Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
10 Октябрь 2022, 10:55

Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!” китабы яҡут телендә донъя күрҙе

Ә һеҙ был китапты уҡынығыҙмы? Оҡшанымы?

Айгиз Баймөхәмәтовтың  “Ҡалдырма, әсәй!” китабы яҡут телендә донъя күрҙеАйгиз Баймөхәмәтовтың  “Ҡалдырма, әсәй!” китабы яҡут телендә донъя күрҙе
Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!” китабы яҡут телендә донъя күрҙе

Танылған башҡорт яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтовтың  “Ҡалдырма, әсәй!” китабы С. А. Новогородов исемендәге “Айар” Яҡут Милли нәшриәтендә “Бестселлер” серияһында донъя күрҙе. Был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә нәшриәттең генераль директоры Август Егоров хәбәр итә.

«Хаалларыма, ийэкээ!» —тап шулай атала китаптың яҡутса исеме. Повесты яҙыусы, журналист, «Күрүлгэн» («Водопад»)әҙәби-публицистик журналының баш мөхәррире Афанасий Гуринов-Арчылан тәржемә иткән. Тиражы — 2000 дана.

Айгиз Баймөхәмәтов – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр  премияһы лауреаты, “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире. Уның тәүге “Ҡалдырма, әсәй!” повесы 2013 йылда донъя күрҙе,  күп тираж менән 14 телдә баҫылған. Башҡортостанда, Ҡырғыҙстанда уҡыу программаһына ингән. Ошо әҫәр буйынса яҙылған пьеса Башҡортостан, Татарстан, Бурят, Тыва, Ҡаҙағстан театрҙарында ҙур уңыш менән бара.

Айгиз Баймөхәмәтовтың  “Ҡалдырма, әсәй!” китабы яҡут телендә донъя күрҙе
Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!” китабы яҡут телендә донъя күрҙе
Автор:Венер Исхаков
Читайте нас