

Табын да ғына ҡороп, йырҙар
һуҙып,
Ултырырға ине туғайҙа.
Оҙон көйҙө һуҙһам, бәлки, ҡыҙып,
Ҡурайсылар уйнар ҡурайҙа.
Таҡыя ғына башлы ҡыу ҡурайҙың
Йөрәк һыҙландырыр көйҙәре.
Ғүмер ҙә генә тигән был утарҙың
Оҙон булһын килер көндәре.
Ҡыҙыл ғына буйы һары үлән,
Йәшелләнер ҡабат, һут булһа.
Үтеп тә генә барған
был йәшлекте
Ауыҙлыҡлар инем хут булһа.
Ғәмһеҙ генә йәшлек туғайҙарын
Алыштырыр ҙа ялан бар икән.
Ул яланға сығыр үр-тауҙарым
Олоғаям да ғына тигән тау икән
Ғүмер генә тигән был хозурҙы
Боҙор әжәле лә бар, тиҙәр.
Йәшлек туғайҙарын бейеп
сыҡтыҡ,
Үр-тауҡайҙарында ни көтәр.
Олоғая тауы – бейек,
тар һуҡмаҡлы,
Яҙа баҫһаң, аҫта – таш-ҡая.
Күпме уйлаһаң да, йәшәү йәмле,
Үтмәниһә ғүмер заяға.
Олоғая ла тауын артылғас та,
Йәйрәп ята йәмле киң ялан.
Аҡлыҡ яланы ул, тирә-яҡтан
Баҫып алған икән суҡ балан.
Суҡлы баланҡайҙың тәме әсе,
Төҫкәйҙәре ҡыҙғылт-көрәнһыу.
Йәшлек туғайынан был яланға
Күсеүҙәре бер аҙ яманһыу...
Тора-бара балан тәмкәйҙәре
Шундай татлы, шундай
баллана.
Күсеү осорҙары бигерәк яйһыҙ,
Бер аҙ торғас, бар(ы)һы яйлана.
Олоғаям үрен имен-аман
Йырым һуҙып яҙһын үрләргә.
Үргә менгән саҡта көйөм булһын,
Көсөм булһын зиһен төйнәргә.
Ошо йырҙы, ошо көйҙө аҡ яланда
Ейәндәргә яҙһын көйләргә.
* * *
Ир-егетте хисһеҙ, тимәгеҙ һеҙ,
Нисек кенә хисле был күңел!
Беҙҙә лә бит тибә шул бер йөрәк,
Беҙҙең дә бит күңел боҙ түгел.
Илар саҡта, тештәр ҡыҫып,
Урттар сәйнәп, үҙәк өҙөлә.
Ир-егеттең йәше ҡасып-боҫоп,
Яңғыҙ саҡта өнһөҙ түгелә.
Ир-егетте иламайҙар, тиҙәр,
Беҙҙә лә бит шул уҡ күҙ йәше.
Бәғерҙәрҙе телер ауыр һүҙҙәр
Шул уҡ телә беҙҙең йөрәкте.
Ир-егетте иламай, тимәгеҙ ҙә,
Һеҙҙең кеүек беҙ ҙә шул илаҡ.
Һеҙҙең инеш яҡын, бында,
эргәгеҙҙә,
Беҙҙең быуа бер аҙ алыҫыраҡ.
* * *
Киләсәктә әйтер һүҙебеҙ ҙә
Яҡты, нурлы булһын гел генә.
Белегеҙ һеҙ, әсә теленән дә
Баллы тел юҡ башҡа бер генә.
Әсәм теле – миңә сәсән теле,
Тип йәшәһәк уны хәтерләп,
Һис юғалмаҫ изге телебеҙ ҙә,
Торһаҡ уны һәр саҡ ҡәҙерләп.
Марс СӘЙЕТҒӘЛИН.