Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
20 Ноябрь 2022, 03:50

Етәксе лә, шиғри күңелле ҡәләм оҫтаһы ла

Фәрғәт Ҡотлобаев иһә бөгөн йөҙөп йөрөп район хакимиәте эсендәге яуаплы эштәрҙе ойоштороусы. Тормошҡа ашырыусы. Тыуған ауылында матур итеп, ауылдаштарға өлгө күрһәтеп, донъя көтөргә лә өлгөрә. Ҡәләмдәшебеҙҙе юбилейы менән ҡотлап, сәләмәтлек, ғаилә именлеге, ҡыуаныслы ғүмер теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Етәксе лә, шиғри күңелле ҡәләм оҫтаһы лаЕтәксе лә, шиғри күңелле ҡәләм оҫтаһы ла
Етәксе лә, шиғри күңелле ҡәләм оҫтаһы ла


Төбәктең данын күтәрә

2018 менән 2019 йылдар осрашҡан тулҡынландырғыс көндәрҙә башҡорт әҙәбиәте кәштәһе матур бер китап менән тулыланды. “Ағиҙел” журналы китапханаһы” серияһында Фәрғәт Ҡотлобаевтың “Икмәкле ер. Йырлы ер” исемле шиғырҙар, мәҡәләләр йыйынтығы донъя күрҙе. Яңы баҫма — һәр йәһәттән үҙенсәлекле күренеш.

Тәүҙә шуны әйтергә кәрәк: Фәрғәт Ҡотлобаев тыныс бүл­мәлә өҫтәл янында тәфсир­ләп шиғыр яҙып ултырған ке­ше түгел. Бөтә ғүмерен тыу­ған еренә тоғро хеҙмәткә ба­ғышлаған, береһенән-бе­реһе яуаплыраҡ ойоштороу — етәкселек эштәре баш­ҡарған хеҙмәткәр ул, өҫтә­үенә, шиғри күңелле ҡә­ләм оҫтаһы. Отҡор егет кү­ңелендә шиғри матур­лыҡ һәм камиллыҡ тойғо­һон тыуған төбәктең, ауылдың, Мөхәм­мәт­сәлим Өмөтбаев, Шәриф Бик­ҡол, Ғайса Хөсә­йенов, Фә­рит Иҫәнғолов кеүек мәш­һүр шәхестәре, Ҡар­лымандың тирә-яғында­ғы хозур тәбиғәт тәрбиә­лә­гәндер. Китаптағы ошон­дай шәхестәргә, тыу­ған төйәккә арналған шиғыр­ҙар ана шул хаҡта һөйләй.

Йәнә шуныһы ла бар: береһенән-береһе мөһим, яуаплыраҡ ойоштороу эштәре башҡарған саҡтарҙа йә айырым кеше, йә халыҡ төркөмө менән туранан-тура даими аралашырға кәрәк. Үҙ ҡарашыңа инандырыу, ҡуйған маҡсатҡа өлгәшеү өсөн бойороҡтар, күрһәтмәләр биреү генә түгел, ә күңелгә үтерлек, аҡылға тәьҫир итерлек һүҙ, мөрәжәғәт табыу — төп шарт. Икенсе төрлө әйт­кәндә, һүҙ тылсымына эйә булыу мөһим. Шиғри ҡәләмгә ынтылыу Фәрғәттә шуға бәйле тыуғандыр, моғайын. Теге йәки был сараға әҙерләнгәндә, ана шундай үтемле һүҙҙәр эҙләгәндә, һайлағанда үҙе­нән-үҙе шиғри үткерлеккә, тапҡыр­лыҡҡа, камиллыҡҡа тартылғандыр Фәрғәттең күңеле.

Икеләнмәйенсә әйтергә мөмкин: китап­ҡа ингән шиғырҙар иң тәүҙә автор күңе­лендә телмәр тексы рәүешендә ярал­ғандыр. Һабантуйҙарҙа, йыйын­дарҙа, һәйкәлдәр, музейҙар асҡанда, дәрәжәле ҡунаҡтарҙы, делегацияларҙы ҡаршы­лағанда, төрлө кәңәшмәләрҙә, ауыл йыйындарында, билдәле шәхестәр­ҙең юбилей тантаналарында, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, тыуған көн­дәрҙә кешеләргә телдән әйтелгән мөрәжәғәт, ҡотлау, маҡсатлы сығыш булып яңғырағанда Фәрғәт Ҡотлобаевҡа ҡарата: “Халыҡ менән аралашыу оҫталығы — башҡаларға оло өлгө”, — тип әйтәләр.
Был сығыштарҙың төп маҡсаты, мәғә­нә асылы — кешенең рухын күтәреү, хеҙ­мәттә, тормошта уңышҡа, еңеүгә өлгә­шеү өсөн ышаныс өҫтәү, ҡанат ҡуйыу. Фәрғәттең сәсәндәрсә сығышын тыңлаған күп кешеләр шаһит быға. Тимәк, шиғырҙар — иң тәүҙә кәрәк урында, кәрәк саҡта, кәрәк маҡсатта сәсән­дәрсә сығарылған һәм әйтелгән тере һүҙ ул.

Ә инде бөткөһөҙ көндәлек ойоштороу эштәренән саҡ ҡына бушап, әҙ-мәҙ ял иткән саҡта, ҡуйын дәфтәрендәге, хәтер һандығындағы шул сығыштарҙы аҡ ҡа­ғыҙға теркәп, шиғыр теҙмәһе итеп ҡуйыу ғәҙәтенә ингән Фәрғәттең. Көнө-сәғәте еткәс, шул шиғырҙарҙы бергә йыйып, беренсе тапҡыр йыйынтыҡ рәүешенә килтерә. Уға “Икмәкле ер. Йырлы ер” тип исем ҡуша.

Шиғырҙарҙы, тематик йөкмәткеһенә ҡарап, бүлектәргә һала. Әйтәйек, ошондай исемле бүлектәр барлыҡҡа килә: “Тыуған ерем, илем, ватаным”, “Туғанлыҡ, дуҫлыҡ”, “Ваҡыт ағышы” һәм башҡалар. Ошондай төплө уйланылған композицион ҡоролош йыйынтыҡтың йөкмәткеһен, шиғри үҙенсәлеген асыҡ, аңлайышлы итә, йыйынтыҡҡа бер бөтөн әҫәр төҫөн бирә. Бына шулай уңышлы китап барлыҡҡа килгән.

...Бик яуаплы эштәр башҡарған етәксе ағайҙар, пенсияға сыҡҡас, шиғыр йә проза яҙырға керешкәнен беләбеҙ, күрәбеҙ. Был ғәйеп эш түгел, ҡулға яҙыусы ҡәләме алыу бер кемгә лә тыйылмай. Фәрғәт Ҡотлобаев иһә бөгөн — йөҙөп йөрөп район хакимиәте эсендәге яуаплы эштәрҙе ойоштороусы. Тормошҡа ашырыусы. Тыуған ауылында матур итеп, ауылдаштарға өлгө күрһәтеп, донъя көтөргә лә өлгөрә.
Ҡаурый ҡәләме лә эшһеҙ тормай. Әле бер шиғыр тыуа донъяға, әле икенсеһе төшә дәфтәр битенә.

...Фәрғәт Ҡотлобаев башланғыс кластарҙа уҡығанда уҡ шиғырҙар сығара, уларҙы иң тәүҙә ата-әсәһенә яттан һөйләй. Улар кәңәш-төңәш бирә, тәртипле итеп таҙа ҡағыҙға күсереп яҙҙыра. Шул дәфтәрҙәр бөгөн дә ҡәҙерләп һаҡлана атай йортонда.

Ғүмере буйы мәктәптә уҡытыусы булып эшләгән әсәһе (бөгөн мәрхүмә) Финә Нурислам ҡыҙы, атаһы Фәрит Ибраһим улы Ҡотлобаевтар улдары Фәрғәттең районда танылған етәксе, өҫтәүенә һәләтле ҡәләм эйәһе булыуына сикһеҙ шат, әлбиттә. Ғәзиз балаңдың, нәҫел-ырыуҙың бөтә төбәктең данын күтәреүен, киң танылыуын күреү ырыҫ-бәхеттең иң ҙуры инде атай-әсәй өсөн.

Тимерғәле КИЛМӨХӘМӘТОВ, яҙыусы профессор филология фәндәре докторы.

Архив, 2019

 

 

Беҙ - Башҡортостан!

Башҡортостан!Ҡайҙан башланаһың?
Һәүбән сыҡҡан серле күлдәнме?
Сал ҡылғанды һыйпап талғын иҫкән,
Сафлыҡ биргән йылы елдәнме?

Башҡортостан!Ҡайҙа тамырҙарың?
Урал баҫҡан изге ерҙәме?
Таш билбауҙы быуып билдәренә
Ике ҡитға ятҡан түрҙәме?

Башҡортостан!Ҡайҙан алдың моңдо?
Ҡамыш ҡурай үҫкән ҡырҙанмы?
Зары менән йөрәктәрҙе өткән,
Тарихтарҙа ҡалған йырҙанмы?

Башҡортостан!Һинең ғорурлығың
Бөркөт ҡуныр ҡая ташынан,
Илен яҡлап ҡайнар ҡанын ҡойған
Ир - егет менән ат башынан.

Башҡортостан!Данлы халҡың менән-
Күпме милләт һиндә йыйылған.
Ауыр замандарҙа яҡлау табып
Йомарт ҡуйыныңа һыйынған.

Беҙҙең һәр беребеҙ - Башҡортостан!
Беҙҙән башланаһың,Ватаным!
Беҙ - күс,иләү,беҙ - үлемһеҙ дастан,
Киләсәктең ныҡлы ҡалҡаны!

 

ҺАҒЫНДЫРА...

Аға кино таҫмаһылай
Күҙ алдынан үткәндәр.
Уйлап,уйылып китерһең
Хәтер - йомғаҡ һүткәндә.

Кино,тиһәң,хәтерләтә
Кино ҡараған саҡтар:
"Зәңгәр"экрандарҙан түгел,
Клубта,ҡараңғылыҡта.

Сихри нурҙар төшә ине
Алдағы аҡ сепрәккә.
Экрандағы кисерештәр
Үтә ине йөрәккә.

Чапай менән атакаға
"Ура!"ҡысҡырып барҙыҡ.
"Беҙҙекеләр"менән бергә
Дошманды тотоп ярҙыҡ.

Һындарыбыҙ ҡатып көлдөк
Чаплиндың шуҡлығынан.
Үкендек, фашист килгәндә,
Автомат юҡлығына.

Сая индеецтар кеүек
Сапҡы килде аттарҙа.
"Тимур командаһы"булып
Ярҙам иттек ҡарттарға.

Онотола ине шул саҡ
Ҡыштың да һалҡынлығы,
Дуҫтарымдың шаянлығы,
Эскәмйәнең ҡаҡлығы.

Һинд фильмынан ҡайта ине
Ололар илап хатта:
Туй менән тамамланһа ла,
Белһәләр ҙә шул хаҡта.

Бәләкәй генә ағас клуб
Ҙур һарай ише ине,
Ә йыйылған халыҡ,гүйә,
Бер туған кеше ине.

Бер үк ине кисерештәр,
Уйҙар ҙа булды уртаҡ.
Яҡшыны яҡшы тип күрҙек,
Насарҙы белдек ныҡлап.

Илһөйәрлек,рух ныҡлығын
Бирҙе кино ул ваҡыт.
Өйрәтте тоғро булырға,
Белергә дуҫлыҡ хаҡын.

Кино өндәне яҡшыға,
Ямандан ҡалды йолоп.
Шул замандан киләлер ҙә
Беҙҙең быуында холоҡ.

Кинола осрашты йәштәр,
Ҡараңғы - улар дуҫы,
Ҡолаҡта - һөйөү һүҙҙәре,
Уста - йәреңдең усы.

Булған бит үҙе бер ғүмер
Шул кино ҡарауҙары.
Ҡарап бөткәс тә кискеһен
Уйындар ҡороуҙары...

Үҙгәрҙе инде замандар,
Бөттө элекке ғәҙәт.
Сырҡылдамай әүәлгесә
Артта киноаппарат.

Кино ҡарау юҡ йыйылып,
Һүнде илаһи нурҙар.
Һәр кем үҙ өйөндә фильм
Ҡарай телевизорҙан.

Яманламайым бөгөндө:
Иҫ китмәле ынтылыш...
Тик йомолдоҡ өңөбөҙҙә,
Алдаҡ менән йән тыныс.

Шуға килә тик бер мәлгә
Үткәндәргә ҡайтаһы,
Һағындыра бала саҡтың
Ҡара - аҡлы киноһы...

К Ү Л Л Ә Р Е М


Алыҫтарҙан иҫеп сәләм әйтә
Тыуған яҡтың таныш елдәре.
Һағынған,ахыры,ауылҡайым,
Көтә мине ғәзиз Күлләрем.

Эй,Күлләрем,тыуып үҫкән ерем -
Һәр ваҡытта минең уйымда!
Ғүмеремдең иң бәхетле сағы
Үткәненә һинең ҡуйында.

Йәмле яҙҙа бөҙрә әрәмәләр
Һандуғастың тула моңона.
Пар аҡҡоштар ҡайтып ояһына
Һинең күлдәреңдә ҡойона.

Юҡҡамы ни, ошо хозур ерҙе
Олатайҙар төйәк иткәндәр?!
Бөгөнгөнөң ныҡлы нигеҙе ул -
Данға лайыҡ һинең үткәндәр.

Тарих биттәрендә ҡалған Күлләр -
Дыуан-Табындарҙың үҙәге;
Иман биргән мәсет,мәҙрәсәң дә
Динебеҙҙең сағыу биҙәге.

Ил таяныр батыр ирҙәрең дә
Ошо йомарт ерҙә тыуғандар:
Ҡәҙербирҙе,Мөхәмәтәминдәр
Француз яуын ҡыйыу ҡыуғандар.

Күпме яугир Ватан өсөн яуҙа
Башын һалды.Ҡайтты яралы.
Нисәмә йыл улар онотолмай,
Йөрәк һаҡлай һаман яраны.

Әүәлдән үк тыуған ауылымда
Донъя көтә тырыш,уңғандар.
Үткәндәрен белеп,барлап,тойоп,
Киләсәктең нигеҙҙәрен ҡойоп,
Матур йәшәй бында туғандар.

-Бәләкәй бит,-тимә ауылымды-
(Ваҡ булһа ла алтын ҡиммәт ул.)
Бөтә ерҙән ул иң ҡәҙерлеһе -
Йәшәү өсөн беҙгә һиммәт ул!

А Ҡ Т Ү Б Ә


Һиңә төшһә ҡайтыр юлым,
Зәңгәр күккә тейә түбәм.
Йыраҡ ара яҡыная--
Саҡыра мине Аҡтүбәм.

Бәләкәй генә булһаң да
Ифрат ҙур һинең тарихың.
Ошо ерҙе төйәк иткән
Ата-бабайҙар вариҫы.

Кемдәр генә килмәһендәр,
Булыр улар дуҫ һәм туған.
Юҡҡамы,тәүге исемең
Аталған Яңы Илтуған.

Йәшәй бында ауылдаштар-
Ҡан-ҡәрҙәштәй
кешеләрем,
Таянырға таянысым,
Йомарт,алсаҡ күршеләрем.

Иленкә буйын гөл иткән
Илен һөйгән яҡташтарым.
Ил мәнфәғәтен ҡайғыртыр,
Ил өсөн һалыр баштарын!

Ауылымдың иң түрендә
Бер изге һәйкәл ҡуйылған;
Һикһән яугирҙең исеме
Мәрмәр ташына уйылған.

Мәсеттең көмөш айында
Сағылалыр ҡояш нуры.
Аҙан тауышы индерә
Күңелдәргә иман нурын.

Тәбиғәттең гүзәллеген
Бер килһәгеҙ-күрерһегеҙ
Матурлығы ауылымдың
Сере ниҙә-белеһегеҙ.

Сер түгел кем йәшәгәне
Аҡ ауылым Аҡтүбәлә:
Аҡ күңелле,аҡ маҡсатлы,
Ап-аҡ уйлы аҡтүбәләр!

Фәрғәт ҠОТЛОБАЕВ. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас