.

- Ул минең барлығымды күптән онотто инде, - тип яуап бирҙе

Мәрйәм. -  Былтыр,  тағы ла бик ҡаты сирләп, оҙаҡ ҡына  дауаханала ятырға тура килгәйне.  “Тағы ла” тип әйтеүем юҡҡа түгел – бала саҡтан “сирләшкә”мен шул. Кәмендә өс тапҡыр үлем хәлендә ҡалдым. Врачтар ҡотҡарып  алып ҡалдылар.  Был юлы ла шулай булды. Ҡасандыр  үҙем ярҙамлашҡан ҡыҙҙар  һәм егеттәр, сәскәләр, күстәнәстәр тотоп  килеп,    хәлемде белешеп йөрөнөләр. Ләйсән генә минең эргәмә  аяҡ та баҫманы. Ә ҡасандыр  мин уны үҙ балама ҡарағанда ла  нығыраҡ ҡәҙерләнем бит!

- Һеҙ теге йәйҙә өсәүләшеп миңә килгәнегеҙҙә үк мин хәлдең тап

шулай буласағын күҙаллағайным инде, - тип үҙ фекерен белдерҙе Тимерйән  Ғиниәтулла улы. -  Һин ихласһың, эскерһеҙһең, халыҡ әйтмешләй – “эсеңдәгең – тышыңда”.  Ә апайың бөтөнләй башҡа – ундайҙар тураһында “бер нәмә уйлай, икенсеһен һөйләй, өсөнсөһөн эшләй” тиҙәр.  Ундайҙар фәҡәт үҙҙәренең генә “көйөн көйләй”.   Ҡыҙы  ла әсәһенә оҡшаған инде – яҡшылыҡты тиҙ онотҡан.  Иҫләйһеңдер, шул саҡта мин апайыңа  үҙемдең үтенесемде лә белдергәйнем.   Махсус рәүештә эшләнем мин быны.  Сөнки  тормош  мине кешеләрҙе “үтәнән-түтә” күрергә өйрәтте. Ундайҙар үҙ маҡсаттарына өлгәшер өсөн   алтын тауҙар вәғәҙә итергә әҙерҙәр. Ә асылда уларҙың әйткәндәренең бәйәһе  - “ике тинлек бер аҡса”!

- Фәрзәнә апай һүҙендә торманымы ни? – тип һораны Мәрйәм.

- “Ҡапсығыңды киңерәк тот!” тиҙәрме әле? – тип яуап бирҙе сал

сәсле кафедра мөдире. – Аҙаҡ мин уны, исмаһам,  бер тапҡыр ҙа  күрмәнем дә. Ә Ләйсән, уҡығанында, ысынлап та,  бик тырыш булды.  Шул уҡ ваҡытта   ике йөҙлө лә, хәйләкәр ҙә ине ул ҡыҙыҡай. 

ххххх

          Нәҡ тә йырҙағылай, “үтә ғүмерҙәр, аҡҡан һыу кеүек”...    Булмағанды булдырырға ынтылып,  “йөҙөп йөрөп” эшләп, донъяуи мәшәҡәттәргә сумып йәшәп,  Мәрйәм дә илле йәше тулғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Хеҙмәттәштәренең кәңәштәренә “ҡолаҡ һалып”,  юбилейын баш ҡалалағы кафеларҙың береһендә билдәләргә ҡарар итте.  Төрлө тарафтарҙа көн иткән туғандарын, дуҫтарын йыйҙы. Фәрзәнә апаһына ла өндәште. Үҙе,  уның ире  Рәсих, Ләйсән – өсәүләшеп килделәр.  Ундай тантаналарҙа  ҡабул ителгәнсә,  матур һүҙҙәр күп әйтелде, әлбиттә.  Был йәһәттән Ләйсән бөтәһен дә  уҙып китте:

 - Апайым миңә  һәр ваҡыт  һәр яҡлап та өлгө булды,    бала

сағымдан уҡ  уның кеүек уҡымышлы, эшлекле булырға хыяллана торғайным, - тип үк ебәрҙе.

         “Эт күңеле – бер һөйәк” тигәндәге кеүек, Мәрйәм һеңлеһенең һүҙҙәренә ышанды ла хатта.  Шул кистә аралашҡандарында  Фәрзәнә апаһы  үҙенең һаулығының ҡаҡшап барыуына  зарланды.  Үҙенә хас ябайлыҡ менән Мәрйәм апаһына  нисек тә булһа  ярҙам ҡулы һуҙырға  мөмкинлеген уйланы...   Һәм  Башҡортостан  шифаханаларының береһенә юбилейы   айҡанлы  эшләгән урынынан үҙенә бүләк ителгән  йүнәлтмәне  уға тотторҙо ла ҡуйҙы.  Апаһы ифрат ҡыуанды.

- Ҡайһылай шәп булды әле! – тине ул. - Минең бер ҡасан да

шифаханала  дауаланғаным юҡ.  Изгелегеңде  мәңге онотмаясаҡмын!

            “Онотманы”...    Һирәк-һаяҡ ауылға ҡайтҡанында, әүәлгесә,  таныш-тоноштары Мәрйәмгә апаһының “сәләм”дәрен еткереп торҙолар.  Улары иһә   фәҡәт төрлө  ғәйбәттәргә генә  ҡайтып ҡалды.  Әммә Мәрйәм  күптән инде имеш-мимешкә иғтибар итмәй.  Үҙен  хатта: “Минең турала һөйләйҙәр икән, тимәк, йәшәйем әле” тип тынысландырырға  ла  өйрәнде ул.

ххххх

          “Бәлә-ҡаза ағас башынан түгел, әҙәм башынан йөрөй” тиҙәр.         Дәртләнеп, уңышлы ғына эшләп йөрөгәнендә  бер көн  килеп  Мәрйәм  ифрат  ауыр  хәлдә тороп ҡалды . Үҙе өйҙә юҡта   кемдәрҙер уның фатирын “таҙартып” сыҡҡан:  залдағы ҙур  төҫлө телевизорын, арыуыраҡ һауыт-һабаһын,   өр-яңы  кейем-һалымын, китап кәштәләренең береһендә торған таш ҡумталағы  ҡиммәтле биҙәүестәрен  һәм барлыҡ аҡсаһын “сәлдергәндәр”. Хатта һыуытҡыстан аҙыҡ-түлекте лә “һыпырғандар”.  Быны күргәс, Мәрйәм шундуҡ полиция саҡырҙы.  Ҡиәфәтенән Кавказ кешеһе икәнлеге күренеп торған майор:

-  Теләһәгеҙ, ғариза яҙығыҙ, - тине. – Тик  беҙ Һеҙгә “йорт

ҡараҡтарын” табырға вәғәҙә бирә алмайбыҙ, сөнки хәҙер,  хужаларының ҡайҙалыр китеүен ҡарауыллап ҡына торалар ҙа,    көнөнә әллә нисәшәр   фатирҙы талайҙар.

          “Киләһе эш хаҡына тиклем нисек кенә осто осҡа ялғарға икән?” тип баш ватты Мәрйәм. Уйланы-уйланы ла, Фәрзәнә апаһына  телефон номерын йыйҙы. 

- Аҙна-ун көнгә  әҙ генә    аҡса биреп тор әле, - тип үтенесен

белдерҙе.

          Апаһын  борсоғанына  аҙаҡ үҙе үкенеп бөтә алманы.  Сөнки уныһы    шундуҡ: 

 - Минең ҡайҙан ғына артыҡ аҡсам булһын инде! – тип “илаулай”

башланы.

          Апаһының хәлле генә йәшәүен, һәйбәт кенә эш хаҡы алыуын уның үҙенән әллә нисәмә тапҡыр  ишеткәйне  Мәрйәм. Шуға ла:

Үҙеңә күпме изгелек күрһәтһәм дә,     һинән тәүге тапҡыр

ярҙам  һораным, - тине  уға. -  Үҙеңә, балаларыңа  һуңғы ыштанымды һалып бирегә лә әҙер булдым.  Бөгөн һин минең  “күҙҙәремде астың”, шуға рәхмәтлемен.  Бынан һуң һинең миңә ниндәйҙер үтенес менән мөрәжәғәт итергә намыҫың етмәҫ тип уйлайым.

