Фәнил Абдулһаҙый улы Әсәнов (1929 — 1995) — журналист, яҙыусы, шағир һәм драматург. Ҡырмыҫҡалы районы Боҙаяҙ ауылында тыуған. Оҙаҡ йылдар “Ҡыҙыл таң” республика гәзитендә эшләгән. РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Яралы мөхәббәт
Повесть
Фәнил ӘСӘНОВ
Өсөнсө бүлек
III
Йондоҙ булыу тураһында хыялланған Стэлла студент сағында тормошҡа бик еңел ҡарап йәшәне. Егерме ике йәшенә етеп, кешеләргә үҙе һуҡыр бер тин файҙа килтергәне булмаһа ла, тормоштан мөмкин булғандың бөтәһен дә алып ҡалырға ашыҡты. Ул үҙенең бындай ғәҙәтенән уңайһыҙланмай ғына түгел, уның менән ғорурлана ла ине, шикелле. Сөнки кистәрен һуңлап ҡайтҡан саҡтарында, Гөлсинәне йоҡоһонан уятып:
— Мин бөгөн фәлән артист менән ресторанда ултырҙым, мине бөгөн фәлән ағай үҙенең машинаһында урманға алып барҙы, коньяк эсерҙе. Фәлән кеше киноға алып керҙе, ҡатыны менән асыуланышҡан, — тип маҡтанып һөйләргә лә тартынмай ине.
Йәштән үк инсафлылыҡ ҡыҙ кеше өсөн үҙе бер матурлыҡ тигән әхлаҡҡа күнегеп бөткән, шуны үҙенең тормош ҡағиҙәһе итеп алған Гөлсинә ул ваҡытта Сөйөмбикәнең еңел холҡон килештереп бөтөрмәһә лә, уның былай йәшәүенә ризаһыҙлыҡ белдермәне. Хатта үҙен бик-бик яңғыҙ хис иткән саҡтарында Сөйөмбикәнең дуҫ-иштәре күп булыуынан, уның кешеләр менән иҫ киткес тиҙ танышып китә алыуынан Гөлсинә көнләшеп тә ҡуйғылай торғайны.
Хатта бер мәлде үҙе лә Стэлла кеүегерәк йәшәргә уйлап ҡарағайны ул. Икенсе курсты тамамлағас булғайны был хәл. Йәйге каникулға таралышыр алдынан студенттар Гөлсинә торған бүлмәлә кисә үткәрергә булдылар. Егеттәр стипендия алған көндө күп итеп эсемлек алып ҡайттылар. Ҡыҙҙар кискә ҡәҙәр өҫтәл әҙерләргә тейеш ине. Уларҙың ҡайһылары иртүк тороп иҙән йыуҙы, бүлмәне тәртипкә килтерҙе, ҡайһылары һауыт-һаба әҙерләне. Ә Сөйөмбикә менән Гөлсинәне, ҙур сумка тоттороп, магазинға ашамлыҡтар алырға сығарып ебәрҙеләр.
— Алаһы әйбер магазиндан сығып ҡасмаҫ, иң элек па рикмахерскийға кереп, сәстәрҙе буятып сығабыҙ! — тине Стэлла. Гөлсинәнең быға ҡәҙәр сәсен буятҡаны юҡ ине. Уның оҙон ҡара толомдары үҙенә былай ҙа бик килешеп тора ине. Әле лә сәсен боҙҙорорға уйламаны.
— Бар, һин кер, мин баҡсала йөрөп торам, — тине ул.
Сөйөмбикә, мыҫҡыллы ҡараш ташлап:
— Нимә, әллә вечерҙа ла ошо һыйыр ҡойроҡтарын ҡулбашыңа һалып ултырмаҡсы булаһыңмы? — тип йылмайҙы.
— Ниңә, ултырһам ни, килешә бит миңә, — тигән булды Гөлсинә, уңайһыҙланып.
— Кит, һөйләмә юҡты! — тип асыуланды уға Сөйөмбикә. — Тапҡанһың мода! Беләһең килһә, сеп-сей деревенщина һинең был толомдарың. Дөрөҫөн әйткәнгә хәтерең ҡалмаһын, үҙеңде үҙең ҡарай белмәйһең һин! Ошо буйың, ошо төҫөң менән үҙ ҡәҙереңде үҙең белмәйһең, һиндәге буй-һын миндә булһа, егеттәрҙең һушын алыр инем әле мин. Артымдан көтөүе менән йөрөрҙәр ине. Ә һин... — Унан бик ҙур серен сискән ҡиәфәттә әкрен генә тауыш менән өҫтәне: — Белгең килһә, хәҙерге егеттәр ҡыҙҙарҙы үҙ-үҙен нисек тотоуына ҡарап түгел, төҫ-башына ҡарап ярата, һинең баҫалҡылығыңа, инсафлылығыңа төкөрмәй ҙә хәҙерге егеттәр. Уларға бөгөн барыһына ла әҙер булған модный ҡыҙҙар кәрәк. Кит, ике йыл буйына ҡалала йәшәп, шуны ла аңламағас... — Был һүҙҙәргә Гөлсинәнең хәтере ҡалып ҡуймаһын тип булһа кәрәк: — Асыулана күрмә тағы, үҙ итеп кенә әйттем, һинең дә кеше араһына кергәнеңде, ысынлап тороп берәйһенә ғашиҡ булғаныңды күргем килә минең, Гулечка! Әйҙә, таныш мастерыма алып кереп, модница яһап сығарайым үҙеңде! — тип парикмахерскийға табан атланы.
Гөлсинә уға ҡаршы бер һүҙ ҙә әйтмәне, күңеленән төрлө уйҙар йүгереп үтте. “Егеттәр ҡыҙҙарҙың үҙ-үҙен тотошона ҡарамай, төҫ-башына ҡарап ярата”, — ти Стэлла. Училище егеттәре, ысынлап та, шулай түгелме һуң? Ана, Рәмил Гөлсинәнең бармы-юҡмы икәнен дә белмәй. Күңел өсөн генә булһа ла Гөлсинәгә бер күҙ һалһа, берәй йылы һүҙ әйтһә ине, исмаһам. Юҡ бит, уйлап ҡына ла бирмәй. Хатта Гөлсинәләр бүлмәһенә кереп, башҡа ҡыҙҙар менән шаярған сағында ла нескә билле, аҙ һүҙле, оялсан Гөлсинәгә аҙ ғына ла иғтибар итмәй. Ябай ғына кейемле был ҡыҙҙың оҙон керпектәре аҫтына йәшеренгән ҡара күҙҙәрендәге оло һөйөү сатҡыларын күрмәй. Ә бит Гөлсинә был тәкәббер егеткә, теләй икән, йәнен ярып бирергә лә әҙер. Эйе, моғайын, Стэлла хаҡлылыр, Гөлсинәгә лә бер аҙ ҡыйыуыраҡ булырға, үҙенең килеш-килбәтенә күберәк иғтибар итергә кәрәктер...
Парикмахерский ишеге төбөндә Сөйөмбикә Гөлсинәнең уйҙарын бүлде:
— Мин сәсемде етен төҫөнә буятам. Был төҫтән биҙҙем. Ә һинекен каштан төҫөнә буятырбыҙ. Кофтаңа ла под цвет булыр, бөткән аҡса бөткән, химзавивка яһатайыҡ. Керпектәрҙе, тырнаҡтарҙы ла буятайыҡ, кискә егеттәрҙе шаҡ ҡатырырбыҙ. Беҙҙән күҙҙәрен дә айырып ала алмаҫтар...
— Һи, һин инде бигерәк... — тип йылмайҙы Гөлсинә, Сөйөмбикәнең тәҡдименә үҙенең ризалығын белдереп.
Ҡатын-ҡыҙҙар залында сират юҡ ине. Ишектән инеү менән, уларҙың икеһен ике мастер саҡырып алды. Оло ғына йәштәге бер мастер ҡатын:
— Һеҙҙе ни эшләтәбеҙ? — тип һорағас, Гөлсинә юғалыбыраҡ ҡалды.
— Мин ни... сәсемде, — тип толомдарына үрелде.
— Уның сәсенә химзавивка яһағыҙ! Каштан төҫөнә буяғыҙ,— тип Гөлсинә өсөн Стэлла яуап бирергә ашыҡты.
— Ай-һай, һеңлем, юҡҡа әрәм итәһең түгелме сәсеңде? Килешә ул һиңә. Минең хатта киҫергә ҡулым бармай был толомдарҙы, — тип икеләнде мастер.
— Киҫегеҙ! — тип бышылданы Гөлсинә ниндәйҙер үҙенә лә ят тауыш менән.
— Теләгегеҙ... — Мастерҙың был һүҙе уға, нисектер, бик йыраҡтан килгән төҫлө, сәйер булып ишетелде. Мастер ҙур ҡайсы менән метр оҙонлоғондағы ҡалын ҡара толомдарҙы киҫеп өҫтәлгә һуҙып һалғас, Гөлсинә, “Ошо толомдар, ысынлап та, минеке инеме икән?” тигән төҫлө, әллә ҡыҙғанып, бик оҙаҡ уларға ҡарап ултырҙы. Уның тамағына ниндәйҙер төйөр килеп тығылған төҫлө булды. Ул үҙе менән нимә булғанын да рәтләп аңлай алманы. Мастерҙың: “Шулай эшләйбеҙме, былай эшләйбеҙме?” — тигән һүҙҙәренең мәғәнәһе тураһында уйланып та тормайынса, баш ҡағып, ризалыҡ биреп ултырҙы. Уға сәсен мастер ни төҫлө ҡыландырһа ла, барыбер ине хәҙер. Ун һигеҙ йыл буйына һаҡлап, тәрбиәләп үҫтергән ҡара толомдар үҙҙәрен рәнйеткән өсөн быуып алырҙар төҫлө тойолдо Гөлсинәгә. Шулай ҙа киҫелгән толомдарын парикмахерскийҙа ҡалдырғыһы килмәне, иҫтәлек өсөн тип, ҡағыҙға төрөп, сумкаһына һалды.
— Бына хәҙер һин дә ҡала ҡыҙҙарына оҡшаның. Нәҡ картинка булдың. Килмәгән ерең юҡ, күҙем тейә күрмәһен үҙеңә, Гөлсинә! — тине Сөйөмбикә, урамға сыҡҡас. Әллә ысынлап әйтте, әллә уйнап, Гөлсинә төшөнә алманы, үҙе башҡаса был турала һүҙ ҡуҙғатманы. Улай ғына ла түгел, кискә ҡәҙәр көҙгө алдына барып, үҙенең төҫ-башына күҙ һалырға ла батырсылығы етмәне.