

Икенсе курсты тамамлауға, Гөлсара курсташы Әлмира менән бер айға Көҙән ауылына практикаға ебәрелде. Әлмира бик матур ҡыҙ, Ҡырмыҫҡалы районынан ине ул. Хор бүлегендә белем ала ине, ә Гөлсара театр-режиссура бүлегендә ине. Көҙән ауылы халҡы бик дәртле, егәрле. Ауыл клубы мөдире Нәсиха исемле ҡатын, бик күпте күргән, күпте белә. Бөтә ауыл халҡын белә һәм ауыл халҡы уны ихтирам итә ине. Төп кәсептәре ҡырсылыҡ, иген эштәре менән шөғөлдәр, мал көтәләр. Звеноларға, тракторист-комбайнерҙар араһына ҡыҙыл мөйөштәргә йөрөп “Боевой листок”, “Молния”лар сығаралар, республика һәм ауыл-район яңылыҡтары менән таныштыралар. Йәштәр көсө менән кисәләр, концерттар ойоштороп, күрше ауылдарҙың халҡын да хеҙмәтләндерәләр. Гөлсара унда бик сибәр Ғаяз исемле егет менән дуҫлашты, ләкин был дуҫлыҡ бик серьез булып китеүенән ул ҡурҡа һәм мөмкин тиклем тыйнағыраҡ булырға тырыша ине. Шулай булһа ла күңел түрендә ул Ғаязды онота алмай ине. Ғаяз был хәлгә нисек ҡарағандыр, уныһын да ул белә алманы. Ул йәшлектәге тәүге мөхәббәт хәтирәһе генә булып ҡалды.
Өсөнсө курста театраль-режиссура бүлеге студенттары Хәбибулла Ибраһимовтың “Еҙнәкәй” исемле комедияһын ҡуйҙы. Ул комедияны мәҙәниәт бүлеге студенттары, уҡытыусылар, Өфөнән килгән комиссия ҡараны. Диплом спектакле ине ул. Гөлсара спектаклдә бай ҡыҙы ролен башҡарҙы. Комиссия спектаклде юғары баһаланы, маҡтауға лайыҡ тип билдәләне. Ошо йылдың ҡышында өсөнсө курс студенттары ике айға практикаға ебәрелде. Гөлсара Зилә исемле курсташы менән Ауырғазы районының Семенкино ауылында практика үттеләр. Был ике айлыҡ практиканың етәксеһе, клубоведение уҡытыусыһы Шамил Таһир улы ине. Практика уңышлы үтте. Йәштәр бик әүҙем, яҡындан ҡатнашып, һәр ойошторолған сараларҙа үҙҙәренең янып торған дәртлелеге менән алдыралар ине. Осоп бейеп, йырлап, уйнап-көлөп торған йәштәр менән һәр үткәрелгән сара күңелдәрҙә шатлыҡ уята. Ике айлыҡ практиканың үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды. Гөлсараны ла, Зиләне лә яратып ҡабул иттеләр. Практиканың бөтөүенә хушлашыу кисәһе ойошторолдо. Шамил Таһир улына ауыл халҡы рәхмәттәр еткерҙе. Гөлсара менән Зиләне эшкә үҙҙәренә ебәреүҙе һорап ҡалдылар.
1957 йылдың май айына был курс студенттарына распределение өсөн Өфө мәҙәниәт министрлығынан комиссия килде. Ул комиссияла мәҙәниәт-ағартыу мәктәбенән бер нисә уҡытыусы ла ҡатнашты. Республиканың төрлө райондарына, ҡайҙа мәҙәниәт эшмәкәрҙәре етешмәй, шунда тәғәйенләү бара ине. Гөлсара Баймаҡҡа һораны. Ул, бәлки, Баймаҡ артистарына ҡушылып китермен тигән ниәт менән йәшәне. Уның маҡсаты артистка булыу ине бит. Баймаҡҡа кадрҙар тулы ине. Һис юғы Әбйәлилгә, тип үтенде Гөлсара комиссия ағзаларына төбәлеп. Унда ла тулы. Бөрйәнгә китәһең, унда кадрҙар бөтөнләй юҡ, уларҙан спрос ҙур, тинеләр. Бөрйән районы бик матур тәбиғәтле, шунда бараһың тигәс, мин унда нишләрмен, бер кемем дә юҡ һәм минең хыялым бар бит тигәс, рус теле уҡытыусыһы Ираида Ивановна: “А не хочешь ли ты с этим образованием в Москву?” – тине. Һәм был һүҙҙәр Гөлсараға йығылып китмәле тәьҫир итте һәм ул өнһөҙ ҡалды, ҡойолоп төштө. Башын аҫҡа эйеп, ғәйепле бала төҫлө ишектән сығап китте.
Практика осоронда бергә күңелле йәшәп йөрөгән дуҫтарын осратты Гөлсара. Стәрлегә эш менән килеп сыҡҡандар ине. “Ҡайҙа направление алдың?” – тигән һорау бирҙеләр. – Бөрйәнгә, - тине Гөлсара. Һинең ғүмерең заяға уҙа унда, беҙгә кил, үтен”, - тине. Гөлсара был һүҙҙәргә әллә ни иғтибар итмәне. Сөнки ул тормош ҡороу уйында түгел ине. Ул романтик характерлы, ҡайҙа ҡыйын мин шунда бар. Егеттәр араһынан берәүһе: “Да, әрәм булаһың һин унда”, - тип һалды. “Бөрйән егеттәре заготконтораға аҙна һайын йомортҡа, май, йөн тапшырырға киләләр. Улар ҡап-ҡара, ябыҡ, тәндәре ҡоро һөйәктән һәм тиреһенә ҡуша йәбешеп, күҙҙәре эскә батып торған ир-егеттәр. рырға тейешмен тип уйланы эстән. Ләкин ул был уйын бер кемгә лә ҡысҡырып өндәшмәне, эстән кисерҙе. Һәм ҡайҙа ебәрәләр – мин шунда, тип кенә яуапланы ул.
Июль айының матур бер көнөндә Стәрлетамаҡ ҡалаһында заготконтораны эҙләп табып, Бөрйән районынан килгән ир-егеттәр менән танышып, һөйләште Гөлсара. Һәм аҙнаның шаршамбы көнө төштән һуң бер грузовой машина менән юлға сыҡтылар. Экспедиторы Урал исемле, ярҙамсыһы Нурислам исемле, шоферы рус милләтенән бер олораҡ ир кеше ине. Ҡараңғы төшөүгә Брәтәк тигән ауылға туҡталып, уларҙың бер таныштарында йоҡланылар. Машинаға күп итеп араҡы йәшниктәре тейәлгән. Шалтыр-шолтор килеп торған араҡы шешәләрен Брәтәктә кемдәрҙер һатып ала. Иртәгәһен иртә менән юлға сыҡтылар. Бөрйән урманы бик ҡуйы, тирә-яҡта бейек ағастар һәм машина юлы, башҡа бер ни күренмәй. Көн ҡояшлы, бик эҫе һәм матур тора. Ләкин ул эҫелеге лә, матурлығы ла ҡуйы урман менән ҡапланғас, башҡа нәмә күҙгә салынмай. Юлда осраған ҡайһы бер һуҡмаҡтарҙа шофер һәм был ике ир-егет араҡы һемергеләп алалар. Гөлсара кабинала урталыҡта ултыра. Бик шикләнә-шикләнә, эстән ҡурҡыңҡырап Байназарға килеп еттеләр. Унда ла араҡы шешәләрен шалтыр-шолтор килтереп бушатҡыланылар. Юлда шофер: “Бөрйәндә столовыйҙарҙа бер лапша бешерәләр, магазиндарында бер нәмә лә юҡ, бары тик тоҙ ҙа шырпы. Һин дочка, унда астан интегәсәкһең”, - тине. Гөлсараны уныһы ла аптыратманы. Уға имен-аман Иҫке Собханғолға барып етеү генә кәрәк ине. Нурислам Гөлсараны үҙе яҡын күргән, яңғыҙ йәшәгән Ғәрифә исемле татар әбейгә урынлаштырҙы. Ул инәй Рифҡәт тигән улы менән йәшәй ине. Улы Фуат Совет армияһында хеҙмәттә, ә Фәүзиә исемле ҡыҙы Аҫҡар ауылында уҡыта ине. Һыйыр аҫырайҙар, тауыҡтары бар, кәртүк сәсәләр. Иркен генә таҙа һәм йыйнаҡ өйҙә бер аҙнаға яҡын йәшәргә тура килде. Иртәгәһен иртә менән Гөлсара район мәҙәниәт йортона йүнәлде. Мәҙәниәт йорто Иҫке Собханғол ауылынаң Ленин урамы уртаһында урынлашҡан ике ҡатлы ағас йорт. Бик төҙөк. Баҡһаң, 1956 йылда ғына файҙаланыуға тапшырылған икән. Эстән дә бик йыйнаҡ һәм таҙа. Күҙгә һәр нәмә үҙ урынында, хужалыҡлы булып күренә. Аҫҡы ҡаттың һулаҡай яғында, фойела Кулдавлетов Рәшит исемле киномеханик менән Хәлитов Спартак бильярд уйнап йөрөйҙәр, кинозал буш (урталыҡта урынлашҡан), уң яҡта тәҙрә тәңгәлендә оҙон өҫтәл ҡыҙыл ябыу менән ябылған, унда шахмат-шашкалар, гәзит-журналдар тегелгән килеш, тәртип менән генә яталар. Беҙҙә тәмәке тартырға ярамай, тигән вывеска ишек эргәһенә яҙып эленгән. Һулаҡай яҡта бер ишек башына “Балалар китапханаһы” тип яҙылған, уның эш сәғәттәре күрһәтелгән.
Өҫкө ҡатта һулда мәҙәниәт йорто мөдиренең эш кабинеты, урталыҡта киноселтәре бүлмәһе, төптә һул яҡта мәҙәниәт бүлеге мөдиренең кабинеты, ҡап уртала район үҙәге ололар китапханаһы. Уң яҡ яҡтан иң ситтә художество етәксеһе бүлмәһе. Былар менән танышҡандан һуң Спартак Хәлитов ваҡытлыса мәҙәниәт йортоноң һәм мәҙәниәт бүлеге мөдиренең дә вазифаһын башҡарып тороусы икәнлеген, ә хужалар әлегә отпускала тип яуап бирҙе.
Гөлсараны 1957 йылдың 6 июленән район мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе тип приказ яҙҙы. Гөлсараға мәҙәниәт йорто бик оҡшаны. Ул көн дә иртәнсәк эшкә талпынып килеп етер булды. Тик ниҙән башларға, нисек эшләп алып китергә белмәй ине ул. Бер кем дә таныш түгел, ҡайһылай итергә лә белмәй аптыранды, но нисек булһа ла һыйынырға, ярап эшләп алып китергә тигән ниәт менән йәшәй ине ул был осорҙа. Эшкә урынлашҡандың етенсе көнөндә район китапханаһының балалар бүлеге мөдире Харрасова Зифа апай үҙенең ҡайынбикәһе Мәрйәм исемле яңғыҙ йәшәп ятҡан мәҙәниәти йортона яҡын ғына өйгә урынлаштырҙы. Район мәҙәниәт йортоноң туры бейәһе бар ине. Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән шул бейәгә бесән әҙерләргә Мәсемгә китергә булдылар. Быков Николай Афанасьевичтың йәш, яңыраҡ өйләнгән сағы. Бик шаян һәм дәртле киноселтәренең берҙән-бер драндулеты шоферы. Шул машинаға тейәлеп, кәрәк-яраҡтарҙы, аҙыҡ-түлекте, салғы-һәнәктәрҙе, өҫ кейемдәрен алып, мәҙәниәт йорто һәм киноселтәр хеҙмәткәрҙәре бер аҙнаға юлға сыҡтылар.
Бесән саба белмәгәнлектән Гөлсараны ашнаҡсы итеп ҡуйҙылар. Бесәндән ҡайтып төшкәс тә, район үҙәге йәштәре өсөн ял кисәләре ойоштороп йөрөй торғас, июль аҙаҡтарына Урал фермалары йыйынына район мәҙниәт йорто, райпо, медицина, редакция хеҙмәткәрҙәре менән райком комсомолы, райком секретаре Билалов Муса ағай бер ҙур грузовой машинаға тейәлеп, малсылар кәңәшмәһенә юлландылар. Юлдар бик ыҙанлы, батҡаҡ. Ҡойма ямғырҙарҙан һуң күләүектәр эркелеп ята, юлдар соҡор-саҡыр. Машина ауырлыҡ менән, бына-бына ауа яҙып ҡуҙғала. Арба өҫтөндә ултырып барыусылар ҡурҡа-ҡурҡ, ыҙалыҡ менән кәңәшмә үтәсәк урынға барып еттеләр. Машиналағы бөтә әйберҙәрҙе тейешле урынға бушатып, сәхнә урынына арба өҫтөндә сығыш яһарға тура килде. Урталыҡта майҙансыҡ, ҡаҙан аҫҡандар, һатыусылар яҡшы сәйҙәр, төрлө тауарҙар, шәл-яулыҡ һ.б. менән һатыу итәләр.
Медицина хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренә мөрәжәғәт итеүселәргә тейешле тикешереү үткәреп дарыу тарата, укол ҡаҙай, ә колхоз етәкселәре үҙҙәренең уңыш һәм уңышһыҙ ҡайһы бер проблемаларын хәл итәләр, райком етәксеһе ҡыҫҡаса доклад менән сығыш яһап алды. Алдынғы малсыларға бүләктәр тапшырылды, аҙаҡтан уларға бағышлап йыр-бейеү, нәфис һүҙ музыкаль номерҙар башҡарылғандан һуң, матур майҙансыҡта түңәрәкләп ултырып йәнле итеп ҡунаҡ булып алғандан һуң, күмәкләшеп бейеп-йырлап күңел астылар. Тирә-йүндә иҫ киткес матурлыҡ, ҡоштар сутылдаша, лепелдәшеп күбәләктәр оса. Хуш еҫле сәскәләргә күмелеп ултырған асыҡ ялансыҡ һәм болонлоҡтар күңелдәргә дәрт-дарман ғына өҫтәп кенә торған йәйләүҙәрҙә йәшәп, эшләп көн күрәләр малсылар. Иртәнге һауын бик иртә сәғәт биштәрҙә башлана. Унан көтөүселәр малды көтөүгә ҡыуып алып китәләр. Был арала һауынсылар һауған һөттәрен сепаратор аша үткәреп ҡаймаҡ-май яһайҙар, һауыттарҙы таҙалап көндөҙгө һауынға әҙерләнәләр. Быҙау ҡараусылар – быҙауҙарҙы тәрбиәләй, көндөҙгө һауындан һуң киске һауын етә. Йыйылған һөттө фләгәләргә тултырып, Белорет ҡалаһына һөт эшкәртеү заводына тапшыралар. Бына шулай көн итәләр малсылар. Ферма малына бесән әҙерләү, яңы быҙаулаған һыйырҙырҙың быҙауҙарын тәрбиәләү һ.б. өҙлөкһөҙ мал ҡарау, райондың ит-һөт продукттары етештереүселәре – республикаға план еткереүселәр. Мәҙәниәт йортоноң бер нисә хеҙмәткәре бер-ике ҡатнашыусыны алып, был кәңәшмә үткәндән һуң ауылдар буйлап концерт бригадаһы менән халыҡты хеҙмәтләндереп ҡайтыуға көҙ айҙары ла етте. Район буйынса комсомол конференцияһына әҙерлек башланды. Район мәҙәниәт йорто был конференцияға Татарстанда сыҡҡан “Ҡазан уттары” журналы буйынса “Наҙлы ҡатын” комедияһын өс шаршауҙа әҙерләүгә тотондо. Был эш театр-режиссура бүлеген тамамлап ҡайтҡан Гөлсараға йөкмәтелде.Ҡайһы бер ҡатнашыусыларҙы табып килтерешеү буйынса мәҙәниәт йорто мөдире Мәмбәтов Барый ағай ярҙамлашты. Төрп роль наҙлы ҡатынды Гөлсара үҙе уйнаны. Мәҙәниәт йорто инструкторы Мәхмүтов Миңлеғәле уның партнеры. Мәмбәтов Барый ағай, Хафизова Йәмилә апай (электән драмтүңәрәктәрҙә ҡатнашып йөрөүсе апай) һәм тағы бер нисә кеше ҡатнашлығында әҙерләп ҡуйылды.
Комсомол конференцияһында ҡатнашыусылар комедияны бик яратып ҡабул иттеләр. Ошо спектаклдән һуң Гөлсараға танылыу артты. Мәҙәниәт йортона күпләп драмтүңәрәккә ҡатнашыусылар ағыла башланы. Был спектаклдән һуң Сәғит Мифтаховтың “Зимагорҙар” исемле өс шаршаулы драмаһын әҙерләү башланды. 33 кеше ҡатнашлығында был әҫәрҙе әҙерләү, халыҡты йыйыу, әлбиттә, мәҙәниәт йорто мөдире Мәмбәтов Барый Халиҡ улының көсө булды. Сөнки ул был ауылдағы кешеләрҙе лә белә. Электән дә спектаклдәр әҙерләп ҡуйып йөрөгәндәр. Был драма Граждандар һуғышы осорон тасуирлай. Ундағы йәш егет Кудряш ролен Гөлсараның буласаҡ тормош иптәше, яңыраҡ армия сафынан ҡайтҡан Булат исемле егет, ә ҡыҙҙы – Миңямалды Гөлсара уйнаны. Спектаклде халыҡ бик ярата ине. Мәҙәниәт йортоноң залы шығырым тулы, иҙәндә ултырып, сәхнәгә етә яҙып аяғөҫтө тороп ҡарай ине халыҡ. Электричество юҡ, репитициялар шәм яҡтыһында уҙғарыла, спектакль дә шәм яҡтыһында ҡуйыла ине. Мәҙәниәт йортоноң костюмдары ла, атрибуттары ла юҡ. Төрлө ойошмаларҙан, хужалыҡтарҙан, айырым кешеләрҙән ҡаралды, тирмән, еҙ самауыр, батмус, ҡомған, итек-ситек, тәрән ҡаталарға тиклем йыйып килтереп, сәхнәне биҙәп, урын-еренә еткереп уйнарға тырашалар ине. Был спектаклде әҙерләү менән бер рәттән Октябрь байрамына әҙерлек тә бара ине. Байрамға программа әҙерләнә, уның буйынса хор өсөн репертуар, яңғыҙ һәм парлы йырсылар әҙерләү Рәүф ағай Зарипов ике ҡат күҙлек аша ноталарҙан өйрәнеп ултырыр ине; Гөлсара “Молодежная эстрада” журналынан бейеүселәр өсөн бейеүҙәр әҙерләр ине, үҙҙәре мәҙәниәт мәктәбендә өйрәнгән “Гөлнәзирә”, “Зарифа”ларҙы ҡабатлап иҫкә төшөрөп, йәштәр йыйып килтереү менән мәшғүл булыр ине. Барый ағай Мәмәбәтов ҡурайсыларҙы йыйып көйҙәр һайлап өйрәнеп маташырҙар ине. Кис булһа, мәҙәниәт йорто гөр килеп тора торғайны, шул уҡ ваҡытта кинозалда героико-патриотик фильмдар барыр ине. Киноға ла халыҡ күпләп йөрөр ине.
Фойеның уң яғында бильярд уйнайҙар, һулаҡайҙа гәзит-журналдар уҡыйҙар, шахмат, шашка, домино уйнайҙар. Шаршамбы һәм шәмбе көндәре кино алдынан бал бейеүҙәре: вальс, краковяк, “Карлофинская полька”, “Дустэп”, “Танго” башҡарылыр ине. Рәүф ағай Зарипов баянда бейетеп ултырыр ине. Район китапханаһы ололар өсөн сәғәт 11-гә тиклем эшләне.
Художестволы үҙешмәкәр түңәрәктәр әүҙем эшләп торор ине. Яуаплы концерттарға партконференция, малсылар кәңәшмәһе, Октябрь байрамы, механизаторҙар кәңәшмәләренә әҙерләнгән осорҙарҙа район комсомол комитеты йәштәрҙе ойоштороуға ярҙам да итер ине. Хор, бейеү түңәрәктәренә йәштәр күпләп йөрөр ине.
Яуаплы концерттарға әҙерләнгәндә генераль репитицияларға райком секретаре ярҙамсыһы, пропаганда бүлегенән, комсомол комитетынан представителдәр килеп ҡарап ултырырҙар ине. Уларҙың күрһәтмәһе буйынса ҡайһы бер нәмәләргә үҙгәрештәр индерелә, йә һыҙып ташлана, йә ныҡлы әҙерлек дауам итә. Ошондай ныҡлы контролдә булды һәр яуаплы сығыш.
Байрамдарға әҙерләнеү, Яңы йыл байрамы айырата яуаплы осор. Айырата әүҙемлек, ижади әҙерләнеүҙәр, үҙенсәлекле сихри әкиәтсә уҙғарыуға әҙерелектәр йәштәрҙе күпләп йәлеп итеүҙе талап итә ине. Әлбиттә, бында район комсомол комитеты яҡындан ҡатнаша ине. Шул мәлдәрҙә республика һәм район буйынса Ленин комсомолының 40 йыллығына әҙерләнеү осоро башланды. Ҡышҡы айҙарҙа һәр ауыл мәҙәниәт усаҡтары, район мәҙәниәт йорто һәм район комсомол комитеты менән берлектә был смотрға әҙерлек бик ҡыҙыу барҙы. Район үҙәгендә һәр ауылдан йәштәр ойошмалары үҙҙәренең комсомол секретарҙары, уҡытыусылар, партия ойошмалары секретарҙаре етәкселегендә сығыш яһанылар. Һәр коллектив район үҙәгендә ҡатнашыусы һәүәҫкәрҙәрҙән һайлап алынған номнерҙар менән райком комсомолы етәселегендә Учалыға икенсе турға сығыш яһауға юлланыу бурысы килеп баҫты. Оҫта йырсылар: Нәби ауылы комсомолецы Ғилман Сәфәрғәлин,Иҫке Собханғол урта мәктәбе уҡытыусыһы Әнүәр Исмәғилев, Әтек ауылында фельдшер булып эшләүсе йәш ҡыҙ Анфиса Әхмәтйәнова, бейеүселәрҙән: Талха Алтынбаев ДООСАФ эшсеһе “Эш өҫтөндә” бейеүе менән, Спартак Хәлитов район потребителдәр хеҙмәткәре башҡорт халыҡ бейеүе “Перровский” менән, Нонна Колондже һинд халыҡ бейеүе менән, Тарыуалдан колхозсы Сәйфулла Ҡунаҡбаев “Халыҡ бейеүе” менән, район типографияһы хеҙмәткәре Исрафил Әбдрәшитов Гөлсара менән берлектә “Һунарҙа” бейеүе менән, райпо хеҙмәткәре Асия Ҡәҙерғолова “Йәшлек” бейеүе менән, ҡурайсылар, мандолинасылар: Ҡаһарманов Ҡәнзәфәр, Йәмилев Фәрит, Зарипов Рәүф, Мәмбәтов Барый, Маликов Фәрүҡ, Ҡотлобаев Ишбулды һәм башҡалар – барыһы 25-ләп ҡатнашыусы менән Учалы ҡалаһында сығыш яһап, ҙур ойошҡанлыҡ һәм оҫталыҡ менән жюри тарафынан юғары баһаға лайыҡ булып, үтә оҫталар өсөнсө турға Өфөгә һайландылар.
Май байрамына әҙерлек барған осорҙа Гөлсара үҙенең 20 йәшлек юбилейын үткәреүгә әҙерләнә ине. Ауылда мәҙәниәт йортонда ҡатнашып йөрөүсе һәр һәүәҫкәр үҙ тыуған көндәрен үткәреүгә лә ваҡыт таба һәм Гөлсара ла улар менән бергәләшеп һәр ҡайныһының байрам кисәһенә ҡатнашҡылап ала ине. Гөлсара был юбилейына әҙерләнеү өсөн ниҙәр кәрәклеген өй хужаһы Мәрйәм апай менән кәңәшләште. 10-15 кг аҡ он, май, һәйбәт сәй, яҡшы кәнфиттәр кәрәклеген әйтте Мәрйәм апай. Магазиндарҙа он һатылмай, яҡшы сәй, май-кәнфиттәр ҙә юҡ. Нишләргә? Райпо етәксеһенә барып ғариза бирергә кәрәк ине. Районда аҙыҡ-түлеккә, һәйбәт кейем-һалымға, хужалыҡ өсөн кәрәк әйберҙәргә лә ҡытлыҡ ине, әлбиттә.
Район потребителдәр йәмғиәтенең бер генә машинаһы. Ул тауар ташып, халыҡты тәьмин итә алмай ине. Күберәк ат файҙаланыла ине. Хужалар ҙа ат менән йөрөйҙәр ине. Йә һыбай, командировкаларға сана йә кошовкаларға ултырып йөрөйҙәр. Шунлыҡтан йәшәгән ябай халыҡҡа ауырға тура килә ине. Килтерелгән әйберҙәргә оҙон сиратҡа баҫып, әрһеҙләшеп, күп ваҡыт әрәм итергә тура килә ине. Ә мәҙәниәт эшендә бының өсөн мөмкинлектәр бөтөнләй юҡ. Ул эш көнөн дә, төнөн дә һәр ваҡыт сабып йөрөүҙе талап итә ине. Шулай бик ҡыйын булһа ла, райпо етәксеһенә барып ғариза бирергә тура килде Гөлсараға. Етәксе ғаризаны ҡарағандан һуң баш бухгалтерға ин тине. Сөнки, тик баш бухгалтер ғына хәл итә икән күп мәсьәләләрҙе. Баш бухгалтер тип яҙылған ишеккә ингәс, Гөлсара ғаризаһын уның алдына һалды. Ул татар милләтенән, Малафиев фамилиялы, олораҡ ҡына ир кеше. Берҙе бирһәң, бөтәһе лә була тип әйтеп һалды. Гөлсара ни эшләргә лә белмәй әйләнеп сығып китте. Өйөнә ҡайтып ғәрлегенән үкһеп-үкһеп иланы, үҙенең шул тиклем зависимый, түбән, бер кемгә лә кәрәкмәгәнлеген, яңғыҙ, ярҙамсыһыҙ икәнлеген ҡат-ҡат иҫенә төшөрөп, был донъя шундай кешеләр менән тулы, унда нисек йәшәрмен, нисек көн итермен тип кәмһенеп, илауынан тыйыла алмай ятты. Мәрйәм апаһы был хәлде аңлап алғас, үҙенең бер таныш ҡатынына барып, шул ҡатын аша ҡайһы бер нәмәләр алып килеп бал ҡойҙо, он алып килеп бешеренергә ярҙам итеп, ит алдырып һалма ҡырҡып, әҙерләнеүгә ярҙам итте.
Гөлсара май байрамы концертын уҙғарыуға үҙенең 20 йәше тулыу көнөн билдәләне. Унда бер нисә һәүәҫкәр түңәрәктә ҡатнашыусылар менән бергә дуҫы Булат менән иптәше Хоҙайғолов Мансур, уҡытыусы Вәлиев Камил, комсомолдан Изгина Юлиә лә бар ине.
Был ваҡиғалар үтеп китеүгә, бер аҙналай ваҡыт Өфөгә республика смотрына барырға әҙерләнеүселәр менән мәҙәниәт йортонда репитициялар уҙғарылды. Май аҙағы июнь баштарына комсомолдың беренсе секретаре Ғәлиуллин Мазһар Фәтхулла улы етәкселегендә, грузовой машинаға тейәлеп, Өфөгә йүнәлделәр. Брәтәк ауылына еткәс, унда туҡтап йоҡлап, иртәгәһен кискә ҡарай Өфөгә барып еттеләр. Әҙерләнеп алыу өсөн халыҡ ижады йорто хеҙмәткәрҙәре ярҙамында филармония сәхнәһенән бер-ике сәғәт ваҡыт бирҙеләр, костюмдар булмағанлыҡтан, улар костюм менән дә ярҙам итте. Смотрға күп райондарҙан һәүәҫкәр сәнғәт һөнәрмәндәре килгән. Сығыштар филармонияның ҙур залында үтте. Бөрйән районы һәүәҫкәрҙәренең сығышын юғары баһаланылар. Гөлсара башҡарыуындағы лирик бейеү, Ғилман Сәфәрғәлин башҡарыуындағы башҡорт халыҡ йыры “Илсе Ғайса”ны беренсе дәрәжәләге Диплом һәм ҡиммәтле бүләк менән бүләкләнеләр. Гөлсара башҡарыуындағы Башҡорт ҡыҙҙарының лирик бейеүенең һүрәтен “Ленинсе” гәзитенә төшөрөп, Вена шәһәрендә үтәсәк Бөтә донъя фестиваленә әҙерләргә тип ҡуйҙылар һәм теләгең булһа филармонияға бейеүсе итеп алабыҙ, тип Ғасҡаров ағай үҙе өндәште. Көҙгө айҙарға әҙерлек башлана, саҡырыу ҡағыҙы районығыҙға барып ятҡас, килергә кәрәк булыр, тине филармония директоры Айыуханов.
Смотрҙан ҡайтып, фермала эшләүсе малсыларҙы хеҙмәтләндереү өсөн агитбригадаға состав йыйып, редакциянан Юлмөхәмәтов Абдулла ағай, район мәҙәниәт йортонан Рәүф Мортаза улы, мәҙәниәт йорто ҡарауылсыһы Вәлитова Мәфтүха, балалар китапханаһында эшләүсе Клара Ғазина, мәҙәниәт йорто инструкторы Миңлеғәле Мәхмүтов һәм Гөлсара мәҙәниәт йортоноң туры бейәһенә костюм һәм башҡа кәрәк-яраҡтарын тейәп юлландылар. Ауылдарҙа мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре юҡ кимәлендә. Һәр ауылда 7, 8, 9-сы класс бөтөргән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, бер аҙ шул һөнәргә ҡайтышыраҡ, халыҡ араһында бер ни тиклем абруйы бар кешеләр клуб мөдире йә избач, йәғни китапханасы булып хеҙмәт итә. Ауыл клубтары бик примитив кимәлдә, скамейкалар оҙон итеп ағастан эшләп ултыртылған, оҙон өҫтәл ҡыҙыл материал менән ябылған, өҫтөндә газеталар, бер нисә журнал, ҡайһы береһенең өҫтәлендә бер партия шахмат һәм домино. Костюмдар, бер ниндәй ҙә музыка ҡоралы юҡ. Тәҙрәләр яланғас, ҡорғандар юҡ, тик сәхнәһе булған клубтың алдан элеп ҡуйылған бер шаршауы тора. Клубтарҙа йыйыштырыусы һәм мөдир. Ҡайһы ауылдарҙа колхоз клубы, улары бигерәк йәтимһерәп ултыра. Элекке мәсетте клуб иткән ауылдар ҙа бар. Күбеһендә таҙалыҡ насар, етерлек утын әҙерләнмәй, ҡыш клуб бик һыуыҡ. Шуға күрә клуб мөдирҙәре бик концерт әҙерләй алмай, күберәк уҡытыусылар, мәктәп уҡыусылары менән эш алып барыла. Һәм бөтә ферма, механизатор, ауыл хеҙмәткәрҙәрен мәҙәни хеҙмәтләндереү район мәҙәниәт йорто елкәһе – көсө менән атҡарыла. Район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре теге йәки был ауылға барып төшһә, уларҙы әртистәр килгән тип ҡабул итәләр. Клубты йыйыштыра башлайҙар, малайҙарҙы өй беренсе әйтеп сығырға йүгертәләр. Ҡырҙан профессиональ әртистәр килмәй, юлдарҙың насар, тауҙарҙың бейек булыуын сәбәп итәләр. Май аҙаҡтарынан көҙгә тиклем малсылар йәйләүҙә була. Йәйләүҙәге малсыларҙы мәҙәни хеҙмәтләндереүгә мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре редакциянан йә комсомол ойошмаһынан берәй хеҙмәткәр менән йәй буйына йөрөп сыға. Республика, район яңылыҡтары менән таныштырып, йыр, бейеү, нәфис һүҙ һәм башҡа музыкаль номерҙар бүләк итеп, малсыларҙың үҙҙәрен йырлатып, бейетеп, күңелдәрен күтәреп йөрөү йылына яҙ, йәй, көҙ, ҡыш айҙарында берәр ҡат йөрөп сығыу үрҙәге хеҙмәткәрҙәрҙең төп бурысы итеп йөкмәтелгән. Малсылар йәйҙәрен мал өйҙәрендә йәшәй. Уларҙың урындыҡтары өҫтөндә сығыш яһарға тура килә, үҙҙәре иҙәнгә түшәк түшәп ултырып ҡарайҙар, йәйен тышта сығыш яһала.