

III
Һалдат хеҙмәте
Юридик институтҡа уҡырға ингәндә, күбеһе ике йыл стаж менән һәм армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандар ине. Төркөмдә бер нисә студент ҡына (мин дә улар рәтендә) әле армияға бармаған булып сыҡты. Башҡа уҡыу йорттарындағы кеүек бында хәрби кафедра булманы, шуға күрә офицер дәрәжәһе лә бирелмәне.
Дыуан районында следователь булып эшләгәндә, Юсеев Мәргән Мөдәрис улы, военком менән яҡшы мөнәсәбәттәр арҡаһында, мине ике йыл армиянан алып ҡалып килде, ләкин киләсәктә ҡалаға эшкә күсер өсөн, хеҙмәт итеү мөһим ине. Шуға күрә Өфөлә военкоматҡа барып, мине армияға алыуҙарын һораным, күп тә үтмәй повестка килеп төштө.
Октябрь айҙары... Ергә яңы һыуыҡ төшә башлаған ваҡыт... Сәс ҡыҫҡа итеп алынды, итек, куфайка кейҙереп, беҙҙе Революция урамында урынлашҡан призыв пунктына алып барҙылар. Ул ваҡытта төрлө хәрби частарҙан килгән “һатып алыусылар” үҙҙәренә призывниктарҙы һайлап алалар ине, ләкин хәрби билетымдағы “следователь” яҙыуы, әйтерһең дә, барыһын да өркөттө, бер кем дә мине үҙенә алырға ашыҡманы (бәлки, ҡурҡҡандарҙыр), шуға күрә бер ай призыв пунктында ҡырмыҫҡа иләүендә кеүек йәшәнем. Ул ваҡытта призыв пунктында тәртип бик насар булды – эскелек, һуғыш, бер ай эсендә ике егетте сәнсеп үлтерҙеләр. Шуға күрә беҙ, юғары белемле бер нисә егет, һәр ваҡыт бергә булдыҡ. Йоҡларға урындар булмау сәбәпле, коридорҙарҙа йоҡлай инек. Минең өсөн иң мөһиме – берәй часҡа эләгеп китеү.
Бер көндө казармала китеп барһам, ике башҡорт егете илай-илай иҙән йыуа. Баҡһаң, бер прапорщик уларҙың 50-шәр һум аҡсаларын, хәрби билеттарын тартып алып, иҙән йыуырға ҡушып ҡуйған, үҙе йоҡларға киткән.
Прапорщиктар, офицерҙар ял иткән бүлмәгә теге ике егетте алып киттем.
Ҡайһы прапорщиктың уларҙың аҡсаһын тартып алғанын күрһәткәс, тегене ботонан һөйрәп иҙәнгә төшөрҙөм. Аптырап китте, иҫерек... “В чем дело?!” – тип аҡырып ебәрҙе, өҫтәүенә, мин призывник ҡына. Командовать итеп маташҡас, хәрби билетымды сығарып күрһәттем. “Күрәһегеҙме нимә тип яҙылған? Следователь! Хәҙер үк хәрби прокуратураны саҡыртам, был ҡылығығыҙ өсөн һеҙгә кәмендә 5 йыл янай!” – тинем. Прапорщик тубыҡланып ғәфү үтенә башланы, ләкин уның урынына егеттәрҙең аҡсаларын ҡайтарыуын һәм беҙгә үҙҙәренең бүлмәһен бушатыуын талап иттем. Минең теләк үтәлде. Прапорщик ҡабалана-ҡабалана, кәҫәһенән йомарланып бөткән аҡсаларҙы сығара башланы...
Күрәһең, теге прапорщик, беҙҙең арала следователь йөрөй, тип башҡаларға ла әйткәндер, бер-ике көндән, бәлки, ҡотолоу маҡсаты менән, мине Петрозаводскиҙағы часҡа ебәрҙеләр. Шулай итеп, 200 кешенән торған топографтар отрядына барып эләктем. Петрозаводскиға Ленинград ҡалаһы аша барғанда, беҙҙе тимер юл вокзалында урынлаштырҙылар һәм бер юлы призывниктарҙан иҙән дә йыуҙырттылар. Шулай итеп легендар ҡаланың вокзал иҙәнен йыуыу “бәхете” тейҙе.
Минең менән бергә хеҙмәт иткән егеттәр ҙә юғалып ҡалманылар. Икеһе лә уҡытыусы, мәктәптә эшләйҙәр ине. 90-сы йылдарҙа депутатлыҡҡа үҙемдең һайлау кампанияһы менән йөрөгәндә, ул егеттәр ҙур ярҙам күрһәттеләр, артабан да туғандар кеүек аралашып, дуҫлашып йәшәнек.
Армияла хеҙмәт итеү минең өсөн бик ҡыҙыҡлы булды, сөнки институтты бөткәс, бер йылға ғына алынғайным.
Мин Совет армияһында 1975 – 1976 йылдарҙа хеҙмәт иттем. Ул ваҡытта Уставта ҡаралған һәм ҡаралмаған шундай тәртиптәр бар ине: бер ай “курс молодого бойца” үтәһең һәм присяга ҡабул итәһең; бер йыл “салага” дәрәжәһендә хеҙмәт итәһең, шунан “старик”ка күсәһең; йыл ярым хеҙмәт иткәс, “дед” булаһың. Ике йылың тулғас, оборона министрының демобилизация тураһында приказы сыҡҡас, “дембель”гә әйләнәһең һәм ҡайтыр көндәреңде һанай башлайһың. Хәҙер һалдаттар бер йыл ғына хеҙмәт итәләр.
Армияла хеҙмәт иткәндәр белә – бер ай “курс молодого бойца” үткәндә, төндә бер нисә тапҡыр уяталар, 45 секунд эсендә кейенеп, автомат тотоп, теҙелеп торорға тейешһең. Иртәнге етелә уяталар, кирза итектә 3–4 саҡрым йүгертәләр. Интернатта уҡығанда ла сәғәт иртәнге 7-нән физик күнекмәләр эшләнек, йүгереү, саңғы шыуыу менән дә шөғөлләнә инек. Бала саҡтан режимға өйрәнгәс, армияның бер ҙә ауырлығын тойманым. Институтта уҡығанда ла, Хәбир Лоҡманов, Сан Саныч Розанов менән менән бергәләп иртәнсәк бер нисә саҡрым йүгерә инек, Дыуан районында ла был спортты ташламаным.
Әлбиттә, “старик”тар “салагалар”ҙы кәмһетеп, эш эшләтә торғайны, мине лә был “традиция” урап үтмәне. Беренсе көндө улар мине “аҡылға ултыртырға” маташтылар. Тик һуғышыр алдынан уларға шулай тинем: “Егеттәр, мин гражданкала следователь булып эшләнем, юридик институтта уҡығанда каратэ приемдарын өйрәттеләр, шуға күрә мин һеҙҙе иҫкәртергә тейешмен, әгәр ҙә һуғышырға теләһәгеҙ, мин һеҙҙең аяҡ-ҡулдарығыҙҙы һындырам”, – тинем дә, военный билетты күрһәттем, унда “специальность – следователь”, тип яҙылған ине. Шул саҡ беҙҙең янға бер өлкән сержант йүгереп килде, минең хәрби билетымды ҡараны ла, һин юридик институтты тамамланыңмы, тип һораны. Мин ыңғай яуап биргәс, үҙенең дә юрист булырға теләгәнен әйтте, бөтәһенә лә “Зуфар – мой друг” тип иғлан итте лә, үҙенең эргәһенә күсертеп үк алды. Шулай итеп, беренсе көндән үк “старик” дәрәжәһендә йөрөй башланым. Ул Ленинградта тыуып үҫкән Тузов Валера исемле егет ине. Алты айҙан һуң хеҙмәт срогын тултырып, ҡайтып китте. Мин хеҙмәт иткәндә, хатлашып торҙоҡ, ләкин бер йылдан уның адресы үҙгәрҙе һәм беҙҙең бәйләнеш өҙөлдө. Петербургка докторлыҡ диссертацияһын яҡларға барғанда, эҙләп ҡараным, ләкин таба алманым. Бик әҙәпле, тәртипле Петербург интеллигенты ине. Казармала карауаттар яҡын торғанға күрә, төндәр буйына һөйләшеп сыға инек.
Минең музыкаль һәләтемде тикшереп ҡарап (баянда, ҡурайҙа бер аҙ уйнайым), мине радиовзводҡа билдәләнеләр. Өс ай Морзе азбукаһын һәм хәрби элемтәнең нескәлектәрен өйрәндек.
Бер нисә ай үткәс, минең прокуратурала эшләгәнемде ишетеп, Петрозаводск гарнизонының хәрби прокуратураһына саҡырттылар. Һин бит беҙҙең коллега, ике йыл следователь булып эшләгәнһең, беҙҙә буш урын бар, әйҙә беҙгә эшкә кил, тинеләр. Мин ризалаштым. Бер йыл һалдат булып хеҙмәт иткәс, Ленинград ҡалаһына ебәреп, уҡытып, офицер дәрәжәһен биреп, бөтөнләйгә эшкә ҡалдырырға уйланылар. Хәрби следователь өсөн Петрозаводск ҡалаһында эштән бирелгән ике бүлмәле фатир ҙа әҙер ине. Мин хеҙмәт иткән хәрби отряд Петразаводск ҡалаһында ине. Петрозаводскиҙың гарнизон прокуроры мин хеҙмәт иткән отрядтың командиры менән һөйләшеп, миңә даими пропуск бирҙеләр һәм прокуратурала эш башланым. Енәйәт эштәрен тикшергәндә, шаһиттарҙы (свидетель) үҙемдең исемдән саҡыртып, повесткалар ебәрәм. Офицерҙарҙы саҡыртырға тура килә ине. Саҡыртылған кешеләр килһәләр, һалдат кейемендә мин ултырам, ҡайҙа следователь Еникеев, тип һорайҙар. Мин, тип яуап бирәм. Улар аптырайҙар. Шуны ла оноторға ярамай – устав буйынса мин уларға честь бирергә тейешмен. Шул ваҡыт хәрби гарнизон прокуроры полковник Рутин минең кабинетҡа инеп: “Это наш товарищ. Он временно солдатскую форму носит, товарищ Еникеев, продолжайте допрос”, – тип әйтеп сығып китә.
Шулай итеп, хеҙмәт иткән арала прокуратура эше менән Карелияның күп кенә ҡасабаларында булырға тура килде.
Ноябрь айының ял көндәренең береһе. Иртәнге етелә эргәмә ашнаҡсы йүгереп килде.
– Зуфар, выручи, пожалуйста!
– В чем дело?
– Кассетный магнитофон украли...
Ул ваҡытта, әлбиттә, магнитофондар дефицит ине.
– Найди, пожалуйста, ты же следователь.
Аптырап киттем. Ҡайҙан табырға, кем урланы икән?..
Беҙҙең часта 4 пост бар. Беренсе поста штабта флаг аҫтында торалар, икенсеһе – проходной, өсөнсөһөндә мал тоталар: сусҡа аҫрайҙар, бер-ике ат та булды, дүртенсеһе – хәрби машиналар өсөн тәғәйенләнгән урын.
Постарҙы йөрөп сыҡтым, минең арттан хатта бер нисә ҡыҙыҡһыныусан һалдат та эйәргән. Ҡарауылда торғандарҙан (дневальный) һораштым, уларҙың әйтеүенсә бер нисә кеше генә төндә сыҡҡан, ләкин часты ташлап сығыусы булмаған. Шулай тикшерә торғас, таш күмерҙе яҡҡандан ҡалған ашхана яғында ятҡан бер өйөм шлакты ҡарарға булдым. Казармала йәшермәгәндәр, алыҫ алып китмәгәндәр, ошонда йәшергәндәрҙер, тип уйланым. Яңы ғына ҡырпаҡ ҡар яуған мәл, шуға күрә теге өйөмдөң бер ере әҙерәк ҡаҙылған кеүек күренде, мин дә шул ерҙе ҡаҙа башланым. Әлбиттә, башҡа һалдаттар “нашелся следователь”, тип көлөп тә ҡуйҙылар, ләкин шлакты бер аҙ бутағандан һуң аҫтынан магнитофон күренгәс, мыҫҡыл итеп йөрөгәндәрҙең ауыҙҙары ябылды, төрмәлә кеүек бик аҫтында аҡҡан күңелһеҙ һалдат тормошонда ҙур мажара булды.
– Хәҙер магнитофондан бармаҡ эҙҙәрен алып, экспертизаға ебәрәбеҙ, кемдең урлағаны шунда асыҡланыр, – тинем.
Шул көндө минең янға бер ҡаҙаҡ егете килде лә:
– Зуфар, пожалуйста, не отправляй на экспертизу отпечатки пальцев, это я взял, – тине.
– Ладно, попробую договориться с командиром части и закрыть это дело, – тинем.
Магнитофонды табып биргәс, повар бик шатланды һәм мин кис эштән ҡайтыуға төрлө аштар бешереп ҡуя ине. Әлбиттә, был урлашыуҙы енәйәт эше итеп хәрби прокуратураға хәбәр итеп торманыҡ, сөнки командирға һалдаттар араһында дисциплина буйынса һүҙ тейеүе бар ине.
Тағы ла бер ваҡиға хәтеремдә...
Иртәнге построениела командир: “Рядовой Еникеев вперед!” – тине. Мин алға сығып честь бирҙем. “Оглашается приказ прокурора Союза ССР Руденко. За расследование особо важного дела наградить Еникеева Зуфара Иргалиевича, следователя прокуратуры Дуванского района Республики Башкортостан, денежной премией в размере месячной зарплаты 152 рубля”. “Служу Советскому Союзу”!
Ноябрь айында бер йыл хеҙмәт итеү срогы үтте һәм мине хәрби прокуратураға даими эшкә өгөтләй башланылар. Подполковник, әгәр ҙә үҙеңде бик һәйбәт яҡтан күрһәтһәң, хәрби прокурор-полковник дәрәжәһенә өлгәшә аласаҡһың, тип киләсәк тормошомдоң перспективаһын аңлатырға тырышты, ләкин минең өсөн бындай киләсәк бик күңелһеҙ тойолдо һәм тыуған яғыма ҡайтырға ҡарар иттем.
Әрменән ҡайтышлай республика прокуратураһының кадрҙар бүлегенә кергәс тә, Салауат ҡалаһына өлкән следователь вазифаһына ғариза яҙҙыртып, ҡулыма приказды ла тотторҙолар. Ҡайтып бер ай ваҡыт үткәс, Салауат ҡалаһында эш башланым.
Салауат ҡалаһында һәм Баймаҡ районында эшләүем
Армиянан ҡайтҡас, Салауат ҡалаһына тәжрибәле следователь булараҡ өлкән следователь итеп ҡуйҙылар. Эш бик күп ине, шуға күрә хатта бер ай кабинетта йоҡлап йөрөргә тура килде. Дөйөм ятаҡта урын бирһәләр ҙә, уның артынан йүнләп йөрөргә ваҡыт та булманы, етмәһә, бөтә эштәрҙе ябыр өсөн ике ай срок бирелде.
Совет закондары нигеҙендә прокуратура следователдәренә балиғ булмаған 14 йәштән 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәрҙең дә енәйәт эштәрен тикшереү йөкмәтелгән ине. Әлбиттә, беҙҙең “елкәлә” кеше үлтереү, көсләү һәм экономика өлкәһендәге ҡатмарлы эштәр ҙә булды. Беҙ дүрт следователь эшләнек. Бында эшкә килеүем алдан уҡ билдәле булғас, тәжрибәле следователь тип енәйәт эштәре минең ҡарамаҡҡа күп кенә өйөлгән ине.
Дөйөм ятаҡҡа урынлашҡанға тиклем, бер ай кабинетта йоҡлап йөрөргә тура килде, сөнки закон енәйәт эштәрен ике ай эсендә тикшереп, судҡа тапшырыуҙы талап итә. Өс-дүрт ай шулай эштәрҙе яйға һалғас, бер аҙ “күҙем асылды”.
Милицияла, адвокатурала, прокуратурала бик күп йәштәр эшләй, кистәрен күңелле кисәләр ойоштора инек. Ул осорҙа һәр районда, ҡалала йәш белгестәр ойошмаһы булды. Шуға күрә байрамдарҙы бергә үткәрҙек, ләкин миңә Салауаттың һауаһы килешмәне һәм мин Сибай прокуратураһына прокурор урынбаҫары итеп күсергә приказ алдым. Артабан Сибай ҡалаһында төпләнеү, ғаилә ҡороу уйы ла булды.
Сибай прокуратураһына прокурор урынбаҫары итеп тәғәйенләнеләр. Сибай прокуроры төньяҡ-көнбайыш төбәгенән сыҡҡан Низаметдинов тигән кеше ине. Прокуратурала уның ярҙамсыһы һәм следователь булып уның яҡташтары эшләй. Мин эш башлағас та, ҡотолоу юлдарын эҙләй башланылар. Улар КПСС-тың Сибай ҡала комитеты беренсе секретары Әхмәров Рим Нәзмиевич менән бергә (ул да сығышы менән төньяҡ-көнбайыш райондарынан, Өфөлә “Башнефь” берекмәһендә эшләп киткән) БАССР-ҙың КПСС өлкә комитетына шылтыратып, минән ҡотолоу сәбәбен уйлап тапҡандар. Йәнәһе, Сибай прокуратураһына фәҡәт башҡорттар йыйылып китте һәм Еникеевтың кандидатураһы КПСС өлкә комитеты тарафынан раҫланмаған, шуға күрә лә икенсе районға күсерергә, тигән приказ менән Башҡортостан Республикаһы прокурор урынбаҫары Сибайға килде. Минең эштәрем һәйбәт барғанға күрә, икенсе ергә күсереү сәбәптәре юҡ ине. Минең урынға Өфөнән Бойченко Виктор тигән йәш кенә егетте килтергәндәр ине.
Был ғәҙелһеҙлек һәм законһыҙ эш миңә ныҡ тәьҫир итте, хатта йөрәк ауыртыуҙарынан, йоҡоһоҙлоҡтан ыҙалай башланым. Прокуратура системаһынан китергә ғариза яҙҙым, ләкин республика прокуроры урынбаҫары Айытҡолов мине икенсе районға йәки ҡалаға күсергә өгөтләй башланы. Һөйләшеү КПСС-тың ҡала комитеты бинаһында барҙы. Сибайҙа берәй мәктәптә тарих, йәмғиәт һәм хоҡуҡ дәрестәре буйынса уҡытыусы булып ҡалырға теләгәйнем, беренсе секретарь Әхмәров, һиңә, ғөмүмән, эш булмаясаҡ, теләгән ереңә кит ҡаланан, тине. Баймаҡ прокуроры Хажин Рафаил ағай: “Зөфәр, йөрөмә килмешәктәр араһында, ҡайт районға, үҙебеҙгә”, – тигәс, Баймаҡ прокуратураһында эшләй башланым.
Баймаҡта мине бик йылы ҡаршы алдылар. Бер йыл эсендә бөтә уңайлыҡтары булған яңы йорттан бер бүлмәле квартираның асҡысын тапшырҙылар, ләкин Дыуан районында, хәрби прокуратурала һәм Салауат ҡалаһында эшләгәндә булған дәрт ныҡ ҡына һүрелгәйне. Эшләү дәүерендә ғәҙеллек, закон тантана итергә тейеш, тигән ҡараштарым селпәрәмә килгәйне. Үҙемә тейешле эште намыҫ менән еренә еткереп эшләнем, кадрҙар бүлегенән киләсәктә хатта прокурор итеп тәғәйенләү перспективаларын әйттеләр.
Баймаҡ прокуратураһында эшләгәндә бер енәйәт эше менән танышырға тура килде – ул ағалы-ҡустылы Ғәзизовтар буйынса ине. Темәс егеттәре төҙөлөш менән шөғөлләнгәндәр, төрлө объекттар төҙөгәндәр, ләкин уларға аҡса үҙләштергәнһегеҙ, тип милицияның ОБХСС бүлеге енәйәт эше асҡандар. Беҙҙең яҡта, әлбиттә, психология шундай – кем аҡсаны күберәк эшләй, тимәк, урлаған, көнләшеүҙән ялыу яҙа башлайҙар. Прокуратураның милициянан ниндәй ҙә булһа эште һоратып алырға, яңынан тикшереүҙәр үткәрергә хоҡуғыбыҙ булды. Шуға күрә, йәнәһе, енәйәт материалдары тупланған ҡалын ғына томды ентекләп тикшереп сыҡтым һәм был егеттәрҙең ғәйепһеҙлеге хаҡында фекергә килдем.
Дүшәмбе көндө иртәнге сәғәт туғыҙҙарға повестка менән прокуратураға саҡырттым. Әзмәүерҙәй өс башҡорт егете. Әлбиттә, йөҙҙәрендә борсолоу һәм ҡурҡыу, кабинетҡа саҡырып индерҙем дә, дәүләт исеменән ғәфү үтендем, сөнки нисәмә йылдар буйына нахаҡҡа ғәйепләнгәндәр ине улар. Ул егеттәр менән мин дә ҙур ҡыуаныс кисерҙем...
Баймаҡ районында эшләгәндә, шуға иғтибар иттем – совхоз етәкселәренең күбеһе төньяҡ-көнбайыш райондарынан, беҙҙең телде, ғөрөф-ғәҙәтте белмәгән кешеләр ине. Совет осоронда башҡорт райондарында башҡорт милли кадрҙарын ныҡлап сикләүгә йүнәлдерелгән сәйәсәт барҙы. Бигерәк тә Баймаҡҡа ҡаршы Өфөлә КПСС-тың өлкә комитетында ултырғандар “вәлидовсылар ояһы”, тип атанылар. Әгәр ҙә 20-се йылдарҙа Поленов, Руденко кеүектәр ҡыҙылармеецтарҙы, халыҡты атып ҡаршы сыҡһалар, 30-сы йылдарҙа Сталин репрессияһы арҡаһында халыҡ ҡырылһа, 70–80-се йылдарҙа шул сәйәсәттең шауҡымы тейә ине. Район хужаһы Имамов Рәис Имам улы үҙенә шул яҡ төбәктән үҙенең яҡташтарын йыйған. Баймаҡтың әсе теллеләре ҡайһы бер йәпитниктәрҙең ярамһаҡланыу арҡаһында, һөйләшеүҙәре үҙгәрә башланы, тип көлдөләр. Улар, әлбиттә, урындағы халыҡтың мәнфәғәтенән сығып эш итмәнеләр. Был фекергә шундай ваҡиғаларҙың береһе дәлил. “Һәүәнәк” совхозы директорының тәҡдиме буйынса, совхоздағы шәхси хужалыҡтарҙы, аттарҙы бөтөрөргә кәрәк ине. Уның фекеренсә, һыйырҙарға әҙерләнгән бесән аттарға ла китеп тора, шуға һауым кәмей икән, имеш. Бөйөк немец шағиры Генрих Гейненың һүҙҙәре һәр ваҡыт иҫемә төшә: “Донъяла бер генә тәрән аҡыллылыҡ бар, тик ул да булһа, сикле, ләкин башҡа булған меңәрләгән ахмаҡлыҡтар ғына сикһеҙ”. Башҡорт атының тибенлектә йөрөп үҙ тамағын үҙе туйҙырғаны ул килмешәк бәндәгә мәғлүм түгел ине. Минең асыуым ныҡ ҡабарҙы.
Район прокуратураһы, суд, милиция хеҙмәткәрҙәрен йыйып, һәр ауыл советына берәр вәкил билдәләнде. Аттарҙы бөтөрөргә тигән ҡарар менән мине Ниғәмәт ауыл советына ебәрҙеләр. Урындағы халыҡ йыйылғас, “Ҡош ҡанатһыҙ, башҡорт атһыҙ булмай”, тигән һүҙҙәр менән сығышымды башланым һәм закон буйынса бер кемдең дә уларҙың малын тартып алырға хоҡуҡтары булмауы хаҡында белдерҙем. Ауыл халҡы бик ҡыуанды. Шулай итеп, Ниғәмәт ауыл советында шәхси хужалыҡтарҙы, аттарҙы һаҡлап ҡалыуға ирештем. Һуңынан, 90-сы йылдарҙа, депутатлыҡ кампанияһы менән йөрөгәндә (ҡайһы бер партия һәм совет системаһы функционерҙары мине экстремист тип йөрөттөләр), бөтә ауыл советы халҡы был егет халыҡ өсөн көрәшкәнен следователь булып эшләгәндә үк иҫбатланы, тип миңә үҙ тауыштарын бирҙеләр.
Шул йылды мин ете ай буйы Учалы ҡала башҡарма комитеты рәйесенең енәйәт эшен тикшерҙем. Эш шунан ғибәрәт: карьерҙы киңәйтеү маҡсаты менән Учалы-1 ауылын бөтөрөргә, йәшәгән халыҡты ҡалаға күсерергә, тигән программа төҙөгәндәр, ләкин уны тормошҡа ашырырға ашыҡмағандар. Урындағы түрәләр бөтә фатирҙарҙы үҙ-ара бүлешкәндәр, һөйәркәләренә бүләк иткәндәр. Һигеҙ ай самаһы дауамында тикшереү эштәрен алып барҙым, кемдәргә законһыҙ фатир биргәндәр, кемдәр бөтөнләй өйһөҙ тороп ҡалған – барыһын да асыҡларға, енәйәттәрен ентекләп тикшерергә тура килде. Минең өсөн был бик ҙур тәжрибә булды.
Учалыла эшләгәндә сығышы менән Әбйәлил районынан булған Ғәлин тигән оло ғына ағай йәмәғәт ярҙамсыһы дәрәжәһендә хеҙмәттәшлек итте. Кистәрен минең янға килеп, сәй артында миңә үҙ тарихын һөйләй ине. Уны 1937 йыл, 18 йәшлек егетте, Белорет ҡалаһына НКВД-ға хеҙмәткә алғандар. Көн һайын урманға 10 – 15 кешене алып барып атырға мәжбүр иткәндәр. Һуғыш башланғас, фронтҡа китеп, кеше атыуҙан ҡотолған. Был мине бик ныҡ тетрәндерҙе, сөнки репрессиялар тураһында тик уҡып-ишетеп кенә белә инем. Ғәлин ағайҙы тыңлағанда, меҫкен ҡорбандарҙың нисек ҡандары ҡойолғанын үҙ күҙем менән күргәндәй булдым. Был ғәҙелһеҙлектә, ҡорбандар һөйәгендә төҙөлгән дәүләттең киләсәге юҡтыр, тигән уйҙар мине солғап алдылар.
Ул ваҡытта следователдәр милиция һәм КГБ системаһында бар ине, ләкин законға ярашлы, прокуратура следователе уларҙан бер баҫҡысҡа юғары торҙо. Мәҫәлән, эшләгән осорҙа кешеләрҙе туҡмаған милиция хеҙмәткәрҙәрен шунда уҡ һаҡ аҫтына алып, енәйәт эше ҡуҙғатып, артабан эште судҡа тапшыра инем. Ысынлап та, милицияла аппарат ҙур, һәр береһен ентекләп тикшереп булмай, ҡайһы берҙә садист холоҡло бәндәләр эшкә урынлаша. Әле лә шулай. Минең уйлауымса, был ҡотолғоһоҙ хәл.
Йылайыр совхозында М. тигән участковый иген ташыу өсөн ситтән килгән өс шоферҙы дружинниктар менән һыу эскеһеҙ итеп туҡмаған. Тикшереү ваҡытында минең менән барған милиция хеҙмәткәрҙәре янында улар ҡалтырай башлайҙар ине, форма кейгән кешеләрҙән ҡот осҡос ҡурҡыу ялмап алған ине. Әлбиттә, Учалы ҡалаһындағы квартира үҙләштереүселәрҙе фаш итеү йәки ғәйепһеҙ Темәс егеттәренә милиция тарафынан ҡуҙғатылған енәйәт эшен туҡтатыу кеүек эштәр миңә ҡәнәғәтлек килтерә ине, ләкин проблемаларҙың, енәйәтселектең нигеҙенә күҙ һалғанда, Советтар илендә картина бөтөнләй башҡаса, тәрәндә ине. Бушҡа ғына Кузьма Прутков: “Зри в корень”, – тип әйтмәгән. Беҙ юридик институтта прокуратура законлыҡтың һағында тора һәм урындағы түрәләргә буйһонмайынса, фәҡәт шул юҫыҡта эшмәкәрлеге булырға тейеш, тигән постулатты ҡаныбыҙға һеңдерҙеләр. Әммә ысынбарлыҡ икенсе төрлө булды. Ул осорҙа прокуратура, суд һәм милиция хеҙмәткәрҙәре һәм етәкселәре район, ҡала һәм республика партияһының етәкселәренә буйһона торғайнылар. Конституцияның 6-сы статьяһында “коммунистар партияһы – илдә берҙән-бер көс булараҡ етәксе һәм йүнәлтеүсе көс”, тигән норма булды. Мәҫәлән, Учалы етәкселәренә ҡарата КПСС өлкә комитеты беренсе секретары М. З. Шакиров ризалығы менән ҡуҙғатылған енәйәт эшен республика прокуратураһы минең ҡарамаҡҡа тапшырҙы. Уларҙың шулай шашынып эш боҙоуҙары тураһында яҙылған ялыуҙар ун йылдан ашыу хоҡуҡ һаҡлау, совет һәм партия органдарында йыйылып килгән. Урындағы прокурор партия етәкселегенең тикшереүҙәрҙе тыйыуҙары хаҡында белдерҙе. Ялыуҙар бик күп йыйылып киткәс кенә, КПСС өлкә комитеты беҙгә тикшерергә мөмкинлек бирҙе. Шундай уҡ хәл Сибайҙа һәм башҡа ҡала, райондарҙа булып үтте. Сибай ҡалаһы башҡарма комитеты рәйесен Белорет ҡалаһында урынлашҡан заводҡа директор итеп күсерҙеләр, енәйәттәре өсөн яуапҡа тарттырып та торманылар. Уның урынбаҫарын маҡтап, хаҡлы ялға оҙаттылар. Шул уҡ ваҡытта күп кенә хужалыҡ етәкселәре хөкүмәт “кеҫәһен” үҙҙәренеке менән бутанылар. Уларҙың урлашыуҙары тураһында материалдар йыйылғас, район прокуроры Хажин Рафаил ағай райондың, партияның райком етәкселәренә, бер-ике тапҡыр мин дә уның менән барҙыҡ. Райкомдың беренсе секретары ҡәтғи генә: “Не позволю! Не трогать!” – тип ҡырт киҫә торғайны. Был, әлбиттә, районда, ҡалала етәкселәрҙең шашыныуына, үҙҙәрен юғарыға ҡуйып, “неприкасаемая каста” итеп, булған әхлаҡ һәм закон нормаларын һанға һуҡмауына килтерҙе.
Баймаҡта эшләгәндә прокуратураға 19 йәшлек ҡыҙҙың, район дауаханаһы хеҙмәткәренең, йоҡо дарыуҙары ярҙамында үҙ-үҙенә ҡул һалырға тырышыуы хаҡында хәбәр килде. Бәхетенә күрә, әхирәте ваҡытында табып алып, ҡыҙҙы дауаханаға килтереп, ҡотҡарып алып ҡалдылар. Тикшереүҙәр барышында, баш табиптың (шулай уҡ райкомдың беренсе секретарының яҡташы булып сыҡты) көсләүе-мәсхәрәләүе һөҙөмтәһендә, үҙ-үҙенә ҡул һалырға мәжбүр булыуы беленде һәм район етәксеһенә әйтеп тормай, баш табипты өс тәүлеккә КПЗ-ға (камера предварительного заключения) ултыртып ҡуйҙым. Район һәм бөтөн Урал аръяғы төбәге өсөн был көтөлмәгән хәл булды. Йәнәһе, нисек следователь кеше шундай юғары вазифалы кешене бикләп ҡуйырға батырсылыҡ иткән. Барыһы ла тамамланғас, ғәйепләү ҡарарын республика прокуратураһы үҙенә алды һәм юҡ итте... Йәш ҡыҙҙы көсләп, суицидҡа еткергән әҙәмде һаулыҡ һаҡлау министрлығы Өфө ҡалаһы дауаханаларының береһенә “йылы урынға” урынлаштырҙы.
Быларҙың барыһы ла миңә беҙҙең илдә законһыҙлыҡтың, ғәҙелһеҙлектең хөкөм итеүен тағы ла иҫбатланы. Бирелгән квартираны Баймаҡ ҡала советы ҡарамағына ҡалдырҙым да, 1977 – 1978 йылдарҙа прокуратура системаһынан китергә булдым. Сибай ит комбинатына юрисконсульт вазифаһына эшкә күстем. Бындай ҡарарға килеүе еңелдәрҙән булманы, сөнки үҫмер саҡтан уҡ следователь булып эшләргә, илдә ғәҙеллек өсөн көрәшергә, тормош юлымды ошо һөнәргә арнарға теләгем бик ҙур ине. Әлбиттә, мин совет заманын насарлап, әлеге дәүерҙе маҡтай алмайым. Салтыков-Щедрин әйтеүенсә, Рәсәйҙә урлашыу һәм эскелек бер ваҡытта ла бөтмәйәсәк.
Хәҙерге ваҡытта был өлкәләге ситуация В. В. Путин әйткән бер генә фраза менән характерлана: “Бер тоҡ картуф (бәрәңге) урлаған кеше – бур, төрмәлә ултыра, ә миллионлап урлаған – бөгөн сәйәси эшмәкәр”.
Дауамы бар.