Башта Гөлсинә Рәмилде Сөйөмбикәнән көнләшеп йөрөгәйне. Тик уның Сөйөмбикәгә лә, училищелағы башҡа ҡыҙҙарға ла күҙ һалмауы беленде. Рәмил бөтә ҡыҙҙар менән дә шаяра, барыһы менән дә асыҡ, дуҫтарса мөғәмәләлә йәшәй, тик бер генә ҡыҙға ла үҙенең йөрәген асып һалырға ашыҡмай ине.
Рәмилдең йөрәгенә теле менән дә, төҫө менән дә асҡыс таба алмаясағын иң элек Сөйөмбикә аңланы.
— Йөрөй шунда, түшен киреп, таш бәғер! Үҙен-үҙе әллә кемгә һанап! Әйтерһең, ул ғына матур ҙа, ул ғына гармунсы. Бик танауын күтәрмәһен, донъяла унан һәйбәтерәк егеттәр ҙә бар! — тип тынысландырҙы ул үҙен һәм, “таш бәғерле” Рәмилгә ҡул һелтәп, үҙенең тормош романын икенсе урындан эҙләргә тотондо.
Бер көндө ҡыҙҙар, лекциянан ҡайтып, дәрес әҙерләргә ултырып ҡына торалар ине. Сөйөмбикә ҡыҙмаса булып алған, йөҙҙәрен ҡыҙартып алған, күҙ ҡабаҡтары шешенгән ҙур ғына танаулы 40 — 45 йәштәр тирәһендәге бер ағайҙы эйәртеп ҡайтып керҙе. Ҡыҙҙарҙың был ағайҙы училище тирәһендә йыш ҡына күргәндәре бар ине. Кемдер уның ҡала ойошмаларының береһендә дәрәжәле генә урында эшләүе, артистар араһында үҙ кеше булыуы, сәнғәт кеше ләре менән яҡындан аралашып йөрөүе тураһында һөйләгәйне. Ләкин ул сағында, әлеге “дәрәжәле ағай” училищеға Сөйөмбикә янына килеп йөрөйҙөр, тип ҡыҙҙарҙың уйына ла килмәне.
Сөйөмбикә ишектән үк:
— Ғәфү итегеҙ инде, ҡыҙҙар! Беҙ бер генә минутҡа. Өҫтөмдө алыштырырға ғына ҡайттым. Хәҙер китәбеҙ, — тип һөйләнеп килеп керҙе лә, байрамдарҙа ғына кейә торған затлы әйберҙәрен кескәй сумаҙанына һалып алғас: — Ҡыҙҙар, мине юғалтмағыҙ! Тиҙ генә ҡайта алмам, — тип сығып китте.
Бүлмәләгеләр уның артынан ғәжәпләнеп, уңайһыҙланып ҡарап ҡалдылар.
— Әйгенәм, ике балалы ир менән... Бөтөнләй күҙе-башы әйләнгән икән был Сөйөмбикәнең! — тип береһе асыу менән улар артынан бүлмә ишеген шартлатып элеп ҡалды. Башҡалары бер һүҙ ҙә өндәшмәне.
Тик Гөлсинә, бындай хәлде күреп, тыныс ҡына ҡала алманы.
— Был Сөйөмбикә бөтөнләй кешелектән сығып бара бит, ҡыҙҙар! Барыбыҙҙың да йөҙөнән көлә! Ниңә, белә тороп, түҙәбеҙ беҙ быға? Ниңә күмәкләп берәй сара күрмәйбеҙ?! — тип тауыш күтәрҙе.
Ул сағында башҡа ҡыҙҙарҙың күңелдәрендә лә шундайыраҡ хистәр ҡайнашҡан булған, күрәһең. Улар ҙа һүҙгә ҡушылып китте. Ул кистә училище ҡыҙҙары Сөйөмбикә исемен йыш ҡабатланылар. “Етте уға! Беҙҙең исемде бысратып йөрөмәһен! Үҙе ҡайтыу менән, ныҡлап һөйләшергә, аҡылға ултыртырға кәрәк!” — тип асыу менән телгә алдылар.
Сөйөмбикә ошо сығып китеүенән бер аҙна үткәс кенә әйләнеп ҡайтты. Аҙна буйына училищела ла булманы. Дәрестәргә килмәйенсә йөрөгәне өсөн училище етәкселәре алдында нисек аҡланғандыр, был тиклемен иптәштәре белә алманы. Әммә ҡыҙҙың былай йөрөүен береһе лә килештермәне. Ҡайтып күҙҙәренә күренеү менән:
— Беҙҙең йөҙҙән көлөп, ҡайҙа йөрөйһөң һин, Сөйөмбикә? Әҙерәк оятың бармы, юҡмы? — тип Гөлсинә төпсөнә башлағас, Сөйөмбикә:
— Миндә эшең булмаһын! Үҙеңде генә бел! Ун һигеҙем тулған, аҡыл кергән, — тип еңел генә ҡотолмаҡсы булғайны ла, бүлмәләге ҡыҙҙарҙың төрлөһө төрлө яҡтан:
— Ни эшләп беҙҙең һиндә эшебеҙ булмаһын? Бергә торабыҙ, бергә уҡыйбыҙ, коллективты һанға һуҡмаҫҡа һин кем ул тиклем! — тип мөйөшкә ҡыҫа башлағас, биреште.
— Ну, ярай, ғәфү итегеҙ, ҡыҙҙар, — тип башҡаса улай йөрөмәҫкә һүҙ бирҙе. Ошо көндән һуң, ысынлап та, Сөйөмбикә бер аҙ баҫыла төштө, иптәштәренән айырылмаҫҡа, улар менән һүҙгә килмәҫкә тырышты. Ҡыҙҙар башҡаса уның дөйөм ятаҡҡа ирҙәр эйәртеп ҡайтҡанын күрмәнеләр.
Дуҫ ҡыҙҙары, төпсөнөп-төпсөнөп тә, теге ваҡытта аҙна буйына уның ҡайҙа йөрөгәнен белә алмағайнылар, уларға был сер булып ҡалғайны.
Тик был хәлгә айҙан артыҡ ваҡыт үткәндән һуң ғына, Сөйөмбикә Гөлсинәгә серҙәрен асып һалды:
— Гриша командировкаға алып барҙы. Йөрөтмәгән, күрһәтмәгән ерҙе ҡалдырманы. Әллә ни ҡәҙәр бүләктәр алып бирҙе. Ниндәйҙер таныш врачынан миңә бюллетень алғайны. Училищела бер ни ҙә белмәнеләр. Барыһын да ул уйлап сығарҙы, ярата ул мине. Минең өсөн йәнен бирергә лә әҙер тора.
— Ә һин? — Гөлсинә ғәжәпләнеп һораны. — Һин дә яратаһыңмы шул әҙәмде?
— Хи-хи-хи! Ниндәй бер ҡатлы кеше һин, Гулечка йәнем! — Сөйөмбикә рәхәтләнеп шарҡылдай көлдө лә кинәт кенә етдиләнеп өҫтәне: — Кешенең тормошта бер таянысы булырға тейеш. Ул мине Өфөлә ҡалдырырға, сәхнә йондоҙо яһарға вәғәҙә итте. Уның ҡалала дуҫтары ла, мине кеше итергә генә дәрәжәһе лә етерлек. Шуның өсөн генә дружить итәм мин уның менән. Юғиһә, төкөрҙөм мин ундай бәрәңге танауҙарға!
Гөлсинә Сөйөмбикәнең еңел холоҡло, йөрөмтәл ҡыҙ икәнен белһә лә, быға тиклем уны шул ҡәҙәре лә түбән төшөп өлгөргәндер, ҡыҙ намыҫын бөтөнләй үк юғалтып бөтөргәндер, тип уйламай ине. Сөйөмбикәнең һүҙҙәре уны шаҡ ҡатырҙы. Эйе, Гөлсинә кеүек баҫалҡы, саф ҡыҙҙың башына һыйырлыҡ түгел ине шул был һүҙҙәр. Ул бик оҙаҡ иптәшенә нимә әйтергә белмәй аптырап ултырҙы ла кинәт кенә, Сөйөмбикәнең уйнаҡ күҙҙәренә ҡарап, һорап ҡуйҙы:
— Йәйге кистәрҙә усаҡ янында осҡан күбәләктәрҙе күҙәткәнең бармы һинең, Сөйөмбикә?
Тегеһе уның нимә әйтергә теләгәнен аңлап етмәне.
— Әллә тағы, юҡ, буғай. Хәтерләмәйем.
— Юҡтыр шул. Бик ғибрәтле күренеш ул. Меҫкен күбәләк уттан һис кенә лә айырыла алмай, гел генә усаҡ тирәһендә әйләнә. Ут менән уйнай-уйнай ҙа, ҡанаттары көйгәс, ялҡынға йығылып төшөп һәләк була.
— Ҡыҙыҡ икән.
— Минеңсә, һис тә ҡыҙыҡ түгел, ҡыҙғаныс! — Гөлсинә, иптәшен хөкөм иткәндәй, һүҙҙәрен ҡәтғи тауыш менән тамамланы. — Тураһын әйткәнем өсөн асыуланма, шул ут менән уйнаған күбәләккә оҡшатам мин һине, Сөйөмбикә. Ай-һай, бигерәк тайғаҡ юлға баҫҡанһың. Абына күрмә, һаҡ бул! Ҡыҙғанам мин һине!
Гөлсинә, Сөйөмбикә үҙенә үпкәләр, тауыш күтәрер, тип уйлағайны. Ләкин тегеһе һис тә көтмәгәндә Гөлсинәне муйынынан ҡосаҡлап алды ла, битенән үбә-үбә:
— Яратам мин һине, Гөлсинә! Эскерһеҙ булғаның өсөн, артыҡ ауылса ябай булғаның өсөн яратам, — тип бышылданы. — Тик аңла, тормош һин уйлағандан күпкә ҡатмарлыраҡ, Гулечка йәнем, һәр кеше бәхетте үҙенсә эҙләй. Әгәр мин тормошҡа үҙемсәрәк ҡарайым икән, бының өсөн мине ғәйепләмә! — тине.