

- Һеҙҙе еңелмәҫ рухлы, баш эймәҫ холоҡло итеп тәрбиәләгән
ата-әсәйегеҙ хаҡында һөйләгеҙ әле.
- Еңелмәҫ рух һәм баш эймәҫ холоҡ - көрәшселәргә хас сифаттар.
Мин иһә тормошта юғалып ҡалмаҫҡа, ауырлыҡтарға бирешмәҫкә тырышып йәшәгән ябай ҡатын-ҡыҙ ғынамын. Ә атайым менән инәйем бик аҡыллы, эшсән кешеләр ине. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда атайыма ни бары 14 йәш кенә булған. Ауылда ир-егеттәр ҡалмағанғалыр инде, уны шул уҡ йәйҙә мал үрсетеү менән шөғөлләнгән бригаданың етәксеһе итеп тәғәйенләгәндәр. Әйткәндәй, атайым ғүмере буйы шул урынында эшләне. Ул етәкләгән хужалыҡ районда ғына түгел, республикала ла иң алдынғыларҙан һаналды. Инәйем дә йәшлегендә ошо хужалыҡта һауынсы булған. Эшендәге уңыштары өсөн уны 1953 йылда Мәскәүгә СССР-ҙың халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенә ебәргәндәр. Бер-береһен яратышып өйләнешкәндәр, бер-береһен ихтирам итеп, аңлашып йәшәнеләр.
- Хөриә апай, һеҙ бит инде офицер ҡатыны. Ирҙәрен ил
һаҡларға оҙатҡан ҡатындарҙы йыуатып ниҙәр әйтер инегеҙ?
- Уларға сабырлыҡ теләүҙән башҡа нимә әйтәһең инде? Был
тәңгәлдә, рөхсәт итһәгеҙ, мин бер ни тиклем хәтирәләргә бирелеп алыр инем. ...Уҙған быуаттың һикһәненсе йылдары. Алыҫ Көнсығыштағы хәрби ҡаласыҡта көн итәбеҙ. Күршеләрем Олеся Шевчук менән Антонина Мацера - көнбайыш Украинаның Дубно һәм Ровно ҡалаларында тыуып үҫкәндәр. Бәғзелә үҙ телдәрендә бәхәсләшеп китәләр. Олеся Бандера яҡлыларҙы тәнҡитләй. Антонина: “Ти шо, за москалей?» тип енләнә. Мин уларҙы аптырап тыңлап ултырам. Икеһе лә ирҙәренең эш хаҡына ай һайын ниндәй ҙә булһа алтын биҙәүес һатып ала торғайнылар. “Шул тиклем алтын нимәгә кәрәк һуң һеҙгә?” тигән һорауыма Олеся бик етди итеп: “Әсәйҙәребеҙ шулай эшләргә ҡуштылар, сөнки әлегә Бандера яҡлылар көс туплайҙар, ҡасан да булһа улар мотлаҡ советтарға ҡаршы һуғыш башлаясаҡ, шул саҡта, алтынды аҙыҡ-түлеккә алмаштырып, аслыҡтан ҡотолоп буласаҡ” тип яуап биргәйне. Дөрөҫөн әйткәндә, мин был һүҙҙәргә тамсы ла ышанмағайным. Украин ҡатындары нәфселәренә баш була алмағанлыҡтан ҡумта-ҡумта алтын йыя икән тип уйлағайным. Ә дүрт тиҫтә йылдан һуң, күреүебеҙсә, элекке күршеләремдең тыуған төйәктәрендә ысын мәғәнәһендә ҡан-ҡойош башланды. Хәйер, иҙәре Анатолий менән Виктор запасҡа сыҡҡас, Шевчуктар ҙа, Мацералар ҙа көнбайыш Украинаға ҡайтманылар. Ҡырыҡ йыл элек булған ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрөүем әлеге һуғышҡа бәйле – тимәк, Бөйөк Еңеүгә ҡарамаҫтан, совет йылдарында ла фашизм яҡлылар булған, үҙ ҡараштарын артыҡ йәшереп тә маташмағандар!
- Журналистикаға килеүегеҙ осраҡлымы?
- Юҡ, сөнки мин бәләкәйҙән журналист булырға хыялландым.
Әммә журналистикаға, урау-урау юлдар үтеп, утыҙҙы уҙғас ҡына килдем. Йәш саҡта ғаиләбеҙгә СССР-ҙың төрлө тарафтарындағы ябыҡ хәрби ҡаласыҡтарҙа йәшәргә тура килде. Уларҙа ҡатын-ҡыҙҙарға ниндәй ҙә булһа эш табыу ифрат ауыр була торғайны. Мин дә йылдан ашыу өйҙә ултырҙым. Шунан һуң ғына дивизия штабына хәрби телеграфҡа урынлаштым. Артабан автомобиль батальонында - диспетчер, бер полкта - писарь булырға тура килде. Икенсе ҡаласыҡҡа күскәс мине хәрби хеҙмәткәрҙәр ғаиләләре менән эшләүсе инструктор итеп эшкә алдылар, дивизия ҡатын-ҡыҙҙары советы рәйесе итеп һайлап ҡуйҙылар. Дөйөмләштереп әйткәндә, оҙаҡ йылдар журналистиканан алыҫ даирәләрҙә “ҡайнарға” мәжбүр булдым. Хыялым Өфөгә ҡайтып төпләнгәс кенә тормошҡа ашты. ...Бөгөнгөләй хәтеремдә: 1989 йылдың август айы башында учетҡа торорға (коммунист инем бит) Киров районының партия комитетына барҙым. Унда мине райондашым - парткомдың идеология буйынса секретары Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы Солтанова ҡабул итте. Бик ихлас аралашты ул минең менән. “Башагропромсоюз” (хәҙерге Ауыл хужалығы министрлығы) гәзит асмаҡсы, шунда бараһыңмы?” тип һораны. Шатланып ризалаштым. Шулай итеп, партия йүнәлтеүе буйынса, “Новости АПК”
(“ Агросәнәғәт комплексы яңылыҡтары”) гәзитендә эш башланым. Гәзиткә мәҡәләләр яҙыуҙан тыш, ауыл хужалығы тармағындағы яңылыҡтар тураһында даими рәүештә радио һәм телевидение өсөн тапшырыуҙар, республика баҫмалары өсөн материалдар әҙерләү ҙә миңә йөкмәтелде. Күңелем ятҡан эшкә башкөллө сумдым. Радио тапшырыуҙарын ойоштороуҙа тағы бер яҡташым – арҙаҡлы диктор Әхәт Мортазин ихлас ярҙамлашты.
Шул уҡ йылда мине төрлө урындарға – радиоға, телевидениеға, республика гәзиттәренә эшкә саҡыра башланылар. Мин “Башҡортостан” гәзитен һайланым. Уҙған быуат аҙағында “Комсомольская правда” гәзитенең Башҡортостандағы редакцияһы на күстем. Бер үк ваҡытта “Известия” гәзитегдә лә эшләнем. 2006 йылдан алып 2012 йылға тиклем “Дастан.Башҡортостан” тигән үҙем ойошторған гәзитте етәкләнем.
- Әҙәби ижад менән ҡасан шөғөлләнә башланығыҙ?
- Алтмышҡа яҡынлашҡанда. Яратып ҡына үҫтергән берҙән-бер
ҡыҙғынамды ерләгәс, шул тиклем ауыр булды. Әммә ейәнсәрҙәрем хаҡына артабан йәшәргә кәрәк ине. Хоҙайҙан көс биреүен ялбарҙым. Йөрәгемдең әрнеүҙәрен баҫыу өсөн, ҡасандыр йә үҙем шаһит булған, йә үҙем кисергән хәл-ваҡиғалар хаҡында яҙа башланым. Ни бары шул ғына... Ә миңә был тормошта, ысынлап та, бик күпте күрергә һәм кисерергә тура килде.
- Бер -бер артлы ябырылған һынауҙарҙы нисек йырып сыға
алдығыҙ?
-Бәғзелә быға үҙем дә аптырайым... Ғүмеремдең тәүге яртыһы
фәҡәт алһыу төҫтәрҙән генә туҡылғандай ине, артабан, гүйә, ҡайғы артынан ҡайғы һағалап торғандай булды. Бер-бер артлы атайымды, инәйемде, ағайымды, ҡустымды ерләнем. Татыу ғаиләбеҙҙән япа-яңғыҙым тороп ҡалдым. Үҙемде: “Тимәк, фани донъяла мин башҡарырға тейешле эштәр бөтмәгән әле” тип тынысландырам. Уйлауымса, был тормошта юғалып ҡалыу-ҡалмау, ауырлыҡтарҙы йырып сығып, артабан йәшәргә көс таба алыу-алмау – былар бөтәһе лә беҙҙең ... бала сағыбыҙға бәйле! Наҙға сумып, яратылып тәрбиәләнгәндәр, гүйә, үҙ тамырҙарынан ҡөҙрәт алып йәшәй, уларҙы хатта әруахтары ла ҡурсалайҙыр кеүек. Хәйер, был фәҡәт минең фекерем, бәлки хаталанамдыр ҙа.
- 65 йәш. Әҙме ул? Күпме? Таумы ул, әллә яуланыр үрҙәрҙе
күҙәтеү нөктәһеме. Үҙегеҙгә нисек билдәләнегеҙ?
- Яратҡан ҡәртнәйем 102 йәшкә тиклем йәшәне. Һуңғы һулышына
тиклем үҙ аңында ине ул, яҡын ҡәрҙәштәребеҙ өсөн ниндәйҙер донъя “тотҡаһы” булды. Шул хәҡиҡәтте күҙ уңында тотоп фекер йөрөткәндә, 65 йәш – бик әҙ ғүмер. Ә бына тормошта күргән-кисерелгәндәрҙе иҫәпкә алғанда, 65 йәш – бик-бик күп ғүмер. “Таумы, яуланыр үрҙәрҙе күҙәтеү нөктәһеме” тигәнегеҙгә бер нисек тә яуап бирә алмайым. Сөнки тормош мине бөгөнгө көн менән йәшәргә өйрәтте. Үткәндәрҙе хәтерләһәң, күңел болоҡһона, хәсрәтле һағыштарға биреләһең. Әммә бер генә мәлгә булһа ла үткәндәргә ҡайтыу мөмкин түгел! Әллә ниндәй пландар ҙа ҡормайым – киләсәктең булмауы ла ихтимал ... Һәр яңы көндө: “Аллаға шөкөр” тип башлайым да, үҙемсә уны йөкмәткеле, файҙалы итеп уҙғарырға тырышам.
- Ғүмер юлында осраған кемдәргә рәхмәт белдерер инегеҙ?
- Ифрат күп кешеләргә рәхмәтлемен мин. Бер нисәүен юғарыла иҫкә
алдым инде. Төрлө йылдарҙа, төрлө ҡалаларҙа мине үлем тырнағынан йолоп алып ҡалған совет табиптарына рәхмәтлемен. Йөҙҙәре күҙ алдымда, һүҙҙәре хәтеремдә, ә исем-шәрифтәре, үкенескә ҡаршы, онотолған. Шәп-шәп уҡытыусыларыма ла ихлас рәхмәтемде белдерер инем. Шуларҙың береһе – исеме һәммәбеҙгә лә билдәле Тимерғәле ағай Килмөхәмәтов. Вафатынан ярты йыл элек, хикәйәләремде һәйбәт баһалап, “ҡайһы бер темаларың бығаса әҙәбиәтебеҙҙә булманы” тип шылтыратып әйткәйне ул. “Башҡортостан” гәзитендә бергә эшләгән хеҙмәттәшем Гөлсирә Мирза ҡыҙына, тәүәкәлләп, иң тәүҙә һәр әҫәремде күрһәтәм. Ул иһә, ваҡыт табып, уҡып сыға ла, үҙенең фекерен, тәҡдимдәрен әйтә. Ауылдашым Әминә Вәлит ҡыҙы корректор булараҡ ярҙамлаша. Был исемлекте бик оҙаҡ дауам итә алыр инем...
- Һау һәм бөтөн күңел менән йәшәр өсөн нимәләр эшләргә
кәрәк?
- Бер кемгә лә насарлыҡ эшләмәү, форсат булғанда -
мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙыу зарурҙыр.
- Һағынып хәтерләр ваҡиғағыҙ?
- Ундай ваҡиғалар ҙа күп булды минең тормошомда. Шуларҙың
береһе – 1987 йылда Мәскәүҙә үткәрелгән Совет Армияһының ҡатын-ҡыҙҙар советтары съезында ҡатнашыуым. Шул съезда Валентина Терешкованы һәм тағы бер нисә СССР-ҙа киң билдәле арҙаҡлы ҡатындарҙы яҡындан күреп, уларҙың шул тиклем ябайлыҡтарына һәм ихласлыҡтарына һоҡланыуым.
-Һеҙ һәйбәт хужабикәме? Өйҙә ниндәй ризыҡтар бешерергә
яратаһығыҙ?
-Хужабикәләрҙең һәр ҡайһыһы ла һәйбәттер, моғайын. Һәр хәлдә,
шулай булырға тейештер. Ә минең өсөн аш бүлмәһе – фатирымдағы иң яратҡан “мөйөшөм”. Милли аш-һыуҙарыбыҙға өҫтөнлөк бирәм.
Фото: "Бәйләнештә".