Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
30 Октябрь 2022, 12:00

Ҡалдырма, әсәй! Повесть Айгиз Баймөхәмәтов (2)

— Юҡ, әсәкәйем. Бер ҙә ауыртмай. Ниңәлер, баяғы ҡарҙан яланаяҡ йүгергәндә йылы мамыҡҡа баҫып барғандай тойолдо. — Һин мамыҡҡа баҫып барманың, Ильясым, ә минең... устарыма. Йәнкиҫәгемдең аяҡтарын өшөтмәйем тип баҫҡан урыныңа үҙемдең устарымды ҡуйып барҙым...

Ҡалдырма, әсәй! Повесть Айгиз Баймөхәмәтов  (2)Ҡалдырма, әсәй! Повесть Айгиз Баймөхәмәтов  (2)
Ҡалдырма, әсәй! Повесть Айгиз Баймөхәмәтов (2)

Айгиз Баймөхәмәтов

Ҡалдырма, әсәй!

Повесть

2

Әсәйемдең йыры

"Детдом балаһы" тигән һүҙгә яйлап күнә лә башланыҡ. Урамда китеп барғанда кешеләрҙең бер-береһенә ҡарап:

— Ана, детдом балаһы йөрөп ята. Берәй нәмәңде сәлдереп ҡуймаһын! — тиеүҙәренә лә аптырамайбыҙ. Балалар йортонда йәшәһәк тә, ауыл мәктәбенә йөрөйбөҙ. Халыҡ детдомдыҡыларға бер төрлөрәк ҡарай. Малайҙарҙың береһе эш ҡылһа: "Эй шул детдомдыҡыларҙан яҡшыны өмөт итмә инде", — тиҙәр ҙә ҡуялар.

Балалар йортона килгәс тә, иң кесебеҙҙе бүтән төркөмгә урынлаштырҙылар. Детдомда йәмғеһе биш төркөм бар һәм балаларҙы йәшенә ҡарап бүләләр. Беренсе төркөмдә әле саҡ атлай башлағандары, ә бишенсеһендә — юғары кластарҙа уҡығандар. Зөлфирәне беҙҙән айырыуҙары үтә лә ҡыйын булды, сөнки һеңлемдең хәлен беләм тип теләгән ваҡытында барып булмай — ундағы график буйынса ғына. Ә был йортта тәртиптәр ҡаты — һин шуға буйһонорға тейешһең. Ҡайһы саҡта һеңлебеҙ йәшәгән төркөмгә барһаҡ — уның бите тырналған йәиһә ҡулы күгәргән осраҡ та булғылай. Баҡтиһәң, йә малайҙар уға ҡул күтәрә, йә тәрбиәсе шулайтып "уҡытып" маташа. Балалар йортондағы тормош ошондайыраҡ һынауҙарҙан башланды.

Үҙебеҙҙә йәшәгәндә урамға сығыу ҡыйын түгел ине. Ә бында тик тәрбиәсе рөхсәт итһә генә оло бәхет тәтей. Әгәр төркөмдәштәрҙән берәйһе мәктәптән "икеле" алып ҡайтһа, язаһын бөтәһе лә татый. Күмәкләшеп дәфтәр-китапҡа ғына текәлеп көнө буйына ултырырға тейешбеҙ.

Теләгән нәмәңде ашатмайҙар. Колбаса, кәнфит, ҡаймаҡ тигәндең нимә икәнен дә оноттоҡ. Бик күп ризыҡтарҙы бында ашарға ярамай. "Санэпидемстанция рөхсәт итмәй" тиҙәр ҙә ҡуялар. Уныһы кемдер ул, белмәйем.

Ярты йылға яҡын бында йәшәп, шуны аңланым: балалар ҙа, тәрбиәселәр ҙә төрлө икән. Беҙҙең төркөмдә ике тәрбиәсебеҙ һәм улар бер-береһенән шул тиклем айырылалар. Рәйфә апай уҫалыраҡ тойолһа, Хәкимә апай, киреһенсә, һәр саҡ алсаҡ йөҙлө.

 

* * *

Был байрамды бала саҡтан түҙемһеҙләнеп көтөп ала инем. Быйыл да ошо көндә ниндәйҙер мөғжизә булыр, күптәнге хыялдарым тормошҡа ашыр тип ышандым.

Яңы йылға тиклем ике аҙна ҡалғас та, бер нисә малай-ҡыҙҙы тамаша залына йыйып алдылар. Уларҙың араһында мин дә бар. Ундай сараларҙа элек өйҙә йәшәгәндә лә ҡатнаштым. Әле балалар йортонда ла һәләтемде күрһәтермен, тип уйланым.

— Балалар! — тип башланы һүҙен байрамды ойоштороусы апай. — Иң күркәм байрамға һынаулы ғына көндәр ҡалды. Шуға ла беҙ ваҡытты оҙаҡҡа һуҙмай, бөгөндән үк эшкә тотонорға тейешбеҙ. Әйҙәгеҙ әле, беҙ бүтәндәрҙе иҫ киткес тамаша менән ҡыуандырайыҡ!

— Әйҙәгеҙ! — Алғы рәттә ултырғандарҙың күҙҙәре балҡып китте.

— Шуға иң һәләтлеләрҙе йыйып алдым да инде. Беҙ әкиәт сәхнәләштерербеҙ. Имеш, Кащей исемле яуыз зат Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы үҙендә бикләп тота! Ә Ҡуян, Төлкө, Айыу һәм башҡалар байрамыбыҙҙың төп ҡунаҡтарын ҡотҡарырға тейеш. Ҡыҙыҡмы әкиәт?

— Эйе-е! Ҡыҙыҡ! — тип кемуҙарҙан ҡысҡырҙыҡ. Күңел күтәрелеп китте. Бына хәҙер Айыу буласаҡмын һәм Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы ҡотҡарасаҡмын.Үәт, шәп була!

Ойоштороусы ролдәрҙе өләшә башланы. Тик ниңәлер урман йәнлектәрен уйнарға бүтәндәргә бирҙеләрсе.

— Ә миңә? — тинем аптырам.

Ойоштороусы көлдө лә:

— Һин, Ильяс, Кащей булаң, — тине. — Быны һин генә булдырасаҡһың.

— Ниңә улай, апай! Мин насар, ҡурҡыныс нәмәне уйнағым килмәй, бүтәндәр минән көләсәк.

— Юҡсы, туғаным. Һиңә иң яуаплы бурыс йөкмәтелде. Был бит ысынында түгел, ә әкиәтте күрһәтеү генә.

— Нимәңде мыжып тораһың унда! — тигән тауышҡа боролоп ҡараһам, артымда тәрбиәсебеҙ Рәйфә апай тора. Ул тамаша залына беҙҙең эш нисек барыуын ҡыҙыҡһынып ингән икән. Уны күргәс тә, башым түбән эйелде. Ә Рәйфә апай һөйләүҙән туҡтаманы:

— Әй, ошо Ильясты! Үҙенә күрә түгел — әллә кем булып ҡылана ул. Гелән йә артист, йә яҙыусы булам ти ҙә йөрөй, йә ғалим булам тип аптырата. Ә үҙенең кәкре аяғы хаҡында уйлап та бирмәй. Һиңә Кащейҙы уйнайһың тип әйткәндәр бит, тимәк, булаһың!

Тамашаны ойоштороусы мине яҡларға тырышты:

— Ильяс ризалашты ул. Беҙ уның менән аңлашырбыҙ. Был бит бары әкиәт кенә.

— Шунда уҡ ризалашырға тейеш ине. — Күҙлеген һөртә-һөртә һөйләнде Рәйфә апай. — Ыңғайына торһаң, елкәңә менеп ултырырҙар. Күҙеңде соҡорҙар. Һин, һеңлем, әле яңы ғына бында эшләйһең, шуға быларҙың холҡон белеп бөтмәйһең. Мин бында егерме йылдан артыҡ сәс ағартам. Ә бына Ильясты Кащей итеп ҡуйып — бик шәп иткәнһең! Ул бит Кащейҙың һыңары. Уға костюм тегеп этләнергә лә кәрәкмәй, футболкаһын сисһә — ҡабырғалары үтә күренеп тора. Нәҙек ҡулы, кәкре аяҡтары... Һуйған да ҡаплаған Кащей!

Кемдән көлөргә генә белмәй ултырған малай-ҡыҙҙар шарҡылдашырға тотондо:

— Ха-ха... Ильяс — Кащей!

— Нәҙек бармаҡ...

— Кәкре аяҡ.

Ғәрлегемдән сыҙай алмай, күҙҙәрем йәшкә тулышып, сығып ҡастым...

Нисек кенә теләмәһәм дә, Яңы йыл кисәһендә яуыз герой ҡиәфәтендә уйнарға тура килде. Байрамға тиклем, бик күп шиғырҙар ҙа ятланым, сөнки бының өсөн Ҡыш бабай тәмле-татлы бирәсәген яҡшы беләм. Ә бында, детдомда, ундай тәмлекәстәр күберәк иң яҡты төштә генә осрай.

Ысынлап та, тырышлығым юҡҡа сыҡманы. Ике кеҫәм дә кәнфит-печеньелар менән тулды. Яңы йыл етеүгә һанаулы сәғәттәр ҡалғас, беҙҙең төркөм йәнләнеп китте. Үҙебеҙ эшләгән төрлө биҙәүестәрҙе бынан бер нисә көн элек урынлаштырып бөткәйнек. Әле иһә бөтәһе лә аш бүлмәһенән сығышмай. Байрам хөрмәтенә билмән бешерәләр. Бында ҡыуанырлыҡ нимә бар тиерһегеҙ? Мин өйҙән айырылғандан бирле уның тәмен дә онота башланым. Бында йылына бер генә тәтей икән ошо бәхет.

— Рәйфә апай, билмән бештеме икән?

— Көтөп тороғоҙ саҡ ҡына! Хәҙер бешә тинем бит...

—Уның еҫе сыҡҡан да инде. Күптән әҙерҙер, — кемдер ныҡыша бирә.

— Тайығыҙ бынан, ас ҡарғалар! Йөрөйһөгөҙ эргәмдә темеҫкенеп. Һалһам — башымды ашарһығыҙ, билләһи! — Ҡоштарҙы ҡыуған кеүек ҡулы менән һелтәнде. — Бешһә лә ултыра бирһен, әйҙә. Сәғәт 12 тулыр саҡта ғына һоғонорһоғоҙ!

Танһыҡ ризыҡҡа алданып йөрөһәк тә, күңел төбөндә моңһоулыҡ бар. Их, әгәр хәҙер атайым да, әсәйем дә тере булһа... Рәхәтләнеп йәшәр инек. Билмән тиеп аш бүлмәһе янында өйөрөлөп йөрөр инемме? Юҡ! Атай үҙе һәр беребеҙгә уйынсыҡ алып бирә. Беҙ яңы ғына өйрәнгән йырҙы уға ишеттерәбеҙ... Хәтирәләр, хәтирәләр.

Рәйфә апай саҡырғас, бөтәбеҙ ҙә өҫтәл артына ултырҙыҡ. Ап-аҡ шәшкеләргә сәй яһалды, һәр беребеҙгә унышар билмән һалынды. Мандарины ла, кәнфите лә, төрлө һуты ла бар ине өҫтәлдә. Тик һаман ниҙер етмәгән кеүек. Әллә ата-әсәйебеҙ булмағас, өҫтәлдең йәме юҡ инде.

Рәйфә апай ҡотлап телмәр тотто:

— Балалар, һеҙҙе ошо байрам менән ихлас ҡотлайым! Беҙҙең тормошта төрлө хәлдәр ҙә булғылай: ҡайһы саҡта һеҙҙе әрләп тә алам. Әммә быны мин тик торғандан эшләмәйем. Һеҙ йүнле кеше булһын тип тырышам. Мәктәптә яҡшы уҡығыҙ һәм беҙҙе тыңлап йөрөгөҙ. Әйҙәгеҙ, тормошобоҙ йәмле булһын!

Сәғәт даң-доң ун икене һуға. Элек өйҙә саҡта ошо мәлдә теләк теләй инек. Хәҙер ҙә шуны эшләргә кәрәк.

Янымда ултырған Әмилә исемле класташымдан ҡыҙыҡһынып ҡуйҙым:

— Һинең ниндәй теләгең бар?

— Алла бирһә, әсәйем беҙҙе килеп алһын ине. Детдомдың нимә икәнен дә онотормон. Ә һинеке, Ильяс?

Әмиләнең һүҙҙәрен ишеткәс, шаҡ ҡаттым да ҡуйҙым. Мин бит ата-әсәйемдең яңынан терелеүен теләй алмайым, сөнки был мөмкин түгел. Ҡасандыр балаһын ташлап киткән әсәй генә уны кире үҙ ҡосағына алыуы ихтимал. Ниңә генә минең әсәйем дә төрмәлә ултырмай икән?! Ҡайтыр ине бит бер заман. Их, көнләштем шул саҡ Әмиләнән. Өмөтһөҙлөктән ҡыйын булып китте. Туҡта әле, туҡта! Миңә бит атайым нимәлер бирәм тигәйне! Әммә ул нимә икәнен һис кенә лә белмәйем. Атайым өсөн ғүмере буйына иң ҡәҙерле булған әйберҙе берәй ҡасан ҡулға алһамсы, тип уйлап ҡуйҙым. Ошо теләктең булыуы ла күңелде бер аҙ күтәреп ебәрҙе.

Шул саҡ телевизорҙан бик шәп концерт күрһәтә башланылар. Уларҙы беҙ иғтибар менән ҡарап ултырабыҙ. Бына экрандан Валентина Толкунова күренде. Әсәйемдең иң яратҡан йырсыһы бит! Ниңәлер шул оҙон сәсле апайҙың тауышын яратып тыңланы ул. Үҙемде белгәндән алып таныш йыр ҡолағымды иркәләне:

...Буду любить тебя всегда,

Я не могу иначе...

— Рәйфә апай, мөмкинме саҡ ҡына телевизорҙың тауышын өҫтәргә! — тинем.

— Кит, ҡолағың ишетмәйме әллә! Юҡ! — Тәрбиәсе гелән шулай яуаплай. Был юлы ла ғәҙәтенә тап төшөрмәне. — Йоҡларға һалып ҡуймағанға рәхмәт әйт әле!

— Апай-ай! Ул бит минең әсәйемдең яратҡан йыры... Мөмкинме? Зинһар өсөн...

— Юҡ, тинем, юҡ! Әсәйең яратҡан, ә минең йәнем һөймәй ул йырҙы. Шул йырсыны күрә алмайым. Исмаһам, йүнле прическа ла эшләй белмәй. Етмәһә, гел мөхәббәт тураһында йырлай ҙа йөрөй. Вообще һүндерегеҙ телевизорҙы, марш йоҡларға! Һеҙ тип байрамымды байрам итмәй йөрөп ятам. Һеҙҙән башҡа ғаиләм юҡтыр шул. Хәҙер үк ятығыҙ йоҡларға! Йөҙөгөҙ һытылып — кәйефемде боҙмағыҙ әле. — Рәйфә апай асыуланып телевизорҙың шнурын шарт итеп йолҡоп алды ла, беҙҙе бүлмәләргә ҡыуырға тотондо.

— Чтобы иртәгә тиклем берәүегеҙҙе лә күрмәйем!

Минең теләгем арҡаһында Яңы йыл байрамы шулай тамамланды. Бүлмәмә йүгереп килеп индем дә, карауатыма ауҙым. Битте эҫе күҙ йәштәре өтөп алды. Күҙ алдымда алсаҡ йөҙлө, һомғол буйлы әсәйемдең һыны тора. Ә теге йыр һаман ҡолаҡта сыңлай:

Буду любить тебя всегда,

Я не могу иначе...

 

Ҡалдырма, әсәй!

 

— Әсәй, ниңә беҙҙе иртә ташлап киттең? Бында ҡыйын. Һине уйламаған көнөбөҙ юҡ. Ишетәһеңме мине, әсә-ә-әй!

— Сеү, илама улым. Күҙ йәштәрегеҙ ҡәберемә һыу булып тула. Белһәгеҙсе ни хәтлем йәнем өҙгөләнгәнен... Анау көндә тәрбиәсегеҙ асҡыс менән һинең башыңа һуҡҡанын күрмәне тиһеңме, улҡайым? Эй, әрненем шунда! Тик ярҙам итә алмайым, шуныһы үкенесле...

— Теге донъяла рәхәт, тиҙәр. Был дөрөҫмө?

— Йән киҫәккәйҙәремдән айырылғас, ожмахтың да тәмен һиҙмәйем. Һеҙҙең менән хушлашҡан һуңғы минуттарҙы иҫкә төшөрәм дә һыҡтайым. Ә һин унда үҙеңде ҡыйыу тоттоң, улым.

— Ул көндө мин бөгөнгөләй хәтерләйем. Бөтә халыҡ Яңы йылды ҡаршыларға әҙерләнә ине. Ә һин шул көндә, ғәҙәттәгесә, ауырының. Әсәй, нисек түҙҙең икән шул хәтлем һыҙланыуҙарға? Өс йыл яттың бит тормайынса. Дауаханаға ла ниңәлер ашыҡманың.

— Әле булһа ла үкенәм, балам. Табиптар, операцияға ят тип, мине күпме өгөтләне. Әгәр унан баш тартһаң, был шештең ҙурайыу ихтималлығын да иҫкәрттеләр. Береһенән-береһе бәләкәстәремде яңғыҙын ҡалдыра алманым. Атайығыҙ көн һайын эштә. Дауаханаға бер мәл ятырға булғайным да ул, өс кенә йәшлек Зөлфирәбеҙ итәккә килеп йәбеште лә иларға тотондо. "Әсәй, ташлама инде беҙҙе, ташлама", ти. Уның артынса һеҙ өсәүләшеп мине һырып алдығыҙ. Һәр кемегеҙҙең күҙендә — йәш. "Ҡалдырма, әсәй" тиһегеҙ. Мөлдөрәп төбәлгәнегеҙҙе күреп, нисек дауаханаға китмәк кәрәк. Ҡалдым шул. Ә аҙаҡ инде һуң булды. Табиптар яман шеш тапты... Ҡабат аяҡҡа баҫа алманым.

— Һуңғы айҙа ауылдағы фельдшер Хәнә апай һиңә аҙна һайын укол ҡаҙай торғайны. Ул ауыр ғына сумаҙанын тотоп килеп инә лә баш осоңа ниндәйҙер шешә менән дарыу ҡуя, аҙаҡ шуны ҡулыңдағы ҡан тамырыңа ебәрә. Шунан һуң кәйефең күтәрелеп китә. Тик һуңғы көндәрҙә беҙгә йышыраҡ килә башланы фельдшер. Әллә күпме укол яһай ҙа ҡайтып китә. Ә унан ҡалған шприц-фәләндәрҙе мейестә яндыра. Яңы йылды ҡаршылар көн бигерәк һыҙландың шул. Ниндәйҙер ҡурҡыныс тауыштар сығарып ыңғыраштың. Быны күреү беҙгә лә ауыр ине. Атай ҙа үҙенә урын таба алмай. Бер тышҡа сыға, бер инә. Туҡтауһыҙ тәмәке көйрәтә. Бүтән көндәге кеүек беҙҙең менән уйнаманы ла. Ә һинең хәлең яҡшы яҡҡа үҙгәрмәне. Ахыр сиктә атай беҙҙе Хәнә апайға ебәрҙе. Яйлап йөрөмәгеҙ, ти, әсәйегеҙҙең хәле хөрт. Үҙе һине өйҙә яңғыҙыңды ҡалдыра алмаған, күрәһең. Беҙ йән-фарманға фельдшерҙың өйөнә йүгерҙек.

Хәнә апай беҙҙе күргәс тә эштең нимәлә икәнен аңланы шикелле. "Байрамға һанаулы ғына сәғәттәр ҡалды, әйҙәгеҙ, сәй эсеп алайыҡ", — ти. Апайым менән икебеҙ өҫтәл янына ултырырға ашыҡманыҡ. Һинең тиҙерәк килеп укол яһауҙарын һыҙланып көтөп ятыуыңды беләбеҙ бит. Шулай ҙа фельдшер күндерҙе. Ҡабаланып ҡына берәр шәшкене "түңкәрҙек" тә кейенә башланыҡ. Беҙҙең өҙгөләнеүебеҙҙе күреп, Хәнә апай ҙа башҡаса көсләшеп торманы. Ғәҙәттәгесә, дарыуҙар менән тулы ҙур сумаҙанын алып, беҙҙең яҡҡа атланыҡ.

Тышта ап-аҡ ҡар яуа. Белһәңсе, әсәй, шул ваҡытта минең нимә теләгәнемде! Әсәйем тиҙерәк йүнәлһен тигәйнем... Тик ул теләк барыбер тормошҡа ашманы. "Хәнә апай, берәй яҡшыраҡ дарыуығыҙ юҡмы? Әгәр булһа, бирегеҙсе уны әсәйемә. Мин ҙурайһам, һеҙҙең алдығыҙҙа буш ҡалмам", — тип үтенгәйнем шунда. Фельдшер бер һүҙ ҙә әйтмәне, бары ауыр ғына һулап ҡуйҙы. Ул шул көндә һиңә тағы ла укол яһаны, һуңынан ҡағыҙға ҡултамғаңды ҡуйҙыртты. Яңы йыл етеүгә ике сәғәт ҡалды тигәндә, хәлең яҡшырғандай тойолдо. Тик барыбер өйҙә байрам кәйефе юҡ.

Хәнә апай изге бурысын үтәгәс, атайҙы оҙатып сығыуын һораны. Кәртәлә икәүләшеп нимәлер хаҡында оҙаҡ ҡына һөйләшеп торҙолар. Күпмелер ваҡыт үткәс, атай инде. Ҡаштары төйөлгән, йөҙөндә ниндәйҙер моңһоулыҡ сағыла. Быны һин үҙең дә һиҙҙең бит, әсәй. Етмәһә, фельдшер нимә хаҡында әйтте, тип атайҙан ҡат-ҡат һораның. "Бер нимә лә тимәне, Гөлнурым, оҙаттым ғына", — тине ул. Тағы бер сәғәт ваҡыт үтте. Беҙ, дүрт бала һәм атай, һинең яныңда ултырабыҙ. Ике ағайым менән апайым был мәлдә ҡалала уҡыуҙа ине.

Нисек ете балаға ғүмер бирергә ҡыйыулыҡ таптың, әсәй? Ауыр булғандыр һиңә. Яңы йылға һанаулы ғына минуттар ҡалды. Ниңәлер байрамға әҙерлек тә булманы өйҙә, атайҙың да мәшәҡәте етерлек. Эстән генә киләһе йыл бары һаулыҡ, өйөбөҙгә именлек килтерһен тигән теләгемде әллә күпме ҡабатланым.

"Утты һүндерегеҙ, зинһар", — ти башланың бер заман. Ятҡан ереңдән йә һул яҡҡа, йә уңға башыңды борғоларға тотондоң. Атай беҙҙе икенсе бүлмәгә алып инде. Ә һинең шул уҡ һүҙҙәрең йәнә ҡабатланды: "Утты һүндерегеҙ, утты!" Ыҙалауыңды бәләкәстәрем күрмәһен, тинеңме? Әллә беҙҙе ҡурҡытмайым, тип уйланыңмы? Ошо төндә беҙҙең йөрәк нисек типкәнен белһәңсе?! "Әсәй үлергә йыйына, шикелле" тип хафаға ҡалды Әлиә апай. Быны ишеткәс, күмәкләшеп иларға тотондоҡ. Егет кеше күҙ йәшен түгергә тейеш түгел, тигәйнең бит. Мин әйткәнеңде үтәргә тырыштым. Һиҙмәҫтән, өҫ кейемемдәге төймәмде лә өҙгәнмен икән. Иламаҫ өсөн аҙаҡ уны тешләп алдым. Шул тиклем көсәнгәнмен, хатта алғы тештәреп сатнап киткән. Ҡыҙҙар туҡтауһыҙ илай, күпме тырышһам да, мин дә күҙ йәшемде тыя алманым.

Ҡыҙарып бөткән атайыбыҙ беҙҙе һин ятҡан бүлмәгә алып сыҡты. Карауатың алдына теҙелеп баҫтыҡ. Аҙаҡ тын ғына, нимә әйтергә лә белмәй торҙо ла: "Балаларым, әсәйегеҙ һеҙҙе яратҡан кеүек, уны ла яратығыҙ әле", тине. Шунан беренсе булып һинең маңлайыңдан үпте. Беҙ ҙә үптек, ә һинең йәштәрең туҡтауһыҙ аға. Нимәлер әйтергә лә тырышып ҡараның, тик хәлең юҡ ине. Был беҙҙең һуңғы тапҡыр һине үбеүебеҙ булды. "Әсәйгә бит ҡыйын, әйҙәгеҙ аяғын ыуайыҡ", тине лә Әлиә апай, үҙенсә хәлеңде еңеләйтергә тырышты. Барыбыҙ ҙа илашабыҙ, атай ғына күҙ йәштәрен күрһәтергә тырышмай. Ярҙам итә алманыҡ шул һиңә. Һин күҙҙәреңде йомдоң, тын алыуҙан да туҡтаның... Их, шунда үҙем табип булһам. Бер көн эсендә аяҡҡа баҫтырыр инем!

— Етәр, балам, ауыр хәтерҙе яңыртмасы. Былай ҙа күңелем тулы һағыш-хәсрәт. Һеҙгә еңел булмағанын беләм. Атайығыҙ ҙа ғүмеренең һуңғы көнөнә ҡәҙәр һеҙҙе ташламаны...

— Эйе, әсәй, атайға ла әсе нужа һурпаһын күп һемерергә тура килде. Һине ерләгәндән һуң аҙна ла үтмәне, силсәвиттән, мәктәптән етәкселәр килә башланы. "Өсәүһе ярай ҡалала уҡый, ә бәләкәй генә дүрт балаңды аяҡҡа баҫтырыу еңел булмаҫ, әйҙә детдомға бир", тиҙәр. Атайыбыҙ бирешмәне, үҙ һүҙендә ҡаты торҙо. Ҡаланан да, ауыл советынан да йыш килделәр. Асыуы килгәс, иҫән сағымда балаларымды кеше ҡулына бирәһем юҡ, тине лә атай көтмәгән ҡунаҡтарҙы һүгеп сығарҙы. Һин беҙҙең менән булмағас, мәктәптең ҡайһы бер уҡытыусылары ла уҫаллана төштө. Һорауға дөрөҫ яуап бирһәң дә, "ике" ҡуйырға торалар. Һуңынан, аталары балаларын ҡарай алмай, уҡыуҙары хөрт тип ҡалаға ялыу яҙалар. Тамам аптыратып бөттөләр инде — уларҙың бар теләге беҙҙе балалар йортона ебәреү ине. Ҡатыны булмағанға, Ғиззәт мул ғына пенсия ала, шуға ла балаларын дәүләт ҡарауына бирергә ашыҡмай, тигән хәбәр ҙә таратыусылар табылды. Ауыл хакимиәтендә атайға "Һинән дә бай кеше юҡ. Бигерәк бәхетлегә әйләндең" тигән бер ахмаҡ. Ул түҙмәйенсә, йәне көйөп шул мәхлүкте бәреп осорған. Һин киткәс яман ҡайғырҙы шул атай. Төндәрен йоҡламай сығыр ине. Йыл самаһы үткәс, ул да йыш сирләй башланы. Тракторҙа эшләгәндә үпкәһенә һыуыҡ үткән. Туҡтауһыҙ уйланды бит, шуға ла ауырығандыр. Һин үлгәндән һуң өс йыл үтте тигәндә атайыбыҙ ҙа яҡты донъя менән хушлашты. Ә беҙҙе бында, балалар йортона, алып килделәр.

— Һеҙгә төшкән өлөштө, Хоҙай дошманыма ла күрһәтмәһен...

