Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
1 Октябрь 2022, 11:10

Сыуаҡ көндәге боҙло ямғыр Хикәйә Тамара Ғәниева

— Ҡәйнеш, Рауза килендең балаһы һинеке микән? Һин уларҙы ризыҡ-тәғәмдән өҙмәйһең дә бит, һуғымын, уныһын-быныһын ебәреп тораһың. Малайың һырлығып тора. Ә йәш килен буйға уҙмай... Бәлки, Урал һинеке түгелдер?

Сыуаҡ көндәге боҙло ямғыр   Хикәйә   Тамара Ғәниева
Сыуаҡ көндәге боҙло ямғыр Хикәйә Тамара Ғәниева

Наргизәне Ғәзиз яратып алды. Хәйер, тәүге ҡатынын да яратманы түгел, яратты. Һигеҙ йыл бергә йәшәнеләр, балалары булманы. Ғәзиз баштараҡ быға әһәмиәт бирмәй ине. Бала-саға ҡайғыһымы ни, заманы бит әллә ниндәй, кешеләр ярышып донъя етештерә башланы. Ҡалышҡы киләме ни? Өй күтәрәһе бар. Уныһына ингәс, мунсаһы, һарайы, гаражы кәрәк булды. Шунан машина алғыһы килде. Тиҫтер егеттәрҙең күбеһе машиналы. Кредитҡа алалар ҙа, бала-сағалы ла булып киткәс, тапҡандарын еткерә алмай бер булалар.

Ғәзиз улай этләнмәне. Утыҙҙан үтер-үтмәҫ донъяһын сын-яһау итеп ҡорҙо ла алды. Ҡатыны ла сымыры, тапҡанын тәләфләмәне. Донъя көтөүгә харап әрһеҙ булды.
Ә артабан? Нисектер мәғәнәһеҙ булып китте Ғәзиздәрҙең тормошо. Ярар, ҡороп та ҡуйҙылар, ти, донъяларын. Кем өсөн тырыштылар һуң?
Ҡатынының да кәйефе төшә башланы. “Тикшереләйек, — тип әйтеп һалды ул берҙән-бер көн. — Ғәйеп кемебеҙҙә икән? Бәлки, дауаланып булалыр?” Район үҙәгендә Ғәзизде белмәгән кеше юҡ. Уңайһыҙландылар. Өфөгә барып тикшерелеп ҡайттылар. Икеһе лә һау-сәләмәт. Бала юҡлыҡтың сәбәбен таба алманылар.
Ҡатыны Рауза, кемдеңдер кәңәше менән, бер имсегә йөрөй башланы. “Була, балағыҙ була һеҙҙең”, — тип ҡайтарған. Әммә ҡатыны буйға уҙманы.
Мышҡылдаған саҡтары ла булды Раузаның, Ғәзиз тыя торҙо: “Мин һине былай ҙа яратам!” Шул көйө йәшәп ята бирҙеләр. Рауза Ғәзизде баланан артыҡ күреп тәрбиәләне. Бала хаҡында бүтән һүҙ ҡуйыртманылар. Рауза яңы ғына төҙөлгән мәсет менән ҡыҙыҡһынып китте. Ғәрәп алфавитын өйрәнде. Ҡыҙыҡҡас, йөрөһөн, тип уйланы Ғәзиз, өй эшенә өлгөрә. Рауза уның үҙен дә ылыҡтырмаҡсы булып ҡарағайны, һис күңеле тартманы. Ваҡыты етмгәйнеме икән?
Шулай ҙа бер саҡ гаражында булашҡанда, Рауза менән Файза еңгәһенең, ул күрмәй тип һөйләшкәненән Раузаның, Ғәзизгә белдермәһә лә, бала табыу уйынан һүрелмәгәнен аңланы.
— Ҡайғырмасәле, килен, бала юҡ тип. Ана, минекеләр, ни саҡлы ыҙаланып үҫтерҙек, сыҡтылар ҙа олаҡтылар. Бер Ильясыбыҙ ғына ауылда өй һалды. Ҡайнағаң менән икебеҙ генә торҙоҡ та ҡалдыҡ. Һаман булһа, алиментсы кеүекбеҙ. Береһенә машина кәрәк, икенсеһенә — фатир, өсөнсөһөнөң иренә эш юҡ. Әле булһа баш күтәргәнебеҙ юҡ. Һыйырҙы ла берәүгә генә ҡалдырып булмай. Һарыҡ-кәзәһен, ҡош-ҡортон ни саҡлым аҫырайбыҙ. Арып та китәбеҙ, балалар йәл, айҡаша бирәбеҙ. Шулай инде, булмаһа — кәрәк тиһең баланы, булһа — ғүмерең үҙеңдеке түгел. Әйтәләр бит, Рәсәйҙә бала-сағаһын пенсия йәшенә имен-аман алып барып еткергән ата-әсә генә арыу тип иҫәпләнә.
— Шатлыҡтарығыҙ ҙа күп бит, Файза еңгә. Йәй буйы шулар менән мәж киләһегеҙ. Байрамдарығыҙ күп. Әле береһенең тыуған көнө, әле икенсеһенең. Мин дә намаҙға баҫҡан һайын бәпес һорайым. Ғәзиз мәхрүм, уны ла йәлләйем. Беҙҙең дин һоранырға ҡушмай, булғанына шөкөр итергә ҡуша ла бит... Арыҫлан кеүек ирҙе биләп йәшә лә...
— Һораныу килешмәй, ти шул. “Һөйөклө итермен һорап алған балаңды, көйөклө итермен”, — тигән тиҙәрме шул... Йәшегеҙ үтеп бармай, булып та китер. Бөтөрөнмә! Беҙҙең Ғәзиз ауылда бер егет инде ул. Ҡыҙҙар ҙа күп аҫылынды муйынына. Һине яратып алды. Эсмәй. Нисәмә йәштәше боҙолоп китте. Беҙҙекеләр ул яҡҡа ныҡ. Ҡайнағаң да бирешмәне. Сабир мыжығыраҡ, әлбиттә...
Бөтөрөнә икән Раузаһы. Белдермәһә лә, эстән һыҙа, күрәһең.
Ғәзиз урман ҡараусы булып эшләй. Әлегесә әйтһәң — егерь. Урманды, тәбиғәтте ярата ул. Үҙ биләмәһенең һәр һуҡмағын, һәр яланын, һәр шишмәһен өйөндәге донъяһы кеүек белә. Арғыяр яланынан алыҫ түгел ерҙәге Томбойоҡ күле тирәһендә бәләкәйерәк өй һалып алды. Мейес сығартты. Тора-бара мунсаһын да рәтләп ҡуйҙы. Күлдә балыҡ ҡармаҡлап, һурпа бешереп ял итергә ярата. Раузаһы менән дә киләләр.
Бөтәһе лә ана шул күл буйынан башланды ла инде. Ул көндө урманын байтаҡ ҡыҙырып йөрөнө Ғәзиз. Арыны. Урман өйөнә арманһыҙ булып килеп инде лә, усаҡ яғып, сәй ҡайнатып эсте. Ятып торғайны, ойоған да киткән. Йәшен йәшнәгәнгә уянып китһә, гөбөрләтеп ямғыр яуа. Әллә ни ҙур ҙа түгел ине бит офоҡтағы болот. Ҡаралыҡҡа ҡара ине, ситләп үтеп тә китер кеүек ине. Әле бына төбө ҡупҡан мискәнән түгеләме ни! Ҡойҙо-ҡойҙо ла бер аҙ туҡтап торғандай итте. Ҡояш күтәрелде. “Урман юлын иҙҙе генә инде был яуыны, — тип уйланы Ғәзиз. — Һурыҡҡасыраҡ ҡайтырға сығырмын. Кисләтеп тә бара”. Ҡояштың күренеүе һәйбәт. Берәр сәғәттән юл ипкә килер ул. Ләкин... Күп тә торманы, күк йәнә ҡараңғыланды һәм боҙ яуырға тотондо. Бына бер ғәләмәт! Йәй уртаһында бит әле. Раузаның помидорҙары нишләй икән? Борсаҡ ҡынамы әле, турғай башы ҙурлыҡ барҙыр. Өй эсе ҡап-ҡараңғы булды. Ғәзиз кәрәсин лампаһына ут алды, мейескә бер аҙ утын ташлап ҡабыҙып ебәрҙе. Етмәһә, телефонын алмаған. Ярар, Рауза белә инде ул. Балыҡ ҡармаҡларын әйтеп киткәйне. Төшкөһөн балыҡ һурпаһы бешереп ашағайны. Әле лә бар әле ул. Шуны ашап алыр ҙа, ятыр ҙа йоҡлар. Ошо урман өйөндә ҡунып ҡалғаны бер бөгөнмө ни.
Өй мейесендә утын янһа, нишләп күңелле була икән ул? Ауылдағы өйҙәрендә газ. Ошо өйҙөң бәләкәй голландкаһында ут янһа, әллә ниндәй ләззәтле хистәргә бирелә Ғәзиз. Бигерәк тә сей утындың шартлап янғанын ярата ул. Ҡайын утын бигерәк матур итеп яна. Бышылдап, ыҫылдап ебәрә, шунан сарт та сарт иткән тауыштар сығара. Баяғы һурпаны йылытырға, сәй яңыртып алырға кәрәк.
Кемдер ишек ҡаҡҡандай булды. Ғәзиз тауыш биреп тә өлгөрмәне, ишек асылды ла, тупһала өҫтөнән шыбырлап һыу ағып торған ҡыҙ пәйҙә булды.
— Ғәзиз ағай, йылынып китәйем әле. Ныҡ өшөттө. Туңам, тип торам.
— Ин, ин! Кем әле һин? Нишләп йөрөйһөң бынауындай көндә?
— Наргизә мин. Ауылға ҡайтып бара инем. Автобусҡа һуңланым да. Көн матурҙа йәйәү ҙә бирешмәҫмен, тип уйлағайным... Бынау борсаҡҡа эләктем дә ҡуйҙым. Өшөттө. Йүгерҙем һеҙҙең өйгә табан. Үҙегеҙ булмаһағыҙ ҙа, ышыҡ табылыр, тип уйланым. Бында икәнһегеҙ. Йылы.
— Наргизә тиһеңме? Кем ҡыҙы һин?
— Лилиә менән Фәтихтыҡы...
— Ә-ә-ә... Минән ике класҡа алда уҡынылар. Ә һин Өфөлә йәшәйһеңме? Ни менән булаһың? Уҡып йөрөйһөңмө?
— Эшләйем. Районда. Медсестра булып.
— Алай икән... Һин анау бүлмәлә сисен. Кейемеңде мейес янына элербеҙ. Рауза апайыңдың берәй кейемен кейеп тор. Барҙыр. Табырһың.
Ҡыҙыҡайҙың ситса күлдәген һығып элделәр. Эҫе сәйгә Ғәзиз бал һалып болғатты. Башына таҫтамал урап алған ҡыҙға өҫтәл артында ғына текләп ҡарайһы итте. Кәрәсин шәме яҡтыһындағы ҡыҙыҡай фирғәүен ҡатынына оҡшап тора. Йөрәге леберләне лә китте Ғәзиздең. “Һылыу... — тип уйланы эсенән. — Кит, юҡты”, — тип ҡуйҙы шунан. Бала-сағаға ҡарап тертләп ултырасы...
Балыҡ һурпаһын йылытып ашанылар. Йылына төшкәс, ҡыҙыҡайҙың танауы мышырлап китте.
— Аяғыңдың табанын спирт менән ыуайыҡ, — тип өтәләнде Ғәзиз. — Бәлки, бер аҙ эсеңә лә төшөрөрһөң? — Үҙе Наргизәгә һынап ҡарап торҙо.
— Кәрәкмәй...
— Юҡ, ыуалайыҡ шулай ҙа. Ҡар өҫтөнән яланаяҡ йүгергәнһең бит. Был босоножка менән генә ни. Табаныңды ыуайыҡ та, йылы ғына итеп бөркәнеп ят. Бирешеп ҡуйырһың.
Наргизә тыңлаусан ғына юрған аҫтына сумды. Ғәзиз уның табанын, балтырҙарын спирт менән ыуҙы. Шул арала йөрәге алҡымына килде лә терәлде. Ниндәйҙер гонаһлы эске хәсиәте сикәһенә сиртергә тотондо. Һылыу кәүҙәне ҡосаҡлап йылытҡыһы, үҙенең йылы күкрәгенә ҡыҫҡыһы килеүен шәйләп, үҙен шелтәләп ҡуйҙы: “Гонаһлы булып ҡуй, йәме! Ахмаҡ!”
— Рәхмәт, Ғәзиз ағай, йылынып барам.
Ғәзиз үҙен саҡ тыйып ҡалды. Бала ғына бит әле. Аллам һаҡлаһын!
— Йоҡла, улайһа. Иртәнсәк юл һарҡығас ҡайтырбыҙ.
Ғәзиз төнө буйы йоҡламаны. Шым ғына ҡыҙыҡай янына барып, уға текләп торҙо. Төштән һуң ғына тотош урманды шомландырып, ергә боҙ борсаҡтары түгеп дыу килеп алған күк аяҙыны. Ҡыҙыҡайҙың йөҙө ай яҡтыһында алтынһыу төҫтә. Ирендәре асыла биргән. Йоҡлай. Рәхәтләнеп йоҡлап ята. Тын алышы тигеҙ, һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә. Ғәзизгә Наргизә үҙенең ҡыҙы кеүек күренә биреп ҡуйҙы. Арҡаһынан дөпөлдәтеп кенә яратһаң инде. Ҡуй, йә уяныр. Аңламаҫ. Ни булһа ла, Ғәзиздең күңеленә әллә ниндәй үҙе лә аңламаҫ тойғолар ояланы.
Их, артабан ниҙәр булырын берәйһе әшкәрткән булһа ине ул шул көндө. Хәйер... Тыйып ала алыр инеме икән үҙен?
...Рауза Ҡөрьән-Кәримде өйрәнеүен дауам итте. Имсе Феклаға ла барғыланы булһа кәрәк. Файза еңгә генә ике арала йөрөүҙе өнәмәне.
— Һин, килен, ике арала буталаһың түгелме? Фекланы сихырсы тиҙәр ҙә инде. Тәүбә, әстәғәфирулла!
— Әлләсе... Үләндәр төнәтеп бирә ул...
— Беҙҙең ауылдар уға һуғылып бармай, шикләнә. Кемделер сихырлаған, имеш, тигән һүҙҙәр ҙә ишетелеп ҡала. Үләндәре килешеп китһә ярар ине.
Файза еңгә күнгәндәй итте. Бүтән һүҙ ҡуйыртманы. Йәше еткән, үҙе беләлер. Кешегә лә сығарманы. Кемдеке — уларҙыҡы. Ғәзиз ҡәйнешенән дә ни саҡлым изгелек күреп торалар. Ағасҡа, бесәнгә мохтажлыҡтары юҡ. Үҙҙәренең улы Ильяс Ғәзиз арҡаһында өй күтәреп сыҡты.
Бер аҙҙан Раузаның эсе беленә башламаһынмы! Эй шатландылар, эй ҡыуандылар. “Тьфу-тьфу!” тип, күҙҙән һаҡларға тырыштылар. Ғәзиздең былай ҙа һылыу йөҙө йәнә лә яҡтырып киткәндәй булды. Көн һайын ҡырынып ала, сәсен ай һайын район үҙәгенә барып, әллә ни формалы, әртистәрҙеке кеүек итеп алдыра. Килешеп тора үҙенә. Саҡ ҡына сал инә башлаған сәсе лә йөҙөн асып ебәргән кеүек. Күптән кеймәгән джинсы салбарын эҙләп алды. Егетме — егет! Ана бит, шатлыҡ кешене нишләтә!
Әммә... Бәхете икәү ине ул саҡ Ғәзиздең. Береһе — тыуасаҡ балаһы булһа, икенсеһе... Наргизә. Әллә нишләне ул теге урман өйөндәге осраҡлы осрашыуҙан һуң. Район үҙәгенә йышланы. Наргизәнең ауылға ҡайтыр мәлен һағаланы. Йәнәһе лә осраҡлы ғына ҡаршыһына килә лә сыға. Машинаһына ултырырға саҡыра. Ҡыҙыҡай шатланып риза була. Юл буйы хәбәр ҡуйырта Ғәзиз. Йәтеш кенә анекдотмы шунда, армияла булғандағы ҡыҙыҡтарымы, браконьерҙарҙы һағалауҙағы мажаралар һәм еңеүҙәреме — теҙә генә. Ҡыҙыҡай көлә. Йә ҡурҡып Ғәзизгә текәлә.
Тамам хыялый итте Ғәзизде Наргизә. Юҡ, ҡыҙыҡай уға ауылдаш ағай тип кенә ҡарайҙыр инде ул, ә Ғәзиз иһә уға үлеп ғашиҡ булғайны. Аңлай үҙе, нишләп аңламаһын ти. Был туҙға яҙмаған һәм ҡыуып та ебәреп булмаған кисерештәренең киләсәге юҡ. Телевизорҙан күреп белә, ҡалалағы ҡайһы бер кәзә тәкәләре, ҡартайғанда — тыртайған тигәндәй, бисәләрен айырып, йәштән кәләш ала икән ул. Бындайҙы Ғәзиз ризаһыҙ ҡабул итә ине. Ә үҙе... Ә үҙе эсендәге тәҡәтенә баш була алмай ыҙалана. Йәне-тәне менән Наргизә тип өҙөлөп бара.
Бер шулай ул Наргизәне ҡарауыллап тигәндәй көтөп алды ла, ҡайтырға сыҡтылар. Наргизә сәскәләр тотоп алған. Ғәзиздең ҡытығы килде лә китте. “Егете бүләк иткәндер. Барҙыр инде егете. Анауындай матур бул да. Ғәзиздең уйында ул булһа ла, Наргизәнең уйында Ғәзиз түгелдер бит инде”.
— Сәскәләр һиңә килешә. Сәскәләрең үҙең кеүек матур. Егетеңдең бүләгелер әле...
— Юҡсы. Эштә ҡыҙҙар бүләк итте. Тыуған көнөм бит.
— Ҡотлайым! — Эсендәге көнсөллөк бесәйе йыуашайып китте. “Көнләшергә ни хаҡың бар, ахмаҡ!” — тип ҡуйҙы үҙенә. Тик “Ҡыҙҙарҙың бүләге” тигәнгә шатланыуын да тоя ине. Ғәзиз машинаһын кире борҙо һәм райондың үҙәк урамына табан елдерҙе.
— Йомошоғоҙ бөтмәгәнме әллә, Ғәзиз ағай?
— Эйе. Мин хәҙер! — Үҙе “Универмаг”ка инеп китте һәм тиҙҙән килеп тә сыҡты.
— Миңә арҡаң менән борол, Наргизә, күҙеңде йом!
Ҡыҙ уға тултырыбыраҡ ҡараны ла боролоп ултырҙы. Ғәзиз уның муйынына алтын сылбыр тағып ҡуйҙы. Уны таҡҡан арала ҡулы Наргизәнең муйынына ҡағылғандан тотош тәне ҡалтыранып китте.
— Ғәзиз ағай...
— Нисә йәш тулды?
— Егерме... Уңайһыҙ...
Ғәзиз өндәшмәйерәк ултырҙы.
— Нисек әйтелгән әле бер шиғырҙа? “Һин минеке булып тыумаһаң да, һин минеке иттең донъяны...”
Юл буйы һөйләшмәнеләр...
...Ҡышҡыһын Ғәзиз урмандан ҡайтып кермәне тиерлек. Ҡурсаулыҡтан браконьерҙар эҙен һыуытманы. Йә вездеход, йә “Буран” санаһын эйәрләп, әле бер остан, әле икенсе остан ябырылып йонсоттолар. Әллә нисәмә ҡапҡан, әллә нисә селтәр, арҡыры тарттырылған тимер сым осратырға тура килде. Рауза ауырын сабыр ғына күтәрһә лә, йәше бара бит, больницала ла ятып алды. Ғәзиз уның янына барып торҙо. Наргизә хаҡында уйламаҫҡа тырышты. Шулай ҙа бер тапҡыр больница коридорында тап булыштылар.
— Һаумыһығыҙ, Ғәзиз ағай! — тигәнгә боролоп ҡараһа, Наргизә. Терт итеп ҡалды Ғәзиз. Ҡыҙыҡайҙың күҙҙәре әллә ҡалай, балалыҡтан сыҡҡан төҫлөрәк. Моңһоумы, һағышлымы шунда. Күҙҙәре йәм-йәшел, килеп тороп тәрән сөңгөллө. — Атай булаһығыҙ икән, ҡотлайым!
— Рәхмәт... Күренмәйһең дә...
— Әлләсе... Ошонда мин...
— Кейәүгә барманыңмы әле? — Ғәзиз ни тип һөйләшергә лә белмәй, шулай тип һорап ҡуйған булды.
— Юҡсы... Егеттәр юҡ бит...
Шулай тиешеүҙән ары китмәнеләр. Ғәзиз Наргизәнән ҡасан ҡайтырын да белешмәҫкә тырышып, хушлаша һалды. Ә йөрәге, ситлегенән сығырға теләгән ҡош һымаҡ, дөпөлдәп алып китте. “Тайырға, тая һалырға кәрәк, бәләһенән баш-аяҡ!”
Рауза март айында бушанды. Өй эсенә бәпес еҫе инде. Матур ғына малайҙары бар. Тас Рауза. Мәшәҡәте етерлек. Ғәзиздең дә тик торғаны юҡ. Һарыҡ салдырып, Ҡөрьән уҡыттылар, исем ҡуштырҙылар. Урал.
— Ышанмаһаң, ышан анау Феклаға, ибет, килен, — тип бер булды Файза еңгә. — Илаймы? Илаһын! Йәтеш бына. Бәпес тә бәпес тип ымһына инегеҙ. Бәпес шулай була ул, — тип уйынсалап төрттөрөп тә алды.
Фекланың ни ҡыҫылышы инде, тип көлөмһөрәне Ғәзиз эсенән. Икеһен дә сәләмәт тип таптылар. Бәпестең нисек барлыҡҡа килгәнен еңгәгә өйрәтергәме ни инде. Юҡ-бар тиһәң, ышана ла йөрөй ошо бисә-сәсә.
Йәшәү, ай аҙналары кеүек, ипкен-тулҡындарҙан тора, күрәһең. Ғәзиз яҙмышының әлеге осор тулҡындарында тирбәлде лә тирбәлде. Эйе, ваҡыты-ваҡыты менән теге рашҡылы көн, Наргизә, уның ай яҡтыһы төшкән йөҙө айырым бер ләззәт тулҡыны булып хәтере һәм күңеленә ҡағып-ҡағып китә лә, толҡа тапмағандай, кире төпкөлдәге, Ғәзиз үҙе генә белгән күңел мәмерйәһенә йәшенеп, юғала.
Йәй матур килде. Яҙғыһын Аҡҡаш шишмәһе ярынан алып яланғас түбәләс үренәсә ҡарағай үҫентеләре ултыртылды. Юғиһә, шишмә һайығайып бара. Ә бит ул кешеләрҙе, мал-тыуарҙы һуғарған йылғаға ҡоя. Шишмәләрең, йылғаң ҡороһа, ауылыңдың йәме ҡалырмы? Шуны аңлатып, өй беренсә йөрөп сыҡты Ғәзиз. Лилиә менән Фәтихтарға ла һуғылды. Наргизә күренмәне. Халыҡтың кемеһе ихластан, кемеһе һыңғырлап ҡына ағас ултыртыуҙа ҡатнашты. Уларға Ғәзиз бесәнлектәр тәғәйенләне. Күңеле булды. Ауылдаштары ла онотола барған дәррәү һәм берҙәм хеҙмәттән ҡәнәғәтлек кисерҙе.
Август етте. Уралдың ярты йәшен билдәләнеләр. Тамам үҫеп бара. Йылмая, алдаштыра.
Көн шундай матур. Ҡояш та ҡыҙыу әле. Урмандағы ихатаһына һыуһап килеп инде Ғәзиз. Усаҡ яғып сәйнүген аҫты. Оҙаҡ итеп күлдә йөҙҙө. Һыу әллә ниндәй бит ул. Уның тығыҙлығын көсәнеп тигәндәй ярып йөҙәһең, арыйһың да кеүек, ә ярға сыҡһаң, көндөҙгө арығандарың һыпырыла ла төшә.
Сәйҙе яйлап, өрә-өрә эсте Ғәзиз. Уйҙарға бирелде. Наргизә иҫенә төштө. Яйлап тоноҡлана бара уның һыны. Ғәзиздең күңел елкенеүҙәре лә һүрелеп бара шикелле. Шулай хәйерлерәк булыр. Ир кеше лә инде ул. Үҙенә-үҙе баш булырға тейеш.
— Ғәзиз ағай, күлегеҙ түләүле түгелме?
Әллә ҡолағына сағыла инде? Наргизәнең тауышы бит. Ғәзиз яр буйында ҡыҙынып ятҡан еренән һикереп торғанын һиҙмәй ҙә ҡалды.
— Юҡсы...
— Мин һикерҙем улайһа!
Наргизә йүгергән ыңғай сисенә-сисенә күлгә һикерҙе. Башта ҡыҙыуыраҡ, һуңыраҡ яйлабыраҡ йөҙөп, күл эсендә өйөрөлөп-сөйөрөлә, әйләнә-тулғана башланы.
— Бик ары китмә, кире йөҙөргә көсөң етмәй ҡуйыр!
Ҡыҙыҡай ниҙер әйтте буғай, Ғәзиз һүҙен аңғарманы. Эсендәге ни саҡлым көсәнеп, саҡ ойотоп ҡуйған тойғолары, ҡулсанан ысҡынырға яҫҡынған ҡош кеүек, ҡанат ҡағырға тотондо. Үҙе лә һиҙмәҫтән күлгә һикерҙе. Хәҙер, бына хәҙер барып етәсәк ул яҡты хыялдары янына!
Наргизә ярға табан боролдо. Ғәзиз дә. Ана ғына ул, бына ғына! Ғәзиздең аяҡтары ергә тейҙе һәм ул Наргизәне көтә башланы. Ҡыҙыҡай ауыҙындағы һыуҙы бөркөй-бөркөй йөҙә. Ә тамсылар, ҡояш нурҙарына һуғылып, йәйғор төҫтәренә инә.
— Наргизә! — Ғәзиз ҡыҙҙы, ҡорбанына ташланған ҡарсыға кеүек, ҡосағына ҡармап алғанын, ҡыҙҙың тотош кәүҙәһен үҙенә һеңдерерҙәй булып күкрәгенә ҡыҫҡанын, үҙен-үҙе онотоп үбә башлағанын аңғарырлыҡ хәлдә түгел ине...
...— Хәҙер нисек була һуң?.. — Бығаса бер өн дә сығармаған, тик Ғәзиздең ихтыярына буйһонған Наргизә шулай тип һорағанда, эңер төшкәйне инде. Муйынындағы алтын сылбыры төҫөндәге сәстәре аҡ мендәр өҫтөнә һибелгән. Алиһә... Ғәзиздең баянан бирле ике күҙе стенаға терәтеп ҡуйылған ҡушкөбәктә. “Атылһын да ҡуйһынмы икән? Бынан һуң нисек йәшәп булһын, ти? Бынан да ҙур бәхет уға бүтән бер ваҡытта ла тәтемәйәсәк. Ә унан башҡа нисек йәшәр? Мәғәнәһе булырмы был тормоштоң?”
— Ғәзиз ағай... — Ғәзиз йәнә Наргизәне ҡармап алды һәм уның ғәзиз дә, һөйкөмлө лә йөҙөнә яңынан өҫтән аҫҡа ҡарап, наҙлы ҡарашын төбәне. Һыуһынға ҡымыҙ эскәндәге кеүек ләззәт, танһыҡ ҡанмаҫлыҡ нәфсе булһа ла була икән.

— Ғәзиз генә бәпкәм бит һин минең... Алтын ғына ҡошсоғом. Яратаһыңмы мин алйотто? Саҡ ҡына булһа ла? Яратмайым, тиһәң дә бәхетлемен. Шул тиклем дә бәхетлемен! Саҡ ҡына... Яратаһыңмы һуң мине?..
— Саҡ ҡына түгел шул... — Наргизәнең күҙҙәренән йәш атылып сыҡты. Ғәзиз үҙе лә иланы ла ебәрҙе.
— Минеке һин хәҙер! Ишетәһеңме? Минеке! Минекеме, әйт!
— Эйе... Тик һин минеке түгел бит...
— Юҡ! Һинеке! Ҡол итһәң дә ризамын!..
— “Мөхәббәттә ҡолдар-батшалар юҡ, мөхәббәттә бар тик аллалар...”
— Үҙең сығарҙыңмы?
— Рәмзилә Хисаметдинованыҡы.
Йәнә бер көн, бер төндөң үткәне лә һиҙелмәне...
* * *
Ғәзиз килеп ингәндә, Лилиә ишек алдындағы өҫтәлдә алма турап ултыра ине. Фәтихы күренмәй. Наргизә Ғәзиз күренеү менән аласыҡҡа инеп китте. Оҙаҡ һүҙ башлай алманы Ғәзиз. Хәйер, һөйләшеүен һөйләштеләр. Бесән, мал-тыуар, хаҡтар тураһында һөйләштеләр. Юҡҡа ғына килмәгәндер Ғәзиз, Лилиә тынып ҡалды.
— Лилиә... Мин йомош менән килгәйнем... Эй, юҡ... — Ғәзиз Лилиәгә күтәрелеп ҡараманы башта. Бер аҙ тынып торҙо. Бәй, малай-шалай кеүек тота түгелме үҙен? Ә бит был өйҙөң ҡапҡаһынан ул яңы тормошҡа аяҡ баҫасағын ҡарар иткән. Уға Раузаның, улы Уралдың яҙмышын хәл итергә, Наргизә өсөн яуаплылыҡ алырға, кемдеңдер рәнйешен дә күтәрергә тура киләсәк.
— Лилиә, уратып тормайым, тураһын әйтәм дә ҡуям. Мин Наргизәне яратам.
— А-атаҡ!.. — Лилиә телһеҙ ҡалғандай булды. — Фәтих!
Ваҡиға ауыр төҫ алды. Мәктәптә физрук булып эшләгән Фәтих Ғәзиздең яғаһына йәбеште. “Ҡарт алаша! Оятһыҙ!” — тип сәрелдәгән Лилиә иларға тотондо. Ғәзиз менән Фәтих көрмәкләшеп киттеләр. Аласыҡтан йүгереп килеп сыҡҡан Наргизә атаһының муйынына аҫылынды.
— Мин Ғәзиз ағайҙы яратам! — Наргизәнең тауышы һәммәһен дә айнытып ебәрҙе.
Ҡалғанын бик хәтерләмәй Ғәзиз. Наргизәнең уның етәгендә ҡапҡанан сығып машинаға ултырыуын, икәүһенең урман өйөнә килеп инеүҙәрен дә яҙа-йоҙа ғына хәтерләй.
Утрауҙа тороп ҡалған кеүек булдылар. Уларҙың мөхәббәт ҡыуышы тирәһенә берәү ҙә юламаны. Көҙ етеп бара. Ошо өйҙө ҡыш сығырлыҡ итеп йылытып алырғамы икән? Электр юҡ...
Өсөнсө аҙна китте тигәндә Сабир ағаһының “Тр-р-р” тигән тауышы ишетелде. Файза еңгәне лә ултыртып алған. Ғәзиз ҡаршыларға сыҡты. “Ҡурҡма!” — тине үҙе Наргизәгә.
— Әйҙә, һөйләшәйек!
— Инегеҙ...
Ағаһы күл яғына ыңғайланы, Ғәзиз уның артынан эйәрҙе. Оҙаҡ һәм ҡаты һөйләштеләр. Сабир, ҡыҙып китеп, һелтәнә биреп тә алды. Һәр кем үҙ хәбәрен ҡайырҙы. “Яратам, теләһә нишләтегеҙ!” Ғәзиз шул һүҙенән ҡайтманы. Шымып ултырҙылар. Кис етеп, күлдә баҡалар баҡылдаша башлағайны инде.
— Атайҙың өйө тик тора. Шунда ҡайт. Урманда күпме йәшәргә була? Ромео... — тип урынынан ҡуҙғалды ағаһы. — Вәт, егеттәр. Күрмәгәнеңде күр инде, ошо ахмаҡ арҡаһында. Бәхетле булғыһы килә икән дә! Ә кемдең бәхетле булғыһы килмәһен? Нәфсене тыя белеү юҡ!
— Ғәзиз ҡәйнеш... — тип ауыҙ асҡан Файза еңгәне Сабир тыйҙы.
— Ҡыҫылма! Ырыуҙа булмағанды. Йәше башынан ашҡан. Үҙ дилбегәһен үҙе тартһын! Әйҙә, ултыр арбаға! Бирҙеңме күстәнәстәреңде?
Ағаһы менән еңгәһе сәй эсеп тә торманылар. Ғәзиз еңгәһенән: “Рауза нишләй? — тип һорап өлгөрҙө. — Илайҙыр инде...” “Юҡсы! Ир тип илап ултырырға ни...” Файза еңгә лә эре тотто үҙен. Ғәзиз белә, улар, ирле-ҡатынлы, икеһе ике холоҡлораҡ булһа ла, бер-береһенең һүҙенән сыҡмай. Бигерәк тә етди мәсьәләләрҙә.
Наргизәне район үҙәгенә алып барып ҡуйҙы Ғәзиз, ә үҙе атаһының өйөн рәткә килтерергә тотондо. Ярҙам итеүсе егеттәр ҙә табылды. Береһе-бер күҙенә төртөп һүҙ әйтмәне. Әйтерлекме ни, ауылда булмаған хәл. Артында тетмәһен тетәләрҙер инде. Элекке өйөнә барып әйләнергә, Раузаның күҙенә ҡарарға көсө етмәне Ғәзиздең. Файза еңгәһе аша аҡса ебәрҙе. Бер аҙҙан Наргизәһен барып алды ла йәшәп киттеләр.
Ун өс йыл ғүмере ожмахта булды Ғәзиздең. Бәхет менән бәхетһеҙлек — игеҙәктәр. Хәйер, бәхетһеҙлек инеме икән? Балалары юҡ. Ауылдаштары, Наргизәнең ата-әсәһе лә торараҡ күнде. Сабир ағаһы ла йомшарҙы.
— Ҡәйнеш, Рауза килендең балаһы һинеке микән? Һин уларҙы ризыҡ-тәғәмдән өҙмәйһең дә бит, һуғымын, уныһын-быныһын ебәреп тораһың. Малайың һырлығып тора. Ә йәш килен буйға уҙмай... Бәлки, Урал һинеке түгелдер?
— Һөйләмә юҡты! Раузамы инде юлдан ҡайырылыр кеше?
Файза еңгә юғары идеалдар менән йәшәмәй ул. Тура һүҙле. Уйлағанын әйтмәй ҡалмай. Дөрөҫлөктө, ғәҙеллекте ярата. Йәшерәк сағында Сабирҙы тотам күҙҙән ысҡындырмай тотто. “Ирҙәргә ышанһаң!..” — тип кенә ҡуя ине. Күп нәмәгә ул һаман да шикләнеп ҡарай. Шиге булһа, төбөнә төшмәй ҡуймай торған ғәҙәте бар. Ә үҙе ғәҙел кеше. Байтаҡ хәбәрҙе Ғәзиз Файза еңгәһе аша ишетә.
Наргизә менән йәшәй башлағандарына ла ун өс йыл ваҡыт булып китте. Ун өс йылы ун өс көн хәтлем дә булманы. Бәхетле ине Ғәзиз. Эсенән ғорур ине. Донъя, ана, Венера Милосскаяның мәрмәр һынына һоҡланыуҙан туя алмай. Ғәзиздең ул таш һындан да камилыраҡ ҡатыны бар. Һәм ул бер үҙенеке генә. Венераға ҡарап ымһыналар, ә Ғәзиз бер үҙе камиллыҡтың берҙән-бер шаһиты. Шаһиты ғынамы, хужаһы ла.
Файза еңгәһенең икеләнеүле ишараһы сәменә тейҙе барыбер. Раузаны үҙҙәренең класташы, мәрйә ҡатынын айырып ҡайтҡан, отставкалағы офицер Айнур һората имеш, тигән хәбәрҙе лә ишетте. Нишләп өмөтләнә әле ул Айнур Раузаға? Раузаны кеше ҡуйынында күҙ алдына ла килтерә алмай Ғәзиз. Мохтаж итмәй ҙә инде, ҡарай. Риза булмаған тинеләр Раузаны...
Файза еңгәһенең шиге сәменә тейҙе барыбер. Рауза уртаҡ өйҙәрен һатып, район үҙәгенә күсенгәйне. Урал Раузаның ата-әсәһе янына ҡайтып йөрөй, йәй буйы ошонда була. Дөрөҫ инде, район үҙәгендә нимә күреп үҫһен ул?
Тәүге ике-өс йылда һис ниндәй аңлашыуһыҙ өйөнән сығып ҡасҡан Ғәзиз үҙен ҡурҡаҡ ҡуян кеүегерәк хис итһә лә, тора-бара улы, Раузаһы алдындағы яуаплылығын һәм ғәйебен аңлауҙан, элекке ғаиләһенә һуҡмаҡ һалырға тырышты.
Торараҡ, Раузаларға барып, Урал менән осрашыу рөхсәтенә өлгәште. Хәҙер малайы уның күҙ алдынан алыҫ түгел. Файза еңгәһенең “Һинеке түгелме икән әллә?” тигән икеләнеүенән дә арынды. Раузаның ризалығынан ДНК экспертизаһы эшләтте. Уныҡысы Урал! Дөрөҫөндә, Ғәзиз икеләнмәй ине. Раузамы уйнашҡа барыр кеше.
Ғәзиз бәхетле ине. Кешегә тағын нимә кәрәк? Яратҡан эше бар. Абруйы. Танһығы көҫәгән йәп-йәш һылыу ҡатыны ҡуйынында. Элекке ҡатыны, рәнйеше барҙыр, бәлки, дошманлашыуға барманы. Дингә инанысынандырмы, сабырлығын юймай. Урал менән мөнәсәбәттәре һәйбәт. Малайының һәр үтенесен үтәй. Тиҫтерҙәренән кәм-хур булмаһын, үҙен атайһыҙ хис итмәһен, тип тырыша. Үҙе менән урманға алып йөрөтә. Балыҡ ҡармаҡлайҙар. Урман серҙәрен төшөндөрә. Өй күтәреп сыҡты. Наргизәһе медпунктта эшләп йөрөй. Бәлки, балалары ла булыр. Улар әле лә бер-береһен яратып туя алмай ҙа инде.
Тик... Ә нишләп ерҙә бәхет менән бәхетһеҙлек ҡуша йөрөй икән ул? Бәхет, күктән төшкән кеүек, көтмәгәндә килеп ябырыла. Ә бәхетһеҙлек? Уны ла кеше көтөп алмай. Килә лә инә. Ни сәбәптән?

* * *
Николай Касатонов яҙмышы буйлап ҡаршылыҡтар аша атланы. Әле танылған бизнесмен тип һаналһа ла, ваҡытында “челнок” булып йөрөнө. Тәү осор Ҡытайҙан килолап-килолап аҡ ынйы алып сығып, шуларҙы ҡатыны менән икәүләп мәрйен итеп теҙеп һатты. Шунан сепрәк-сапраҡҡа күсте. Бер ни тиклем капитал туплағас, күтәренеп йөрөүҙәрҙән, ҡышҡы һыуыҡтарҙа һатыу итеп тороуҙарҙан арып, тапҡан аҡсаһын төҙөлөш эшенә һалырға ҡарар итте. Конкуренция көслө заманда төрлөсә йылғырлыҡтар үҙләштерҙе. Ер алыу, төҙөлөш алып барыу, төҙөгәнде һатыу мөнәсәбәттәр урынлаштыра белеү оҫталығына бәйле. Шешәһеҙ, табындарһыҙ бер эште лә башлап та, атҡарып та булмай. Бирешмәҫкә тырышты Николай. Сама юғалтмау яғында булды. 90-сы йылдарҙа йоғонто майҙандарын, бизнес йүнәлештәрен бүлешеү ауыр барҙы. мал, йәшәү мөхите өсөн барған ҡаты алыштарҙа ниндәй генә хәлдәргә тарыманы ул. Машинаһын шартлатып киттеләр. Үҙе иһә бер осор, талаш-тартыш үтә ҡуйырған саҡта боҫа биреп ултырып булһа ла, ярай әле, тере ҡалды. Ни саҡлым егеттәр мәрмәр таштар аҫтында ята хәҙер.
Донъялар бер сама ипкә һалынды. Әле бына район үҙәгенә юлдаш ҡасабала ғына ла Касатонов төҙөп һатҡан йорттарҙың һаны ла ике тиҫтәнән ашыуҙыр. Район хакимиәте, хоҡуҡ органдарында эшләүселәр ҙә уның коттедждарында йәшәп ята. Үҙен аяманы Касатонов. Аҡса ен менән бер икән, арбай, нәфсене аҙҙыра. Аңлай ул, бының бер аҙағы булырға тейештер.
Егерме бер йәшендә генә ғашиҡ булып өйләнгән Наташаһына ла тынғылыҡ булманы. Уға ике бала табып биргән Наталия Коляһының артыҡ мауығып китеүҙәрен күреп, тыйып та ҡараны, “тәрбиәләп” маташты. Әйтерһең, Николай үҙе өсөн генә тырыша! Хәйер, бизнес мөхите — амбициялар донъяһы ул. Һаҙлыҡ кеүек һурып алып бара. Наташа иһә, христиан динле ғаилә тәрбиәһе алыуы сәбәпле, Николайҙы ла ҡалыптарға индергеһе килә. Асылда хаҡлы. Николай үҙе лә — яҡшы ғаилә балаһы ул. Сиркәү юлын да аҙ тапаманы Касатонов. Әленән-әле бағымсылыҡ иғәнәһе күсерҙе, Наталияның ҡат-ҡат үтенестәренән һуң ауылдарында сиркәү төҙөттө. Бының өсөн хакимиәттең дә, ауылдаштарының да рәхмәтенә иреште. Наталияһы ла бермә-бер разый булды.
Һәммә нәмә лә ыңғай ғына бармай шул. Наталия бер көн уға шундай талап ҡуйҙы: “Ишетеп йөрөйөм, ышанғым килмәй ине. Һайла, Коля, йә Настяң, йә балаларың менән мин!” Касатонов Наташаһы алдында нисек кенә аҡланып ҡарамаһын, тегеһе һүҙенән ҡайтманы. “Дүрт яғың ҡибла, ике арала буталыуыңдан тыйылмаһаң, сыҡ та кит! Беҙ һинән башҡа ла бирешмәҫбеҙ. Минең, ана, тегеү ательем һау булһын, асыҡмабыҙ”. Эш асығыуҙа ғыналыр шул. Балалар йәтим була бит. Кешеләрен дә әйтер ине. Ошаҡлап ҡына торалар. Настяһына ла эҫенгән.
Настя — Өфө ҡыҙы. “Матурлыҡ конкурсы”на спонсор булырға күндергәйнеләр Николайҙы. Башта теләмәй генә ризалашты ла, сараның бигерәк сағыу, матур-матур ҡыҙҙар ояһы булыуы уны дәртләндерҙе лә ебәрҙе. Район үҙәгендәге туҡтауһыҙ эштән дә ялҡҡайны. Ә ниңә, “тормоштоң байрамдары” кем өсөн һуң? Касатонов кеүек айҡашып аҡса эшләгәндәргә байрам кәрәкмәйҙер шул. Уйындан — уймаҡ, шул конкурста ҡатнашҡан Настяның башын әйләндереп алһа, ҡыйыш китмәҫ. Ваҡытлыса ғына, күңел өсөн. Өфөгә барып йөрөгәндә бер йыуаныс булыр.
Касатонов Настяға фатир алып бирҙе. Уныһынан һуң ҡыҙыҡай машина һорай башланы. Ярлы ғына ғаилә балаһы бит инде, ә башы йоморо, нәфсеһе лә хаттин ашҡан. Наҙлы. Шул яғы бар. Бер көндө, ғүмере ҡыланмағанын, ҡасан мөнәсәбәттәрҙе законлаштырабыҙ, тип ысҡындырҙы. Ә Николай уға ундай вәғәҙә биргәне юҡ. Әйтерһең, Анастасия Касатонов тормошондағы үҙ урынын белмәй. Етмәһә, Касатоновтың үҙенә лә Анастасия менән араһын өҙөү ауырлашҡандан-ауырлаша бара. Ҡулына аҡса инә башлағас, Николай байтаҡ ҡына блондинкалар менән сыуалды. Наталия ул саҡта әллә һиҙмәне, әллә белеп тә өндәшмәне, әле килеп, анауындай ҡәтғи дәғүә ҡуя.
Юҡ, ғаиләһенән айырыла алмаҫ Николай. Наташа уға хәҙер бисә генә түгел, әллә ниндәй ҡандаш туған кеүек булып бөткән. Анастасияны берәй нисек бәхилләргә лә һыуындырырға тура килер. Оҙаҡ ҡайғырмаҫ, эшләмәй генә кеше елкәһендә йәшәргә өйрәнгән, берәйһен йүгәнләп алыр.
Яңы ғына төҙөлөп бөткән өс ҡатлы коттеджды һатыу мәшәҡәтле булды. Өфө кешеләре дәғүә итеп, ыҙғышҡа етеп бөттөләр. Саҡ осороп ҡотолдо. Шул уңышты матурлап, бер кинәнгәнсе билдәләп алырға ла, тиҙлекте кәметергә, ғаиләгә күберәк иғтибар итә башларға кәрәк. Кәрәкмәй уға Настя. Йәше үтеп бара. Шул елбәҙәктең хыянаттарын кисереп йәшәй аламы ни ул! “Һуңғы тапҡыр! Аҡтығы!” — тип үҙенә ант итә яҙҙы Касатонов.
Урынбаҫары Илгиз Әсфәтуллинға эсендәге кисерештәре хаҡында һөйләп торманы.
— Беҙгә һәйбәт кенә ял итеп алырға ваҡыттыр ул. Һин нисек уйлайһың? — тигән һорау ғына бирҙе.
— Мөмкин, — тип йәнләнеп китте Илгиз, — хоҡуғыбыҙ бар. Ресторан алабыҙмы?
— Ресторандары ла биҙҙерҙе. Бер үк йөҙҙәр. Бүктерҙе. Ҡырға сығып геүелдәшеп алмайбыҙмы?
— Ул да фекер! Минең тыуған яҡтарға барырға була. Бынан ни бары туғыҙ саҡрым. Беҙҙең урманды күрһәң! Ә тәбиғәт, шишмә, күлдәр! Ҡурсаулыҡ ул, урман иркен. Эш йәнлек атыуҙамы ни? Тура килһә, уныһын да булдырып була. Шашлыҡ бешерербеҙ. Наталия Львовнаны алаһығыҙмы?
— Сыҡмаҫ ул. Ял етһә, ата-әсәһе янына ауылға ҡайтыу яғын ҡарай. Балаларҙы машинаһына тейәп ала ла... Үҙеңдең кемдәрең бар? Әҙерләнегеҙ! Ҡуш егеттәргә, улар ни кәрәген белеп йүнәтер. Оҫтарып бөткәндәр. Байрам тиһәң, уларҙы ҡуш. Күмәк булмайыҡ. Кәрәкмәй. Һүҙе күп була.
— Һинме юҡ-бар хәбәрҙән ҡурҡыр кеше? Настяға машина ебәртәйекме?
— Кәрәкмәй. Наташаға хәбәрҙе бишкә түңкәреп алып баралар ҙа еткерәләр.
Эсенән йәнә: “Һуңғы тапҡыр, бынан кире Наташа әйткән рухиәтле тормош алып барыуға күсәсәкмен”, — тип үҙ-үҙен инандырып ҡуйҙы Николай.
Компания ике джип менән юлға сыҡты. Шашлыҡ өсөн ит, араҡы, “Шампанское” шараптарын, затлы-затлы закускалар тейәп алдылар. Аҡҡаш шишмәһе тирәһендә туҡтарбыҙ, тип ниәтләне юл күрһәтеүсе Илгиз. Ул был яҡтарҙы һәйбәт белә. Ошонда үҫте. Томбойоҡло күлендә һыу ингәне, балыҡ тотҡаны булды. Унда туҡтарға ярамаҫ. Егерь Ғәзиз шул тирәгә урмансы өйө һалып ҡуйҙы. Уның күҙенән ары тороу хәйерле. Ыҡҡа килмәй торған әҙәм. Йыл әйләнәһенә ошо урманды ҡыҙыра, урман айыуымы ни. Йәштән бисә алып ебәрҙе. Ул Наргизәһе лә инде, йәп-йәш көйө шул Ғәзиз ағайға һырыҡмаһа. Илгиздең үҙенең дә уға күҙе төшә ине. Егерҙың малына ҡыҙыҡҡандыр. Ҡыҙҙар хәҙер, кеҫәһе ҡалын булһа, ир-аттың йәшенә ҡарамай. Касатоновтың Настяһы ла бит Николайҙы орсоҡ кеүек өйөрөлтә. “Был урман беҙгә ата-бабаларыбыҙ мираҫы”, — тип һөйләнә ул Ғәзиз ағай, ә үҙен буш итмәйҙер әле. Әлеге кем ҡайҙан нимә таба, шунан файҙа күрергә ашҡынып ятҡан заманда ни. Ысынында, хәҙер кешеләрҙең киләсәктә ҡайғыһы юҡ. Иртәгәһен ни булырын кем белә? Бөгөн йәшәп ҡалырға кәрәк, тип баралар. Ана, Касатоновты ғына ал. Сиркәү һалдырып ҡуйған булды. Ә уның ниндәй афералар менән мал тапҡанын Илгиз белә.
Аҡҡаш шишмәһе ярынан тау үренә саҡлым ҡарағайҙар ултыртҡандар икән. Улары бер тиҫтер генә булып үҫеп ултыра. Шишмә сығышынан саҡ ҡына аҫтараҡ өҫтәл, ширлектәр рәтләгәндәр. Өҫтө ҡыйыҡлы. Ошонан да ҡулай урын табылмаҫ.
Ике водителде шашлыҡ ҡурып, өҫтәл әҙерләргә ҡалдырҙылар ҙа, дүртәүһе урман эсенә юлланды. Бынау тиклем ҡалын урманға килеп тә, берәй ҡабан сусҡаһымы, һис булмаһа, ҡуянмы атып ала алмаҫтармы? Бәлки, боланға ла юлығырҙар.

* * *
Ғәзиз урманға, ғәҙәтенсә, Уралды эйәртеп сыҡҡайны. Каникулы бөтөп бара. Йөрөп әйләнһен. Урманға эҫенһен, яҙмышын атаһы һөнәренә бәйләү теләге бар, буғай. Ә ниңә? Тәбиғәт кешене хур итмәй, ҙур итә. Ғәзиз яҙмышынан уңманы, тип кем әйтә ала? Уңды бит. Эшен ярата. Наргизәһе, бер бөртөк кенә булһа ла уланы бар. Раузаһының тупһаһын да һыуытмай.
Уралға ул урман йәнлектәренең холоҡ-фиғеле, был урмандың ҡурсаулыҡ булыуы, ошонда эшләгән осорҙа браконьерҙар менән көрәше хаҡында күп һөйләгәне бар. Әле лә шулай һөйләшә-һөйләшә байтаҡ ара үттеләр.
— Арыманыңмы?
— Юҡсы... — Урал да атаһы һымаҡ сыҙам булырға теләй. Һыр биреп бармай. Юҡҡа ғынамы ни атаһы уны түләүле спорт секцияһына йөрөтә.
Моторҙар тауышы урман һуҡмағынан атлаусыларға йәнәшәләге арба, машина юлы буйынан ишетелде. Ғәзиздең ҡолағы урман кейегенеке кеүек булып бөткән. Машиналар икәү. Икеһе лә сит илдеке булһа кәрәк. Моторҙары шыңшымай, ырылдамай ғына геүелдәй.
— Саҡырылмаған ҡунаҡтар... Ике машина... Күмәктәр булһа кәрәк. Урал, һин, улым, ауылға кире борол. Егеттәргә әйт, йәһәтләп машиналары менән килә һалһындар. Бер үҙем генә быларға ҡаршы тора алмам.
— Нишләп инде... Икәүбеҙ бит. Мылтыҡ бар.
— Икебеҙ генә эш ҡыра алмабыҙ. Егеттәр машина менән килһен. Йә ҡыуалап барырға тура килер.
Урал теләмәй генә ауыл яғына боролдо. “Атайым ҡурҡаҡ микән ни? Браконьерҙар менән икәүләп алышһалар, еңәләр бит инде. Ә даны ни тора! Тегеләрҙең ҡулын күтәртеп, арттарынан ҡушкөбәк тоҫҡап, ауылға алып ҡайтып инерҙәр ине. Урал был хаҡта мәктәптәге иптәштәренә һөйләр. Шунан да ҡыҙыҡ ваҡиғаның булыуы мөмкинме? Ә әсәһе? Ул иһә, “тас атаҡас”, тип һөйөнөр. Боролорға кәрәк. Хәҙер атаһын ҡыуып етер ҙә, тегеләрҙе икәүләп ҡулға алырҙар”, — тип уйланды малай.

* * *
Пикникка сығыусыларҙың юлы уңманы. Исмаһам, бер ҡыр йәнлеген осратһалар. Һунар йәһәт эшләнә торған эш түгел шул. Көнө буйы тәпәйләп тә, уңышҡа өлгәшһәң — өлгәшәһең, өлгәшмәһәң — юҡ. “Кәзәһенән — мәҙәге” тип урман ҡыҙырыуҙан ләззәт кисереүселәр ҙә, берәр йәнлек алмай тороп туҡтамай торған ҡомарлылар ҙа була.

Ә Касатоновтарға нимә? Булмағас, булманы инде. Йөрөнөләр ҙә кире боролдолар. Шишмә буйында ҡалған водителдәр был эшкә өйрәнеп бөткән, усаҡ яғып ҡуҙ төшөргән, алып килгән әҙер итте танауҙарҙы ҡытыҡлатырлыҡ итеп ҡыҙҙырып яталар. Өҫтәлгә ризыҡ-тәғәм, шешәләр теҙелеште. Һауа саф. Көҙгә табан булғас, серәкәй-фәлән дә ыҙаламай. Китте байрам, китте туй. Баштараҡ музыканы ла яйыраҡ ҡуйғайнылыр, торараҡ уныһын да асып ебәрҙеләр. Илгиз егерҙы уҫал ти ҙә ул, ә былар бит кейек атманы, тәбиғәт кем өсөн һуң, кешеләр өсөн түгелме ни? Ошонда ял итеп, байрам ойоштороп алырға ла рөхсәт һорарға ни! Килһен, һөйләшерҙәр. Касатоновты районда кем белмәй? Егерь ишеләр менән генә уртаҡ тел тапҡанмы ни ул! Шешәләр бушаған һайын ҡаны ҡыҙа барған компания өсөн ике донъя — бер мөрйә була барҙы.
Пикниктағылар буш шешәләрҙе ағас ботаҡтарына теҙеп ҡуйып, сәпкә тейҙереүҙә мәргәнлек ярышы ойошторорға булдылар.

* * *
Атаһының эҙен юғалтты Урал. Бергә саҡта ошо һуҡмаҡтан китеп баралар ине лә инде. Ошо тирәләлер ул, ҡайҙа китһен ти. Бара торғас, Урал музыка, кешеләр тауышын шәйләне. Теге саҡырылмаған ҡунаҡтар, тимәк. Атаһы ла ошо тирәләлер. Ярҙам көтәме икән? Тауыштар тирәһенәрәк еткәс, малай ҡыуаҡ араһына боҫто. Күмәк икәндәр ҙә... Алты кеше. Быларҙы икәүләшеп кенә ҡулға ала алмаҫтар ине, моғайын. Атаһы хаҡлы булған. Ауылдан кешеләр йыйып килтерергә ҡушылғанды Урал юҡҡа тыңламаған. Хәҙер һуң инде. Атаһы ғына күренмәй. Ул да берәй ерҙә йәшенеп, ярҙам көтөп ултыралыр.
Бер заман пикниктыҡылар сәп итеп теҙеп сыҡҡан шешәләргә ата башланылар. Шешәләр сылтыр-сылтыр итеп ҡала, тегеләр шау-гөр килеп шатланыша. Һәм ҡапыл... Урал муйынына нимәлер килеп кәзәлеүҙән сүгәләп ултырған еренән һикереп торҙо һәм, ҡотолоу юлын эҙләгәндәй, ҡайҙа табан икәнен дә аңғармай, йүгерергә маташты, әммә ауыртыуға сыҙай алмай ҡысҡырып ебәрҙе лә йөҙ түбән ауып китте.
Ял итеүселәр, ҡыуаҡтар араһынан килеп сығып, күҙ алдарында йығылған малайҙы күреп, айнып киткәндәй булды.
— Делаем ноги! Живо! — тип бойорҙо Касатонов. Компания йәһәт кенә машиналарына тейәлде һәм һыпыртыу яғын ҡараны.
* * *
Енәйәтселәр өҫтөнән суд ике йыл тирәһе барҙы. Башта Ғәзиз район прокуратураһы, суды тупһаларын тапаны. Урындағы хоҡуҡ органдарының ҡарарына ышанманы. Юғары судҡа мөрәжәғәт итте. Исмаһам, яраланған малайҙы ташлап ҡасмаған булһалар, уны больницала ҡотҡарып алып ҡала алырҙар ине бит.
Ә былай... Урал ауыртыу шогын күтәрә алмаған. Ә уға пуля барып тейеү, йәнәһе лә, — осраҡлылыҡ. Ниәт итеп, махсус атмағандар. Компанияны браконьерлыҡта ла ғәйепләп булмай, имеш... Штраф һалдылар һәм шартлы срокка хөкөм иттеләр. Хатта балаға кемдең пуляһы тейеүен дә, имештер, асыҡлай алмағандар. “Шальная пуля... непреднамеренное убийство... Хулиганство...”
Ғәзиздең сәсе ағарып, яурыны төшөп китте. Күңеле ҡатты. Эсенә йомолдо. Асылып һөйләшмәй. Битараф ҡарашлы бабайға әүерелде лә ҡуйҙы. Нимә өсөн йәшәне һуң? Донъя йыйҙы. Малайҙы уҡытырға тип аҡса тупланы. Бер бөртөк булһа ла нәҫел дә ҡалдыра алмағас, ирлек бурысын үтәмәне булып сығамы? Ағастары үҫеп ултыра, өйө шыңғырлап тора... Тик береһе лә күҙенә күренмәй.
Рауза ла олоғайып китте. Район мәсетендәге дин мәктәбендә хәҙер дәрестәр бирә. Ғәзиз уның райондағы өйөнә әллә нисә барып килде. Береһе-бер һүҙ башлай алмай. Шым ғына ултыралар-ултыралар ҙа, Ғәзиз ауылға ҡайтып китә. Бер барғанында Рауза уны: “Доғалар ятла, Ғәзиз, күңелеңде баҫыр”, — тип оҙатып ҡалды. Әллә инде... Йәштән ылыҡмағас...
Ғәзиздең ҡайғыһы ваҡыт үтеү менән тәрәнәйә генә барҙы. Берҙән, улын һағынһа, икенсенән, Рауза алдындағы гонаһы йәнен тунаны, өсөнсөнән, теге бәйелһеҙ компанияның иректә булыуынан эсе өҙөлдө. Уларҙан үс алғыһы килә башланы. Төндәр буйы төрлө пландар ҡорҙо. Һәммәһен дә берәм-берәм атып сыҡһаң инде... Төрмәгә ултыртырҙар. Ышандырып алған Наргизәһе нишләр? Раузаһы ла шып бер үҙе ҡала. Уға, ярай, намаҙлығы ярҙамсы булыр. Ә Наргизәгә? Уның әле, яңы ғына өлгөргән емеш кеүек, һутлы сағы.
Төндәрҙең береһендә Фекла иҫенә төштө Ғәзиздең. Төпсөнмәһә лә, ҡолағына яғылып-яғылып ҡалғаны бар, ырым-фәләнгә оҫта, тиҙәр ине. Файза еңгәһе Наргизәгә лә Фекла хаҡында шыбырлап маташты шикелле. Ғәзиз генә ауыҙын да астырманы. “Барып әйләнергә кәрәк әле шул Феклаға...” Ғәзиз шул ҡарарында нығынды.
Фекла сихырсы ҡарсыҡҡа оҡшамағайны. Баҡсаһы ал да гөл. Донъяһы ла ҡараулы. Үҙе килеп тороп алсаҡ. Йортоноң ихатаһында ярҙам һорап килеүселәрҙе ҡабул итә торған аласыҡ бар. Эсе тулы, стена буйлатып, үләндәр эленеп тора. Үҙе йәшәгән өйө лә зауыҡлы.
Ул Ғәзизде иғтибар менән тыңланы. Ишеткән икән уның хәлен. Ғәзиз уға ғәйепһеҙҙәрҙең еңел яза менән ҡотолоуын, бының ғәҙел түгеллеген, шуларҙан үс алғыһы килеүен йәшермәне.
— Ауыр йомош менән килгәнһең, Ғәзиз, ауыр йомош менән, — тип уйға ҡалды Фекла. — Быны эшләп була... Тик... Үкенмәҫһеңме?
— Ә улар рәхәт йәшәһенме ни? Бер гонаһһыҙ берҙән-бер баламдың башына еттеләр. Быйыл, бына, мәктәпте тамамлар ине. Университетҡа уҡырға инергә ниәте бар ине. Атайымдай күргән урманымды уға тапшырырға өмөтләндем. Мин һыҙланырға, улар рәхәт йәшәргә тейешме?
Фекла мөйөштәге иҫке һандығынан ҡара сепрәккә төрөлгән һөйәктәр килтереп сығарҙы.
— Нәҫелдән-нәҫелгә күсеп йөрөй. Ҡара эттең һөйәктәре. Тотонғаным юҡ ине лә... — тип ҡуйҙы. Шуларҙы Ғәзиздең ҡулына тотторҙо. Үҙе уны уратып йөрөп, нимәләрҙер һөйләнергә тотондо. Һөйләнә-һөйләнә лә “Һөс!” тип ҡуя. Тора-бара Ғәзиздән әйттерә башланы шул һүҙҙе. — Ҡабатла!
— Һөс, һөс, һөс!
...Феклаға барып әйләнгәнен ул берәүгә лә әйтмәне. Үҙе лә онота башлағайны инде. “Нимә белә тиһең шул бисә, ҡыланалыр инде. Ундайҙар хәҙер етерлек”, — тип ҡулын һелтәне.
Рауза Уралдың өс йыллығын уҡытты. Унда барып ҡайтты. Кеше араһында ла йәм юҡ. Урманда ла күңелһеҙ. Урмандағы өйө янына электр генераторы ҡуйҙырғайны. Уңайлыраҡ булып китте. Сәй ҡайнатыу еңел. Усаҡ яғырға ла йыбана хәҙер. Күңеле төшмәй.
Телевизорын ҡабыҙып ебәрҙе. Бик диҡҡәт бирмәй, хәбәрен тыңлай-тыңлай юҡ-бар мәшәҡәт менән булашып йөрөһә, ҡолағына сағылғанды ишетеп, экранға текләне. Өфө янындағы коттедждар ҡасабаһында йәш кенә ҡатынды эт талаған! Ҙур ғына ҡап-ҡара эт эңерҙәрәк ҡайҙандыр атылып килеп сыҡҡан да быға ташланған. Тауышҡа йыйылышҡан кешеләр ҙә аралап ала алмаған, теге эт ҡатынды ботарлаған да ташлаған. Шунан ҡайҙалыр саптырып китеп олаҡҡан. Өй беренсә белешкәндәр, бер кемдең дә ундай эте юҡ. Теге ҡатын бер ерҙә лә эшләмәгән Анастасия Сафронова икән. Уның бизнесмен Николай Касатоновтың һөйәркәһе булыуы ғына билдәле...
“Ә нишләп Касатоновтың үҙе түгел, ваҡиғала ҡатнашмаған һөйәркәһе?..” — Ғәзиздең башы зиңкеп китте. Күп тә үтмәне, ошондай уҡ хәл район үҙәгендә ҡабатланды. Ольга исемле ҡатынды ҙур ҡара эт ботарлап ҡасҡан. Ольга Касатоновтың төҙөлөш компанияһында водитель булып эшләгән Вадимдың ҡатыны булып сыҡты. Район үҙәгендә паника башланды. Булмаған хәл! Этте полиция хеҙмәткәрҙәре ҡасаба буйлап та, тирә-яҡ урманды һөҙөп эҙләп тә таба алманы. Хәбәр Ғәзиздәрҙең район ҡасабаһына алыҫ булмаған ауыл кешеләрен дә хафаға һалды. Ул ниндәй эт икән ул? Тәүбә-тәүбә! Кискеһен урамға сығыу ҙа ҡурҡыныс! Аҙна үттеме-юҡмы, ауылдаштары Илгиздең улын баҫтырған теге эт. Йылғыр, спортсмен малай ихаталарына инә һалып, ҡапҡаһына бик һалып өлгөргән. Ҡара эт иһә абалап-абалап ҡоймаға һикергеләгән, мылтыҡ тотоп килеп сыҡҡан Илгизде күреп, ҡасып киткән. Халыҡ йәнә геүелдәп китте. Нишләп атып ала алмайҙар шул этте? Байтаҡ ир-ат күмәге йыйылышып, районды айҡап йөрөнө, туғай, һаҙлыҡ тирәләре ҡалманы. Эт юҡ!..
Хәлдәрҙең йүнәлешен һәм ваҡиғаларҙың мәғәнәһен, ҡара эттең ҡайҙан килеп сыҡҡанын бер Ғәзиз генә аңлай ине. Тик төшөнмәй: нишләп ҡара эт Уралдың һәләкәтенә ҡыҫылышы булмаған кешеләрҙе һәләк итә? Нишләп ғәйеплеләргә ҡағылмай? Уларҙан да, Ғәзиз кеүек, юғалтыу хәсрәтен кисертергә теләүме был? Ваҡиғалар артабан да былай дауам итһә, фажиғәләр сылбыры бик оҙон булыуы ихтимал бит! Һәм был Ғәзиздең үҙ хәсрәтен бүтәндәр муйынына ла тағырға яҫҡыныуынан килеп сыға түгелме? Былай ярамай! Ғәзиз кисекмәҫтән Фекланы күрергә тейеш!
— Ә мин нимә эшләй алайым? — тип ҡаршы алды уны Фекла. — Ҡара эттең һөйәге һинең ҡулыңда ине бит! Уны һин үҙең һөсләнең! “Үкенмәҫһеңме?” — тип һораныммы?
— Һораның...
— Этте хәҙер һин үҙең генә туҡтата алаһың!
— Минең һәләтем юҡ. Ул нишләптер ғәйепһеҙ кешеләргә ташлана!
— Ҡара көстө ысҡындырыуы ғына еңел, уның ҡайҙа табан йүнәлерен кем белһен?
— Зинһар...
— Ул эт хәҙер һинең ихтыярыңда! Бүтән миңә килеп йөрөмә! Нисек булдыраһың, шулай туҡтат!
Ғәзиз Фекланан тура өйөнә ҡайтты. Мылтығын яурынына элеп урманға сығып китер алдынан Наргизәһен ҡосағына алды. Ҡосаҡҡа һыймалы ғына Наргизә. Теге саҡ күл эсендә тәүләп ҡосағына алғандағы кеүек. Ғәзиздең ғүмерендәге иң затлы яҙмыш бүләге бит. Уралдың ғүмере өҙөлөүҙән бөгөлөп төшкән иренең ҡайғыһын күтәреште. Раузаға барып йөрөүҙәрен тыйманы. Әле лә иренең устары, беләге ҡоршауына ингәндән ҡараштары яҡтырып китте.
— Наргизә, иртәгә урман өйөнә кил. Рулгә ултырма. Ильяс алып килер.
— Ярар һуң... Бәлки, хәҙер үк бергә китербеҙ?
— Бөгөн кәрәкмәй. Райондан кешеләр килә. Һөйләшәһе бар. Мотлаҡ кил! Эш бар.
Сабир ағаһының улы Ильясҡа ла һуғылды.
— Еңгәң менән иртәгә урман өйөнә килегеҙ, эш бар.
...Үҙенә үҙе атҡан Ғәзизде, яҙып ҡалдырғанынса, улы Урал янына ҡуйырғамы, юҡмы, тип аптырауға ҡалды ауылдаштары. Үҙеңә ҡул һалыу ҙур гонаһ һанала. Ундай мәйетте зыярат ҡапҡаһынан индерергә ҡушмайҙар. Кәртәләү тышына ерләйҙәр.
Ауыл халҡына Ғәзиздең изгелеге күп тейҙе, ауыр йылдарҙа ил-ер мөлкәтен, ас керлән кеүек ябырылып, үҙенеке генә итергә яҫҡынған бәндәләр нәфсеһен аҙҙырғанда, ауыл осонан башланып офоҡтарға тиклем тартылған урмандарын һатырға бирмәй, айҡашып йөрөп алып ҡалды.
Улы янына ҡуйырға булдылар. Аллаһ алдында яуапты үҙе бирер.
— Бәхетем бар, еңгә, тигән була торғайны Ғәзиз ҡәйнешем, — тип оҙаҡ илауланы Файза еңгәһе. — Бәхет хаҡы ҡыйбат була шул ул. Кем булһа ла бәхетле булырға теләр ине. Бәхетте кем яратмаһын? Бәхеттең хаҡы ҡыйбат шул ул... Бәхеттең хаҡы ҡыйбат...

Тамара Ғәниева.

Автор:
Читайте нас: