

Рәшит Назаров – башҡорт әҙәбиәте тарихына исеме алтын хәрефтәр менән яҙылған шағирҙарҙың береһе. “Ун һигеҙ йәшендә уның ижады уникаль ваҡиға, әҙәбиәттең артабанғы үҫеше күҙлегенән ҡарағанда, тарихи күренеш булды”, – тип яҙҙы хаҡлы рәүештә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев, замандашының ижадына юғары баһа биреп.
Сикһеҙлек, киңлек һәм яҡтылыҡ
Әҙәбиәткә Рәшит Назаров ХХ быуаттың 60-сы йылдарында килде һәм шул осорҙа ижад итте. Был башҡорт әҙәбиәтенең ҙур юғарылыҡҡа күтәрелгән дәүере ине. Шиғриәт өлкәһендә ул саҡта хатта “алтмышынсы йылдар шағирҙары” (поэты-шестидесятники) тигән абруйлы мәғәнә һалынған ҡанатлы һүҙ ҙә барлыҡҡа килде. Шул осорҙа шиғриәтебеҙҙең төп көстәре булып торған Рәми Ғарипов, Әнғәм Атнабаев, Рафаэль Сафин, Абдулхаҡ Игебаев, Марат Кәримовтарҙың ижады халыҡтың оло һөйөүен яуланы.
Башҡорт поэзияһының артабанғы үҫешен билдәләгән Тимер Йосопов, Рауил Бикбаев, Хәсән Назаров, Йыһат Солтанов, Ирек Кинйәбулатов, Сафуан Әлибаев, Вафа Әхмәҙиев кеүек шағирҙар ялҡынланып ижад итә башлаған ваҡыт ине. Нәҡ ошо осорҙа илебеҙҙә оло ваҡиғалар: кешенең йыһанға осоуы, ижтимағи тормоштағы “йылыныу миҙгеле” һөҙөмтәһендә әҙәм балаларының күңелендә яҡты киләсәккә өмөттәр уянғайны.
Бына шундай шарттарҙа Рәшит Назаровтың ижад юлы башланды. Әйтерһең, ул ҡуйырған томандарҙы таратып, Ер, Ерҙә йәне-тәне, аңы менән Тәбиғәткә береккән Кеше барлығы хаҡында иҫкәртте.
Бына кескәй генә бер гөрләүек
Ағып бара.
Ул йылғаға яҙҙың йырын
Алып бара.
Баҡсаларҙа хуш еҫ бөркөп
Бөрө бүртә.
Ә яҙғыса ел уны һөйөп,
Үбеп үтә.
Йәки:
Бураҙнаға ҡолаҡ ҡуйып,
Ер һулышын тыңлай кеше.
Шәхестең формалашыуына тәбиғәт, ер-һыу үҙенсәлектәре ҙур йоғонто яһайҙыр, күрәһең. Рәшит Назаровтың Кесе йорто – Башҡортостандың Ауырғазы районына ҡараған Төрөмбәт ауылы – Өршәк йылғаһы буйында урынлашҡан. Уның тирәһендә арауыҡты ҡаплап торған ҡара урман да, бейек-бейек тауҙар ҙа юҡ. Сикһеҙлек, киңлек һәм яҡтылыҡ! Ошо киңлекте һәм бейеклекте Рәшит төрлө ваҡытта төрлөсә күргән, төрлөсә байҡап, төрлөсә “үҙләштергән”: тәҙрә аша ҡарағанда ул – йәйен йәшел алмағаслы, ҡышын аҡ буранлы урам; йорт алдына сығып баҫһа, күрше-тирә йорттарын тоташтырыусы кескәй һуҡмаҡ; ҡырға сыҡһа, бураҙнаһында башаҡ баш күтәргән баҫыу. Үҫеүсе киңлектә иген баҫыуы – Рәшит Назаров өсөн айырыуса мәғәнәле урын, уның аяҡ терәр ере, старт майҙаны. Ошонан ул уйы менән әллә ҡош, әллә ракета булып оса ла бар донъяны урап ҡайта – тик инде икенсе сифатта:
…Киңлек үҫә. Үҫә киңлек,
Ул – тик беҙҙең өлөш кенә.
Талпынам да – ғәйрәт менән
Сығып баҫам Ил өҫтөнә.
Ҡайҙа офоҡ?! Бар донъяны
Сиктән сиккә күреп торам,
Ерем шары – өйөм минең,
Бөтә йыһан – минең урам! (“Үҫеүсе киңлек”).
Рәшит Назаров ижадында халыҡтың тәбиғәткә, донъяға ҡарашындағы боронғо замандарҙан килгән фекерләү үҙенсәлектәре күҙаллана. Башҡорттарҙың ата-бабалары үҙҙәренең мифтары, фольклоры аша киләсәк быуындарҙың ҡан хәтеренә Ер, Һыу, Күк, Ҡояш, Ай (изгеләштерелгән антропоморф образдар), Тыуған ил (әүәл: кендек киҫкән ер, ата-баба ер-һыуы…) кеүек изге төшөнсәләрҙе һала, һеңдерә килгән. Был йәһәттән башҡорт халҡының боронғо “Уҙаҡ менән Туҙаҡ – Бала бәшнәк ярсығы” ҡобайырындағы түбәндәге юлдарҙы иҫкә төшөрөү артыҡ булмаҫ.
Ер-һыу – йөрәк тибешем,
Ер-һыу – минең төп ишем,
……..
Ер-һыу тәне – кеше ул.
………
Ер-һыу – кешенең ише ул,
Ер-һыуҙың ише – кеше ул.
Эпостағы был юлдар айырыуса әһәмиәткә эйә, сөнки бында “Уҙаҡ менән Туҙаҡ”та һаҡланған мифологик ҡараштарҙың иң боронғо ҡатламын сағылдырыусы “Ер-Кеше” мотивы урын ала. Был – донъя мифологияһындағы космогоник ҡараштар менән ауаздаш мотив.
Ҡараштары киләсәккә төбәлгәйне…
Боронғо рухи ҡомартҡыларға хас булған тәбиғәтте ололау, уны йәнләндереп ҡарау, “кешеләштереү” күренеше Рәшит Назаров ижадында ла асыҡ сағыла:
Күңелемде йырға күмелдереп,
Мин ултырам йылға ярында.
Баш осомда шаян йәш ай йөҙә,
Ҡупшы талдар бейей янымда.
Төн бит инде, ләкин тирә-яғым
Гөрләп тора үлмәҫ шау менән.
Шишмә менән шишмә сер бүлешә,
Ҡүҙ ҡыҫыша тауҙар тау менән.
Тормош туйлай. Тыны ялҡын булып,
Йөрәгемдең ҡанын ҡайната.
Күрәм: тауҙар һаман бейей бирә,
Күк йөҙөндә нурлы ай ята.
Ни нурлаған уны? Кем һуң белә!
Әллә ул бер йыһан сереме?
Юҡ! Был ергә күк йылмая,
Йәш ай – уның көләс ирене. (“Күк йылмая”).
Әммә шағир ижадында фольклор мотивтары, уның стиле, иң боронғо образдар туранан-тура ҡабатланмай, күсерелмәй. Йыһан, донъя ағышы, йәшәйеш, рухи ҡиммәттәр хаҡындағы традицион фекерләүҙәр лирик-фәлсәфәүи юҫыҡта, ҡараштары киләсәккә төбәлгән ХХ быуат кешеһе күҙлегенән яҡтыртыла:
Йөҙөн баҫып ергә, моңһоу итеп
Төн көрһөнә минең янымда. (“Таң ҡаршылау”).
Зәңгәр күлдәр – уйсан зәңгәр күҙҙәр,
Зәңгәр бейеклеккә текләгән.
Улар мәңге күккә баҡҡан,
Улар мәңге йәштәр түкмәгән. (“Зәңгәр күлдәр”).
Экология мәсьәләләре киҫкен торған бер осорҙа ла Рәшит Назаровтың шиғырҙары актуаллеген юғалтмай. Мәҫәлән, “Сәскә” исемле шиғырында өҙөп ташланған умырзая өсөн әрнеүе түбәндәге юлдарҙа күренә:
Меҫкен сәскә! Гүйә, шатлығымдың
Иң-иң нескә ҡылы өҙөлдө.
Асы һағыш, йәнгә әрнеү һалып,
Күңел төпкөлөнә һөҙөлдө.
Йәмле яҙҙың күрке – тере сәскә,
Кем, кем икән уны тапаған?
Йолҡоп алып ергә ташлаған да
Тыныс ҡына ары атлаған!
Кем булһа ла, дуҫтар, кәмһеткән ул
Үҙ шатлығын, ерҙең биҙәген.
Ҡарайым да бына шул сәскәгә,
Эй өҙөлә минең үҙәгем!.. (“Сәскә”).
Рәшит Назаров шиғриәте һүрәтләү саралары, метафоралар яңылығы менән уҡыусыны таң ҡалдыра, уларҙа шағир йөрәгенән сыҡҡан ыңғай, яҡты энергетиканы алып килә торған ғәжәйеп көс бар.
Рәшит Назаров ижадында йөрәк биологик материя ғына түгел, ә тәрән мәғәнә һалынған поэтик образ: йөрәк-йондоҙ (“Йөрәк”), йөрәк-Ҡояш киҫәге (“Ҡояш”), йөрәк-Йыһан (“Ут менән һыуҙы күрһәң бергә”), йөрәк-мөхәббәт алмаһы (“Йөрәгем”).
Уйы – яҙмыш хаҡында
Шуны ла әйтергә кәрәк, шағир йөрәге һәр саҡ нурлы хистәрҙе генә тойоп типмәй, ваҡыты менән ул ижадсыны көйҙөргән утлы ялҡынға әйләнә, ҡай саҡ ҡанһырай, хәлһеҙләнә:
Ҡайғы йыры – күңелһеҙ йыр
Ул йөрәктең һутһыҙ йәше.
Йәки:
Йырым минең – йөрәгемдән
Осоп сыҡҡан шатлыҡ ҡошо,
Йә шул ҡоштоң ҡанатынан
Тамып торған ҡан тамсыһы…
(“Йырым минең – йөрәгемдән”).
Шағирҙың гражданлыҡ лирикаһы ла ошо күп һыйҙырышлы йөрәк образының яҡтыһы менән һуғарылған, шуға уның шиғырҙарында яһалма патетикаға, буш яңғырауыҡлы һорауҙарға урын ҡалмай.
Быны аңлау өсөн түбәндәге шиғыр юлдарына иғтибар итеү ҙә етә. Уларҙа – йөрәгенә Ер шары һыйған шағирҙың хис-тойғоһо:
…Йөрәк аша аҡҡан ҡан бит әйләндерә
Күсәрендә тыуған ерҙе көнөн-төнөн…
Мин ҡайһылай көслө һиңә баҫҡан
саҡта!
Ерем минең, ғорур, гүзәл ерем минең.
(“Ерем минең, ғорур, гүзәл ерем минең”).
Ватансылыҡ тойғоларының үҙенсәлекле сағылышын шағирҙың башҡа бик күп шиғырҙарында ла күрергә мөмкин (“Ил хаҡында күптәр шиғыр яҙған”, “Өнһөҙ тауҙар…”, “Ҡар арып ял итә”).
Рәшит Назаровтың Йыһан, Ваҡыт һәм Арауыҡ, кеше йәшәйеше, уның ер тормошо хаҡында уйланыуҙарына ҡоролған шиғырҙары ла үҙенсәлекле. Поэтик һәләте тыумыштан килгән Рәшиттең ҡарашы, үҙе әйтмешләй, “Йыһан уртаһында баҫып торған” шағир ҡарашы. Был ҡараш берсә йондоҙҙар алыҫлығынан ергә төбәлә, берсә ерҙән күккә олғаша. Йондоҙҙар бейеклеге, күк мөхите нисек кенә уның булмышын яулап алмаһын, шағир ерҙән, тәү башлап тәҙрә аша йыһан ярсығы – урамды күргән изге йорттан бер ҡасан да айырылманы:
Торам донъя уртаһында,
Уйым – яҙмыш тураһында…
Аҙмы ғүмер, ана, ҡара, –
Мәңгелек һәм сикһеҙлекте
Дер һелкетеп осоп бара!
Сикһеҙлектең дөрләп янған
Бер телеме – ҡояш көлә,
Һәм ваҡыттан ҡеүәт эсеп,
Мәңгелектән ялтлап торған
Бер киҫәген күккә элә.
Баҫып торам. Оса Ер ҙә,
Мәңгелек һәм сикһеҙлекте
Күкрәк менән яра-яра.
Эй, йөрәгем, дөрләп ян да
Мәңгелек һәм сикһеҙлекте
Бер талпынып ҡосоп ҡара!
Ер ҙә, ана, осоп бара:
Уның менән сал тауҙарҙың
Бөркөтө лә осоп бара,
Ер ҡорто ла осоп бара…
Уйым – яҙмыш тураһында,
Торам донъя уртаһында…
Шул донъяны ҡосоп ҡара… (“Торам донъя уртаһында…”)
Һүнмәҫ йондоҙ
Рәшит Назаров нимә тураһында ғына яҙмаһын, йөрәгенең һутын һалып, талантының көсөн түгеп яҙҙы. Уның шиғриәте яңылығы, фекер тәрәнлеге, юғары художестволылығы менән айырылып тора. Ул башҡорт шиғриәтен яңы, үҙенсәлекле образдар, поэтик һүрәтләүҙәр менән байытты.
Рәшит Назаровтың яҙмыш, бәхет тураһында уйланыуҙары ла үҙенсәлекле.
Минең яҙмыш. Илем, һинән башҡа
Япраҡ булһа – өҙөлөп шиңгәне.
Бөркөт булһа – һынған ҡанатлыһы,
Сәскә булһа – ҡырау тейгәне…
Минең яҙмыш – һинең даулы булмыш,
Тере мәйет кенә һинһеҙ мин.
Һин булмаһаң –
Киптергескә һеңеп бөтөр бер тамсы.
Һин көс бирһәң – ярһыу диңгеҙ мин!
Һин ерҙәге ҡояш! Яҡын ҡояш!
Ал таңдарға һин бит юл астың!
Яҙмышыма, бәлки, таптар ҡуныр,
Юҡ, мин булмам табы ҡояштың!
Тап та булмам һиңә, ят та булмам,
Һинең һаҡлыҡ – минең сафлығым.
Китһәм һинән, тик нур булып китәм –
Бүтән донъяларға төндө ярып,
Илтер өсөн ҡояш яҡтыһын!
Бер һин минең яҡты яҙмышым!
(“Тик һин минең яҡты яҙмышым”).