Яралы мөхәббәт
Повесть
Фәнил ӘСӘНОВ
VIII
Мөхәббәтте табыуға ҡарағанда юғалтыуы еңелерәк. Тик, ниңәлер, кешеләр ошо ябай ғына дөрөҫлөктө бик һуңлап аңлайҙар.
Рәмилдең, ҡатыны менән боҙолошоп, гастролгә сығып китеүенә бөгөн бер ай. Ул Гөлсинәгә шул ваҡыт эсендә ун хат яҙҙы, әммә яуап алғаны юҡ. Гөлсинә уны ғәфү итергә теләмәй. Эйе, бөтәһе лә көтмәгәнсә насар килеп сыҡты. Ул Гөлсинәгә ҡарата ҙур әшәкелек эшләне. “Тик ни эшләргә һуң хәҙер? Нисек төҙәтергә был хатаны? Нисек аҡланырға?” — Рәмилде туҡтауһыҙ шундай һорауҙар борсой, ләкин ул уларға яуап таба алмай. Ул үҙен үҙе ҡайҙа ҡуйырға белмәй.
Ах, Гөлсинә, Гөлсинә!..
Ғаиләләге элекке татыулыҡты ҡайтарыу, һинең яғымлы ҡараштарың аҫтында яңынан элеккесә иркәләнеү өсөн ниҙәр генә бирмәҫ ине Рәмил бөгөн, нимәләр генә эшләмәҫ ине!
Үҙенең хәле ни ҡәҙәр аяныслы, Гөлсинәнән башҡа тормоштоң ни тиклем буш, күңелһеҙ булыуын Рәмил ҡатыны менән боҙолошҡас ҡына аңланы. Уның шатлығы ла, ҡайғыһы ла, йәшәүенең бөтә мәғәнәһе лә Гөлсинә булған икән. Быға тиклем Рәмилде сәхнәлә лә, тормошта ла мөхәббәте ҡанатландырып йөрөткән икән. Гөлсинә менән айырылышҡандан һуң, егеттең бөтә тормошо кирегә китте. Кисә, яңы спектаклде тикшергәндә, режиссер тағы Рәмил менән Сө йөмбикә исемен телгә алды. Уларҙы ролдәрен һүлпән башҡарыуҙа, йәштәргә хас темперамент етмәүҙә, сәхнәлә геройҙарҙың оло мөхәббәтен сағылдырырлыҡ саралар таба белмәүҙә ғәйепләне. Етмәһә, Гөлйөҙөм апай ҙа, режиссерҙың һүҙҙәрен ҡеүәтләп:
— Юҡ, йәштәр ролен Гөлсинә кеүек оҫта уйнаусы юҡ беҙҙә хәҙер. Төп ролде Гөлсинә башҡарғанда, тамашасылар ғына түгел, егерме биш йыл буйына сәхнәнән төшмәгән артист башым менән мин дә һоҡланып, рәхәтләнеп, хатта көнләшеп ҡарап ултыра торғайным. Үҙенә генә хас бер оҫталыҡ, кешеләрҙең күңелдәренә үтеп керә белеү оҫталығы бар ул балала. Уйнауы менән генә лә түгел, яғымлы ҡараштары, килешле хәрәкәттәре, йомшаҡ тауышы менән дә сихырлай ул тамашасыны. Ябай ғына репликаларҙы ла шундай ышандырыу көсө менән әйтә белә, хатта үҙеңдең театрҙа ултырыуыңды ла онотоп ебәрәһең! Ә башҡа йәштәргә нәҡ бына шул ышандырыу көсө етешмәй, — тип Рәмилдең былай ҙа янып күмерләнгән йөрәгенә тағы ялҡын өҫтәп ҡуйҙы.
Һуңғы көндәрҙә гел генә эсе бошоп, төшөнкөлөккә бирелеп, эшкә дәрте һүнеп йөрөгән Рәмилгә режиссерҙың иҫкәрмәләре лә, Гөлйөҙөм апайҙың тәнҡите лә ярҙам итә алманы. Рәмил бөгөн тағы үҙ ролен бик һүлпән башҡарҙы. Бигерәк тә Сөйөмбикә менән ул мөхәббәт тураһында аңлашҡан сәхнә яһалма килеп сыҡты, һөҙөмтәлә постановка көндәгенән дә йомшағыраҡ тамамланды. Спектакль бөткәс, рәтләп ҡул сабыусы, артистарҙы яңынан сәхнәгә саҡырыусы ла булманы.
Постановканың шулай һүлпән килеп сығыуы өсөн бары үҙен генә ғәйепле һанаған Рәмил, пәрҙә ябылғас, битендәге гримдарын да юйып торманы, өҫтөнә ашыҡ-бошоҡ үҙ кейемдәрен эләктереп, башҡа артистар кейенгеләгәнсе, клубтан сығып шылды. Кешеләр менән осрашҡыһы ла, һөйләшкеһе лә килмәй ине уның. Фатирына ҡайтманы, ҡараңғы бысраҡ урам буйлап ауыл ситендә шаулап аҡҡан йылғаға табан атланы. Күпер башына баҫып, бик оҙаҡ йылғаның ҡарасҡыл һыуы өҫтөнән күренер-күренмәҫ кенә булып шыуышҡан күкһел боҙ киҫәктәренә ҡарап, уйҙарға сумып торҙо. Ул, тормош йомғағын һүтеп, үҙен шундай күңелһеҙлеккә килтергән хәлдәрҙең сәбәбен эҙләй, ләкин таба алмай аҙаплана ине. Был сәбәпте ситтән түгел, үҙенән, үҙенең характерындағы ҡаршылыҡтарҙан эҙләргә кә рәклеген белмәй ине Рәмил.
Уның бала сағы, үҫмер йылдары етеш тормошло ғаиләлә үтте. Әсәһе һатыусы, атаһы колхоз рәйесе булып эшләй ине. Хәстәрлекле ата менән нескә күңелле әсә берҙән-бер улдары өсөн йәндәрен дә ҡыҙғанманылар, уның бөтә теләктәрен үтәргә әҙер торалар ине. Улар улдарына беренсе класҡа уҡырға барған йылды тальян, унан хромка, күп тә үтмәй, баян алып бирҙеләр, Рәмил, иркәрәк булһа ла, һәләтле, отҡор малай ине. Артыҡ көс ҡуйып уҡымаһа ла, дәрестәренән артта ҡалманы. Атаһының Рәмилде иркәләп, улы менән йыуанып торорға ваҡыты етмәй ине. Тик әсәһе берҙән-берен бәләкәйерәк сағында өрмәгән ергә ултыртманы, үҫә төшкәс, бер нәмәгә мохтаж итмәҫкә тырышты. Яңы мода менән тегелгән иң ҡиммәтле ҡара костюмды ауыл малайҙары араһында беренсе булып Рәмил кейеп сыҡты. Улдары етенсене тамамлағас, әсәһе атаһын көйләп-яйлап мотоцикл алдырҙы. Улай ғына ла түгел, кистәрен урамда мөхәббәт йырҙарын йырлап йөрөгән ауыл егеттәре араһына ла рәйес малайы, баянын күтәреп, бик йәшләй ҡушылып китте. Ул урта мәктәптең һуңғы кластарында уҡыған йылдарҙа инде клубта комсомолдар ойошторған кисәләр, төрлө тамашалар береһе лә унан башҡа үтмәй, Рәмил ҡыҙыҡлы тамашаларҙың барыһының да уртаһында була, уларҙы үҙе теләгәнсә, үҙенә оҡшағанса ойоштора торғайны. Билдәле инде, малай сағынан уҡ кепкаһын ҡырын һалып, ауыл егеттәре араһына ҡыҫылып киткән Рәмил Гөлсинә менән осрашҡанға ҡәҙәр ҙә ҡыҙҙар күрмәгән, ҡыҙҙар ҡосмаған егет түгел ине. Училищеға уҡырға килгәнсе үк әле, ауылдың иң һылыу ҡыҙҙарын клубтан Рәмил оҙатып ҡуя, киноға, театрға Рәмил алып керә. Ауыл ҡыҙҙары рәйес малайының мотоциклына ултырып һабан туйына барыу йәки һыу буйында сибәр егеттең гармун моңон бер тыңлау өсөн генә лә бөтәһен дә бирергә әҙер торалар ине.
Гөлсинәгә ҡәҙәр күңел һалып, яратып ҡына йөрөгән ҡыҙы булманы Рәмилдең. Ул үҙенә тиң ҡыҙҙы ҡайҙалыр алыҫта, ҡалала йәшәй тип, уны әкиәт һылыуы кеүек тиңһеҙ гүзәл итеп күҙ алдына килтерә; ауыл ҡыҙҙарына түбәнһетеп ҡарай, үҙен һәр яҡлап уларҙан өҫтөнөрәк һанай; йәш ҡыҙҙарҙы үҙенә ҡаратыуҙан, уларҙың үҙе артынан янып-көйөп йөрөүҙәренән, йыйып ҡына әйткәндә, ғишыҡ уйыны уйнауҙан үҙенә ҡыҙыҡ таба торғайны.
Рәмилдең ошо уҫал шаярыуҙарына ышанып, ун һигеҙгә етмәҫ борон йәшлектәре менән хушлашыусылар, ул ауылдан сығып киткәндә: “Шулай уҡ мәңгегә ташлап китерһеңме икән ни?” — тип йәшертен генә мендәргә ҡапланып илап ҡалыусылар ҙа булманы түгел.
***
Йылдар үтеү менән, ошо йәшлек шаярыуҙары уның ғәҙәтенә әйләнеп китте. Рәмил бик оҙаҡ, йәйге болонда ҡайһы сәскәгә ҡунырға белмәйенсә һайланып йөрөгән күбәләк төҫлө, үҙенең мөхәббәтен, күңеле тартҡан кешеһен таба алмайынса ғазапланды.
Уның хыялында йөрөгән әкиәт ҡыҙы, мөхәббәт фәрештәһе һис тә әллә ҡайҙа түгел, үҙенең янында ғына булған, дүрт йыл буйына уның менән бер бүлмәлә ултырып, егеттең ҡайҙа баҫҡанына ҡәҙәр күреп, тын алышына ҡәҙәр һиҙеп йөрөгән икән. Эйе, күңел күҙе күрмәһә, маңлай күҙе күрмәй тигәндәре шул булғандыр инде, күрәһең.
Хәйер, Гөлсинәгә Рәмил элек бер ҙә күҙ һалманы тиһәк тә, дөрөҫ булмаҫ. Тәү осрашҡан кистә үк әле Гөлсинә Рәмилдең күңелен бер елкендереп ҡуйғайны ҡуйыуын, ләкин ул сағында Рәмил был ҡыҙҙың артыҡ оялсан, ҡырағай болан балаһы кеүек ҡурҡаҡ булыуын оҡшатып еткермәне. Тик ул күңеле менән йомшаҡлыҡта, йыуашлыҡта ғәйепләп йөрөгән ошо ҡыҙ көндәрҙән бер көндө, һис тә икеләнмәйенсә, бөтә егеттәр алдында үҙенең яңағына килтереп һуҡҡас ҡына, һауалы егет бик ныҡ яңылышҡанлығын, тәү ҡарашҡа ябай һәм йыуаш ҡына күренгән был ҡыҙҙың кәрәк саҡта саҡматаш кеүек ҡаты ла, ир-егеттәрсә уҫал да була белеүен аңланы. Уҡымаған һәйбәт китаптың яңы биттәрен асҡандай булды Рәмил.
Ошо мәжлестә булған күңелһеҙ ваҡиғанан һуң Гөлсинә менән яҡынданыраҡ танышыу, дуҫлашыу теләге уянды егеттә. Юҡ, ул сағында мөхәббәт түгел ине әле был. Егет күңелендә ҡыҙға ҡарата ниндәйҙер яҡынлыҡ тойғоларының яңы тыуа, бөрөләнә башлауы ғына ине. Шулай ҙа Рәмил Гөлсинәне уйламай, уны күрмәй булдыра алмай ине инде хәҙер. Үҙенең мөхәббәтен фәрештәләргә тиңләп, әкиәт һылыуҙары араһынан эҙләгән егеттең күңеле түрендә Гөлсинәгә лә урын табылғайны.
***
Ике йәштең хыялында йөрөгән оло мөхәббәт аҙ ғына һуңыраҡ килде. Ергә йәшлек, уяныу, яңырыу килтереүсе май айы кеүек килде лә уларҙың бөтә тормошон биләп алды.
Быға уларҙың беренсе тапҡыр сәхнәгә сығыуҙары сәбәп булды. Училище студенттары өсөнсө курсты тамамлағас, постановка әҙерләп, йәйге каникул осоронда ауылдарға сығырға булдылар. Уҡытыусы Йомабаев ағайҙары студенттарға ауылдарға алып сығыу өсөн Мирхәйҙәр Фәйзиҙең “Ғәлиәбаныу” драмаһын әҙерләргә кәңәш бирҙе, режиссерлыҡты үҙ өҫтөнә алды.
Рәмил режиссерҙың Хәлил ролен үҙенә бирәсәгенә шикләнмәй ине, сөнки ул гармунсы булараҡ та, тауышы һәм буй-һыны менән дә үҙенең ҡойоп ҡуйған Хәлил икәнен, төркөмдә был ролгә үҙенән дә яраҡлыраҡ, өҫтөнөрәк башҡа кеше юҡлығын белә ине. Ул яңылышманы, Хәлил ролен уға бирҙеләр. Әммә бына постановкалағы иң үҙәк ролде, Ғәлиәбаныуҙы, Йомабаев ағайҙары Гөлсинәгә тәҡдим итер тип уйына ла индермәгәйне Рәмил, сөнки ҡатмарлы, ҙур оҫталыҡ талап иткән был ролдә, ни өсөндөр, Стэлла кеүек саяраҡ ҡыҙҙы күрәһе килә ине егеттең.
Ғәлиәбаныу ролен режиссер Гөлсинәгә тәҡдим иткәс, егет башта аптырабыраҡ ҡалды. Артыҡ ябай, оялсан, баҫалҡы тәбиғәтле Гөлсинә шундай ауыр ролде оҫта башҡарып сыға алмаҫ, тип шикләнде. Ләкин тәүге репетиция ваҡытында уҡ уның икеләнеүҙәре юҡҡа сыҡты.
Репетиция ваҡытында Гөлсинә үҙенең шаҡтай һәләтле ҡыҙ булыуын күрһәтте. Ә тәү тапҡыр сәхнәгә тамашасылар алдына сыҡҡас, Рәмил үҙе бығаса бик үк килештереп бөтөрмәгән Гөлсинә башҡарыуында яңы Ғәлиәбаныуҙы, бығаса бер ваҡытта ла осратмаған Ғәлиәбаныуҙы күреп, хайран ҡалды. Атаҡлы драматург, әйтерһең, был ролде бары Гөлсинә өсөн генә, уға атап ҡына яҙғайны.
Гөлсинәнең мөхәббәт йырҙарын үҙенә генә хас эске бер көс, тәрән моң менән башҡарыуы ла, үҙ-үҙен тотошо ла, бер аҙ уйсан, серле күҙ ҡараштары ла, сәхнәлә Рәмил-Хәлил менән серләшкәндә аҙ ғына һипкелле бит алмаларының алһыуланып-алһыуланып китеүе лә: “Ҡара, күр! Бына мин ниндәй! Мин һинең өсөн генә тыуғанмын!” — тип ҡысҡырып тора, үҙенә ҡол итә ине.
Юҡ, айлы тын кистә ауыл өйөндә, тәҙрәһен асып, Хәлилде түгел, ә сәхнәлә, бөтә тамашасылар алдында, үҙенең һөйгәне Рәмилде, уның менән яңынан осрашыу минуттарын көтә ине Гөлсинә, оло һөйөү һүҙҙәре менән тулы йөрәк йырҙарын, Ғәлиәбаныу булып, Хәлил өсөн түгел, ә үҙенең һабаҡташы Рәмил өсөн шулай өҙөлөп һуҙа ине ул.
“Нисек мин һинең бындай икәнеңде элегерәк күрмәнем, элегерәк белмәнем икән һуң, Гөлсинә, Гөлсинәм!” — тип уйланы Рәмил, шатланып. Ул түҙмәне, быға тиклем йәшәп килгән бөтә сәхнә ҡанундарын боҙоп, Гөлсинәне ҡыҫып ҡосаҡлап алды ла тамашасыларҙың күҙ алдында ирендәренән һурып үпте. Шул сағында ул үҙенең ҡосағындағы Гөлсинәнең ҡурҡаҡ болан балаһын хәтерләтеп, бөтә кәүҙәһе менән ҡалтыранып китеүен, уның бит алмалары ғына түгел, маңлай һәм эйәк остарына ҡәҙәр ҡыҙарыуын тойҙо. Образдағы Гөлсинә, Ғәлиәбаныу булып, уға үпкәле ҡараш ташлап алды, илаған булды. Биттәренең ут кеүек яныуын, үҙенең артыҡ ҡаушауын тамашасыларға һиҙҙермәҫкә тырышты. Тик сәхнә артына сыҡҡас ҡына серле күҙҙәрен мөлдөрәтеп Рәмилгә төбәлде лә, шаҡтай уңайһыҙланып:
— Ниңә улай иттең?! Сәхнәлә ысынлап үбешәләрме ни? — тине. Сәхнәнең ул мөйөшөндә пәрҙә артында кеше юҡ ине. Рәмил уның ҡулдарынан тотоп алды ла йөҙөнә бәреп сыҡҡан шатлығын йәшермәйенсә:
— Мин һине хәҙер бер кешегә лә бирмәйем, ишетәһеңме, бер кешегә лә! — тип бышылданы.
Гөлсинә яуап ҡайтарманы, ләкин ҡыҙҙың һуңғы сәхнәләрҙе тағы ла дәртләнеберәк уйнағанын күреп, егет уның да үҙенә тыныс ҡына ҡарай алмағанын аңланы.
Буласаҡ артистарҙың тамашасылар алдындағы беренсе сығыштары көтөлмәгәндә ҙур уңыш менән тамамланды. Сәхнә ябылғандан һуң да әле Рәмил менән Гөлсинәне тамашасылар көслө алҡыштар аҫтында ҡат-ҡат үҙҙәре алдына саҡырып сығарҙылар, икеһенә ҡосаҡ-ҡосаҡ тере сәскә бәйләмдәре бүләк иттеләр.
Театрҙан сыҡҡас, улар, көндәге кеүек, тура ғына дөйөм ятаҡҡа ҡайтманылар. Баҡсаға кереп, Матросов һәйкәле янындағы ҙур эскәмйәгә ултырҙылар. Урамда аяҡ тауыштары күптән тынғайны инде. Баҡса кешеләрҙән бушап ҡалған. Яңы ғына күҙҙәрен йомған нәфис сәскәләр өҫтөнә бағана башындағы лампочкаларҙан нурҙар ҡойола, һәйкәл тирәләй ултыртылған гөл түтәлдәренән тирә-яҡҡа хуш еҫ бөркөлөп тора.
Быға ҡәҙәр ҡыҙҙарға теләгән бер һүҙҙе һис тартынмайынса әйтә ала торған, йәштәр араһында ҡыйыу егет тип даны сыҡҡан Рәмил, Гөлсинә менән икәүҙән-икәү генә баҡсаға кереп ултырғас, ҡаушап ҡалды. Хатта башҡа ваҡыттарҙа тәү күргән ҡыҙҙарға әйтә торған шаблон һүҙҙәр ҙә теленә килмәй йөҙәттеләр. Дөрөҫөрәге, ул көндө Рәмил Гөлсинәгә ундай һүҙҙәрҙе әйтә алманы. Оҡшамаған нәмә әйтермен дә Гөлсинәне үпкәләтермен, үҙемдән ситләтермен, тип ҡурҡты. Шулай бик оҙаҡ күңелендәген теленә күсерә алмайынса, ҡулындағы папиросын бармаҡ остары менән ыуғылап ултырғандан һуң, һүҙһеҙ тормаҫ өсөн генә:
— Егет булғас, Матросов кеүек, исемең бөтә илгә таралһа ине ул, — тигән булды.
— Батыр булһаң, таралыр, — тип яуап ҡайтарҙы Гөлсинә, серле генә итеп. Улар тағы тынып ҡалдылар, һүҙ ялғанманы. Ләкин егетмен тигән кеше төн буйына ауыҙын сөйгә элеп, бер туҡтауһыҙ төтөн эсеп кенә ултыра аламы ни? Егет егетлеген итергә тейештер инде ул ундай саҡта. Рәмил дә артыҡ түҙеп ултыра алманы, үҙендәге бөтә батырлығын йыйып:
— Гөлсинә, бынан һуң беҙ бер ҙә, һис ҡасан да айырылышмайыҡ, — тип бышылданы. Тегеһе урынынан тороп уның алдына баҫты:
— Айыу һин, һуҡыр айыу! Был һүҙҙәреңде өс йыл буйы көттөм бит мин, өҙөлөп көттөм, — тип кинәт кенә Рәмилдең битенән үбеп алды ла баҡсанан сығып йүгерҙе.
Рәмил уның артынан:
— Гөлсинә! Гөлсинә, тим, туҡта әле! — тип йүгереп ҡараһа ла, ҡыҙ туҡталманы, артына ла әйләнеп ҡараманы. Хәйер, мөхәббәт хистәренә иҫергән егет кешене бәхетле итеү өсөн уның ошо һүҙҙәре лә бик еткәйне инде.
***
Бынан һуң уларҙың аралары көндән-көн яҡыная барҙы. Рәмил Гөлсинә менән аҙ ғына күрешмәйенсә, һөйләшмәйенсә торһа ла юҡһына башланы, Гөлсинә юҡта уға нимәлер етмәй, нимәлер күңелен тырнап тора ине кеүек; улар дәрестән һуң бергәләп баҡсаларға, театрҙарға йөрөнөләр, ял көндәрендә Дим буйына сыҡтылар. Йылға буйына Рәмил гел генә ҡармағын алып бара, ә Гөлсинә ул тотҡан балыҡ тарҙан тәмле итеп балыҡ һурпаһы бешерә ине. Балыҡ һурпаһы бешкәс, иптәштәрен саҡырып алалар, йәшел сиҙәмгә гәзит йәйеп, маҡтай-маҡтай һурпа эсергә керешәләр. Баш лана шунан шау-шыу, китә уйын-көлкө. Ул да булмай аранан берәүһе гитара ҡылдарын сиртеп ебәрә, ҡыҙҙарҙың ҡыйыуырағы йыр башлай. Унан береһенән-береһе уҙҙырып тотоналар бейергә...
Эйе, бар ине замандар, һөйөшөп туймаҫ саҡтар бар ине...
Күпер башында елгә ҡаршы баҫып торған Рәмил ауыр итеп көрһөнөп ҡуйҙы. Кеҫәһенән папирос алып ҡабыҙҙы. Шул ваҡыт, уның уйҙарын бүлеп, күпер бағанаһына зыңғылдатып боҙ киҫәге килеп бәрелде һәм, сатырлап ваҡ киҫәктәргә ярылғас, алдағы бағаналарға ҡағыла-һуғыла, дөбөрләп күпер аҫтына кереп китте, ә күперҙең икенсе яғына боҙ киҫәге урынына, һыу өҫтөн сыбарлап, ваҡ ҡыйпылсыҡтар ғына ағып сыҡты.
Рәмил үҙенең әлеге хәлен бағаналарға бәрелеп селпәрәмә килгән ошо боҙ киҫәгенә оҡшатты. Был боҙ киҫәге лә, ҙур боҙҙарға эйәреп, йыраҡ юлға сыҡҡан булғандыр, дауыллы диңгеҙҙәргә етәм тип ашҡынғандыр. Ошо күпер бағанаһына осрамаһа, бәлки, шаҡтай алыҫ та китә алған булыр ине ул, ләкин бағана уның юлына арҡыры төштө, уны селпәрәмә килтерҙе.
Их, тормошта юлға арҡыры төшкән бағаналар, төрлө кәртәләр булмаһа икән, ниндәй күңелле булыр ине был тормош!
Хәйер, ниңә хәҙер ниндәйҙер сәбәптәр эҙләп маташырға? Рәмил бөтәһенә лә үҙе ғәйепле, үҙе! Уны бер кеше лә көсләп юлдан яҙҙырманы, ул, күрә тороп, үҙе барып абынды... Ә бит тормош юлдары, ысынлап та, матур башланып киткән ине уларҙың.
Спектакль ҡуйырға ауылдарға сыҡҡанда, яйын табып, ул Гөлсинәне лә үҙҙәренә ҡунаҡҡа алып ҡайтты. Буласаҡ кәләше менән ата-әсәһен дә таныштырҙы. Уларға уҡыуҙы тамамлау менән ошо ҡыҙға өйләнергә уйлауын әйтте, рөхсәт биреүҙәрен һораны. Сәхнәлә уйнағанда, бөтә ауыл халҡын иларға мәжбүр иткән, күрер күҙгә сибәр генә, баҫалҡы ғына тойолған был ҡыҙҙың үҙҙәренә килен булып төшәсәген белгәс, егеттең ата-әсәһе лә шатланып бөтә алманы. “Берҙән-бер улыбыҙҙың теләгенә ҡаршы килеп торабыҙмы һуң беҙ”, — тип үҙҙәренең фатихаларын биреп ебәрҙеләр улар.
Ысын мөхәббәт кешегә көс, дәрт өҫтәп, тормош күген яҡтыртып, кешене яңынан-яңы ҙур эштәргә елкендереп тора ул. Һөйгән ҡыҙының яғымлы күҙ ҡараштарынан, иркәләүҙәренән иҫергән Рәмил дә һуңғы курстың үтеп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Улар диплом алғандың икенсе көнөндә загсҡа керҙеләр һәм бер нисә көндән, ҡулдарына кескенә сумаҙандарын тотоп, киләсәккә ҡарап юлға сыҡтылар.
Кисә генә уҡыуҙарын тамамлаған йәш артистарҙың сумаҙандарында алмаш кейемдән башҡа әйберҙәре, кеҫәләрендә бер тин аҡсалары булмаһа ла, хыялдары, яҡты өмөттәре баштан ашҡайны. Хәҙергә уларға ошо “багаждары” ла бик еткән, улар шуның менән дә бик бәхетле ине. Сөнки үҙҙәрен алда башланмаған ҙур тормош юлы, матур киләсәк көтөүен беләләр, ошо киләсәккә табан ярһып ашҡыналар ине.
Белемле, йәш артистарҙы ҡаланың күсмә театрында шатланып ҡаршы алдылар. Барыу менән үк, яңы әҙерләнә башлаған пьесанан икеһенә лә роль бүлделәр, ике ай эшләгәс, ике бүлмәле фатир бирҙеләр.
Ауылдарҙа гастролдә йөрөп алған тәүге аҡсаларына, бик үк ҡиммәтленән булмаһа ла, йыйнаҡ ҡына, матур ғына өй йыһаздары алып ебәрҙеләр. Яңы донъя көтә башлаған саҡтарында ата-әсәләре, туғандары ла ярҙам иткеләп торҙо. Береһе киленгә мамыҡ шәл бәйләп алып килһә, икенсеһе быйма баҫтырып бирҙе, өсөнсөһө бәпес бүләктәре килтерҙе.
И-и, бәпес тигәндән, малайы тыуғанын ишеткәс, шатланғайны ла һуң Рәмил, алтын тапҡан ҡарт кеүек ҡайҙа баҫырға, кемдән һөйөнсө алырға белмәйенсә, түбәһе күккә тейерҙәй булып йөрөгәйне.
Ул сағында ла Рәмил үҙе театр менән ауылдарҙа гастролдә йөрөй ине. Ҡаланан: “Улың тыуҙы. Дүрт килограмм”, — тигән телеграмманы алғас, ул иң башта администратор бүлмәһенә атылып барып керҙе. Унда кешеләр ҙә бар ине, шикелле. Тик шатлыҡтан күҙе дүрт булған йәш атай уларҙы әллә бөтөнләй күрмәне, әллә күреп тә беренсе ҙур һөйөнөсөн йәшерә алманы, тупһанан уҡ:
— Улым бар! Дүрт кило! — тип ҡысҡырып ебәрҙе. Унан, үҙ тауышынан үҙе уңайһыҙланып, әкрен генә: — Ағай, мине бер генә көнгә булһа ла ҡалаға ҡайтарығыҙ әле. Хәлдәрен белергә, — тип өҫтәне.
Кешеләр тормошонда бындай шатлыҡлы минуттар гел генә булып тормай. Хужалары Рәмилдең теләгенә ҡаршы килмәне, ике көнгә Гөлсинә янына ҡайтып килергә рөхсәт итте.
— Гөлсинәне беҙҙең исемдән дә ҡотла, тиҙерәк терелеп сығыуын теләйбеҙ, — тине.
Рәмил администратор янынан сыҡҡансы уҡ, уның улы тыуыуы тураһындағы хәбәр гостиницалағы артистар араһына таралып өлгөргәйне инде. Ул кейенеп юлға сығырға ғына әҙерләнеп тора ине, ҡосаҡ-ҡосаҡ сәскәләр күтәреп, ҡатын-ҡыҙҙар килеп керҙе.
— Ҡотлайбыҙ!
— Тәбрик итәбеҙ!
— Гөлсинә менән улыңа һаулыҡ теләйбеҙ! — тип шаулаша-гөрләшә, өҫтәлде тере сәскә бәйләмдәре менән күмеп ташланылар. Ундай саҡта ҡатын-ҡыҙҙар ир-атҡа ҡарағанда ла телсәнерәк була бит ул.
— Гөлсинәне беҙҙең өсөн дә үп!
— Беҙҙең өсөн дә иркәлә!
— Молодец! — кеүек һүҙҙәре менән былай ҙа шатлыҡтан башы буталыбыраҡ ҡалған, иптәштәре алдында үҙен нисек тоторға белмәйенсә торған йәш атаны оялтып бөтөрҙөләр.
Ул да булманы, кеҫәләренә “ярты”ларын һалып, ҡултыҡ аҫтарына колбаса, консерва кеүек нәмәләрен ҡыҫтырып, егеттәр килеп керҙе. Рәмил ни булһа ла уйларға өлгөргәнсе, ҡыҙҙар гостиницалағы бөтә һауыт-һабаны йыйып, өҫтәл әҙерләп ебәрҙеләр. Китте шау-шыу, китте тамаша. Беренсе стакандарҙы Рәмилдең тыуғанда уҡ ун ҡаҙаҡлы батыр булып тыуған улы хөрмәтенә күтәреүгә, “батыр” малайҙары булған атай менән әсәй иҫәнлегенә икенсе стакандар бушатылды. Эсмәҫ борон уҡ шатлығына иҫергән йәш атай, аҙ ғына ҡыҙып алғас, үҙе лә сумка тотоп магазинға сығып йүгерҙе...
Ул көндө, малайы тыуған шатлыҡтан иптәштәре менән күңел асып ултыра торғас, Рәмил һуңғы автобусҡа саҡ сығып өлгөрҙө. Ул сәскәләрен, күстәнәстәрен күтәреп бала тыуҙырыу йортона атылып барып ингәндә, ҡалала ут алғандар ине инде. Ауырыуҙар менән һөйләшеү, әйберҙәр индереү ваҡыты күптән сыҡҡан булһа ла, Рәмилдең алыҫ ауылдан хәл белергә генә ҡайтыуын ишеткәс, дежурҙағы мөләйем йөҙлө апай Гөлсинәгә ире алып килгән әйберҙәрҙе керетеп биреүҙән баш тартманы.
Гөлсинә палатанан сығарған хатын: “Әттә, беҙҙең янға тәүге көндө үк әҙерәк эсеп килгәнһең, ахырыһы. Мин беләм бит һине, элек хәрефтәреңде улай ҡыйыш-мыйыш яҙмай торғайның. Беҙҙең икебеҙҙең дә хәлебеҙ һәйбәт. Әсәкәйем көлә, ә мин аяҡтарымды һелкетеп, ҡысҡырып ятам. Беҙҙе онотма, биш көндән алырға кил! Артист апайҙарға һәм ағайҙарға беҙҙән сәләм әйт. Үҫкәс, мин дә артист булам!” — тип улы исеменән яҙып сығарғайны.
Рәмил: “Ҡара һин уны, шайтан малай, ҡысҡырып ята тиң, ә!” — тип һөйләнә-һөйләнә, йырылған ауыҙын йыя алмайынса, Гөлсинәнән алған яҙыуҙы усына йомарлап, урамға сыҡты ла, юлда осраған бөтөнләй таныш булмаған кешеләр менән дә иҫәнләшеп: “Минең малай тыуған, дүрт кило!” — тип һөйөнсө ала-ала, ҡаланың үҙәгенә, почтаға табан атланы.
Ул сағында үҙендә әллә ниндәй иҫ киткес бер еңеллек тойҙо Рәмил. Урамдан ул үҙе атлап бармайҙыр, ә уның аяҡ аҫтындағы ер үҙе уға табан шыуышып киләлер кеүек хис итте. Ул кисте һөйөнөсөнән иҫергән йәш атаға тәҙрәләрҙәге, бағана баштарындағы уттар башҡа көндәрҙәгенән яҡтыраҡ яналар төҫлө, бер-береһенә шырпы ҡаптары һымаҡ оҡшашҡан йорттар ҙа йыйнаҡланып, матурланып киткән төҫлө тойолдо. Етмәһә, ҡала үҙе лә бары тик шат, мөләйем, таныш йөҙлө, асыҡ күңелле кешеләр менән тулған ине булһа кәрәк. Барыһы ла Рәмилгә ҡарап йылмайып үттеләр.
Рәмил, почтаға кереп, ата-әсәләренә, туған-тыумасаларына: “Улыбыҙ бар, дүрт кило грамм”, — тип телеграммалар ебәрҙе лә өйгә ҡайтты. Башҡа ваҡыттарҙа, өйҙә яңғыҙы ғына ҡалды иһә, эсе боша, үҙ-үҙенә урын таба алмай торғайны ул, ләкин был төндө бер үҙе лә яңғыҙлыҡты һиҙмәне. Таң атҡансы Гөлсинә, улы тураһында, киләсәк тураһында уйлап ятты. Гөлсинә йыйыштырып киткән өйөнөң йыйнаҡлығына, ҡатыны яһаған мендәрҙәрҙең йомшаҡлығына, бүл мә эсендә уның ҡулы тейгән һәр нәмәнең үҙенә сикһеҙ яҡын булыуына һоҡланып туя алманы.
Икенсе көндө иртән, бәпес бүләктәре күтәреп, шатлыҡтан ах-вах итеп, Гөлсинәнең әсәһе, уның артынан уҡ төйөнсөктәрен саҡ күтәреп, Рәмилдең әсәһе килеп керҙе. Улар менән Рәмил тағы дауаханаға барҙы, тәҙрә аша ғына булһа ла, Гөлсинә уларға улын да күрһәтеп алды. Ауырып тороуына ҡарамаҫтан, кәйефе һәйбәт ине, әсә булыу шатлығы ағарып ҡалған йөҙөнә үк бәреп сыҡҡайны.
Улын күреп, ҡаланан кире иптәштәре янына килгән көндө әллә шатлығы артыҡ ҙур булғанға, әллә юлдан талсығып килгәнгә, Рәмил, иҫен йыя алмаған кеше төҫлө, ҡаңғырыбыраҡ ҡалғайны. Ул кисен сәхнәгә лә бик тарҡау фекерле килеш сыҡты, үҙенә ҡалһа, уйнауының да рәте-сираты булманы, шикелле. Спектаклдән һуң иң оло, иң тәжрибәле артистарҙың береһе Гөлйөҙөм апай килеп: “Бөгөн һин сәхнәлә бөтәбеҙҙе лә һоҡландырҙың. Быға саҡлы бер ваҡытта ла былай оҫта уйнағаның юҡ ине”, — тип ҡулын ҡыҫҡас, Рәмил ышанмайынсараҡ торҙо. Тик Гөлйөҙөм апайҙың һүҙҙәре дөрөҫ ине, атай булыу ваҡиғаһы уны бөтөнләй үҙгәртеп, илһамландырып ебәргәйне. Быны башҡа артистар ҙа һиҙмәй ҡалманылар, хатта артистарҙың уйнауы менән ғүмергә ҡәнәғәтләнә белмәгән, туҡтауһыҙ “тегеләйерәк тә былайыраҡ уйнағыҙ” кеүек күрһәтмәләре менән йәштәрҙең тәҡәтен ҡоротоп бөтөргән талапсан режиссер ҙа ул кисте, нисектер, йомшарып китеп: “Һәйбәт уйнаның. Яңы постановкала төп ролгә һине егергә тура килер”, — тигән йылы һүҙҙәрен ысҡындырып ташланы.
***
Рәмилдең атаһы үҙ-ара һөйләшкән саҡта йыш ҡына: “Ғаилә — кеше тормошоноң көҙгөһө ул. Ғаиләһендә һәйбәт булған кеше менән бергә эшләүе лә, йәшәүе лә еңелерәк” , — ти торғайны. Рәмилдең элегерәк был турала уйланып ҡарағаны ла юҡ ине. Ни тиклем хаҡлы булған икән уның атаһы. Ҡатыны менән аралары боҙолған көндән башлап Рәмилдең бөтә тормошо кирегә китте лә ҡуйҙы. Бынан ары гел генә шулай маҡсатһыҙ, күңелһеҙ, бөгөнгө кеүек шыҡһыҙ булырмы икән ни был тормош тигәнең? Был күңелһеҙлектән сығыу юлы бөтөнләй үк өҙөлдөмө икән ни һуң хәҙер?
Юҡ, юҡ, башҡаса былай мөмкин түгел, былай ярамай! Ул Гөлсинә менән килешергә, ғаиләһенә яңынан ҡайтырға тейеш. Шунһыҙ булмай, шунһыҙ йәшәү мөмкин түгел! Тик нисек килешергә, ҡатыны алдында нисек аҡланырға? Әйтһендәр ине, өйрәтһендәр ине Рәмилгә был бәхетһеҙлектән сығыу юлын.
Рәмил, ауыр һулап, ҡулындағы папиросын күпер рәшәткәһенә бармаҡтары менән баҫып иҙҙе лә кеҫәһенән яңыһын алып ҡабыҙҙы. Башын күтәреп, тирә-яғына күҙ һалды. Тирә-йүнде шомло ҡараңғылыҡ ҡаплап алған. Оло юл буйына теҙелгән телеграф бағаналары йәмһеҙ тауыш менән олойҙар. Ауыл уртаһындағы йорттарҙың береһендә ҡарлыҡҡан тауышлы эт шыңшый. Күпергә табан тоноҡ ҡына утлы бер нәмә шыуыша. Бынан уның нәмә икәнен айырып булмай, тракторға ла, мотоциклға ла, йөк машинаһына ла оҡшаған. Нимә икән? Ҡараңғы төн уртаһында кем юлға сыҡты икән?
Рәмил, ҡыҙыҡһынып, оло юлдан үҙенә яҡынлашып килгән утты күҙәтә башланы. Ул яҡынайған һайын, тирә-яҡҡа яҡтылыҡ сәсеп килгән был һуңғы юлсы уның иғтибарын үҙенә нығыраҡ тартты. Күңелендә ниндәйҙер өмөт сатҡылары ҡабынғандай булды. Бына тиҙҙән ошо серле машина, күҙҙе сағылдырып, күпер төбөнә килеп туҡтар ҙа Рәмилдең бөтә яңылышлыҡтарын, ҡайғылы, үкенесле ауыр минуттарын тейәп, ҡараңғылыҡ эсенә кереп юғалыр. Егеткә еңел, рәхәт булып ҡалыр, һыуға батып барған кеше һаламға йәбешә, тиҙәр бит. Рәмилдең күңеленән шундай уйҙар үтте. Ул машинаның күпергә яҡынайыуын түҙемһеҙлек менән көтә башланы.
Ысындан да, ҙур йөк машинаһы, нәҡ Рәмил уйлағанса, тәгәрмәстәрен шыжлатып, күпер төбөнә килеп туҡталды. Кабинанан таҙа кәүҙәле, ҡыҫҡа тунлы кеше килеп сыҡты ла, күпер төбөндә баҫып торған Рәмилгә шикле бер ҡараш ташлап алғас, ҡалын, көр тауыш менән:
— Күперҙең рәте бармы? — тип һораны.
— Күпер ныҡ, — тип яуап ҡайтарҙы Рәмил, юлсыға үҙе кеүек үк һынау менән ҡарап. — Ташҡынға ғына бирешерлек түгел был күпер.
— Улайһа, хуп. Яңынан ҡуҙғалдыҡ. — Ағай, кире боролоп, кабина ишегенә үрелгәс, серле генә тауыш менән һорап ҡуйҙы: — Ә һин, ҡустым, нимә, күпер һаҡлайһың, тиһәм?..
— Юҡ, машина көтәм, — тине Рәмил. Уның башына кинәт кенә шул машинаға ултырып ҡалаға барып килһәм инде тигән уй төшкәйне.
— Ҡайҙа былай бик һуңлап?
— Ҡалаға.
— Әйҙә, улайһа, ултыр, мин дә шунда. Бергә-бергә күңеллерәк тә булыр.
Рәмил: “Ни булһа ла булыр, ҡайтып, Гөлсинә менән тағы бер һәйбәт кенә һөйләшеп ҡарайым. Алыҫ ара түгел, иртәгә төшкә урап килеп етермен”, — тигән уй менән машинаға инеп ултырҙы.
— Тартырға бармы? — тине шофер, ҡуҙғалып киткәс. — Кеҫәгә ике пачка папирос һалып сыҡҡайным, бөттө. Иртәнән бирле юлда.
Рәмил уға папирос ҡабыҙып бирҙе.
— Ниңә һуң берәй ауылда туҡтап ял итмәнегеҙ?
— Юлдағы ял ялмы ни инде ул, туған? Бер күҙең йомолһа, икенсеһе машинала. Бала-саға берәр нәмәне бороп алып китмәһә, зыян итмәһә ярар ине, тип борсолоп ятаһың. Һуңлабыраҡ булһа ла, үҙ өйөңә ҡайтып, ял итеүгә ни етә.
— Уныһы шулай инде. Юл кешеһенең юлда булыуы яҡшы, тиҙәр.
— Әлбиттә. Бигерәк тә бындай юл өҙөгө саҡта. Бер ерҙә бүленеп ҡалһаң, ятырһың унан һыу ташып бөткәнде көтөп. Хутың барҙа, елдереү яғын ҡара инде һин бындай ваҡытта! Шунан да яҡшыһы юҡ уның.
Шофер, көнө буйы яңғыҙ килеп, кемгә булһа ла һүҙ ҡушырға аптырап бөткән ине булһа кәрәк, бик ихласлап һөйләшә башланы. Ул папиросын йыш-йыш һурғылап тәҙрә аша ырғытты ла, Рәмилгә тағы бер күҙ һалып алғас:
— Ә һин үҙең кем булаһың? — тип һораны.
— Артист мин. Ауылда спектакль күрһәтеп йөрөйбөҙ.
— Улай икән. Юлға һуңлап ҡуҙғалғанһың. Берәй хәжәт сығыпмы?
— Эйе. Ҡатыным ауырып киткән. Шуның хәлен белеп килмәксе инем.
— Кәрәк, кәрәк, ундай саҡта ҡайтып хәлен белеү бик кәрәк, — тип йөпләп ҡуйҙы Рәмилдең һүҙҙәрен шофер. Бына минең үҙемдең дә юлға сығып киткәнгә байтаҡ бул ды. Ҡарсыҡ көтәлер, бала-сағалар һағынып бөткәндер, тип ашҡынып киләм. Бәләкәй ҡыҙ бар минең, бер йәшлек кенә. Шуны аҙ ғына күрмәй торһам да һағынып үлә яҙам. Ҡайтып күҙенә күренһәм, ҡулымдан төшмәй. ”Әттә” лә “әттә” тип, ут бөрсәһе кеүек, йәбешеп ята миңә...
Теле бер асылып алғас, шофер ағай ҡатынын да, үҫеп килгән ике малайы менән еткән ҡыҙын да маҡтап ташланы, һуғыш йылдарында машинаһына снаряд тейәп Европаны әйләнеп сығыуын, һуғыштан һуң да инде егерме йылдан артыҡ руль артында ултырыуын әйтеп: “Аллаға шөкөр, һуғыштан да иҫәп ҡалдым, алды-артты ҡарап ҡына йөрөгәс, унан һуң да бәлә-ҡазаға осраманым, — тип үҙе тураһында ла һөйләп алды. — Беҙҙең эштә ул, ҡустым, ҡарап ҡына йөрөмәһәң, абынып ҡуйыуың да оҙаҡ түгел. Аҙмы шоферҙар, алдын-артын ҡарап йөрөмәүҙәре арҡаһында, баштарын юя. Шоферға бәлә аяҡ аҫтынан сыға ул, әллә ҡайҙан сыҡмай”.
Рәмил, уны тыңламайынса, уйҙарға бирелеп килә ине. Ул, шоферҙың һуңғы һүҙҙәрен рәтләп аңламайынса:
— Абынған, тиһегеҙме? Кем абынған? — тип ҡайтарып һораны.
— Алдыңды-артыңды ҡарап йөрөмәһәң, абынып ҡуйыуың да мөмкин тинем шул. Һинең янға килеп еткәс, туҡтап, күперҙең ныҡлығын юҡҡа ғына төшөп ҡараны тип уйлайһыңмы ни? Бер яҙа баҫҡас, һуң була ул. Абынғансы ҡарап атларға кәрәк юлды.
— Эйе, эйе, — тип ризалығын белдерҙе Рәмил. Ә үҙе күңеленән: “Ни ҡәҙәр дөрөҫлөк бар был ағайҙың һүҙҙәрендә, — тип уйланы. — Ысындан да, юлда ғына түгел, тор мошта ла абына бит кеше. Юлда абынһаң да, ул ҡәҙәр ҡурҡыныс түгел, ҡул-аяғың ғына ауырта, ауырта ла бөтә, ә тормошта бер абынһаң, төҙәлеүе ҡыйын, бик ҡыйын...” Рәмил үткәндәге ғәйептәре өсөн әрнеп, күңеле менән тағы ауыр уйҙар диңгеҙенә инеп сумды.
Уҡыуҙы тамамлап, эшкә килгәс, Рәмил менән Гөлсинәнең беренсе осратҡан таныштары Сөйөмбикә булды. Сөйөмбикә үҙенең училище буйынса иҫке таныштарын шатланып ҡаршы алды. Аҙна ла үтмәне, йәш артистар менән осрашыу хөрмәтенә табын әҙерләп, дуҫ-иштәрен саҡырҙы, һуңыраҡ үҙе лә Рәмилдәргә йыш ҡына килеп-китеп йөрөй башланы.
Хәҙер инде сәхнәләрҙә ҙур ғына ролдәрҙе башҡарып, төрлө ерҙәрҙә төрлө кешеләр менән аралашып йөрөһә лә, һаман үҙенең элекке шаталаҡлығын, шуҡлығын ташламаған ине Сөйөмбикә. Ҡалала булһынмы, ауылдарға гастролгә сыҡҡанда булһынмы, һаман элеккесә биҙәнеп-төҙәнеп, егеттәрҙең башын әйләндереү ҙән, осраҡлы танышыу, осрашыуҙарҙан үҙенә ҡыҙыҡ таба торғайны. Уның был ғәҙәтен коллективта ла беләләр, тик ҡыҙ кешегә нисек йөрөһә лә килешә тип булһа кәрәк, ғәйепләмәйҙәр ине. Улай ғына ла түгел, йәшерәк артистар үҙҙәре лә, уңайы килгәндә, яңғыҙ йәшәгән был күңелсәк ҡыҙ менән шаярғылап, күңел асып алыуҙан баш тартмайҙар ине. Рәмил дә был яҡтан бик үк гонаһһыҙ булманы. Йыш ҡына ул постановкаларҙан һуң Сөйөмбикәне өйҙәренә ҡәҙәр оҙатҡылап та ҡуйғылай ине. Тик уның бындай шаярыуҙары баштараҡ һис кенә лә әҙәплелек тәртәһенән сыҡманы. Дөрөҫөрәге, Гөлсинәһен өҙөлөп яратҡан, тиҙҙән атай булырға әҙерләнгән Рәмил үҙе быға юл ҡуйманы.
Ә бер төндә, буранлы бер төндә... Их, Рәмилдең тормошонда ул төн булмаһа икән! Ләкин ул төн булды. Рәмил һис тә уйламағанда, көтмәгәндә булды. Ошо ҡәһәрле төн, Рәмилде яңылыш юлға төшөрөп, аҙаштырҙы ла бөтә тормошон селпәрәмә килтерҙе, уның бөтә шатлыҡтарын, бөтә өмөттәрен елгә осорҙо.
Эйе, төн ине, һуң ине. Тышта күҙ асҡыһыҙ һалҡын буран ине. Клубтан сыҡҡас, Сөйөмбикә, яңғыҙым ғына ҡурҡам тип, Рәмилдең оҙатып ҡуйыуын үтенде. Ҡыҙҙарҙың бындай һорауына ниндәй ир-егет ҡаршы килер? Рәмил дә, уны-быны уйламайынса, һүҙһеҙ риза булды. Еңелсә генә кейенгән Сөйөмбикәне ҡултыҡлап өйөнә ҡәҙәр оҙата килде. Ишек төбөнә еткәс, Рәмил боролоп китергә йыйынғайны:
— Әйҙә, инеп, әҙерәк йылынып сыҡ, туңғанһыңдыр, — тип ҡыҙ уны ебәрмәне.
— Туңыуын туңманым да... — тигән булды Рәмил, бындай тәҡдимгә ҡаршы нимә әйтергә белмәйенсә.
— Һөйләмә, һөйләмә! Өшөмәй буламы һуң?! Минең күшекмәгән ерем ҡалманы, һин дә таштан яралмаған. Ана, биттәрең ҡып-ҡыҙыл булған. Әйҙә, керәбеҙ! Ҡурҡма, тотоп ашамам!
Сөйөмбикә уңайһыҙланыбыраҡ торған Рәмилде, ай-вайына ҡуймайынса, бүлмәһенә алып керҙе. Ут ҡабыҙҙы.
Һал пальтоңды, эл сөйҙәргә,
Ингәс, ҡунырһың инде...
— тип, шаяртып, таҡмаҡлай-таҡмаҡлай, Рәмилдең пальтоһын һалдырып элде, үҙе лә, йәһәт кенә сисенеп, өҫтөнә эре сәскәле атлас халатын кейҙе.
Янғыҙ ҡыҙҙың бүлмәһе, йыһазға артыҡ бай булмаһа ла, йыйнаҡ ине. Һалҡындан биттәре, эйәк оҫтары ҡыҙарған, ҙур күҙҙәренән шатлыҡ бөркөлөп торған Сөйөмбикә үҙе лә һоҡланырлыҡ матур ине. Ҡыҙарған ҡолаҡ остарындағы кескенә алҡалары ла, түштәренә ҡәҙәр асыҡ яғалы ебәк халаты ла, нескә билен ҡыҫып, үҙенә бик килешеп кенә тора ине.
Өшөп кергән Рәмил йылы өйҙән, яҡты йөҙлө яңғыҙ хужабикәне ташлап, тиҙ генә сығып китә алманы. Өҫтәл артына ултырып, ҡыҙҙың һыу буйҙарында ярым яланғас төшкән фотолары менән тулған альбомын аҡтара башланы.
Ул арала Сөйөмбикә сәй ҡуйып ебәрҙе, өҫтәлгә ашамлыҡтар әҙерләне.
— Иң ҡәҙерле ҡунағым өсөн тип кенә һаҡлай инем, һиңә яҙған икән, — тип Рәмилдең алдына коньяк сығарып ултыртты.
...Тәүге рюмкаларын йылыныр өсөн эстеләр. Унан һуңғыларына ла сәбәп табылды. Бер аҙ ҡыҙғас, пластинка әйләндереп, парлашып бейеп тә алдылар. Унан тағы ултырҙылар, тағы эстеләр. Әкренләп телдәр сиселде, уйҙар сыуалды.
Шешә бушағас, Стэлла:
— Иҫереп киттең, аҙ ғына ятып тор, — тип үҙенең карауатына урын һалып бирҙе. Бер аҙҙан: — Ой, үләм! Башым әйләнә... иҫерҙем... — тип, утты һүндереп, үҙе лә Рәмил янына килеп йығылды...
Ялған ләззәт, ялған иркәләүҙәр рәхәтлегенә сихырланған Рәмил ул кисте яңы тыуған улы тураһында ла, өйҙә үҙен көтөп ҡалған алма кеүек ҡатыны тураһында ла, әҙәплелек тураһында ла уйламаны. Гөлсинәнең һалҡын буранда, балаһын илата-илата, ҡала буйлап бик оҙаҡ ирен эҙләп йөрөүен, кемдеңдер әйтеүе буйынса ире артынан Сөйөмбикәнең өйөнә килгәс, ишек шаҡырға уңайһыҙланып, тәҙрә төбөнә баҫҡан килеш, ғәрлегенән шартларҙай булып, бүлмә эсендәге хәлдәрҙе ут һүнгәнсе күҙәтеп торғанын белмәне.
Бары тик, иртән, өйөнә ҡайтып, ҡатынының йөҙөн күргәс кенә, Рәмил үҙенең төҙәтеп булмаҫлыҡ хата эшләгәнен аңланы. Гөлсинәнең ирен оҙатҡанда ҡояштай балҡып ҡалған йөҙө, төн сыҡҡансы нәфрәт утында янып, ҡыҙған тимер төҫөнә кергәйне. Ул ире менән һөйләшергә лә теләмәне.
— Башҡаса был йортта эҙең дә булмаһын! — тип ишек төбөнән үк бороп ебәрҙе.
Рәмилдең аҡланырлыҡ сәбәптәре юҡ ине. Ул үҙен яҡлап нимә әйтергә лә белмәне, башын эйеп урамға сығып китте. Көнө буйы, тиле кеше кеүек, башын ҡайҙа илтеп олаҡтырырға урын тапмайынса, ҡала урамдарында буталып йөрөнө. Шулай яңғыҙ ата ҡаҙ кеүек ҡаңғырып йөрөгәндә, үҙе лә һиҙмәҫтән, ике тапҡыр үҙ өйөнә килеп сыҡты, ләкин икеһендә лә, тупһаға еткәс, йорт эсенә аяҡ баҫырға йөрәге етмәйенсә, ҡабат боролоп китте. Урамда йөрөй-йөрөй теше тешкә тейерлек булып өшөгәс кенә: “Хәҙер күпме өҙгөләнһәң дә һуң инде. Гөлсинә менән тиҙ генә барыбер килешеп булмаҫ”, — тип гостиницаға барып урынлашты.
Ғаиләһе менән боҙолошҡан көндәрҙә Рәмил үҙенең хыянаты тураһында Гөлсинә коллективҡа ишеттерер, тип иптәштәренең, комсомол ойошмаһының шелтәһен көтөп йөрөнө, ләкин Гөлсинә ире менән ни өсөн боҙолошоуын әсәһенән башҡа бер кемгә лә һөйләмәне. Эсенән күмер кеүек янды, әммә күңел ғазабын бер кемгә лә һиҙҙермәне.
Шулай ҙа Рәмил гастролгә китер алдынан, батырсылыҡ итеп, ҡатыны янына бер ҡайтҡайны. Үҙенең ғәйебен танмайынса: “Яңылыштым. Кеше түгел, дүрт аяҡлы ат та абына. Балабыҙ хаҡына бер юлға кисер!” — тип иларҙай булып ғәфү үтенеп тә ҡараны. Тик ҡатыны йомшарманы. “Бер киҫелгән икмәк кире йәбешмәй. Башҡаса был турала һөйләшмәйек! Ә бала өсөн ҡайғырма! Үҙем иҫән саҡта етем итмәм!” — тине.
Гөлсинә — Гөлсинә шул ул. Янып һөйә, ярһып нәфрәтләнә. Стэлла менән Рәмил кеүек һөйөү ялҡынын ҡайҙа етте шунда сәсеп йөрөмәй. Их, ғәфү итһә, яңынан килешһәләр, иркәләй белер ине Рәмил ҡатынын, йәшәй белер ине кешеләрҙе көнләштереп. Гөлсинә өсөн, улы өсөн йәнен дә ҡыҙғанмаҫ ине.
***
— Ҡайтып еттек, һеҙ ҡайһы тирәлә төшәһегеҙ?
Рәмил, шоферҙың ҡалын тауышын ишетеп, һиҫкәнеп китте.
— Ә? Әле килеп тә еттекме ни? — тип, тирә-яғына күҙ һалып алды. — Был ниндәй урам?
— Центр.
— Центр? Мин ҡайтып еткәнмен бит улайһа. Рәхмәт һеҙгә.
Рәмил шофер менән иҫәпләшергә кеҫәһенә тығылды.
— Күпме бирәйем?
— Һин нимә? — тине шофер, сәйерһенә биреп. — Мине таксист тип уйлайһыңмы ни? Бер тин дә кәрәкмәй.
— Улай килешерме һуң? — тине Рәмил, уңайһыҙланып.
— Килешмәһә, килештерербеҙ, һау булығыҙ!
— Хәйерле юл һеҙгә.
Рәмил машинанан төшкәндә, иртәнге ун тулып килә ине инде. Ул парикмахерскийға кереп ҡырынып сыҡты, буфетта сәй эсеп алды. Тик шунан һуң ғына ҡайтып китте.
Йортона яҡынайған һайын, уның тулҡынланыуы арта барҙы, аҙымдары әкренәйҙе, ышанысһыҙға әйләнде. Ул хатта теҙ быуындарының йомшарыуын тойҙо. Уны билдәһеҙлек ҡурҡынысы биләп алды. Ул, әйтерһең, үҙ өйөнә, ҡатыны, балаһы янына түгел, ә ҡот осҡос упҡынға табан атлай. Атлаған һайын, был упҡын яҡыная, ҡурҡыныс ҙурая бара кеүек тойолдо уға.
“Тағы индермәһә, ишектән бороп ебәрһә, ни эшләрмен? Уларҙан башҡа нисек йәшәрмен?” — Башына кинәт кенә шундай уй килгәс, Рәмил туҡталып ҡалды. “Әллә боролоп китергәме? Юҡ, керергә, тағы бер һөйләшеп ҡарарға кәрәк. Бәлки, ҡыҙғаныр, ғәфү итер. Ярата ине бит ул”. Рәмил ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына тағы атланы, ишекте йомшаҡ ҡына асып, йорт эсенә керҙе. Май ашаған бесәй кеүек, аяҡ остарына ғына баҫып, баҫҡыстан икенсе ҡатҡа күтәрелде. Алыҫтан йүгереп килгән кеше төҫлө, йөрәге йыш-йыш тибә, һулышы йышайғайны уның. Ишек төбөнә килеп баҫҡас, өйҙә бала илағанын ишетеп, һиҫкәнеп китте. Бала илай! Уның балаһы! Уның улы, уның күҙ нуры! Бәлки, ул ауырығандыр, уға ярҙам кәрәктер.
Рәмил үрелеп электр ҡыңғырауына баҫыуын һиҙмәй ҙә ҡалды. Өйҙән ҡарсыҡтар тауышы ишетелде:
— Кем бар?
— Мин был, ҡәйнәм, Рәмил!
— Һинме ни, кейәү улым?! Һин ҡайттыңмы ни? — Ҡәйнәһе ишекте асты. — Әйҙә, кер, балам, сисен, — тине.
Уның йылы һүҙҙәренән, яғымлы, тауышынан йөрәге йылынып киткән Рәмил:
— Ҡайҙа минең бөркөтөм? Ниңә илай минең күҙ нурым? — тип һөйләнә-һөйләнә, ҡыйыу ланып, буҫаға аша атланы. Тиҙ-тиҙ генә аяғын, өҫтөн һалып, бала янына, үҙҙәренең йоҡо бүлмәһенә үтте. — Нимә булды, күҙ нурым? Ниңә илайһың, матурым? — Ул был йорттан ҡыуылып сығыуын да онотоп, улын ҡулына алып һөйөргә, иркәләргә тотондо. — Ҡара, нисек үҫеп киткән минең илағым, нисек матурланып киткән. Ниңә илайһың? Сирләнеңме әллә? Йә, көл әле бер генә, тайт! Ана шулай, ана шулай, вот молодец!
— Сирләмәй, ҡулға алырға ҡуша. Әле яңы ғына супылдатып имеҙлеген һурып ята ине. Имеҙлек ауыҙынан төшкәс, илап ебәрҙе, — тип Зәйтүнә апай ҙа улар янына килде. Бала Рәмилдең ҡулында тынысланды, атаһына ҡарап талпына, көлә башланы. Рәмил уны күтәреп ҙур яҡҡа алып сыҡты, тик шунда ғына Гөлсинәнең өйҙә юҡлығын күреп:
— Гөлсинә ҡайҙа һуң? — тип һораны.
— Өйҙә юҡ ине шул, бәпкәм. Иртүк тороп, эшләгән еренә барам, тип сығып киткәйне, — тине Зәйтүнә апай, кейәүе ҡайтҡанда ҡыҙының өйҙә булмауына уңайһыҙланып. — Эштән сығырға йөрөй бит ул, балам. Икенсе эшкә керергә йөрөй. Әйткәнде лә тыңламай. Улар менән бергә эшләй алмайым, китәм, тип туҙынып йөрөй.
— Китәм, ти?
— Эйе, шулай ти шул. Ултыр әле, кейәү! Иркенләп бер һөйләшәйек ул юҡта. Юғиһә, үҙем һиңә берәйһенән хат яҙҙырып һалайыммы әллә тип тә уйлағайным әле. Үҙең ҡайтып һәйбәт иттең.
Зәйтүнә апай һөйләнә-һөйләнә өҫтәл әҙерләргә тотондо.
— Һин өйҙән сығып киткәндән бирле бигерәк тә бөтөрөндө бит Гөлсинә, балам. Ашауының да, эсеүенең дә рәте юҡ. Үҙе миңә бер ни һөйләмәй. Үҙе төнө буйы битен мендәр менән ҡаплап илап сыға. Бигерәк уйламаған, көтмәгән ерҙәрҙән боҙолошоп киттегеҙ шул. Һис тә улай булырһығыҙ тип көтмәгәйнем дә бит. Алланың яҙғаны шулдыр инде, күрәһең.
Зәйтүнә апай, артына боролоп, яулыҡ сите менән йәштәрен һөрттө. Шул сағында Рәмил аҫтан ғына ҡәйнәһенең йөҙөнә күҙ төшөрөп алды. Әле күптәнме генә биттәре ҡыҙарып, йәштәр кеүек осоп йөрөгән ҡәйнәһе хәҙер танымаҫлыҡ булып үҙгәргән, күҙҙәре төпкә батҡан, маңлай йыйырсыҡтары тәрәнәйгән, үҙе бөрөшөп ҡалған. “Ул бит ҡыҙы хәсрәтенән шулай булған. Барыһына ла мин ғәйепле, мин уларҙы шундай ҡайғыға һалдым, мин уларҙы шул көнгә төшөрҙөм”, — тип уйланы Рәмил. Уға был изге күңелле ҡарсыҡ ҡыҙғаныс, бик ҡыҙғаныс булып китте. Үҙенең уға бер ни менән дә ярҙам итә алмауын уйлап, Рәмилдең йөрәге әрнене.
— Ни эшләйем һуң? Ғәфү итмәй бит, һөйләшергә лә теләмәй, — тине, иларҙай булып.
— Тағы бер ипләп кенә һөйләшеп ҡара! Бәлки, кисерер. Ул да таш йөрәкле түгелдер, моғайын. Балағыҙ бар бит. Сабый етем ҡала. Ана, хәҙер инде театрҙан да китмәксе булып йөрөй, һәйбәт эшме ни инде был? Шуның өсөн өҙөлөп-йолҡоноп уҡыттыммы ни мин уны? Бигерәк үҙ һүҙле шул. Һис кенә лә әйткәндәремде тыңламай...
Рәмил ашҡынып урынынан торҙо.
— Юҡ, театрҙан китмәҫ! Китергә тейеш түгел! Был аҡылһыҙлыҡ! Минең менән килешмәһә лә, театрҙы ташларға хаҡы юҡ уның! Хәҙер күрәм мин уны, һөйләшәм... Ныҡлап һөйләшәм. — Рәмил улын күкрәгенә ҡыҫып үпте лә, ҡәйнәһенең ҡулына һалып, ашығып кейенә башланы.
— Сәй эсер инең, кейәү балам, ҡайҙа ашығаһың? — тип ҡарсыҡ уның былай тиҙ китеүен килештереп бөтөрмәне.
— Һуңынан, һуңынан... Хәҙер миңә ашығырға, уны күрергә кәрәк, — тип Рәмил хушлашып сығып китте.
— Гөлсинә килмәнеме? — тип туп-тура театрға, директор янына барып керҙе.
— Килде, — тине директор. — Эштән сығарыуҙы һорап, ғариза ҡалдырып сығып китте.
— Ә һеҙ нимә тинегеҙ?
— Хәҙергә бер яуап та бирмәнем. Ашыҡмаҫҡа, ныҡлап уйларға ҡуштым.
— Ебәрмәгеҙ һеҙ уны театрҙан! Берүк, ебәрә күрмәгеҙ!— тине Рәмил, иларҙай булып. — Миңә үс итеп шулай эшләй ул. Мин ғәйепле бында. Мин... барын да аҙаҡтан һөйләрмен... — Ул башҡа һүҙ әйтә алманы, ни эшләптер, кинәт кенә күңеле тулышты. Башын эйеп кенә хушлашты ла директор янынан сығып китте.
Урамда ҡатынын эҙләп йөрөй-йөрөй арып бөткән Рәмил Гөлсинәне бер завод ҡапҡаһы төбөнән барып тапты. Гөлсинә заводҡа эш юллап килгән ине булһа кәрәк, конторанан сығып килә ине.
— Мин һине эҙләп йөрөйөм, Гөлсинә, — тип Рәмил уның юлына ҡаршы сыҡты. Тегеһе бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Рәмилдең өҫ-башына күҙ төшөрөп алды ла йөҙөн ситкә борҙо. Тик ире уның йөҙөнә ҡыҙыллыҡ йүгергәнен, үҙе уңайһыҙланып, ҡаушап ҡалғанын күреп өлгөргәйне инде. Ул:
— Беҙгә һөйләшергә кәрәк, Гөлсинә! — тип тел осона күптән килеп төйөнләнгән һүҙҙәрен ҡатыны ҡуҙғалып киткәнсе әйтеп ҡалырға ашыҡты. — Һиңә театрҙан китергә ярамай! Яңылышаһың һин! Миңә үс итеп, үҙ талантыңды үҙең быуырға әҙерләнәһең. Әле һуң түгел, уйла, Гөлсинә! Әгәр минең менән бер сәхнәлә уйнарға теләмәйһең икән, мин китермен. Икенсе театрға китермен. Ә һин... һинең урының ошонда. Аҙаҡтан үкенерһең, уйла, Гөлсинә!
Рәмил, ҡатынының йөҙөнә ҡарап, тынып ҡалды. Тилмереп Гөлсинәнең яуабын көттө, ләкин тегеһе яуап бирергә, һүҙ ҡушырға ашыҡманы. Иренә күтәрелеп тә ҡараманы. Аяҡ аҫтында ятҡан кескенә таш киҫәген бик оҙаҡ туфли осо менән асфальттан ҡуптарып аҙапланды. Әйтерһең, был минутта уның өсөн асфальтҡа йәбешкән ошо таш киҫәген ҡуптарып сығарыуҙан да мөһимерәк эш юҡ ине.
Рәмил түҙмәне, тағы:
— Китмә һин, Гөлсинә, театрҙан, зинһар, китмә! — тип бышылданы. Гөлсинә, башын күтәреп, Рәмилден күҙҙәренә ҡараны.
— Ҡасан ҡайттың? — тине.
— Бөгөн. Башҡалар ҡайтманы, мин генә, — тип яуап ҡайтарҙы Рәмил, ашығып. — Һинең менән һөйләшергә тип ҡайттым.
— Был турала һөйләшергә хәҙер һуң инде, — Гөлсинә серле генә итеп йылмайып ҡуйҙы, әҙерәк һүҙһеҙ торҙо ла: — Мин үҙемә икенсе эш таптым, иртәгәнән заводта эшләй башлайым, — тип өҫтәне. Башҡа бер һүҙ ҙә әйтмәне, боролдо ла китеп барҙы. Рәмил, уның артынан барырғамы, юҡмы тип аптырап, баҫҡан ерендә ҡатып ҡалды.