Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
1 Октябрь 2022, 15:28

ХАЛЫҠ-АРА ҠОЛ ҠЫҘҘАР БАҘАРЫ

Тап шундай әхләҡһеҙ ир-егеттәр махсус рәүештә «тигеҙлек», «азатлыҡ» хаҡындағы уйлап сығарылған идеяларҙы алға һөрә лә инде. Сөнки улар һинең матурлығың менән сафлығыңды урларға, татып ҡарарға теләй. Матурлығыңды данлайҙар ҙа ул, әммә, татып булыр нәмәләреңде татып бөткәс, улар өсөн һинең ҡыҙығың ҡалмай.

ХАЛЫҠ-АРА ҠОЛ ҠЫҘҘАР БАҘАРЫХАЛЫҠ-АРА ҠОЛ ҠЫҘҘАР БАҘАРЫ
ХАЛЫҠ-АРА ҠОЛ ҠЫҘҘАР БАҘАРЫ
Кейен, башҡорт ҡыҙы!
 
Хәҙерге студент университетта нимә эшләй? Был турала уйланғанығыҙ булмаһа, АҠШ-та уҙғарылған һорау алыу һөҙөмтәләренә күҙ һалайыҡ. Тәүҙә 1967 йыл мәғлүмәте. Һорау: «Белем алыуҙың төп файҙаһы нимәлә тип уйлайһығыҙ?» Йәштәрҙең 67 проценты - «аңлайышлы ғүмер философиямды булдырыу», 33 проценты иһә «бер тау аҡса эшләргә өйрәнеү» тигән. Шул уҡ һорауҙы 2000 йылда Вашингтон университеты студенттарына биргәндәр. Яуаптар: 42 процент – «төҫкә-башҡа һылыу булыу», 18 процент – «һәр ваҡыт күтәренке кәйеф», 6 процент – «белем алыу». Күреүегеҙсә, 30-40 йыл эсендә тулыһынса йәштәрҙең, һөҙөмтәлә - халыҡтың да, донъяға ҡарашы алышынған. Элекке ҡиммәттәр урынына «яңылары» килде. Һәм күп осраҡта ҡиммәттәр енси нәфсене туйындырыуға ғына ҡайтып ҡала башланы.
 
Популяр сериалдарҙың сюжеты енси дуҫтарҙы аҙна һайын алыштырыуға ҡоролған. «Тиле»йәшниктәге шоуҙа тамашасыларға ҡатнашыусының енесен дөрөҫ әйтергә тәҡдим итәләр: был «хомосапиенс» ҡатынмы ул, әллә хирургтар үҙгәрткән «ирме»? Ә ҡатын-ҡыҙ күкрәген ҡырҡып, уны силикон менән тултырыу – бөгөн теште ямау кеүек ғәҙәти күренеш. Порнографик журналдар менән порнофильмдар һәр мөйөштәге кибеттә һатыла...
 
«Алдынғы ҡарашлылығы» менән бар донъяға «өлгө» булып торған бөгөнгө Америка ҡыҙы бөгөн һуғанды һарымһаҡтан айыра алмай, ә тырнаҡ-сәс буярға, пластиктан күкрәк яһарға, тәненең тишергә мөмкин һәр урынын тишергә, татуировкалар эшләтергә һ.б. - «һә» тигәнсе. Һорау: бындай «ҡатын-ҡыҙ»ҙың йәмғиәт үҫеше өсөн ниндәй файҙаһы бар?
 
Фәхишәләр үҙҙәрен «секс эшселәре» тип атай, һәм был «эш» бөгөн иң тиҙ үҫешкән һөнәргә әүерелгән. Гәзит-журналдар иһә был тәңгәлдә аралашсы ролен башҡара – енси хеҙмәтләндереүҙе ҡайҙан алырға өйрәтә. Хатта тәү ҡарашҡа ябай журналдар ҙа үҙҙәренең эстәлеген енсигә алыштыра башланы. Мәҫәлән, спорт журналдары тик купальниктарға бағышланған, хатта абруйлы география журналы «Нэйшнел Джеографик» кеүектәр ҙә тулыһынса яланғас кешеләр фотоһүрәттәренән генә торған һандар сығара.
 
Кеше телевизорҙы күпләп ҡараған киске ваҡытта күрһәтелгән телетапшырыуҙар статистикаһына күҙ һалайыҡ. 1989-ҙан алып 1999-сы йылға тиклем дөйөм алғанда телевиде- ниела секс һүҙе – 3, енси ағзаларҙың исемдәре – 7, һүгенеүҙәр – 5, «зәңгәрҙәр» төшөнсәһе 24 тапҡырға йышыраҡ әйтелә башлаған. 1999 йылда һүгенеү, секс, енәйәт һүҙе сәғәтенә 10, ә 2002 йылда – 22 тапҡыр әйтелгән. Үҫмерҙәрҙең яратҡан телеканалы МТВ-ла был һүҙҙәр сәғәтенә 75 тапҡыр әйтелә, йәғни - минут һайын.
 
Һөҙөмтәлә бөгөн Көнбайыш илдәрендә простатит, импотенция, простатаның яман шеш сире менән ауырыусылар һаны артты. Әммә, иғтибар, был сирҙәр мосолман илдәре ирҙәрендә бөтөнләй күҙәтелмәй тиерлек. Сөнки Европа менән Америка ҡатындары күп осраҡта ярым шәрә йөрөй, ә мосолман халыҡтарында ҡатын-ҡыҙ - кейем аҫтында. Белегеҙ: ҡатын-ҡыҙҙың ярым шәрә йөрөүе ир мейеһенә наркотик кеүек тәьҫир итә. Һәм сәғәт һайын тиерлек енси теләге уянып та, уны ваҡытында ҡәнәғәтләндерә алмаған ирҙә «үҙ-үҙен ҡоротоу» механизмы тоҡанасаҡ. Медиктар билдәләүенсә, әгәр ҙә Көнбайыш мәҙәниәте һәм уларҙан үрнәк алыусы башҡа ҡатын-ҡыҙҙар оялсаныраҡҡа әйләнмәһә, яҡын киләсәктә ирҙәрҙең ирҙәр булараҡ юҡҡа сығыуы ихтимал.
 
Ябай бер һорау ҡалҡып сыға: бөтә был күренештәр үҙенән-үҙе хасил буламы ул, әллә быға махсус ҡоролған сәбәптәр ғәйеплеме?
 
 
ЖУРНАЛ ТЫШЫНДАҒЫ ҠЫҘ
 
 
«Ысынлап та, мин хәҙерге донъяның ҡатын- ҡыҙҙарыбыҙ өсөн ҡәбер ҡаҙыуын, аҙаҡ уларҙы шунда күмгәнен, һәм алдарында, хөрмәт күрһәткән булып, эшләпәһен сисеүен күрәм...» – тип яҙа яҙыусы Яман Сибаи үҙенең «Яралар өҫтөндә бейеүселәр» әҫәрендә. «Ҡол ҡатындар баҙарында» һәр ваҡыт шундай төр әҙәмдәрҙе осратырға мөмкин: улар тәүҙә кешене үлтерә, ә аҙаҡтан уның табуты артынан атлай. Һәм ҡатын- ҡыҙҙы ла бөгөн, йәнәһе, «азатлыҡ» өсөн тигән булып, үлтерәләр. Әй, ҡатын-ҡыҙ! Һине бит аҙғынлыҡты рөхсәт итеүсе секс баҙарында тауар кеүек һатып-һатып алып, фәхишәгә ҡараған һымаҡ ҡарайҙар, ә үҙҙәрен улар «тәрбиәле» тип иҫәпләй. Азатлыҡ, ирҙәр менән «тигеҙлек» тип ышанып, ысынында һине яҡлап маташҡандарҙы ҡарғап, һине ҡол итеүселәргә мәҙхиә уҡыйһың. «Азатлыҡ» һүҙенә ҡыуанаһың, ә уның артында ауыр сынйыр ята түгелме?
 
Ҡайһы бер ирҙәр тышында матур ҡыҙ төшөрөлгән журналды һатып алырға ынтыла, ә эсендә был ҡыҙ хаҡында бер-ике генә юллыҡ һүҙ яҙылған. Был нәшриәт тә, тимәк, журналдың кәштәләрҙә һатылмай ятыуын теләмәй. Тимәк, һылыу ҡыҙҙар - килемле тауар. Ошо тауар ярҙамында улар ҡый тулы баҫманы меңләгән дана менән таратып, кеҫәһен ҡалынайта.
 
Һин ошо килемдең күпмелер өлөшөнә дәғүә итә ала инең. Ә ысынында нимә менән тороп ҡалдың? Ваҡытлыса популярлыҡмы? Уғата ҙур уңыш түгел. Журналдың был һаны сүп- сар һауытына барып ятасаҡ, ә уҡыусылар түҙемһеҙләнеп киләһе һандағы ҡыҙҙың рәсемен көтәсәк. Йәғни һин тауар булараҡ һатыусыға ла, һатып алыусыға ла бер ниндәй ҡиммәтлек килтермәйһең. Етмәһә, психолог- тар ҙа, бүтәндәр ҙә, журнал тышындағы ҡыҙҙар - фәхишәлекте популярлаштырыусылар, тигән ҡарашта.
 
 
СЕПРӘК ҺАТЫУСЫ РЕКЛАМА
 
 
Берәй компания үҙенең етештергән тауарының рекламаһын йә иғлан баҫҡанда йыш осраҡта бер-ике сепрәк менән генә ҡапланған һөйкөмлө ҡыҙҙың һүрәтен ҡулланыусан. Әйтәйек, машина тәгәрмәстәрен һатыусы магазин. Рекламаһында – тәгәрмәсте ҡосаҡлап ултырыусы бикини кейгән ҡыҙ. Бындай реклама сығарыуҙан киң мәғлүмәт саралары ла шулай уҡ күп кенә аҡса эшләй. Бында кемде һаталар һуң: шул тауарҙымы, әллә һинеме? Күп ирҙәр, ошо күренештәр һөҙөмтәһендә, ҡатын- ҡыҙ яҙмышы хаҡында бер ҡасан да ҡайғыртмай. Сөнки, йәнәһе, ҡатын-ҡыҙ – һатыуға, ҡулланыуға тәҡдим ителгән ябай тауар. Ир кешеләр өсөн тәҡдим ителгән...
 
Һин – тауар... Төрлө йәштәге һәм төрлө кеҫә ҡалынлығындағы ирҙәр һатып алған тауар. Улар үҙҙәрен тәрбиәле, тәртипле, ә һине үҙ-ара һөйләшеүҙәрендә «аҙғынлашҡан бисә» тип кенә атай. Ундайҙар йәмғиәттең төрлө үрҙәрен яулай, байлыҡҡа һәм уңышҡа ирешә, ә һин, улар артынан эйәргән булып, түбән ҡатламға тәгәрәйһең. Һинең менән «яҡшы ғаиләнән» сыҡҡан берәү нәфсеһен туйҙыра ла, һине икен- се ир ҡосағына ҡалдыра. Улар һинең менән уйнай, ҡатын булыуыңдан ләззәт ала. Йәш, ирҙәрҙе үҙеңә тартып торған мәлеңдә һинең алдыңда бар ишектәр ҙә, бар кеҫәләр ҙә шулай асыҡ та ул... Ләкин көндәр, айҙар, йылдар ағыр, ғүмер уҙыр. Матурлығың юғалыр, ә һине һыйындырыр, һине ихлас яратыр кеше табылырмы?
 
Йәш егеттәр, бөгөнгө аҙғын ҡағиҙәләргә ярашлы, бер ыңғайы хатта 10 ҡыҙҙы ла ярата ала. Бер көн эсендә уның ике-өс ҡыҙҙы ҡосаҡлап, ирендәренән үбеп, «яратам» тип әйтеүе ихтимал. Һинең менән аралашҡандан һуң, икенсеһенә, ...туғыҙынсыһына шылтырата. Ә һинең өсөн иһә ул берәү генә булырға тейеш, юҡһа ул бит һине бүтән егеттәр араһында «кәнтәй», «ҡулдан ҡулға йөрөүсе» тип атаясаҡ.
 
Тап шундай әхләҡһеҙ ир-егеттәр махсус рәүештә «тигеҙлек», «азатлыҡ» хаҡындағы уйлап сығарылған идеяларҙы алға һөрә лә инде. Сөнки улар һинең матурлығың менән сафлығыңды урларға, татып ҡарарға теләй. Матурлығыңды данлайҙар ҙа ул, әммә, татып булыр нәмәләреңде татып бөткәс, улар өсөн һинең ҡыҙығың ҡалмай. «Матурлыҡ батшабикәһе» тип «таж кейҙерәләр», әммә, һөйкөмлөлөгөң йылдар еленә осҡас, «йәмһеҙһең» тиеп һуҡраналар. Улар өсөн инде яңы йәш ҡыҙҙар, татлы һүҙҙәргә ышанып барған яңы иҫәркәйҙәр кәрәк.
 
Нимә теләйһең, нимә көтәһең һин уларҙан, әй, ҡатын-ҡыҙ?..
 
МИН – «ИҢ» МАТУРЫ
 
Иң билдәле актриса, күп кенә киноларҙа ирҙәрҙе аҙғынлаштырыусы ханым ролен уйнаған Мерилин Монро, үҙ-үҙенә ҡул һалыр алдынан, Нью-Йорк банкыһындағы сейфына ошондай хәтирә-ҡағыҙын яҙып ҡалдыра: «Данлылыҡтан һаҡланығыҙ, яҡты лампаларҙың яҡтылығынан сыҡҡан алдаҡтан йәшенегеҙ. Мин – донъялағы иң бәхетһеҙ ҡатын-ҡыҙ... Үҙ өйөмдә, үҙ ғаиләм менән йәшәргә теләһәм дә, мин, ирҙәргә алданып, әсәй була алманым. Ҡатын- ҡыҙҙың асыл бәхете – әсә булыу. Минең менән ҡаты ҡыландылар. Ниндәй генә билдәлелек, алдаҡ популярлыҡ алып килмәһен, кинола эшләү ҡатын-ҡыҙҙы осһоҙ тауарға әйләндерә». Ошо билдәле ҡатындың дандан һәм «йәмғиәт һөйөүенән» берҙән-бер ҡотолоу сараһы итеп үҙ- үҙенә ҡул һалыуҙы һайлауы фәһем түгелме? Ваҡытында француз социологы Гюстав Лебон ҡатын-ҡыҙға Ислам йоғонтоһо хаҡында: «Ислам ҡатын-ҡыҙҙың хәлен беҙҙең Европа закондарына ҡарағанда ла күпкә нығыраҡ яҡшыртҡан. «Көнсығышта Исламдың ҡатын-ҡыҙға йоғонтоһон күреү өсөн уның Ҡөрьәнгә тиклемге осорҙағы хәлен байҡау ҙа етә», – тигән.
 
Ысынлап та, Исламға тиклем бер йәмғиәттә лә ҡатын-ҡыҙҙы «шәхес», «йәмғиәттә тәғәйен урыны булырға тейеш әҙәм» тип ҡабул итмәгәндәр. Ул ни бары һатып алынған һәм һатылған тауар ғына. Ҡыҙ, үҫеп, атаһы йортонан сығып китеү менән, тулыһынса азатлығын юғалтҡан. Бер нәмә хаҡында ла үҙ фекерен әйтергә хоҡуғы булмаған. Ҡайһы бер халыҡтарҙа, мәҫәлән, ире үлгәндән һуң, ҡатын уның туғанына мәжбүри кейәүгә бирелгән. Ҡатын кеше бер ваҡытта ла үҙ ата-әсә йортона ҡайта алмаған, сөнки иренең милкенә әйләнгән. Һәм, әлбиттә, бында уға ҡарата хөрмәт хаҡында һүҙ ҙә юҡ. Хатта ире, теләһә, уны үлтерә алған, ә теләһә - йәшәтә, тигән һымаҡ.
 
Гректар ҙа, мәҫәлән, борон иң алдынғы халыҡ тип иҫәпләнһәләр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙы кешегә һанамаған. Индус йолалары ҡатын-ҡыҙҙы джунглиҙағы януарҙар хәленә төшөргән. Ире үлгәндән һуң, унда тол ҡатынды утта яндыра- лар. Үҙ әсәләрен дә хатта тере ҡол итер булған улар. Боронғо Көнбайыш иһә был йәһәттән хатта тәүтормош кешеләренән дә «алға киткән»: ҡатын-ҡыҙҙы ябай әйбер итеп күргән. Ҡыҙҙың ғиффәтлеге эшкә һаналмаған, уның абруйы һәм намыҫы сибәрлегенә һәм күпме хаҡҡа һатып алырға теләүҙәренә ҡарап баһаланған. Боронғо ғәрәптәр ҙә, шулай уҡ, ҡатындарҙы эт рәүешендә тотҡан. Ярлылыҡтан һәм мыҫҡылланыуҙан ҡурҡып, атай кеше ҡайһы саҡ яңы тыуған ҡыҙын сүллеккә алып барып тереләй күмер булған. Күрем ваҡытында ҡатын-ҡыҙҙар өйөн ташлап, бер үҙе айырым палаткала йәшәргә тейеш булғандар, сөнки ул был мәлдә «әшәке» һаналған. Ҡытайҙа ҡатын-ҡыҙ тик атаһына, иренә һәм улына буйһоноп йәшәгән. Ә Японияла кейәүгә сыҡҡан ҡыҙҙан туғандары менән бәйләнеште тулыһынса өҙөү талап ителгән. Йәһүд мифтарында һәм хикәйәттәрендә лә ҡатын-ҡыҙ кешелектең бар ҡайғы-хәсрәттәренең башланғысы булараҡ кәүҙәләндерелә... Хәҙерге Көнбайыш һәм уның шауҡымына буйһоноп йәшәгән ҡайһы бер мосолман халыҡтарында ла ҡатын- ҡыҙҙың роле ошо боронғо хәлгә ҡайта башланы. Ҡатын-ҡыҙ тимер сынйырҙарҙан арынһа ла, башҡа бихисап сынйырҙар ҡолона әйләндерелде, ул ҡайтанан тауар, йыш осраҡта енси нәфсене туйындырыу әйбере хәленә ҡала бара. Ислам ҡатын-ҡыҙға ысын ҡатын-ҡыҙ абруйын бирҙе һәм, быуаттар дауамында кәмһетелеп йәшәгәненән һуң, уның йөҙөнә нур бөрктө. Уға атаһы, ире, балалары тарафынан хөрмәт ҡайтты. Ислам ҡатын-ҡыҙға сафлыҡ һәм тыйнаҡлыҡ тәҡдим итә. Уны бөгөн Көнбайыш мәҙәниәте тарафынан киң рекламаланған аҙғын ҡараштарҙан, енси бәйһеҙлектән ҡурсалай.
 
Хәҙерге донъяла феминистар тарафынан күтәрелгән «ҡатын-ҡыҙҙы ҡотҡарығыҙ» оранына ғәрәп яҙыусыһы Яман Сибаи былай тип яуап бирә: «Милләт ҡайғыһы – үҙ ҡыҙҙарын техник һөнәрҙәр факультетында уҡытыу, шул уҡ мәлдә егеттәрҙе урамда эшһеҙлектән интектереү һәм уларҙы мөһим проблемалар хаҡында уйланырға, яуаплылыҡ тойорға өйрәтмәү... Милләт ҡайғыһы – аҙғын ҡатын-ҡыҙҙарҙың, «азатлашайыҡ» тип, ирҙәрҙе мыҫҡыллауы». 2000-се йылдар башында бер башҡорт егете АҠШ-ҡа юғары белем алыу ниәте менән киткәйне. Урындағы колледжда тәүге дәрестә ошондай хәлгә тап булған: төркөмдәге бер ҡыҙ, исемен әйтеп танышҡас, арты менән әйләнеп, джинсыһы һығып торған осаһын ҡапшап: «Ҡара әле, минең осам матурмы?» - ти икән. Шулай итеп, башҡорт егете беренсе көндән үк Көнбайыш мәҙәниәте менән яҡындан таныша башлаған. Егетебеҙ уҡып бөтөп, Өфөгә әйләнеп ҡайтты. Ләкин, ни күҙе менән күрһен, капитализм менән көрәшеүсе Ленин бабай урамындағы элекке «Балалар донъяһы» урынына үҫеп сыҡҡан «МакДональдс»та хәҙер ҡыҫҡаҡ итәк, топик кейгән башҡорт ҡыҙҙары «Кола»ға ҡушып чисбургер сәйнәй...
 
Ә быныһы ысын булған хәлме, әллә көләмәсме - белмәйем, әммә шуның менән бөгөнгө мәҡәләбеҙҙе тамамлап ҡуяйыҡ. Ошо быуаттың башында ике башҡорт журналисы машинала үҙ-ара һөйләшеп китеп бара икән. Берәүһе: «Ниңә әле беҙгә яланғас ҡыҙҙар фотоһүрәттәре төшөрөлгән үҙебеҙҙең төҫлө башҡорт журналын булдырмаҫҡа?» Икенсеһе: «Эйе шул, исмаһам уға, «Башҡорт һылыуҡайы», «Йыл гүзәле» тип алданып тормайынса ғына, «Кемдәр алйот, ҡыйыуыраҡ сисенегеҙ! Оят ерҙәрегеҙҙе күпме күрһәтә алаһығыҙ, башҡорт ҡыҙҙары, күрһәтеп ҡалығыҙ!» тип иғландар бирер инек...» - тип көлөмһөрәп ҡуйған, ти...

Шәфҡәт ИМАНҒОЛОВ.

Ваҡыт гәзите №2, 2010
 
Автор:
Читайте нас