Яралы мөхәббәт
Повесть
Фәнил ӘСӘНОВ
IX
***
Гөлсинә ашығып ҡайтып керҙе. Аяғындағы итеген һалып, пальто төймәләрен ысҡындыра-ысҡындыра, йоҡо бүлмәһенә үтте. Кескенә карауатта йоҡлап ятҡан баланың битен асып ҡараны.
— Иламанымы?
Зәйтүнә апай сабыйҙың баш осонда бәйләм бәйләп ултыра ине. Ҡыҙына күтәрелеп ҡарамай ғына яуап ҡайтарҙы:
— Һин киткәндән бирле мышнай-мышнай йоҡлай.
— Бик һәйбәт, аҙ ғына уянмай торһон әле. Гөлйөҙөм апай инеп сығырмын, тигәйне. Өйҙө йыйыштырғылап алайым, — тип Гөлсинә, сисенеп, эшкә тотондо. Тиҙ-тиҙ генә еүеш сепрәк менән тәҙрә төптәренең, көҙгө, кейем шкафы кеүек нәмәләрҙең өҫтәрен, иҙәнде һепереп алды. Йыйыштырып ҡуйылған карауаттағы мендәрҙәрҙе ҡабартып, өҫтәрендәге селтәр япҡыстарҙы төҙәтеп ҡуйҙы. Тәҙрә төптәрендәге гөлдәрҙең япраҡтарын һепергеләне.
— Әсәй, магазинға сығып, арыуыраҡ кәнфит алып ҡайтһаң ине. Юғиһә, беҙҙең бында кеше килгәс өҫтәлгә ҡуйырға, шәкәрҙән башҡа, тәм-том да ҡалмаған, — тип Зәйтүнә апайҙы магазинға ебәрҙе. Үҙе күңеленән бер аҙ ғына ҡурҡынып: “Ниңә беҙгә килергә булды икән Гөлйөҙөм апай? Ниңә бик ныҡ хәтере ҡалған кеше төҫлө генә һөйләште икән?” — тип баш ватты.
Гөлйөҙөм апай әле уға урамда осрағайны, театрға китеп бара ине, шикелле. Гөлсинәне күргәс, һалҡын ғына иҫәнләште лә:
— Һинең менән һөйләшәһе бар әле, ҡыҙыҡай. Бик өҙәрем эшең булмаһа, унда-бында сығып китмәй тор, урап ҡайтышлай һуғылырмын, — тип китеп барҙы. Башҡа ваҡыттарҙағы кеүек: “Улың үҫәме? Зәйтүнәнең таҙалығы нисек?” — тип һорашып та торманы. Үпкәләгән кеше төҫлө, ҡырт ҡына боролдо ла китте.
***
Халыҡ артисы Гөлйөҙөм Димская тураһында тәү башлап студент сағында ишеткәйне Гөлсинә. Уҡытыусы апалары Гөлйөҙөм Димскаяның тормошон йәштәргә үрнәк итеп, уның тураһында легендаға оҡшашлы нәмәләр һөйләгәйне.
Театрға эшкә килгәс, тап бына ошо атаҡлы артист Гөлсинәнең иң яҡын кешеһенә әйләнде. Үҙҙәренә фатир биргәнсе, Рәмил менән Гөлсинә Гөлйөҙөм апайҙың фатирында торҙо.
Улар бик ҡыҙыҡ таныштылар. Рәмил менән Гөлсинә, уҡыуҙарын тамамлап, ҡалаға килеп төшкәс, фатирға туҡталып тормайынса, сумаҙандарын күтәреп, туп-тура театрҙың директорына барҙылар.
Директор ҙа, режиссер ҙа театрға йәш артистар киләсәген белә ине. Рәмил менән Гөлсинәнең ҡулдарындағы яҙыуҙарына күҙ һалыу менән, директор:
— Беҙ һеҙҙе күптән көтәбеҙ, — тине, унан, йәштәргә һынаулы ҡараш ташлап: — Әле фатирға урынлашып өлгөрмәгәнһегеҙҙер, моғайын? Бында таныш-белештәрегеҙ юҡмы? — тип һораны.
— Юҡ, — тип яуап бирҙеләр.
— Ни эшләргә һуң улайһа, һеҙҙе ҡайҙа урынлаштырып торорға? — тип директор уйға ҡалды. Унан, үҙе янында һүҙһеҙ генә йәштәрҙе күҙәтеп ултырған апайға ҡарап, уңайһыҙ ланыбыраҡ һораны:
— Әллә хәҙергә үҙегеҙгә алып тораһығыҙмы?
— Үҙҙәре ауырһынмаһалар, рәхим итһендәр. Барыбер бер бүлмәм буш бит, — тип яуап ҡайтарҙы апай кеше. Шундай тәҡдимгә Гөлсинә менән Рәмил ҡаршы буламы һуң инде, шатланып ризалыҡ бирҙеләр.
Апай кеше йәштәрҙе:
— Әйҙәгеҙ, директор менән иртәгә иркенләп һөйләшерһегеҙ, бөгөнгә ял итегеҙ. Арыған булыуығыҙ йөҙҙәрегеҙгә үк бәреп сыҡҡан. Юл шулай ул, — тип үҙенең өйөнә алып китте.
Ул ҡаланың үҙәгендә биш ҡатлы йортта тора икән. Юлдан арып килгән Гөлсинә, бөхтә һәм матур итеп йыйыштырылған ике бүлмәле фатирға килеп ингәс, үҙен батша һарайына барып кергәндәй хис итте.
Йорт хужаһы ишектән инеү менән сәй ҡуйып ебәрҙе, юл туҙандарығыҙҙы йыуып алығыҙ, тип ваннаға йылы һыу ағыҙҙы.
***
Сәй янында йәш артистарҙың ҡайҙан килеүҙәрен, ҡасан өйләнешеүҙәрен, ата-әсәләрен һорашып ултырҙы. Унан:
— Бына һеҙгә бүлмә! Арығанһығыҙҙыр, ятып хәл йыйығыҙ, — тип ишек асҡысын Гөлсинәгә биреп, сығып китте.
Бәлки, арыған да булғандарҙыр. Юл аҙабы — гүр ғазабы, тиҙәр бит, ләкин ятып торманылар. Рәмил магазиндан ваҡ-төйәк алып ҡайтыу уйы менән ҡалаға сығып китте, Гөлсинә башта кейемдәрен үтекләне, унан, өҫтәл артына ултырып, фатир хужаһының өҫтәлдә ятҡан альбомын аҡтарырға тотондо. Альбом биттәрендәге төрлө йылдарҙа төшкән төрлө фотолар менән танышып ултырғанда, ул йорт хужаһының артист икәнлеген белде. Гөлсинә, альбом биттәрен аҡтарып ултыра торғас, үҙе өсөн тағы бер ғәжәп яңылыҡ асты. Уларҙың асыҡ күңелле йорт хужаһы атаҡлы артист Гөлйөҙөм Димская үҙе булып сыҡты, ләкин Гөлсинә ул сағында үҙе яһаған был асышҡа үҙе һаман да ныҡлап ышанып етмәгәйне әле. Йорт хужаһы урап ҡайтҡас, Гөлсинә:
— Апай, һеҙ Гөлйөҙөм Димскаямы ни? Халыҡ артисымы ни? — тип һорамай түҙә алманы.
— Эйе, — тип яуап ҡайтарҙы Гөлйөҙөм апай. — Димская тигән кеше мин булам. — Унан, ихлас йылмайып, һораны: — Ниңә бик ғәжәпләндең?
— Ә мин һеҙҙе, беләһегеҙме, бөтөнләй икенсе төрлө итеп күҙ алдыма килтерә инем.
— Нисек, бик йәш итеп, матур итепме?
Гөлсинә балаларса бер ҡатлылыҡ менән үҙенең уйҙарын әйтеп бирҙе:
— Юҡ, улай ғына ла түгел, әллә нисек буй етмәҫлек ҙур, уҫал итеп, ебәккә төрөнгән солидная дама итеп. Ихлас бына, һис тә һеҙҙе шулай ябай ғына бер... (ул саҡ ҡына “ҡарсыҡ” тип әйтеп ебәрмәне) бер кешелер тип уйламай инем.
Гөлйөҙөм апай Гөлсинәнең һүҙҙәрен йылмайып тыңлап ултырҙы ла, әсәләрсә уның башынан һыйпап:
— Ҡайҙан килгәйне һуң күңелеңә ундай уй, аҡыллым? Ниңә мине улай бик ҙурайтҡан инең? — тип һораны.
— Әллә инде, үҙем дә белмәйем. Үпкәләй күрмәгеҙ тағы. Ауылда саҡта мин яҙыусыларҙың, артистарҙың, рәссамдарҙың бөтәһен дә буй етмәҫлек ҙур итеп күҙ алдыма килтерә инем. Бәлки, һеҙҙең хаҡтағы уйҙарым да ошо балалыҡтың бер шауҡымылыр, — тип яуап ҡайтарҙы Гөлсинә.
— Эйе, йән киҫәгем, минең дә, һинең кеүек, сабый күңелле саҡтарым, йәш саҡтарым бар ине лә бит... үтте инде, үтте... Ғүмерҙең үткәне, йәй үтеп, ҡыш килгән кеүек, һиҙелмәй ҙә ҡалды.
Гөлйөҙөм апай, үҙенең йәш саҡта төшкән фотоларына ҡарап, тынып ҡалды. Альбом биттәрен асҡылап, оҙаҡ ҡына өндәшмәй ултырҙы ла, кинәт кенә асылып китеп, альбомдағы фотоларҙың тарихы менән бергә үҙенең тормош юлын да һөйләп алып китте:
— Быныһы Әсхәткә тормошҡа сыҡҡас, туйҙан һуң төшкән фотобыҙ, 1929 йылда. Быныһы бына театрҙа эшләй башлаған йылды төшкәйнек. Мин — Аҫылйәр ролендә, ә быныһы ҡыҙыбыҙ тыуғас... Бына был парлашып төшкән һуңғы карточкабыҙ, Әсхәт һуғышҡа китер алдынан. Шунан һуң күрешә алманыҡ. Китте лә юғалды. Днепр һыуын кискән саҡта өҫтәренә снаряд төшкән. Кәүҙәһен кешесә ерләй ҙә алмағандар күҙ нурымдың... Һыу төбөнә киткән... — Иренең һуңғы карточкаһына ҡарап ултырғанда, бер бөрсөк кенә йәш-тамсы, Гөлйөҙөм апайҙың һөрмәле күҙ төбөн сыландырып, бите буйлап һиҙҙермәй генә түбәнгә тәгәрәне. Гөлсинәгә шул саҡта әллә нисек ҡыйын, бик ҡыйын булып китте. Уның Гөлйөҙөм апайҙы йыуатырлыҡ һүҙ әйткеһе килде, ләкин нимә әйтергә лә белмәне. “Юҡҡа ғына кеше йөрәген ҡуҙғаттым”, — тип үкенде ул. Тик Гөлйөҙөм апай ауырлыҡтарға күптән күнгәйне инде, үҙенең хистәрен тышҡа сығарманы. Ул, альбом биттәренә күҙ һала-һала, тағы һөйләп китте:
— Әсхәттең үле хәбәрен алғас, үҙем дә һуғышҡа китәм тип шашынып йөрөгәйнем дә — ебәрмәнеләр. Өс балаңды ташлап ҡайҙа бараһың? Уларҙы кем ҡарар, тинеләр. Шунан аҙ булһа ла һуғышсыларға еңелерәк булмаҫмы, дошман тиҙерәк дөмөкмәҫме тигән уй менән йорт йыһаздарымды, затлыраҡ кейем-һалымдарымды һаттым да, Әсхәт менән икәүләп йыйған аҡсаларымды ла ҡушып, оборона фондына илтеп бирҙем.. “Был аҡсаға танк яһағыҙ”, — тинем.
Үҙем ул саҡта алмаш күлдәкһеҙ тороп ҡалғайным — йәшәнем, һуғыш бөткәс, бөтәһе лә булды. Иҫән булһаң, донъя малы табыла ул. Тик үлгәндәр генә кире ҡайтмай. Ана, Әсхәтем... Китте лә юғалды... Ә күңел ышанмай. Ҡасан да булһа бер ҡайтыр кеүек, һаман көтәм. Өмөт бит... Шайтан ғына өмөтһөҙ була, тиҙәр... Әлеге шул өмөт тигән нәмә булмаһа, һуғыш ваҡытындағы ул ауырлыҡтарға түҙер инеме ни әҙәм балаһы?! Сыҙай алыр инеме ни?..
Һи-и, иҫкә алһаң ул замандарҙы... Уйлап торһаң... Ниндәй генә нужалар төшмәне әҙәм башына! Әсхәтем театрҙағы ир-егеттәрҙе эйәртеп һуғышҡа киткәс, театрға етәкселек итеүҙе миңә тапшырҙылар. Артистар етешмәй, транспорт юҡ. Яңы постановка өсөн кейем, декорация өсөн материал табыу үҙе бер проблема була торғайны. Ирҙәр ролен башҡарған саҡтарыбыҙ ҙа аҙ булманы. Ваҡыты менән театрҙың декорацияларын ауылдан ауылға илтеү өсөн машина түгел, ат йәки үгеҙ таба алмаған саҡтар ҙа була ине, ә үҙебеҙ колхоздан нимә бирһәләр, шуның менән туҡланып, бер ауылдан икенсеһенә йәйәүләп йөрөй инек.
Бигерәк ауыр саҡ ине шул, халыҡтың күңеле һыныҡ саҡ ине. Һуғыш яфалары арҡаһында күңелдәренә юшҡын ултыра башлаған, һуғышта яҡындарын юғалтыу ҡайғыларынан баштары эйелгән кешеләрҙең театр ҡарағандан һуң йөҙҙәре яҡтырып, күңелдәре күтәрелеп китеүен күреү беҙгә, артистарға, үҙе ҙур һөйөнөс була торғайны. Юҡ, ауылға килгәс, спектакль ҡуйыу менән генә сикләнмәй инек беҙ ул йылдарҙа. Көндөҙҙәрен колхозсыларға ашлыҡ таҙартыу кеүек эштәрҙә лә ярҙамлаша инек, ырҙын табаҡтарына, баҫыуҙарға сығып, халыҡты һуңғы яңылыҡтар менән таныштырыу, баҫыу стандарында стена газеталары сығарыу, лозунгылар яҙыу кеүек эштәр ҙә беҙҙән ситтә ҡалмай ине.
Ауылға килгәс, яҡты йөҙ менән ҡабул итһәләр, уныһын ғына рәхәтләнеп эшләй инек инде. Тик бөтә етәкселәр ҙә бер төрлө булмай бит ул. Берәүҙәр театрҙы халыҡҡа файҙалы эш итеп ҡараһа, икенсе берәүҙәре: “Эш ҡалдырып, мәшәҡәт арттырып йөрөйһөгөҙ шунда!” — тип һуҡрана, ыңғыраша ла торғайны.
Бер ваҡыт шулай (һуғыштан һуң әле быныһы) көҙгө бысраҡта бик артта ҡалған бер колхозға барып сыҡтыҡ. Ун биш саҡрым йәйәүләп барҙыҡ, әммә колхоз рәйесе: “Кәмит ҡайғыһы юҡ әле миндә! Токтарҙа ашлыҡ яна, план өҙөлә. Клуб тулы иген сереп ята. Үҙ ҡайғыбыҙ үҙебеҙгә еткән”, — тип беҙҙең менән кешесә һөйләшергә лә теләмәй. Колхоз клубында сығыш яһарға рөхсәт алыу өсөн генә лә сәғәттән артыҡ сәкәләшергә тура килде был хәсрәт етәксе менән. Артистарҙың да ауылдан ауылға тиккә генә йөрөмәүҙәрен, халыҡҡа хеҙмәт итеүҙәрен бик һәйбәтләп аңлатҡас ҡына:
— Ярай, улайһа, клубтағы игенде сығарырға ярҙам итһәгеҙ, күрһәтерһегеҙ кәмитегеҙҙе, — тип ризалашты ул, тешен ҡыҫып.
Беҙ клубтағы ашлыҡты тейәп келәттәргә оҙатҡансы, клубтың иҙәндәрен йыуып, стеналарын һепереп, сәхнәгә декорацияларҙы ҡорғолағансы, ҡараңғы ла төшөп өлгөрҙө. Юлдан арып килгәндән һуң, ултырып аҙыраҡ хәл алырға ла ваҡыт ҡалманы. Шулай ҙа спектаклде һуңлатманыҡ, билдәләнгән сәғәттә башланыҡ. Артистар арығанлыҡтарын тамашасыларға һиҙҙермәнеләр, ҙур күтәренкелек менән, халыҡтың йөрәген елкендерерлек итеп уйнанылар.
Постановка тамамланғас, мин сәхнәгә сыҡтым да:
— Иптәштәр, колхоздың ырҙын табағында таҙартылмаған ашлығы ҡыҙып, янып ята икән. Хәҙер беҙ, һеҙгә аҙ ғына булһа ла ярҙам итеү ниәте менән, ырҙын табағына өмәгә киләбеҙ. Колхоз йәштәрен дә үҙебеҙ менән бергә төнгө эшкә саҡырабыҙ, — тип хәбәр иттем. Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, залдағы халыҡ тағы гөрләшеп ҡул сапты. Тамашасылар:
— Рәхмәт инде, былай ҙа күңелдәребеҙҙе күтәрҙегеҙ!
— Арып йөрөмәгеҙ!
— Һеҙҙән башҡа ла тырышырбыҙ!
— Рәхмәт, — тип шаулаша башлағас, бер аҡ һаҡаллы ҡарт сәхнә алдына сығып баҫты ла, таяғын туҡылдатып, ҡарлыҡҡаныраҡ тауыш менән:
— Йәмәғәт, был ни була инде? Театрсыларҙың колхозға килеп иген таҙартҡанын көтөп ятырға ҡалдымы ни инде беҙҙең хәлдәр? Улар эшләгәндә йоҡлап ятһаҡ, оят булмаҫмы һуң беҙгә? Ни уйлайһығыҙ, йәштәр? — тип ярып һалды. Халыҡ тағы шаулаша башланы:
— Барабыҙ, барабыҙ!
— Үҙебеҙ ҙә өмәгә сығабыҙ!
— Артистарҙан башҡа ла эшләрбеҙ!
— Килештек, улайһа, дуҫтар! — тип һуңғы тапҡыр мөрәжәғәт иттем мин тамашасыларға. — Хәҙер бергәләп өмәгә!
Сәхнәлә уйнаған кейемдәребеҙҙе юл кейемдәренә алмаштырҙыҡ та, баянисты алдан төшөрөп, йырлаша-йырлаша ырҙын табағына йүнәлдек. Йыр-гармун тауышын ишетеп, колхозсылар ҙа беҙгә эйәрҙе.
Шулай көтмәгәндә генә өмә яһап, колхоз рәйесе йоҡоһонан уянғылағансы, ырҙын табағында ҡыҙып ятҡан ашлыҡты таҙарттыҡ та ҡуйҙыҡ. Аҙаҡтан артистарҙың был эштәрен күреп, колхоз рәйесенең дә күңеле йомшарып киткән, ахырыһы, беҙҙе маҡтап гәзиткә хәбәр яҙып ебәргән.
И-и-и, йәшерәк саҡта беҙҙең елкәләргә төшкәндәрҙе иҫкә ала башлаһаң... Күрҙе инде ул замандарҙа баштар... йәйҙәрен түҙерлек була ине әле ул, ә бына ҡыштарын... Юлдарҙы ҡар баҫып китә, өҫтәрҙә йоҡа. Көнө буйына юлда туңып киләһең дә, унан, йылынып та өлгөрмәйенсә, сәхнәгә... Клубта һалҡын. Тамашасылар толоп, бүрек, бейәләй кейеп ултыралар, ләкин бит артист сәхнәгә толоп кейеп сыға алмай. Ул пьеса нисек талап итһә, шулай кейенергә тейеш. Театр тамамланғансы, тештәр тешкә теймәй башлай ине. Ярай ҙа, клубтан ҡайтҡандан һуң, рәхәтләнеп ял итерлек йылы өй эләкһә... Тик ул заманда йылы өйҙәре лә бик һирәк тура килә ине уның.
Бер ваҡыт шулай ҡышҡы сатлама һыуыҡта “Башмағым” комедияһы менән ҙур ғына ауылға килеп сыҡтыҡ. Колхоздың клубы ҙур былай, йыйнаҡ. Тик беҙ килгәнсе рәтләп яғылмаған, бикле торған. Артистар килгәс, мейесте яғып, иҙәндәрҙе йыуып алған булдылар булыуын. Тик аҙналар буйына бикле торған ҙур бина бер яғыу менән күпме генә йылына инде ул. Йыуғандан һуң сәхнә иҙәндәре боҙланып туңды ла китте.
Комедияла, иҫеңдәлер, моғайын, Хәйрүш менән Сәлим баҡсаның бер мөйөшөндә эсеп, йырлашып ултырған күренеш бар. Хәйрүш ролен мәрхүм Әхмәр ағай уйнай ине. Сәхнәгә сығып ултырыу менән, Әхмәр ағайҙың салбар төбө боҙло иҙәнгә йәбешеп ҡатҡан да ҡуйған икән. Урынынан һикереп торғайны, салбар төбө, йыртылып, иҙәнгә йәбеште лә ҡалды. Бына көлә халыҡ, бына көлә... Берәү булһа, билдәле, бындай хәлдә юғалып ҡалыр ине. Ә Әхмәр ағай: “Их, Сәлим туған, кейергә рәтле ыштан ғына ла булмағас, ниңә йәшәйбеҙ һуң был донъяла!” — тип барыһын да иҫке тормоштоң ауырлығына япһарҙы ла ҡуйҙы.
Шаршау ябылғас, төпһөҙ салбарлы Әхмәр ағайҙан көлә-көлә, үҙебеҙҙең дә эстәребеҙ ҡатып бөттө.
Бына шулай йөрөй торғайныҡ беҙ ул замандарҙа...
Гөлйөҙөм апай, альбом биттәренә төбәлеп, тынып ҡалды. Оҙаҡ ҡына уйланып ултырғас:
— Әлеге шул йәшлек, сәнғәт эшенә артыҡ бирелгәнлек йөрөткәндер инде, күрәһең, һалҡындан да, аслығынан да, ауырлығынан да ҡурҡмай торғайныҡ, — тип өҫтәне.
— Һеҙ батыр булғанһығыҙ шул, Гөлйөҙөм апай, ҙур йөрәкле, талантлы кешеләр булғанһығыҙ, — тине Гөлсинә, һоҡланып. — Беҙгә хәҙер ҡайҙа инде ул...
— Улай тимә, һеңлем, донъя өйрәтә ул, — тип ҡаршы төштө оло артист. — Хәҙер һеҙгә бөтә мөмкинлектәр бар. Рәхәтләнеп эшләргә, ҡанатты теләгәнсә йәйергә мөмкин. Тик талантың булһын. Ҡайһы бер йәш артистар беҙҙең театрҙы һанға һуҡмаған булалар. Өфөлә ҡалырға тырышып яталар, әммә, уйлабыраҡ ҡараһаң, үҙ эшен яратҡан артист өсөн сәхнәнең ҙуры ла, бәләкәйе лә юҡ уның. Ошондай беҙҙеке кеүек күсмә театрҙарҙан аҙмы ҙур таланттар үҫеп сыҡҡан. Талантың булмаһа, сәхнә генә ярҙам итә алмай ул. Ана, сәпсек сыйырсыҡ ояһына ла оялап ҡарай ҙа бит, тик барыбер сыйырсыҡ кеүек һайрай алмай, сәпсек булып ҡала.
...Был көндө улар тағы бик оҙаҡ һөйләшеп ултырҙылар. Дөрөҫөрәге, Гөлйөҙөм апай һөйләне, Гөлсинә тыңланы. Тиҙҙән улар, бер туғандар кеүек, яҡын дуҫтар булып киттеләр.
Йәштән үк эшләп үҫкән, тик тороуҙы ене һөймәгән Гөлсинә өй эштәренә Гөлйөҙөм апайҙың ҡулын да тейҙермәне. Иҙәндәрҙе лә йыуҙы, ашарға ла әҙерләне, башҡаһын да ҡараны.
Гөлйөҙөм апай үҙе лә, мин оло артист тип, түр башында ҡул ҡаушырып ултыра торғандарҙан түгел, бик кеселекле, ярҙамсыл, тынғыһыҙ бер кеше ине. Йәштәр алдында бурыслы булып ҡалманы ул. Яңы ғына донъя көтә башлаған Гөлсинәне тәмле-тәмле ҡамыр аштары бешерергә, вареньелар ҡайнатырға, йәшелсә-емеш консервалары яһарға, ҡаласа итеп ҡунаҡ өҫтәле әҙерләргә һәм тағы үҙе генә белә торған бик күп эштәргә өйрәтте.
Шулай ҙа Гөлйөҙөм апайҙың йәш артисҡа күрһәткән яҡшылыҡтары был ғына түгел ине әле. Уның иң ҙур ярҙамы нәҡ бына уларҙың уртаҡ эшенә — театрға бәйле булды. Оло сәхнә оҫталары юғарылығына күтәрелеү өсөн үҙ-үҙеңде аямайынса, ваҡыт менән иҫәпләшмәйенсә эшләргә, туҡтауһыҙ өйрәнергә, эҙләнергә кәрәклеген Гөлйөҙөм апай менән тора башлағас Гөлсинә тағы ла нығыраҡ аңланы. Гөлйөҙөм апай театр өсөн йәнен бирергә әҙер тора ине. Аҙ ғына буш ваҡыты булды иһә, ҡайҙа, бынауҙар менән кәңәшләшеп алайыҡ әле, тип сәнғәт тураһындағы әҫәрҙәрҙе ҡулынан да төшөрмәй, яңы постановкаларҙы әҙерләгәндә театрҙа үткәрелгән репетициялар менән генә сикләнеп ҡалмай, өйгә ҡайтҡас та үҙ роле өҫтөндә эшләүен дауам итә ине.
Унан күреп, йыш ҡына Гөлсинә менән Рәмил дә үҙ ролдәрен өйрәнергә тотоноп китәләр. Оло артист йәштәрҙең һәр хәрәкәтен, уларҙың һәр репликаны нисек әйтеүҙәрен аҫтан ғына күҙәтеп, тыңлап ултыра. Уларҙың уйынында аҙ ғына ышандырмаған, килешмәгән, үҙенә оҡшап етмәгән нәмә күрҙе иһә, был урынын былайыраҡ итеп башҡарғанда, нисегерәк булыр икән, тигән булып, үҙе уйнап күрһәтә торғайны. Шулай мин-минлеген һиҙҙермәй генә, туҡтауһыҙ ярҙамлашып, үҙе генә белә торған сәхнә серҙәрен әкренләп йәштәргә лә өйрәтте Гөлйөҙөм апай.
Шуға күрәлер инде, был тынғыһыҙ, оло йәнле артисты үҙ әсәһе кеүек яҡын күрә башланы Гөлсинә. Унан ҡайғыһын да, шатлығын да йәшермәне, уның менән кәңәшләшмәйенсә, бер нәмә лә эшләмәне.
Бәлки, Рәмил менән ни өсөн боҙолошоуҙары тураһында Гөлйөҙөм апайға әйтергә, айырылышыу ҡәҙәр ҙур, хәтәр аҙымды яһағансы, уның менән кәңәшләшергә кәрәк булғандыр Гөлсинәгә, ләкин ул Рәмилде ни өсөн өйөнән ҡыуып сығарыуын башҡаларҙан ғына түгел, Гөлйөҙөм апайҙан да йәшерҙе. Был турала һөйләшергә уның теле әйләнмәне, йөрәге юл ҡуйманы.
Бәлки, Рәмил үҙе иптәштәренә һөйләгәндер, кешеләр алдында үҙ ғәйебен йәшереп, ҡатынын яманлап йөрөгәндер; бәлки, оло артист, ошоно ишетеп, Гөлсинәгә үпкәләгәндер? Әллә башҡа берәй ғәйебе бармы Гөлсинәнең? Ниңә, ниңә хәтере ҡалды икән Гөлйөҙөм апайҙың?..
Гөлсинәнең уйламаған уйы ҡалманы. Тик оло артистың юлда осрағанда үҙе менән ни өсөн шул тиклем һалҡын һөйләшеүенең серен белә алманы ул.
Гөлйөҙөм апай шаҡтай көттөрөп, ҡараңғы төшөр алдынан ғына килде. Ишектән кергәс тә, килеүенең сәбәбен асып һалырға ашыҡманы. Кескәй генә карауатта уйнап ятҡан сабыйҙы ҡулына алып:
— Ҡара, ҡара! Нисек үҫеп киткән минең бәпесем, — тип яратты. Унан Зәйтүнә апай менән донъя хәлдәре, яҙҙың быйыл иртә килеүе, был арала көндәрҙең йонсоу булыуы тураһында һөйләшеп, хәл-әхүәл һорашып ултырҙы.
Бары тик өҫтәл артына сәй янына ултырғас ҡына:
— Йә, ҡыҙым, һөйләп ебәр, һинең хәлдәр нисек? — тип Гөлсинәгә һүҙ ҡушты.
— Һәйбәт кенә әле былай, зарланырлыҡ түгел, — тигән булды Гөлсинә. Үҙе ҡараштарын Гөлйөҙөм апайҙан йәшерергә ашыҡты. Гөлйөҙөм апай быны һиҙгәндерме, юҡмы, — белдермәне.
— Улың бик таҙа булып үҫеп килә былай. Күҙем теймәһен, бигерәк атаһына оҡшаған. Бик иламаймы? Зәйтүнә янына ҡалдырып йөрөй алаһыңдыр инде хәҙер? — тип уратыбыраҡ һүҙ башланы. — Үҙең ҡасаныраҡ эш башларға уйлайһың һуң? Өйҙә ултыра-ултыра ла ялҡып бөткәнһеңдер инде.
— Әллә инде, улай бик ялҡманым да... — тип яуап ҡай тарҙы Гөлсинә, апаһының тел төбөн аңларға тырышып. — Йәш бала менән мәшәҡәтһеҙ генә булмайҙыр инде ул.
— Эйе, эйе, бала үҫтереүҙең ҡыйынлығын да, рәхәтлеген дә күрҙек инде беҙ уның, ҡыҙым, һеҙҙе үҫтереп кеше иткәнсе ауырын да, еңелен дә аҙ татыманыҡ. Инде һеҙгә етем балалар үҫтерергә яҙмаһын. Беҙҙең баштарға килгән оло ҡайғылар һеҙгә килмәһен.
— Һин әйтәһеңме, мин әйтәйемме инде уны, Гөлйөҙөм... — тип Зәйтүнә апай тәрән итеп көрһөнөп алды.— Ошо ҡәһәрле һуғыш арҡаһында беҙ түккән күҙ йәштәрен бергә йыйһаң, күл генә түгел, диңгеҙ булыр ине ул. Беҙ күргән нужалар бер ниндәй йөккә лә һыйырлыҡ түгел бит улар...
Йомшаҡ күңелле әсә үткәндәрҙе тыныс ҡына хәтерләй алманы. Керпек остары тағы сыланды, йөҙөн тағы һары һағыш пәрҙәһе ҡапланы.
Гөлйөҙөм апай, хәтерләүҙәренең бик тәрәнгә китә башлауын һиҙеп, һүҙҙе төп мәсьәләгә күсерергә ашыҡты:
— Мин һине театрҙан китергә йөрөй икән тип ишеткән инем бит әле, ҡыҙым, шуны белергә тип ингәйнем. Ошо хәбәр дөрөҫмө ул?
— Эштән сығарыуҙы һорап ғариза биргәйнем шул, — тине Гөлсинә, башҡа әйтер һүҙ тапмайынса.
— Театрҙа эшләмәҫкә уйлайһың инде, тимәк?
— Икенсе эшкә күсмәксе булам.
— Улай икән... — тине Гөлйөҙөм апай, һуҙып ҡына. — Улай икән... Әле ошо көндәрҙә генә Стэлла бер һалдатҡа эйәреп сығып ҡасҡайны. Хәҙер һин ҡасырға уйлайһың икән... — Унан, тауышын күтәрә биреп, өҫтәне: — Стэлла — Стэлла инде ул. Театрға осраҡлы рәүештә килеп эләккән кеше. Унан өмөт тә юҡ ине, әммә һинән бындай хәлде көтмәгәйнем мин! Һиңә нимә етмәне тағы?
Гөлсинә Гөлйөҙөм апай алдында нисек аҡланырға белмәне, ҡаушап ҡалды.
— Балам бәләкәй... Ташлап йөрөргә... Унан...
Гөлйөҙөм, Гөлсинәнең күҙҙәренә тура ҡарап, ҡырт киҫте:
— Юҡ, һин миңә дөрөҫөн әйт! Балаға һылтанма! Рәмилгә үс итеп театрҙы ташламаҡсы булдыңмы?
Гөлсинә Гөлйөҙөм апайҙың һынаулы, үткер ҡараштарынан йөҙөн йәшерер урын тапманы.
— Уның менән бергә, бер сәхнәлә уйнай алмайым мин, Гөлйөҙөм апай. Ул мине... минең йөҙөмдән көлдө, — тип өҫтәлгә ҡапланып илай башланы. Күңеленән, Гөлйөҙөм апаһы үҙен аңлар, ҡыҙғаныр, яҡлар тип өмөтләнде. Тик күпте күргән ҡарт артист уны бөгөн ҡыҙғанырға ла, яҡларға ла йыйынмай ине. Ул Гөлсинәгә һис тә көтмәгәндә:
— Улай театрҙы, коллективты һанға һуҡмайһың икән, кит! Үҙеңдең шәхси тормошоңдо сәнғәттән өҫтөн ҡуяһың икән, бөгөн үк кит! Сәнғәт ул илаҡ кешеләр эше түгел, сәнғәт ул кешене үҙенә бөтөнләйе менән талап итә. Уға ярты-йорто йөрәкле кешеләр кәрәкмәй! — тип һыҙған шырпы кеүек ҡабынып, ҡыҙып китте. — Тик шуныһы ҡыҙғаныс, мин яңылышҡанмын, һиңә ҙур өмөттәр бағлап... Мин һинән киләсәктә ҙур артист сығыр тип өмөтләнгәйнем, беренсе ҡыйынлыҡҡа осрағас та, ебеп төшөр тип уйламағайным.
Гөлсинә, башын күтәреп, ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына оло артистың күҙҙәренә ҡараны.
– Гөлйөҙөм апай, зинһар, аңлағыҙ мине... Мин бит...
Тик апаһы уның әйтеп бөтөргәнен көтмәне.
— Бик яҡшы аңлайым. Аңлағанға күрә яныңа килдем дә, тип асыу менән тағы бүлдерҙе. — Әллә театрҙағы башҡа артистарҙың шәхси тормошо гел генә ал да гөл булып торған, улар һинеке кеүек кенә ауырлыҡтарҙы күрмәгәндәр, тип уйлайһыңмы? Тормош ул, ҡыҙым, тамаша түгел. Тормошта төрлө хәлдәр була... Миңә иремдең үле хәбәрен сәхнәгә сығырға торған сағымда килеп әйттеләр. Шул саҡта ҡаты ҡайғынан күҙ алдарым ҡараңғыланып, һушымды йыя алмайынса торҙом. Тик шунда ла эшемде ташлап ҡайтып китмәнем, ҡара мисәтле ҡағыҙҙы усыма йомарлаған килеш сәхнәгә, тамашасылар алдына сыҡтым. Күкрәгемде көйҙөргән ҡайғымды тамашасыларҙан йәшереп, сәхнәлә көлкө һүҙҙәр һөйләнем. Ролем шундай ине, көлкөлө ине. Ә һуңынан, ни эшләгәнемде белмәйенсә, ауыл ситенә сығып киткәнмен дә һушымды юғалтып ҡар өҫтөнә йығылғанмын. Иптәштәрем, таң алдынан ғына эҙләп табып, ауылға алып ҡайтҡандар. Ләкин шунда ла театрҙы ташламаным, сөнки мин театрҙан башҡа йәшәй алмай инем, тормошомдо сәнғәттән башҡа күҙ алдына ла килтерә алмай инем. Минең йыуанысым да, ҡыуанысым да ошо ине, театр ине. Ә һин?.. — Гөлйөҙөм апай бер аҙ өндәшмәй торҙо ла әкрен генә тауыш менән өҫтәне: — Мин бит һине, ҡыҙым, килерһең, кәңәшләшерһең, тип көткәйнем. Ошо көндәрҙә беҙгә Өфөнән ҡунаҡтар килә. Айгөл ролен тағы һиңә бирергә тип тора инек... Хәйер, ниңә был турала һүҙ оҙайтып торорға инде...
Гөлйөҙөм апай ашығып кейенә башланы. Гөлсинә үҙен яҡлап нимә әйтергә белмәне, оло артистың йөҙөнә күтәрелеп ҡарарға ла оялып, башын эйгән килеш ултыра бирҙе. Гөлйөҙөм апай уны ҡыҙғанып, уны яҡлап бер генә һүҙ ҙә әйтмәне.
— Ярай, һау булып тороғоҙ, Зәйтүнә! Оҙағыраҡ та ултырҙым, буғай, ғәйепләмә инде, — тип сығып китте.
Ул киткәс, бүлмә тып-тын булып ҡалды. Гөлсинә, ғәйепле кеше төҫлө, бик оҙаҡ әсәһенә күтәрелеп ҡарарға, һүҙ өндәшергә уңайһыҙланып ултырҙы. Ләкин Зәйтүнә апай ҡыҙының күңелен һүҙһеҙ ҙә аңлап тора ине. Ул ике ҡулы менән яңаҡтарына таянып, устары менән йөҙөн ҡаплап, өҫтәл артында тәрән уйҙарға сумып ултырған Гөлсинәгә ҡамасауларға теләмәне. Тауыш-тынһыҙ ғына урын йәйеп, йоҡларға ятты.
Гөлсинә ул төндә бик оҙаҡ йоҡлай алманы. Оло артистың: “Улай театрҙы, коллективты һанға һуҡмайһың икән, бөгөн үк кит! Сәнғәт ул илаҡ кешеләр эше түгел. Сәнғәт ул кешене үҙенә бөтөнләйе менән талап итә. Уға ярты-йорто йөрәкле кешеләр кәрәкмәй!” — тип бөтә йөрәктән ярһып әйткән шелтә һүҙҙәре ҡолаҡ төбөндә сыңлап торҙо.
Ысынлап та, артист булыу, ғүмерен сәнғәт эшенә бағышлау тураһындағы хыялдары — уны уҡығанда ла, эшкә килгәс тә гел яңыға, юғарыға табан өндәп торған йәшлек хыялдары — ошолай бик тиҙ генә, еңел генә ташлап киттеләрме ни һуң Гөлсинәне?! Юҡ, юҡ, улар бер ҡайҙа ла китмәне, онотолманы! Гөлсинә үҙ хыялын күңел һандығына бикләп маташҡан була. Тик ни өсөн? Ниңә үҙ-үҙеңде алдап аҙапланырға? Ул бит барыбер сәхнәнән айырылып, Гөлйөҙөм апайҙарҙан айырылып йәшәй алмаясаҡ, бәхетле булмаясаҡ. Театрға бер генә көн бармай ҡалһа ла, күңеле бойоға башлай бит Гөлсинәнең. Уның бит ялға сыҡҡан сағында ла көн дә иптәштәре эргәһенә барып, сәхнә туҙанын еҫкәп ҡайтмайынса, күңеле тынысланмай торғайны. Ниңә әле бөгөн килеп ул үҙ бәхетенән үҙе ҡасырға, сәнғәттең оло юлына алып сыға торған үҙ баҫҡысын үҙе һүтергә йыйына? Бының менән кемдән үс алмаҡсы була ул? Үҙенән бит, эйе, үҙенән!
“...Тик шуныһы ҡыҙғаныс, мин яңылышҡанмын, һиңә ҙур өмөттәр бағлап яңылышҡанмын. Мин һинән киләсәктә ҙур артист сығыр тип өмөтләнгәйнем, беренсе ҡыйынлыҡҡа осрағас та, ебеп төшөр тип уйламағайным...”
Шулайҙыр ҙа бит, Гөлйөҙөм апай, ләкин тағы нисек бер нәмә булмаған кеүек ошо Рәмил менән бер сәхнәлә уйнарға, бер нәмә булмаған кеүек уның хыянатлы күҙҙәренә ҡарап һөйләшергә тейеш һуң Гөлсинә? Үҙе күрә алмай, ә үҙе һаман да ярата бит ул был кешене! Нисек аңламайһығыҙ быны һеҙ, Гөлйөҙөм апай?
“Әллә театрҙағы башҡа артистарҙың шәхси тормошо гел генә ал да гөл булып торған, улар һинеке кеүек кенә ауырлыҡтарҙы күрмәгәндәр тип уйлайһыңмы? Тормош, ул, ҡыҙым, тамаша ғына түгел. Тормошта төрлө хәлдәр була...”
Төрлө хәлдәр... Эйе, төрлө хәлдәр була икән шул, Гөлйөҙөм апай...
Был төндә оҙаҡ ултырҙы, оҙаҡ уйланды, оло артист һүҙҙәрен ҡат-ҡат иҫенә төшөрҙө Гөлсинә. Үҙенең театрҙан китеүен аҡларлыҡ күпме генә сәбәптәр эҙләп аҙапланһа ла, таба алманы. Гөлйөҙөм апайҙың хаҡлы булыуына уйланған һайын нығыраҡ ышанды. Икенсе көндө иртүк тороп кейенде лә эштән сығарыуҙы һорап яҙған ғаризаһын ҡабат алырға тип театр директорына китте, һәм ошо көндө үк Гөлсинә, Рәмилгә булған бөтә үпкәләрен, бөтә асыуҙарын ситкә ҡуйып, яңынан ең һыҙғанып эшкә тотондо.
Театр коллективы өсөн ҡыҙыу көндәр ине. Коллектив “Айгөл иле” исемле яңы постановканы ҡала тамашасыларына күрһәтергә әҙерләй, Өфөнән ҡунаҡтар көтә ине. Яңы спектакль ҙур уңыш менән үтте. Постановка тамамланғандан һуң, спектаклдә төп ролде башҡарған Гөлсинә менән Рәмилде халыҡ көслө алҡыштар, хуплауҙар аҫтында ҡат-ҡат сәхнәгә саҡырып сығарҙы. Йәштәр уларға яҙҙың беренсе сәскәләрен бүләк иттеләр.
Был кисте Рәмил ҡатынының күҙҙәренә ҡарап туя алманы. Яңы ғына керпеген асҡан май сәскәһе кеүек матур, тормоштоң үҙе кеүек һоҡланғыс ине Гөлсинә. Сәхнәлә бергә уйнаған ваҡыттарында уның ғорур ҡараштары Рәмилдең йөрәген өтөп-өтөп алды. Шул сағында Рәмил, ни өсөндөр, Гөлсинәне түбәһе болоттарға тейгән мәғрүр таш ҡаяға тиңләп, үҙен ошо ҡаяға яҡынайырға юл таба алмай аптыраған юлсы кеүегерәк хис итте. Гөлсинәһе бик-бик яҡын да, шул уҡ ваҡытта сикһеҙ йыраҡ та ине унан.
Һуңынан Өфөнән килгән ҡунаҡтар, театр коллективының яңы эшенә ҙур баһа биреп, Айгөл ролен башҡарған Гөлсинә исемен айырыуса ихтирам, маҡтау һүҙҙәре менән телгә алдылар.
Гөлсинәне барыһынан да бигерәк Гөлйөҙөм апайҙың рәхмәт һүҙҙәре ҡыуандырҙы. Оло артист, клубтан кешеләр таралып бөткәс, Гөлсинәне ҡосаҡлап алды ла:
— Мин ышанғайным һиңә! Үҙемә ышанған кеүек ышанғайным. Рәхмәт! — тип бышылданы. Кинәт күңеле йомшарып китте булһа кәрәк, башҡа бер һүҙ ҙә әйтә алманы. Ашығып, сәхнәнән төшөп китте. Гөлсинә уны урамға сыҡҡас ҡыуып етте лә:
— Апай, йәнем, минең һеҙгә бөгөн әллә нәмәләр бүләк иткем, йөрәгемде ярып биргем килә, ләкин ошо сәскәләрҙән башҡа бер нәмәм дә юҡ. Шуларҙы булһа ла алығыҙ, — тип тамашасылар биргән умырзая сәскәләрен уға бүләк итте. Шул сағында ул беренсе тапҡыр оло артистың керпектәре сыланғанын күрҙе...
Был Гөлсинәнең улы тыуып, дүрт ай эшләмәйенсә торғандан һуң, беренсе башлап сәхнәгә тамашасылар алдына сыҡҡан көнө ине, бик шатлыҡлы көнө ине.
* * *
Рәмил клубтан башҡа артистарға ҡарағанда алданыраҡ сығып, ҡатынын урам мөйөшөндә көтөп тора ине. Гөлсинәне оҙата барып, уның менән тағы бер һөйләшеп ҡарарға уйлағайны, ләкин Гөлсинә театрҙан сығыу менән Гөлйөҙөм апайға эйәреп киткәс, Рәмил уңайһыҙланыбыраҡ ҡалды. Гөлйөҙөм апай алдында Гөлсинәнән ғәфү үтенергә йөрәге етмәне. Әҙ генә арттараҡ ҡалып, уларҙың артынан эйәрҙе.
Тышта һибәләп кенә йылы ямғыр яуа. Электр нурҙарына күмелгән ҡала урамдарындағы асфальт көҙгө кеүек ялтырап ята. Тротуар сите буйлап ултыртылған тирәктәр, тирә-яҡҡа хуш еҫ бөркөп, йомшаҡ, йылы елдә әкрен генә тирбәләләр. Баҡсалағы муйыл ҡыуаҡтарынан иҫерткес сәскә еҫе аңҡый. Май ямғыры аҫтында йәшәреп, сафланып ҡалған ҡала, форточ каларын асып ҡуйып, йоҡоға иҙрәй.
Тик Рәмилдең генә йоҡоһо ҡасҡан бөгөн, ул йомшаҡ ямғыр тамсыларының бите буйлап ағып төшкәнен дә, танауын ҡытыҡлаған сәскә еҫтәрен дә һиҙмәй. Үҙенән аҙ ғына алданыраҡ көлә-көлә һөйләшеп атлаған ике ҡатындан башҡа бер нәмәне лә күрмәй ҙә, ишетмәй ҙә ул. Гөлсинәһе уға бөгөн нимә тип яуап бирер? Уның менән һөйләшерме, юҡмы? Сабыйы хаҡына ғына булһа ла уның ҙур ғәйебен кисерерме?
Рәмил ошо һорауҙарға тиҙерәк яуап алыу, Гөлсинәнең һүҙҙәрен ишетеү тураһында ғына уйлай ине. Уға хәҙер башҡа бер нәмә лә кәрәкмәй, тик ҡатынының үҙен ғәфү итеүе генә кәрәк. Шунһыҙ Рәмилдең күңеле тыныслыҡ таба алмаясаҡ, шунһыҙ ул бәхетле булмаясаҡ.
Бына уның Гөлсинәһе Гөлйөҙөм апайҙы өйөнә саҡлы оҙатып ҡуйҙы ла ҡайтыр яҡҡа боролдо. Рәмил, аҙымдарын ҡыҙыулатып, уны ҡыуып еткәс:
— Бигерәк ашығып атлайһың, артыңдан етеп тә булмай үҙеңдең, — тигән булды. Тегеһе үҙенең артынан кем килгәнен алдан уҡ һиҙгән булғандыр, ахырыһы, Рәмилде күреп ғәжәпләнмәне.
— Бала уянып, илап ятмаһын тим, шуға ашығам, — тип яуап бирҙе. Гөлсинәнең үҙ-үҙен тотоуы Рәмилгә был минутта һис тә башҡа ваҡыттарҙағы төҫлө асыулы кеүек тойолманы. Тауышы яғымлы, күңеле күтәренке ине. Рәмил, уның менән тиҙерәк һөйләшеп-аңлашып ҡалырға теләп, тағы һүҙ ҡушырға ашыҡты:
— Бигерәк һәйбәт уйнаның һин бөгөн, Гөлсинә! Бөтә кешеләрҙе үҙеңә әсир иттең, һин сәхнәлә саҡта тамашасылар сихырланған кеүек тын да алмайынса ултырҙылар.
— Улай уҡ түгел дә инде, — тип йылмайҙы Гөлсинә, иренең күҙҙәренә ҡарап. — Һин бигерәк шаштырып ебәрәһең. Театр ҡарайым тип тын алмайынса ултыра була тиме кеше?
Ул әҙерәк өндәшмәйенсә килде лә, ҡапыл ғына иренең ҡулынан алып:
— Ә, ғөмүмән, бөгөнгө спектакль бик оҡшаны миңә,— тине. Унан, тауышын күтәрә төшөп: — Әйҙә, тиҙерәк атлайыҡ әле. Бала асығып бөткәндер, — тип өҫтәне.
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Рәмилдең түбәһе күккә тейгәндәй булды. Ул түҙмәне, ҡатынын күкрәгенә ҡыҫып алды ла, ямғырҙа еүешләнгән сәстәренән, биттәренән шашынып үбә-үбә:
— Гөлсинә! Ниндәй гүзәл кеше һин, Гөлсинә! — тип бышылданы.
Гөлсинә, иренең шашынған хистәре иркенә буйһоноп, телһеҙ ҡалды. Нисәмә көндәр буйына күңелен баҫып торған ҡаты таш ҡапыл ғына иреп юғалғандай булды. Бер минут эсендә иренә булған бөтә асыуҙары, бөтә эркеүҙәре онотолдо. “Һинһеҙ йәшәй алмайым мин, йәнем!” — тип, Рәмилдең муйынына һарылып, туйғансы илағыһы килде. Тик иренең ҡарашы менән осрашҡас, ул бөтәһен дә яңынан хәтерләне. Ғәйепле иренә ҡапыл ғына шулай йомшаҡлыҡ күрһәтеүе өсөн, уның иркәләүҙәре алдында май кеүек иреп төшөүе өсөн үкенеп ҡуйҙы.
— Ебәр! Йөҙөңдө күргем килмәй! — тип Рәмилде ситкә этәрҙе лә өйҙәренә табан йүгерҙе. Рәмил ҡатынынан айырылып урамда яңғыҙы ғына тороп ҡалырға теләмәне, Гөлсинә артынан эйәрҙе.
Улар ҡайтҡанда, Зәйтүнә апай йоҡлағайны инде. Гөлсинә бүлмәлә ут ҡабыҙып, ямғырҙа еүешләнгән кейемдәрен тиҙ-тиҙ генә алмаштырҙы ла, ишек тупһаһында нимә эшләргә белмәйенсә аптырабыраҡ торған Рәмилгә һынаулы ҡараш ташлап, һүҙ ҡушты:
— Әрһеҙләнеп ҡайтып ингәс, уҙ инде, сисен! Ишек һаҡсыһы кәрәкмәй миңә!
— Гөлсинә, мин бит...
Ул Рәмилгә һүҙен әйтеп бөтөрөргә ирек бирмәне:
— Кәрәкмәй, аҡланма!
Рәмил, башын эйеп, өҫтәл артына барып ултырҙы ла һүҙһеҙ ҡалды. Гөлсинә сәй йылытты, өҫтәл әҙерләне. Икеһенә лә сәй яһаны. Ҡатыны эшен бөтөрөп, үҙенә ҡаршы килеп ултырғас, Рәмил тәрән итеп көрһөндө лә:
— Гөлсинә, һуңғы тапҡыр үтенеп һорайым, минең ахмаҡлығым өсөн балабыҙҙы етем итмә! Кисерә алһаң, зинһар, кисер инде, — тип ялбарҙы.
Шул сағында Гөлсинәнең нисәмә көндәр, төндәр, буйына күңеленә тынғы бирмәгән һорауҙары, Рәмилгә хөкөм ҡарары булып, тышҡа атылып сыҡты:
— Кисерергәме? Бөтәһен дә оноторғамы? Тик нисек? Нисек онотайым мин был хурлыҡты? Һин бит минең йөрәгемдәге иң нескә, иң изге хистәремде, мөхәббәтемде яраланың! Аңлайһыңмы шуны, яралы мөхәббәт менән нисек йәшәргә һуң, нисек?!
— Аңлайым да бит, хәҙер һуң бит инде, ни эшләйем һуң, Гөлсинә?
— Их, Рәмил, теге ваҡытта ниңә был турала уйламаның һуң һин? Ниңә уйламаның?! Мин кисереү менән генә бөтәһе лә элеккесә, иҫкесә ҡалырмы һуң? Йөрәк ғәфү итерме?!
Рәмил ҡатынының һорауҙарына яуап бирә алманы, йәш әсәнең йөрәген ярып сыҡҡан был һорауҙар, киләсәк тормош һынауҙарын көтөп, яуапһыҙ тороп ҡалды...
Тышта төн. Май төнө.
Тышта ямғыр. Ҡояш уянғансы, гөлдәрҙең, сәскәләрҙең биттәрен йыуып өлгөрәйем, тип һибәләп яуған йылы, йомшаҡ май ямғыры. Ямғыр йоҡламай. Ул таң атҡансы ер өҫтөнә тереклек һыуҙары бөркөп, ҡала урамдарын, йәшел туғайҙарҙы, болондарҙы сафландырып ҡалырға ашыға.
Тышта ел. Яҙғы саф, йылы ел. Ул да йоҡламай. Эштән арып ҡайтҡан кешеләрҙең йоҡолары тәмлерәк, татлыраҡ булһын тип, асыҡ ҡалған тәҙрәләрҙән бүлмәләргә ямғыр еҫен, муйыл сәскәләре еҫен бөркөп йөрөй.
Тағы...
Тағы ҡала уртаһындағы йорттарҙың береһендә Рәмил менән Гөлсинә йоҡламай..