           Ҡатыраҡ бәрелде-бәрелеүен Мәрйәм Фәрзәнә апаһына. Әммә быға һис  кенә лә үкенмәне.  Ә был ваҡиғанан һуң ул    тормошта фәҡәт үҙ-үҙенә генә таянып йәшәргә кәрәклегенә инанды.

           Иртәгеһенә   эшкә барып,   хәлен һөйләп биргәс, етәксеһе  баш бухгалтерға  кисекмәҫтән Мәрйәмгә  айлыҡ эш хаҡының яртыһын  бирергә ҡушты.  Шулай итеп, тормошо тағы  яйланды уның.

ххххх

           Был ваҡиғанан һуң ун йылдан ашыу  ваҡыт үткәс,йәмле йәй көндәренең береһендә Фәрзәнә апаһы Мәрйәмгә тағы  шылтыратты шулай ҙа. 

- Тиҙҙән  “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” уҙғарыласаҡ,    һин

ҡайтырға йыйынаһыңмы?   - тип һораны.  – Был сара  тәүге

тапҡыр   үткәрелгәндә һин телмәр тотҡайның,    килеп етһәң, тағы ла шул бурысты үтәр инең.

- Эшем күп, ҡапыл ғына вәғәҙә бирә алмайым, - тип яуап бирҙе

Мәрйәм. – Һин – тәжрибәле уҡытыусыһың, үҙең сығыш яһарһың да ҡуйырһың.

- Мин быға бик тә  ризамын, тик һин, зинһар, миңә ауыл

тарихына  ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙе яҙып ебәр инде, - тип үтенде апаһы.

         Уныһын ғына булдыра инде Мәрйәм! Бер нисә йыл элек  архивтан алған бик ҡыҙыҡлы  мәғлүмәттәре  лә  бар бит уның! Баҡтиһәң, ун һигеҙенсе быуат уртаһында уларҙың ауылына  үҙҙәренең  ата-бабалары   нигеҙ һалған икән!  Тарихи сығанаҡтарҙан күренеүенсә, ғорур тауҙар араһында аҡҡан йәмле Ирәмәл  ярындағы  иҫ китмәле  матур урындағы   ауыл 1755 йылда барлыҡҡа килгән.

           Шул мәғлүмәттәрҙе  файҙаланып, төрлө йылдарҙа, төрлә тарафтарҙа һәм төрлө тармаҡтарҙа уңышлы эшләгән  ауылдаштарының  исем-шәрифтәрен дә  өҫтәп,   Мәрйәм  апаһына  тос ҡына  телмәр әҙерләне.  Яҙмаһының  аҙағына  яңыраҡ  үҙенең  китабы сығыуы хаҡында ла  иҫкә алды.   Ғүмеренең төрлө осорҙарында   үҙе шаһит булған сағыу ваҡиғалар нигеҙендә яҙылған хикәйәләр  йыйынтығы тупланғайны был китапҡа. “Ауылдаштар ҙа белһен, уларға ла ҡыҙыҡ булыр, моғайын”, тип уйланы ул.  Үҙе осрашыуға ҡайта алманы.  Шуға ла кемдәрҙеңдер  интернетҡа ауылда   бик һирәк үткәрелә торған матур сара   төшөрөлгән   видеояҙмаларҙы “ҡуйыуына”  ныҡ шатланды. Бөтәһен дә иғтибар менән ҡарап сыҡты.  Фәрзәнә апаһының сығышын   да башынан аҙағына тиклем  тыңланы. Уҡытыусы – уҡытыусы инде!   Зауыҡлы ғына итеп кейенгән-төҙәнгән ,    үҙен ышаныслы тотоп, ифрат  ҡыҙыҡлы  сығыш яһаны. Һеңлеһе ебәргән мәғлүмәттәргә үҙе белгәндәрен дә  өҫтәгән.  Тик Мәрйәмдең китабы хаҡында ғына әйтергә “онотҡан”!   “Шул тиклем  дә тар күңелле булыр икән кеше!” тип уйлап  иҫе китте Мәрйәмдең.

          Мәрйәм  йыш ҡына Фәнүзә апаһы менән үҙенең инәйҙәренең ни тиклем ҙур  йөрәкле, ғәҙел,  көслө рухлы ҡатындар  булғанлыҡтарын хәтерләй.  Бер ҡасан да, ваҡлашып, бәҫтәрен төшөрөп, бер-береһе менән булышып йөрөмәнеләр. Киреһенсә, бер-береһен аңлап, кәрәк саҡта бер-береһенә ярҙамлашып йәшәнеләр. Үҙенең инәһе насарыраҡ күрә ине, шуға ла Мәрйәмгә йыл һайын   Менәүәрә әбей ап-аҡ йөндән матур, йылы нәскейҙәр бәйләп  бүләк итә торғайны. Уның инәһе лә, ҡулынан килгәнсә, Менәүәрә әбейҙең балаларын ҡәҙерләне.  Мәрйәмдең инәһе баҡыйлыҡҡа күскәс, Менәүәрә әбей төнө буйы, керпек тә ҡаҡмайынса, көндәш-әхирәте  эргәһендә ултырып сыҡҡайны.  “Беҙҙеке һине нығыраҡ яратты шул, шуға ла үҙ янына  минән алдараҡ алып китте”, - тип һыҡтағайны. Инәйҙәренең бер-береһенә ҡарата булған  эскерһеҙ  мөнәсәбәте хаҡында уйланып, апаһы менән үҙенең бер-береһенә  яҡын була алмауҙарына  күңеле әрней     Мәрйәмдең.

           Бер нисә көндән һуң Фәрзәнә апаһы уға тағы шылтыратты.

- Сығышым халыҡҡа ныҡ оҡшаны, - тип маҡтаныбыраҡ һөйләй

башланы ул. – Телмәремдең күп өлөшөн яҙып ебәргәнең өсөн һиңә рәхмәт әйтәйем тигәйнем.

- Сығышыңды күрҙем, телмәреңде  тыңланым, - тине уға Мәрйәм.

- Осрашыуға халыҡ күп килгән икән. Бик матур булды.

Апаһы аптырауын йәшермәне:

    - Нисек инде – күрҙең, тыңланың ? Һин осрашыуға ҡайтманың да

инде!

         - “Интернет” тигән заман мөғжизәһе барлығын беләһеңдер бит, - тип һүҙен дауам итте Мәрйәм. –  Һинең мине яратмауыңды  күптән тоя, белә   инем, ә был юлы шуға тамам инандым.  Төрлө төбәктәрҙә төрлө даирәләрҙә эшләгән ауылдаштарыбыҙҙы һанап сыҡтың,  үҙеңдең һеңлең тураһында  ғына бер һүҙ ҙә өндәшмәнең. Ҡайҙалыр:  “Кеше башҡаға ҡылған яуызлығын онота, ә башҡанан күргән изгелекте онота алмай һәм хатта  ки  изгелек ҡылған кешене үҙенең ҡан дошманы күрә башлай”  тигән  фекерҙе уҡығайным.  Икебеҙҙең арабыҙҙағы мөнәсәбәттең сағылышын  күрҙем мин был һүҙҙәрҙә. 

          -  Мин әле шул  осрашыу хаҡында район гәзитенә мәҡәлә яҙып ултырам, һине шунда иҫкә алырмын, - тип аҡланған һымағыраҡ итеп әйтеп ҡуйҙы Фәнүзә апаһы.

         -  Кәрәкмәҫ,  яфаланма, - тип яуап бирҙе уға Мәрйәм. – Ул гәзитте сит тарафтарҙағы ҡалаларҙа көн иткән ауылдаштарыбыҙ уҡымай бит.  Ә мин һиңә хәҙер бөтөнләй битарафмын.  Артабан һинең менән аралашырға   теләгем  дә юҡ!

          Ошо  ваҡиға  Мәрйәмде  апайлы булыу тураһындағы  хыялынан  төңөлдөрҙө.  Фәрзәнә апаһы үҙен упҡынға этәреп төшөргән төшө ошо хәл хаҡында иҫкәртеү булғандыр тип уйланы ул. Тик  бик ныҡ хаталанды.  Уның яман төшө һуңыраҡ ғәмәлгә ашты...

ххххх

        ...Тормошта күпте күрергә, күпте кисерергә тура килде Мәрйәмгә. Ғүмеренең тәүге яртыһы фәҡәт шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан ғына туҡылғандай төҫлө ине. Өс юғары уҡыу йортон тамамланы. Ҡайҙа эшләһә лә, гел  алдынғылар рәтендә булды.  Ә олоғая төшкәс уны күпмелер ваҡыт, гүйә,  гел   ҡайғы-хәсрәттәр генә   һағалап ҡына торҙо.  Һәп-һәйбәт йәшәп ятҡандарында Шәфҡәте сит ҡатындар менән сыуала башланы. Ғүмерлеккә тип ҡауышҡан ире менән артабан йәшәргә Мәрйәмгә ғорурлығы ҡамасауланы. Айырылыштылар. Бер-бер артлы инәһен, бер туған ағаһын, берҙән-бер ҡыҙын юғалтты...    

         Ҡайғыһынан нимә эшләргә белмәй йөрөгәнендә бер танышы уға    кисекмәҫтән ейәнсәренә һәм үҙенә бағышлап ҡорбан салырға кәңәш бирҙе.   “Был изге эште мотлаҡ башҡарырға  кәрәк”, тип уйланы Мәрйәм.  Әммә нисегерәк итеп? Ҡайҙан һарыҡ һатып алырға? Ләйсән һеңлеһенең  Өфөнән алыҫ булмаған ҡасабаларҙың береһендә көн иткәнлеген хәтерләп,  ярҙам һорап уға шылтыратты. Уныһы, апаһын ҡыуандырып, тиҙ генә ризалашты.  Мәрйәм  Ләйсәнгә аҡсаһын ғына ебәрҙе, ҡалғанын һеңлеһе  үҙе эшләне.   Туғанына сикһеҙ рәхмәтле булды ул. 

         Юбилейынан һуң  Ләйсәндең  апаһын үҙенә саҡырғыланы булды, әммә Мәрйәм быға тиклем   уға барырға  форсат тапманы.    Был юлы, изге эштәге ярҙамы өсөн рәхмәт әйтергә тип,   ейәнсәре менән икәүләшеп  һеңлеһе йәшәгән ҡасабаға  сыҡтылар ҙа киттеләр.  Ләйсән  уларҙың килеүенә ифрат шатланғандай тойолдо.   Ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршыланы, тәмле итеп һыйланы ул. Уның матур ғына итеп йәшәп ятыуына  ифрат  ҡыуанды Мәрйәм.  Шул көндә, бынан тиҫтәләрсә йылдар  элек булған кеүек,  Ләйсән менән ихлас итеп аралашты улар.  Апаһын оҙатырға сыҡҡас:

- Инәйем менән икегеҙҙең  дуҫлығығыҙ булмау күңелһеҙерәк, - тип

әйтеп ҡуйҙы Ләйсән.

 - Һин  уның аҙым һайын  һайын мине  яманлап һөйләп

йөрөгәнен беләһең дә  инде, - тип яуапланы Мәрйәм.    – Үҙеңде минең урыныма  ҡуйып ҡара әле – һин шундай затың менән    менән аралашырға теләр инеңме һуң? 

- Инәйемдең ҡайһы бер ҡылыҡтарын үҙем дә аңлап етмәйем мин, 

тигәйне  Ләйсән хушлашыр алдынан. 

           Улар бүтән осрашманылар.  Әҙме-күпме ваҡыттан һуң элекке хеҙмәттәштәренән Мәрйәм тағы   Ләйсәндең апаһы ҡасандыр  уны  “ҡыуып  сығарыуы”  тураһында һөйләнеп йөрөүен генә ишетте.  “Алма ағасынан алыҫ төшмәй шул” тип уйлап  ҡына ҡуйҙы ул.

Дауамы бар.

Автор:
Читайте нас