Ауыл мәктәбен тамамлағас, беҙ туғыҙынсы класта уҡыуыбыҙҙы Бурлы урта мәктәбендә дауам иттек. Арабыҙҙа Үзбәк һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлап килгәндәр ҙә бар ине. Был мәктәптән килгән алты уҡыусы үҙҙәренең әҙәпле, тыйнаҡ, ярҙамсыл булыуҙары менән башҡаларҙан айырылып тора ине.
Бигерәк тә сабыр холоҡло, аҙ һүҙле, яңы ғына сығып килгән мыйыҡ аҫтынан яғымлы йылмайыуы менән Фәрғәт исемле егет хәтеремдә ныҡ ҡалған. Кәүҙә оҙонлоғо ла бер тигеҙ булараҡ, физкультура дәрестәрендә сафҡа йәнәшә баҫа инек. Шулай итеп, арабыҙҙа дуҫлыҡ ептәре көндән-көн нығый барып, ғүмерлек айырылмаҫ дуҫтар булып ҡалдыҡ. Ул йылдарҙа Бурлы урта мәктәбе татар мәктәбе булғанға, рус теле һәм әҙәбиәтенән башҡа, ҡалған фәндәр татар телендә уҡытылды. Үҙе башҡорт милләтенән булһа ла, Фәрғәт татар әҙәбиәтен яҡын итте, уны тиҙ арала үҙләштерҙе.
1971 йылда мәктәпте тамамлап төрлөбөҙ төрлө яҡҡа таралыштыҡ. Фәрғәт бала саҡ хыялын тормошҡа ашырыу ниәте менән киң профилле механизатор һөнәрен үҙләштерҙе. Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, бөтә ғүмерен тыуған ауылына, "Ағиҙел" колхозына бағышланы. Тәжрибәле механизатор бик күп йылдар шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү звеноһы менән етәкселек итте. Татлы тамыр алыу буйынса был звено ағзаларының күрһәткестәре районда күп тапҡыр иң яҡшыһы тип танылды. Тырыш, намыҫлы хеҙмәте өсөн партияның Ғафури район комитеты, район Советы тарафынан бирелгән күп һанлы Маҡтау грамоталары, бүләктәре араһында ҡул сәғәте, затлы сәй сервиздары быға дәлил булып тора.
Фәрғәт Тәлғәт улы уңған механизатор ғына түгел, өлгөлө ғаилә башлығы, һәйбәт атай булды. Яратҡан тормош иптәше Миңзилә менән дүрт ҡыҙ, ике малайға ғүмер бирҙеләр, тейешле тәрбиә, белем алырға ярҙам итеп оло тормош юлына баҫтырҙылар. Әйткәндәй, йыр-моңға ғашиҡ ғаилә ауыл мәҙәниәт йортонда, шулай уҡ мәктәптә үткән сараларҙа актив ҡатнашып, моңло йырҙары менән ауылдаштарын һөйөндерөп торҙо.
Фәрғәт дуҫым үҙе матурлыҡты, изгелекте күрә, тоя белгән шиғри күңелле кеше булды. Уның Тыуған ил, туған тел, мөхәббәт, тәбиғәт тураһындағы күңел түренә үтеп кергән шиғырҙары район гәзитендә йыш баҫылып сыҡты. Әхлаҡ, тәрбиә тураһында яҙылған мәҡәләләре, юмористик хикәйәләре лә халыҡ күңеленә хуш килде. Үткер ҡәләмле дуҫым ике тапҡыр район гәзитенең Н.Фәрхшатов исемендәге премияһы лауреаты булды. Бер нисә йыл дауамында Фәрғәт Тәлғәт улы "Табын" гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булып эшләне. Көнүҙәк темаларға яҙылған очерктары, мәҡәләләре, хисле шаярыу менән яҙылған юморескалары, аһәңле шиғырҙары гәзитебеҙҙең биҙәге булды. "Мағаш тауышы" ижади берекмәһен етәкләгәндә биргән кәңәштәре, әйҙәүсе һүҙҙәре менән дә Фәрғәт бик күп йәш ижадсыларға ярҙам итте. Әйткәндәй, уның һүҙҙәренә яҙылған егерменән артыҡ йырҙы республикабыҙҙың танылған, күренекле йырсылары үҙҙәренең репертуарына алды.
Хаҡлы ялға сыҡһа ла, тынғыһыҙ, тик ултырырға яратмаған Фәрғәт ҡул ҡаушырып өйҙә ултырманы. Ауыл мәктәбендә газ ҡаҙанлығы операторы булып эшләп, уның эшенән мәктәп хакимиәте лә ҡәнәғәт ҡалыуын тойоп йәшәне. Йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнап йөрөгән дуҫым, ауыл старостаһы вазифаһын да ҙур теләк менән уңышлы башҡарҙы. Эйе, уның тураһында: "Йәшәне, эшләне, башҡарҙы, бик яҡшы ышаныслы яҡын дуҫ булды",-тип кенә яҙырға ҡалды. Сөнки, 2021 йылдың 4 ноябрь таңында мәкерле сир класташыбыҙҙы мәңгелеккә арабыҙҙан алып китте. Тормошто яратҡан, изге хыялдар менән янып йөрөгән дуҫымдың эшләнмәгән эштәре, яҙылып бөтмәгән шиғырҙары, хикәйәләре тороп ҡалды. Беҙ, Фәрғәттең класташтары, был ҙур юғалтыуҙы бик ауыр кисерҙек. Үҙенең "Ғүмер" тигән шиғырында Фәрғәт дуҫым былай тип яҙған ине:
Иңдәремдә хәҙер оҙон яҙмыш,
Күңелемдә күпме кисереш.
Оҙон-оҙон хәтирәләр һыйған,
Ғүмер генә ҡыҫҡа, үкенес.
Үрҙәремә инде үрләгәндә
Үткәндәргә бағам тағы бер,
Моңло йырҙы хәтерләтә кеүек
Уҙып ҡына барған был ғүмер.
Эйе, дуҫымдың бөтә ғүмере моңло бер йыр кеүек булды.
Ләкин, ҡыҙғанысҡа күрә, бик иртә өҙөлдө, бик иртә....
Рим ИСЛАМҒОЛОВ.
Ғафури районы,
Ҡормантау ауылы.