Шоңҡар
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
24 Сентябрь 2022, 16:00

Туй алдынан Фәрғәт ҒӘЛИН

Уның атаһы ла үҙенеке түгел шикелле әле ул...

Туй алдынан               Фәрғәт ҒӘЛИН
Туй алдынан Фәрғәт ҒӘЛИН

Улыбыҙҙың туйы булырға тейеш ине. Әҙерләнәбеҙ. Туғандар килеп хәл белешеп китә. Ҡасан буласағы менән ҡыҙыҡһыналар. Әлегә көнөн теүәл генә билдәләмәгәнбеҙ. Бер көн шулай һеңлем инеп сыҡты. Әлеге шул туй  тураһында һорашырға:
- Үҙегеҙ килмәгәс, килдем әле, хәлегеҙҙе белгән дә юҡ, - тип һүҙ башланы ул.
Ҡатыным яратып ҡараған сериал бара ине.
- Бынау киноны ҡарап бөтәйек тә, сәй эсербеҙ. Хәҙер бөтә ул, күп ҡалманы, - тип һеңлемде ҡаршыланы ул. Һеңлем дә телевизор ҡаршыһына ултырҙы.
Кино ҡарай-ҡарай үҙ хәбәрен һөйләп ултырҙы. Шунан һүҙ ыңғайында һорап ҡуйҙы:
- Туй ҡасан була?
Ҡатын инде уйҙары, аңы менән телевизорҙа барған хәл-ваҡиғалар ағышына инеп киткән ине. Ишетмәгәс, һеңлем ҡысҡырыбыраҡ яңынан һораны.
- Булды бит инде, - тине ҡатыным.
- Булды? Ҡасан? – ғәжәпләнеүҙән һеңлем ауыҙ асып шаҡ ҡатты.
- Үткән аҙнала булды бит, күрмәнең меней?
Күрәм, һеңлемдең йөҙө үҙгәреп китте.
- Нишләп улай ҡапыл ғына? Элек бындай эште туғандар менән кәңәшләшеп хәл итә торғайныларсы. Шунда ҡатын һеңлем йығылып китерҙәй һүҙ әйтте:
- Уның бит туғандары юҡ...
Тегенеһе бер ағарҙы, бер күгәрҙе. Һүҙ тапмай бер булды.
-Ә беҙҙе кемгә һынайһың? – тип әйтергә ауыҙын ғына асҡан ине, ҡатын:
- Уның атаһы ла үҙенеке түгел шикелле әле ул, - тип һалмаһынмы?!
Һеңлем бөтөнләй шаңҡып ҡалды, иҫе китеп миңә ҡарай. Мин көлөп ебәреүҙән саҡ тыйылып ҡарашымды ситкә алам...
Был ваҡиғанан һуң күп йылдар үтте. Туй мәшәҡәттәре күптән онотолдо, ә теге сериалды һаман иҫкә төшөрәбеҙ. Сериалдағы туй нисек уҙғандыр, белмәйем, беҙҙеке гөрләп үтте. Һеңлем инде туйҙың уртаһында йөрөнө.

Фото:love-gid.ru

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: