Фәнил Абдулһаҙый улы Әсәнов (1929 — 1995) — журналист, яҙыусы, шағир һәм драматург. Ҡырмыҫҡалы районы Боҙаяҙ ауылында тыуған. Оҙаҡ йылдар “Ҡыҙыл таң” республика гәзитендә эшләгән. РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Яралы мөхәббәт
Повесть
Фәнил ӘСӘНОВ
Дүртенсе бүлек
IV
Ул көндө Гөлсинә, кис менән Рәмил нимә әйтер, иғтибар итерме, юҡмы, тип баш ватты. Күңеле менән нимәлер һиҙенде, нимәгәлер өмөтләнде. Ашҡынып үҙенең хыялы булған Рәмил менән осрашыу, уның менән бер өҫтәл артына ултырыу минуттарын көттө. Был кисә улар араһындағы билдәһеҙ мөнәсәбәткә асыҡлыҡ керетер, уларҙы яҡынайтыр төҫлө тойолдо Гөлсинәгә.
Ләкин ул кисә!.. (Ай, был кисәләге хәлдәрҙе иҫенә алырға ла ҡурҡа бөгөн Гөлсинә.) Ул кисә ғашиҡ ҡыҙҙың бөтә хыялдарын селпәрәмә килтерҙе.
Ҡыҙҙар әҙерләнеп бөтөр-бөтмәҫтән, алдан уҡ арыу ғына ҡыҙмаса булып алған Рәмил, егеттәрҙе эйәртеп, тупһанан уҡ ҡыҙҙарға сәләм биреп, бүлмәгә килеп инде лә, өҫтәл артында һуған турап маташҡан Гөлсинәгә ҡарап, шарҡылдап көлөп ебәрҙе.
— Бәй-бәй, ниндәй тутыйғош тиһәм, үҙебеҙҙең Гөлсинә икән дә был! Нихәл, йәнем? Ҡайҙа толомдарың, һатып эстеңме әллә? Башыңды-күҙеңде буяп, кемде аҙҙырмаҡсы булдың? Мине түгелдер бит?
Нимәнән ҡыҙыҡ табырға, шаярырға белмәйенсә йөрөгән башҡа егеттәргә иркенләп ауыҙ йырыу өсөн Рәмилдең был һүҙҙәре етә ҡалды. Улар, береһенән береһе уҙҙырып:
— Ҡара әле, ысынлап та... Гөлсинәме һуң был?
— Былай булғас, иртәгә ҡояш тиҫкәре яҡтан сыҡмағайы, — тип ҡыҙҙы ирештерергә, көлөшөргә тотондолар.
Гөлсинә оялыуынан нимә әйтергә, нимә эшләргә лә белмәне. Сәсен буятып көлкөгә ҡалырмын тип көтмәгәйне ул. Илағыһы ла, сығып йүгергеһе лә килеп ҡуйҙы. Рәмилгә ниндәйҙер уҫал һүҙҙәр әйтергә теләне, әммә теле әйләнмәне.
Ярай әле Сөйөмбикә ярҙамға килде. Ул, уртаға сығып:
— Һи, шуларҙың, таптылар ҡыҙыҡ! Килгәнһегеҙ, әйҙә, өҫтәлгә ултырыу яғын ҡарағыҙ! Юҡҡа ауыҙығыҙҙы йырып тормағыҙ! Беҙҙә эшегеҙ булмаһын! Нисек теләһәк, шулай йөрөрбөҙ! — тип асыу менән ярып һалғас ҡына, егеттәр әҙерәк тынып ҡалды. Ике бите ут кеүек янған Гөлсинә лә әҙерәк тынысланғандай булды. Ләкин ул кистә уның ҡыҙараһы, оялаһы минуттары алдараҡ булған икән әле. Өҫтәлгә теҙелешеп ултырып, тәүге рюмкаларҙы ҡулдарына алғас, егеттәр өҫтәлдең түр башына ултырған Рәмилдең мәжлесте асып, берәй һүҙ әйтеүен һоранылар. Шаҡтай иҫереп, теле сиселеп киткән Рәмил ҡыҫтатып ултырманы, урынынан торҙо ла өҫтәлдең икенсе башында күҙҙәрен ҡайҙа йәшерергә белмәйенсә оялып, уңайһыҙланып ултырған Гөлсинәгә ҡарап, шаярта биреп әйтте:
— Мин был рюмканы бөҙрәләткән сәстәр, буялған керпектәр иҫәнлегенә күтәрәм. Йәшәһен баштан-аяҡ буялған ҡыҙҙар!
Кемдер пырхылдап көлөп ебәрҙе, кемдер йөҙөн һытты. Гөлсинә был тиклемен көтмәгәйне, ул, үҙенең ни эшләгәнен дә белмәйенсә, урынынан тороп, Рәмилдең ҡаршыһына килеп баҫты ла, йәш ҡаплаған ҙур күҙҙәре менән егеткә өҙөрҙәй итеп ҡарап:
— Һин! Һин! — тип нимә әйтергә белмәй аптырап торғандан һуң, көтмәгәндә генә Рәмилдең яңағына һуғып, илай-илай бүлмәнән сығып йүгерҙе.
Бындай хәлде көтмәгән егеттәр аптырабыраҡ ҡалды. Ҡыҙҙар: “Уйнап һөйләһәң дә, уйлап һөйлә!” — тип Рәмилгә үпкәләнеләр.
Ләкин күршеләге буш бүлмәгә инеп бикләнгән Гөлсинә уларҙы ишетмәне. Ул, ғәрлегенә түҙә алмайынса, өҫтәлгә ҡапланып, бик оҙаҡ үкһеп-үкһеп иланы.
Училищела уҡыуҙар тамамланған ине. Төндө йоҡоһоҙ үткәргән Гөлсинә, бәләкәй генә сумаҙанын ҡулына тотоп, таң атыу менән вокзалға ашыҡты. Төн буйына күңел асып, яҡтыра башлағас ҡына йоҡларға ятҡан иптәш ҡыҙҙары уның ауылға ҡайтып киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдылар. Гөлсинә уларҙы уятып мәшәҡәтләнмәне. “Ҡыҙҙар! Мин ҡайтып киттем!” — тип өҫтәлгә яҙыу ғына ҡалдырҙы.