

Кисә мин бигерәк артыҡлап ташлағанмын,-тине Арғынбай Гөлназдың күҙҙәренә тура ҡарап.- Нимә булғанын да хәтерләмәйем.
Гөлназ күҙҙәрен ҡаплай барған томанға бирешмәҫкә тырышып, егеттең беләгенә йәбеште.
- Бер нәмәне ләме? Хатта?...
- Юҡ, бер ни ҙә иҫләмәйем. Ну, баш ауырта, малай.- Арғынбай үҙен матҡып алған оҙон тырнаҡлы нәфис ҡулды бушатып, устарына алды.- Ә нимә? Беҙҙең арала берәй нәмә булдымы әллә?
-Булды шул, бөтәһе лә булды.- Ҡыҙҙың матур сикәләренә ҡыҙыллыҡ йүгерҙе, аҫҡа һирпелгән керпектәре аҫтынан саф күҙ йәштәре юлаҡ-юлаҡ булып ағып төштөләр. Гөлназ, бармаҡтарын Арғынбайҙың ҡыҫып тотҡан устарынан алып, йәшен һөйрмәксе ине лә, егет ысҡындырманы, киреһенсә, тағы ла нығыраҡ ҡыҫып, Гөлназға терәлеп тиерлек баҫты ла, ҡыҙҙың күҙ йәштәрен тәмлә гәндәй, ике сикәһенән йомшаҡ ҡына итеп, алмаш-тилмәш үпте.
- Гөлназ… Был бит туй. Ә туйҙа ни генә осрамаҫ. Бер матур хәтирә, мөғжизә итеп ҡабул ит тә ҡуй. Аҙаҡ һағынып ҡына, йылмайып иҫләрһең әле. Нимә генә булһа ла, артыҡ иғтибар итмә, мәғәнә юҡ. Сөнки… Нисек кенә ҡыйын булмаһын, дөрөҫөн әйтәм инде. Минең ҡатыным һәм ике улым бар. Алдан әйтмәгәнем өсөн ғәфү ит. Әлбиттә, мин ҡатыным менән бергә йәшәмәйем, ләкин балалар өсөн мин атай, уларҙы бер ҡасан да ярҙамымдан ташламаясаҡмын. Ә икенсе ҡатын алырға, яңы ғаилә ҡорорға минең әлегә теләгем дә, хәлем дә юҡ. Бер ауыҙың бешкәс, өрөп ҡабырға өйрәнәһеңдер…
Гөлназ ҡапыл ғына килтереп өҫтөнә һыуыҡ һыу ауҙарғандай тертләп, ҡалтыранып китте, өнһөҙ генә ҡулдарын ҡыҫҡыстарҙан һурып алды. Арғынбай ҡыҙҙың күҙҙәренә тура ҡарарға, ҡараштарын тотоп алырға тырышты.
- Һин миңә асыуландың, ахыры? Нимә, әллә? Юҡ, булыуы мөмкин түгел… Һин… ғиффәтле ҡыҙ инеңме ни? Юҡтыр…
Егеттең буталсыҡ һүҙҙәренә ҡыҙ иҫенә килгәндәй булды һәм үткән төндә генә сафлығын алған, намыҫын таплаған егеткә тәү күргәндәй сәйерһенеп, екһенеп баҡты. Нисек, нисек теле әйләнә улайтып әйтергә?! Ни өсөн Гөлназ бындай хурлыҡҡа ҡалды әле? Ә хәҙер, хәйер һорашҡандай, бер йылы һүҙгә сарсап, тоғро эттәй күҙенә ҡарап тора. Ниндәй түбәнлек!
- Юҡ, юҡ һәм юҡ!
Гөлназ ҡырт ҡына боролоп китеп барҙы. Артынан тапалған күңеле, ҡыҙлыҡ намыҫы, яраланған кейектең ҡанылай тамсылап-тамсылап ҡойолоп барғандай тойолдо. Тик күп эсеүҙән, таңға табан аҙ ғына эләккән йоҡонан ҡыҙарған Арғынбайҙың күҙҙәре уны күрерлек, ҡыҙҙың аяныслы хәлен аңларлыҡ хәлдә түгел ине.
****
…Кейәүҙәр алыҫ Ҡаҙағстандан булғас, туйҙы бер яҡта- ҡыҙ яғында ғына үткәрергә килештеләр. Ике яҡтан да йәштәр ҙә, парлы ҡоҙалар ҙа апаруҡ күп кенә ине, шуға күрә туй табынын ҙур йәшел ихатала эшләргә булдылар. Сиҙәм менән ҡапланған ишек алдына бер-береһенә терәтеп, әллә нисә өҫтәл ултырттылар. Өҫтәл кәрәк-ярағы, һауыт-һаба эҙләп, йәш килендәр күрше-күләнгә йүгереште. Иртәнге автобус менән ҡоҙаларҙан алда килеп төшкән гөлназды күреп, Шәүрә бик һөйөндө. Байтаҡ күрешмәгән дуҫтар ҡосаҡлашып күреште.
Шәүрәләрҙең өйөн үҙенкеләй күреп, эҫенеп бөткән инде Гөлназ. Әсәһен дә үҙенкеләй күреп ярата, апай-ағайҙарын да яҡындан белеп, яҡын к-реп бөткән. Шуға күрә, килеп инеүҙән һәр береһе менән йылмайып ҡына иҫәнләште лә, башҡаларға ҡушылып, бөтмәҫ- төкәнмәҫ туй мәшәҡәтенә сумды.
Бер-береһен апайҙарынан да яҡын күреп, өҙөлөп яратҡан әхирәттәр һирәктер. Әммә Гөлназ менән Шәүрә тап шундайҙар иҫәбенә инә. Ҡарап тороуға икеһе
ике төрлө кеше инде былай, тик бер- береһен ярты һүҙҙән аңлап, башҡаларҙан дуҫын көнләшеп- ҡыҙғанып яраталар. Килеп сыҡһа. Бер үк ергә институтҡа уҡырға инергә, бер ҡалала йәшәргә хыялландылар. Ләкин мәктәптә уҡығанда ҡорған матур хыялдары бойомға ашманы. Төрлө ҡалаларҙа институт бөттөләр, хәҙер инде юлдары бөтөнләй айырылырға тора: Шәүрә Ҡаҙағстанға кейәүгә сығып китһә, ҡасан күрешерҙәр? Әлегә ҡыҙҙарға ул турала уйларға форсат теймәй, ул –был йомош менән тыз-быз сабышалар. Ара-тирә генә Шәүрә әхирәтенә бер-ике һүҙ әйтеп, ҡунығының хәтерен ҡалдырмаҫҡа булылыр хәбәр ҡушып китә.
-Күптән хыялланған кейәүеңде күрәһең инде, - ти Шәүрә ихлас йылмайып.- Тик әллә ниндәй баһадир кәүҙәле, кәртинкә шикелле матур тип уйлама. Һинең менән минең ише ябай бер әҙәм.
Гөлназ дуҫының буласаҡ кейәүе Әмирҙе күргәне юҡ әле. Нисәмә йылдар, бала саҡтан дуҫлашып йөрөһәләр ҙә, Әмир менән Шәүрәне бергә күргәне юҡ Гөлназ. Шәүрә һынлы Шәүрәнең йылдар буйы ауыҙ һыуы ҡороп һөйләрлек, бер егеткә лә күҙ һалмай тик Әмир тип кенә йәшәрлек иткәс, ябай ғына түгелдер. Шәүрәнең үҙенә генә ҡарағыҙ һуң- тамылйып бешкән ҡарағаттай сөм ҡара күҙҙәренә генә ҡарағыҙ- башҡа ҡыҙҙар күҙегеҙгә лә салынмаҫ! Ниндәй генә егеттең күңеле тертләмәй икән эргәһенән Шәүрә үткәндә?! Гөлназ, бәхетенән балҡып- нурланып, осоп йөрөгән дуҫына һоҡланып, яратып ҡарай. Шәүрә кеүек ҡыҙҙы ла яратмағас, кемде яратмаҡ кәрәк! Нимә тип кенә минең ише ямаҡай ғына ҡыҙ менән дуҫлашҡан булалыр инде был Шәүрәкәй? Унан үҙ уйынан үҙе көлөп ҡуя- эш матурлыҡтамы ни?!
Әмир-ябай ғына, башҡаларҙан әллә ни айырылып тормаған уртаса буйлы егет. Оҙонса танауына эләктәргән күҙлеге генә уға бер аҙ серлелек, зыялылыҡ өҫтәй кеүек. Уның ҡарауы кейәү үңгәреүе тәү күреүҙән ҡатын-ҡыҙҙың һушын алды. Оҙон мыҡты кәүҙәле, киң яурынлы, ҡап-ҡара күҙҙәренән осҡон сәсрәтеп, тишә ҡарап торған был егет үҙебеҙҙең башҡорт тип уйлағайнылар, ул ҡаҙағстандан килгән берҙән-бер ҡаҙаҡ егете Арғынбай имеш.
ЗАГС-ҡа күрше ауылға барҙылар. Бер-бер артлы теҙелешкән еңел автомобилдәр саң туҙҙырып ялан юлынан елдереп килделәр ҙә, ял итергә шишмә янына туҡтанылар.
Шәүрә менән Әмир,әле генә законлы рәүештә ир менән ҡатын булышҡан йәштәр, ташып барған хистәрен кеше күҙенән йәшерә була, башҡаларҙан ситкәрәк киттеләр. Бына Әмир ҡаҡса кәүҙәле кәләшен еңел генә күтәреп бер нисә мәртәбә өйрөлтөп, татлы ирендәренән һурып үпкәс, эргәләге сауҡалыҡҡа ыңғайланы. Кейәүенең муйынынан ҡосаҡлаған Шәүрә, яурынана башын һалып, ҡолағына ниҙер бышылданы ла, сылтыратып көлөп ебәрҙе. Әмир, кәләшенең һүҙә һәм көлөүенә яуап итеп, сәстәренән, ҡолаҡ остарынан үпте. Дуҫына яратып, һоҡланып- көнләшеп, һағыш менән ҡарап торған ҡыҙ эргәһенә Арғынбай килде.
-Шунан, йәштәрҙең бәхетенә көнләшәһеңме?
-Көнләшмәҫлекме һуү? Ғүмер буйы ошолай бәхетле, мөхәббәтле генә булһындар инде.
- Теләйһеңме, мин дә һине шулай бәхеттең етенсе ҡатына алып менәм? – Арғынбай телгә бөткән нәмә икән, Гөлназдың ҡулынан тотоп та алды.
-Йә, нисек итеп?
-Урлайым да, алып ҡасам.
Гөлназ рәхәтләнеп көлөп ебәрҙе:
-Рәхим ит.- Уға был сая, күҙе янып торған шаян ҡаҙаҡ егете бик оҡшаны. Гөлназ ҡулын егеттән тартып алып, шишмә яғына ыңғайланы,- һыуҙан ауыҙ итер кәрәк, шишмә үпкәләр. Әммә Арғынбай тиҙ генә табышын ысҡындыра торғандарҙан түгел ине, шунда уҡ ҡыҙҙы ҡыуып етте. Гөлназ услап һыу алғайны, егет етеҙ генә уның усын ҡыҫып, ҡыҙҙың ҡулдарынан һыу эсте. Унан эйелеп үҙенең ҙур устарына тап-таҙа шишмә һыуын һоҫто ла, Гөлназға эсерҙе. Егеттәрҙең әле былай итеп ҡарағандары, бөтөн кеше алдында үҙенә генә шундай айырым яғымлы иғтибарға өйрәнмәгән ҡыҙыҡай, үҙен шундай сибәр, бәхетле итеп тойҙо. Тирә-яғына күҙ һалды: кемдер сәскә йыя, кемдәрҙер шаулашып-көлөшөп фотоға төшә, бер төркөм егеттәр менән ҡыҙҙар сыр-сыу килешеп, һыу һибешеп йөрөйҙәр.
- Ниңә һин гел ул “ҡартлас” менән йөрөйһөң? – Арғынбай Шәңрәнең ағаһы Әҡсәнгә ымланы.
- Ул минең ағайым.
- Бер туғанмы ни?
- Эйе.
- Алдашма. Бер туған ағайҙар һеңлеләренә улай мөҡиббән китеп, яратып ҡарамайҙар. Үлә яҙып ғашиҡ булған ул һиңә. Ҡартайған көнөндә.
Гөлназ уңайһыҙланып китте: ғаиләле, бала-сағалы Әҡсән ағайҙы ул бик ихтирам итә. Уның шулай туғандарса мөнәсәбәтен икенсегә бороуҙы ул аңлап етмәне.
-Ҡартлас тимә. Ул бына тигән егеттәреңә алыштырғыһыҙ, ни бары утыҙҙы үткән, ҡырҡҡа етмәгән ир-уҙаман. Етмәһә, Әҡсән ағай бик һәйбәт кеше.
- Барыбер һинең өсөн ҡарт.
Үҙе тураһында гәпләшкәнде ишеткәндәй, Әҡсән улар яғына ыңғайланы.
…Табын артындағы һөйләшеүгә ситтән күҙ һалған кеше аптырар ҙа ине бәлки: башҡортсаһы, урыҫсаһы, ҡаҙаҡсаһы бергә буталғайны. Кәләш менән кейәү оҙон өҫтәлдең башында, барлыҡ ҡунаҡтарға ла күренерлек урында ултыралар. Гөлназ әхирәтенә, килешле, нәзәҡәтле туй күлдәгенә, бер аҙ бөҙрәләтеп яурындарына төшөргән ҡуңыр сәстәренә беркетелгән ап-аҡ кескенә яһалма сәскәләргә, бәхетле йылмайған аҡыллы сабыр күҙҙәренә яратып ҡараны. Былай саҡта ла, буянмаған-бөҙәнмәгән көйө лә матур Шәүрә әле иҫ китмәле сибәр ! “ Минең дә шулай туй күлдәге кейер көнөм ҡасан етер, бәхеттән башы әйләнеп, ҡулына алтын балдаҡ кейҙерерме берәү?”-тип уйланы Гөлназ.
Тәүге бокалдарҙы күтәреп, салат-маҙарҙы ауыҙ иткәс, йәштәргә бүләк биреүҙәр, ҡотлауҙар башланды. Телдәр асылып, аҙ ғына ҡыҙмаса булып алған ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар кемуҙарҙан теләктәрен әйтеп ҡалырға тырышты. Бер үк һүҙҙе һәр береһе тиерлек ҡабатлаһа ла, уларҙы итхлас тыңлаған кеүек ултырыусы Шәүрә менән Әмирҙән башҡалар шаулаша, шыбырҙап һөйләшә, ир-ат рюмкаларын әлдән-әле бушатып ҡына торҙо. Бына һүҙ йәш-елкенсәккә лә етте. Исмаһам, береһе ҡалыплашмаған матур теләк әйтһәсе, һаман бер үк һүҙҙе тылҡыуҙан бушамайҙар. Их, башҡасараҡ, көн дә ишетмәгәнерәк берәй теләк әйтергә ине. Тип уйланы Гөлназ. Ул арала ҡыҙҙың эргәһендә ултырған Әҡсәнгә лә сират етте. Ул оҙаҡҡа һуҙмай ғына, бүләккә бер һарыҡ, тине лә, кире ултыра һалды. Һүҙҙе Гөлназға бирҙеләр.
-Ҡәҙерле Шәүрә дуҫҡайым, Әмир!- тине ҡыҙ тулҡынланыуҙан ҡалтыранған тауышын күтәрә биреп. Бер үк тонда мығырҙап ҡына әйтелгән теләктәрҙән һуң, дикторҙыҡы кеүек һәйбәт ҡуйылған матур дикциялы сағыу тауышҡа ҡапыл һәммәһе лә шымып, баштарын Гөлназ яғына борҙолар. – Ҡабат-ҡабат әйтелгән теләктәргә мин дә ҡушылам. Һәм…
Томош күгендә ҡағынған
Пар күгәрсен икегеҙ.
Бер-берегеҙгә терәк булып,
Тигеҙ ғүмер итегеҙ.
Һеҙ саҡырғас, беҙ ҙә килдек,
Ҡотло булһын туйығыҙ,
Тормош туйҙан ғына тормай
Уртаҡ булһын уйығыҙ!
Эйе, тормош – туй түгел. Ауырлыҡтары ла, күҙ йәштәре лә осрар. Шул саҡта бер-берегеҙҙе аңлап, ҡулға-ҡул тотоношоп еңә алһағыҙ ине тормош кәртәләрен. Ир-егеттең көслө беләге лә, ҡатын-ҡыҙҙың нескә иңдәре лә күп ауырлыҡтарҙы еңә алырлыҡ ул. Әле бына Шәүрә беҙҙең алдыбыҙҙа сәскә һымаҡ балҡып ултыра. Ун, егерме, утыҙ йылдан һуң осрашһаҡ та, ул шулай һылыу булып ҡалһын ине. Ә был, Әмир, тик һинән генә тора. Сәскә кеүек матур ғүмер итегеҙ, бер-берегеҙҙе һаҡлағыҙ, яман аҙымдарҙан, яман һүҙҙәрҙән, яман күҙҙәрҙән яҡлағыҙ. Минең теләгем ошо- һөйөгөҙ, һөйөлөгөҙ. Ғүмерегеҙ бәхетле, ә бәхетегеҙ ғүмерлек булһын!
Теләген әйтеп, Шәүрә менән Әмирҙең сикәләренән үпкәс тә, халыҡ бер аҙ тын ҡалды. Һүҙҙәрҙең мәғәнәһе барып етмәгәндәй бер аҙ тынлыҡтан һуң, ҡайһылыр ҡоҙаның:
- Уҡыған кешегә оҡшаған.
Гөлназдан һуң ҡотлаған йәштәрҙе тыңламанылар ҙа тиерлек. Улар ҙа бындай күркәм, й өрәктән сыҡҡан ихлас теләктән һуң баҙап ҡалғайнылар, беҙ ҙә ҡушылабыҙ, кеүегерәк һүҙҙәр әйтеп, бүләктәрен тапшыра һалып, кеше күҙенән ҡасыу яғын ҡарынлар. Гөлназ эргәһен килеп ултырғас, Әҡсән ағай ҙа ҡыҙҙың арҡаһынан тупылдатып һөйөп ҡуйҙы.
Комплиментҡа бындай яуап Әҡсәндең сикәҙенә һуҡҡандай тәьҫир итте, урыныңды бел, һин кем дә, мин кем, тигәйндәй тойолдо.
-Килмәне, ауырып тора. Шуға күрә бөгөн мин һине үҙем ухаживать итәсәкмен.
Гөлназға ҡыйын булып китте. Ауырыу ҡатынын ташлап, туйға килгән ирҙе ғәйепләп ҡараны. Үҙе лә ҡатыны менән өйҙә генә ултырһа ярар ине, тигән уй үтте башынан. Хәйер, бер туҫан иң кесе һеңлеһенең туйына килмәй ҙә ярамайҙыр. Шәүрәнең иң өлкән ағаһы Әҡсән утыҙ биш- утыҙ алты йәштәрҙә. Элек килгәндәрендә лә йыш ҡына күргеләне уны Гөлназ, бер-бер артлы үҫеп килеүсе ике улы ла тап үҙе кеүек төптән ныҡ, сымыры малайҙар.
Был көндө Әҡсән Гөлназдан бер аҙым да китмәне. Әлдән-әле бер туҡтауһыҙ йылмайып, йә бер, йә икенсе ҡыҙ менән бейегән Арғынбайға ҡарай ҙа, күңеле кителә ҡыҙҙың. “Тик мине генә саҡырманы бейергә, моғайын, Әҡсән ағайҙың кәләше, йә ыстағәфирулла, һөйәркәһе тип уйлайҙыр әле”. Гөлназдың уйын уҡығандай, тып итеп ҡаршыһына иклеп тә баҫты тегеһе.
Урамға сыҡтылар. Шәүрәләрҙең өйө тар ғына тыҡрыҡтың ос яғында. Ике-өс өй үтеүгә ауылды сыҡтылар ҙа. Ҡыҙыҡ ултырған был ауыл: өйҙәр, арҡаларын ел-дауылдан һаҡлағандай, урманға терәгәндәр. Ҡалҡыулыҡтан аулдың был бик яҡшы күренә: ике тыҡрыҡ бер оло урамға бер-бер артлы килеп терәлгән ерҙә ҙур булмаған клуб һәм мәктәп урынлашҡан. Уларҙың ҡыйығындағы флаг ауылға бер йәм биреп елберҙәй. Көн кискә ауышып килә, бар кеше урамда- көтөү ҡаршыларға сыҡҡандар. Улар кеше күҙенән йырағыраҡ ҡасырға тырышып, өйҙәр аръяғына эре ҡайынлы сауҡалыҡҡа ыңғайланы. Япраҡтары елгә елберҙәп, сер һөйләшкән ҡар ҡайынлыҡҡа ингәс, туҡтап ҡалдылар: алдарында ҡып-ҡыҙыл еләк тубырлашып ята. Улар эйелеп еләк сүпләй башланы. Ара-тирә бер-береһенә ҡарашып, йылмайышып алалар. Устары тулғас, аяҡтарын һуҙып, ян-яҡҡа тарбайып үҫкән ҡарт ҡайын төбөнә йәнәш ултырҙылар. Матур итеп тәрбиләнгән, оҙон тырнаҡлы бармағына еләк эләктереп, ауыҙына яҡынайтҡан ҡыҙҙың ҡына ҡулыннан ҡапыл үрелеп Арғынбай ҡапты. Гөлназ көлөп ҡуйҙы ла, егеттең ҡулындағы еләккә үрелде. Арғынбай ҙ аюғалып ҡалманы, йәһәт кенә ҡуҙғалып шылды ла, йөҙөнән күҙен алмай, ҡыҙҙың аяҡғына ултырҙы. Бер-береһенә услап шишмә һыуы эсергәндәге шикелле берәмләп еләк менән һыйларға керештеләр. Егет ҡыҙға ҡаптыра, ҡыҙ егеткә. Шул хәтлем рәхәт, күңелле ине гөлназға. Туйға килгәне бирле үҙен әкиәттәге принцесса, йә Золушка һымаҡ хис итә ул. Арғынбайҙың өҙҙөрөп ҡарауынан да, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарҙың уның ҡотлау телмәренән һуң нисктер үҙенә ҙурлап, хөрмәтләп ҡарауынан үҙен бер башҡа үҫеп киткәндәй, ҡанатланғандай тоя. Шулай донъяларын онотоп, еләк менән һыйланып ултырып, яндарына килеп баҫҡан Әҡсән ағайҙы ла күрмәгәндәр.
Арғынбай ҡулындағы еләген Гөлназдың усына бушатып, яй ғына урынынан ҡалҡынды. Уның артынан , гонаһ ҡылғанда тотолғандай уңайһыҙланып, Гөлназ
тороп баҫты. Һул ҡулы менән итәктәрен ҡағыштырҙы.
- Кем менән килгән, шуның менән ҡайта, - тип яуапланы Арғынбай, ҡулын кеҫәһенә тығып.
Үҙәге өҙөлгәндәй ҙыҡрап баҫып ҡалды Әҡсән. Үҙенән алыҫайған һылыуға һәм ҡанаған танауын ҡулъяулығына һөртә-һөртә китеп барған егеткә ҡарап йәне көйҙө. “Их һин, йүләр ҡыҙыҡай, ҡаҙаҡ күрһәтер әле күрмәгәнеңде. Тик һуң булмаһа ярар ине. Ниңә шул ҡәҙәр һуҡырһыңдыр, Гөлназ!”-тип уйланы ул, сүгәләп ергә ултырҙа ла, тәмәке артынан тәмәке тартты. Әҡсәнгә үс итеп, бынан ары Арғынбай Гөлназдан бер аҙым да ситкә китмәне. Гөлназдың Әҡсән ағайға бик хәтере ҡалғайны, уны күрһә лә күрмәмешкә һалышты, өндәшһә ишетмәмеш булды. Әхирәтенең нимәгәлер кәйефе кителгәнен күреп, бер-ике тапҡыр килеп китергә форсат тапты Шәүрә.
… Эңер төшкәс, гармунға ҡушылып йырлай-йырлай, йәш –елкенсәк клубҡа йүнәлде. Арғынбай, кеше күплектән файҙаланып, һиҙҙермәй генә Гөлназды ҡосаҡланы ла, төн ҡараңғылығына әйҙәне. Ҡосаҡлашып, юҡ-бар хәбәр һөйләшеп, бар урамдарҙы ла урап сыҡтылар.
-Арыттырҙы,- Арғынбай эйелеп ҡыҙҙың сәстәренән үпте.- Әйҙә бая өҙөлгән матур осрашыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ.- Ҡыҙ өнһөҙ ризалашты. Улар еләк менән һыйланған ҡарт ҡайын яғына ыңғайланы. Урманға ингәс тә ниңдәйҙер шомло ла, серле лә тынлыҡ уратып алды. Киске һиллек. Ара-тирә сиңеркә сырылдап ҡуя, япраҡ ҡыштырҙай. Күк йөҙөндәге яңғыҙ ай менән иҫәпһеҙ-һанһыҙ йондоҙҙар туй тантанаһына ҡушылып бейешә, бәхетле кис теләй төҫлө. Арғынбай ҡыҙҙы үҙенә ҡарай әйләндереп, һаҡ ҡына битенән, сәстәренән, муйынынан үбергә тотондо. Ҡыҙ ҡаршылашманы, киреһенсә, егеттең муйынынан ҡосаҡлап, бар кәүҙәһе менән уға һыйынды. Егеттең үбеүе торған һайын нығыраҡ, талапсаныраҡ була барҙы. Гөлназдың башы әйләнде, бар донъя өйөрөлөргә тотондо. Егеттең үбеүе шулай тәьҫир итәме, сихри кисме, шапман шарабымы? Бәлки бөтөнөһө лә бергә буталғандыр… Баяғы эләгешеүҙәренән Әҡсән ағайға үс итеп, бер бокалды төп күтәреп ҡуйғайны шул. Тәүҙәрәк һөйләшеп ултырғандарында Әҡсән: “Мин үҙем бик һирәк, бына ошондай байрамдарҙа ғына бер аҙ ҡапҡылайым, ә ҡатын-ҡыҙҙың эскәнен бөтөнләй өнәмәйем һәм аңламайым,”- тигәс, унда-бына шампандән уртлап ултырған ҡыҙ ныҡ уңайһыҙланғайны. Ә “көҙгө әтәстәрҙең” икеһенә лә йәне көйгәс, үҙенә хужа булырға маташҡан ғаиләле иргә юрый үсләшеп, Әҡсән ағай уға ҡараған мәлде тап итеп кенә, бөткәнсе эсте лә ҡуйҙы. Тамаҡ төбөн көйҙөрөп, күҙенә йәш тығылһа ла һиҙҙермәне. “Эскәнде яратмаһаң ни, яратма. Һинең өнәү-өнәмәүең миңә бер тин”,- тип әйтеүе ине үҙенсә.
Ҡыҙҙың ризалығы, тәжрибәһеҙлеге, үҙенә ылығып тороуы Арғынбайҙың дәртен артырҙы ғына. Ул, бер ҡулы менән ҡыҙҙы ҡыҫып ҡосаҡлап, икенсеһе менән күнегелгәнсә төймәләренең һиҙәптәрен ысҡындырҙы…
Яратыуҙан да бигерәк егеттең йәне үс талап итеүен Гөлназдың күңеле һиҙмәй ине шул. “Ҡарарбыҙ әле, ҡартлас, ҡыҙғанған “һеңлең” кемдеке булыр икән, һинекеме, минекеме. Һин уйлағанса уҡ сафмы, һаҡларлыҡмы? Әллә беҙ үтәһе бураҙнаны башҡалар күптән ярғанмы?” Ошондай уй менән ҡаҙаҡ егете Гөлназды ҡуйы үлән өҫтөнә сүгәләтте…
… Кеше-ҡара күрмәҫ борон тип, Арғынбай менән һөйләшкәндән һуң, Гөлназ сумкаһын ғына эләктерҙе лә тура автобус туҡталышына сығып китте.
Бөләңгерт кенә яҡтылыҡта ул, бер кемгә лә күтәрелеп ҡарамайынса ғына автобус салонына үтеп, иң артҡа барып ултырҙы. Бите буйлап үкенесле күҙ йәштәре тәгәрәне лә тәгәрәне…
****
Тап ярты йылдан, Яңы йыл төнөнә бер көн ҡалғас, эҙләп тапты уны бәхете. Өфө ятаҡханаларының береһенә ашығып ингән ҡыҙҙы таныш тауыш ергә ҡаҙаҡланы.
Ҡыҙ үҙ ҡолағына ышанмай, яй ғына артына боролдо.
Ул ҡыҙ эргәһенә килде лә, бер аҙым етмәй туҡталды:
Гөлназ тертләне, ҡулдарын ҡайҙа ҡуйырға белмәй әле бармаҡтарын шартлатты, әле сәстәрен уралтып торҙо. Нимә әйтергә, ҡайғыңды уртаҡлашам тиергәме?
Гөлназ өндәшмәне. Хәйер, нимә тип әйтергә, нидәй һүҙҙәр табып йыуатырға?
Гөлназ йәш аралаш мыҫҡыллы йылмайҙы:
-Ҡыуанғанһығыҙҙыр ине, Әҡсән ағай. Иҫкәртеүегеҙ дөрөҫкә сыҡты бит.Әммә Әҡсән ҡыҙҙың һүҙҙәрендәге сарказмға иғтибар итмәне.
-Кеше яҙмышынан көлөргә мин иҫәр түгел, Гөлназ. Тик ул саҡта үҙемдең дә ҡайғым баштан ашҡан ине шул. Сирле булһа ла ул әсәй урынында булған икән. Ике улыма атай ҙа, әсәй ҙә булыуы ифрат ауыр.
Ятаҡхана вестибюлендә тороусылар йәш ҡыҙ менән мөһабәт кәүҙәле ирҙең һөйләшеүенә ҡолаҡ һалып, шымып ҡалғандарын да һиҙмәне улар.
-Гөлназ һылыу, мин һиңә килдем. Яңы йылды бергә ҡаршыларға.
- Ҡайҙа?
- Ауылда. Балалар менән бергә.
Гөлназ бер мәлгә генә уйланғандай итте лә, тигеҙ аҡ тештәрен балҡытып, йылмайып ебәрҙе.
Фото:wday.ru