Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Әҙәбиәт һәм ижад
22 Октября 2022, 03:43

22 октябрь - Аҡ Торналар көнө

Әле һаман ошо яугирҙәрҙең.Тауыштары килә алыҫтан.Юҡҡамы ни, һауаларға ҡарап,Күңелебеҙ тула һағышҡа.

22 октябрь - Аҡ Торналар көнө22 октябрь - Аҡ Торналар көнө
22 октябрь - Аҡ Торналар көнө

22 октябрь - Аҡ Торналар байрамы. Был иҫтәлекле көн бөтә Рәсәйҙә генә түгел,  сит илдәрҙә лә билдәләнә. Бөйөк байрам һуғыш яландарында һәләк булған һәм туғандар ҡәберлегендә ерләнгән һалдаттар иҫтәлегенә арналған. Бындай шиғри исем Рәсүл Ғамзатовтың шиғыры ярҙамында барлыҡҡа килгән. Нәҡ ул бөтә һуғыштарҙа һәләк булғандар тураһында рухиәт, шиғриәт һәм яҡты иҫтәлек байрамына әүерелгән ошо иҫтәлекле көнгә нигеҙ һалған да инде. Шулай уҡ әҙәби байрам күп милләтле Рәсәй халыҡтарының күп быуатлыҡ дуҫлыҡ йолаларын һәм мәҙәниәттәрен нығытыуға булышлыҡ итә.

Ҡанлы яуҙан ҡайтмай ҡалған ирҙәр,
Әйтерһең дә, ергә аумаған.
Ул һалдаттар, аҡ торналар булып,
Осоп киткән зәңгәр һауаға.

Әле һаман ошо яугирҙәрҙең.
Тауыштары килә алыҫтан.
Юҡҡамы ни, һауаларға ҡарап,
Күңелебеҙ тула һағышҡа.

Ҡанаттары талып, ҡош сылбыры
Оса таңда, оса кисен дә.
Шул сылбырҙа кескәй буш урын бар,
Ул буш урын минең өсөндөр!

Бер көн мин дә торна сылбырында
Юғалырмын инеп томанға.
Йәнем иңрәр моңһоу бер ҡош һымаҡ,
Ерҙәгеләр ғәзиз булғанға.

(Р.Ғамзатов/ Рауил Бикбаев тәржемәһе)

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас