Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
23 Сентябрь 2022, 13:50

ҒӨШӨР САҘАҠАҺЫ БИРҘЕГЕҘМЕ?

Ярлылыҡ та, байлыҡ та – Аллаһтан һынау. Иманлы кеше ошоно аңлап, бөтә нәмәлә - байығыуында ла Аллаһтың рәхмәтен күреп, байлығының үҙенеке түгел , ә Аллаһтыҡы икәнен танып, шөкөрана ҡылып һәм рәхмәт әйтеп, Аллаһ биргән байлыҡтан ярлылар өлөшөнә сығым сығарырға тейеш.

ҒӨШӨР САҘАҠАҺЫ БИРҘЕГЕҘМЕ?
ҒӨШӨР САҘАҠАҺЫ БИРҘЕГЕҘМЕ?

Ғөшөр саҙаҡаһы шундай саҙаҡа – ул уңыштың (урожай) ундан бер өлөшө итеп бирелә. Ғөшөр саҙаҡаһын кемдәрҙең үҙ баҡсаһы бар, кемдәр йәшелсә-емеш үҫтерә , бал ҡорто тота – шулар бирә.
Ғөшөр саҙаҡаһы ундан бер өлөш итеп кеше ҡатнашлығынан тыш (һыу һипмәй үҫтергән) нәмәнән бирелә, ә һыу һибеп, ҡарап-тәрбиәләп үҫтергән нәмәнән 1/20 өлөшө саҙаҡа итеп бирелә. Хәҙисәтә килтерелә: “ Ерҙә үҫкән нәмәнең 1/10 өлөшөнән зәкәт бирелергә тейеш”. (әс- Сирахи).
“ Ямғыр йәки йылға һыуы менән һуғарылған уңыштың 1/10 өлөшө ғөшөр итеп бирелергә тейеш, ә кеше мал ярҙамында (ат, һыйыр менән) ерҙе эшкәртһә, 1/20 өлөшөн”. ( Мөслим).
Хәнәфи мәҙһәбе буйынса (беҙҙең мәҙһәб) ғөшөр бөтә ауыл хужалығы культураларынан, балдан бирелә (уларҙың төрөнә һәм уңыштың күләменә ҡарамай).
Ҡөрьәндең “ Баҡара “ сүрәһендә (267-се аят) быға ишара бар: “ Эй, һеҙ, иман килтергәндәр! Йыйған малдарығыҙҙың иң затлыларын ғына һәм һеҙҙең өсөн ерҙән сығарғандарыбыҙҙан ( Аллаһ ризалығы өсөн саҙаҡа, хәйер, зәкәт биреп) сарыф итегеҙ. Күҙ йомоп (сырайығыҙҙы һытып, ризаһыҙ ғына, теләр-теләмәҫ кенә)алырҙай затһыҙ малды (аҡсаны, әйберҙе һ.б.) хәйергә бирмәгеҙ ( үҙегеҙгә оҡшамаған, ғәмәлгә яраҡһыҙ мал хәйергә бирелмәҫ). Белеп тороғоҙ, Аллаһ сикһеҙ бай һәм маҡтауға лайыҡ.”
Ғөшөр саҙаҡаһын кемгә бирергә? Ғөшөр саҙаҡаһы мохтаждарға бирелә. Уларға инвалидтар, күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр, оло кешеләр инә. Шулай уҡ ғөшөр саҙаҡаһын социаль учреждениеларға һәм дини уҡыу йорттарына, бурыслыларға, мосафирҙарға (юлсы) бирергә мөмкин.
Ярлылыҡ та, байлыҡ та – Аллаһтан һынау. Иманлы кеше ошоно аңлап, бөтә нәмәлә - байығыуында ла Аллаһтың рәхмәтен күреп, байлығының үҙенеке түгел , ә Аллаһтыҡы икәнен танып, шөкөрана ҡылып һәм рәхмәт әйтеп, Аллаһ биргән байлыҡтан ярлылар өлөшөнә сығым сығарырға тейеш.

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА. 

Фото: com

Автор:
Читайте нас: