Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Әҙәбиәт һәм ижад
7 Сентября 2022, 04:00

Ташлыларҙың ҡыуанысы сикһеҙ

Бында балалар өсөн генә түгел, йәштәргә, ололарға ла килеп ял итеп ултырырға уңайлы.

Ташлыларҙың ҡыуанысы сикһеҙТашлыларҙың ҡыуанысы сикһеҙ
Ташлыларҙың ҡыуанысы сикһеҙ

Һуңғы ваҡытта йәйғор кеүек төрлө төҫтәр менән балҡып ултырған майҙансыҡтар булдырылып, улар тирә-йүнгә йәм биреп, йәшәйеште күрһәтеп торған төҫлө. Бындай майҙансыҡтарға кемдең күҙе ҡыҙмаһын да, кем уның эргәһенән иғтибарһыҙ үтеп китһен инде. Ана, Ғафури Ташлы ауылында асыласаҡ спорт һәм балалар уйын майҙансығын да балалар түҙемһеҙлек менән көтөп, ололар ҙа уны асыу тантанаһына сәскәләр тотоп килгән ине. Шатланмаҫлыҡ та түгел шул, хатта ҡаланан каникулға ҡайтҡан балаларҙы ла көнләштерерлек шул был майҙансыҡ.

Ташлы ауыл биләмәһенең “Ташлинка” ауыл биләмәһе үҫешенә ярҙам Фонды 2020 йылда теркәлгән. Уның директоры булып ауыл китапханаһы китапханасыһы Евгения Сергеевна Флячинская тора. 2021-2022 йылдар эсендә Президент гранттары Фонды конкурсында өс еңеүгә өлгәшкәндәр. Үткән йылда “Ауыл китапханаһы – ижад, үҙенә тартыусы урын” проектын тормошҡа ашырып, бында отҡан 481 мең һум грант аҡсаһына 2020 йылда янып көлгә әйләнгән китапхананы тергеҙгәндәр. Әлеге көндә проекттарҙы бойомға ашырасаҡ коммерциялы булмаған ойошма ике проект - “Ауылда йәшәүселәргә – уйын, спорт һәм һаулыҡты нығытыу майҙансығы”на 1 миллион 226 мең һум һәм уның да-уамына 403 мең һум Президент гранты алыуға өлгәшкәндәр. Проекттарҙың дөйөм хаҡы 1 миллион 629 һум булған. Ошо проекттарҙы тормошҡа ашырып,
ауылда уйын һәм спорт майҙанын үҙ эсенә алған күп функциялы спорт майҙансығы барлыҡҡа килгән. Спорт майҙансығында, баскетбол һәм волейбол, минифутбол уйнау урындары керетелгән, икенсе өлөшөндә уйын ҡоролмалары, балалар һәм атай-әсәйҙәр өсөн эскәмйәләр ҡуйылған. Сәскәләр ҙә ултыртылған. Бында балалар өсөн генә түгел, йәштәргә, ололарға ла килеп ял итеп ултырырға уңайлы. Шулай уҡ майҙансыҡ сетка менән уратып алынып, яҡтыртылған. Өҫтәп, балаларға уйнарға ҡомлоҡ эшләнгән, скандинав йөрөшө өсөн 15 пар таяҡ та алынған.
Майҙансыҡты асыу тантанаһында фонд директоры Евгения Флячинская йыйылыусыларға проект тураһында, уның ярҙамында нимәләр алыныуы хаҡында ентекләп һөйләп, ярҙам итеүселәргә Рәхмәт хаты һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Район хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары Ирина Анатольевна Небогатова ауыл халҡын ошондай майҙансыҡтар асылыу тантанаһы менән ҡотланы һәм район хакимиәте башлығы Фәнзил  Сыңғыҙов исеменән Евгения Сергеевнаға Маҡтау ҡағыҙы тапшырҙы. Ташлы ауыл биләмәһе башлығы Сергей Владимирович Сорокотяга биләмәлә ошондай майҙансыҡ барлыҡҡа килеүенә үҙ ҡыуанысын белдерҙе һәм ҡулдарынан килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙған бер төркөм кешеләргә Рәхмәт хаттары тапшырып, киләсәктә лә шулай бергә һәм берҙәм эшләргә саҡырҙы. Ауыл старостаһы Виталий Узелков та матур теләктәрен еткерҙе һәм балалар уйын майҙансығына бүләк бирҙе.
Һуңынан балаларҙың сағыу сығыштары, Татьяна Ишбулдинаның йырлауы был байрамды тағы ла йәмләне.
Был майҙансыҡҡа ҡарап, ауылдарға йәм биргән ошондай урындар һәр ерҙә булып, ул балалар тауышына күмелһен, сәләмәт йәшәүҙе онотмаһаҡ ине, Алла бирһә, тигән теләктәр ҙә күңел түренән урғылды.

Әлфиә ВӘЛИЕВА.

Сығанаҡ: "Табын" гәзите.
 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

 

Автор:
Читайте нас