— Иҫләйһеңме, әсәй, миңә ҡаланан туфли алып ҡайтҡайның. Шул тиклем яратып кейҙем уны. Һин үлгәс тә ташларға ашыҡманым. Гелән шуны кейәһем килеп тик торҙо. Башҡаһын да алып бирҙеләр аҙаҡ, тик ниңәлер быныһы шул тиклем ҡәҙерле ине. Иҫкереп бөтһә лә, нәҡ шуны мәктәпкә кейеп йөрөнөм. Йүнлерәк нәмәң юҡмы, тиһәләр ҙә класташтарым, мин ғорурланып "быны әсәйем һатып алды" тиер булдым. Һин иҫән саҡта әсәйҙәр хаҡында йыр өйрәнгәйнем, хәтереңдәлер. Шуны 8 Март байрамында мәктәптә йырлауымды һоранылар. Сәхнәгә сыҡтым.

"Әсәй, әсәй, ҡәҙерлем

Мәңге йәшә донъяла..." —

ошо һүҙҙәргә килеп еткәс, тамағыма төйөр килеп тығылғандай булды. Ҡаушауымдан һүҙҙәремде лә оноттом. Күҙҙәремдән йәш аға, тыңлап ултырғандар быны күргәс, ҡул сабырға тотондо. Ҡабат сәхнәгә сыҡмаҫтай иттем шунда.

Әсәйһеҙ йәшәү шул тиклем ҡыйын икән. Бында беҙҙе бөтәбеҙҙе лә алкаш балалары, тиҙәр. Ә мин беләм үҙ әсәйемдең кем икәнлеген. Иҫән булһаң, ике "Әсәлек даны" миҙалын тағып килеп, күрһәтер инең тәрбиәселәрҙең уҫалына кемдең кемлеген! Бында күбеһенең атаһы-әсәһе эскәнлеге арҡаһында эләккәндәр, шуға ла бөтәһен дә бер ҡалыпҡа һалалар. Беҙҙең кеүек үкһеҙ етемдәр һирәк был йортта.

Яңыраҡ Әлимә исемле ҡыҙға әсәһе төрмәнән посылка ебәргән. Кәнфит-печеньелар һалған. Улары ла юлда килгәнсе ҡатып бөткән. Әлимә һәр кемгә берәр таш кеүек ҡаты күстәнәсен өләшеп сыҡты. Уның әсәһе кеше үлтергән икән, ә ҡыҙы уны маҡтап тик йөрөй. Әсәйем посылка ебәрҙе, тип теше ҡойолғансы һөйләр хәҙер. Бөтәһенә лә маҡтанып бөттө.

Кисен йоҡларға ятһаҡ, киләсәк хаҡында һөйләшәбеҙ. Фәнил исемле малайҙың ата-әсәһе айырылышҡан. Шунан әсәһе эскелеккә бирелеп, Фәнилде һеңлеһе менән детдомға тапшырған. Ул әсәйем алкашка тип һис әйтмәй. Бына ул бер аҙ йөрөр ҙә, эшкә урынлашҡас, беҙҙе килеп ала, ти. Һеңлем менән икебеҙгә зоопаркты күрһәтәсәк тип эсте һыҙҙыра. Көнләшәм мин уларҙан.

Ауыл үҙәгендә баҙар бар. Малайҙар шунда мәктәптән һуң кәнфит-фәлән урлашырға йөрөй. Мине лә бер көн саҡырҙылар. "Әсәйем көйәсәк, бармайым" тинем дә ҡуйҙым. Был һүҙҙе ишеткәс, тегеләр аптырашта ҡалды. Барыбер һин беҙҙе күреп тораһың кеүек. Һине ҡайғыртаһы килмәне. Әйтерҙәр, Гөлнурҙың балаһы ас ҡарға кеүек урлашып йөрөй, тип. Бына шулай, беҙҙең хәлдәр, әсәкәйем. Үҙең яныбыҙҙа булмаһаң да, йылыңды тоябыҙ кеүек. Насар ҡылыҡтарға юл ҡуймабыҙ.

— Дөрөҫ эшләйһең, балам. Мин һәр саҡ һеҙҙе ҡурсалармын...

— Көндәлегемдәге яҡшы билдәләремде күрһәңсе, әсәй. Бында ни тиклем беҙҙе күберәк йәберһетәләр, шул тиклем йүнле кеше булыу теләге лә арта. Шуға яҡшы уҡырға тырышам. Ҡайһы берәүҙәргә өйгә эшен дә эшләшәм. Улар миңә шуның өсөн ҡайсаҡ алма бирә. Тик барыбер һин булмағас, бик ҡыйын. Әгәр яңынан терелһәң, көн һайын һиңә йырҙар йырлар инем. Болондағы иң матур сәскәләрҙе лә, әсәкәйем, һиңә бүләк итер инем. Карауаттан тормай ятҡан сағыңда һыу бирә торғайным бит һиңә. Теләһәң, һыуҙы туҡтауһыҙ ташырға әҙермен. Ҡайтсы, әсәй! Зинһар! Бирмә беҙҙе башҡаларҙан туҡматырға!..

— Был донъянан кире ҡайтып булмай шул. Түҙегеҙ инде, күгәрсенкәйҙәрем...

Ҡапыл кемдеңдер күкрәгемә ауыр сумка ташлауына тертләп уянып киттем. Тәрбиәсе Рәйфә апай ине.

— Нимә һаман йоҡлап ятаһың?! Аш бүлмәһендә дежур икәнеңде оноттоңмо әллә. Һеҙҙең өсөн һауыт-һаба йыуырға — әсәйегеҙҙер шул мин.

 

Үлмәҫһең әле!

Үлтерә инде был теш мине, үлтерә! Һыҙлауҙан да яман нәмә юҡтыр донъяла! Ниңә генә ҡулымда тылсым таяғы юҡ икән? Һыҙланып, эт кеүек ыҙаланып та тормаҫ инем. Шунда уҡ бөтөрөр инем был сирҙе. Үҙемдән генә түгел, ер йөҙөнән ҡыуып ебәрер инем. Оноторҙар ине кешеләр теш һыҙлауҙың нимә икәнен.

Кисәгенән бирле һыҙлай тешем. Эй ыҙалата, эй илата ул. Көндөҙ тымып ҡалған була ла, кис еттеме — үҙенең яуыз эшенә тотона. Хет түбә таҡтаға һикер, йә бүре булып айға ҡарап оло... Тешеңде көнөнә йөҙ тапҡыр таҙартырҙай булаһың ошо мәлдә. Тик ниңәлер уны хәстәрләү йоҡоһоҙ төндәрҙә генә иҫкә төшә шул.

Төн йоҡлай алмай сыҡҡас, иртә менән үҙебеҙҙең шәфҡәт туташы Сәйҙә апайға барҙым. Балалар йортонда медпункт бар. Еңелсә яраланһаң, һыуыҡ тейҙереп ауырып китһәң, температураң күтәрелһә, тәү сиратта Сәйҙә апайға йүгерәһең. Кәрәкле дарыуҙарын бирә, кәңәштәрен дә йәлләмәй. Бөгөн дә уның эшкә килеүен түҙемһеҙләнеп көттөм. Сәғәт туғыҙ тула тигәндә медпункт алдында баҫып тора инем.

— Һаумы, Ильяс! Нимә булып китте? — тине ул мине күреү менән йылмайып.

— Апай, теш һыҙлай. Йоҡлай алманым бөгөн.

— Әй-й, Аллам! Тешегеҙҙе көнөнә ике тапҡыр таҙартығыҙ тип күпме әйттем? Ярар, ин, әйҙә, кабинетҡа.

Үҙемдең Сәйҙә апай алдында ғәйепле икәнемде тойоп, бер һүҙ ҙә өндәшмәнем. Һыуыҡ карауатҡа ултырҙым да апайҙың өгөт-нәсихәттәрен тыңлауҙы дауам иттем.

Шунан:

— Ҡана, ауыҙыңды ас әле? Ҡайһы тешеңде үсектергәнең икән? "А-а-а" тиген...

Туташ оҙаҡ ҡына ауыҙымды ҡараштырҙы ла башын уңға-һулға сайҡап ҡуйҙы.

— Дә-ә-ә... Аҙау тешең серей башлаған икән. Оҙаҡҡа һуҙмай ғына уны ямарға кәрәк. Ә бының өсөн ҡалаға барырға бит инде... — Сәйҙә апай ошо саҡ эш өҫтәле артына ултырҙы ла, уйланып китте. Берсә тәҙрәгә ҡараны, берсә журналын аҡтарҙы. — Һеҙҙең өсөн директорҙан әрләнеп бөттөм инде. Үҙемде хәстәрләп йөрөйөммө ни! Берәүҙең ҡолағы һыҙлаһа ла, ашҡаҙаны ауыртһа ла машина таба алмаған булалар. Берҙән-бер "Жигули"йы эшләй, уныһы ла тик Мәүлиҙә Нурғәлиевна өсөн. Ә автобусты һинең өсөн ҡыуалап тормаҫтар. Ильяс, әйҙә былайтайыҡ. Мә һиңә дарыу, ошоноң яртыһын һыҙлаған тешеңә һал. Баҫылыр. Ҡыйын булһа ла, үҙең директорға әйтеп ҡара, ҡалаға алып барһындар тип. Кисә генә унан әрләнеп сыҡтым. Теш — уйын эш түгел. Әгәр рөхсәт итһә, бөгөн үк ҡалаға табипҡа барырбыҙ, — тине лә өс төймә дарыу бирҙе. — Әлегә бүлмәңә барып ятып тор, баҫылһын бер аҙ.

Былтыр беҙҙең балалар йортона яңы ғына автобус бирҙеләр. Әй, ҡыуандыҡ шунда. Концерт-фәлән була ҡалһа йә конкурста ҡатнашырға барырға итһәк, — шатланышабыҙ. Ап-аҡ ҡына автобус, тәгәрмәстәре лә ялтлап тора. Тағы ла гаражыбыҙҙа йәшел төҫтәге "Жигули" ҙа бар. Тик ул машинаға беҙҙе ултыртып бармайҙар. Директорыбыҙ Мәүлиҙә Нурғәлиевна йөрөй уның менән. Көн һайын тигәндәй ҡалаға бара. Бөгөн дә эштәре буйынса шунда юл тотасаҡ, бәлки, үтенеп һораһам, бер ыңғай мине лә алыр. Ошо хаҡта уйлап ята бирҙем дә, бар ҡыйыулығымды йыйып, директор кабинетына киттем. Ишек төбөнә килеп еткәс, инергәме-юҡмы тип икеләнеп торҙом. Әммә кире боролоуҙан файҙа юҡ, теште тиҙерәк дауаларға кәрәк.

— Һаумыһығыҙ, Мәүлиҙә Нурғәлиевна! — тип ҡурҡа-ҡурҡа ғына өндәштем. Ул һөҙөп алырҙай ҡараш ташланы:

— Нимәңде ҡарап йөрөйһөң бында мәктәпкә бармайынса!

— Апай, теш һыҙлай бит...

— Бәлә һалып тик йөрөйһөгөҙ. Һин генәме ни бында, бәләсник?

— Алдашмайым, бына кисә...

Директор әйтеп бөтөргә лә ирек бирмәне:

— Беләм мин һеҙҙең хәйләгеҙҙе. Шул ҡаланы күрәм тип йөрөйһөгөҙ инде. Берәүҙең, имеш, эсе ауырта, икенсеһенең мейеһенә нимәлер булған, өсөнсөһөнөң күҙе насар күрә... Һәр кемегеҙҙе ҡалаға балнисҡа апарып йөрөр тиһеңме?! Шиш! Маңҡаларға алданып йөрөмәҫмен әле. Бына һинең дә, исмаһам, битең дә шешмәгән, ә тешем һыҙлай тип алдашаһың!

— Апа-а-й, төнө буйы йоҡламай сыҡтым. Сәйҙә апайға күрһәттем, ул тешең серей башлаған, тине.

— Минең бөгөн ронола мөһим эштәрем бар. Һеҙҙең менән эйәртенешеп йөрөмәйем. Ана, дарыу ашаһаң бөтә ул... Әйт Сәйҙәгә, директор күберәк анальгин бирергә ҡушты, тиң...

— Һуң ул дарыу оҙаҡҡа баҫмай бит...

— Кит, эргәмдә мыжып торма. — Ҡулындағы ручкаһын шап иттереп өҫтәленә бәреп ебәрҙе. — Әле бер кем дә тештән үлмәгән! Марш мәктәпкә!

Башымды түбән эйеп, сығыу яғына боролдом. Ниңә хәлемә инмәй икән ул? Бәләкәй саҡта әллә үҙенең теше һыҙлағаны булманымы икән? Их, ирекле ҡош булһам, бында инәлеп тә тормаҫ, ҡалаға осоп сығыр ҙа китер инем. Директорҙан ауыр һүҙ ишеткәндән һуң һыҙланыуым көсәйгәндәй тойолдо. Артымса директор эйәреп сыҡты.

— Ҡара һин уны! Еңмешләнеп маташа, мәхлүк! Аҡылға ултыртырмын әле, — тип тамаҡ төбө менән ҡысҡырып ҡалды.

Эй, ҡыйын булды шул саҡ. Исмаһам, һыҙланғанда йылы һүҙ ишетермен тиһәм, киреһенсә, күңелемде төшөрөп, әрләп сығарып ебәрҙе.

Беҙҙең балалар йортонда биш төркөм бар. Мин — дүртенсеһендә. Һәр төркөмдә яҡынса егерме бала иҫәпләнә. Ике көндөҙгө тәрбиәсе һәм ике төнгө "няня" беҙҙе хәстәрләй. Бөгөн иртәнсәктән Хәкимә апай эшләй. Ярай әле Рәйфә апай түгел, юғиһә эт ялҡауы, дәрес ҡалдырыр өсөн шулай ҡыланып йөрөйһөң, тип тетмәмде тетер ине. Шулай ҙа яңғыҙым бүлмәлә ни эшләп ятайым, тинем дә, китап-дәфтәрҙәремде алып, мәктәпкә киттем.

Көскә түҙеп ултырҙым. Тәнәфес етеү менән тышҡа йүгереп сығам да ҡар ашарға тотонам. Тештең ауыртыуы тынғандай була. Үҙем менән дә класҡа ҡар йомарлап алып индем. Шуны тешләйем дә, "ауыртыу бына бөтәсәк" тип, үҙемде йыуатҡан булам. Ахырҙа уҡытыусым, быны күреп, түҙмәне:

— Мөхәмәтов! Ыҙаланып ултырма. Тешеңде тиҙерәк дауалау хәйерлерәк, — тип ҡайтарып ебәрҙе.

Ап-аҡ ҡарҙы услам-услам ашай-ашай балалар йортона табан атланым. Төшкө аш ваҡыты яҡынлаша.

Йортҡа инеү менән Сәйҙә апай тап булды.

— Һыҙлаймы һаман?

— Баҫылырға уйламай ҙа...

— Ильяс, иртәгәгә тиклем түҙәһең инде. Әле Мәүлиҙә Нурғәлиевна менән һөйләштем, һине стоматологҡа алып барырға күндерҙем. Әйҙә, тағы ла дарыу бирәйем, түҙгәнгә — түш, тиҙәр бит.

Артыҡ һорау биреп торманым, шым ғына Сәйҙә апай артынан эйәрҙем. Әйтеүе генә еңел — түҙ. Ә һыҙланған теш менән төн үткәреү — йыл ваҡыт үткәндәй һуҙыла бит.

Кисен тешем тағы ла нығыраҡ үлтереп һыҙлай башланы. Хәҙер инде анальгиндың яртыһын ғына түгел, тотош берәүһен ашаһаң да ярҙам итмәй. Быны күреп, "няня" Флүрә апай ҙа нишләргә белмәй йүгереп йөрөй.

— Мәле, ошолайтып һул ҡулыңа һалһаң, һыҙлауын һурып аласаҡ, — тип аңлата-аңлата һул яҡ тешем ауыртҡанға күрә, шул яҡ ҡулыма туралған һарымһаҡты һалды. — Дауаһы тейә ул. Тик артыҡ тегендә-бында йөрөмә, тик кенә ят. Шунда бөтөр ул. Ул теш һыҙлауҙан да этлерәк нәмә юҡ бит...

— Шулай, апай...

— Ҡытайҙар кемгәлер ныҡ асыуланһа, теше һыҙлауын теләйҙәр икән. Ярай, бар, ятып ал, — тине лә бүтән бүлмәләр буйлап китте.

Бына һиңә һарымһаҡ! Йүткереүҙән дә ярҙам итә, хәҙер иһә теш ауыртыуын да баҫа икәнлеген белдем. Тик таңғы алты тирәһендә теге теш йәнә аптырата башланы. Күп шашырға ҡалманы уға. Бөгөн ҡалаға барһам, таҙарттырып, дауалатып ҡайтырмын әле. Бөтәһе лә мәктәпкә киткәндә, фойела директорҙың бүлмәһенән сығыуын көтә инем. Машина ла ишек төбөндә генә тора. Хәҙер елдерәсәкбеҙ ҡалаға...

Ниһайәт, ауып барған кәбән кеүек үргән һап-һары сәсле Мәүлиҙә Нурғәлиевна сыҡты. Уны күреү менән, ултырған урынымдан һикереп килеп торҙом.

— Һаумыһығыҙ! — тинем, йылмайырға тырышып.

— Һаубыҙ, мунса япрағы! Тәким теш һыҙлай тиһең инде. Сәйҙәне лә күптән ялҡытып бөткәнһең, күҙеңде һытып йүгерәһең дә уға бараһың...

— Ауыртҡас, ҡалайтайым һуң...

— Бөгөн конференцияла ҡатнашасаҡмын, кисһеҙ бушамайым. Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге мөдирен дә күрәһе бар. Сәйҙә менән икегеҙҙе алып барһам, шунан көт сәғәт буйы. Йо-оҡ, улайтып ваҡытымды бушҡа уҙғараһы түгел. Һәр минутым ҡәҙерле.

— Түҙеп булмай бит, апай!

— Ике көн көткәндә, тағы бер көн түҙерһең әле! Әйтәм бит, тештән әле берәү ҙә үлмәгән, — тине лә бейек үксәле туфлиҙары менән тыҡ-тыҡ атлап сығып китте. Ике яҡ сикәмде ҡыҫып, ни эшләргә лә белмәй диванда ултырып ҡалдым. Сараһыҙлыҡтан, күңелемде ниндәй уй-хис сорнап алғанын аңлағанһығыҙҙыр. Их, ҡанаттарым юҡ шул... Өмөтһөҙләнеп, кире бүлмәгә киттем.

 

* * *

 

Класташым Әмилә мәктәптән ҡайтты ла минең бүлмәгә инде. Унда яңғыҙым ултырам.

— Ильяс, тешең һаман да һыҙлаймы?

— Эйе, — тинем теләр-теләмәҫ кенә, сөнки күптәр юрамал ошо һорауҙы биргән кеүек. Күрмәйҙәрме ни!

— Әгәр директор иртәгә лә ҡалаға һине алмаһа, нишләйһең?..

— Әллә...

— Һинең башың бармы шул, юҡмы?! Хәҙер һин бала түгелһең бит, етенсе класс уҡыусыһы булып йөрөйһөң, етмәһә! Былтыр икенсе төркөмдән теге һары башлы малайҙы нишләтеп ҡуйҙылар? Иҫләйһеңме? Һине лә шул уҡ көтә.

Эйе, был хәлде яҡшы хәтерләйем. Өсөнсө класта уҡыған йоморо ғына малайҙың да теше бер мәл һыҙлағайны. Ваҡытында алып барманылар ҙа, аҙаҡ һуң булды. Эренләп киткән икән. Операция яһап, битен ҡырҡтылар. Элек гел ауыҙы йырылып йөрөгән малай, бүтән йылмаймаҫ булды. Йөҙөн боҙоп, әле лә тегелгән урындары күренеп тора.

— Минеке лә һыҙларға итә шикелле, — тип дауам итте Әмилә. — Һиңә бер нәмә әйтәм, тик бүтәндәр белмәһен!

— Ә нимә һуң? — Өмөтһөҙлөккә тулған күңелем елкенеп китте, буғай. — Әйтә һал инде...

— Әйҙә иртәгә, — әйтергәме-юҡмы тигәндәй тынып ҡалды. — Әйҙә ҡасайыҡ. Мәктәпкә тип киткән булабыҙ ҙа, шылабыҙ ҡалаға. Стоматологияның ҡайҙа икәнен беләм.

— Юҡ... Директор, иртәгә алып барам, тине бит. Бөгөн дә алыр ине, тик ниндәйҙер конференцияла ҡатнаша. Шуға ғына алманы.

— Һәр һүҙгә ышанып бараһың, әй! Кәрәк инең һин уға. Әтеү беренсе көн бындаһың. Мәүлиҙә Нурғәлиевна бөгөн "эйе", иртәгәһенә "юҡ" ти.

— Уйларға кәрәк, Әмилә. Бының өсөн баштан һыйпамаҫтар. Үҙең беләһең.

— Кит, ҡурҡаҡ. Барғың килһә, бараһың инде. Былай һинһеҙ ҙә китә алам ул. Үҙең ҡара. Аҙаҡ мин әйтмәне тимә...

Бер аҙ уйлана торғас, ризалаштым. Завуч кабинетында һаҡланған бушлай йөрөү өсөн билетыбыҙҙы ла һорамай алдыҡ. Әмилә, завучҡа инеп, дәфтәр кәрәк тигән булып, документтар ятҡан шкафта соҡондо. Ә мин был ваҡытта әүрәтеп, хәбәр ҡуша инем.

Тырышҡас — килеп сыҡты. Документтар беҙҙең кеҫәлә. Үҙебеҙсә план ҡорҙоҡ. Иртәгә иртүк ҡалаға һыпыртасаҡбыҙ. Рәхмәт төшкөрө, ярай әле Әмилә кеүек ҡыҙҙар бар беҙҙә. "Проездной билет" та күптән кеҫәлә ята.

Әй, шәп ҡыҙ ҙа инде ошо Әмилә. Һәр кемдең хәленә инеп, ярҙамға килергә ашығып тора. Беҙ бергә уҡыйбыҙ. Үҙе ауан, бирешеп бармай. Дөрөҫлөк тип үлә инде. Башҡалар кеүек тәрбиәселәрҙән әллә ни ҡурҡып та бармай. Ни тиһәң дә, ҡала балаһы бит.

Тағы кис етте. Яңынан һул ҡулыма һарымһаҡ һалып ҡараным да ул, әммә ниңәлер дауаһын тойманым. Бөтәһе лә йоҡларға ятты күптән, мин генә иҫәр кеүек ниҙәр генә уйлап табайым, тип баш ватам. Бәләкәй тәҙрәне асып, башымды тығып ҡараным. Еңел булып ҡалды ла ул, тик өшөттөрә шул.

Аптырағандан, һаҡсы ултырған бүлмәгә төштөм.

— Тәмәке тартып ҡарайһыңмы? — тине балалар йортоноң һаҡсыһы, шешеп бөткән яңағымды күреп.

— Тартҡаным булманы ла ул, ағай.

— Һе-е... Исмаһам, һыҙлауы баҫылыр. Мә, һурып ҡара, — тип ҡуйы төтөн сығарған сигаретын һуҙҙы.

Төтөндө эскә һурыуым булды, сәсәп, йүткерә башланым.

— Әй, шуға ла эшкинмәйһең. Күптән өйрәнергә ваҡыт. Яйлап һур, — тине "уҡытыусым".

Йәнә һурып ҡараным. Юҡ, бармай, сәсәтә икән был нәмә...

Әл дә Әмиләне тыңлағанмын. Иртәнсәк "Жигули"ҙың ватылыуы тураһында хәбәр итте тәрбиәсем. Эй, емерелһен дә! Барыбер, директорҙың ишек төбөнә барып, инәлеп тораһы түгел. Бүтәндәр беренсе дәрестә саҡта, беҙ Әмилә менән автобуста елдерә инек.

 

* * *

 

Бына мин теш табибы кабинетында ултырам. Килеп ингәс тә йүләр кеүек, эстән ҡыуанып ҡуйҙым. Ап-аҡ халатлы ағай, аҡ өҫтәл, йыһаздар ҙа сафлыҡ төҫөндә. Хәүеф ҡатыш шатлыҡ күңелде биләп алғайны. Ауыртһа, әйҙә, ауыртһын. Исмаһам, һыҙланыуым бөтөр. Күпме көттөм, күпме түҙҙем быға тиклем. Тешем яман ныҡ һыҙлағас, мине сиратһыҙ үткәрҙеләр. Әмилә коридорҙа ҡалды.

Табип аҙау тешемде оҙаҡ ҡына ҡараштырҙы ла энә кеүек осло әйбер менән уны соҡой башланы. Шунан дырылдап торған нәмәне ҡулына алды.

— Әлеү-ү...

Йәшен бәргәндәй булды, ауыртыуҙан урынымдан һикереп киттем. Үҙемдән-үҙем табиптың ҡулын этәп ебәргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым.

— Ипләп, малай. Түҙ инде. Әтеү, яңылыш телһеҙ ҡалырһың, — тип киҫәтеп ҡуйҙы. — Машинка әйләнеп тора бит...

Әй, зыр килтерә инде! Йөрәк жыу итеп ҡала. Шунан ҡабат тештең үҙәгенә тейһә, кинәт ҡысҡырып ебәрәһең. Ә халатлы ағай ни, түҙ ҙә, түҙ, тигән була. Теште шул өрөлөп торған нәмә менән таҙартҡанда, ауыҙҙан һоро төҫтәге төтөн килә генә. Әйтерһең дә, серек дүңгәкте типкеләйҙәрме ни. Ул төтөндән үҙем тонсоға ла башланым һымаҡ.

Уф, теге энә өрөлөүҙән туҡтаны. Табип тешемә һыу һиптерҙе.

— А-а-а...

— Инде шул һыуҙы бына ошонда төкөр, — тип һул яҡтағы һауытҡа күрһәтте.

— Булдымы шул? — тинем, түҙемһеҙләнеп.

— Ҡарале, ҡустым. Был тешеңде таҙарттым, хәҙер дарыу һалам. Унан һуң тешеңдәге нервыңдың ҡаплай торған ҡатлам барлыҡҡа киләсәк. Шунан иһә пломба һалабыҙ ҙа, вәссәләм!

— Бөгөн ҡуяһығыҙмы пломбаны?

— Юҡ. Бөгөн ярамай шул. Дарыу һалғандан һуң өс көн үтергә тейеш. Тимәк, дүрт көндән килерһең. Ваҡытын да билдәләп ҡуяйыҡ, — тип табип теге инструменттарын рәтләп һалырға тотондо.

Һуңғы һүҙҙәрҙе ишеткәс, нишләргә лә белмәй ҡалдым. Нисек инде дүрт көндән һуң! Әле ҡасҡан өсөн нимә эшләтерҙәр икән? Тышҡа ла сығармаясаҡтары билдәле. Ә инде ҡалаға йәнә теш табибы тип ауыҙымды ла астырмаҫтар. Йөрө шунан һыҙланып.

— Мин ҡабаттан килә алмайым, хәҙер үк эшләгеҙ ҙә ҡуйығыҙ...

— Ярамай, малай. Ашыҡҡан — ашҡа бешкән, бит. Тәртибе шулай. — Аҡ халатлы табип, инде бөгөнгә хуш тигәндәй, миңә ымланы. Эште осона сығармайынса, ҡайтыу юҡ. Бында ҡабаттан килтермәүҙәренә шикләнмәйем. Кабинеттан сығырға ашыҡманым.

— Улайһа, һурып ташлағыҙ... — тип ҡырт киҫтем.

Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, табип аптырап китте.

— Бәй, ашыҡма. Бына дүрт көндән килһәң, уны яңыртабыҙ. Эшкингән теште нишләп улайтайым әле...

— Һурып ташлағыҙ, зинһар. Бүтән килә алмайым мин...

— Ҡафтау аръяғында йәшәмәйһеңдер? — тине, көлөңкөрәп.

Әллә нисә көн буйына бында килә алмай этләнгәс, ысынлап та, шул яҡта йәшәйемдер, тип уйлап ҡуйҙым.

— Һурығыҙ, ағай, һурығыҙ, зинһар! — Ирекһеҙҙән күҙҙән йәш тәгәрәне.

Табипты уңайһыҙ хәлгә ҡуйҙым шикелле, тик ҡалайтаһың, бүтәнсә әмәл юҡ. Оҙаҡ уйланып торҙо ла асыуланыбыраҡ ҡараш ташланы.

— Зинһар, ағай...

Табип тәҙрә янына барып баҫты ла тышҡа баҡты. Бүлмәлә тынлыҡ урынлашты.

Бер аҙ ваҡыт үткәс, ул минең эргәмә килде. Шунан өҫтәлдә ятҡан йыһаздарын ҡараштырҙы. Тартманы асып, шприц сығарҙы.

— Һурырға, тәк, һурырға! Ас ауыҙыңды, укол һалам! — тине. Тештең итенә шап иттереп энә ҡаҙалды.

Биш минут самаһы ваҡыт үткәс, ауыҙым туңдырылғандай булды. Тел дә һиҙелмәй. Әйтерһең, ауыҙ минеке түгел. Күрәһең, ауыртыуҙы баҫыр өсөндөр.

Табип ҡасауға оҡшаған әйберҙе ҡулына алды. Быны күргәс, йөрәк йәнә дөп-дөп тибә башланы.

— Түҙәһең инде. Былай ауыртмаҫҡа тейеш.

Аҙау теш ҙур бит ул. Былай ғына сығарырмын тимә!

— Һиңә әле нисә йәш? — тип ҡыҙыҡһынды табип. Был хаҡта уйланып та өлгөрмәнем, ул ҡасауы менән теште тартып ебәрҙе!

— Әлеү-ү...

Суҡынсыҡ теш! Ҡайһылай ныҡ тора бит. Һурылырға ла уйламай. Аҡ халатлы ағай уфтанып ҡуйҙы. Йәнә тартып ебәрҙе. Теге теш шытырҙап китте.

— А-а-а... — Йәнә яңғыратвп ҡысҡырып ебәрҙем. Тештең яртыһы сыҡҡан икән, ә икенсе өлөшө ярылып, үҙ урынында ҡалған. Ауыҙҙан ҡан аға башланы. Ҡасау йәнә теге тешкә ынтылды...

— Төкөр ошонда, — тине табип.

Ауыҙ ҡан менән тулған. Исмаһам, төкөрөп тә булмай, ҡан шул хәтлем ҡуйы. Ауыҙҙан оҙон бау шикелле өҙөлмәй аға.

— Ҡулъяулығың да юҡмы әллә? Мә! — Хәстәрлекле табип ап-аҡ марляны һуҙҙы.

Рәхмәт тигәндәй бары башымды ғына һелктем. Һөйләшеп булмай. Шулай итеп һыҙлаған теш менән хушлаштым.

Мине ишек төбөндә Әмилә түҙемһеҙләнеп көткән икән. Тик ул стоматологҡа инергә ашыҡманы. Поликлиниканан сығыу яғына ымланы.

Ауыҙымдан туҡтауһыҙ сыҡҡан ҡуйы ҡанды һөртә-һөртә автовокзалға табан юл тоттоҡ. Әле ауыҙымды асып Әмилә менән һөйләшә алмайым. Шуға юлдашымдың һәр әйткәненә бары баш һелкеп кенә барам.

— Ильяс, һыҙланыуың бөттөмө?

Эйе, тигәндәй ишара яһаным.

— Ә беләһеңме нимә, — тип дауам итте ул. Ҡарашымды уға төбәнем.

— Минең бит тешем һыҙламаны. Алданым, — тине лә көлөп ебәрҙе. — Һине йәл, Ильяс. Апайың барыбер ҡаланы белмәй. Ә Мәүлиҙә Нурғәлиевнаны үҙең беләһең. Яҡшы кешеһең бит, өйгә эшемде лә эшләшәһең.

Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, күңелгә еңел булып китте. Ҡайһылай һәйбәт класташым бар икән! Рәхмәтемдең сиге юҡ Әмиләгә. Күп уйлап тормай, тоттом да ҡосаҡланым уны! Урамда китеп барыусылар был ҡылығыма сәйерһенеп ҡарап ҡуйҙы.

"Проездной" буйынса сәғәт дүрткә билет алдыҡ. Әле сәғәт өс. Мәктәптән ниңә һуң килдегеҙ, тип һорарҙар балалар йортонда. Йыр түңәрәгенә ҡалдыҡ, тиербеҙ. Икебеҙҙең дә йырларға яратҡанды беләләр бит. Бының өсөн яу ҡуптарып тормаҫтар әле.

Ҡорһаҡта "бүреләр олой" башланы. Иртәнсәк теш һыҙлағанға күрә, икмәк валсығын да ҡапмай сыҡҡайным. Ярай, ҡайтып еткәнсе түҙермен. Үлмәҫмен әле. Иң мөһиме — теге тештән ҡотолдом. Әмилә ошо хәйләне уйлап тапмаһа, аҙағын күҙ алдына килтереүе лә ауыр.

Әй, был йоҡо тигән нәмәләре! Ниндәй ғәжәп, илаһи күренеш! Бер нисә көнгә һинән мәхрүм булып йөрөгәс, ҡәҙереңде нығыраҡ белдем. Шул тиклем татлыһың бит. Автовокзалдағы шау-шыуға, ҡаҡ эскәмйәлә ултырыуыма ҡарамаҫтан, йәнә үҙеңә солғап алдың бит. Рәхмәт һиңә...

— Автобус килде, — тип мөғжизәүи донъянан һурып алды Әмилә. — Әйҙә, сығайыҡ. Иғлан иттеләр.

Ысынлап та, платформала беҙҙең Сәлмән ауылына барған йәшел автобус тора. Халыҡ әллә ни күп түгел. Билетыбыҙҙы тикшереп тороусыға күрһәттек тә, артҡы рәттән урын алдыҡ. Шул тиклем йылы ла инде автобуста. Ә тышта көн хөртәйергә итә. Һепертмә буран булмаҡсы.

Бындағы йылылыҡтан Әмилә менән икебеҙ иҙерәп йоҡлап киткәнбеҙ...

 

Серек булмағыҙ!

 

— Уянығыҙ әле, килеп еттек... — күҙемде асһам, алдыбыҙҙа ҡара мыйыҡлы ағай баҫып тора. Мин ҡайҙа икән, тип аптырап киттем. Тирә-яғыма ҡарандым, бер ҙә таныш ергә оҡшамаған. Ә беҙ бит автобусҡа ултырғайныҡ. — Был һуңғы туҡталыш, һеҙ ҡайҙа сығырға тейеш инегеҙ?

Ҡурҡып киттем. Әмилә лә уянды. Беҙҙең ауыл маршруттың уртаһында бит. Ә мыйыҡлы ағай, һуңғы туҡталыш, ти. Тимәк, ауылыбыҙҙы үтеп киткәнбеҙ?! Боҙланып бөткән тәҙрәне йылы усым менән иретеп ҡараным. Тышта дөм-ҡараңғы... Йөрәк туҡтауһыҙ дөпөлдәй башланы.

— Ҡайһы ауылдан һеҙ? — тип һораны шофер.

— Сәлмәндән, — йоҡоһонан уянған Әмилә яуап бирҙе.

— Ҡайҙа китеп барыш? — ағай төпсөнөүен дауам итте.

— Сәлмәнгә. Шунан тип әйттек бит, — тип ҡырт киҫте юлдашым.

— Нис-се-ек?! — ағайҙың ҡаштары төйөлөп китте, аптырашы йөҙөнә сыҡты.

— Беҙ шунда йәшәйбеҙ. Өйҙә беҙҙе ата-әсәйебеҙ көтә. Ҡалаға эш буйынса килгәйнек, шунан юлға билет алдыҡ та, ошонда ултырҙыҡ. Йылыға йоҡлап киткәнбеҙ. — Был балалар нишләп үҙҙәре генә йөрөй икән, моғайын, берәҙәктәр тип милицияға һөрән һалмаһын тип уйланымы, Әмилә алдаштырып һөйләп һалды. Имеш, беҙҙе өйҙә һөйөклөләребеҙ көтә. — Ә ниңә, әллә беҙ ауылды үтеп киткәнбеҙме?

Шофер ауыр тын алды.

— Шайтандар! Күҙегеҙ бармы һеҙҙең?! — тип екеренде ағай. Беҙ бер ниҙә тимәнем. — Һеҙ бит бөтөнләй икенсе маршрут буйынса, ҡапма-ҡаршы яҡҡа китеп барағыҙ!

Йөрәк табанға төшкәндәй булды. Өҫтөмә боҙло һыу түктеләрме ни!

— Икенсе яҡ-ҡа? — Әмилә, ауыҙын асып, тын да алмай торҙо ла ҡысҡырып илап ебәрҙе. — Бөттө улай булғас баш, бөттө!

Мин дә илап ебәргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Ни өсөн шулай икән?! Хәҙер беҙҙе детдомда ни эшләтеп ҡуйырҙар. Күҙ алдыма ауыҙын ослайтып, гелән генә әрләшкән Мәүлиҙә Нурғәлиевна, ҡулында бер ус асҡысы менән башҡа һуғырға ғына торған Рәйфә апай килеп баҫты... Харап булабыҙ икән, былай булғас!

— Етәр һыҡташырға. Әле машиналар йөрөп тора. Ҡул күтәрһәгеҙ, ҡалаға тиклем апарырҙар. Илау менән бер ни ҙә эшләй алмаҫһығыҙ. Ваҡытты зәрәгә һуҙмағыҙ — юлға сығығыҙ ҙа машина тотоғоҙ, — "йә инде, йә, сыға һалығыҙ" тигәндәй ҡулы менән ишара яһаны ағай.

Детдомда бер кемдән дә ҡурҡмаған класташымды алыштырҙылармы ни? Туҡтауһыҙ илай, етмәһә, күңелгә шом һалырҙай итеп һөйләнә:

— Рәйфә апай нишләтер икән беҙҙе?! Ҡалайтырға беҙгә, Ильяс? Нимә шым тораһың?! — Миңә лә ҡушылып ила тигән кеүек, терһәге менән төрттө.

— Ваҡытымды алмағыҙ. Гаражға һуңлатаһығыҙ бит!

Һеҙгә әйтәм! — Шофер беҙҙән ҡотолорға ашыҡты.

— Аға-ай, беҙҙе ҡалаға тиклем апармаҫһығыҙмы икән? Сәлмәнгә берәй нисек ҡайтырбыҙ әле, — тинем ҡалтыранған тауыш менән.

— Хәлдән килһә ине лә ул, хөкүмәт транспортын нисек анау хәтлем араға ҡыуалайым ти, — мыйыҡлы ағай ҡулын тирә-яҡҡа һелтәп дауам итте. — Һеҙҙең өсөн шелтә алаһы түгел. Иғтибарлы булырға кәрәк ине. Был хәтлем бензинды ҡайҙан алайым мин. Өйҙә ғаиләм көтә. Ваҡытымды алмағыҙ, зинһар! Юл буйында торһағыҙ, берәй машина ултыртыр.

— Ағай, әгәр... — һүҙемде әйтеп тә бөтмәнем.

— Аңлағыҙ мине, ҡыҙҙар-егеттәр! Бара алмайым, алмай-йым, — тине лә автобустың двигателен ҡабыҙҙы. — Һау булығыҙ. Гаражға өлгөрөргә кәрәк.

— Тәгәрмәсең тишелһә ярар ине! — Әмиләнең йән асыуынан сыҡҡан һүҙҙәре ине был. Автобустың ишеге ябылды. Ул беҙҙе таныш булмаған ерҙә ҡалдырып китеп тә барҙы.

Ниндәйҙер ауыл янында торабыҙ хәҙер. Ә бына был — оло юл. Беҙҙе ҡалаға илтер юл ул. Шөкөр, ҡараңғыла аҙашып ҡуймайым тигәндәй, фараларын яҡтыртып, машиналар елдерә генә. Әллә ни күп тә түгел улар, шулай ҙа ултыртып алырҙар әле. Ана бит, көн ни хәтлем насар. Әсе ел үҙәккә үтә генә! Мәктәпкә тип бер ҡат кейгән ыштан эсендә был һыуыҡ уйнай ғына. Тиҙерәк берәйһе туҡтаһа ярар ине.

Әмилә менән икәүләшеп үткән һәр машинаға ҡул болғап торҙоҡ. Туҡтарға уйламайҙар шул. Ә ҡул өшөй. Беҙгә йылға бер бирелә торған бет тиреһеләй бирсәткә менән алыҫҡа барырмын тимә. Бармаҡтар бер ни тоймай башланы. Аяҡ та өшөнө. Сараһыҙҙан урындан һикерәнләп тә алдыҡ. Жыу-у... Жыу-у... Жыу-у... Дүрт тәгәрмәсле "тимер аттар" елдерә генә, әммә туҡтарға ашыҡмайҙар.

— Ильяс, әйҙә ҡала яғына атлай торайыҡ. Бер ыңғайҙан ҡул болғап барырбыҙ. Улар беҙҙе юл уртаһында күрһә, алырҙар әле, — тине Әмилә.

— Әйҙә һуң...

— Тик ҡулды алмашлап күтәрәйек. Әтеү ҡулдарым бөтөнләй өшөп бөттө. Һин ҡул болғағансы, мин кеҫәмдә йылытырмын. Шунан һин. — Ысынлап та, бигерәк башлы шул Әмилә. Әтеү икебеҙ ҙә бер юлы ҡулыбыҙҙы күтәреп, икебеҙ ҙә өшөйбөҙ ҙә баһа. Ә былай иһә алмашлап кеҫәлә ҡулыбыҙҙы йылытып була.

— Әмилә, һинең яратҡан һаның нисә?

— Дүрт.

— Бына күр ҙә тор. Нәҡ дүртенсе машина туҡтаясаҡ. — Класташымды шулай өмөтләндермәксе иттем.

— Була күрһен...

Дүртенсеһе генә түгел, бәлки, дүртенсе тиҫтәһе лә беҙҙең яндан геүләтеп үтеп киткәндер. Тик... Автобус беҙҙе ҡалдырған ауылдан да йыраҡ ҡына ара үткәнбеҙ. Кире боролоу ҙа мөмкин түгел. Ә елдә бер ҙә мәрхәмәтлелек юҡ — ҡотора ғына! Ҡар йә ауыҙға, йә танауға бәрә. Ҡоторған әсе ел битте Рәйфә апай кеүек семетеп ала. Һыуыҡ ине тышта. Хәйер, урамда ғынамы ни! Бөтә донъяны һалҡынлыҡ ялмап алғандай тойолдо. Машиналар ҙа һирәгәйә төштө. Ҡараңғылыҡ баҫа. Ел дә шашынғандан-шашына. Тын алыуы ла ауырлашты, атлауы ла ҡыйын була башланы. Аяҡтар тыңламаҫҡа итә кеүек... Һалҡынлыҡ, ҡараңғылыҡ беҙҙе сорнап алды.

— Ильяс, башҡа түҙер хәлем ҡалманы. Туңырбыҙ...— Әмилә ҡалтырана-ҡалтырана был һүҙҙәрҙе көскә әйтте. Шунан йәнә илап ебәрҙе. — Минең бармаҡтарым ҡатты. Күҙ йәшемде һөрт әле, Ильяс... — Әлимәнең күҙ йәштәре битендә бәләкәй генә боҙ тамсыларына әүерелгәйне. Уларҙы ипләп кенә битенән айырып алдым. Үҙемдең дә керпектәр боҫланып, бер-береһенә йәбешеп бара. Һыуыҡ.

Бар ғаләм һалҡын. Их-х, әсәкәйем юҡ шул янымда. Үҙенең йылы ҡосағына алыр ине лә, бөтөн Ер шары уның наҙынан иреп китер ине...

— У-у-у... У-у-у... — Ҡот осҡос тауышты ишетеп, дерт итеп ҡалдыҡ. Әмилә ҡарға ултыра төштө.

— Бү-р-р-е — Һуңғы ижекте шул тиклем ҡаты итеп, йылан ыҫылдағандай әйтте ҡыҙыҡай.

— У-у-у... У-у-у... У-у-у... — Йөрәкте аҡтарып сығарырҙай тауыш яҡында ғына ишетелә. Шул тиклем үҙәккә үткес олоу. Элек бүреләр тураһында кешеләрҙең һөйләгәнен ишеткәнем бар ине. Шом көсәйә бирҙе.

— Тора һал, йүгерҙек... — Юлдашымды торғоҙорға тырыштым.

— Тор-ра ал-ма-йым. Аяҡ тың-лаш... — Әмилә илап, миңә йәбешеп алды. — Таш-ла-маа-а...

Үлге килмәй бит, әй. Нисек инде бүреләргә ризыҡ булайыҡ, ти. Хоҙай ундай бәләгә юл ҡуймаҫ бит. Ә бүреләр беҙҙе тыңлап та тормаҫ, ата-әсәйебеҙҙең юҡ икәненә лә ҡарамаҫ, детдом балалары тип тә аптырамаҫ. Көтөүе менән килеп сығалар ҙа ташланалар, ти, кешеләргә. Атай мәрхүм һөйләгән ваҡиға иҫкә килеп төштө...

Төнөн шулай бер ир менән ҡатын ауыл осонда машинанан төшөп ҡалған, ти. Оло юлдан ауылға тиклем арыу ғына ара. Бына шулай китеп барғанда, юлдарына бүреләр килеп сыҡҡан. Ҡатынын ир эргәләге ҡайындың йыуан ғына ботағына ултыртҡан. Йәнәһе, бүреләр тейә алмаһын! Ә үҙенә, бахырға, бүреләр ташланған! Ҡатынының күҙе алдында ирен өҙгөләп ташлағандар. Иртәнсәккә тиклем шул ботаҡта ултырған теге апай. Кешеләр уны өйөнә алып ҡайтҡан. Шул хәтлем ҡот осҡос йыртҡыслыҡты күргән ҡатындың сәсе ап-аҡ төҫкә ингән. Өҫтәүенә, бөтөнләй телдән яҙған...

Атайым һөйләгән ошо хәл кинәт тәнемде өтөп алды. "У-у-у... У-у-у"... Олоу дауам итте. Тыным быуылды, быуындарым да тотмай башланы. Мин дә ирекһеҙҙән ҡарға тубыҡландым.

— Әс-сәй! Ат-тай! Ҡот-ҡа-ры-ғыҙ! — Берҙән-бер ярҙамсыларым булғандай, уларҙың исемен бышылданым. Әмилә лә ҡатып ҡалған. Мин дә ней илай алмайым, ней ҡысҡырып та булмай. Үләбеҙ, былай булғас. Беҙҙе бер кем дә тапмаясаҡ! "У-у-у... У-у-у" — был тауыш инде яҡында ғына ишетелә...

Юлда ут яҡтыһы күренде. Йә, Хоҙайым, машина килә түгелме! Һаҡлай күр инде, Аллам, зинһар өсөн. Алыҫтағы фарҙың яҡтылығы көсәйгәндән көсәйҙе. Тағы ла үтеп китмәһә ярар ине. Был бит беҙҙең һуңғы өмөтөбөҙ! Бар көсөмдө йыйып аяҡҡа баҫтым да юл уртаһына сыҡтым... Машиналағы кеше мине күрҙе шикелле, әммә тиҙлеген кәметергә уйламай ҙа. Юҡ, туҡтамаҫ инде. "Тимер ат" үтеп китте... Һуңғы өмөт, һуңғы!

— Ан-на, — Ҡарҙа тубыҡланып ултырған Әмилә ҡысҡырып ебәрҙе. Ул ымлаған яҡҡа боролдом. Йә, Хоҙай, туҡтаған бит! Машина беҙҙең яҡҡа арты менән килә.

Унан оло йәштәге бабайҙың башы күренде:

— Йәһәтерәк ултырығыҙ!

Әмиләгә торорға ярҙам иттем. Артҡы ишекте астыҡ та ултырғысҡа ҡабалана-ҡабалана ултырҙыҡ. Хоҙай бар икән дәһә!

Бабай өндәшмәй генә барҙы. Күрә бит— тештәр-тешкә теймәй, дер ҡалтыранабыҙ. Шунан, беҙҙең йылына төшкәнде һиҙеп, һүҙ башланы:

— Оло юл уртаһында был ваҡытта йөрөймө ни кеше? — Уның һүҙҙәрендә олатайҙарса хәстәрлек тә тойолдо. — Йүнле әҙәм был буранда этен дә тышҡа сығармай. Ҡайҙан булаһығыҙ?

— Сәлмәндән.

— Һо-о-о. Ә бында нисек юлыҡтығыҙ? — Әмилә шул тиклем ҡурҡҡан, һөйләшерлек тә хәле юҡ. Шуға ла үҙемә бар һорауға яуап бирергә тура килде.

— Ҡаланан үҙебеҙҙең ауылға ҡайтабыҙ тип, яңылыш икенсе автобусҡа ултырғанбыҙ. Уянып китһәк — был яҡҡа барып сыҡҡанбыҙ. Ә шофер төшөрҙө лә ҡалдырҙы. — Яуабымда теге мыйыҡлы ағайға үпкә лә бар ине.

— Бына бит. Ә ҡалаға бер үҙегеҙ нишләп килдегеҙ? Ата-әсәйегеҙ нимә ҡараған?

Ата-әсә һүҙен ишеткәс, тымып ҡалдым. Шулай ҙа дөрөҫөн әйтергә кәрәк.

— Беҙ — детдомдан. Теште дауаларға килгәйнек. Үлтереп һыҙлай ине шул серегән нәмә. Ә ҡалаға әпкилеүсе булманы. Шуға ҡасырға булдыҡ...

— Әә-ә. Улай икән... Минең дә бер детдомдан танышым булды. Тик йәшләй гүргә инде шул. Һаҡлай белмәне үҙен, мәрхүм. — Бабай уйланып китте. Шунан һөйләүен дауам итте. — Бигерәк ҡыйыу икәнһегеҙ. Әгәр тешеңде ваҡытында таҙартһаң, бындай хәл булмаҫ ине лә бит?

— Эйе, — ғәйепле башым эйелә төштө.

— Донъя шулай, улым. — Бабай тамағын ҡырып алды. — Серек тештең зыяны ҙур ул. Уны дауалауы ла ауыр. Һурып ташлап ҡына ҡотолоп була. Үҙегеҙ ҙә шул серек теш кеүек булһағыҙ, йәмғиәткә һеҙҙән зыян ғына киләсәк. Кәрәгегеҙ ҙә, ҡәҙерегеҙ ҙә булмаҫ. Шуға, улым, серек булмағыҙ!

— Кеше бит теш түгел, нисек серек булһын инде, — тинем, аптырап.

— Ҙурайғас, аңларһың әле. — Ул тәмәкеһен тоҡандырҙы. — Мәйтәм, бәхетегеҙ бар икән. Мин как раз баш ҡалаға китеп барам. Сәлмән аша үтәсәкбеҙ. Йортоғоҙға индереп уҡ ҡалдырырмын. Әлегә йоҡлап алығыҙ...

Ҡайҙа инде ул йоҡлау! Саҡ бүреләр тотоп ашаманы! Йөрәк һаман дөп-дөп тибә. Кеше серек буламы икән тигән һорау ҙа тынғылыҡ бирмәне...

Машина ике ҡатлы балалар йорто алдына килеп туҡтаны. Быны күреп, һаҡсы ла килеп сыҡты:

— Килдегеҙме ҡасҡалаҡтар? Барығыҙ төркөмөгөҙгә! — тип киҫәтте беҙҙе күргәс тә. Теге бабай уға нимәлер һөйләп бирҙе.

— Һау булығыҙ! Ҡабат ҡаса күрмәгеҙ, йәме! — тине ул, хушлашып. Бабай ҡуҙғалып китте. Балалар йортона ингәндә, ишек төбөндә төнгө тәрбиәсе Флүрә апай баҫып тора ине. Ваҡыт төн уртаһына ауып бара. Ул Әмилә менән икебеҙҙе төркөмөбөҙгә алып китте. Тәүҙә аш бүлмәһенә алып инде. Плитәлә тиҙ генә йылыта һалып, һөтләп сәй яһаны. Сепрәк сумка эсенән ауыл икмәген сығарҙы. Флүрә апай шулай йыш ҡына өйөнән килтереп, тәмлекәстәр менән һыйлай беҙҙе.

— Рәхмәт, апай, яман ныҡ асыҡҡайныҡ. Һеҙһеҙ нишләр инек, — тинем ҡыуанып.

— Их, бөтәһе лә һеҙҙең кеүек һәйбәт булһа ине, — әйткәнемде ҡеүәтләп, Әмилә лә ҡушылды. — Иртәнсәктән бирле ризыҡ күргән юҡ.

— Ҡасҡалаҡтарға ней, ашамаһа ла була, тип Рәйфә апайығыҙ өлөшөгөҙҙө бүтәндәргә биргән икән. — Ашағыҙ, әйҙә, оялмағыҙ тигәндәй, Флүрә апай икмәкте алдыбыҙға яҡыныраҡ ҡуйҙы. — Һеҙ мәктәптән ҡайтмағас, Мәүлиҙә апайығыҙ ҙур ғауға ҡуптарған. Шылтыратмаған ере ҡалмаған... Уй, белмәйем инде, нимә булып бөтөр. Һеҙ, ярай, сәйегеҙҙе ҡабаланмай ғына эсегеҙ ҙә йоҡларға ятығыҙ. Хоҙай түҙемлек бирһен. Иртәгәһен яҡшыға юрайыҡ, балаҡайҙар...

Тамаҡ ялғап алғас, шым ғына аяҡ осона баҫып, бүлмәләребеҙгә киттек... Уф, теге бүре олоуы һаман ҡолаҡта ишетелгән кеүек. Иртәгә беҙҙе нишләтерҙәр икән? Ошо һорау ҙа оҙаҡ ҡына йоҡларға ирек бирмәне.

Төштән һуң бөтәбеҙгә лә тамаша залына йыйылырға ҡуштылар. Биш төркөмдән дә балалар этешә-төртөшә шунда ашҡынды. Бер-береһен уҙышып, күңелле итеп һөйләшәләр:

— Тамаша була, тамаша!

— Тиҙерәк урын алып өлгөрәйек!

— Ниҙәр булыр икән?

— Әллә, бөгөн байрам түгел шикелле...

Минең генә аяҡтар тартмай. Унда нимә буласағын күҙаллайым инде. Әмилә лә үҙ бүлмәһенән сыҡмай ултыра. Мәктәптә булғанда Әлиә апайыма нисек ҡасыуыбыҙҙы, ҡайҙа юғалып йөрөүебеҙҙе түкмәй-сәсмәй һөйләп биргәйнем. Ул бының өсөн мине әрләмәне. Нисек теш менән ыҙалағанымды күрҙе бит.

— Яуап бирергә тура килә инде. Киттек залға, — тип алға ымланы апайым.

— Бармайым. Ҡасҡаныбыҙ өсөн бөтәһе алдында әрләйҙәр, ә минең унда ҡыҙарып торғом килмәй.

— Һуң һеҙ инмәйенсә башламаясаҡтар бит. — Әлиә мине күндерергә тырышты. — Киттек, әтеү икебеҙгә лә эләгәсәк.

— Ҡыҙыҡ ҡынаһың, апай! Бер туған ҡустыңды тота килеп шунда барырға көсләйһең. Аңламайым бер ҙә һине. Бармайым, тинем бит! — Йәнем көйҙө лә китте. Былай ҙа бөтәһе лә иртәнән бирле Әмилә менән беҙгә әллә нисек ҡарай. Көлмәгән кешеһе ҡалманы. Ҡасҡалаҡ та, ҡасҡалаҡ тип үсектерәләр.

Шул саҡ бүлмәгә атылып Рәйфә апай килеп инде.

— Бына ҡайҙа йәшенеп ултыралар, ҡәбәхәттәр. Тиҙ булығыҙ залға! — "Зал"ға тип ҡысҡырғанда ауыҙынан төкөрөктәре сәсрәп китте. Апайыма ҡарап әрләшеүен дауам итте. — Һин дә ҡустыңды яҡлайым тип ултыраһың инде. Ничего, аҡылға ултыртырмын әле. Күҙҙәрегеҙҙе таҫрайтып ҡарамағыҙ миңә! Воо-н!

Тағы ла әллә ниндәй асыулы һүҙҙәр менән ҡысҡыра-ҡысҡыра Әмиләнең бүлмәһенә инеп китте. Унда инеүе булды, шау-шыу ҡупты. Шунан класташымдың башын төйә-төйә уны алып сыҡты.

Апайым, мин һәм Әмилә Рәйфә апайҙың артынан эйәрҙек. Тамаша залына барып еткәнсе башыма ниндәй генә уйҙар килмәне. Ниндәйерәк яза бирәсәктәр, тип борсолдом. Башҡа инмәгән уй ҡалманы.

Зал тулы. Балалар ҙа, тәрбиәселәр ҙә тамашаның башланыуын түҙемһеҙләнеп көтә. Ингәс тә буш урын табайым тип йән-яҡҡа ҡараштырҙым.

— Ана, өс кешелек урын бар — шунда ултырайыҡ, — тинем апайыма.

— Ҡайҙа киттең! Һеҙҙең урын түрҙә! — Рәйфә апай ҡулымдан елтерәтеп алды ла, сәхнәгә һөйрәп тигәндәй алып китте. Әмилә лә минең арттан атланы. Ә апайым иһә мин ултырырға ниәтләгән ерҙән урын алды.

Балалар йорто директоры Мәүлиҙә Нурғәлиевна беренсе рәттә ултыра ине. Беҙҙе күргәс тә уның йөҙө кинәт үҙгәрҙе, әйтерһең дә, ҡан дошманын осратҡан. Икебеҙҙе лә сәхнәгә баҫтырғас, Рәйфә апай ләззәтләнеп китте. Мөһим эш башҡарғанмы ни!

— Бына! — тине ул көлөңкөрәп. — Господин ҡасҡалаҡтар килде. Башҡалар кеүек ябай түгел улар — махсус саҡырыуҙы көтөп ултырғандар.

Бөтәһе лә көлөргә тотондо. Бары тик апайымдың ғына ҡыҙарып ултырыуын, әллә иламаҫҡа тырышып иренен ҡымтыуын күрҙем.

— Йә, һөйләгеҙ! Кемегеҙ ҡотортто? Нимәгә ҡалаға барҙығыҙ? Беҙ тыңлайбыҙ. — Тәрбиәсебеҙ туҡтауһыҙ һорау яуҙырҙы.

Әммә беребеҙ ҙә яуап бирергә ашыҡманы. Бының менән Рәйфә апайыбыҙҙың йәнен көйҙөрҙөк кенә. Ул түҙмәне, килеп минең ҡолағымдан эләктереп алды:

— Һөйлә тинем, нимә тораһың шымып, һарыҡ?! — Ныҡ иткәнсе ҡолағымдан тартһа ла, ауыртыуын белгертмәнем. Шунан ул Әмиләне елтерәтергә тотондо:

— Ә һин — шайтан алғыры, нимә ауыҙыңды йомоп тораһың? Ваҡытты алма, тинем, һөйлә! — Рәйфә апай нисек кенә "һынап" ҡарамаһын, беҙ — ләм-мим.

Мәүлиҙә Нурғәлиевна ла урынында ултырып түҙмәне. Бына хәҙер минең сират етте, эргәләренә барыуым ғына көс, шунда уҡ һөйләп бирәсәктәр, тигәндәй ҡыйыу ғына аҙымдары менән сәхнәгә күтәрелде.

— Өндәшмәҫкә һүҙ ҡуйыштығыҙмы? — Директор берсә миңә, берсә Әмиләгә уҫал ғына ҡарап алды. — Бик яҡшы! Һеҙҙең кеүектәрҙе тәүгегә осратмайым. Ундай ҡылыҡтарығыҙ өсөн колонияға ебәрһәм, әллә нимәләр һөйләрҙәй булырһығыҙ ҙа ул...

Колония һүҙен ишеткәс, йөрәгем жыу итеп ҡалды. Юҡ, былар беҙҙән һөйләтмәйенсә тынысланмаясаҡтар. Тик кемебеҙ һүҙ башлар? Уйлап ҡараһаң, Әмиләнең бер ниндәй ғәйебе юҡ. Ул бары миңә ярҙам итте бит. Ә хәҙер шуның өсөн Әмиләгә лә эләгәсәк. Нимә булһа ла булһын, үҙем һөйләп бирергә тейешмен, тигән уйға килдем.

— Ҡарағыҙ әле был оятһыҙҙарға! Директорҙы ла һанға һуҡмайҙар ҙаһа. — Рәйфә апай утҡа май ҡойорға тырышҡандай, "тамашасыларға" ҡарап өндәште.

— Тимәк, колонияға ебәреүҙе һорайһығыҙ... — Мәүлиҙә Нурғәлиевна әкиәттәге уҫал һәм хәйләкәр йылан кеүек, һөйләтергә тырышты. Детдом етәксеһенең был һүҙҙәре тәнемде өшөтөп алды, ни сәбәпле ҡасыуыбыҙҙы аңлатырға мәжбүр итте.

— Апай, беҙҙе бер ҡайҙа ла ебәрмәгеҙ. Үҙем һөйләп бирәм... — Ҡалтыраулы тауыш ҡына ҡурҡыуҙы белгертте.

— Бик яҡшы. Әйҙә, һөйләп бир. — Директор әйткәнемде ишетеп, ҡәнәғәтләнгәндәй итте.

— Теш һыҙлауына түҙә алмайынса, үҙем ҡалаға барырға булдым. Ә бит мин ул яҡты белмәйем. Шунан Әмиләгә әйткәйнем — ул ризалашты. Тешемде һурҙырғас, ҡайтырға тип автовокзалға киттек. Тик яңылыш икенсе автобусҡа ултырып киткәнбеҙ. Әллә ниндәй ауылға барып сыҡтыҡ. Аҙаҡ бер бабай беҙҙе бында тиклем алып килде...

— Тота ла ошо теш тип һылтана! Шунан, әгәр бер-ике көн көтһәң — үлер инеңме? Шул хәтлем шаштырҙым һеҙҙе — һәр кемегеҙгә нимәлер кәрәк. Яман ауырыуға һалыштығыҙ түгелме? Һеҙ йөҙәү — ә мин бер үҙем! — Мәүлиҙә апай ҙа ҡыҙа төштө. — Һинән һорайым, Ильяс, үлер инеңме?!

— Һуң... Һыҙланы бит... Түҙерлек түгел ине.

Әмилә лә шымып ҡалманы. Үҙҙәренең ғәйебен танымай, беҙгә генә япһармаһындар тигәндәй, ҡаршылашырға тотондо:

— Мәүлиҙә Нурғәлиевна, һеҙ кеше теш ауырытыуынан үлмәй тиһегеҙ. Ә бит икенсе төркөмдәге малайҙың битен ҡырҡтылар. Уны ла бит теш табибына ваҡытында алып барыусы булманы...

— Жаб! — тип ҡысҡырып ебәрҙе директор. Ауыҙыңды йом тигәнде аңлата был һүҙ. — Ҡарале һин уны, минең менән телләшеп маташа, хәстрүш! Алкаш балаһы икәнеңде онотма! Директор менән ҡаршылашырға сүп кенәһең әле!

Нисек ҡыҫылырға белмәй торған Рәйфә апай ҙа, мөмкинлектән файҙаланып ҡалды:

— Үҙе ҡотортҡандыр әле, атаманша! Серек баш! Үҙаллы өйгә эшеңде лә үтәй белмәйһең бит. Гел Ильяс һиңә ярҙам итә. Уны ҡалаға ҡасырып, бурысыңды ҡайтарырға иткәнһеңдер, бездарь!

— Кешенән көлөргә ярамай, апай. Бөтәһе лә отличник була алмай. Теге малай кеүек Ильяс та шрамлы йөрөмәһен тип уйлағанға ғына...

— О-һо, ҡалай мәрхәмәтле булып сыҡтың әле! Минең өсөн хәл итә башланың түгелме, маңҡа? Улай булғас, әйҙә, детдомға директор итеп ҡуяйыҡ. Бөтәһен дә ашат, кейендер... — тип үртәләнде Мәүлиҙә апай.

— Һуң, Мәүлиҙә Нурғәлиевна, төрөмщиктең балаһынан нимә өмөт итәһең инде. Әмиләнең ниндәй ғаиләнән килгәнен яҡшы беләһегеҙ бит. — Тәрбиәсебеҙ ҙә директорҙан ҡалышмай, ауыртҡан ерҙән "семетергә" тырышты.

— Минең әсәйемә ҡағылмағыҙ! — Ҡыҙарған класташымдың күҙҙәренән йәш бөрсөктәре бәреп сыҡты. — Бөгөн үк уға хат яҙасаҡмын. Беҙҙән нисек көлгәнегеҙҙе вис һөйләйем!

— Ҡарале, Рәйфә, бынау ҡасҡалаҡ етмәһә беҙҙе ҡурҡытып маташа. Шулай инде: бүре балаһын күпме ашатма, ә ул урманға ҡарай. Әсәйең йүнле бисә булһа, кеше үлтермәҫ ине. Һине барып алғанда, өйөгөҙҙә бер тәғәм дә икмәк булмаған. Бар байлыҡ — буш шешәләр. Башың бетле икәнен дә берүк онотма! Ә кейгән кейемең ҡортлап бөткәнен хәтерләмәйһеңме? Ошолар һиңә еткәнме? Әллә тағы ла иҫеңә төшөрәйемме.

— Алдашмағыҙ. Бетле түгел инем...

Был ҡасыуыбыҙ шул хәтлемгә килтерер тип уйламағайным. Директор үҙенә саҡырып ҡына әрләр ҙә, берәй төрлө шелтәһен бирер, тип иҫәп тотҡайным. Ә бына бөгөн бөтәһе алдында ла оятҡа ҡалдырҙылар. Әмиләнең, ана ҡалай, йөҙөн йырттылар. Уның әсәһе кеше үлтергәне хаҡында белмәгәйнем бит. Бәлки, балалар йортона алып килгәндә бете лә булғандыр. Тик ниңә һуң әле был хаҡта сәхнәнән һөйләргә кәрәк булды. Үҙем өсөн дә, Әмилә өсөн дә ҡыҙғаныс ине был хәл. Ярай, әле халыҡ алдында рисуай иттеләр, ти. Язаны ла икебеҙгә бирәсәктәр — быныһы көн кеүек асыҡ. Уйлап ҡараһаң, бөтәһе лә минең арҡала башланды.

— Мин бөтәһе алдында ла ғәфү үтенәм, — тинем ғәйепте үҙемдә танып. — Бүтән бер ҡасан да ҡасмаясаҡмын. Был эштә үҙем генә ғәйеплемен. Зинһар, Әмиләгә бер нәмә лә эшләмәгеҙ.

— Рыцарь булып ҡыланма, икегеҙҙең дә ғәйебе бар! Нимә, әллә һине беренсе көн беләмме? Мине директор итеп ҡуйыр алдынан ҡалала һеҙҙең кеүектәр менән эш иткәйнем. Шуға ла балаларҙың ниңә бында эләгеүҙәрен белеп торам. Әсәйегеҙ йүнле булһа ҡырҡ йәшендә үлмәҫ ине. Моғайын, араҡы менән дуҫ булғандыр. Артынса атайығыҙ ҙа вафат булды. Йүнле кеше оҙаҡ йәшәй ул. Етмәһә, күп итеп бала тапҡандар бит — хөкүмәткә тамаҡ яуы итеп ҡалдырырғалыр...

— Беҙҙең әсәйебеҙ улай булманы! — тип асыуланып берәү ҡысҡырғанға, әрләүҙән эйелә барған башымды күтәрҙем. Әлиә апайым ине. Ул күҙ йәштәрен һөртә-һөртә ата-әсәйебеҙҙең ниңә үлеүен һөйләргә тотондо. Кесе йәштәге төркөм балалары араһында ултырған Зөлфирәбеҙ ҙә иларға тотондо. — Белгегеҙ килһә, әсәйебеҙҙең миҙалы ла бар ине. Әгәр иҫән булһа...

Директор Әлиәгә әйтеп бөтөргә лә ирек бирмәне:

— Етә-әр! Бында һеҙҙе ата-әсәйегеҙҙе маҡтатырға йыйманым. Кем балаһы икәнегеҙҙе күптән беләбеҙ. Балалар! Белеп ҡуйығыҙ: кем дә кем ҡаса, йәиһә эш боҙа — башынан һыйпамаясаҡбыҙ. Ҡабатлап әйтәм — ҡолағығыҙға киртеп ҡуйығыҙ. Әмилә менән Ильясты буш ҡалдырмабыҙ: бөгөндән алып тышҡа сыҡмаясаҡтар. Бер ай дауамында. Мәктәпкә генә барырға рөхсәт ителә. Әлегә был уларға үтә йомшаҡ яза.

Күңелгә бер аҙ еңел булып китте. Тимәк, директор беҙҙе колонияға ебәрмәйәсәк. Ҡурҡмаҫ та инем был әйткәненә. Былтыр берәүҙе ебәрҙеләр бит. Мәүлиҙә Нурғәлиевна һүҙен дауам итте:

— Һуңғы арала бигерәк шашып киттегеҙ. Ундайҙарҙың ҡойроғон ҡыҫҡартырға кәрәк. Беҙҙә элек-электән олораҡтар кеселәрҙе ҡарауыллап йөрөй ине. Хәҙер ул эш һүлпәнәйә төштө. — Залдағылар араһынан кемделер табырға тырышып, рәттәрҙе барлап сыҡты. — Даян бындамы әле ул? Ҡайҙа, күрен әле...

Ике ҡулын кеҫәһенә тыҡҡан һонтор егет баҫты. Һипкел битле, ялбыр сәсле Даян минән дүрт йәшкә ҙурыраҡ. Шулай булһа ла, беҙҙән бер класҡа ғына юғарыраҡ уҡый. Тәрбиәселәр ҙә, башҡа хеҙмәткәрҙәр ҙә уның менән еңел уртаҡ тел таба. Башҡаларға сәс үҫтерергә ҡушмаһалар ҙа, уға ғына — аҡ юл. Берәй нәмә булһа, гелән Даян да Даян тип тораларсы. Директор ҙа Даяндың һәр теләген иҫәпкә алып тора. Уның өсөн кейемде лә махсус алалар. Шулай булмай ни, детдомда бит ул беҙҙең "вышка". Тәрбиәселәр ҙә тыңлата алмаған баланы ул шунда уҡ урынына ултырта. Уның алдында бөтәһе лә "Даян ағай" тип кенә йөрөй.

— Тыңлайым һеҙҙе, Мәүлиҙә Нурғәлиевна.

Ҡарағыҙ әле, үҙен әллә ниндәй мөһим кеше кеүек тота бит. Имеш, директор уның менән генә иҫәпләшә. Кейгән әйбере лә затлы күренә бит. Беҙҙең бөтәбеҙҙең дә кейемдәребеҙ бер төрлө, бары ул ғына айырылып тора.

— Даян, был ниндәй эш? — Директор беҙгә ҡарата бармағы менән күрһәтеп. — Тәртип аҡһай бит, малай. Теләһә — ҡалаға сығып китәләр. Тәртип тә, режим да юҡ. Мине бар тип тә белмәйҙәр. Былай эштәр бармай. Кстати, был бәндәләр менән һөйләшеп ал әле... Әтеү, теҙгендән ысҡынғандар!

— Аңланым. — Даян оло ҡәнәғәтлек менән башын һелкте. Мәүлиҙә Нурғәлиевна сәхнәнән төштө лә, бейек үксәле туфлиҙәре менән тыҡылдатып сығыу яғына ыңғайланы. Бөгөнгө "тамашаны" ла ул ябып ҡуйҙы:

— Ярай, төркөмдәрегеҙгә барығыҙ. Һеҙ ҙә ҡабат ошолайта күрмәгеҙ. Ҡасҡалаҡтарға йәлләү юҡ, — тип көлөп сығып китте.

Балалар үҙ төркөмөнә йүгереште. Бәләкәсерәктәре лә үсекләшергә генә тора. Директорҙың һүҙҙәре уларға етә генә ҡалған:

— Ха-ха, ҡасҡалаҡтар, — ти берәүһе.

— Вот исмаһам, атаманша!

— Бетле баш, бетле баш.

— Ҡара, рыцарь, имеш.

Әмилә, апайым һәм мин төркөмөбөҙгә киттек. Өйгә эште бөтөрөп ҡуйырға кәрәк ине.

 

* * *

 

Киске аштан һуң беҙҙең төркөм малайҙары ҡар таҙартырға сыҡтыҡ. Саф һауала эшләүе лә еңел — майҙан ни тиклем ҙур булыуға ҡарамаҫтан, ҡарҙы тиҙ арала тау итеп өйөп тә ҡуйҙыҡ. Башҡарған эшебеҙ менән ҡыуанып, хәл алырға ултырҙыҡ. Шул саҡ үҙе менән өс малайҙы эйәртеп алған һонтор кәүҙәле Даян күренде. Ул туп-тура беҙгә килә. Минең эргәмә еткәс, ул мыҫҡыллы итеп һүҙ башланы:

— Һай, беҙҙең ҡасҡалаҡ бында икән дәһә! Һине генә күрге килеп тора ине.

— Минең үҙ исемем бар.

— Ярай, тешләшмә. Телһеҙ ҡалғың киләме, ә? — тине Даян күркәләнеп.

Ысынлап та, уның менән ипле һөйләшеү хәйерлерәк. Тик ниндәй зыян эшләгәнмен һуң уға? Үҙемде һис тә ғәйепле итеп тоймайым. Шулай булғас, нишләп һуң мин уның алдында аҡланырға тейеш. Бәлки, ул хәҙер ниҙер өсөн башымды эйермен тип көткәндер. Әммә үҙ урынымда ҡаты торорға булдым.

— Тиктомалға кешегә бәйләнеп йөрөйһөң, — тинем асыуланып. — Мин һиңә нимә эшләнем?

— Нимә тинең, салага?! Мә һиңә телең өсөн! — Һиҙмәҫтән генә ҡолаҡ төбөмә килеп тондорҙо. Шул саҡ башым әйләнеп китте.

— Даян ағай, нимә эшләйһең ул? — Төркөмдән малайҙарҙың берәүһе мине яҡламаҡсы ине. Был һүҙҙәр "ағайыбыҙҙы" асыуландырҙы ғына шикелле.

— Ә һеҙ бында нимә ҡарап тораһығыҙ? Тиҙ генә юғалығыҙ күҙемдән. Һеҙгә лә берәрҙе еппәрәйемме әллә? — Даяндың шашып ҡысҡырыуынан ҡурҡышып, башҡалар юҡ булды. Бары тик мин, Даян һәм уның менән килгән өс малай тороп ҡалдыҡ.

— Һаман да ғәйебеңде танымайһыңмы? — тине тағы ла йоҙроҡтарын төйөп детдомдың "башлығы".

Танымайым тигәндәй ишара яһаным.

— Улай булғас, мә, тағы берәйҙе! — Көслө итеп тибеүенән ергә тәгәрәп киттем. Уның эргәһендәге теге малайҙар Даяндың фарманын алып, ташланырға ғына торалар ине.

— Ағай, әйҙә шул бирәнде типкеләйек тә ташлайыҡ.

— Эйе шул, нимәгә уның менән һөйләшеп торорға ти!

— Юҡ! — тип бүлде Даян. — Ниндәйерәк яза бирәсәгебеҙҙе күптән уйлап ҡуйғанмын. Ха-ха, ҡасҡалаҡ. Әйҙә, маңҡаға батып йәлләүҙе һора!

Мин өндәшмәнем. Даян тағы битемә килтереп типте. Танауҙан ҡан аға башланы.

— Тәртип өсөн яуаплы икәнемде яҡшы беләһең. Ә һин, шайтан алғыры, юрамал ҡасырға булғанһың. Бының өсөн директорҙан Даян ағайың әрләнер тип уйламаныңмы? Бөгөн үҙең ишеттең, залда мине Мәүлиҙә Нурғәлиевна торғоҙоп нимә тине? Балалар йортонда тәртип аҡһай ти... Һинең кеүек һарыҡтар өсөн шулай тип әйтә. Был ҡылығыңа, беләһеңме, ни эшләтәсәкмен? — Тамағы ярылырҙай итеп миңә "һабаҡ биргән" Даян бер аҙға тымып ҡалды, шунан теге өсәүгә яҡыныраҡ килегеҙ әле тигәндәй, ымланы. — Ҡасҡалаҡтың ботинкаларын сисегеҙ әле!

— Нимә эшләйһегеҙ ул, сисмәйем тинем!

— Ә беҙ һинән һорап тормайбыҙ. Мин уны тотам, ә һеҙ, малайҙар, аяғынан ботинкаһын һыпырып алығыҙ, бер ыңғайы нәскейен дә сисегеҙ.

— Етәр, улайтмағыҙ. Кәрәкмәй! Аяғым өшөй бит! — Даян ҡаты ҡулдары менән тотоп торҙо, ә теге "көсөктәр" ботинкамды, носкиҙарымды ла тартып алдылар. Һыуыҡ ҡарға ялан аяҡ баҫҡас, аяҡтарым зымбырлап китте. — Бирегеҙ ботинкамды, аяғым туңа бит!

Тегеләр бары ҡыуанды ғына.

— Шул тиклем данлыҡлы ҡасҡалаҡ үҙ көсөн күрһәтһен әле! — ти Даян. — Һиңә детдомды урап йүгерергә тура киләсәк. Ә беҙ ваҡытты һанайбыҙ. Әгәр ҙә өс минут эсендә берҙе урап өлгөрмәһәң, яңынан йүгерәсәкһең!

— Аяҡ өшөй, йүгермәйем! Бирегеҙ ботинкамды!

— Әйҙә, малайҙар, һеҙ уны баҫтырып барығыҙ, ситкә ҡаса күрмәһен, ә мин ошонда ваҡытты һанап торормон. Нимәңде ҡарап тораһың, йүгер! Ҡасҡаның өсөн яуап бирер кәрәк.

Һыуыҡ ҡарҙан йүгереүҙән бүтән сара юҡ ине. Ирендәремде ҡымтып, алға саптым. Малайҙар арттан килә. Түҙ инде саҡ ҡына, түҙ тип үҙемде тынысландырам. Ер шул тиклем туң икән. Табандарымды өшөттөрә генә. Һыуыҡлыҡ һөйәктәргә тиклем үтеп инә. Әммә мин туҡтарға тейеш түгелмен, өс минут эсендә өлгөрөргә кәрәк. Бына мин гаражға етеп киләм. Бәй, унан нисек үтергә икән? Водителдәр бит уның алдында гел машина йыуа, һәм унан аҡҡан һыу боҙға әйләнә. Ысынлап та, гараж алды боҙ ине. Тимәк, миңә шуның аша үтергә кәрәк... Бер аҙға туҡтап ҡалдым. Тегеләр ҡысҡырыша, арттан йүгерә ине. "Өс минутта өлгөр!" — тиҙәр улар. Нимә булһа — булһын, тинем дә алға йүгерҙем. Һеҙ берәй ҡасан боҙҙан яланаяҡ көйөнсә атлағанығыҙ бармы? Хәтерләге лә килмәй инде, ҡот осҡос минуттарҙы. Боҙҙан бер нисә аҙым атлағас та, осло сөйгә баҫҡандай тойолдо. Аяҡтар йәбешә, ә мин алға барам. Ҡырт-ҡырт-ҡырт... Бер аҙға ғына туҡталғайным, уң табаным, боҙло ергә ҡуша йәбешеп өлгөрҙө. Мин уны йән көсөмә тартып алдым. Артабанға һәр аҙымымдан ҡанлы эҙ ҡала ине...

Даянға барып етергә күп тә түгел. Гараж да артта ҡалды. Әммә түҙерлек хәл юҡ. Аяҡтарымды ла тоймайым. Әйтерһең дә, мин ҡарҙан йәиһә боҙҙан түгел, ә мамыҡтан йүгерәм. Башҡа ла эҫе булып китте. Күҙ алдым томанланды. Бына мин еңел генә итеп ҡарға ауҙым шикелле. Әммә ауыртыуҙы һиҙмәйем...

— Берәй ереңде ауырттырҙыңмы, балаҡайым?

— Әсәй! Әсәкәйем! Мин һине ныҡ итеп һағындым. Ниңә беҙҙе ҡалдырып киттең, ә? Бында һинһеҙ ҡыйын...

— Тыныслан, күгәрсенкәйем. Үҙем дә һеҙҙең янығыҙҙа булмағас, йәнемә урын тапмайым. Бына бөгөн дә шул тиклем рәнйенем. Иҫән булһам — берәүҙән дә ауыр һүҙ ишеттермәҫ инем. Ҡалайтайым икән, Хоҙайым?! Аяғың ауыртмаймы, улым?

— Юҡ, әсәкәйем. Бер ҙә ауыртмай. Ниңәлер, баяғы ҡарҙан яланаяҡ йүгергәндә йылы мамыҡҡа баҫып барғандай тойолдо.

— Һин мамыҡҡа баҫып барманың, Ильясым, ә минең... устарыма. Йәнкиҫәгемдең аяҡтарын өшөтмәйем тип баҫҡан урыныңа үҙемдең устарымды ҡуйып барҙым...

— Рәхмәт һиңә, әсәкәйем. Һине шул тиклем яратам. Килеп ал инде беҙҙе, зинһар...

— Булмай шул, ғәзизем! Әммә мин һәр саҡ һеҙҙең менән. Хәлемдән килгәнсе ҡурсаларға тырышырмын. Тик бер үк яуыз эшкә юл бирмәгеҙ, йәме. Һеҙҙең өсөн аҙаҡ миңә ҡыҙарырға тура килмәһен. Ярай, хуш, балаҡайым. Онотма — мин һәр саҡ янығыҙҙа...

Бәй, мин төшөмдә генә әсәйем менән һөйләшкәнмен икән! Уянып киткәндә, медпунктта ята инем. Медсестра Сәйҙә апай ҙа, бер-ике тәрбиәсе лә, директор ҙа янымда баҫып тора ине.

— Оһо-һо, ҡалай ҡотто алдың, Ильяс! — тип йылмайып ебәрҙе Мәүлиҙә Нурғәлиевна. — Кем ҡушҡан ул Даянға шулай итеп ҡыланырға! Бына күр ҙә тор — иманын уҡытырмын. Аяғың ауыртмаймы һинең?

Битемә йылы күҙ йәштәре тәгәрәне. Балалар йорто етәксеһенең һорауына яуап та бирге килмәй.

— Борсолорға урын юҡ, — ти шәфҡәт туташы. — Әгәр ҙә саҡ ҡына оҙағыраҡ урамда торһа — эштәр хөрт булыр ине. Әле беҙ спирт менән ыуҙыҡ. Йылыта торған мазен да һөрттөм...

Был һүҙҙәр директорҙы тынысландырҙы шикелле. Бәлки, үҙенең ниндәйҙер кимәлдә ғәйебен дә танығандыр.

— Ильяс, теләйһеңме һиңә яңы ботинка алабыҙ? Ошо көндәрҙә Өфөгә юл төшөргә тора — әйҙә баш ҡаланы күрһәтеп алып ҡайтам...

Мәүлиҙә апай башымдан һыйпарға ынтылды. Әммә ул ҡулдар миңә шул тиклем ят ине. Әгәр әсәйем ошоно күрһә, нимә тип әйтәсәк. Директорҙың ҡулы ҡағылыуын теләмәүемде белдереп, башымды ситкә борҙом. Уларҙың яңы кейеме лә, ҡалаһы ла миңә кәрәкмәй.

Ошо ваҡытта берәүҙе лә үҙемдең алдымда күрергә теләмәнем, сөнки шул тиклем һыҙлана инем. Юҡ, тешем дә, аяғым да түгел... Күңелем һыҙлай ине. Ә бит уны теш кеүек һурып ташлап ҡына ҡотолоп булмай. Күңел һыҙлай, күңел! Донъяла шунан да ауырыраҡ нәмә бармы икән!?

Дауамы бар.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас