Шоңҡар
+24 °С
Дождь
Әҙәбиәт һәм ижад
19 Ноября 2022, 05:40

Хыянат хаҡы Хикәйә Хөриә АБЫҘГИЛДИНА

Бер нисә йылдан һуң ҡапыл  Зөлфиә тәү ҡарашҡа “туҙға яҙмаған” һүҙ сығарҙы: - Мәскәүгә барып, стерилләнеп ҡайт әле, - тип хәбәр һалды.

Хыянат хаҡы     Хикәйә  Хөриә АБЫҘГИЛДИНАХыянат хаҡы     Хикәйә  Хөриә АБЫҘГИЛДИНА
Хыянат хаҡы Хикәйә Хөриә АБЫҘГИЛДИНА

Алһыуланып ҡына   таң атып килә. Ҡала халҡының йоҡонан  саҡ уяна башлаған мәле.  Бит-яңаҡтарын  мыйыҡ-һаҡал баҫҡан, күптән йыуылмаған кейеме бөтәрләнеп бөткән ир йораты, тәнтерәкләп, Ҡариҙел ярына сыҡты.  Шунда тумалап ятҡан яртылаш  серек бүрәнәгә ҡунаҡланы.  Сатнап ауыртҡан башы ватылып килгәндәй. Кисә әшнәләре менән  “фанфуриктарҙы”  бигерәк самаһыҙ  “төшөрөп” ташланылар  шул.   Хужалыҡ кәрәк-яраҡтары менән сауҙа иткән һәр киоскыла һатыла улар. Хаҡтары  ҡәҙимге  иҫерткес эсемлектәргә ҡарағанда  әллә күпмегә арзаныраҡ - ун-ун биш һум ғына. Дарыуханаларҙа ла бар, әммә улары ҡыйбатыраҡ.   

Бәләкәй быяла шешәләрҙәге алама спирттың эсеүгә тәғәйенләнмәгәнен яҡшы белә Юлдаш, әммә унан баш тартмай. Сөнки  һуңғы йылдарҙа ул  “һалып” алмайынса  йәшәй алмай. Ә арыуыраҡ   эсемлеккә аҡса табырлыҡ әмәле юҡ. Бер ҡайҙа ла эшләмәгәс,  аҡса  ҡайҙан булһын инде! Күктән яумай ҙаһа ул!  Фатирҙарынан һатырлыҡтай  бөтә әйберҙәрҙе, урлап  алып сығып, “осороп” бөттө.  Инде нишләргә? Ҡайҙан, нисек, нимә табып баш төҙәтергә? Талғын ғына аҡҡан йылға һыуына ҡарап, тәрән уйға сумды Юлдаш. “Нисек  ошо берәҙәк байғош хәленә  ҡалдым һуң әле?”  тип,  әрнеп-әрнеп, үҙенең үткән ғүмерен байҡаны.

...Башҡортостандың күрше Ырымбур  өлкәһенә яҡыныраҡ төбәктәге  бер бәләкәй ауылда тыуып үҫте ул. Ғаиләлә алты бала тәрбиәләнделәр.  Атайҙары иртә вафат булды. Әммә  эшкә  ифрат уңған әсәйҙәре өс улына һәм өс ҡыҙына ел-ямғыр тейҙермәҫкә тырышып үҫтерҙе. Алдынғы һауынсы булды. Ғәзиздәренең һәр ҡайһыһына юғары белем бирергә ынтылды. Ауылда урта мәктәп юҡлыҡтан, өлкәнерәктәрен, шул иҫәптән Юлдашын да, Өфөләге 1-се һанлы интернатҡа  алып килеп урынлаштырҙы.

Уҡыуға үтә ныҡ  һәләтле ине Юлдаш. Бигерәк тә физика  менән математиканы  еңел үҙләштерҙе.  Үҙен  уҡытыусылар яратты.   Ныҡлы кәүҙәле, ҡап-ҡара сәстәре бөҙрәләнеп торған, шоморттай күҙҙәре нур балҡытҡан, теремек һәм тилбер  ауыл малайы  төрлө  райондарҙан  йыйылған тиҫтерҙәре менән дә  тиҙ арала  уртаҡ тел тапты.

Интернат-мәктәпте тамамлағас, еңел генә итеп имтихандар тапшырып, бер урынға ун ике абитуриент дәғүәләшкән конкурсты үтеп,  Башҡорт дәүләт   университетының физика факультетына   уҡырға керҙе.  Һәйбәт уҡыны. Юғары уҡыу йорто уҡытыусылары Юлдашҡа ҙур өмөт бағланы, уға    ғилми даирәлә  уңышлы киләсәк юраны.

Студент йылдарында егет үтә лә һөйкөмлө, үтә лә ипле  бер  ҡыҙға ғашиҡ булды.  Бар булмышы, гүйә, гел наҙҙан ғына туҡылған төҫлө ине  ҡыҙҙың. Исеме лә ниндәй бит әле! Йәмилә – торғаны йәм иле!  Университеттың филология факультетында уҡып йөрөй. Аралаша башланылар.  Икеһе лә 1-се интернат мәктәпте тамамлағас, уртаҡ дуҫ-таныштары ла байтаҡ,  әңгәмәләшерлек темалары ла  бихисап булып сыҡты. Шуғалырмы, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне.  Гел ҡулға-ҡул тотоношоп йөрөнөләр. Иҫ китмәле  һоҡланғыс пар ине улар! 

...Физика һәм филология факультеттарының дөйөм ятаҡтары йәнәш кенә урынлашҡандар.  Юлдаштың    мөхәббәттән башы күккә тейерҙәй булып йөрөгән сағы. Уның өсөн бүлмәләштәре  лә ихлас ҡыуаныша. Көҙҙөң матур бер көнөндә  егет менән ҡыҙ,    курсташтарын йыйып, физиктар ятағында табын  ҡорҙолар.  Икеһенең дә   тыуған көндәре ай башында булғас,  бер юлы  ғына  үткәрергә булдылар.  Дуҫтары уларҙың икеһенә лә бик матур фарфор ҡурсаҡтар бүләк иттеләр. Юлдашҡа тәғәйенләнгәне – гармунсы егет, Йәмиләнеке –ҡупшы кейемле  бейеүсе   ҡыҙ. Күңелле генә байрам иттеләр. Кисә һуңынан егет ҡыҙҙы  филологтар ятағының ишек төбөнә тиклем оҙатып ҡуйҙы.

- Бигерәк тә ипле балаларһығыҙ инде, - тип маҡтаны

йәштәрҙе   вахтер. - Тыйнаҡһығыҙ, тәүфиҡлеһегеҙ. “Тәүфиҡ артынан бәхет эйәрә” тиҙәр, бәхетле булырһығыҙ.

Вәзихә исемле был  йыуантыҡ  ҡатын  дөйөм ятаҡта көн иткән барса йәш-елкенсәктең  үҙҙәрен генә түгел, уларға килеп йөрөгән һәр кемде белеп тора. Һәр кемгә  ҡарата уның  үҙенсә баһаһы  ла бар.   Үҙ балаларылай күрә шул ул студенттарҙы!  Шуға ла уларҙың  үҙ-үҙҙәрен нисек тотоуҙарына, холоҡ-фиғеленә битараф ҡала алмай.  Кәрәк тапһа, бәғзеләренә өгөт-нәсихәт уҡып та  ҡуя. 

- Һеҙ бит киләсәктә ил яҙмышын хәл итәсәк белгестәр буласаҡ кешеләр, - ти ул ғәҙәттә. – Яуаплылыҡ, үҙ бәҫегеҙҙе белеү кеүек сифаттарҙы әле үк ҡанығыҙға һеңдерергә бурыслыһығыҙ.

Йәмилә менән хушлашыуына ун-ун биш минут та үтмәне, Юлдаш тағы  уның янына  килеп етте.

- Бына, бүләгеңде онотҡанһың, - тип, һөйгәненә теге ҡурсаҡты

тотторҙо.

-Иртәгә алып килһәң дә ярар ине, - тигән булды ҡыҙ.

- Дөрөҫөн әйткәндә, һине һағынып та өлгөрҙөм, - тип әйтеп

һалды Юлдаш, тулҡынланыуын йәшерә алмайынса. -  Ғөмүмән, мин һине күрмәйенсә йәшәй алмайым, шул тиклем ныҡ яратам мин һине, йәнем!

Йәмилә үҙе лә шундайыраҡ хис-тойғолар кисерә  ине.  Ошо кистә ғашиҡтар бер  йылдан һуң өйләнешергә ҡарар иттеләр.  Йәйге  каникул еткәс, ата-инәһенең ризалығын алырға тип, Йәмиләнең тыуған ауылына юл тоттолар.  Күккә олғашҡан мәшһүр тауҙар, таҙа һыулы йылға-күлдәр, зифа буйлы ап-аҡ ҡайындар араһында  урынлашҡан был төбәктә Юлдаш үҙен  ожмахтағылай хис итте. Һөйгәненең ата-инәһе менән танышҡас, ғашиҡ егеттең күңеле  уғата әҫәрләнде.  Сөнки бик ихлас, үтә йылы ҡаршыланы  буласаҡ кейәүҙәрен Вәхит бабай менән Мәфтүхә әбей.  

Йәмиләнең ата-инәһе лә ҡасандыр  бер-береһен бик яратышып  ҡауышҡандар, ғүмерҙәре буйы бер-береһенә мөккиббән китеп, бер-береһен ихтирам итеп, ҡурсалап  йәшәгән кешеләр.  Биш бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ике улдары Бөйөк ватан һуғышына тиклем үк  донъяға килгән.  Вәхит бабай һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡас, тағы бер улдары һәм ике ҡыҙҙары тыуған.  Юлдаштың һөйгәне  - ауылда ғына түгел, тотош районда абруйлы булған Ураҙбаевтарҙың кинйә ҡыҙҙары.  Шуғалырмы, ата-инәһе, ағайҙары, апаһы ғына түгел, бөтә туған-тыумасалары ла уның өсөн өҙөлөп торалар,   “Йәмиләкәй” тип кенә өндәшәләр. Кәләшенең зауыҡлы итеп йыйнаштырылған тыуған йорто, ғаилә ағзаларының  эскерһеҙ ихласлығы  – былар бөтәһе лә Юлдашҡа  ысын мәғәнәһендә бәхет усағылай тойолдо.

Йәштәр өйләнешкәс, ғүмере буйы етәксе вазифалар биләгән,  тәү ҡарашҡа ҡырыҫыраҡ тойолған Вәхит бабай үҙе лә, ирен көтөп, балалар тәрбиәләп, йорттарын сынъяһау итеп тотҡан Мәфтүхә әбей ҙә  Юлдашты, яратып: “улым”, “улыбыҙ”  тип  йөрөтә башланылар.

- Иң яратҡан ҡыҙыбыҙҙы алдың, рәнйетәһе булма! – тип киҫәтте

шулай ҙа кейәүен  ҡайныһы туйҙың иртәгеһенә үк. – Һүҙемде йыҡһаң, Хоҙай ярлыҡамаҫ. Егет ҡаушап ҡалманы:

- Күҙ ҡараһылай ҡәҙерле кешемде ҡыйырһыта буламмы һуң! –

тип яуапланы.

Юлдаштың да әсәһе һәм барса туғандары ла Йәмиләне тәүге күреүҙән үк ныҡ яраттылар.

Мап-матур итеп тормош ҡороп ебәрҙеләр Юлдаш менән Йәмилә.

Университет етәкселеге  йәш ғаиләгә филологтарҙың дөйөм ятағынан  айырым бүлмә бирҙе.  Йәмилә уны бик бөхтә итеп йыйыштырып ҡуйҙы.  Юлдаш  китаптар, һауыт-һаба ҡуйыу өсөн стеналарға таҡта, быяланан  кәштәләр әтмәләне.  Ире шул эште атҡарғанда дуҫтары бүләк иткән  фарфор уйынсыҡтарҙың береһе  -  гармунсы егеттең   иҙәнгә төшөп селпәрәмә ватылыуы ғына йәш ҡатындың  күңеленә ниндәйҙер шом һалды-һалыуын. Уның ҡапыл бойоғоп китеүен күреп, Юлдаш:

- Борсолма һис юҡҡа – донъяла ундай ғына юғалтыуҙар була инде

ул, - тип йыуатҡан булды.

Иркә генә үҫеүенә ҡарамаҫтан, Йәмилә иҫ китмәле уңған булып сыҡты. Ҡулынан килмәгән эш юҡ!  Бүлмәләренә сүп тә ҡундырмай, иренең кейем-һалымы һәр саҡ таҙа, үтекле. Бешергән аш-һыуы гел телде йоторлоҡ килеп сыға!  Алмаш-тилмәш икеһенең дә тыуған ауылдарына ҡайтып йөрөйҙәр. Сәфәрҙәре ҡышҡылыҡҡа мал  әҙерләү  осорона тура килһә, Йәмилә  ҡулына салғы тоторға ла тәүәкәлләй. Юлдаштың ауылында ҡатын-ҡыҙ кипкән бесәнде  тырма менән йыйыуҙа ғына ҡатнаша, шуға   ла алыҫтан килгән һөймәлекле  килендең  ғәҙәттә ирҙәр генә башҡара торған    ауыр эштән дә сирҡанмауына   күрше-тирә шаҡ  ҡата. Юлдаштың иһә түбәһе күктә!

Университетты уңышлы тамамлап, икеһе лә диплом алдылар.  Йәмилә матбуғат йортонда эш башланы.  Юлдаш уҡыуын аспирантурала дауам итте.  Кистәрен тимер юл вокзалына төшөп, йөк бушатып, әҙме-күпме аҡса  ла эшләштерҙе. Буш сәғәттәрендә  гел бергә булдылар. Ифрат бәхетле ине улар.

Уларҙың пар күгәрсендәрҙәй ғүмер итеүҙәренә ҡарап  һоҡланыусылар ғына түгел, көнләшеүселәр ҙә табылғандыр, моғайын. Бәлки шуғалыр ҙа,   бәхеттәре оҙон ғүмерле булманы. Ҡапыл юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Хәйер, бының өсөн Юлдаш үҙен, фәҡәт үҙен генә ғәйепләй...  Эш былай булды: олоғайып барған ата-инәһенең хәлен белешергә тип, бер ялда Йәмилә тыуған яғына яңғыҙы ғына юлланды. Юлдаштың кисектергеһеҙ эше бар ине, шуға ул Өфөлә  тороп ҡалды.  Ҡатыны ҡайтып киткән кистә үк, ниндәйҙер сәбәп табып,  йәш ғаилә көн иткән бүлмәгә   Зөлфиә исемле бер ҡыҙ  килеп керҙе.

Бер үк факультетта  уҡыһалар ҙа, Йәмилә менән Зөлфиәне әхирәттәр тип әйтеп булмай.  Улар фәҡәт курсташтар ғына.  Ни эшләп йөрөй икән? Ул да матбуғат йортонда эшләй шикелле.  Затон биҫтәһендә  кемдәлер фатирҙа тора шикелле. Ҡараңғы төшөп килә,   ҡайтырға ҡурҡмаймы икән һуң? Юлдаштың башынан  бер-бер артлы шундай уйҙар йүгерҙе. 

- Һағышланып ултыраһың, шикелле, әйҙә бер әҙерәк күңел

асайыҡ, -  тине лә, ҡулындағы сумкаһынан шарап менән кәнфит килтереп сығарҙы.

Юлдаш тәүҙә бер аҙ юғалыбыраҡ ҡалды. Шунан үҙе лә һиҙмәҫтән:

- Ярай һуң, - тип ысҡындырҙы.

Ҡатыраҡ тороп, кире  бороп ҡына сығараһы булған да бит шунда саҡырылмаған әрһеҙ  ҡунаҡты!   Абыныр урыныңды алдан  белеп, шунда мамыҡ түшәк йәйеп ҡуйып  булмай шул!  Шулай, бер минутлыҡ ҡына  йомшаҡлығының яҙмыш һуҡмағын бөтөнләй башҡа юҫыҡҡа бороп ебәреү ихтималлығы башына ла инеп сыҡманы шул ...

Туҡтауһыҙ  ауыҙ йырып ултырған Зөлфиәне хужа Йәмиләһе     бешереп киткән тәмле былау менән һыйланы. Уныһы шаштырып Юлдашты маҡтаны.  Шарап шешәһенең төбө күренеүгә икеһе лә апаруҡ ҡына  ҡыҙмаса булып алғайнылар инде.  Ҡунаҡ сығып китергә  йыйынманы.  Мут ҡына йылмайып:

- Уф, төн етеп килә икән дә, әллә бөгөн бында ғына ҡунайыммы? –

тип әйтеп ҡуйҙы.

-Ҡал һуң, - тип рөхсәт бирҙе Юлдаш.

Үҙенә – иҙәнгә, ҡыҙға – карауатҡа урын йәйҙе.  Әммә карауатҡа ятыусы булманы – Зөлфиә Юлдаш эргәһенә ҡунаҡланы.  Йома кискә табан   килеп кергән ҡунаҡ йәш ғаиләнең бүлмәһенән дүшәмбегә тиклем сыҡманы. Ә дүшәмбе иртәнсәк, ишекте үҙ асҡысы менән асып, бүлмәгә Йәмилә ҡайтып керҙе...

Әлегеләй күҙ алдында: йөҙө ҡағыҙҙай ағарып киткән Йәмилә ишек төбөндә таш һындай ҡатып ҡалған. Исмаһам бер һүҙ өндәшһәсе! Тәрәнлеген байҡап та булмаҫлыҡ күҙҙәрендә  - һыҡраныу, һыҙланыу, әрнеү упҡыны!

Юлдаш Зөлфиәнең ни арала сығып тайғанын хәтерләмәй ҙә.

- Йәмиләкәйем , йәнекәйем, зинһар, ғәфү ит мине,  үтенәм,  - тип

һөйгән ҡатыны алдына ялынып-ялбарып теҙләнеүе генә иҫендә.

Ғорур ҡатын шул Йәмилә. Ғәфү итмәне. Шым ғына үҙенең кейем-һалымын сумаҙанына тултырҙы ла, боролоп сығып  та китте.  Юлдаш, шаңҡып, буш бүлмәлә ултырып ҡалды. Кеҫәләренән тинләп бар булған аҡсаһын йыйҙы ла, яҡындағы кибеткә барып,  бер ярты һатып алып ҡайтты.

- Их, егет, бәхет ҡошоңдо ҡулыңдан ысҡындырҙың бит! – тип

әйтеп ҡалды уның артынан Вәзиха әбей..

Юлдаштың түбәнгә тәкмәсләүе  тап шул саҡта башланды түгелме?

Йәмилә шул уҡ көндә,   эшенән сығып, тыуған яғына  ҡайтып  та китте.  Район үҙәгендәге редакцияға урынлашты. Йәмиләне юллап,  Юлдаш әллә нисә тапҡыр  уның  янына барып әйләнде.  Бәлки ғәфү итер тип өмөтләнде. Әммә Йәмилә уны   ишетергә лә теләмәне.  Һуңғы тапҡыр алыҫ сәфәренән ҡайтышлай, тағы “ярты” алды.  Үтә шыҡһыҙ, буп-буш бүлмәгә ҡайтып инеүе ҡыйын булды уға. Әммә   яңғыҙ иргә  оҙаҡ һағышланырға тура килмәне. Юлдашты һағалап ҡына  торғандай,    йәлп итеп бүлмәгә тағы Зөлфиә килеп керҙе.

- Үртәләнмә инде, бөтөрмә үҙ-үҙеңде, - тип һүҙ башланы ул. –

ҡәҙереңде белһә, Йәмиләң һине ташламаҫ ине әле.  Ирҙәр яңғыҙ йәшәй алмай, икебеҙ  өйләнешәйек тә ҡуяйыҡ...

- Ярай һуң, - тип ризалашты тағы ҡыҙмаса булып алған Юлдаш.

Ысынлап та, әҙме-күпме ваҡыт уҙғас, өйләнеште  улар.  Матбуғат саралары хеҙмәткәрҙәренең дөйөм ятағында    Зөлфиәгә бирелгән ҙур ғына  айырым бүлмәгә күстеләр.  Әммә Юлдаш бәхетле булдымы һуң?  Гелән икенсе ҡатынын тәүгеһе менән сағыштырҙы. Һәр яҡлап  та  тәүгеһе яҡыныраҡ булып тойолдо иргә.  Төҫ-ҡиәфәте ҡәҙимге ауыл ҡатындарынан айырылмаған, беше кәүҙәле, тулы балтырлы Зөлфиәне ихлас итеп ярата алманы ул.  Әммә  ихтирам итте. Сөнки яңғыҙ әсәһе ҡарамағында ғына буй еткергән Зөлфиә   күп китап уҡыған,  күп белә.  Шуға ла уның менән теләһә ниндәй темаға фекер алышырға мөмкин.  Юлдаш үҙ-үҙен:  “Күптәр мөхәббәтһеҙ ҙә  бынамын итеп йәшәйҙәр бит әле”, тип тынысландырҙы.

- Яратмаған һине Йәмиләң, яратһа бала табыр ине әле, - тип

ҡабат-ҡабат тылҡыны  Зөлфиә.

Үҙенең Юлдашты ни тиклем ныҡ яратыуын иҫбатларға теләгәндәй, бер-бер артлы ике бала тапты.  Дим биҫтәһендә төҙөлгән күп ҡатлы йорттарҙың береһендә    өс бүлмәле фатир алдылар. Әммә нишләптер торлаҡтарының йәме-ҡото булманы.

Юлдаш таныштары аша Йәмиләнең хәл-әхеүәлен белешеп торҙо.  Уның нефть институтын тамамлаған Әҙһәм тигән егет менән тормош ҡороуы, уларҙың  татыу ғына ғүмер итеүҙәре, бер-бер артлы ике ҡыҙ һәм бер улдары тыуыуы хаҡында хәбәрҙар булды.

Бер нисә йылдан һуң ҡапыл  Зөлфиә тәү ҡарашҡа “туҙға яҙмаған” һүҙ сығарҙы:

- Мәскәүгә барып, стерилләнеп ҡайт әле, - тип хәбәр һалды.

Алдан ныҡлап  уйламайынса бер  һүҙ ҙә һөйләмәй,  бер аҙым да яһамай Зөлфиә.  Уның әлеге тәҡдиме лә  тиктәҫкә түгелдер - ирен үҙенә ғүмерҙәренең аҙағынаса “бәйләп ҡуйырға” теләүенәндер. Юлдаштың фекеренең хаҡлығын раҫлағандай:

- Һинең хыянатсыл йән икәнлегеңде белмәгән кеше юҡ,

йөрөмтәлләп, ситтә балаң булып ҡуймаһын! – тип “сәпәне” Зөлфиә. – “Алиментщик” ҡатыны булғым килмәй!

Ул ваҡытта Юлдаш  ғилми-тикшеренеү институтында эшләп йөрөй ине.  Мәркәзгә юлы төшкәндә, үҙе теләмәһә лә,  ҡатынының талабын үтәргә мәжбүр булды.  Тап шул имәнесле ваҡиғанан  һуң  ул үҙен зәғиф итеп тоя башланы ла инде.

Улдары Ғүмәр ата-әсәһе менән үҫте, ҡыҙҙары Зәйтүнгөл күберәге ауылда, Зөлфиәнең  хаҡлы  ялдағы әсәһендә  тәрбиәләнде. Балаларын бик ярата Юлдаш. Әммә нишләптер улы ла, ҡыҙы ла уны әллә ни үҙһенмәйҙәр. Ҡасандыр ире тип йән атып торған  кеүек тойолған Зөлфиә лә һуңғы осорҙа уны бөтөнләй һанға һуҡмай. Юҡтан  ғына ла енләнә лә китә. Өҫтәүенә, таныш-тоноштары Юлдашҡа ҡатынының  уға тоғро түгеллеге, форсаты сыҡҡанда иренә хыянат итеүҙән сирҡанмағанлығы хаҡында хәбәр  еткерҙеләр. Бер әҙәмдең  автобус     транспорт туҡталышында икенсеһенә :

- Бик дәртле икән Зөлфиә ханым, миңә сат йәбеште бит әй,

теләген ҡәнәғәтләндерергә тура  килде инде, - тип һөйләгәнен үҙ ҡолаҡтары менән ишетте  Юлдаш.

- Булмаҫ, гел хеҙмәттәштәрҙең күҙ алдындаһығыҙ бит, - тип үҙ

шикләнеүен белдерҙе икенсе ир.

- Командировкаға бергә барғайныҡ, бер төн ҡунаҡханала ҡунырға

тура килгәйне, йоҡларға йыйынып ҡына  йөрөй инем, ишек шаҡынылар, ҡараһам – Зөлфиә,  - тип тәфсирләне тәүге ир. – Үҙе өҫтөңә  менеп барған ҡатынды   ҡыуып сығарып  булмай бит инде!

Ҡатыны менән бергә эшләгән ирҙәрҙе таныны Юлдаш. Оятынан нимә эшләргә, үҙен ҡайҙа ҡуйырға ла белмәне. Аяғы  аҫтында ер убылһа, шунда   һикереп төшөргә әҙер ине ул!  Ситкәрәк баҫып, тегеләрҙең автобусҡа ултырғандарын ғына көтөп алды ла,  тура кибеткә сапты. Бер “ярты” һатып алды ла, автобуста шешәһенән һемереп ҡайтты.  Өйгә  керҙе лә, ҡатынын осора һуҡты. Шул көндән алып  ғаиләлә  йыш ҡына     ығы-зығы, иреш-талаш   ҡупты.    Тора-бара Юлдаш   ҡатынын бөтөнләй  күрә алмай башланы.  Зөлфиәне өйҙә генә түгел, эшенә барып та туҡмай торғайны.

СССР тарҡалып, институт ябылғас,   эшһеҙ ҡалған  Юлдаш  “йәшел йылан” менән тағы ла  нығыраҡ дуҫлашты.  Холҡо йомшағыраҡ шул. Ҡаршылыҡтарҙы еңеп өйрәнмәгән. Ахыр сиктә Зөлфиә лә  бер ҡайҙа ла эшләмәгән, гел үҙенән аҡса таптырған  иренән тамам биҙҙе, уға  әйләнеп тә ҡарамаҫлыҡ хәлгә етте.    

Балалары үҫеп еткәс, Зөлфиә үҙенә  яңы дуҫ  табып алды.  Баштараҡ    шуның фатирында ҡунғылап йөрөнө.  Әҙме-күпме ваҡыттан һуң  әзмәүерҙәй Кавказ ирен   өйҙәренә эйәртеп үк алып ҡайтты. Юлдаш ҡатынына аптыраулы ҡарашын төбәне:

- Өсәүләшеп йәшәйәсәкбеҙме инде?

Уның был һорауына бөтөнләй  яһил бисәгә әүерелгән  Зөлфиәнең яуабы әҙер ине инде:

- Хәҙер үк сығып кит! – тине ул. - Һин миңә бүтән кәрәкмәйһең!

Улы ла, ҡыҙы ла өйҙә ине. Атаһын яҡлап береһе лә  бер һүҙ ҙә  әйтмәнеләр. Шул  сәғәттән алып  Юлдаш  көнө-төнө урам  гиҙҙе.  Йәшлек мөхәббәтенә ҡылған  хыянатының хаҡы   -  бәхетенән ҡолаҡ ҡағыуы, үҙ-үҙен юғалтыуы  икәнлеге тураһындағы әрнеүле уйҙарынан йәне өҙгөләнде.  Ҡала урамдары буйлап ҡаңғырып йөрөнө-йөрөнө лә, тыуған ауылына,  әсәһе янына ҡайтып  китергә һәм унда  өр-яңы тормош башларға ҡарар итте...

 Хөриә Абыҙгилдина

Фото: vsegda-pomnim.com

 

 

 

Автор:
Читайте нас