Шоңҡар
+2 °С
Ясно
Әҙәбиәт һәм ижад
1 Октября 2022, 17:00

Бөгөн байрам Сынтимер ЮЛЫЕВ

Йәлләмәгеҙ күңел йылығыҙҙы,Ҡыуандырып яҡын кешене!

Добавить в предпочтительные источники Google

Байрам көнө бөгөн килеп еткән –
Ҡотлау ҡабул итә ололар!
Шатлыҡ менән тулған күңелдәре,
Һәр береһе торғас ололап!

Тик бер теләк : ошо һоҡланғыс мәл
Барһын ине йылы буйына!
Ата – әсәләрен балалары
Сығармаһын ине уйынан!

Шылтыратып һәр көн, хәлен белеп
Йәлләмәйсә йылы һүҙҙәрен!
Эх күрһәгеҙ ине ололарҙың
Нисек яҡтырғанын йөҙҙәре!

Улар һеҙҙән күп тә һорамай бит –
Күңелдәре инде нескәргән
Кемеһелер инде ныҡ ҡартайған,
Кемеһелер әле сөс кенә!

Йәлләмәгеҙ күңел йылығыҙҙы,
Ҡыуандырып яҡын кешене!
Мәле килер – һеҙ ҙә етерһегеҙ
Берәй ваҡыт улар йәшенә!

Бөгөн байрам  Сынтимер ЮЛЫЕВ
Бөгөн байрам Сынтимер ЮЛЫЕВ
Автор:
Читайте нас