

Тел ни өсөн тештең артында? Аллаһ Тәғәләнең хикмәте был. Әгәр тел алда торһа, уйламайнитмәй теләһә ниндәй хәбәр һөйләр ине, тигән фекер һалынған дини китаптарға. Ғөмүмән, әҙәм балаһы һәр һүҙен үлсәп һөйләргә тейеш.
Бер кеше имам-хатип янына килә лә:
– Һеҙҙең турала дуҫығыҙ нимә һөйләгәнен әйтәйемме? – ти, йыш-йыш тын алып.
– Туҡта, көтөп тор, – тип яуаплай мулла. – Нимә әйтергә теләгәнеңде тәүҙә өс иләк аша үткәр.
– Нисек?
– Беренсенән, был һүҙҙәрҙе дөрөҫлөк иләгенә һал. Миңә әйтергә теләгәнеңдең хаҡ икәнен ныҡлы беләһеңме?
– Юҡ. Ишеттем генә...
– Яҡшы. Тимәк, дөрөҫмө-юҡмы икәнен белмәйһең. Хәҙер инде еткерергә теләгән һүҙҙәреңде изгелек иләгенән үткәрәйек. Һин минең дуҫым хаҡында яҡшы хәбәр әйтергә теләйһеңме?
– Юҡ! Киреһенсә!..
– Тимәк, – тип һүҙҙе бүлгән имам-хатип. – Һин уның тураһында, хатта ки дөрөҫлөктө белмәһәң дә, ниндәйҙер насар һүҙ еткерергә ниәтләйһең.
Өсөнсө – файҙа иләге. Миңә был хәбәрҙе мотлаҡ ишетеү кәрәкме? Ул тормошома ыңғай йоғонто яһармы, файҙа килтерерме?
– Юҡ...
– Тимәк, еткерергә теләгән һүҙең хаҡ та, яҡшы ла, файҙалы ла түгел. Бындай осраҡта уны ниңә әйтергә?
Айҙар ӘХМӘТОВ.