Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
17 Сентябрь 2022, 17:00

Ултырырға ине икәү генә Сынтимер ЮЛЫЕВ

Үҙ бәхетең ҡороп буламы һуң Ергә тапап кеше бәхетен!

Ултырырға ине икәү генә            Сынтимер ЮЛЫЕВУлтырырға ине икәү генә            Сынтимер ЮЛЫЕВ
Ултырырға ине икәү генә Сынтимер ЮЛЫЕВ

Тәҡдир


Ултырырға ине икәү генә,
Күҙҙәреңә бағып күҙҙәрем
Асыр инем шул саҡ йөрәгемдә
Һиңә булған нескә һүҙҙәрем

Юҡ, тиерһең бер тартыныу менән
Кәрәкмәйҙәр инде был һүҙҙәр!
Мин туҡтармын аңлап ҡарашыңдан –
Юҡ , алдамай мине был күҙҙәр

Килешмәйҙер хәҙер ҡоло булыу
Йәштәгеләй ярһыу хистәрҙең!
Әйтмәм һиңә оҙаҡ торғанымды
Тулған айға бағып кистәрҙә

Беҙ бит хәҙер яңғыҙ түгел – аңла!
Үткәргәнбеҙ ауыр – рәхәтен
Үҙ бәхетең ҡороп буламы һуң
Ергә тапап кеше бәхетен!

Ғүмер итеү йөрәк ҡушҡанынса -
Был әмәлдәр хастыр йәштәргә
Аҡыл көсөн хәҙер алға ҡуйып.
Беҙгә кәрәк инде йәшәргә!

Дөрөҫ һүҙгә яуап бармы инде –
Түҙәң индә түҙгәс күбенә!
Йәшәрбеҙ шул, элеккесә бикләп,
Был хистәрҙе күңел төбөнә!

Ә һин һаман йәштәгеләй һылыу
Сибәрерәк яһай һырҙарың!
Ә йөрәкте тыйып буламы һуң –
Һаман көйләй һөйөү йырҙарын!

Ни эшләйһең : ҡабул итәм инде.
Һоҡландыра үткер аҡылың!
Шуға күрә яратамын һине,
Шуға күрә бик тә яҡынһың!

Ни ҡылаһың : әйтер яуабым юҡ –
Бәлки. тәҡдиребеҙ шулайҙыр!
Аҡыл менән әгәр фекерләһәң
Ошо тормош беҙгә ҡулайҙыр!

Көҙ мәле
Ни өсөндөр көҙҙөң мәле етһә
Моңһоу хистәр баҫа күңелде
Өймәкләшкән ҡурғаш төҫлө болот
Бик йыш ҡаплай минең күгемде

Ауыр баҫҡан болоттарҙы ярып,
Һирәк кенә сыға ҡояшы
Йәйҙекеләй ҡуйы ҡыҙыл түгел :
Һоҡландырмай уның байышы

Тәбиғәттең кеше бер өлөшө –
Ул бит нисек – беҙ ҙә шул инде!
Үтеп киткән йәмле йылы йәйгә
Алмаш булып алтын көҙ килде!

Хасил булған төрлө хис – тойғоно
Ҡапыл ғына ҡыйын аңлауы
Алмаштырҙы һандуғастың моңон
Һаубуллашҡан торна сыңлауы

Гүзәл яҙҙың шытҡан бөрөләре
Сәскә булып йәйен яралды
Күңелдәге йәйҙең булған йәме
Көҙҙөң һарыһында юғалды

Мәле килер – көҙҙө оҙатырбыҙ :
Ҡыштың бәҫен тағы күрелер
Яҙған булһа тағы күңелемдә
Шытып сығар яҙғы бөрөләр!

Милли кейем
Милли кейем кейҙе бөгөн башҡорт -
Ҡайтыуымы микән асылға ?
Әкиәттәге тылсым – ҡөҙрәт менән
Әүерелде ҡапыл аҫылға!

Милли кейем ҡатын – ҡыҙҙы биҙәй
Сибәрерәк итеп йөҙҙәрен
Һоҡландым мин зифа буй – һынына,
Айырыла алмай күҙҙәрем!

Кейемдәге биҙәк – нағыштары
Асыҡ әйтеп бирә ырыуҙы
Атлағанда сыңлай тәңкәләре,
Сихри күҙҙән һаҡлап һылыуҙы!

Милли кейем кейгән ир – егеттәр –
Дәрәжәле нисек һындары!
Билендәге яҫы ҡайыштары
Һорай кеүек ҡылыс ҡындарын

Нисегерәк олпат атлап бара,
Һығылдырып баҫҡан ерҙәрҙе!
Милли кейемдәге ир – ат һыны
Һоҡландырмай икән кемдәрҙе!

Ошо бер көн кинәт асып һалды
Башҡортомдоң бөтә булмышын
Ҡыуандым мин бөгөн, тойоп уның
Ҡеүәт менән тулған һулышын!

Юҡҡа сыҡмаҫ һис тә минең халҡым,
Йығылһа ла баҫыр киренән!
Йәшәп ятыр көс – ҡеүәтен йыйып,
Үҙе торған тыуған еренән!

Ә шулай ҙа килә ышанғы
Һәр саҡ иҫтә йәмле бала саҡтар
Нисек татлы ине хыялдар!
Йәмгә тулған ине бөтә донъя
Мауыҡтырғыс ине уйындар!

Ҡыуандыра ине һәр бер әйбер
Сөм күк ине өҫтә күгебеҙ
Көләс ине уның ҡояшы ла
Бик бәхетле инек үҙебеҙ!

Егелһәк тә тормош арбаһына
Биштән быуып алып билеңде
Күңел менән һаман беҙ йәшәйбеҙ
Ошо бала саҡтың илендә!

Һәр кем йәшәй үҙ тормошо менән
Төрлө юлдар менән үтәбеҙ,
Ә шулай ҙа һаман бала һымаҡ,
Күктән мөғжизәләр көтәбеҙ!

Һуҡҡан саҡта тормош ҡырауҙары
Теҙләнһәк тә ергә үҙебеҙ
Ниндәйҙер бер оло хикмәт көтөп,
Алға баға беҙҙең күҙебеҙ!

Күпме йылдар инде үтеп киткән
Беҙ бит хәҙер өлкән – ҡасанғы!
Күңел менән һаман бала – саға :
Мөғжизәгә килә ышанғы!

Көтмәгәндә ҡапыл килер кеүек
Һуҙыр кеүек йылы ҡулдарын
Бүләк итер кеүек саф күңелдән
Был доъяның бәхет юлдарын!

Ҡыҫҡан саҡта тормош ауырлығы,
Йығылғанда ергә илереп,
Тирә – юнгә шул саҡ беҙ бағабыҙ
Көтөп, мөғжизәнең килерен!

Ауыр баҫһа тормош, тыуа теләк :
Ауыр йөктән килә бушанғы –
Оса хыял бала саҡ иленә :
Мөғжизәгә килә ышанғы!

Автор:
Читайте нас