Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
29 Октябрь 2022, 06:08

Яралы мөхәббәт Повесть Фәнил Әсәнов (7)

Миңә киләсәктә тау ҡәҙәре бәхеттәр, ҙур перспективалар вәғәҙә итте. Ә мин, тиле, шул ҡарт пәрейҙең таҫма теленә алданып, йәшлегемдең башына еттем...

Яралы мөхәббәт Повесть Фәнил Әсәнов (7)Яралы мөхәббәт Повесть Фәнил Әсәнов (7)
Яралы мөхәббәт Повесть Фәнил Әсәнов (7)

Яралы мөхәббәт

Повесть

Фәнил ӘСӘНОВ

VII

Эйе, бәхетте һәр кем үҙенсә эҙләй. Тик ысын, оло бәхеткә бары бер юл менән генә — Тыуған илгә, кешеләргә намыҫлы хеҙмәт итеү юлы менән генә ирешеп була. Еңел табылған бәхет — һуҡыр бәхет, ул үҙ аҡылын, үҙ ҡулдарың менән табыла торған бөйөк бәхеттән мәхрүм ителеү бәхетһеҙлеге.
Сөйөмбикә бына шуны аңламаны. Уны ялтырауыҡлы тормош, яҙғы ташҡын һыуына эләккән юнысҡылай, әйләндереп, бөтөрөл дөрөп, упҡынға табан ағыҙҙы, һәм күп тә үтмәҫтән, буласаҡ сәхнә йондоҙоноң бөтә хыялдары, һабын ҡыуығы шикелле шартлап, юҡҡа сыҡты. Училищены тамамлап, ҙур тормош юлына аяҡ баҫам, тип шатлыҡтан түбәһе күккә тейә яҙып йөрөгән көндәрҙә булды был хәл.
Түбәнге курстарҙа уҡыуҙар тамамланғайны инде. Сөйөмбикә менән бергә торған ҡыҙҙарҙың Гөлсинәнән башҡалары төрлөһө төрлө яҡҡа каникулға ҡайтып китеп бөткәйнеләр. Гөлсинә, иртәнге поезд менән юлға сығырға ниәтләп, көндөҙ үк китаптарын китапханаға илтеп, юлға ала торған ваҡ-төйәк әйберҙәрен төйнәп ҡуйғайны. Иртәнге сәғәт биштән үк юлға сығырға булғас, ул кис менән тегендә-бында барып йөрөмәне, ҡараңғы төшкәнсе үк ишеген бикләп, йоҡларға ятты.
Студенттар таралышып бөткәс, ятаҡта бер йәм дә ҡалмаған. Матрацтары, мендәрҙәре алынған иҫке тимер карауаттар стеналарҙағы штукатурҙары ҡубып бөткән былай ҙа шөкәтһеҙ бүлмәне тағы ла ҡотһоҙораҡ итеп күрһәтәләр. Тик берҙән-бер Сөйөмбикә карауатындағы селтәрле аҡ япма менән сигелгән тышлы мендәр генә был бүлмәлә кешеләр йәшәгәнлеген аҙыраҡ төҫмөрләтә ине.
Барактағы башҡа бүлмәләр ҙә бушап ҡалған ине булһа кәрәк: коридорҙа аяҡ тауыштары ла, көндәгесә ҡысҡырып һөйләшеүҙәр ҙә, йыр, гармун тауыштары ла ишетелмәй.
Ҙур шыҡһыҙ бүлмәлә яңғыҙ ғына түшәмгә ҡарап ята торғас, Гөлсинәгә әллә нисек бик яманһыу булып китте. Ул: “Сөйөмбикә ҡайтып ҡунмаһа, бында бер яңғыҙым нисек төн сығырмын? Юҡҡа ғына киске поезд менән китмәнем”, — тип үкенеп ята ине, ишек шаҡынылар. Сөйөмбикә ҡайтып керҙе. Уның йөҙөнә күҙ төшөргәс, Гөлсинәнең тәненән һалҡын йүгереп үтте. Танырлыҡ түгел ине Сөйөмбикәне: илап, күҙҙәре шешенеп бөткән, төҫө йәмһеҙләнеп һарғайған, сәстәре туҙған, үҙе аяғына баҫып та тора алмаҫлыҡ иҫерек ине.
Сөйөмбикә өҫтәл янына барып һөйәлде лә, ҡул сумкаһынан нимәлер алып:
— Бына ул, Гулечка йәнем, тормошҡа путевка, — тип иҙәнгә, Гөлсинәнең аяҡ аҫтына, ырғытты. Диплом ине был! Сөйөмбикәнең училищены тамамлауы тураһында бөгөн генә ҡулына алған дипломы ине.
— Ана, күр! Эсендә бер нәмәһе лә юҡ уның. Ҡоро картон, — тип һөйләнде ул, әсенеп. — Ҡотла Стэлланды, йән киҫәгем! Хәҙер ул дипломлы актриса! Уның алдында иҫ киткес перспективалар!.. Ауыл сәхнәләре... Көслө алҡыштар... Ха-ха-ха! Ниндәй бәхетле һинең Стэллаң! Ул үҙенең теләгенә иреште! Ул йондоҙ булып күккә осто! Позор! Оят!
Сөйөмбикә ҡапыл өҫтәлгә ҡапланды ла һулҡылдап илай башланы. Гөлсинә, Сөйөмбикәнең иңбашына ҡулын һалып:
— Нимә булды һуң, Сөйөм? Ниңә илайһың, берәйһе ҡыйырһыттымы әллә? — тип һораны.
— Алданы ул мине, Гулечка! Мыҫҡыл итте... — тип бышылданы Сөйөмбикә, әрнеп.
— Кем алданы, йәнекәйем, нисек? — Гөлсинә ҡурҡып, ғәжәпләнеп, Сөйөмбикәнең күҙҙәренә төбәлде. Уныһы, үкһей-үкһей, йән асыуы менән теҙеп китте:
— Кем булһын! Теге бәрәңге танау! Хәстрүш Гриша! Йыл буйына мин һине, уҡыуыңды бөтөргәс, ҡала театрына урынлаштырам, кеше итәм, һин бик тиҙҙән ҙур актриса булырһың, фәлән дә фәсмәтән тип алдап йөрөттө. Миңә киләсәктә тау ҡәҙәре бәхеттәр, ҙур перспективалар вәғәҙә итте. Ә мин, тиле, шул ҡарт пәрейҙең таҫма теленә алданып, йәшлегемдең башына еттем... Бөгөн килеп ошо бәндә миңә ярҙам итмәү генә түгел, үҙе үк ҡаланан ситкәрәк китергә кәңәш бирә! “Беҙҙең роман былай ҙа бик тәрәнгә китте, һинең арҡала бөтәһе лә миңә ҡырын күҙ менән ҡарай башланылар. Ауылға китһәң, һиңә лә, миңә лә яҡшыраҡ булыр”, — тип аҡыл өйрәтә, миңә аҡса тәҡдим итә. Битенә төкөрҙөм хәшәрәттең! Йыл буйына мине, ҙур урында эшләйем, тип алдап йөрөттө, бәдбәхет! Бөгөн әйтә: “Мин һиңә нисек ярҙам итәйем, баҙарҙа ит сабыусы ғына бит мин”, — ти. Сволочь ул! Ундайҙар бөтәһе лә сволочь! Ышанма һин ундайҙарға, Гулечка йәнем! Ә миңә хәҙер барыһы ла бөттө... Мин... Минең үлгем килә, Гулечка!
Ул Гөлсинәнең күкрәгенә башын һалды ла тағы һулҡылдап-һулҡылдап иларға тотондо. Уның бөтә тәне ут кеүек ҡыҙған, үҙе биҙгәк тотҡан кеше кеүек ҡалтырай ине. Гөлсинә уны тынысландырырға тырышты:
— Ҡуй, Сөйөм, юҡты уйлама! Әйҙә, ят, шул ҡәҙәр өҙгөләнмә! Ауылға китһәң дә, хур булмаҫһың. Юҡҡа хафаланма! — тип көйләй-көйләй, урынына илтеп ятҡырҙы.
Сөйөмбикә артыҡ ярһыған, күп эскән ине, ятҡандан һуң да бик оҙаҡ тыныслана алманы, үкһей-үкһей һаман бышылданы.
— Бөттө! Бөтәһе лә бөттө... Позор! Ах, ниндәй позор!..

* * *

Гөлсинә иртән ҡайтып киткәндә, Сөйөмбикәне уята алманы. Сөйөмбикә, ҡулдарын-аяҡтарын карауаттан һалындырып, уңайһыҙ һәм килбәтһеҙ рәүештә салҡан ятҡан килеш, башын мендәрҙән ситкә һалып, ауыр ыңғырашып йоҡлай ине. Гөлсинә уны өндәшеп-өндәшеп уята алмағас, урынына рәтләп ятҡырып, өҫтөнә одеялын ҡапланы ла:
— Йә, хуш инде, Сөйөмбикә, бәхетле бул! — тип битенән үбеп сығып китте. Шунан һуң улар ике йыл буйына күрешмәнеләр.
Автор:Айнур Акилов
Читайте нас