Шоңҡар
+20 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
10 Ноябрь 2022, 14:00

Килен. Повесть. Заһиҙә МУСИНА (4)

— Нығыраҡ туҡма, Булат! Нығыраҡ! Аҡылын уҡыт, — тимәһенме!Эсемә килеп тибеүенән йүткереп ебәрҙем. Аңымды юғалта яҙғанымда, Булатты кемдер һөйрәп алды.

Килен. Повесть. Заһиҙә МУСИНА (4)Килен. Повесть. Заһиҙә МУСИНА (4)
Килен. Повесть. Заһиҙә МУСИНА (4)

Килен

Повесть

Заһиҙә МУСИНА (4)

Яттар һәм туғандар

Бөгөн ял алдым. Көн ҡыҙҙырмаҫ алдан тип иртә менән тышҡа сыҡтым. Биҙрәлә һыуҙа торған балтаны алдым да һарай артына юлландым. Унда мине былтырҙан ҡалған бер арба утын көтә.
Тышта тыныс. Ҡоштар һайрағаны ла һыйырҙар мөңрәшкәне ишетелә. Иртәнге һалҡын һауаны үпкәмә тултырҙым да эшкә тотондом. Эш ауыр булыр тип уйлағайным. Әле еңел бара. Иң башта, ҡул өйрәнгәнсе тип, нәҙегерәк түмәрҙәрҙе ярҙым. Улары ике-өс һуғыуҙан уртаға онталып ҡына торҙолар. Күбәйеп барған утын өйөмө лә ҡыуандыра.
— Һаумы, килен!
Арттағы тауышҡа терт итеп ҡалдым. Әйләнһәм, күрше Фуат ағай атта һыбай тора. Әсмә апайҙың ире. Көтөү көтөргә китеп бара.
— Һаубыҙ! — тинем, эшемдән туҡтап.
— Ул нимә ҡарап таң менән утын ярып йөрөйһөң?
— Эй, — тигән булам, уңайһыҙланып. — Мунса яғырлыҡ ҡына ярып алайым тигәйнем, — тип ниңәлер алданым.
— Булат ҡайҙа?
— Уға эшкә.
— Ну, ҡара килен! Үлтереп кенә ҡуйырҙар инде һине. Йә картуфлыҡтарына һыу ташыталар, йә мунсаһына... Хәҙер ирҙәр эшенә егеп ҡуйғандар... Булат нимәһен ҡарап ята ул?
— Мин бит мунсаға ғына ярам, Фуат ағай...
Шул саҡ һыйырҙы көтөүгә ҡыуып Булат килеп сыҡты. Фуат ағайҙы күреп ҡулын биреп һаулыҡ һорашам тигәйне, Фуат ағай ныҡ итеп тотоп алды ла ебәрмәне:
— Булат, нимәңде ҡарап кәләшең утын ярғанда өйҙә ятаң?!
— Һуң, мин яңы эшкә китеп барам бит. — Булат бәләкәй балалай ебеп төштө лә ҡуйҙы, хатта ҡулын алып та маташманы.
— Һин кәләш алдыңмы, әллә ҡолмо? Ишетһен ҡолағың, тағы берҙе утын ярғанын күрһәм, үҙеңә үпкәлә! — Ҡулын этеп ебәреп ысҡындырҙы ла көтөү артынан сабып китте. Булаттың нимә әйтерен тын алмай көтөп торҙом. Ул һыбай киткән аттың артынан ҡарап торҙо ла бер төкөрөп өй яғына атланы. Артҡа ҡарамай ғына:
— Бар сәй ҡуй! — тине.
Мин үҙебеҙҙең усаҡлыҡҡа йүнәлдем. Майҙа көндәр йылынғас та, шунда йоҡлап йөрөй башланыҡ. Булат ҡәйнәмә инеп китте.
— Ах, һин, эт бисә! — Ҡәйнәмдең ишек алдында тауышы ишетелде. Яҡшыға түгел. Тауышы артынан үҙе лә килеп инде.
— Оялмай күршеләргә ошаҡлашып йөрөйһөңмө?! Бахыр! Өс бөртөк утын ярам тип, ҡулың өҙөлөп ҡуймаһын!
Булат! Барып ҡәйнәмә әйтеп тә килгән!
— Нимә, улай булғас, мин һеҙгә был өйҙө бушлай биргәнде һөйләмәйһең? Ҡәйнә насар инде шунан! Бахыр киленен эшләтә! Бар, вис күршеләргә һөйләп сыҡ...
— Ошаҡламаным бит! Фуат ағай көтөүгә китеп бара ине...
— Нимәңде ҡарап кеше күренгән ерҙә эшләйһең?! — Ҡәйнәмдең ауыҙынан төкөрөктәр сәсрәп китте.
— Һуң утын урам буйында бит...
— Һин ҡара уға! Һин ҡара! Мин уға бер һүҙ әйтәм, ул ҡырҡҡа етә! Ашағанда бер ҙә күп ашайым тимәй. — Хәҙер мин өҫтәл ултыртып йөрөгәнемде күреп ҡалды. — Эш икән, тәк күп, эшләй алмай!.. Марш утынды ярырға! Мин үҙемдең аҡсаға һатып алырға ла, үҙем ярырға тейешмен инде? Ҡалай рәхәт йәшәмәксеһең! Бар! Ярып бөтмәйенсә ишек алдына ла инеп йөрөмә!
Ҡәйнәм мине әрләгән саҡта Булат тупһала тыныс ҡына тәмәке көйрәтте.
— Булат! — тип ҡәйнәм ҡысҡыра башлағас ҡына ул килеп инде.
— Әү, әсәй.
— Ана, бисәңде бөтөнләй тәрбиәләмәйһеңме? Минең елкәгә менеп ултырмаҡсы! Мин ул утынды һатып та алырға, аҙаҡ ярып та бирергә тейешмен...
— Ярмайым тимәйем бит, — тип сығып китеү яғын ҡараным. Ул ҡәйнәнең һүҙҙәрен тыңлағансы эш менән булайым. Был утынды минән башҡа бер кем ярмаҫы билдәле. Эх, Фуат ағай, һин дә ваҡытһыҙ йөрөйһөң...
Ҡояш ҡыҙҙыра башлағансы эш рәхәт барҙы. Утындар осоп ҡына торҙо. Төш етә барған һайын иртәнсәк еңел күренгән эш ауырлашты ғына. Бөтә тән буйлап тир аға, балта ике тапҡыр ауырайғандай тойола. Төшкө ашҡа туҡталдым да дауам иттем. Баш әйләнә башлағандай булһа, күләгәгә барып ултырып алам. Ҡоҙоҡтоң һалҡын һыуын эсәм дә, башымдағы яулыҡты һыулайым да, кире эшкә тотонам. Арый башлаһам, ҡәйнәнең һөйләнгәнен иҫкә төшөрәм, эш еңеләйгәндәй тойола.
Кис етеүгә ҙур ғына түмәрҙәр ҡалды. Башта бәләкәстәрен ярып яңылышҡанмын. Арығас, уларға тотонһам, яҡшыраҡ та булыр ине. Аяҡ аҫтында ғына ятҡан түмәрҙе торғоҙоп ултыртам тигәндә, ҡулым алдынан шарт итеп сыбыртҡы үтеп китте. Тертләп, әйләнеп ҡараһам, Фуат ағай атынан һикереп төшкән.
— Тәким сығарып ебәргәндәр! Ну, Булат! Ну, Фәридә апай! Бар өйгә ин! — Ҡаштары төйөлөп китеп, ҡапҡаға төртөп күрһәтте.
— Юҡ, Фуат ағай! Ҡуйығыҙ! Күп ҡалманы бит! Булат яңы эштән ҡайтты... Ҡәйнәм... — Әйтеп бөтмәнем тағы сыбыртҡы сыйылып китте, ҡурҡыштан артҡа атланым.
— Ин, тинем, килен! — Фуат ағай тағы сыбыртҡы шартлатты. Мин урынымдан ҡыбырламаҫҡа булдым. Ул мине ҡулымдан тотоп ишек алдына һөйрәп тигәндәй индереп китте. Тупһала тәмәке тартып ултырған Булат һикереп торҙо.
— Фуат ағай!
Ул тағы сыбыртҡы шартлатты...
— Булат, мин һиңә бая уҡ нимә тигәйнем?! Үҙеңә үпкәлә, тинем! — Янына ташланды. Булат ишек алды буйлап ҡасырға тотондо. Тауышҡа ҡәйнәм килеп сыҡты.
— Ул ниндәй тауыш! — Күршеһен күргәс тә тынып ҡалды. Фуат ағай инде уның эргәһенә атланы.
— Фәридә апай! Үлтерәһегеҙ ул ҡыҙҙы! Үлтерәһегеҙ! Үҙегеҙгә ҡол алдығыҙмы, әллә киленме?! Уҫлаптай Булат өйҙә бот күтәреп ята! Ә Аҡйондоҙ утын яра! — тип ҡаршыһына сыбыртҡы менән һуғып ебәрҙе. Ҡәйнәм бер аҙым артҡа атланы:
— Килен үҙем эшләйем ти. Эштән бер кем үлмәй...
— Бер ҙә утын ярам тип торған ҡатынды күргән юҡ! Ярай ул ҡыҙығыҙ менән кейәүегеҙҙең ҡосаҡ-ҡосаҡ керен йыуҙырыуығыҙ, картуфлыҡ, баҡсағыҙға һыу ташытыуығыҙ!.. Утын сығып ярыуы бигерәк! Яҡлаусыһы табылыр! Ишетһен, инде күрһәм, Булатты ошо сыбыртҡы менән ярам. Һеҙ тәрбиә бирмәһәгеҙ, мин аҡылын уҡытырмын! Ишеттеңме, Булат!
Булат, килә башлаһа, ҡасып китер өсөн тип, бөтөнләй кәртә ишегенә тотоноп тора ине инде. Ҡәйнәм Фуат ағайҙы өндәшмәй генә тыңланы, ул сығып киткәнсе урынынан ҡыбырламаны. Артынан ҡапҡа шарт ябылғас та ҡәйнәм йөрәгенә тотондо:
— Ой, бөтөрәһегеҙ мине. Ой, йөрәгем! Үлтерәһегеҙ инде... — Солан ишегенә йәбеште.
— Ҡәйнәм, — тип уны тотоп ҡалырға ынтылдым.
— Кит, күргем дә килмәй һине. Кит, — тип теш араһынан ҡысҡырҙы. Булат та килеп етте.
— Әсәй! Нимә булды, әсәй?
— Әсәңә сыбыртҡы менән һуғам тип торғанда, яҡлашманың да! Шунан һуң үҙеңде ир тип атайһыңмы? Ояты ни тора! Ошонда һалып туҡмаһалар ҙа килмәҫ инеңме ярҙамға?! — Ҡәйнәм йөрәген онотоп, әрләргә кереште.
— Һуң әсәй, уның сыбыртҡыһы бар ине бит...
— Тфү! Иҫәр! Бар күҙемдән юғалығыҙ!
— Әсәй..
— Бар нимә тексәйеп тораһың! Утын яр. Киленгә бит эш эшләргә ярамай!
Ағыуын сәсеп өйөнә инеп юғалды.
— Ну, бисә! — тип теш араһынан һүгенеп Булат утын ярырға сығып китте. Хатта аҙаҡ утынлыҡҡа ла теҙеп һалды. Ҡәйнәм Булат менән өс көндәй, минең менән бер аҙналай һөйләшмәй йөрөнө. Бергә йәшәүебеҙҙәге тәүге йылдың иң яҡшы аҙнаһы!
Ҡыҙыҡ бит тормош тигәндәре лә, кеше тигәндәре лә. Ҡасандыр мине бер туған ҡәртәсәйем, ҡапҡаһына ла индермәй, кире бороп ебәрҙе. Ә бөгөн бер туғанлығы ла булмаған кеше, күрше ир, йәлләп, сыбыртҡы менән өйөмә ҡыуып индерҙе, мине үҙ ирем менән ҡәйнәмдән яҡланы...
Был хәлдән аҙна үткәс, Булат килеп инде лә:
— Әсәй һиңә инеп өйҙө рәтләргә ҡушты. Иртәгә ҡунаҡ килә.
Бөттө бәхет. Киттем ҡәйнәмә. Үҙем башлап һүҙ әйтмәҫкә булдым. Биҙрәмә һыу ҡойоп алдым да йыуғыс алып килеп индем. Түрҙә өҫтәл артында ултырған ҡәйнәм миңә әйләнеп тә ҡараманы. Мин дә өндәшмәй төп яҡҡа үттем. Саң һөрткән сепрәгемде алдым да иң беренсе барып сервантын астым. Белеп торам, был гәлсәр рюмкалар, һауыт-һабалар ултырған ергә мине ул яҡын килтермәй. Ярырмын тип ҡурҡалыр, тип уйлағайным башта. Тик теге юлы, мин сығып киттем дә нимәгәлер кире килеп ингәндә, ул рюмкаларын һанап тора ине. Мине шул моң заманғы һауыт-һабаларын урлай, ти, микән! Эй йәнем көйҙө, башҡа яҡын да килмәйем был сервантына, тип үҙемә һүҙ биргәйнем. Бөгөн түҙмәнем. Сервант ишеге шығырлап асылыуы булды, ҡаршымда ҡәйнәм пәйҙә булды. Бер һүҙ ҙә әйтмәй ҡулымдағы сепрәкте тартып алды ла үҙе һөртөргә кереште. Эстән генә көлдөм дә икенсе ерҙә саң һөртөргә киттем.
Иҙән йыуып бөтөүемә ҡәйнәм бер табаҡ ҡамыр баҫып, бәлеш бешерә башлаған ине. Ҡамыр эшен дә миңә ҡушмай. Уның, ысынлап та, күпкә тәмлерәк килеп сыға. Мин турамалар, ит әҙерләү һәм башҡа ваҡ-төйәк эшкә егелдем. Ҡәйнәм менән барыбер һөйләшмәнек. Ошо арала уның холҡон да тойомлай башлағанмындыр. Үҙемә тейешле эште алдан уҡ белеп торам.
Кемдәр һәм нисәлә килеүен Булаттан кис кенә белдем. Иртәгә ҡайным мәрхүмдең бер туған ҡустыһы, һеңлеһе ғаиләләре менән килә икән. Улар шулай йылына бер тапҡыр йыйылып торалар.
Ун икеләргә ҡунаҡтар килеп етә тигәс, мин таң менән тороп ҡаҙан тултырып ит һалып, эшкә барып килдем. Ферманан ҡайтыуыма ҡайынбикә менән еҙнәй ҙә килеп еткән. Усаҡлығыбыҙҙың соланында ике төргәк бысраҡ кер күреп ҡалғас, быны аңланым. Ҡайынбикә балаға уҙыр өсөн дауалау үтеп йөрөй, шуға уларҙың керен йыуыуҙы миңә тулыһынса йөкмәттеләр. Йәһәт кенә кейемемде алмаштырҙым да ҡәйнә өйөнә атылдым.
— Тағы оҙағыраҡ йөрөп булмаймы? — Ҡәйнәмдең бер аҙнанан һуң әйткән тәүге һүҙҙәре.
— Һәр ваҡыттағыса ҡайттым инде...
— Телеңә һалыша бир! Ана бар, итте индер, һалма һал. Хәҙер килеп етәләр. — Ҡәйнәм тыңлап торманы.
— Быға көсөң етәме? Әллә барып Фуатҡа әйтеп киләһеңме? — Ҡайынбикәм төп яҡтан килеп сыҡты. Уға ла һөйләп бөткәндәр!
Нимә тип яуап бирәйем тип торғанда, еҙнәй килеп сыҡты.
— Һаумы, килен! Ни хәлдә? — Йылмайып, һүҙҙе икенсегә бора һалды. Уға рәхмәтле ҡараш ташлап, хәлдәрен һораштым да, ҡаҙан янына сығып киттем.
Ит менән булышып бөткәс, өҫтәл ултырттым. Ҡайынбикәмә теге серванттан һауыт-һаба сығарыу хоҡуғы тейҙе. Мине яҡынлатманы. Ә аҙаҡ йыйыу барыбер миңә эләгә бит инде.
Теүәл ун ике тулыуға ике пар – ҡайнымдың ҡустыһы ҡатыны менән һәм ире менән һеңлеһе килеп инде.
Һәр береһе башта еңгәләре, шунан Булат менән ҡайынбикәм, еҙнәй менән ҡул бирешеп күреште. Иң аҙаҡ минең менән таныштылар. Миңә килгәндәрҙе ҡәйнәм шунда уҡ төп яҡҡа оҙатырға тырышты.
— Һаумы, килен. Кешенән ишеткәйнек инде, сибәр тип. Был тиклем үк тип уйламағайным, — тип ҡул һуҙҙы ҡустыһы.
— Һылыулыҡ менән донъя көтөп булмай — тине ҡайынбикә, ҡәйнәмдең һүҙҙәрен ҡабатлап.
— Ярай, аҙаҡ танышырһығыҙ, — тип ҡәйнәм уны төп яҡҡа оҙата башланы.
Ҡунаҡтар ултырып бөткәс, ҡайынбикә менән аш тарата башланыҡ. Иң аҙаҡҡыһын үҙемә һалдым да төп яҡҡа сыҡтым. Миңә тигән ултырғыс юҡ! Үҙем ултырғыстарҙы иҫәпләп, теҙгәйнем. Эҫе ашты тотоп ҡайҙа ултырырға тип аптырап ҡалдым. Ҡәйнәм дә, Булат та иғтибар итмәне.
— Киленгә урын юҡмы әллә? — тип ҡустыһы өндәшмәһә, миңә ҡарамаҫтар ҙа ине. Ҡәйнәм уҫал текләне. Еҙнәй урынынан торҙо:
— Килен, кил бында ултыр!
— Кейәү! — тине ҡәйнәм. — Уның өҫтәл артында ултырырға ваҡыты юҡ! Бар бәлештәрҙе тел, самауырҙы ҡара.
Илап ебәрмәҫкә тип тиҙ генә боролоп китә һалдым. Эҫе тәрилкәне ултыртырға ла онотоп, мейес артына йәшенеп, күҙ йәштәремде тыйырға тырыштым.
— Килен! Килен! — тигән тауышҡа һиҫкәнеп киттем. Ике тәрилкә тотҡан ҡайынбикә килеп сыҡты.
— Ишетмәйһеңме әллә? Күтҡолаҡ! Һиңә әйтәләр түгелме?
Шунда уҡ күҙ йәштәремде һөртөп, аш болғаған кеше булдым.
— Ағай менән еҙнәйгә өҫтәп һалма һал! — Өҫтәлгә тәрилкәләрен ҡуйҙы. — Элмәнләп, сусҡа еҫе аңҡытып, өҫтәл эргәһенә килеп йөрөмә!
Әйткәненә түҙә алмай, ярһып, тура ҡараным. Тик бер нәмә лә әйтә алманым. Ул минең ҡыҙарған күҙҙәремде күреп, йылмайҙы:
— Тиҙерәк бул!
Өҫтәп аш алып сыҡҡанда ҡәйнәм, ауыҙы супылдап тороп, нимәлер һөйләй ине.
— Ғүмер буйы шул кеше балаларын тәрбиәләнем тиһәм дә була! Ата-әсәләренә рәхәт – мәктәпкә ебәрәләр ҙә ҡотолалар! Ул наҙандарын аҡылға ултыртып бир инде шунан. Ярай былай ғаиләләрҙеке, ғүмер буйы эсеп-сысып йөрөгәндәре лә уҡытып маташалар бит! Уларға хет көнө буйы, төнө буйы тылҡып тор, барыбер иҫәр булып ҡала. Эскесе балаһы эскесенеке инде. Тоҡом тарта. Ана үрҙәге Мараттың өс балаһына ҡара хәҙер: кеше булманылар тәким... Өсөһө лә эсә. Тоҡом инде шул...
