Бер ҡатын иренең телефонында соҡона һәм өс номер табып ала. Беренсеһе – "Бәхет", икенсеһе "Шатлығым", өсөнсөһө "Төштәрем хужаһы" тип аталған була. Ҡатын бик асыуланған һәм был телефон һандары буйынса шылтыратырға тотонған, был исемдәр аҫтында кем икәнлеген белергә теләгән.
Беренсеһенә шылтырата, был номерҙың хужаһы уның ҡәйнәһе, иренең әсәһе булып сыға. "Шатлығым" исемлеһенә шылтырата, теге оста һеңлеһенең, бикәсенең тауышы ишетелә. Өсөнсө номерҙы алып йыя башлаһа, үҙенең телефон һандарын танып ҡала. Ҡатын илап ебәрә, был ҡылығы өсөн үҙен ҡәһәрләй башлай. Күңелендә ятҡан ғәйепте нисек тә булһа алып ташлар өсөн, хәләленә бер айлыҡ эш хаҡын тоттора. Ә ир быны үҙенең һаҡлыҡ банкыһында ятҡан аҡсаһына ҡушып тағы бер кәләш алырға була һәм "Әбүхәлит электрик" исеме аҫтындағы номерға шылтырата.