Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
26 Октябрь 2022, 09:35

Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы яңыра

Махсус япмалы футбол һәм баскетбол майҙансыҡтары әҙер. Балалар художество мәктәбе уҡытыусылары яһаған сағыу тематик граффити иғтибарҙы йәлеп итә.

Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы яңыраМәжит Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы яңыра
Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы яңыра

 Сибайҙағы Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы яңы объекттар менән тулылана. Паркка ингән ерҙәге майҙанға яңы эскәмйәләр, бәүелсәктәр ҡуйылған, Балалар ижады үҙәге артында күнекмәләр өсөн урам класы асылған.

Махсус япмалы футбол һәм баскетбол майҙансыҡтары әҙер. Балалар художество мәктәбе уҡытыусылары яһаған сағыу тематик граффити иғтибарҙы йәлеп итә.

– Быуа эргәһенә яҡтыртҡыс шарҙар ҡуйылды, таҡта түшәргә ҡалды, – ти “Реалстрой” йәмғиәте директоры урынбаҫары, “Терра Зауралье” паркының төҙөлөш участкаһы начальнигы Павел Соловьев. – Киләһе аҙнала скейт-майҙансыҡты, сәхнәне файҙаланыуға тапшырабыҙ. Артабан биләмәне йәшелләндереү эштәре ҡала. Паркты күҙаллағанса, октябрь аҙағына тапшырабыҙ.

Мәғлүм булыуынса, парк ике йүнәлеш буйынса – бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса иң яҡшы проекттарҙың бөтә Рәсәй конкурсында еңгән проекттарҙы тормошҡа ашырыу һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проекты нигеҙендә төҙөкләндерелә.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас