

Тимур Миһранов был эшен дә еңел һәм шыма ғына теүәлләне. Сираттағы клиентын кәкре ҡайынға терәгәс, тиҙҙән кеҫәһенә тағы ла бер нисә миллиондарҙың килеп ятасағын иҫләгән һайын ауыҙы йырылып-йырылып китте. Һуңғыһы бигерәк асығауыҙ булды инде. Актриса. Ярты ғүмерен исем-аттар алыр өсөн төрлө сүрәткә ингән сәхнә йондоҙо, олоғая төшкәс, аҡылғаултырған, күрәһең. Илле йәшкә етеп барғанда дингә килгән. “Иман” телетапшырыуының алып барыусыһы ул хәҙер. Ҡала ситендәге коммуналкаһын бер бүлмәле фатирға алмаштырыу уйы менән Тимурға мөрәжәғәт иткәйне.
Ирһеҙ, балаһыҙ, таяныр-таянысһыҙ оло йәштәге ҡатынды төп башына ултыртыу өсөн әллә ни көс һалырға ла тура килмәне. “Эйе”, “юҡ”, “ярай, үҙең беләһең, улым”дан башҡаны әйтмәгән элекке сәхнә йондоҙо ҡайҙа ҡул ҡуйырға кәрәк, шунда ғына сыймаҡлап ултырҙы алыпһатыу эшен башҡарғанда. Ниһайәт, көнө-төнө эсеп маҙаһыҙлаған күршеләренән арынам, тип ҡыуанғандыр инде, бисара. Сиратһыҙ, этеш төртөшһөҙ генә ашарға бешереү, йыуыныу хаҡында уйланған кешенең хыялдары бер нисә көндән селпәрәмә килер тип кем белгән.
Ҡасандыр үҙе сәхнә серҙәренә төшөндөргән уҡыусыһына, хәҙер инде билдәле генә актерға, әйберҙәрен күсерешергә ярҙамлашырға әйтте Сәлхиә Булат ҡыҙы. Тегеһе, исмаһам, бер ярҙамым тейҙе, тип ҡыуана-ҡыуана ризалашты. Ялында бер туған ағаһының “Газел”ен алып тороп килеп тә етте. Биш квадрат метрлыҡ мөйөшкә күп әйбер һыямы ни инде? Һә тигәнсә тейәп тә ҡуйҙы.
Ике ижад кешеһе шау-гөр килеп яңы фатирға барып та еттеләр. Тик шатлыҡтары оҙаҡҡа барманы. Асҡыс ярата алмай мәж килделәр. Ярты сәғәт самаһы хитланғас, икенсе яҡтан ишек ҡапыл асылып, аңғармай ҡалған Тәлғәттең маңлайына шап итеп ҡалды.
Асыусы, берсә төйөнсөктәр тотҡан оло йәштәге ҡатынға, берсә маңлайын ыуып маташҡан йәш егеткә алмаш-тилмәш ҡараны ла, уфтанып:
– Сираттағы асығауыҙҙар, рәхим итегеҙ! – тип ҡулдарын йәйеп инергә ымланы.
Бындай боролошто көтмәгән теге икәү башта ҡапыл иҫәнгерәп ҡалып ыҡ-мыҡ итһәләр ҙә, эскә үтерлек көс таптылар.
– Рәмилә, ҡунаҡтарҙы ҡаршыла! – тип ҡысҡырып та ебәрҙе быларҙы эскә әйҙүкләгән ир, йыуыныу бүлмәһенә табан атлап. – Моғайын, һеҙ ҙә ауылдан килгәнһегеҙҙер... Тамаҡтарығыҙ кипкәндер. Әйҙәгеҙ, ҡулдарҙы сайҡайыҡ та, өҫтәл янына үтәйек.
– Нисек инде һеҙ ҙә?.. – тип кенә әйтә алды шаҡ ҡатыуынан теле аңҡауына йәбешкән Сәлхиә Булат ҡыҙы.
– Һи-и, һеҙгә тиклем ике ғаилә килеп китте инде. Ниндәйҙер Тимур Миһранович тигән әҙәм тураһында һөйләнделәр. Тап ошолай беҙҙең фатирға инер өсөн асҡыс яратып маташтылар. Һуңғыһында ир кеше мөйөшһөҙ ҡалдырғаны өсөн риэлторҙы елкәһенән тотоп килтереп иманын уҡытам тип, йоҙроҡ төйә ине. Осона сыға алмайҙар, шикелле. Күренмәй.
Хужалар ҡыҫтап-ҡыҫтап тәмле сәй менән һыйларға атлығып торһалар ҙа, саҡырылмаған ҡунаҡтарҙа ашау ҡайғыһы булманы. Йылмаяҡ егеттән үҙенең тамам алданғанын аңлағас, Сәлхиә Булат ҡыҙы сеңләп илап ебәрҙе. Беҙҙең ҡатынҡыҙҙарға хас сабыр ғына итеп, һөйләнмәй, ярһымай ғына күҙ йәше түкте ул. Ундай саҡта ни тип йыуатаһың инде? Шым ғына тынысланғанын көттөләр. Уңарсы Тәлғәт буш бүлмә һорашып, таныштарына шылтырата башланы.
Тәмәке төтөнөнән стеналары ыҫланып бөткән, икенсе яҡта сәрелдәк ҡатындың әллә балаһын, әллә ирен ярһып әрләүе ишетелгән, оҙон коридорлы дөйөм ятаҡҡа аяҡ баҫҡас, Сәлхиә Булат ҡыҙы тараҡанлы, шау-шыулы тормоштан бер ваҡытта ла арына алмаясағын аңланы. Юҡ, был юлы иламаны ул. Былай ҙа ҡымтылған ирендәрен генә бөрөштөрөп: “Күрәсәгем шулдыр инде, Аллаһы Тәғәләнән уҙып бер ни ҡылып булмай. Ҡарғамайым. Әммә тейешле язаһын ул да алһын ине”, – тип теләп ҡуйҙы. Әллә, ысынлап та, Сәлхиә Булат ҡыҙының әйткәне Хоҙайҙың “Амин!” тигән сағына тура килде, әллә фантастик әҫәрҙәрҙә, фильмдарҙа күрһәтелгән нәмәләр ысынбарлыҡта ла була инде? Тимур шул төндән башлап үҙен иҫенә төшөрөүселәр янында пәйҙә була башланы.
...Тимур ул төндө тыныс йоҡлай алманы. Төш менән өн араһында ла буталып алды. Эске кейемдә генә баҫып торған йәш иргә бер мәл өшәнес булып китте. Иғтибарлап ҡараһа, бер тәҙрәле бәләкәй генә бүлмәлә баҫып тора, имеш. Бер яҡ мөйөштә ап-аҡтан кейенгән Сәлхиә Булат ҡыҙы ҡиблаға табан ҡарап нимәлер уҡына. Сәждәгә киткән мәлен берсә ҡыҙыҡһынып, берс әҫәрләнеп ҡарай ғына башлаған ине... бер нисә секунд эсендә үҙенең карауатында ятҡанын аңғарып ҡалды.
Көндөҙ ҙә был ваҡиға шауҡымынан арына алманы ул. Күҙҙәре ҡыҙарған, йоҡомһорап йөрөгән Тимурға ҡарап, хеҙмәттәштәре: “Был тағы ла ялғанға ҡоролған эштәренең береһенән байып, кисә күберәк төшөргән, ахырыһы”, – тип кенә уйланылар. Шаталаҡ Ираҙа иһә: “Сираттағы оҙон сәсе менән төн үткәргәндер. Белеп кенә ҡалайым кем икәнен. Сәстәрен йолҡҡолайым!” – тип йоҙроҡ төйҙө. Тимурҙың үҙенә күңеле ятмаһа ла, аҡсаларын ярата: елдән килгәнде елгә осорорға әҙер генә тора. Кем текә егеттән затлы бүләктәр алып, ресторандар буйлап йөрөүҙән баш тартһын?! Ираҙаның да башына тай типмәгән. Егеткә ҡармаҡ һалып, яйы тура килгәндә муйынына ҡамыт кейҙереп тә ҡуйырға уйлай ул. Ә әлегә, әйҙә, Ираҙаны үҙе уйынсыҡ урынына ҡулланам, тип ҡуҡырайып йөрөй бирһен.
Киләһе төн дә Тимур өсөн сәйер күренештәр менән башланып китте. Йоҡламаған да ине әле. Әүен баҙарына китер алдынан, һыра һемереп, мөйөштәге йәшниккә иҫе китеп ҡапланған ине. Көтмәгәндә ауыл өйөндә пәйҙә булды. Ҡәҙимге ағас йорт. Әллә ни йыһаз күҙгә салынмаһа ла, бөхтә итеп йыйыштырылған. Артлы ултырғысҡа арҡаһын терәп ултырып, егерме биш йәштәр самаһындағы бер ҡатын-ҡыҙ шәл бәйләй. Нәҙек кенә бармаҡтарына эленгән кәзә йөнө менән бәйләм енәләре бейей генә. Бирелеп, әллә ниндәй тәрән уйҙарға күмелеп ҡул эше менән булышҡан был гүзәл затты күпме генә иҫенә төшөрөргә маташһа ла, таный алманы Тимур.
Шулай таныш булмаған өйҙә, таныш булмаған серле һылыуҙы тексәйеп тикшереп торғанда
осаларының бешә башлауын тойоп, һикереп китте. Ләүкеп янған мейестең плитәһенә һөйәлеп торған икән. Был заманда ла ут яғып хитланаларҙыр тигән уй башына ла килмәй ине... Ул бәләкәй саҡта, туҡһанынсы йылдар башында уҡ ауылдарына зәңгәр яғыулыҡ үткәргәндәрен иҫләй. “Туҡта! Мин әле ҡайҙа һуң?” – тип уй ҡапыл мейеһен телеп үтте һәм ҡабаттан ул үҙенең йомшаҡ диванында йәйелеп ята ине.
Әле генә үҙе менән булып үткән бер нисә минутлыҡ күренешкә ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәйенсә, урын йәйҙе. Үҫмерлек осоронан алып тәүге тапҡыр күңелен бушлыҡ тойғолары биләп алды шул мәл. Интернатта йәшәгәндә ошо тойғо тынғылыҡ бирмәне уға.
Тимурға ун йәштәр самаһында атаһы сираттағы байрамынан төн уртаһында ҡайта бәлә килер көндө. Һалмыш ир тәмәке быҫҡытып йоҡоға тала. Әсәһенең ике улын уятып алып сығыуына өйҙәренең түбәһе емерелә. Ҡыш уртаһында улар урын-ерһеҙ ҡалдылар. Иренең ҡырҡы тулыртулмаҫтан әсәһе күрше ауылдағы тол иргә кейәүгә сыҡты. Иртә уңмаған һис уңмаҫ тиһәләр ҙә, йүнсел, булдыҡлы ир булып сыҡты үгәй аталары. Әсәһе лә етеш тормошҡа килгәс, ниһайәт, бәхетем асылды тип, үгәй балаларына бауыр баҫты, үҙенекеләрҙе яҙмыш ҡосағына ташланы. Эскесе олаталарынан тыш, ике буйҙаҡ улының да аҙып-туҙып йөрөүенән ялыҡҡан өләсәһе киләһе уҡыу йылы башында ейәндәрен Өфөгә урынлаштырҙы. Билдәле шәхестәр тәрбиәләп сығарған белем усағында уҡып, улар ҙа лайыҡлы кешеләр булырҙар тип уйлағандыр инде мәрхүмә.
Тимур, ысынлап та, һынатманы. Яҡшы уҡыны, тәртибе тураһында ла зарланырлыҡ түгел ине. Кикбоксинг менән шөғөлләнде, театр түңәрәгенә теләп йөрөнө. Ә бына кистәрен... әсәһен, тыуған яғын һағыныу тойғоһо үҙәгенә үтә торғайны. Бына әле лә ошо хис йөрәген өтөп алғандай. Яңғыҙлыҡ тойғоһоноң тиҫтәнән ашыу йыл үткәс, ҡабаттан әйләнеп килере ике ятып бер төшөнә лә инмәй ине бит. “Ата-а-аҡ, әллә ҡартайтыла башланы инде. Утыҙға етһәң, йәшлек тә үтә тиҙәр”, – тип үҙенәнүҙе көлөмһөрәп, балконға сығып, төнгө ҡалаға тамаша ҡылып торҙо бер мәл. Мең төрлө ут балҡыған төнгө ҡараңғылыҡта йондоҙҙарҙы ғына таба алманы ул. “Егерме бишенсе ҡатта тороп та уларҙы күреп булмай. Ә ауылда өйҙөң бәләкәй генә күтәрмәһенә ултырып, күтәрелеп ҡарау ҙа етә”, – тип тағы ла үҙ алдына һөйләнеп ҡуйҙы.
Баш ҡалаға уҡырға килгәс, барыһы ла юҡҡа сыҡты шул. Бер мәлдә ғаиләһен дә, күп тапҡырҙар серҙәрен тыңлап, өнһөҙ генә хәленә ингән йондоҙҙарын да юғалтты. Күптәре төрлө урындан йыйылған түрә-ҡара балалары янында берегеп йәшәп китеүе еңелдән булманы. Туғыҙынсыны тамамлаған йылда, һәр кластан иң яҡшы уҡыған, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашҡан ике уҡыусыны Мәскәүгә экскурсияға ебәрәсәктәре хаҡында гимназия директоры сентябрь башында уҡ әйтеп ҡуйҙы. Тимур барыһынан да алда килә ине. Класс етәксеһе лә әйләнгән һайын уны башҡалар алдында өлгөлө уҡыусы булараҡ телгә алып торҙо. Тик уның урынына бер район башлығының малайы китте. Йәйге каникулында өлә сәләре йортонда үҙен артыҡ тамаҡ яуы икән легенә төшөнгән үҫмер, әҙ генә булһа ла уларға һуңыраҡ ҡайтырмын тип, ҡалай ҡыуанған ине башта. Мәскәүҙе күреү ҙә ҙур хыялдарының береһе ине. Ҡыҙыл майҙанда, метрола йөрөйөм икән тип, төштәрендә лә әллә нисә тапҡыр һаташты бит ул...
Шул мәлдә тормоштоң аяуһыҙ ҡанундарының береһенә төшөнгәндәй итте. “Аҡсаң, төрлө урындан этеп-төртөп торған юғарыла ултырған яҡшы дуҫ-иштәрең, туғандарың юҡ икән, был донъяла белемең дә, тырышлығың да бер ни ҙә түгел. Ҙурайғас, мин дә нисек булһа ла күп итеп аҡса эшләүҙең юлын табасаҡмын”, – тип, тамағына килеп тығылған төйөрҙө көскә йотоп, үҙ-үҙенә һүҙ бирҙе.
Билдәле юғары уҡыу йортон тамамлаһа ла, алған һөнәре буйынса эшләргә ашыҡманы. Үҙе хыялланған хеҙмәт хаҡын алыр өсөн оҙаҡ ҡына ваҡыт бил бөгөргә кәрәк икәнлеген яҡшы аңлай ине. Шуға ла тәү ҡарашҡа еңел генә күренгән шөғөлгә тотоноп китте. Арзан ғына хаҡҡа ауылдарҙан ит йыйып һатты. Тик баҙарҙа көн оҙонона аяҡ өҫтө тороп, һатып алыусылар менән айҡашып-телләшеп тороу тиҙ бүктерҙе. Етмәһә, ит һатыусылар ялған аҡсалар менән эш иткәнен дә һиҙеп ҡалдылар. Ул ауылдарға ҡабат аяҡ баҫманы. Әммә машинаһының номерын иҫләүселәр, үҙен таныусылар ҙа бар ине. Маршрутын белеп, бер нисә ир-ат йыйылып өлөш биреп ебәргәс, тәү ҡарашҡа үтә төшөмлө, әммә маҙалы шөғөлдән туҡтарға тура килде.
Эшһеҙ оҙаҡ йөрөргә тура килмәне уға. Кеше менән йылмайып ҡына, яғымлы итеп һөйләшкән, иң һуңғы мода буйынса ғына кейенгән Тимурҙы риэлторлыҡ эшенә ҡуш ҡуллап алдылар. Тиҙ арала уңыштарға ла өлгәшеп өлгөрҙө, аҡса эшләү юлын да тапты. “Бер ҡатлы, икенсе берәү өсөн һуңғы ыштанын да һалып бирергә риза халыҡ менән эшләүҙән еңел эш юҡ”, – тип, үҙенең егерме һигеҙ йыллыҡ ғүмерен күҙҙән үткәреп, тәмле төштәр күрә башлаған Тимур был төндө лә йоҡлай алманы.
– Әйт, шул йылмаяҡтың татлы теленә ышандыңмы? Нимә тип юхаланы, ниңә һеҙ, ҡатындарҙың, сәсегеҙ оҙон булһа ла, аҡылығыҙ ҡыҫҡа һуң? Исмаһам, минең эштән ҡайтҡанды көтһәң, ни булыр ине?! – Ир асыуына сыҙай алмай өҫтәлде төйгөсләне.
– Сеү-ү-ү-ү. Баланы уятаһың бит. Былай ҙа көскә йоҡлаттым. Әллә нервынан, һөтөм дә бөтә башланы инде. Ипотекаға бирелгән ваҡыт үтеп, өлгөрмәйенсә, бер ниһеҙ ҡалмайыҡ тип ҡурҡҡан инем шул. – Өҫтәл артында ултырған ҡатын ике ҡулы менән башын тотоп үкһей генә.
– Нервынан инде, тағы нәмәнән булһын. Азалияны имеҙгәндә улай түгел ине бит, – тип ир кеше бер аҙ тынысланғандай итте. Шулай ҙа үҙҙәрен төп башына ултыртып, аҡсаһыҙ ҙа, фатирһыҙ ҙа ҡалдырған ҡара риэлторға асыуы һүнмәне. – Юлымда ғына осраһын. Ошо ҡулдарым менән быуып үлтерәсәкмен мин ул хайуандан тыуған нәмәне.
Йоҡа ғына шаршау артында ғаиләләге ыҙғыштың шаһиты булып торған Тимур шул мәл айнып киткәндәй булды. Былар минең хаҡта һөйләп, ире миңә әтәсләнә түгелме?! Хәйер, ысынлап та, бының ҡулына бер килеп эләкһәң күрмәгәнеңде күрһәтер ине. Ауыр эштә эшләгәнгәме, әллә спорт менән даими шөғөлләнгәнгәме, мускулдары уйнап ҡына тора. Йоҙроғо бәпес башы шикелле. Ҡағыҙ менән ҡәләмдән башҡа ауыр нәмә күтәрмәгән, кәйефсафа ҡороп ҡына йөрөп күптән формаһын да юғалта башлаған төнгө шаһит, ир менән ҡатынды танығас, бөтөнләй ҡойолоп төштө. “Бәй, былар бит Сәлхиә апайға тиклем теге фатирҙы алдап һатҡан ғаилә”, – тигән уй йәшен тиҙлеге менән мейеһен телеп үтеп, ҡурҡышынан ҡалтырай ғына башлаған ине, ҡабаттан үҙ торлағында ятҡанлығын аңғарып ҡалды.
Юлайҙың тос йоҙроғо танау төбөндә генә уйнап алғас, ул төндө бөтөнләй әүен баҙарына китә алманы Тимур. Әйләнеп-тулғанып саҡ таң аттырҙы. Ғүмерендә беренсе тапҡыр үҙе тарафынан алданған клиенттарын хәтеренә төшөрҙө. Иртәнсәк эш урынына барыу менән Сәлхиә апайға “һатылған” фатирҙың башҡа алданыусыларының да исемлегенә күҙ һалғас, тертләп китте. Иң тәүҙә Сафия Ирмәкова тигән кеше “алған”. Һуңынан Юлай менән Гөлдәр. Аҙаҡ – Сәлхиә Булатовна.
Тимәк, теге шәл бәйләгән ҡатын ауылға ҡайтып төпләнгән. Әллә ҡайҙан килеп, әллә ни этләшеп йөрөй алмаҫ уныһы. Сәлхиә апайҙың да быға йәше үткән. Ә бына теге ирҙән һаҡ булырға кәрәк, тип уйлап алды Тимур. Күңелендә ҡурҡыу тойғоһо нығыраҡ үтеп ингәндәй тойолдо шул мәл.
Бер кирегә китһә, барыһы ла киреләнеп тик тора бит ул. Бер нисә миллион һумлыҡ фатир менән яңы клиенттарын тишек шоманға ултыртырға теләгән ине лә, килеп сыҡманы. Төшөрөргә яратҡан ғаилә башлығын ҡиммәтле коньяктар менән һыйлауы, ҡатыны янында өлтөрәп йөрөүе бушҡа ғына булды. Алып-һатыу көнө килеп еткәс, хужабикәнең әсәһе килеп эште боҙҙо. Һәр һүҙ һайын “ханым”, “ҡәҙерлем”, “аҡыллым” тип сөсөләнеп маташҡан риэлторға ҡарап:
– Йәнемде көйҙөрөп, ауыҙыңды йырып торғансы, ҡана, документтарыңды күрһәт! – тимәһенме.
– Апай, мин тәжрибәле риэлтор. Борсолмағыҙ. Бер проблема ла булмаясаҡ, – тип һөйләнеп маташҡан ине лә, уның рөхсәтен дә һорап тормай, ҡулынан йолҡоп алып уҡый ҙа башланы. Ҙур ойошмала хисапсы булып эшләгән ҡатын эштең ниҙә икәнлегенә шунда уҡ төшөндө. Тамам йәшел йылан һаҙлығына батып, эскенән башҡа нәмә уйлағыһы килмәгән кейәүенең, аңра ғына ҡыҙының тетмәһен тетеп алып ҡайтып китте. Уға тиклем Тимурға ла осоп-ҡунырға онотманы. Һыйыр тулаһа, аттан яман тип юҡҡа әйтмәйҙәр икән. Битен тырнап, күҙенә күк ултыртырға ла өлгөрҙө уҫал ҡатын. Кеше араһына сығырлыҡ та түгел хәҙер. Көнө диванда аунап үтә. Ә бына төндәрен, яңғыҙлыҡ һағышы үҙәгенә үтә. Асыҡ тәҙрәнән айға ҡарап бүре булып олоғоһо килгән мәлдәре лә йышайҙы. Бер нисә көн тыныс ҡына йоҡлаған ине, тағы ла “төнгө ҡунаҡҡа” йөрөүҙәре башланды.
– Ҡара ергә аяҡ баҫҡансы был утын етерме икән?.. Ҡала тип сабып йөрөп, барынан да тороп ҡал инде, – тип борсолоп уфтана-уфтана ҡосағына утын йыйған Сафия янында пәйҙә булды бер буранлы төндә.
Йоҡо кейемендә генә торған егет башҡа ваҡытта йылы урын эҙләп ары-бире сабыр ине.
Был юлы сабырлыҡ күрһәтте. Март бураны йоҡа ғына кейемен өҙгөсләп-тартҡыслауға иғтибар ҙа итмәне. Ҡыҙ иһә утыны-ние менән бергә тайып йығылғас, ярҙамға ашыҡты. Төн уртаһында әллә ҡайҙан килеп сыҡҡан сит кешене күреп ҡурҡышынан Сафия ҡысҡырып ебәрҙе. Тик тегенеһенең насарлыҡ эшләргә уйы юҡлығын аңлағас, тынысланып өйҙәренә саҡырҙы. Саҡырылмаған төнгө ҡунаҡҡа ризалашыуҙан башҡа сара ҡалманы. Сөнки уның тураһындағы уй Сафияға оҙаҡ ҡына тынғы бирмәйәсәк. Тимәк, ул да шул арауыҡ эсендә тышта торорға мәжбүр буласаҡ. Мин-минлегеңдән ары уҙа алмаһаң, туңып үлеүеңде көт тә тор. Ә ул әле генә аяҡ һуҙырға уйламай.
Яңынан танышырға тура килде иҫке таныштарға. Сафия менән икеһе араһында нимәләр булған, энәһенән ебенә тиклем, бер нәмәне лә төшөрөп ҡалдырмай барыһын да һөйләне лә бирҙе Тимур. Сәй яһап йөрөгән ҡыҙ, ҡаршыһында ултырған кешенең кем икәнен белгәс, ҡатты ла ҡалды. Йыл ярым элек кенә үҙҙәрен алдаған риэлторҙы юлында осратһа, сәстәрен йолҡорға әҙер ине бит ул.
Ауылдарындағы өйҙө һатып, үҙе өс йыл буйы тинләп йыйған аҡсаларынан ҡолаҡ ҡаҡҡас, ауырыу әсәһе менән ҡайҙа барып төртөлөргә, кемдән ярҙам һорарға белмәне. Ярай ҙа ауылдаштары хәлдәренә инделәр. Ташландыҡ хәлдә ултырған, эйәһеҙ ҡалған йортто һәр береһе тиерлек ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итеп, йүнәтеп бирҙеләр. Уҡытыусы ҡыҙға үҙе белем алған мәктәп күптән түгел генә оптимизацияға эләгеп ябылып ҡуйғас, эш тә юҡ. Бынан ике йыл инсульт үткәреп түшәктә ятҡан әсәһенең пенсияһына ғына йәшәргә мәжбүрҙәр. Үҫмер сағында өйрәнеп ҡалған шөғөлө иш янына ҡуш хәҙер. Күршеләре күпләп кәзә тота. Сафия уларға был ваҡ малды ҡарарға ярҙам итә. Тегеләре иһә йөнөн бирә. Шуны эшкәртеп, шәл бәйләп һата.
– Билдәле методистар менән берлектә дәреслектәр, уҡыу ҡушымталары әҙерләй башлаған инем. Бер көн килеп алдағы тормошома ҡорған пландарым, яҡты уй-хыялдарым барыһы ла селпәрәмә килде, – тип тамамланы Тимурҙан алданғандан һуңғы тормошо хаҡында бәйән итеп.
– Ғәфү ит, – тине ҡара риэлтор, Сафияның күҙҙәренә күтәрелеп ҡарарға уңайһыҙланып. – Минең ҡомһоҙлоғом арҡаһында шул хәтлем михнәт күргәнең өсөн, зинһар, кисерә күр.
– Кешегә асыу һаҡлай торған ғәҙәтем юҡ. Университетта уҡытҡан психолог та: “Икенсе берәүгә һаҡланған үпкә-асыу ул һеҙҙең үҙегеҙҙе ҡорт кеүек кимереп юҡҡа сығарасаҡ. Дошманығыҙҙы оноторға тырышығыҙ. Юҡ икән, ул һеҙҙе ҡоралһыҙ алышта еңде тигәнде аңлата. Ғәфү итегеҙ ҙә үҙегеҙгә күңел тыныслығы, бәхет теләгеҙ. Шунда барыһы ла иртәме-һуңмы үҙ урынына ҡайтасаҡ”, – тип әйләнгән һайын тылҡып ҡына торҙо. – Алдында ултырған сәйен йотоп әҙерәк тын алғас, Сафия һүҙен дауам итте. – Бының, ысынлап та, шулай икәнлегенә ошо йыл ярым арауығында ныҡлап төшөндөм. Барыһы өсөн дә күптән кисергәнмен. Тимәк, беҙҙең урыныбыҙ ошонда. Әсәйем менән мин тыуған ауылыбыҙға кәрәкбеҙ әле.
Сәрелдәп әрләһә, йөҙөнән алһа, ул хәтлем дә ауыр булмаҫ ине Тимурға. Ә был күҙҙәренә тура ҡарап, үҙен бер нисә миллион һумға алдағанкешегә, асыу һаҡламайым тип ултырһын әле. Еңелсә генә йылмайып та ҡуйҙы хатта. Был мәлдә ҡиәфәте тағы ла күркәмләнеп, сырайы яҡтырып китте. “Бит алмарындағы ике соҡор ҙа һөйкөмлө итә”, – тип егет уға ҡарап уйланып ултырҙы ла:
– Улай күптән ғәфү иткәс, төндәрен мине нимә тип иҫеңә төшөрҙөң һуң? – тип ҡапыл ғына һорап ҡуйҙы Тимур. Дөрөҫөрәге, үҙенән быны үҙе лә көтмәгән ине.
– Ғәҙәттә, беҙҙең халыҡта, ир-егеттәр ҡырыҫыраҡ, һүҙгә лә һараныраҡ булалар. Хатта балаларына ла шулай улар. Үҙем, мәҫәлән, бала сағымда атайымдың матур һүҙҙәр һөйләп иркәләгәнен иҫләмәйем. Ә һин... – Оялышынан бит остарына тиклем ҡыҙарған Сафияның бер мәлгә теле көрмәлде. Күкрәгенән сығырҙай булып, йөрәгенең ярһып тибеүе ҡаршыһында ул - тырған егеткә лә ишетелә кеүек тойолдо хатта. – Ә һин бөтөнләй икенсе кешеһең. Үҙ-үҙеңде тотошоңа, өҫ-башыңа, ауыҙ тултырып туған телебеҙҙә матур һүҙҙәр һөйләүеңә һоҡланып ҡарап, баштан уҡ был күктән төштөмө икән әллә, тип уйлаған инем. Һуңғы ваҡытта киң йылмайып, күҙҙәреңде көлдөрөп баҫып ҡарап тороуың күҙ алдыма килә лә баҫасы...
Йәштәр хушлашып өлгөрә алманылар. Өйҙөң төпкө бүлмәһенән әсәһенең ыңғырашҡан тауышын ишетеп, Сафия уның янына ашыҡты. Ҡыҙҙың укол һалырға әҙерләнеүен ҡарап торғанда, Тимур ҡалаға “ҡайтты”.
***
Әҙәм балаһы, күп ваҡыт, үҙе ҡаты һынауҙар алдына барып баҫҡансы, башҡаларҙың хәлен аңлай алмай. Тимур ҙа һуңғы клиенттарының артабанғы яҙмыштары хаҡында белгәнсе бер ҡайғыһыҙ йәшәне, башҡалар хаҡында уйлап та бирмәне. Хәҙер “төнгө ҡунаҡ” сифатында үҙен иҫенә төшөргән кешеләр янына “бара” башлағас, тәү ҡарашҡа ябай ғына, әммә кеше ғүмерендә мөһим роль уйнаған хәҡиҡәткә төшөнә алды. Нимә бирәһең – шуны алаһың икән дәһә!
Ғүмер буйы эскесе, алама ир менән йәшәп, холоҡтары менән аталарынан ҡалышмаған балалар үҫтерһә лә, өләсәләре Ҡөрьән уҡыны, китаптан айырылманы. “Был донъяла беҙ ҡунаҡ ҡына. Шундай бер көн килер, барыбыҙ ҙа, үлгәндәр менән дә, ҡабаттан осрашырбыҙ. Тап шул мәлдә һәр кемдең яҡты донъяларҙа ҡылған яҡшылығы ла, яманлығы ла асыҡ китап кеүек алдыбыҙҙа ятыр. Барыһы ла билдәле булыр. Шуға ла ҡулыбыҙҙан килгәнсә изге ғәмәлдәр башҡарып ҡалырға тырышайыҡ. Кеше һине яҡшы яҡтан ғына телгә алһын, уйлаһын. Баҡыйлыҡҡа күскәс, һағынып юҡһынһын өсөн”, – тип йыш ҡабатлай торған ине.
Тимурҙы иһә ғәзиз әсәһе лә хәтеренә алмай. Артынан тотам да ҡалмай, һағыҙаҡ кеүек күҙенә кереп барған Ираҙа өсөн дә кәрәге юҡ икәнлегенә, ниһайәт, төнгө мажараларға юлыға
башлағас аңланы. Ошо ваҡыт эсендә, көн менән төн урындарын алмашҡас, яратам да яратам тип йөрөгән ҡыҙ, исмаһам, бер тапҡыр, иҫенә төшөрһәсе!
Сафия менән асыҡтан-асыҡ һөйләшкәндән һуң, ул хәҙер клиенттарын алдау урынына нисек итеп ярҙам итеү юлдарын эҙләргә тотондо. Әлбиттә, елдән килгән аҡсаларҙың күп өлөшө туҙҙырылған. Әммә башты эшләтеп, уйлап ҡына тотонһаң, уларҙан да уның этлеге менән фатирһыҙ ҡалыусыларға ярҙам итеп булғанлығын аңлап, төрлө проекттар тураһында баш вата башланы.
Кис етһә, йоҡо йәки эске кейемдә генә йөрөү ғәҙәтенән дә арынды. Сөнки “ҡунаҡ”ҡа был ҡиәфәттә “барыу”ҙан үҙе лә ояла. Билдәле актриса, йәш ғаилә, көндән-көн күңеленә нығыраҡ инеп оялай башлаған Сафия алдында улай йөрөү килешмәй ҙә. Шуға ла эшлекле костюм, ялтырап торған аяҡ кейеме кейеп, һыланып-һыйпанып ҡаршы ала һәр кисте. Әлбиттә, күп ваҡыт төндәре тыныс ҡына үтә. Әммә кем белә... Был донъяла иң етеҙе, иң шәбе уй тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Тимур тураһында ла, күп ваҡыт, алдан уның тураһында уйлайым әле тип берәү ҙә план ҡормайҙыр. Әммә йәшәү шарттарының насарлығы үҙәктәренә үтеп китһә, ҡарариэлторҙы иҫкә алыуҙарын көт тә тор.
***
Эңер төшкәс, Юлай үҙҙәре йәшәгән ятаҡтың ишек алдына быҫҡытып алырға сыҡты. Инергә торғанда, янында ҡапыл пәйҙә булған ыҫпай егетте күреп, терт итеп ҡалды. Йәне көйөп ергә һалып тапаған тәмәке төпсөгөн сит кешенән уңайһыҙланып, ҡабаттан алып сүп һауытына һалыуына, тегеһе күптәнге таныштар кеүек хәләхүәлдәрен һораша башланы.
– Бер көйө генә, – тине артыҡ һөйләргә яратмаған ир. – Күсәргә таяҡ тығыусылар булмаһа, ишшеү ҙә яҡшы.
Яҡындан танышыр өсөн Тимурға элекке алымдарын ҡулланырға тура килде. Үҙен тыңларға әҙерләнеп, тоғро эттәй күҙҙәренә мөлдөрәп кенә ҡарап торған егеткә шәхси проблемалары тураһында тора биргәс һөйләне Юлай. Ул Себерҙә эштә йөрөгәндә, ҡатыны Гөлдәрҙе алдап, икенсе балалары тыуғас бирелгән Әсәлек капиталының, ғаилә башлығының йылдар дауамында йыйған аҡсаларының үҙенең кеҫәһенә инеп ятыуын яҡшы белә. Бер ауыҙы бешкән боҙҙо ла өрөп ҡаба тигәндәй, хәҙер фатир алыу уйҙарынан төңөлгәндәр икән.
– Ҡала ситенән ер алып, шунда ҙур ғына йорт төҙөргә ине. Үҙемдең дә ҡулдан килә. Ун йылдан артыҡ Себерҙә шул эштә йөрөйөм. Ҡоро ер генә алып алданған хәлдә лә ул ҡәҙәре сумманан ҡолаҡ ҡаҡмайһың, – тип киләсәккә ҡорған пландары менән бүлеште йүнсел ир.
– Ә ниңә Себер тиһегеҙ ҙә өйөрө менән шунда китәһегеҙ ул? Тоғо менән аҡса әҙерләп ҡуялармы әллә? – Тимур үҙен күптән борсоған һорауға яуап алғыһы килде.
– Бында ҡайҙа барайым? – Юлай һорауға һорау менән яуап бирҙе. – Алған һөнәрем буйынса ун биш меңгә мәктәпкәме? Уға декретта ятҡан ҡатынды, балаларҙы ашатып эсерәм тиһәң дә етмәйәсәк. Унда, исмаһам, эш хаҡына ҡушып премияһын да мул ғына тамыҙалар. Бер ай ял иткәндә лә тик торған юҡ. Шабашкалар булып, аҡса эшләргә яйы табылып ҡына тора.
– Бында яйы табылғас һуң... – Әңгәмәсеһен бүлдерә торған холҡо булмаһа, был юлы Тимур түҙмәне.
– Беҙҙә бит барыһы ла ситтән килгән башҡа халыҡ өсөн эшләнә. Үҙеңдеке үҙеңә яу тигәндәй, башҡорттоң башын башҡорт та баҫып ҡуя. – Яңы ғына тартһа ла, ҡыҙып китеп тағы ла тәмәке тоҡандырғанын һиҙмәй ҙә ҡалды Юлай. – Демографик хәлде яйға һалабыҙ тип кенә нимә ҡыланмаҡсы булалар һуң?! Эмигранттарҙы күпләп индергәндән һуң, Рәсәйҙә халыҡ һаны арта, имеш. Артып ҡуймаһын! Теләһә ҡайҙан йыйылған әтрәгәләмдәр арҡаһында енәйәт күбәйәсәк. Улар теттереп йәшәсәйәк. Беҙ олтораҡ булып йөрөйәсәкбеҙ. Уже шулай инде. Әлеге лә баяғы төҙөлөштө генә алып ҡарайыҡ. Бөтөн ерҙе ҡара халыҡ баҫҡан. Эшләй беләме ул, юҡмы, нисә йылдан емерелеп төшәсәк, уныһын уйлаған, белгән кеше юҡ. Ә үҙебеҙҙең егеттәр эшләһә-ә-ә... Күпме аҡса янда ҡалыр ине, күбеһе Себер тип һеперелеп тә йөрөмәҫ ине...
Тәү ҡарашҡа тупаҫ ҡына күренһә лә, маҡсатлы, булдыҡлы, иң мөһиме кем нимә һөйләй шуға ышанып аумаҡайланмаған, бөгөнгө йәмғиәткә ҡарата үҙ фекере, үҙ ҡарашы булған Юлай менән һөйләшеү Тимурҙы киләсәктә ҙур эштәр башҡарырға илһамландырҙы, ҡанатландырҙы. “Их, күпме алдынғы ҡарашлы, белемле йәштәребеҙ үҙебеҙҙә эшләрлек, йәшәрлек тейешле шарттар булмағанлыҡтан тыуған еренән, ғаиләһенән айырылып ситтә йөрөргә мәжбүрҙәр!” – тип уйлап эстән генә әсенеп тә алды. Үҙенең кем икәнлеген танытмаһа ла, яҡын кешеләре генә белгән телефон һандарын яҙҙыртып, киләсәктә лә бәйләнеште өҙмәҫкә, төшөмлө генә эш килеп сыҡһа, Юлайға өндәшергә һүҙ бирҙе.
Фатирына әйләнеп “ҡайтыу” менән әле генә уйлаған идеяларын тормошҡа ашырыу юлдарын да барлай башланы. Өфө ситендәге буш ерҙәрҙе белешеп, ике-өс тиҫтәнән артыҡ йорт төҙөрлөк урынды һатып алыу эштәрен башҡарғас, Юлайҙың вахтаһынан ҡайтыу ваҡытын иҫәпләп сығарып, уның телефон һандарын йыйҙы Тимур. Оҙаҡламай башланасаҡ төҙөлөш эштәрендә үҙенең ярҙамсыһы итеп алынасағын белгәс, ситтә эшләгән ир шатлығынан хатта һыҙғырып ҡуйҙы. Тик элекке ҡара риэлторға үҙенең кем икәнлеген танытыу иң ауыры ине. Үҙенә саҡырып, күҙенә тура ҡарап әйтергә булды.
– Минең арҡала ниҙәр кисергәнегеҙҙе тулыһынса белә алмаһам да, яҡынса күҙ алдыма килтерәм. Теләһәң – аҫ, теләһәң – киҫ, тигәндәй, – тип ул ҡулдарын йәйеп ебәрҙе, һаман да уның һөйләгәндәренә ышана алмайынса аңшайып ултырған Юлайҙың ҡаршыһына баҫып. – Теләһәгеҙ, бөгөн үк минең фатирға күсеп килегеҙ ҙә, йәшәгеҙ. Бер башыма ҡайҙа ла мөйөш табырмын әле. Һеҙгә балаларығыҙҙы уңайлы, яҡшы шарттарҙа үҫтерергә кәрәк...
Ҡырҡыу холҡо йөҙөнә сыҡһа ла, яһиллыҡтың ни икән леген дә белмәгән Юлай, әлбиттә, был тәҡдим де шаяртыу ғына итеп ҡабул итте. Шулай ҙа:
– Беҙгә тигән йорттоң проектын үҙем төҙөйәсәкмен, – тип әйтмәй булдыра алманы.
***
Мәргән ауылына йәш кейәү сифатында көндөҙөн генә йөрөй хәҙер Тимур. Буласаҡ ҡәйнәһен баш ҡала дауаханаларына йөрөтөп, шифаханаларҙа дауалай башлағас, хәле күҙгә күренеп яҡшырҙы. Үҙ-үҙен яйлап ҡына булһа ла йөрөтә, ҡарай ала. Сафия иһә бәхетенән атлап түгел, осоп ҡына йөрөй тиерлек. Өфөләге элекке эшенә урынлашты. Уҡыуҙар башланғансы, әлегә тыуған ауылында йәшәй. Әсәһе янына элекке “ҡара риэлтор”ы йөрөтә. Үҙенән яҡшылыҡ, яҡтылыҡ бөркөлөп торған шәп ҡыҙ икәнлегенә егет теге буранлы төндө үк аңлаған ине инде. Төпкөл генә бер ауылдан сыҡҡан кешенең шул тиклем зауыҡлы булыуына, заман менән бергә атлай белә алыуына һоҡланып ҡарай ҙа, Тимурҙың иҫе китә. “Өләсәйемдең бала сағымда һөйләгән әкиәттәрендәге хур ҡыҙҙарының береһеме әллә һин?” – тип йыш ҡына, берсә шаяртып, берсә ҡулына уйламағанда-көтмәгәндә килеп ҡунған аҫыл ҡош – бәхетенә һаман да ышана алмайынса һорап ҡуя. Тегеһе иһә яуап урынына ынйы тештәрен йылтыратып йылмая ғына.
Ә Сәлхиә Булат ҡыҙы менән нисек уртаҡ тел тапты һуң?! Юлайҙың ғаиләһе, Сафиялар менән ҡабаттан танышҡас, элекке актрисаға ҡайһылай итеп ҡабаттан, тик был юлы ысынлап, ярҙам итергә теләге барлығын әйтә алмай йөрөнө. Ул йәшәгән ятаҡтың да, телеүҙәктең дә ишек алдарын әҙ тапаманы. Әммә алып барыусының үҙен күреү менән ҡойолдо ла төштө, ҡойолдо ла төштө. Һөйгәненең хәлен белгәс, Сафия оҙаҡҡа һуҙманы. Сәлхиә Булат ҡыҙының тапшырыуы булыр көндө алдан белештеләр. Ағиҙел йылғаһы буйындағы тәбиғәттең хозурлығына һоҡланып, Салауат Юлаев һәйкәлен ҡарап әйләнеүҙәренә телеүҙәк янынан фатирһыҙ ҡалған элекке актрисаның да һыны күренде. Сафия үҙҙәренең кемлеген Сәлхиә Булат ҡыҙының янына барып етеү менән әйтте лә һалды. Башта был хәтлем яһиллыҡҡа иҫе китеп торған ханымға йылмая-көлә хәҙер ярҙам итергә, Тимурҙың элекке хаталарын төҙәтергә теләүҙәре хаҡында теҙеп алып киткәс, тегеһе һағайып ҡалды. “Быларға ышанып, әйләнгән һайын бер тырмаға баҫыу булмаҫмы?” – тип эстән генә уйланғандан һуң, һуңғараҡ үҙебәйләнешкә инәсәге хаҡында әйтеп, китеп барҙы.
Күптән улы урынына яҡын күреп бөткән Тәлғәткә шул көндө үк шылтыратып, сәйер осрашыу хаҡында бәйән итте. Тегеһе лә йылмаяҡ ҡара риэлторҙың изге ниәтенә бик ышанып бөтмәһә лә: “Ҡабаттан бәйләнешкә инеп ҡарайыҡ әле. Юғалтыр нәмәгеҙҙән барыбер ҡолаҡ ҡаҡтығыҙ бит инде”, – тине.
Тимур киләсәктә үҙе түләп, Сәлхиә Булат ҡыҙына ипотекаға бер бүлмәле фатир алып бирергә теләүе тураһында әйтте эшлекле осрашыу көндө. Ҡала ситендә әлегә ваҡытта йорттар төҙөлөүен дә йәшермәне. Ятаҡтан ҡасан да булһа ҡотолоуҙан өмөтөн өҙгән Сәлхиә Булат ҡыҙы икенсе вариант нығыраҡ оҡшауын белдерҙе. Электән үҙ йортонда, баҡсаһында емеш-еләк, сәскә үҫтерергә хыялы барлығы хаҡында ла онотолоп китеп һөйләп ташланы. Шул көндө үк төҙөлөш эштәре тамамланыуға барған йортто барып та ҡаранылар. Ҡара көҙгә аяҡ баҫҡансы Сәлхиә Булат ҡыҙы өй туйына саҡырҙы.
***
Һуңғы ваҡытта Тимурҙың төшөнә өләсәһе керә башланы. Башта, ҡояш нурҙары солғанышында намаҙ уҡыған ҡатын-ҡыҙ һынын Сәлхиә Булат ҡыҙылыр тип уйланы. Сөнки үҙе менән сәйер ваҡиғалар башланған төндө тап уны күреп аптыраған ине бит. Тик икенсе, өсөнсө тапҡырҙар бер үк күренеш ҡабатланғас, бынан биш йыл элек мәңгелеккә күҙҙәрен йомған өләсәһе икәнлеген таный алды. Һуңғыһында ҡәҙерлеһе аҡ сепрәккә төрөлгән ниндәйҙер китап һымаҡ нәмә һондо. Төш юрауҙар белешмәһенән ҡараған ине, мәрхүмдәр төштә нимәлер бирһә яҡшыға тип яҙылғанын уҡығас, эсенә йылы инде. Тимәк, уның ейәнсәренең дөрөҫ юлға баҫыуына рухы шатлана, үҙенең шулай ҡәнәғәтлеген белдереүелер инде.
Ысынлап та, ҡасандыр үҙе тарафынан алданған, рәнйетелгән клиенттары менән араларҙы яйға һалыуға төнгө йоҡолары ла яҡшырҙы, саҡырылмаған ҡунаҡ – өрәк сифатында ла йөрөмәй. Яңғыҙлыҡ һағышы ла Сафияһын осратҡас, ниһайәт, ташлап китте. Төҙөлөш эштәрендә бирелеп китеп бер көндө кис еткәнен дә аңғармаған. Күтәрелеп ҡараһа, иҫәпһеҙһанһыҙ, уға күҙ ҡыҫып емелдәшкән йондоҙҙарҙы күреп иҫе китте. Ә күңелендә (бала сағында өләсәһе ҡабат-ҡабат һөйләгән) мәшһүр “Урал батыр” эпосында яҙылған юлдар киләсәк тормошона девиз булараҡ үҙенән-үҙе ҡабатлана ине:
Изгелек булһын атығыҙ,
Кеше булһын затығыҙ...
Рәзинә Зәйнетдинова.