Еҙнәй урынында ыуаланып ултырҙы-ултырҙы ла, урынынан тороп сығып китте. Буш тәрилкәләрҙе йыйҙым да аш бүлмәһенә киттем. Еҙнәй шунда ине.
— Аһ, еҙнәй, эш кейемең кейеп ҡайҙа китеп бараһың? Сәй эсмәйһеңме?
— Сәйегеҙҙе бесәй эсһен, — тип ул, ғәҙәттәгесә, йылмайҙы.
— Ҡайҙа бараһың? Ҡәйнәм нимә тиер?
— Эй, ул нимә тиһен инде? “Ҡороғор, туғандарымды яратмай сығып киткән” ти инде, — тип ҡәйнәмде эләкләп алды. — Улар менән ултырғансы сығып картуфлығын утай торам, үлән баҫып бара.
Мин көсләшеп торманым. Сәйгә ризыҡтар әҙерләнем, бөтәһенә лә сәй яһап бирҙем.
— Еңгәй, ҡалай рәхәт икән киленле булыу! — тине ҡайнымдың һеңлеһе.
— Атыу, — тине ҡәйнәм эре генә. — Щитай, үҙемдең служанка! Килен, бар мунса тоҡандыр!
Эй, иҫәр! Берәй нәмә тип яуап бирә алманыңмы? Служанка, имеш! Өндәшмәгәс, служанка булаһың инде! Улай тиһәң, ҡунаҡтар ҡайтып киткәс, эләгәсәк бит. Өндәшмәй яҡшы иткәнмендер әле. Ундай кешене еңеп буламы һүҙ менән?
Үҙемде әрләй-әрләй мунса яғам. Уныһына үҙем төнгә табан ғына барып индем. Һауыт-һабалар, ҡунаҡтарҙы оҙатыу, фермаға йәһәт кенә барып килеү менән көн үткән дә киткән. Бына хәҙер бер өйөм кер йыуам, аҙаҡ үҙем, хәл ҡалһа, сайынып сығам. Мунса соланының иҙәненә һуҙылып ултырып алдым да кер ышҡыйым. Көнө буйы йүгереп йөрөп, аяҡ деүләп тора, ярай ҡулдарҙың хәле бар... Ултырған урынымда ойоп киткәнмен. Мунса соланы ишеге шығырлап асылып китеүенә, уянып киттем. Еҙнәй тора.
— Аһ, һин ятманыңмы ни? — тип аптырап киттем.
— Яңы утап бөттөм дә мунсаға инеп сығам тиһәм, һин бында икән.
— Ошоға тиклем утап йөрөнөңмө ни?
— Һиңә ҡалһын тиһеңме? — тип йылмайҙы еҙнәй. — Һин кер йыуһаң, ҡана мин тиҙ генә сайынып сығайым, — тип мунсаға инеп китте. Йоҡом бөтөнләй осоп, керҙе йәһәт кенә йыуып ҡуйҙым да, еҙнәй керен бирһә тип, һыуҙы түкмәй торорға булдым. Үҙем төнгө һауала мунса тупһаһында ултырам. Ул оҙаҡламай килеп тә сыҡты.
— Ҡайҙа, еҙнәй, кереңде бир, бер ыңғай йыуып ҡуяйым.
— Йыуҙым. Ҡулым бар бит, — тип йылмайҙы ла, керен элергә китте.
Ысынлап та, ҡайынбикә алып килгән төргәктәрҙә керен күргәнем булманы. Эй, еҙнәй, еҙнәй. Күҙем йәшләнә башлағас, тиҙ генә мунсаға инеп юғала һалдым. Сайынып сығыуыма усаҡлыҡтың тупһаһында һаман еҙнәй ултыра ине.
— Ятманыңмы ни, еҙнәй?
— Һине көтөп ултырам. Бына күстәнәс һиңә, — тип һуҙҙы. — Ҡәйнәм аша бирһәң, яртыһы юҡ була торған тип иҫкә төшкәндә ҡулыңа тапшырырға булдым.
Ҡәйнәмдең ул ғәҙәтен шәйләй инем шул. Кеше күстәнәс алып килһә, беҙгә тигәндекен дә иң беренсе үҙе асып ҡарай. Һәйбәт сәй йә шоколад ятһа, берәй арзанына алмаштыра, үҙенең әллә кемдән йәшереп ҡатып бөткән кәнфиттәрен һала.
— Рәхмәт, еҙнәй! — Күңелем йомшарып китте. Баштан уҡ ул миңә яҡын тойолдо был йортта. Шулай өндәшмәй генә йылмайып тик йөрөһә лә, әллә күпме миңә ярҙам итә. Хистәргә бирелеп, күптән һорарға ҡыймай йөрөгән һорауымды бирергә булдым:
— Еҙнәй, нимәгә һуң балалар йортонан ғына бала алып ҡуймайһығыҙ?
Ул, ҡәйнәм йортона ҡараны ла, ғәҙәттәгесә йылмайҙы:
— Тыныс йоҡо, килен. Ял ит. — Өйгә инеп юғалды. Оҙон көн тамамланды.
Иртәгеһенә иртәнсәк ферманан ҡайтып, сәй эсергә йөрөгәндә, усаҡлыҡҡа Булат менән ҡайынбикә килеп инде.
Уларға әйләнеп ҡарауым булды, Булат йоҙроҡлап битемә һуғып ебәрҙе. Нимә булғанын да аңлап өлгөрмәнем, күҙ алды ҡараңғыланып, йондоҙҙар осоп китте. Аяғымда саҡ тороп ҡалдым. Шунда уҡ икенсе йоҙроҡ эсемә килеп эләкте. Был юлы ҡоланым. Ятҡан килеш ҡайынбикәнең ишек төбөндә аяҡтарын күрәм. Ниңә тик тора икән? Нимә ярҙам итмәй?
— Нығыраҡ туҡма, Булат! Нығыраҡ! Аҡылын уҡыт, — тимәһенме!
Эсемә килеп тибеүенән йүткереп ебәрҙем. Аңымды юғалта яҙғанымда, Булатты кемдер һөйрәп алды.
— Нимә эшләйһең, Булат?! — Самат еҙнәй икән.
— Нимә, һиңә лә эләктерер кәрәкме?! — тип Булат уға ташланды. Кәүҙәгә бәләкәйерәк булһа ла, еҙнәй, ауыр эштә йөрөгән кеше, Булатҡа нығыраҡ тондорҙо. Булат хатта бер нисә аҙым артҡы шылды. Көсө етмәгәнен аңлағас, тел менән көрәшә башланы:
— Нимә, еҙнәй, кеше бисәһе менән мунсаға йөрөү оҡшанымы?
— Нимә?!
— Бейә кешнәмәһә, айғыр тешләмәй. — Ҡайынбикә ҡыҫылды.
— Нимә?!
— Кисә һеҙҙең икәүләп мунсанан сыҡ­ҡанығыҙ­ҙы әсәй күргән! Иҫәргә һалышма! — Ҡайынбикә ҡыҙып китте. — Нимә, матур бисә күргәйнең, уйнаҡлап киттеңме? Булат, уйнашыңды тый!
— Ауыҙыңды яп, Миңзифа! Ә һин тейеп кенә ҡара киленгә! — Еҙнәй тегене елтерәтеп тышҡа алып сығып китте. Ҡайынбикә арттарынан йүгерҙе.
— Ҡәйнәм! Ҡәйнәм! — Еҙнәйҙең улай ҡысҡырғанын ишеткәнем булманы.
— Нимә булды? — тигән ҡәйнәмдең тауышы ишетелде.
— Ҡыҫылма, ҡәйнәм! Ҡыҫылма, беҙҙең тормошҡа! Мин һиңә Булат түгел! Өндәшмәгән һайын әллә! Күрмәгәнеңде баҙар бисәһеләй һөйләп ултырма! Һуңғы тапҡыр әйтәм! Ҡыҫылма!
Ҡәйнәмдең тауышы ишетелмәне. Бары тик машина тоҡанды. Мин иҙәндән тора алмай ята бирҙем.
— Әсәй, алып ҡайт мине! — тип кенә бышылдарға хәлем етте.
Еҙнәй, ысынлап та, енләнеп машинаһына ултырып сығып киткән булып сыҡты. Бер нисә сәғәттән ул, аварияға эләгеп, үлгән тигән хәбәр алдыҡ...
Еҙнәйҙе ҡуйғандан бирле ҡайынбикә үҙҙәренә ҡайтырға ҡыйманы. Ҡәйнәм дә уны ебәргеһе килмәне. Аптырайым, нисек шул тиклем изге күңелле, һәр саҡ йылмайым, көлөп, шаярып йөрөгән еҙнәй шул тиклем ауыр ҡарашлы, уҫал, ҡырыҫ ҡайынбикәмде яратты икән? Ниндәй юлдар уларҙы ҡушты? Еҙнәй кеүек изге йөрәкле кешеләр аҡтан ҡараны, яуыздан яҡшыны айыра белә бит! Ҡайынбикәмдә күрмәнеме икән шул аламалыҡты? Бәлки, киреһенсә, ул мин күререгә эшкинмәгән яҡшылыҡты күрә белгәндер? Бының өсөн дә бит ҙур йөрәк кәрәк...
Ҡайғыға батып, ябығып, тынып ҡалған ҡайынбикәмә ҡарап, Самат еҙнәйҙе юҡһыныуын ысын күңелдән икәненә ышандым. Үҙенсә яратҡандыр, бахыр.
Бер төн тышҡа сыҡтым. Тулған ай ҙа йондоҙҙар. Тынлыҡ. Бәҙрәфтән кире боролоп килгәндә генә өйҙөң тупһаһында нимәлер ҡосаҡлап ултырған ҡайынбикәмде күреп ҡалдым. Бер аҙ икеләндем дә янына барҙым. Яҡынлашҡас ҡына еҙнәмдең бындағы эш кейемен тотоп еҫкәп ултырғанын абайланым. Нимә тип йыуатырға белмәй:
— Еҙнәй йәл. Бик һәйбәт кеше ине, — тинем. — Яңылыш үлем...
Ҡайынбикә ҡараманы ла, өндәшмәне лә. Бер минуттан ғына:
— Үлемдең сифаты булмай. Яңылыш та, алдан уйланылған да, көтөлгән дә булмай. Үлем – ул үлем.
Ҡайынбикә туп-тура күҙемә ҡараны. Ул ҡараш! Буп-буш! Эҫеле-һыуыҡлы булып киттем. Тулы ай ғына ялтырай.
— Самат үлде тигәстәр, мин тәүҙә һине ғәйепләнем. Эштә булмаһаң, үҙеңде йыртҡыслар инем. Һинең матурлығыңа алданып, хыянат иткәндер тип уйланым. Һине ҡарғаным...
— Бер нәмә лә булманы. Мин кер йыуа инем...
— Беләм. Ул ундай кеше түгел ине. Шунан әсәйҙе ғәйепләнем. Белеп торам бит инде юҡ-барҙы һөйләгәнен... Аҙаҡ уға ышанған мин иҫәрҙе әрләнем. Ә һуңынан, уның ҡәберенә тәүге ус тупраҡты ташлағас, ғәйеплене табыуҙа файҙа юҡ икәне башыма барып етте. Үлем – ул үлем, килен. Мин башҡа Саматты күрмәйәсәкмен. Ә ул... атай буласағын да белмәй китте...
Эйе, ҡайынбикәм ауырлы булған. Эх, еҙнәй! Һин киттең, ә ҡыҙың был донъяға килде. Был яңылыҡты ишетер өсөн һин мең ғүмереңде лә йәлләмәҫ инең...

Дауамы бар.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас