Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
3 Октябрь 2022, 03:45

Йырым – мөхәббәткә мәҙхиә! Лилиә ҺАҠМАР

Журналист, шағирә, драматург Лилиә ҺАҠМАРҒА (ҠӘЙЕПОВА) - 60 йәш. Ҡәләмдәшебеҙҙе күркәм юбилейы менән тәбрикләп, сәләмәтлек, ғаилә именлеге, уңыштар теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Йырым – мөхәббәткә мәҙхиә!    Лилиә ҺАҠМАРЙырым – мөхәббәткә мәҙхиә!    Лилиә ҺАҠМАР
Йырым – мөхәббәткә мәҙхиә! Лилиә ҺАҠМАР

Лилиә Һаҡмар (Лилиә Зәйнулла ҡыҙы Ҡәйепова) Баймаҡ районы, Йомаш ауы­лында тыуған. Шағирә, драматург, тәржемәсе. Алты китап авторы. 

Йырым – мөхәббәткә мәҙхиә!

Һәр бер күҙәнәгем – һөйөү тулы,
Йырым – мөхәббәткә мәҙхиә.
Әҙәмдәргә фани ғүмерендә
Былай ҙа бит бәхет аҙ тейә.

Былай ҙа бит күңел – күк күбәләк,
Яҡты усаҡ күреп талпынған,
Ә йөрәк бит ғүмер-тимерлектә
Күрек, һауа өрөр ялҡынға.

Күрек тынһа, яҡты усаҡ һүнер,
Күк күбәләк йомор ҡанатын,
Һөйөү һүнһә – күктә Ҡояш һүнер,
Ҡараңғыла күңел аҙашыр.

Тимерлегем дөрләй...
Бар янымда
Йылынырға теләр йәр генәм...
Һәр бер күҙәнәгем һөйөү тулы,
Йырым – мөхәббәткә мәҙхиә...

Йөрәгем минең яралы

Күрмәгеҙ, ҡарамағыҙ ҙа,
Ҡайғыларым – күҙҙәремдә.
Йөрәгемдә бөтмәҫ яра,
Хәстәрем – һүҙҙәремдә
Һағышыма бығау һалам,
Тик йөрәккәйем түҙһә...
Бик бәхетле булып ҡына
Күренгем килә һеҙгә!

Вирус килгән

Вирус килгән! Вирус икән
Юҡ итә бәндәләрҙе,
Уның әллә кешеләрҙә
Берәй-бер үсе бармы?

Артыҡ күрәме йәшәүҙе?
Бәхетте күпһенәме?
Әллә үҙенән аҡыллы
Булыуын үҙһенмәйме?

Әллә киҫәтәме вирус:
Ер шары кескәй генә,
Кеше генә планетаны
Ҡотҡарыр көскә эйә.

Хайуан түгел, бөжәк түгел,
Алтын да көмөш түгел,
Тимер түгел, кәрәк Ергә,
Яп-ябай кеше үҙе!

Йыһан һыуһаған һөйөүгә,
Аҡылға сарсаған Ер,
Изгелек теләй был йөрәк.
Күңелде ҡаплаған кер.
Хәләл көс менән тапмаған
Байлыҡ ул байлыҡ түгел!
Нәфсе диңгеҙе аҫтында
Тутыҡҡан бәғзе күңел.

Ҡатлам-ҡатлам йыйылған кер –
Ялған, нәфрәт, асыуҙар,
Кемдеңдер ярҙам итеүен
Бушҡа көтөп ятыуҙар.

Башҡа бер сара булмағас,
Вирус килгәндер Ергә,
Кешеләргә һынау аша
Үҙ теләген әйтергә.

Ергә башҡа бер кем түгел
Тик кеше үҙе хужа,
Ни ҡылһа – шул, нәтижәһен
Бары тик үҙе ура.

Бергә-бергә аҡыл менән
Йәшәүҙәр – үҙе йәннәт!
Бар зиннәттәр араһынан
Кеше ғүмере ҡиммәт.

Вирус тикшерә кешенең
Һынауға әҙерлеген.
Китәсәк ул,
Беҙ аңлағас,
Ғүмерҙең ҡәҙерлеген,
Изгелек, намыҫ ҡәҙерен
Аңлағас хәҙер, бөгөн!

28.04.2020.

Яратам

«Мин яратам!» Ошо һүҙҙә
Китаптарға һыймаҫ яҙмыш ята,
Ғәзиз йәнде үҙең итеп тойоу,
Әллә табыш, әллә һағыш ята...

Әйт һин ошо һүҙҙе! Йылға туҡтар!
Бейек тауҙар бер мәл ишелер!
Һөйөү тулы күңел – Хоҙай үҙе –
Барыһын да шул саҡ кисерер!

Аҡса бахырҙы яратмай

Ҡол биләүсе замандары үткән,
Әммә ҡоллоҡ әле бөтмәгән,
Ҡаныбыҙға һеңгән бахырлыҡтан
Айырылыу мәле етмәгән!

Үҙебеҙҙән ҡолдар әүәләйбеҙ,
«Ни теләһәң, шуны ҡыл!» тибеҙ!
Кемдеңдер ҡулына ҡамсы биреп,
Ҡайҙа теләһәң дә ҡыу, тибеҙ.

Иң ҙур хужа ерҙә Аҡса, тибеҙ,
Аҡсаһы күп кеше – бай, тибеҙ,
Тыуғандан уҡ бахыр булғанбыҙ ҙа,
Шуның өсөн кеҫә һай, тибеҙ.

Ысынында аҡса – ҡорал ғына,
Аҡса – йәнһеҙ, әммә «аҡыллы»,
Ғорур, батырҙарҙы үҙ итә ул,
Яҡын юлатмай һис бахырҙы.

Байға, ярлыларға бүленмәгән
Сабыйҙарҙың нурлы хаяты…
Байы, ярлыһы ла шул уҡ кеше –
Ике ҡуллы, ике аяҡлы.

Ирек өсөн тыуа ергә кеше!
Йәшәр өсөн азат, хөр генә,
Күңелдәге ҡоллоҡ бығауҙары –
Ул һинеке! Ташла өҙгөләп.

Аҡса яратмай ул бахырҙарҙы –
Яҡты маҡсатлыны үҙ итә,
Уға бары ысын хужа ҡулы,
«Ҡолом бул һин!»– тигән һүҙ етә…

Тормош дауам итә

Кешелекте ҡыуып йорттарына
Индергәндә үлем сирҙәре,
Һандуғастар түгелеп-түгелеп һайрап,
Аса кеүек йәшәү серҙәрен.

Һандуғасҡа бер ағас та етә
Донъя яңғыратып һайрауға,
Саҡыра ул бөгөн тышҡа түгел–
Ул саҡыра тыуыр байрамға!

Тыуыр ул көн, тыуыр оло байрам –
Урам тулыр халыҡ шауына,
Яңы күргән кеүек үтербеҙ беҙ
Һәр бер сәскә, ағас янынан.

Ошо байрам көнө тыуһын өсөн
Бөгөн өйҙә генә ҡалабыҙ,
Йәшәү тәмен тойоп, яҙмыштарҙың
Алтын-зиннәттәрен яҙабыҙ.

Ваҡытлыса ғына заман беҙҙе
Өйөбөҙгә ҡыуып индерҙе,
Белһен өсөн кеше ғүмерҙәре
Ҡыл өҫтөндә, шуға ҡәҙерле.

Һәр беребеҙ – аҡыҡ, алтын, көмөш,
Һәр беребеҙ ҡиммәт аҡсанан,
Һәр беребеҙ хаҡлы хөр йәшәргә
Һандуғаслы тормош-баҡсала.


Балаларҙы һөйөп туймағанбыҙ,
Хәләлебеҙ наҙға һыуһаған,
Тәмле ризыҡтарҙы төрләндереп,
Тәмләп ҡарап, дуҫтар туймаған.

Етеҙ түгел, әммә бит барыбер,
Алға табан бара эшебеҙ,
Бикләнһәк тә һәр кем үҙ өйөндә
Берҙәмлектә беҙҙең көсөбөҙ!

Һынау аша, сыҙамлыҡтар аша
Изгелектең ҡылы көйләнә,
Күңел һандуғасы йырын тыңла:
Тормош дауам итә өйҙә лә!

Лилиә ҺАҠМАР.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас