

Былтыр яңы йыл алдынан Мәрйәмгә хаҡлы ялға сығып та өлгөрмәгән берҙән-бер бер туған ҡустыһы Миратты ерләргә тура килде. Уны һуңғы юлға оҙатырға Фәрзәнә апаһы ла килгәйне.
- Һин – атайымдың кинйә улы булдың, - тип телмәр тотто ул
ауылдаштары алдында. – Беҙ бөтәбеҙ ҙә һине ныҡ яраттыҡ. Арабыҙҙан иртә китеп әрәм булдың!
Һуңыраҡ Мәрйәм апаһынан: “Ныҡ яратҡас, ауырып ятҡанында ниңә исмаһам бер тапҡыр килеп туғаныңдың хәлен белмәнең ?” тип һорарға теләгәйне-теләүен. Өндәшмәне. Ваҡлашҡыһы ла, ваҡланғыһы ла килмәне. “Аҙаҡ тағы, әллә нимәләр уйлап сығарып, минең менән булышып йөрөр” тип уйланы.
Ҡустыһын юғалтыу уғата ауыр булды уға. Үҙен: “Аллаһы Тәғәлә яратҡан бәндәләренә ҡайғы-хәсрәтте лә, уларҙы еңеп сығырлыҡ көстө лә бирә тиҙәр бит” тип йыуатырға тырышты. Алтмыш йәше тулып уҙыуға ҡасандыр бик матур йәшәгән ғаиләләренән япа-яңғыҙы тороп ҡалды Мәрйәм. Хәйер, былай тип әйтеү хәҡиҡәткә бик үк тап килеп етмәҫ – туптай ейәнсәрҙәре үҫеп килә уның. Өлкәне Әлиәне үҙе тәрбиәләй. Бәләкәйе Шәүрәне ҡоҙағыйы үҫтерә. Йорттары йәнәш кенә. Ҡыҙсыҡтар бер-береһе менән аралашып үҫәләр. Йөрәге нисек кенә әрнемәһен, уға ныҡ көслө булырға, сабыйҡайҙар өсөн таяныс булырға тырышырға кәрәк. Атаһы яғынан да, инәһе яғынан да “ике туған” ағайҙары һәм апайҙары, ҡустылары һәм һеңлеләре, уларҙың һәр ҡайһыһының балалары ла онотмайҙар Мәрйәмде, шылтыратып хәлен белешеп торалар, Өфөгә юлдары төшкәндә кереп сығырға ла ваҡыт табалар, юбилей йә туй кеүек мөһим ғаилә сараларына ла саҡырмай ҡалғандары юҡ.
ххххх
Яңы йыл башында Мәрйәмгә көтмәгәндә Фәрзәнә апаһының улы Айҙар шылтыратты. Сәғәт киске унынсы ярты ине. Иртә тороп, иртә ятырға өйрәнгән ҡатын, йоҡларға йыйынып, урын һалып йөрөй ине.
- Апай, һин өйҙәһеңме? – тип һораны Айҙар. – Бик күптән һине
күргән юҡ. Һағындырҙың бит әле! Бер әҙгә генә һиңә кереп сығырға рөхсәт итәһеңме?
Рөхсәт итмәгән ҡайҙа инде! Ҡасандыр уның өсөн “апай” тип өҙөлөп тора ине бит уның Айҙар ҡустыһы. Мәрйәм йылдам ғына карауатын ҡайтанан йыйыштырҙы ла, өҫтөнә үҙе яратҡан халатын кейеп алды. Сәй ҡуйып ебәрҙе. Аш бүлмәһенең өҫтәленә һыуытҡысынан алып әҙме-күпме ризыҡ теҙҙе.
Бер нисә минуттан ҡустыһы килеп тә керҙе. Яңғыҙы түгел, Фәнил исемле бер дуҫы менән. Ҡунаҡтар өҫтәл янына ултырыштылар. Береһе лә аҙыҡ-түлеккә ҡағылманы. Уның ҡарауы Айҙар кеҫәһенән башланған “ярты” килтереп сығарҙы ла, рюмка һорап алып, шунда уҡ ҡойоп һемереп тә ҡуйҙы. Дуҫы менән апаһына ла араҡы тәҡдим итте. Фәнил: “Миңә иртәнсәк эшкә” тип, ҡәтғи баш тартты. Мәрйәмдең дә төн яҡынлашҡанда кәйеф-сафа ҡороп ултырырға һис кенә лә теләге юҡ ине.
Бер ни тиклем “ҡыҙып” алғас, Айҙар, дуҫына ҡарап, иҫтәлектәрен һөйләргә тотондо:
- Мин институтта уҡыған йылдарҙа йыш ҡына апайыма бара
торғайным, - тип башланы ул һүҙен. – Ул мине һәр саҡ алсаҡ йөҙ менән ҡаршы алды. Тәмле итеп һыйлай ине. Уның фатирында мин үҙемде инәйем менән атайымдың йортондағы кеүек хис итә инем.
“Үҙе генә килһә бер хәл, иптәштәрен дә эйәртеп алып йөрөй ине бит әле” тип хәтерләне Мәрйәм. Тик был турала бер һүҙ ҙә өндәшмәне.
Апайым хатта, иренмәйенсә, ваҡытын да йәлләмәйенсә,
инәйем менән атайым урынына мин уҡыған институтҡа ата-әсәләр йыйылышына ла йөрөнө. Ләйсән апайым иһә күберәге башкөллө апайымда булды тип әйтергә лә мөмкин. Мәрйәм апайым да, уның ҡыҙы Гөлназ да Ләйсән апайымдан үҙҙәренең затлы-затлы кейем-һалымдарын да йәлләмәй торғайнылар...
“Яҡшылыҡты онотмаған икән туғаным” тип уйлап ҡуйҙы Мәрйәм, ниндәйҙер эске ҡәнәғәтлек тойғоһо кисереп.
Ул арала Фәнил ҡайтып китергә йыйынды. Айҙарҙың туҡтауһыҙ “зәм-зәм һыуын” йотҡолап ултырғанын күреп, Мәрйәм унан:
-Зинһар, үҙең менән бергә алып кит инде дуҫыңды, - тип үтенде.
Уны мин ярты көн машинамда алып йөрөнөм, арыным инде, -
тип кенә яуап бирҙе Фәнил. – Иртәгә иртә торорға кәрәк, эшкә бараһым бар бит. Такси саҡырып ҡайтарып ебәрерһегеҙ, уның аҡсаһы бар, үҙе түләр.
Дуҫын оҙатҡас, Айҙар күҙ алдында бөтөнләй башҡа әҙәмгә әүерелде лә ҡуйҙы. Апаһын аптыратып, уға нәфрәт менән ҡараны ла:
- Һин ниңә минең инәйем менән аралашмайһың? – тип
ҡысҡырып ебәрҙе.
Мәрйәм хатта тертләп китте. “Өфөлә утыҙ йылдан ашыу йәшәйем. Шул дәүерҙә Фәрзәнә апайҙа өс тапҡыр булдым. Һәйбәт ҡабул итә, тәмле итеп һыйлай торғайны. Тик артымдан, минән ниндәйҙер “йөй” табып, яманлап һөйләп йөрөр булды” тип эстән генә хәтерләп алды ул. Ҡулы халатының кеҫәһендәге смартфонға үрелде. Ни өсөн икәнлеген үҙе лә аңлап етмәйенсә, смартфонының диктофонына баҫты. Ауыҙынан:
- Бының сәбәптәре етерлек инде, - тигән һүҙҙәр ауыҙынан
“атылып” килеп сыҡты.
Айҙар уғата енләнеп китте. Төкөрөгөн сәсә-сәсә, Мәрйәмде битәрләй башланы:
- Минең инәйем – атҡаҙанған уҡытыусы! Ә һин кем? Инәйемдең
ире – атайым бар, балалары - беҙ барбыҙ! Ә һинең кемең бар хәҙер? Япа-яңғыҙһың! Бер кемгә лә кәрәгең ҡалмаған!
Мәрйәм Айҙарҙың инәһенән ишеткәндәрен ҡабатлауын аңланы. Сөнки Фәрзәнә апаһының шундайыраҡ һүҙҙәр һөйләп йөрөүен Мәрйәмгә әллә нисәмә тапҡыр еткергәйнеләр инде. Әммә барыбер улына: “Апайыңа барып, янъял ҡуптар” тип өйрәтмәгәндер, моғайын. Әммә уның форсат тыуған һайын Айҙар алдында Мәрйәм менән булышыуы улы өсөн бөгөнгө аҙымға этәргес булғандыр ҙа инде. Айҙарҙың үҙ-үҙен тотошо ла Мәрйәмгә уның инәһенең бынан тиҫтәләрсә йылдар элекке башҡа һыймаҫлыҡ алама ҡыланышын хәтерләтте.
Үҙ алдына ғына: “Ҡасандыр мин дә республика кимәлендә билдәле белгес инем. Исем-фәлән артынан ҡыуғаным булманы. Киреһенсә, форсат булғанда ла үҙем баш тарттым. Кемгәлер кәрәк-кәрәкмәүем хаҡында һеҙ – инәйең дә, һин дә бер нисек тә фекер йөрөтә алмайһығыҙ. Һеҙҙән башҡа ла зат-зәүерем бихисап, дуҫ-иштәрем дә байтаҡ. Иң мөһиме – ейәнсәрем бар”, тип уйланып ултырҙы Мәрйәм. Үҙенең кисерештәрен Айҙарға белдереүҙе кәрәк тип тапманы.
Мәрйәмдең ләм-мим өндәшмәүе Айҙарҙы оторо сығырынан сығарҙы. Ултырғыстан ырғып торҙо ла, йоҙроғо менән өҫтәлгә һуғып ебәрҙе, әшәке итеп һүгенә башланы,
- Һин минең кеше үлтереп төрмәлә ултырып сыҡҡанымды
беләһеңдер бит? – тип аҡырып ебәрҙе.
Мәрйәм ун биш йыл самаһы элек был хаҡта ишеткәйне. Тик һөйкөмлө, яғымлы, итәғәтле туғанының шул хәлгә барып етеүенә һис ышана алмағайны.
– Кеше үлтереү миңә бир ни ҙә тормай! - тип Айҙар Мәрйәмгә яҡынлашты. - Хәҙер ошонда үҙеңде быуам да үлтерәм! Дөмөккәнлегеңде бер кем дә белмәҫ тә!
Апаһын, ике беләге араһына ҡыҫып, стенаға һырыҡтырҙы. Өркәктәрҙән түгел Мәрйәм. Әжәлдән дә ҡурҡмай ул. Шулай ҙа әле уның ныҡ ҡото осто. Сөнки ул, үҙе менән бер-бер хәл була ҡалһа, ейәнсәрҙәренә, бигерәк тә өлкәненә, ныҡ ауыр булыр тип хәүефләнә ине. Эстән генә Аллаһы Тәғәләнән ярҙам һораны. Шул саҡ аш бүлмәһенә ейәнсәре Әлиә килеп керҙе. Әхирәтенең тыуған көнөнә киткәйне ул. Айҙарҙың боларыуы арҡаһында Мәрйәм ейәнсәренең ишекте үҙ асҡысы менән асҡанын да ишетмәй ҡалған. Әлиәне күргәс тә Айҙар бөтөнләй икенсе кешегә әүерелде. Апаһынан ситкәрәк тайпылды ла, ауыҙын йырып:
- Ҡайһылай ҙур үҫеп киткәнһең, туғаным! – тип бер нимә лә
булмаған төҫлө һөйләнә башланы. – Мин һине бәләкәй генә сағыңда күргәйнем бит!
Әлиә, үҙен ҡосаҡларға ынтылған Айҙарҙан тайшанып, ҡәртнәһенә барып һырыҡты ла:
- Ниңә был ағай шул тиклем ныҡ тауышланды ул? Ә һинең
ниңә кәйефең юҡ? Был әҙәм кем? Ниңә ул һине рәнйетеп маташа? – тип һорау артынан һорау “яуҙырҙы”.
- Юҡ-юҡ, бөтәһе лә һәйбәт, - тип һүҙ ҡыҫтырҙы Айҙар.
Әлиә уға әйләнеп тә ҡараманы. Ҡәртнәһенең сәстәренән
һыйпап, һүҙен дауам итте:
- Мине дуҫтарым оҙатып килгәйнеләр, беҙҙең фатирыбыҙҙа
кемдеңдер шау-шыу ҡуптарыуын аңланылар ҙа: “Бәлки, ярҙамыбыҙ кәрәк булыр” тип, ишек төбөнә тиклем килделәр. Әле улар шунда торалар. Саҡырайыммы?
Кәрәкмәй, балаҡайым, - тип яуап бирҙе Мәрйәм. – Ә был әҙәм
ҡасандыр минең - туғаным, инәйеңдең - ағаһы, ә һинең - быуайың була торғайны. Бөгөндән алып ул беҙҙең өсөн бөтөнләй сит кеше!
Үҙен ҡулға алып, тынысланып өлгөргәйне инде ул. Халатының кеҫәһенән смартфонын сығарып, диктофонына “баҫты”. Аш бүлмәһендә тағы бер тапҡыр: “Кеше үлтереү миңә бер ни ҙә тормай! Хәҙер ошонда үҙеңде быуам да үлтерәм!” тигән һүҙҙәр яңғыраны. Ҡапыл айнып киткән Айҙар, йылдам ғына кейенеп, башын аҫҡа эйеп, шәп-шәп атлап сығып китте...
Мәрйәм: “Шулай ҙа ҡайһы бер төштәргә иғтибарлыраҡ булыу
зарур икән” тип уйланы. Һис нимәгә ҡарамаҫтан, апаһына ла, уның балаларына ла рәнйемәне ул. Әммә, уларға бәйле кисерергә тура килгән хәл-ваҡиғаларҙы барлап, “үҙҙәренә аш менән атҡанға һиңә таш менән атыусы” туғандарҙың булғандан булмағаны хәйерле тигән үҙе өсөн бик мөһим һығымтаға килде. Шулай итеп, бер нимәгә лә ҡарамаҫтан, үҙенең күңеле түрендә әле булһа “быҫҡыған” апайлы булыу хыялынан тамам ваз кисте ул...
Аҙағы.