

Мәлих Харис 1915 йылда бөгөнгө Башҡортостандың Саҡмағош районының Яңы Ҡото ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Бик йәшләй етем тороп ҡала. Башланғыс белемен үҙҙәренең ауылында ала. 1941 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай. Шул уҡ йылда хәрби хеҙмәткә алынып, офицерҙар курсында уҡып сыға. 1944 йылда Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк була[2][3].
Мәлих Харистың ижади ғүмере бик ҡыҫҡа булды, сәскә атып өлгөрмәй өҙөлөп ҡалды. Уның тәүге шиғырҙары 1934 йылда гәзит-журналдарҙа күренә башлай, һәм ул күп тә үтмәй нескә тойғоло, хистәргә бай үҙенсәлекле лирик шағир булып танылып китә. Һуғыш алды көндәрендә ул көр һәм саф тауышлы, күтәренке рух менән һуғарылған әҫәрҙәре менән әленән-әле сығыш яһап тора. Шағир йыш ҡына үҙе кисергән ваҡиғаларҙы тасуирларға тырыша, үҙ мөнәсәбәтен йырлай. «А. С. Пушкинға», «Йәшлек», «Диңгеҙгә», «Руставели», «Әсә тураһында йыр», «Мин һөйәм» кеүек поэтик ынйылары бөтә башҡорт поэзияһында билдәле урын тота. Ихласлыҡ, үҙ иленә сикһеҙ бирелгәнлек тойғолары уның әҫәрҙәрендә төп урын биләй.
Мәлих Харис үҙе иҫән саҡта әҫәрҙәренең айырым китап булып сығыуын күреү бәхетенә ирешә алмай. Уның «Йөрәк тауышы» тигән беренсе китабы тик ул үлгәндән һуң 1944 йылда баҫылып сыға. 1954 йылда шул уҡ китабы, бер аҙ тулыландырылып, Н. Нәжмиҙең баш һүҙе менән сыға. Үҙенсәлекле шағир Мәлих Харис поэзияһы әле лә беҙҙең сафта бурысын үтәп килә. М. Харистың шиғырҙары рус телендә 1974 йыл «Башҡорт лирикаһы өлгөләре» серияһында баҫыла.
Башҡорт Википедияһынан.
Хат
Беләм, әсәй, беләм ауыр һиңә;
Борсолоулы уйҙар – иптәшең.
Ҡарап минең киткән юлдарыма,
Күптән, күптән һағынып көтәһең.
Йыйырсыҡтар сәғәт, минут һайын
Тәрәнәйгән кеүек йөҙөңдә.
Ләкин бел һин: бөгөн иртә таңда
Һуғыш барҙы һинең өсөн дә;
Һәм әле лә көслө канонада…
Саҡыра һуғыш: һау бул хәҙергә.
Мин йығылһам әгәр, йәш түкмә һин,
Ә тын ғына шулай хәтерлә:
“Ул Ватанын һөйҙө, ут эсендә
Уның данын, намыҫын яҡланы,
Ул йығылды, ләкин башҡаларға
Ғүмер бирҙе. Юҡҡа ауманы”.
Онотмаһын мине Тыуған ил
Яралынан аҡҡан ҡан кеүек
Таң ҡыҙара офоҡ ситендә.
Һөжүм үтте. Тынлыҡ. Ял итә
Бәрелеш ҡыры туҙан, төтөндә.
Ләкин берәү таңды күрмәне:
Ул йәш егет Урал буйынан.
Ҡосҡан кеүек бала әсәһен,
Ҡалҡыу ерҙе ҡосоп йығылған.
Һәм боҫланып аҡҡан ҡайнар ҡан –
Һуңғы бүләк һөйгән еренә,
Айырыла алмай, изге тупраҡты
Үбә кеүек һаман ирендәр.
Эй, ғүмерҙең һуңғы сәғәте,
Һин миңә лә шулай күкрәп кил.
Батырҙарын иҫкә алғанда,
Онотмаһын мине лә Тыуған ил.