Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
26 Ноябрь 2022, 16:50

Яҙыусы, рәссам

Ижадҡа ла ҡолас йәйеп тотонған: хикәйәһен, пове­сын ҡойоп ҡуя, шиғы­рын, мә­ҡә­ләләрен дә яҙа, һү­рәт­тәре лә профессиональ рәссам­дар­ҙыҡынан һис тә кәм түгел.

Яҙыусы, рәссамЯҙыусы, рәссам
Яҙыусы, рәссам

Ябай, ихлас кеше ул. Шаянлығы, йор һүҙлелеге йө­ҙө­нә сыҡҡан. Тормоштоң ел­ле-дауыллы диңгеҙендә лә аҙ сайҡалмаған, шуға кү­рәлер барына шөкөр ҡылып, яҡын­дарының, дуҫтарының, ғү­ме­ренең ҡәҙерен белеп йә­шәй белә. Ижадҡа ла ҡолас йәйеп тотонған: хикәйәһен, пове­сын ҡойоп ҡуя, шиғы­рын, мә­ҡә­ләләрен дә яҙа, һү­рәт­тәре лә профессиональ рәссам­дар­ҙыҡынан һис тә кәм түгел. Күп яҡлап һәләт­ле, уңған кеше ул Риф Йөҙлөкбаев.
“Етмеш төрлө һөнәргә тотондом, тик береһенең дә осона сыға алманым”,- тип бошоноп та ҡуя ул ҡай саҡ. Эйе, ысын ижад кешеһе үҙ-үҙенә үтә талапсан була шул, ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо уны бер ҡасан да ташламай.
Төпкөл ауылдан сыҡҡан ябай ғына ауыл малайының ошо ҡәҙәре уңыштарға өлгәшә алыуы үҙе бер батырлыҡ! Һәр ижад еме­шендә бит уның тырыш­лығы, хәләл көсө. Ҡәләм көрәк һабынан күпкә ауырыраҡ икәнлеген уны тотҡан, аҡыл көсөн түккән кеше генә аңлай.
Район үҙәк китапха­наһының күркәм залына күренекле яҡташыбыҙ-яҙыу­сы, шағир, журна­лист, рәс­сам, тарих­сы Риф Йөҙ­лөк­баев менән осра­шыуға килеү­селәр ошоға тулыһынса инанды.
Филология фәндәре кандидаты, БДУ доценты, М. Өмөтбаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Бөтә донъя башҡорттары Ҡорол­тайының мәғариф, фән, туған телдәр буйынса комис­сияһы рәйесе Фәнзил Саньяров яҙыусының ижа­дына байҡау яһаны.
Риф Йөҙлөкбаевтың геройҙар­ының күбеһе тор­моштоң ҡараңғы яғынан сығырға, яҡтылыҡҡа үрмә­ләргә ынтыла. Көслө драматизм менән һуғарылған әҫәр­ҙәрен уҡығанда үҙеңде ошо кешеләр ара­һында хис итәһең, улар менән бергә ҡай­ғыраһың, ҡыуанаһың. Яҙыусының һәр әҫәрендә беҙҙең тормош ысын­барлығы турана-тура ярылып ята,- тине ул.
Тәү ҡарамаҡҡа ҡыйыу, үткер һаналған танта­набыҙҙың сәбәпсеһе бер аҙ юғалып, аптырабыраҡ ҡал­ғандай булды. Күрәһең, бала сағын хәтеренә төшөргәндер.
- Өҫтөбөҙ йүнле кейем, тамағыбыҙ ик­мәк күрмәһә лә, уҡырға, эшкә өй­рәнергә, ысын кеше булырға тырыштыҡ. Комсомол беҙҙе рухлы, ғәҙел, эшсән итеп тәрбиәләне. Шуға ла биреш­мәнек, үҙ юлыбыҙҙы үҙебеҙ таптыҡ,- ти ул тормош юлына байҡау яһап.
Хеҙмәттәштәре, ижадташ дуҫтары Р. Йөҙлөкбаевтың әҫәрҙәре тураһында һөй­ләне, шиғырҙарын уҡыны. Һәүәҫкәр композитор Фәрит Яҡшығолов шағирҙың һүҙ­ҙәренә яҙылған йырҙарын башҡарҙы. Яҙыусының яңыраҡ ҡына донъя күргән “Ҡаран-Ҡыйышҡы” кита­бы ла залдағыларҙың оло ҡы­ҙыҡ­­һыныуын уятты. Тыуған ауылы, уның үткә­нен, бө­гөн­гөһөн һү­рәтләп, ауылдаштарын тарихта ҡал­дыра алған авторға киләһе быуындар, һис шикһеҙ, оло рәхмәтен, ихтирамын белдерер.
Яҙыусы-журналистың тормош сәхифәләренә ҡо­ролған төрлө хәлдәрҙе ми­ҫалға килтереп ойош­то­ролған уйында уның холоҡ-фиғелен билдәләгәс, тамашасылар менән юби­лярҙың араһы тағы ла ны­ғыраҡ яҡынайғандай булды. Яҙыу­сы­ның ижадына оло хөрмәт менән ҡарау­сы Ә. Мөф­тәхетдинова, Р. Хә­бибул­лина, Т. Вилданов, Э. Аба­качева, Э. Яма­летдинова, С. Юнысова, Н. Гогитидзелар һәләтле шәхескә изге теләктәрен еткерҙе.
Табынмаһам, һоҡланмаһам, һағынмаһам –
Булмам моңһоу.
Был донъяла йәшәүем дә булыр ине –
Тоноҡ, нурһыҙ...
тип яҙған ине ул бер ши­ғы­рында. Эйе, табына, һоҡ­лана, һағына белгән өсөн дә моңло, нурлы уның ижады.
Бөтә әҫәрҙәрендә лә тыу­ған ер, яҡ­таштарыбыҙ яҙмы­шы, уға ҡағылған уйланыу, һыҙланыуҙар... Шуның өсөн дә ҡы­ҙыҡлы һәм уҡымлы уның хикәйәләре. Ә Р. Йөҙлөкбаев үҙе оло ихтирамға һәм хөрмәткә лайыҡ шәхес.
Клара Ғәйфуллина.
Архив.

Фото: "Бәйләнештә"

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас